Все новости
Литературоведение
31 Марта 2021, 17:00

Әбүзәрҙең ғәмәл дәфтәре (Салауат Әбүзәр ижадына байҡау)

«Туйҙырһа ла ҡайсаҡ кешеләр...»Бер мәл Зөфәр Вәлит, үҙенән ун һигеҙ йәшкә кесерәк ҡәләмдәше Салауат Әбүзәргә арнап, «Туйҙырһа ла ҡайсаҡ кешеләр» тигән шиғырын яҙғайны. Мәҡәләнең атамаһы уҡыусыны аптырашта ҡалдырмаһын өсөн, шиғырҙың тәүге строфаһын килтерәйек:


Туйҙырһа ла ҡайсаҡ кешеләр,
Туйҙырмайҙар һинең ишеләр.
Саф һәләтте табыу бик ауыр, –
Аяҙ көндә ҡыҙыл ҡар яуыр...

Күреүегеҙсә, көслө, уҫал сағыштырыу. «Һәләт» урынында «талант» торһа, ул, бәлки, уғата ла көслө яңғырар ине. Әммә, нисек кенә булмаһын, бында Салауаттың үҙенән дә бигерәк, уның шиғырҙары күҙ уңында тотолғанлығы көн кеүек асыҡ. Икенсе строфала шағир тыуып-үҫкән мөхиттең төҫмөрләнеүе лә шиғырға йәм өҫтәй, йөкмәткеһен байыта. Ҡыҫҡаһы, үҙенең ихласлығы, тура һүҙлелеге менән автор кескәй шиғырҙа ла уҡыусыны уйланырға мәжбүр иткән. 1993 йылда Башҡортостан яҙыусыларының ХI съезында һөйләгән докладында Динис Бүләков «Һуңғы ваҡытта ‹...› шиғриәт донъяһына ныҡышмалы рәүештә үҙ һуҡмаҡтарын һалыусы бөтөнләй бер йәш көстәр ағымы» килеүен оло шатлыҡ һәм кинәнес менән билдәләгәйне. Шул ағымда «Еремә йыр» исемле тәүге йыйынтығы баҫылып сыҡҡан Салауат Әбүзәров та бар ине.

Артабанғы йылдарҙа ла С.Әбүҙәрҙең исеме әҙәбиәтебеҙ әһелдәренең сығыштарында телгә алынып торҙо. Уның ижадына айырыуса Рауил Бикбаев иғтибарлы булды, ҡайһылыр бер йыйылышта Салауат Әбүзәрҙең шиғырҙарын уҡыусы көтөп ала, тип тә ысҡындырғайны. Заманында С.Әбүзәр хатта Мостай Кәримдең дә иғтибарын йәлеп итте. Был турала шағирҙың илле йәше айҡанлы яҙған «Арымаһын илһам толпары» («Ағиҙел», 2017, №1) тигән мәҡәләһендә Рауил Бикбаев ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә хәтирәләре менән уртаҡлашҡайны. Салауат Әбүзәрҙең иллеһе тулып уҙһа ла, был мәҡәләлә уның тормош һәм ижад юлын бөтә боролмалары һәм һикәлтәләре менән тасуирлау бурысы ҡуйылмай. Ундай ҙур һәм яуаплы бурысты киләсәктә шағирҙы яҡшы белгән, унын менән аралашып йәшәгән ҡәләмдәштәре атҡарыр, тип фараз итәйек. Әле иһә Салауаттың «Ағиҙел» журналында донъя күргән шиғырҙарына күҙ һирпеп алыу менән генә сикләнергә иҫәп.

«Ағиҙел»дә Салауат, әгәр яңылышмаһам, 2002 йылда күренә башланы. Журналдың шул йылғы 11-се һанында уның ун бер шиғырҙан торған «Күптән көткән әллә төштө күктән...» тигән шәлкеме баҫылып сыҡты. Теүәл бер йылдан (2003, №11) «Гөлдәр» тигән шиғыр асып ебәргән шәлкем хасил булды. Күләме яғынан ул ҙурыраҡ та ине. Ике йылдан һуң (2005, №4) «Йондоҙҙарға ҡарап...» тигән шәлкем пәйҙә булды. Унан һуңғы йылдар ҙа мәхрүм ҡалманы – «Зәңгәр күҙең – зәңгәр диңгеҙ» һәм «Ожмах емеше» тип аталған шәлкемдәр донъяға килде. Шунан 2012 йылға тиклем «оҙон тәнәфес» яһалды. Әҙәбиәт ғилемендә әҫәрҙең формаһын уның йөкмәткеһенән, йөкмәткеһен формаһынан айырып ҡарарға ярамай, тиелһә лә, теге йәки был шағир тураһында фекер туплай башлағанда, теләйһеңме-теләмәйһеңме, иң тәүҙә шиғырҙарҙың формаһы күҙгә ташлана: оҙонмо-ҡыҫҡамы, строфаларға һалынғанмы-юҡмы, рифмалар нисегерәк ҡоролған, аҡһаҡтары бик күп түгелме һ.б. Артабан инде иғтибар үҙенән-үҙе әҫәрҙең йөкмәткеһенә күсә: форма менән йөкмәтке араһында берҙәмлек бармы һәм ул ниндәйерәк кимәлдә? Ошо урында уйламаған-нитмәгән ерҙән Һаҙи Таҡташтың киң билдәле «Моҡамай» тигән шиғыры иҫкә килеп төштө. Әгәр тотош 116 юлдан торған шиғыр дүртәр юллы строфаларға бүленгән булһа, ниндәй килбәтһеҙ күренер ине! Салауат Әбүзәр шиғырҙарының күҙгә бәрелеп торған бер үҙенсәлеге – ҡыҫҡалыҡ, тиер инем. Уларҙың күбеһе ике-өс, дүрт-биш строфанан артмай. Ҡыҫҡалыҡ – үҙмаҡсат түгел, әлбиттә. Сөнки һыу буйы оҙон, ләкин фекергә һай шиғырҙар осрап торған шикелле, ҡыҫҡа булһа ла, йөкмәткеһе менән күңелгә йәтешһеҙ шиғырҙар һәм исемһеҙ дүрт юллыҡтар ҙа баҫылып сыҡҡылай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ҡыҫҡалыҡтың төбөндә тәрән мәғәнә ятһа ғына, ул үҙ бурысын үтәй, үҙ тәғәйенләнешенә яуап бирә. Был йәһәттән Салауаттың йөҙө ҡыҙарырлыҡ түгел, минеңсә. Уның лирик геройҙары эрудициялы, көнитмештең күп өлкәләрендә үҙҙәрен иркен тойоусы шәхестәргә оҡшап тора. Һәм шуға күрә үҙ фекерҙәрен уҡыусыға оҙон-оҙонға һуҙмайынса ла еткерә алалар. Әйткәндәр буш һүҙ булып яңғырамаһын өсөн, шиғырҙарҙың үҙҙәренә мөрәжәғәт итһәк, маҡсатҡа ярашлыраҡ булыр. «Ағиҙел»гә юл ярған «Күптән көткән әллә төштө күктән...» тип аталған шәлкемде, мәҫәлән, «Закон» тигән шиғыр асып ебәргән. Ул ҙур түгел – дүртәр юллы ике строфа. Тәбиғи, шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышырҙан элек, уның исеменә күҙ һалаһың. Һәм, ирекһеҙҙән, бында һүҙ – берәй юрист хаҡындалыр, тип уйлап ҡуяһың. Асылда иһә ошо һигеҙ юллыҡ әҫәрҙә автор һәм уның лирик геройы, Ерҙең тартыу көсө барлығы тураһындағы Ньютон асҡан ҡанунға таянып, үҙҙәренең изге теләктәрен уҡыусыға ифрат оҫта һәм ябай тел менән еткергән. Салауат Әбүзәр Ньютон менән генә түгел, боронғораҡ, хатта беҙҙең эраға тиклем йәшәгән һәм төрлө өлкәлә ҙур асыштар яһаған ғалимдар хаҡында ла хәбәрҙар. Архимед ҡарт уны, әйтәйек, «Эврика» тигән шиғырҙы яҙырға дәртләндергән булһа (ундағы «Һөйөү тулы күҙҙәреңә сумдым, // Мөхәббәтең ташып түгелде...» тигән образлы сағыштырыу күптәрҙең күҙенә сағылмай ҡалмағандыр, моғайын), философ Диоген иһә шағирҙы һәм лирик геройҙы үҙҙәренең хәл-әхүәле менән уртаҡлашырға мәжбүр иткән:

Диоген шәм тотоп йөрөр булған,
Көпә-көндөҙ кеше эҙләгән...
Шул ҡарт кеүек, йөрәгемде тотоп,
Алдарыңа барып теҙләнәм.
Ҡараңғылыҡ йотто күңелдәрҙе,
Нисек итеп кенә түҙәйем?!
Усҡа һалып янған йөрәгемде,
Кешеләрҙән һөйөү эҙләйем...

«Ҡара таш» тигән шиғырҙа ла авторҙың, «Эврика» менән «Диоген»дағы шикелле, һанаулы ғына юлдар ярҙамында мөмкин тиклем тәрәнерәк фекер әйтеп өлгөрөргә тырышҡанлығы һиҙелеп тора. Шағирға тағы образлы сағыштырыу ярҙамға килгән. Был юлы ул, бәлки, көслөрәк тә яңғырай торғандыр әле: Мәккә менән Ҡәғбә туранан-тура телгә алынмаһалар ҙа, шиғырҙың ни өсөн «Ҡара таш» тип аталыуы лирик геройҙың күңел торошон һүрәтләү аша үтә лә аңлайышлы итеп асып бирелгән. Шәлкем башлыса ошондай характерҙағы лирик шиғырҙарҙан тора. Әгәр «Юл» тигән шиғырҙың лирик геройы:

Ғәйбәт булып ҡара йылан саҡты,
Дейеү булып ҡаҡты түрәһе.
Ярты юлым, бәлки, үтелгәндер –
Алда тағы ниҙәр күрәһе?! –
тип зарланһа, «Ҡуласа» тигән шиғырҙа:
Сабам... Сабам... Һаман сабам,
Һамаҡлап яттар көйөн.
Ер – ҡуласа, ә мин йүләр –
Ҡуласалағы тейен.., –

тип бүлешә ул үҙенең күңелһеҙерәк яңғыраған уй-хистәре менән. Лирик геройҙар үҙҙәрен-үҙҙәре битәрләп алған саҡтары ла булғылай. «Кәрт уйыны», «Матурлыҡ эскесеһе» тигән шиғырҙар – шундайҙар иҫәбендә. Өс строфанан торған «Матурлыҡ эскесеһе»нең һуңғы строфаһы Есенинды хәтерләтә:

Айный алмай мин китермен Ерҙән,
Айный алмай ошо шараптан.
Донъя мине, ахыры, матурлыҡта
Бер эскесе итеп яратҡан...

Ә шулай ҙа бында атамаһы менән генә түгел, йөкмәткеһе йәһәтенән дә бигүк ғәҙәти булмаған «Ҡара батша йәки шахмат уйыны» тигән шиғыр образлы сағыштырыуға ҡоролған иң көслө һәм иң уңышлы әҫәрҙер. Тәү ҡарамаҡҡа һәм тәү уҡыуға ул «Кәрт уйыны» шикелле еңелсә бер шаярыу һымаҡ ҡына тойола. Әммә ул шаярыу түгел – шиғырҙың төбөндә тәрән фекер ята. Уны тулы килеш килтергәндә лә ярар ине, ләкин һуңғы дүрт юлы менән генә сикләнергә тура килер:

...Мөшкөлләнә барғанда ла
Ҡара батшаның хәле,
Баш эйергә самаһы юҡ –
Мат ҡуйылмаған әле!

Был юлдарҙа Салауат Әбүзәрҙең шағирлығы ғына түгел, тәүәккәллеге лә сағылыш тапҡандыр, тип уйлайым. 2003 йылғы шәлкемгә тупланған шиғырҙар ҙа образлы сағыштырыуҙарға ярлы түгел. Дөрөҫ, уларҙың бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалып булмай – уңышлылары менән бергә уңышһыҙыраҡтары ла күҙгә салына. «Океан» тигән шиғырҙа, мәҫәлән, лирик герой, һөйгән йәре менән аралары боҙолоп киткәс, уны күрә алмауын аҡылға һыймаҫтай сағыштырыу аша белдергән: күңеле – боҙло океанға тиңләнһә, күҙҙәре – айсбергка оҡшатылған. «Хәнйәр» тигән шиғырҙың да лирик геройы бигүк аңлашылып бөтмәгән хистәр донъяһында көн күрә. «Күңел» тигән шиғырҙың лирик геройы уғата ла ҡатмарлы хәлгә тарыған. Ә бына «Гөлдәр», «Кәкүкле сәғәт» тигән шиғырҙар башҡасараҡ тәьҫир ҡалдыра. «Гөлдәр» тигәнендә ғүмерҙең бер туҡтауһыҙ үтеп тороуы берәм-берәм тажын йомған йылдар гөлөнә тиңләнһә, «Кәкүкле сәғәт»тә иһә сәғәт йөрөшө ғүмерҙе ашыҡтырыусы хисапсы сафына индерелгән. Теге шәлкемдәге «Кәрт уйыны», «Матурлыҡ эскесеһе» тигән шиғырҙарҙағы шикелле, лирик геройҙары үҙ-үҙҙәренә тәнҡит күҙлеге аша ҡараған шиғырҙар был шәлкемдә лә бар. Шулар араһында «Ғәмәл дәфтәре» тигәне айырылыбыраҡ тора. Ҡарап тороуға ул ябай ғына тойолһа ла, уның төбөндә бигүк ябай булмаған мәғәнә ята: был донъяла һәр кем үҙ юлын үҙе һәм үҙенсә үтә; ул юл нисек үтелһә лә, уға баһаны Ваҡыт тип аталған уҡытыусы бирә һәм һуңғы билдәне лә ул ҡуя. «Ғәмәл дәфтәре»ндәге лирик геройҙың образы, бер ниндәй ҡупыртыуһыҙ, шиғырҙың буйынан-буйына асыла бара. Һуңғы юлдарҙа уның эскерһеҙлеге бөтә тулылығында асып бирелгән:

Үткәндәрҙә күпме тап бар...
Уйлайым да, һыҡтай күңел.
Дәфтәремде таҙартырға
Әсәкәйем янда түгел.

Әсә хаҡында һүҙ сыҡҡас, Салауаттың «Минең хаҡта, әсәй, ишетерһең...» тигән юлдан башланған исемһеҙ шиғырына ла туҡталып китмәй ярамаҫ. Образлы сағыштырыуға ҡоролған был шиғырында ла автор лирик геройҙы тәнҡит утынан йәшермәй. Быға ышаныу өсөн, биш строфанан торған шиғырҙың һуңғы икеһен уҡыусы иғтибарына тәҡдим итергә мөмкин:

...Тере килеш ерләнеләр мине,
Йыназамда үҙем йөрөнөм.
Хәҙер хатта шикләнеп тә ҡуям:
Әллә үле, әллә теремен.
Ләкин, әсәй, бөгөн күгем зәңгәр,
Күк аҫтында шул уҡ малайың.
Шифалары тейһен, йырҙар менән
Бәндә яраларын ялайым.

Шәлкемдә фәлсәфәүи характерҙағы шиғырҙар ҙа осрап ҡуя. Ун ике генә юлдан торған «Сик» тигәне – шундайҙарҙың береһе. Строфаларға бүленмәһә лә, еңел уҡыла торған был шиғыр пейзаж лирикаһына тарта. Ярынан сығырҙай булып шашһа ла, барыбер үҙ шәйенә ҡайтҡан диңгеҙҙе күҙәтеп торған лирик герой уҡыусыны, теләйме ул, юҡмы, донъяла бер нәмә лә сикһеҙ булмай, тигән һығымтаға килтерә. «Арба» тигән шиғырҙа ла образлы сағыштырыу ябайҙарҙан түгел. Ғүмерҙе арбаға тиңләү мәҙәгерәк тойолһа ла, «Ваҡыт аты» тигән һүҙбәйләнеш был ҡытыршылыҡты бер аҙ тигеҙләй. Күсерҙәр ваҡыт атын ни тиклем генә ҡыуаламаһын, ғүмер-арба, тәгәрмәстәй әйләнгән Ер һымаҡ, барыбер үҙ көйөнә тәгәрәр:

Әҙәм атты бора алмаҫ,
Ҡайҙа алып барһа ла.
Һуңғы туҡталышҡа тиклем
Барыр ошо арбала.


Хислелек талап иткән шиғриәт

Шағирҙар – нескә күңелле, һиҙгер йөрәкле, хистәргә бирелеүсән халыҡ. Һәр хәлдә, бөтәһе булмаһа ла, күбеһе шулай. Күп осраҡта улар үҙҙәренең йөрәк һүҙен лирик геройҙарынан әйттереүсән. Уҡыусыға туранан-тура үҙҙәре мөрәжәғәт иткән саҡтары ла була. Рәшит Назаровтың бынан күп йылдар элек яҙылған «Йөрәк» тигән шиғырын хәтергә төшөрәйек. Ундағы «Йыртып астым күкрәгемде, // Йолҡоп алдым йөрәгемде» тигән ҡанатлы юлдар беҙҙе әле булһа тетрәндерә. Салауат Әбүзәрҙең «Даға» тигән шиғыры ла йөрәк хаҡында. Тик бында һүҙ икенсерәк юҫыҡта бара. Шиғыр, әүәлгесә, образлы сағыштырыуҙарға бай. Был юлы улар автобиографик һыҙаттар менән дә көсәйтелгән: төп урынды бында автор үҙе алып тора, тиһәк тә була. Өмөт-ат, тормош ташы тигән метафоралар уның бигүк шыма булмаған ижад юлын күҙ алдына баҫтырғандай. Үшәнләнгән Өмөт-аттың ҡубып төшкән дағаһы урынына үҙенең йөрәген ҡағып ҡуйырға әҙер торған шағирҙың уйы һуңғы строфала бына нисек итеп асып һалынған:

Әгәр йөрәкте ҡуптарһам,
Бәреп тормош ташына,
Берәйһе, тим, ҡағыр әле
Уны ҡапҡа башына.

Салауаттың «Ағиҙел»дә йышыраҡ күренеп ҡалған сағы 2005 һәм унан һуңғы бер-ике йылға ҡарай, тиһәк, дөрөҫкә тура килер. Журналдың шул осорҙа донъя күргән өс һанында уның ҡырҡлап шиғыры баҫылып сыҡты. Улар араһында әллә образлы сағыштырыуҙарҙы саманан тыш күп, ҡайһы саҡта урынлы-урынһыҙ файҙаланыу арҡаһында микән, күңелгә ятмағандары ла осраштыра, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ундайҙарын автор ҡарамағына ҡалдырып, бында яңғыраштары менән дә, йөкмәткеләре йәһәтенән дә иғтибарҙы тартыбыраҡ торғандарына туҡталып китһәк, яҙыҡ булмаҫ. Иғтибарҙы тартыбыраҡ торғандары, тиһәк тә, улар берәм-һәрәм генә түгел. «Йондоҙҙарға ҡарап...» тип аталған шәлкемгә (2005 йыл) ингән шиғырҙарҙың күбеһе журнал уҡыусыларҙы битараф ҡалдырмағандыр. Унда юмор ҡалыбына һалынғандарын да («Ауыл көйө», «Алтын балыҡ», «Сер», «Ҡармаҡ», «Гулливер»), кинәйәгә ҡоролғандарын да («Ҡара йөҙҙәр», «Аборт», «Баҙар», «Ожмах баҡсаһынан Әҙәм...»), фәлсәфәүи характерҙағы уйланыуҙарҙан үҫеп сыҡҡандарын да («Мат», «Йондоҙҙарға ҡарап, бейек, тимә...», «Бейеклек») осратырға мөмкин. Формаһы һәм йөкмәткеһе менән шаян тулҡындарҙа яңғыраған «Ауыл көйө» тигән шиғырын автор «Эскиз» тип, шундай уҡ тулҡында йөҙгән «Алтын балыҡ» тигәнен «Замана әкиәте» тип атаған. Күләмдәре яғынан улар бер тигеҙ – егерме дүртәр юл. Шаян тулҡындарҙа йөҙгәнгә һәм яңғырағанға күрәлер инде, еңел уҡылалар. Йылмайып ҡуйырға мәжбүр иткән юлдар ҙа осраштыра. «Ауыл көйө»ндә, таң атып, яңы көн тыуыу күренеше рәссамдарса матур итеп һүрәтләнгән булһа, Пушкинды иҫкә төшөрөп ҡуйған «Алтын балыҡ»та иһә лирик геройҙың әкиәттә генә тормошҡа аша торған уй-хыялдары һәм теләктәре кәүҙәләндерелгән. Кинәйәгә ҡоролған шиғырҙар араһында «Ҡара йөҙҙәр» менән «Аборт» тигәндәре хәтергә һеңеп ҡалырлыҡ. Тәүгеһендә шағирҙың үҙ яҡташы Мәжит Ғафури мираҫына таянғанлығы күҙгә бәрелеп тора. Бер төндә кемдәргәлер нимәһе менәндер оҡшамаған лирик геройҙың «намыҫ ҡапҡаһына» дегет буяп китәләр. Ул ғына етмәгән, «ғибрәт булһын тиеп», уны, битенә «ҡара ҡором» яғып, урам буйлап йөрөтәләр. Шиғырҙың һуңғы строфаһы бер ниндәй ҙә аңлатмаға мохтаж түгел:

...Йәнем мыҫҡылланды. Тәнем генә
Бөтөн әле, имен.
Юҡ, шәриғәт түгел, шиғриәттең
Бер ҡорбаны инем.

Асылда медицина өлкәһенә ҡараған «аборт» тигән һүҙҙе, фантазияға бай булһаң, поэзияла ла бына тигән итеп файҙаланырға була икән дәбаһа. Ошо исемдәге шиғырҙың лирик геройы быны үҙ миҫалында асып биргән: уның йәне наҙға сарсаған; йөрәге, әйтерһең дә, түлһеҙ ҡалған һәм шуға күрә «йөккә уҙалмай һаман». Шиғырҙың һуңғы ике юлында әйтелгәнсә, «...Аҫтан ғына көлөмһөрәй // Аборт яһаған заман». Еңелсәрәк ҡараш ташлағанда, был шәлкемдәге «Мат» тигән шиғыр өҫтә телгә алынған «Ҡара батша йәки шахмат уйыны» тигән шиғырҙың үҙенсә бер дауамы, йәиһә уның икенсе варианты һымағыраҡ ҡабул ителеүе ихтимал. Ысынында иһә, улар – үҙ аллы шиғырҙар. Әгәр «Ҡара батша йәки шахмат уйыны»ның уҫаллығы, зәһәрлеге күҙгә бәрелеп торһа, «Мат» тигән шиғыр иһә тәрән аҡыллылығы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Дөрөҫ, шиғырҙарҙың икеһендә лә һүҙ бер тирәлә – шахмат уйыны тирәһендә барған кеүек. Ләкин «Мат» тигәнендә тәрәнгә йәшерелгән фәлсәфәүилекте һиҙмәү мөмкин түгел: тормош – шахмат таҡтаһын, әҙәми зат ундағы фигураларҙы хәтерләтә. Һәм, кемдең кем булыуына ҡарамаҫтан, пешка булһа ла, король булһа ла, ахыр сиктә уларҙың бөтәһенә лә «Әжәл килеп, мат ҡуя...». «Зәңгәр күҙең – зәңгәр диңгеҙ» тип аталған шәлкемдең (2006 йыл) исеменән күренеүенсә, шағир дилбегәне бер аҙ бушайтып алырға булған. Тик оҙаҡҡа түгел – ни бары «Пират» һәм «Сим-сим» тип аталған ике шиғыр иҫәбенә генә. Уларҙың икеһе лә – мөхәббәт темаһына. Ҡалғандары – әүәлгесә: мейене бөтә көсөнә эшләтеүҙе талап иткән шиғырҙар. Шәлкемде асып ебәргән «Туй» тигән шиғыр Салауат Әбүзәрҙе күнегелгән ижад манераһынан – ҡыҫҡалыҡтан – бер аҙ ситкә тайпылдырған. Был шиғырға бәйле бер фекер менән уртаҡлашыу өсөн, бында уның тәүге ике строфаһын килтереү хәжәте тыуҙы:

Борсомағыҙ әле мине,
Үҙем генә ҡалайым.
Тик йырҙарым менән генә
Үткәрәйем бал айын.
Һеҙҙең туйҙа йырлай алмам
Һәм йырҙар ҙа яҙалмам.
Ватыҡ бокал ярсыҡтары
Йөрәгемә ҡаҙалған.

Ошондай матур яңғырашлы теүәл юлдарҙан торған шиғыр, йөкмәткеһе менән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, буталсығыраҡ килеп сыҡҡан. Әйтерһең дә, ул – үҙ эсенә бер нисә шиғырҙы һыйҙырған симбиоз. «Йондоҙҙарға ҡарап...» тигән шәлкемдәге шикелле, ауаздаш шиғырҙарҙы бында ла осратырға мөмкин. «Тынлыҡ» тигәне – шундайҙарҙың береһе. Тәрән лиризм менән һуғарылған был шиғырҙың идеяһы өҫтә тикшерелгән «Аборт» тигән шиғырҙың идеяһына тап килә, тиергә мөмкин. Уҡыусыны көттөрөп, уның түҙемлеген һынауҙы артабан да дауам итмәҫ өсөн, шиғырҙы бында тулы килеш күсергәндә лә гонаһ булмаҫ:

Йөрәк – гүйә, бушап ҡалған
Бер мискә.
Һағыш та юҡ, өмөт тә юҡ,
Юҡ хис тә.
Кемдер уға шашып һуға
Доң да доң.
Күпме ҡаҡма, күпме һуҡма –
Сыҡмай моң.
Күңелемде ялмап алған
Шом ғына.
Башты баҫып атлап киләм
Шым ғына.
Моңһоҙ саҡта шым булыуың –
Мең артыҡ,
Яр һалғансы тын донъяны
Болартып...

Ауаздашлыҡ «Шағирҙар» тигән шиғырҙа ла һиҙелеп ҡуя. Лирик геройҙың «Бар ғүмерем йылы эҙләп үтә, // Йылы эҙләп үтә кешенән. // Күңел болотонан йән өшөгән, // Күҙҙәрҙәге көҙҙән күшегәм» һымағыраҡ кисерештәрен һәм һыҙланыуҙарын Салауаттың быға тиклем ижад ителгән шиғырҙарында ла осратырға мөмкин. «Күңел болотон» күреү, «күҙҙәрҙәге көҙҙө» тойоу өсөн бик зирәк һәм үтә хисле булырға кәрәктер.


Шиғриәттә уның – үҙ тауышы

«Ожмах емеше» тигән шиғыр асып ебәргән шәлкем (2007 йыл) күләме яғынан әллә ни ҙур түгел. Хәйер, С.Әбүзәрҙең быға тиклем һүҙ барған шәлкемдәре лә шул бер тирә. Быныһына тупланған шиғырҙарҙың да күбеһе, әүәлгесә, үҙҙәренең йыйнаҡлығы, уларға төрөлгән фекерҙең тәрәнлеге, аҡыллы һәм тос фекерҙе уҡыусыға түкмәй-сәсмәй илтеп еткереү өсөн файҙаланылған һүҙҙең тапҡырлығы менән айырылып тора. С.Әбүзәр үҙенең шиғырҙарын күсмә исем менән атарға яратыусан. Был турала һүҙ өҫтәрәк тә булғайны. Рауил Бикбаевҡа арнап яҙылған «Диңгеҙ» тигән шиғыр ҙа шундайҙарҙан. Шиғырҙы уҡымаҫ борон, унда иге-сиге күренмәгән диңгеҙҙең иҫ киткес матурлығы ла, ваҡыты-ваҡыты менән уның уҫалланып китеүе һәм шул саҡта тау-тау тулҡындарын ярға ҡағыуы ла тасуирланғандыр, тип уйлайһың. Шиғырҙы уҡып сыҡҡас иһә, унда Рауил Бикбаевтың ижады һәм үҙе диңгеҙгә тиңләнгәнлеген күрәһең. Шиғырҙа «көнсөл бәндәләрҙең шул диңгеҙгә ярһып таш атҡан»лыҡтары ла йәшерелмәгән. Ундайҙарҙы автор: «Тик кем күргән таш атыуҙан ғына // Диңгеҙҙәрҙең һыуы һайыҡҡанын?!» тип иҫкәрткән. Был фекерен уғата ла көсәйтеп, «Таштарҙы ла ҡомға әйләндерер // Ғәйрәт ҡайнай диңгеҙ күкрәгендә» тип өҫтәгән. Шиғыр түбәндәге дүрт юл менән тамамлап ҡуйыла:

Донъя һилдә тулаусылар бар –
Дау баҫылғас, кемдәр батыр булмай.
О, һин, шағир! Донъя даулы саҡта
Йөрәгеңдә һинең диңгеҙ тулай.

Әбүзәрҙең әле һүҙ барған шәлкеме йөрәккә һары май булып яғылырҙай юлдар менән башланһа ла, унда беҙҙең булмышыбыҙға хас етешһеҙлектәрҙе: алдашыуҙы, урлашыуҙы, ғәмһеҙлекте, вайымһыҙлыҡты һәм шуның кеүек башҡа тиҫкәре күренештәрҙе фашлауға арналғандары өҫтөнлөк итә. Шулар араһында иң зәһәре – «Алда» тип аталғанылыр. «Ҡара король йәки шахмат уйыны» тигән шиғырҙағы кеүек, автор был юлы ла ҙур ҡыйыулыҡ күрһәткән, тиергә була. Шиғырҙың һуңғы ике строфаһы айырыуса уҫал яңғырай:

Президенттар алдашалар,
Премьерҙар йөпләп тора.
Депутаттар алдашырға
Йөкләмә йөкләп тора.
Әгәр яттар илебеҙҙең
Хәлдәрен һорай ҡалһа,
Маҡтанырлыҡ бер сәбәп бар:
Алдау буйынса – алда.

Аллегория алымы менән сатира нотаһы бергә яңғыраған шиғырҙар ҙа юҡ түгел Салауаттың был шәлкемендә. «Мәғәнә», «Яҙмышты, юҡ, алдап булмай...», «Яҡтылыҡ», «Дәрәжә көслөмө икән...», «Дан-шөһрәткә күмелде ул...» тигәндәре (уларҙың ҡайһы берҙәре – дүрт юллыҡтар) – шулар иҫәбендә.

Дан-шөһрәткә күмелде ул,
Нимә генә бирмәнеләр (!)
Ләкин үҙе иҫән саҡта
Әҫәрҙәрен ерләнеләр.

«Моң» тигән шиғыры менән уҡыусыны хәтирәләргә бирелеп алырға мәжбүр иткәндән һуң, С.Әбүзәр тағы бер нисә йыл «Ағиҙел»дән айырылып торҙо. «Шиғыр мөхәббәт кеүек ул...» тигән шәлкеме менән журналға тик 2016 йылда ғына әйләнеп ҡайтты. Яңы шәлкемгә тупланған шиғырҙарға ла, әүәлгесә, тема төрлөлөгө хас. Лирик йылылыҡ бөркөп торғандары («Йырлы башҡорт», «Шағир», «...Борондан ата-бабалар...», «Алма тәме», «Мунса ташы») менән бергә, әсе тел менән яҙылғандары ла осрап ҡуя («Битлек», «Саң», «Исем һәм есем», «Ҡунаҡсыллыҡ»). Шағир шаяртып алырға ла онотмай («Сабатаны түргә элеү», «Хоҙай алдында тигеҙбеҙ...»). Шәлкемде асып ебәргән «Йырлы башҡорт» тигән шиғыр бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр.


Тарихҡа баҡ! Ҡайғы-хәсрәттәрҙе
Башҡорт башҡайҙары күп күргән.
Ғазаптарҙы ләкин илап түгел,
Ҡурай уйнап, йырлап үткәргән.

Бынан ун йыл самаһы элек яҙылған «Битлек» тигән шиғырҙың атамаһы был шәлкемдә яңынан ҡулланылған. Уҡыусыны тиҙерәк тынысландырайым: шиғырҙарҙың исемдәре генә бер төрлө, йөкмәткеләре менән улар башкөллө үҙ аллылар. «Битлек»тәрҙең икенсеһе лә, тәүгеһе шикелле, уҫал яңғырай. Дарвинизм тәғлимәтен тәнҡитләгән булып, автор: «Маймылдан кеше тыумай ул, // Кешенән маймыл тыуа!» тигән юлдар менән тамамлап ҡуя шиғырын. Шағир менән бәхәсләшеүе ауыр, әлбиттә. Әсе телле шиғырҙар араһындағы «Исем һәм есем» менән «Ҡунаҡсыллыҡ» тигәндәре хаҡында бер ауыҙ һүҙ әйтмәй китеү мөмкин түгел. Формалары һәм йөкмәткеләре менән улар икеһе лә ҡойоп ҡуйған кеүек. Береһе – дүртәр юллы дүрт строфанан, икенсеһе шундай уҡ биш строфанан тора. Кинәйәгә ҡоролған ошо береһенән-береһе бәләкәйерәк шиғырҙарҙың икеһенә лә ғәйәт тәрән фекер төрөлгән. Тәүгеһендә беҙҙең булмышыбыҙҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына исемдең есемгә тура килмәүе фашланһа, икенсеһендә иһә башта халҡыбыҙҙың элек-электән килгән ҡунаҡсыллығы тәфсирләнә, унан һуң нәфсеһенә хужа була белмәгән заман ҡунағының образы күҙ алдына баҫтырыла. «Сабатаны түргә элеү» һәм «Хоҙай алдында тигеҙбеҙ...» тигән шиғырҙар ҡарап тороуға шаян тулҡынға көйләнгән кеүек тойолһалар ҙа, авторҙың уҡыусы менән уртаҡлашырға теләгән идеяһы бик ябайҙан түгел. Тәүгеһендә ул бөтәбеҙҙе лә үткәндәрҙе онотмаҫҡа саҡырып, «Фажиғәләр башлана ул // Онотоуҙан ил үткәнен» тип киҫәтһә, икенсеһендә шағир башта «Хоҙай алдында тигеҙбеҙ, // Бер кемгә айырма юҡ» тиһә лә, һуңынан «Тик көтөүсе булғы килмәй, // Батша булаһы килә...» тип шаяртып алырға булған. 2017 йылға аяҡ баҫҡанда Салауат Әбүзәр үҙенең тәүге түңәрәк юбилейын билдәләне. Ул шау-шыуһыҙ, тыныс ҡына үтеп китте, шикелле. Юбилей айҡанлы шағирға иң ҙур бүләкте Рауил Бикбаев әҙерләгәйне – «Ағиҙел» журналында уның «Арымаһын илһам толпары» тигән мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Юбилейҙан һәм «Шиғыр мөхәббәт кеүек ул...» тигән шәлкемдән һуң бер нисә йыл үтеп китһә лә, «Ағиҙел»дә Салауат Әбүзәрҙең яңы шиғырҙары әлегә күренмәне. Хәҙер ул журналдың әҙәби хеҙмәткәре лә, мөхәрририәт ағзаһы ла булып китте. Журнал биттәрендә исеме башҡа амплуала күренгеләп ҡалһа ла, ул барыбер – шағир. Сөнки уның ижад емештәрен уҡыусылар оло түҙемһеҙлек менән көтөп ала.

Читайте нас: