Все новости
Литературоведение
25 Марта 2021, 11:00

«Сикһеҙ ватансы мин...»

Быйыл республикабыҙ йәмәғәтселеге Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыуҙы киң билдәләп үтте. Айырыуса БР Милли әҙәбиәт музейы, Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейы, Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәни фонд хеҙмәткәрҙәре был өлкәлә ҙур тырышлыҡ күрһәтте. «Мин Ғафуриҙы уҡыйым» тип аталған Бөтә Рәсәй әҙәби конкурсы, шағирҙың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса ойошторолған бәйге, онлайн-режимда үткәрелгән «Мәжит Ғафури ижадының Рәсәй халыҡтарының әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен үҫтереүҙәге роле» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы – әйтелгәндәргә ҡеүәт. Тимәк, бөйөк шәхесебеҙҙең ижади мираҫын һәм тормошон өйрәнеү дауам итә.

М.Ғафури шиғырҙарының илһөйәрлек тәрбиәләүҙәге әһәмиәте

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, байтаҡ ҡына башҡорт әҙиптәре, ҡулдарына ҡорал алып, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы яуға китте. Уларҙың күптәре яу яландарында батырҙарса һәләк булып ҡалды. Дошманға ҡаршы «штык менән дә, ҡәләм менән дә» көрәшкән был ҡаһармандарҙың исеме милли әҙәбиәтебеҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙып ҡуйылған.

Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури был яуҙа туранан-тура ҡатнашмаһа ла, үҙенең әҫәрҙәре, ялҡынлы патриотик шиғырҙары менән еңеүгә үҙ өлөшөн индергән, тип икеләнмәй әйтергә мөмкин. Быға уның «Мин – ватансы» тигән шиғырҙар йыйынтығы ла дәлил. Ул Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙыу осоронда – 1942 йылда «Башҡортостан» китап нәшриәтендә (ул заманда «Башгосиздат» тип атала) «Фронт һәм тыл» серияһында баҫылып сыға. Йыйынтыҡтың төҙөүсеһе һәм баш һүҙ авторы – билдәле әҙәбиәт белгесе һәм тәнҡитсе Шаһисолтан Байков, яуаплы редакторы – күренекле башҡорт яҙыусыһы Хәсән Мохтар. Әйткәндәй, Шаһисолтан Шаһимарҙан улы Байков Өфөлә Тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтында (хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты) директор булып эшләп йөрөгән еренән 1942 йылдың февралендә үҙ теләге менән фронтҡа китә. Йыл ярымдан һуң, 1943 йылдың 10 сентябрендә, яу яланында батырҙарса һәләк була. Китапҡа Ш.Байковтың «Ялҡынлы патриот» тигән ҙур ғына мәҡәләһе, Мәжит Ғафуриҙың 14 шиғыры, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы Ҡаһарман Илдаров хаҡындағы «Талмаҫ беләк, һүнмәҫ йөрәк» тигән очеркы ингән. Шуны билдәләп үтеү мөһим: халыҡ шағирының «Мин – ватансы» тигән шиғыры был йыйынтыҡҡа исем итеп алынған.

Мәжит Ғафури ижадының төп идея-тематик йүнәлештәренең береһен билдәләгән «Мин – ватансы» шиғыры 1932 йылда яҙылған һәм әлеге көнгә тиклем актуаллеген юғалтмаған. Ватансы – тимәк, патриот. «Патриот» һүҙе хәҙер, мәғлүм булыуынса, «илһөйәр» тигән лексема менән алыштырылды. Ә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында СССР халыҡтары күңелендәге илһөйәрлек, йәғни патриотизм сифаты, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуҙа хәл иткес роль уйнағаны барыбыҙға ла мәғлүм. Тап ошоно күҙ уңында тотоп та, М.Ғафуриҙың «Мин – ватансы» китабы ил өсөн үлемесле алыш барған саҡта, 3500 дана тираж менән баҫтырылып, байтағы 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары араһында таратыла.

Мәжит Ғафури шиғырҙарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашизмға ҡаршы көрәштәге әһәмиәтен билдәләп, Ш.Байков былай тип яҙа: «Кеше ашаусы, кеше ҡаны менән туҡланыусы һәм һуғыштан ләззәт алыусы немец фашистары илебеҙгә ҡәбәхәт рәүештә һөжүм итте. Улар ирекле СССР халыҡтарын ҡолға әйләндереп юҡ итеүҙе, байлыҡтарын талауҙы маҡсат итеп ҡуйған. Был кеше ашаусыларға ҡаршы беҙҙең армия батырҙарса көрәшә, күп милләтле бөтә совет халҡы көслө патриотик ялҡын менән аяҡҡа баҫты».

Халыҡтың илһөйәрлек рухын күтәреүҙә Мәжит Ғафуриҙың шиғырҙары һәм хикәйәләре бик көслө ҡорал булыуы аңлашыла. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғриәтенең функциональ яғы тағы ла арта. Уның шиғырҙарында ирек һәм азатлыҡ өсөн көрәшкә саҡырыу ярылып ята. Дошманға сикһеҙ асыу, Ҡыҙыл армияға ҡарата тәрән хөрмәт тойғоһо һәр шиғри юлда сағыла. Бөйөк әҙиптең «Аждаһа», «Ант», «Ҡыҙыл Армия йыры», «Ҡарт батыр теләге», «Мин – ватансы» һәм башҡа бик күп шиғырҙарының темаһы – социалистик төйәгебеҙҙе яратыу, уны ҡурсалау, артабан үҫтереү. Шуға ла төп персонаждары – дошманға ҡаршы ҡурҡыуһыҙ һуғышыусы, ҡуш йөрәкле ир-арыҫландар, халыҡ улдары, ә лирик герой – шағир үҙе.

Билдәле булыуынса, Мәжит Ғафури халыҡ мәнфәғәттәрен, совет тәғлимәттәрен һәр саҡ шәхси ихтыяждарҙан өҫтөн ҡуйҙы. Ватан, революция, партия маҡсаттары өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер ине... Шуға күрә лә ул үҙенең «Мин – ватансы» шиғырында:

Сикһеҙ ватансы мин, совет иле
Булыу шарты менән ул ватан.
Советтарға дошман кеше – миңә
Дошман, әгәр булһа ла атам!
– тип яҙҙы...

Мәжит Ғафури 1919 йылда ижад иткән «Беҙҙең юл» шиғырында тағы ла көслөрәк фекерҙәр әйтә. Был, үҙ сиратында, шағирҙың революция идеяларына башкөлләй бирелеүенә, ысын күңелдән ышаныуына ишара:

Килде шул көн: йә үлемдер,
Йә еңеүҙер – башҡа юҡ!
Ысын ҡаһарман бындай саҡта
Ҡурҡмаҫ вә артҡа атламаҫ!
Ниндәй хурлыҡ ҡулға тотҡан
Байрағың ташлап сигеү,
Юҡ, был булмаҫ! Таштарын ват!
Һыуҙарын кис, алға баҫ!

Был һүҙҙәр һуғыш осоронда тағы ла әһәмиәтлерәк, тағы ла көслөрәк яңғырай. Әйткәндәй, М.Ғафури шиғырҙарындағы патриотизм темаһы күп кенә әҙәбиәт белгестәре тарафынан өйрәнелә. Билдәле булыуынса, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Украинанан бер төркөм яҙыусылар, белгестәр һәм ғалимдар Башҡортостанға эвакуациялана. Улар араһында күренекле украин шағиры, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре, академик Павло Тычина ла була. Башҡортостанға килгәс, ул башҡорт телен махсус өйрәнеп, Мәжит Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады менән таныша. Уға билдәле ғалим, әҙәбиәт белгесе Әхнәф Харисов ярҙам итә. Был йәһәттән шулай уҡ шағирҙың улы Әнүәр Ғафури менән халыҡ шағиры Сәйфи Ҡудаш та ҙур ярҙам күрһәтә. Улар П.Тычинаға кәрәкле китаптар биреп, халыҡ шағиры тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлаша. Павло Тычина оҙаҡҡа һуҙмай ғына «Мәжит Ғафури ижадында патриотизм» тигән ҙур ғилми эш яҙа. 1942 йылдың 4 мартында был хеҙмәт буйынса махсус ултырыш үткәрелә һәм ул юғары баһалана. Шул уҡ йылда мәғлүмәттәр айырым китап итеп баҫып сығарыла. 2 мең дана тираж менән донъя күргән был китаптың гонорарын Павло Тычина фронтҡа тапшыра. Үҙенең хеҙмәтендә ул Ғафуриҙың ижадын Валерий Брюсов, Тарас Шевченко, Александр Блок, Владимир Маяковскийҙар ижады менән сағыштырып, уртаҡ яҡтарын билдәләй. Ғөмүмән, М.Ғафуриҙың шиғырҙарындағы патриотик рух сағылышын һәр яҡлап асып һала.

М.Ғафури улы Әнүәр Ғафури менән. Мәскәү ҡалаһы, 1928 й.

Шулай итеп, фашист баҫҡынсыларына ҡаршы көрәштә халыҡ шағирының әҫәрҙәре совет һалдаттарын ҡыйыулыҡҡа, илһөйәрлеккә саҡырһа, уның берҙән-бер вариҫы – журналист, яҙыусы Әнүәр Ғафуриға ысын һуғышта ҡатнашырға тура килә.

«Минең урыным – фронтта»

Әнүәр Ғафури, хәрби журналист булараҡ, 1942–45 йылдарҙа данлы ла, шанлы ла яу юлдарын үтә. Уға тиклем 1939–40 йылдарҙа Ҡыҙыл армия сафында хеҙмәт итә. Әнүәр Мәжит улы үҙенең «Һуғышта» тип аталған иҫтәлектәрендә түбәндәгеләрҙе яҙып ҡалдырған: «Һуғыш! Беҙгә Германия һөжүм иткән!» тигән ҡот осҡос хәбәрҙе ишеткәс, бер һүҙ ҙә әйтә алмай, бик оҙаҡ баҫып торҙом. Үҙ-ара әңгәмәләшкән саҡта: «Был һуғыш оҙаҡҡа бармаҫ. Иң күбендә ай, ай ярым», – ти торғайныҡ. Ләкин эш башҡасараҡ булып сыҡты».

Әнүәр Ғафури 1942 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. Бына уның рапортынан өҙөк: «Фашистарҙың беҙҙең илгә ябырылыуына бер йыл да булып китте. Совет халҡы үҙенең изге ерен һаҡлап, үҙ намыҫын яҡлап, үҙ азатлығы өсөн бына инде ун ике ай немецтар менән героик алыш алып бара. Бөйөк шағирҙың улы булараҡ, ситтә генә пассив тамашасы булып ҡалырға минең хаҡым юҡ. Минең урыным – фронтта... Һеҙгә һүҙ бирәм, әгәр кәрәк булһа, һуңғы һулышыма тиклем илемде яҡлаясаҡмын!»

Әнүәр Ғафури 11-се гвардия армия составында Сухиничи ҡалаһынан алып Кенинсбергка тиклем дәһшәтле яу юлы үтә. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалы менән билдәләнә. 1945 йылда тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.

Әнүәр Ғафури (һулдан өсөнсө) журналистар һәм яҙыусылар араһында

Ә.Ғафуриҙың «Атайым» тигән китабында уның һуғыш хәтирәләре лә урын алған. Шул иҫтәлектәрҙән өҙөк: «Мин үҙем Сухиничи ҡалаһынан алып Кенигсберг ҡалаһына тиклем ерҙе тик һуғыштарҙа үттем. Һис башҡа ла килмәгән ҡурҡыныс минуттарҙы кисерергә, янған һәм емерелгән ҡалаларҙы, ауылдарҙы, йыртҡыстарса үлтерелгән совет кешеләрен күрергә тура килде. Йәшәүҙең һөйләп бөтөрә алмаҫлыҡ бөйөклөгөн, ҡеүәтен һәм гүзәллеген, үлемде еңә алғанын үҙ күҙем менән күреп аңланым. Атайымдың «Килде шул көн: йә үлемдер, йә еңеүҙер – башҡа юҡ», тигән һүҙҙәрен мин йыш ҡына хәтергә төшөрә инем. Улар күңелгә дәрт бирә, еңеүгә ҙур ышаныс тыуҙыра ине. Дошманды ҡыуа-ҡыуа Неман йылғаһына тиклем еттек. Ә тағы күпме саҡрымдар бараһы бар? Бына беҙҙең армия тағы һөжүмгә әҙерләнә башланы. Ҙур һуғыш алдынан һалдаттарға бер ни тиклем ял бирелә. Уйҙарыма сумып, урман эсендәге һуҡмаҡ буйлап китеп барғанда, ҡапыл бер йыр ишеттем. Ул йыр миңә бик-бик таныш һәм яғымлы ине:

Ҡай диңгеҙгә барып төшә икән
Боролоп-боролоп аҡҡан ағым һыу?..
Рәхәт ине бергә торған саҡтар,
Айырылышыу бигерәк яманһыу...

Тағы ла ике-өс аҙым атлағас, бер ағас төбөндә автоматын таҙартып ултырған йәш егетте күрҙем. Әллә ҡайҙарҙа – йәмле Ағиҙел буйҙарында тыуып ҡанатланған йыр хатта бында ла осоп килеп еткән икән!..
– Әле генә йырлаған йырыңдың исемен һәм кемдеке булыуын беләһеңме? – тип һораным бер аҙҙан.
– Уны беҙҙең яҡтарҙа халыҡ йыры тип йөрөтәләр, – тине егет.
– Бынан ун биш-ун алты йылдар самаһы элек бер нисә композитор бергәләшеп «Эшсе» исемле опера яҙҙы. Ә уның либреттоһын, йәғни ошо йырҙың һүҙҙәрен, Мәжит Ғафури ижад итте, – тинем мин.
– О! Мин Мәжит Ғафуриҙы беләм! Уның шиғырҙарын күп уҡыным! – тине егет бик йәнләнеп һәм ҙур дәрт менән атайымдың «Ҡыҙыл байраҡ» тигән шиғырын һөйләй башланы.

Ҡара һин алға!
Күрәмһең унда:
Ҡыҙыл байраҡты –
Буялған ҡанға.
Көслө эшселәр
Күтәргән уны,
Буялған уға
Шаһиттар ҡаны.

Егеттең йөҙө тағы ла яҡтырып киткәндәй булды. Уның аҡ болоттарға текәлгән сөм ҡара күҙҙәре еңелмәҫ көс менән яна ине. Ул көндәр инде бик-бик алыҫта ҡалды. Ә шулай ҙа Литва урманында таныш йырҙы тыңлауым, Уралдың бер йәш арыҫланы менән осрашып һөйләшеп тороуым йөрәгемдә һаҡлана. Таныш йыр менән генә түгел, атайымдың үҙе менән осрашҡандай булдым мин яу ҡырында...»

Был юлдарҙан күренеүенсә, Мәжит Ғафуриҙың илһөйәрлек рухы менән һуғарылған шиғырҙары һуғыш ҡырында совет һалдаттарына көс-дәрт биреп, уларҙы оло еңеүгә әйҙәүсе ҡөҙрәткә эйә булған. Әйтелгәндәрҙән сығып, шундай һығымта яһарға була: Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың илһөйәрлек рухы тәрбиәләгән шиғырҙары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яу яландарындағы яугирҙарҙы, шулай уҡ тыл хеҙмәтсәндәрен илебеҙҙең азатлығы өсөн көрәшкә рухландырып, Бөйөк Еңеү көнөн яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерҙе. Ә шағирҙың нәҫелен дауам итеүсе Әнүәр Ғафури был еңеүгә оҙайлы яу юлдары аша килде. Бына шулай яуланды ҡот осҡос һуғышта илебеҙ тарихындағы иң Бөйөк Еңеү!


Әҙәбиәт

1. Ғафури М. Мин – ватансы. – Өфө: Башгосиздат, 1942. – 47 б.
2. Ғафури Ә. Атайым. (М.Ғафури тураһында хәтирәләр). – Өфө: Китап, 2001. – 175 б.

Читайте нас: