Все новости

Сыңҡылдаҡ себен

Күренекле балалар яҙыусыһы Корней Чуков­скийҙың рус телендә ижад ителгән «Муха-Цокотуха» әкиәтен белмәгән кеше юҡтыр. Киң билдәле башҡорт шағирәһе Рәсимә Ураҡсина заманында был әҫәрҙе юғары оҫталыҡ менән башҡорт теленә тәржемә иткәйне. Бар ғүмерен уҡытыу һәм тәрбиә эшенә бағышлаған, «СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы», «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы», Бөтәй Рәсәй «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы лауреаты Рәсимә Миңнебулат ҡыҙына ошо көндәрҙә 75 йәш тулған булыр ине. Уҡыусыларының тәрән ихтирамын ҡаҙанған яҡты күңелле педагог әҙәби эшмәкәрлегендә лә төп һөнәренә тоғро ҡалды: балалар өсөн шиғырҙар, әкиәттәр ижад итте, донъя классиктарының әҫәрен башҡорт теленә әйләндерҙе. «Оло йөрәкле балалар, бала йөрәкле ололар өсөн», – тип яҙғайны шағирә сираттағы бер китабының баш һүҙенә. Рәсимә Ураҡсина тәржемәһендә журналда тәҡдим ителгән бөгөнгө шиғыр-әкиәт тә тап шундай аудитория өсөн.

* * *

Килеп сыҡты төргәктән
Гөлназдың бер дәфтәре.
Теҙелеп кенә тора
Тип-тигеҙ хәрефтәре.
Беренсе битендә хат:
«Ҡәҙерле өләсәй, олатай!
Әкиәт яҙам һеҙгә.
Был әкиәт ҡыҙыҡлы,
Бик ныҡ оҡшаны беҙгә.
Русса ине әкиәт,
Мин башҡортса һөйләйем.
Чуковский һүҙҙәрен
Тик башҡортса көйләйем».
Тасуири уҡый Гөлназ,
Маҡтау ғына уға аҙ.
Әҙәбиәтте ярата,
Тел менән ҡыҙыҡһына.
Мауыҡтырғыс бит бөтәһе,
Фәһемле, ҡыҙыҡ ҡына.
Инглиздән дә, рустан да
Башҡортсаға ауҙара.
Уның хәтере эсендә
Телдәр дуҫтар үҙ-ара.
Уҡыны ул тәржемәһен,
Тап әртистәрсә булды.
Зиһенгә һеңде юлдары,
Күңелдәргә уйылды.
Ике телдең яңғырашы
Туғандарса тойолдо.


* * *

Себен-себен Сыңҡылдаҡ.
Сыңҡылдаҡ, алтын ҡорһаҡ.
Оса яланға табан,
Бер һумлыҡ аҡса таба.
Себен китте баҙарға
Еҙ самауыр алырға.
Самауырҙың төбө юҡ,
Торбаһының көлө юҡ.
Тараҡандар, килегеҙ,
Сәй эсерәм, күрегеҙ.
Тараҡандар килделәр,
Сәйҙең тәмен белделәр.
Эсте улар туйғансы,
Ҡаплап-ҡаплап ҡуйғансы.
Бөжәктәрҙә өс аяҡ,
Эстеләр өс сынаяҡ.
Тәмле һөттө ҡойҙолар,
Керәндилен ҡуйҙылар.
Сыңҡылдаҡ себен бөгөн
Үткәрә тыуған көнөн!
Бөрсәләр килеп етте,
Шәп итек бүләк итте.
Ах, ниндәй бүләктәре,
Алтындан элмәктәре.
Осоп килде Себенкәйгә
Бал ҡортоҡай, әбекәй ҙә.
Байрамға бал бер силәк,
Балдан да татлы теләк.
«Күбәләккәй-сибәркәй, –
Ҡайнатмам бик тәмлекәй.
Урын етер, һыйығыҙ,
Оҡшамаймы һыйыбыҙ?»
Килеп етте ҡарт бабай,
Ҡара бабай үрмәксе
Ҡунаҡҡа тип килгәнсе
Башҡаларҙан күрмәксе?
Себенде эләктерҙе,
Ебәк ебен килтерҙе.
Сырмап-урап ташланы,
Инде һөйрәй башланы.
Ҡанын һурырға итә,
Бына башына етә?
«Ҡәҙерле ҡунаҡтарым!
Ярҙам итегеҙ миңә,
Өндәшмәйһегеҙ ниңә?
Юҡ итегеҙ яуызды,
Ҡаплай минең ауыҙҙы.
Мин бит һеҙҙе һыйланым,
Татлы ризыҡ һайланым!
Ҡунаҡсыллыҡ – ғәҙәтем,
Етә һуңғы сәғәтем.
Ҡалдырмағыҙ һеҙ мине,
Һыйламаным һуң минме?!»
Бөжәктәр гөж-гөжләнеләр,
Берәй ярыҡ эҙләнеләр.
Шыр ебәреп шөрләнеләр.
Ҡасты тырым-тыраҡай:
Һик(е) аҫтына тараҡан,
Ыбыр-сыбыр ваҡ бөжәк
Эскәмй(ә) аҫтына тиҙерәк!
Ҡорттар карауатҡа менде,
Һуғышыу ҡайҙа инде!
Ҡуҙғалмайҙар урындан,
Ҡурҡаҡлыҡ шул борондан.
Юҡ Себенде уйлаусы.
Үлһен әйҙә, бөлһөн һуң,
Тыуған көнөн туйлаусы.
Ә сиңерткә, ә сиңерткә,
Мыйыҡтарын һикертә-һикертә.
Тап ҡурҡаҡ кеше кеүек,
Ҡурҡыуҙан ярым үлек.
Һоп, һоп, һоп, һоп һикерә,
Эсе ташып, кикерә.
Ҡасты ҡыуаҡ артына,
Унан күпер аҫтына,
Ауыҙына һыу ҡапты,
Шып-шым ғына тик ятты.
Ә бит яуыз уйнамай,
Ебәрергә уйламай.
Ҡул-аяғын сырманы,
Һис тә йәлләп торманы.
Йөрәккә үтә теше,
Насар Себендең эше.
Бер мөйөшкә ташланы,
Ҡанын һура башланы.
Сар-сор сәрелдәй Себен,
Өҙә алмай бит ебен.
Ләм-мим өндәшмәй яуыз,
Ҡыйшайып киткән ауыҙ.
Серк-серк Серкелдәй,
Нимә оса бәләкәй?
Осоп килә лә баһа,
Серк-серк Серәкәй.
Осоп килә бер заман,
Үҙе асыулы яман!
Янған шәм тотҡан ҡулға,
Яҡтыһы төшә юлға.
«Ҡайҙа яуыз Үлтереүсе,
Ҡайҙа күҙ йәш түктереүсе?
Тырнағынан ҡурҡмайым,
Бер һелтәүҙә турайым».
Үрмәксегә уҡталды,
Ҡылысын һурып алды.
Күҙҙе асып йомғансы
Үрмәксе башһыҙ ҡалды.
Сыңҡылдаҡты ҡотҡарҙы,
Ҡулынан тотоп алды.
Яҡты ергә килтерҙе,
Күҙ йәштәрен киптерҙе.
«Үрмәксене үлтерҙем,
Һиңә ирек килтерҙем.
Бул һин минең кәләшем,
Кәләшлеккә йәрәшәм!»
Ваҡ-төйәк бөжәк, ҡорттар,
Ҡырмыҫҡа әбей, ҡарттар
Үрмәләшеп килделәр,
Сығыр мәлде белделәр.
Серәкәйҙе маҡтайҙар,
Маҡтайҙар ҙа данлайҙар.
Дан, дан, дан Серәкәйгә!
Әйләнде кейәүкәйгә.
Килде-килде баҙлауыҡ,
Ана, баҙлап яна ут,
Эй күңелле, эй рәхәт,
Бына ҡайҙа ул бәхет!
Шыуыша ҡырҡаяҡтар,
Шыуышалар ҡырҡ яҡтан.
Музыканттар йыйылһын,
Бейешергә йыйынһын!
Әмәлен дә таптылар,
Барабандар ҡаҡтылар.
Бум-бах! Бум-бах!
Кейәү, кәләш, сығып баҫ!
Бейеүегеҙ күрһендәр,
Бейей белә тиһендәр.
Уларҙан һуң ҡандала,
Бер баҫа ла бер ҡала.
Лап та лоп итектәре,
Юғалған ситектәре.
Ваҡ ҡорттар, күбәләктәр,
Селәүсендәр, бөжәктәр.
Ҡуңыҙҙар ҡупшы мөгөҙ,
Тып-тып баҫалар тигеҙ.
Бейейҙәр улар шап-шап,
Бейейҙәр, кәпәс ташлап.
Их-ма, һоп-һа, һоп-һа-һа!
Һоп-һа, һоп-һа, һоп-һа-һа!
Туй һуҙылыр аҙнаға,
Туҡтамаҫ ул аҙға ла.
Сәпәк-сәпәк сәпәкләй,
Ҡыҙып алған ләпәктәр.
Сап әле сәпәкәйгә,
Себен сыға кейәүгә.
Бик батыр, тәүәккәлгә,
Йәш кенә Серәкәйгә.
Ә Ҡырмыҫҡа, ә ҡырмыҫҡа!
Ниңә уға ҡыймаҫҡа!
Бөтәһенән уҙҙыра,
Сабатаһын туҙҙыра,
Һикерә, бөтөрөлә,
Әбейен өйрөлдөрә.
Күҙ ҡыҫа йәш бөжәккә,
Ҡулын һалып йөрәккә:
– Ҡара ҡашҡайым, ҡортом, –
Ҡартайҙы инде ҡортҡам.
Ҡәҙер-ҡәҙер-ле-ләрем!
Мин һеҙҙе ҡәҙер-ләр-мен!
Тара-тараҡандарым,
Һеҙгә ҡайнар ҡандарым.
Шағор-шоғор итектәр,
Ялбыр-йолбор итәктәр.
Тыпыр-тыпыр үксәләр,
Баҫҡан һайын күсәләр.
Һуҡыр себен, ләпәктәр,
Таңға саҡлы сәпәкләр!
Сыңҡылдаҡ Себен бөгөн
Үткәрә тыуған көнөн!


1994–2000 йй.


Рәсимә Ураҡсина тәржемәһе.

Автор: Корней ЧУКОВСКИЙ
Читайте нас