«Матурлыҡтың төҫө – аҡылда,
саф мөхәббәт янмай ялҡында.
Ҡайнар йөрәк туңмай һалҡында,
моңло көй-йыр – тиңһеҙ алтынға.
Еңелмәҫ көс – сәмсел батырҙа,
ә тоғро һүҙ – сәсән халҡымда», –
тип яҙа Ҡолмой үҙенең моңло көй хаҡындағы бер шиғырында. Ижадындағы был үҙенсәлеге уның фекерләү ҡеүәһе, аҡылы, уҡымышлылығы, мәғлүмәтлелеге һәм тәбиғәт биргән һәләттәренә лә бәйлелер, минеңсә. Ни тигәндә, бындай маһирлыҡ ҡәләм тибрәтеүсе бар ижадсыға ла бирелмәй.
Башҡорт шиғриәтендә ҡыҫҡа һәм оҫта яҙыу традицияһы һуғышҡа тиклем үк барлыҡҡа килгән: быны айырыуса Мәлих Харис, Мөхәмәтйәров Хәй, Төхвәт Йәнәби ижадында күҙәтергә була. Был үҙенсәлек бер төркөм талант эйәләре һәм фәйләсүф шағирҙар Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рәшит Назаровтар ижадына ла хас. Ә инде донъя әҙәбиәтенә килһәк, сонет жанрының атаһы Петрарка, Шекспир, Байрон, Микеланджело, Джордано Бруно, Лопе де Вега, Мильтон, Блок, Есенин, туғандаш халыҡтар әҙәбиәтендә Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиевтарҙа күрергә була. Әлбиттә, әлеге хеҙмәтемдә мин шағир Ҡолмойҙоң ҡыҫҡа жанрҙар төркөмөнә ингән барлыҡ әҫәрҙәрен тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуймайым, тик сонеттарҙа туҡталам. Әҙип үҙе: «Сонет – ижадымдың бер тармағы, йөрәк түрендә һаҡланған, яратҡан жанрым ул», – тигән.
Шулай итеп, нимә һуң ул сонет? Башҡорт әҙәбиәтенә ул ҡайһы ваҡытта килеп ингән? Шәхсән Яҡуп Ҡолмой был жанрға ҡасан мөрәжәғәт иткән? Артабан башҡорт әҙәбиәтендә сонет жанры кемдәр тарафынан үҫтерелгән? Башта ошо һорауҙарға яуап эҙләйек.
Әгәр сонеттар тарихына күҙ һалһаҡ, уның тыуған иле Италия булыуын, жанр булараҡ, Франческо Петрарка исемле шағирҙан башланыуын күрәбеҙ. Петрарка дин әһеле, ә сонеттар яҙа башлауына Лаура исемле ҡыҙға ғашиҡ булыуы сәбәп иткән. Тик ул замандарҙа ҡатын-ҡыҙҙы яратҡан кешеһенә кейәүгә биреү дин менән тыйылғанға күрә, Лаураны ла икенсе кешегә кейәүгә бирәләр. Бынан һуң Петрарка мөхәббәтенә тоғро ҡалып, ғүмерен яңғыҙлыҡта үткәрә һәм бер ваҡытта ла өйләнмәй. Шағир Петрарка 1374 йылда серле рәүештә тап үҙенең тыуған көнөндә – 18 июлдә теп-теүәл 75 йәшендә вафат булғас, уның үҙенән күпкә алда донъя ҡуйған (1348 йылда) Лаураның ҡәберен асалар. Һәм ғәжәпкә ҡаршы ҡатындың муйынында Петрарканың һүрәте төшөрөлгән медальон, ә эргәһендә сонеттары яҙылған китапты күрәләр. Китаптың тышлығына «Мадонна Лаураның үлеменә арналған сонеттар» тигән юлдар яҙылған була. Шунда ғына кешеләр барыһын да аңлай: Петрарка сонеттарының барыһы ла Лаура үлгәндән һуң яҙылған була. Тимәк, шағир уларҙы ҡәберҙе асып үҙе һалған булып сыға. Халыҡ шаҡ ҡата. Әммә ошо хәлдән һуң Петрарка сонеттарына битараф була алмайҙар: ҡәберҙән алынған сонеттарҙы күсереп алып уҡый, һөйләй башлайҙар. Шулай итеп, ауыҙ-тел ижады байлыҡтары быуындан-быуынға тапшырылып, бөгөнгәсә килеп еткән кеүек, Петрарка сонеттары ла онотолмай. Ә донъя әҙәбиәтенә сонет тип аталған өр-яңы жанр өҫтәлә.
Сонет жанрында ижад ителгән әҫәр лирик шиғырҙан үҙенең философик-психологик асылы менән айырыла һәм айырыуса мөхәббәт, тәбиғәт темаларына арналған әҫәрҙәрҙә өҫтөнлөк итә. Был жанрҙың да үҙенә күрә эске ҡағиҙәләре һәм айырым төрҙәре бар.
Жанрҙың билдәләренә иғтибар итһәк, сонет лирик шиғырҙы хәтерләткән кеүек булһа ла, төҙөлөшө менән ул тик ун дүрт юлдан тора. Әммә сонет куплеттары дүңгәләктәр ярҙамында тоташҡан сылбырҙы хәтерләтә. Строфаларҙың һәр береһенә үткер фекер һәм мәғәнә һалынып, куплеттар бер-береһенә ярашып, бер-береһен тулыландырып килә. Шунһыҙ сонет булмай. Әҫәрҙең төп темаһын катрен тип аталған тәүге куплет билдәләй. Төп теманың экспозицияһын, йәғни асылышын тәьмин итеүсе киләһе дүрт юллыҡ, тәүге куплетҡа буйһонған хәлдә, үҙенән алдағы юлдарҙы тулыландырып килә. Ә инде иң аҙаҡтан шиғырҙың сиселеше билдәләнеп, уны икенсе төрлө терцет тип атап йөрөтәләр. Терцетта шиғырҙа әйтелергә тейешле төп фекер урын ала. Әҫәрҙең төп мәғәнәһен, тос фекерен билдәләгән һәм мотлаҡ иң аҙаҡтан әйтелергә тейешле йомғаҡлаусы иң аҙаҡҡы куплетты жанр телендә «сонет асҡысы» тип атайҙар.
Сонет жанрының үҙенсәлектәре тураһында төплө ғилми хеҙмәт яҙған әҙәбиәт ғалимы И.Бехер: «Сонет яҙыусы был жанрҙа дәртләнеп ижад итһен, хис-уйҙарҙан айырылмаһын. Автор ҡыҫҡа яҙһын, сонеттарҙың башҡа ҡағиҙәләрен дә онотмаһын. Ыҡсымлыҡ – сонет жанрының төп үҙенсәлеге ул», – тигән. Уның был һүҙҙәре А.П.Чеховтың алдараҡ телгә алынған фекерен дә йөпләй. Шағир Яҡуп Ҡолмойҙо жанрҙың тап ошо үҙенсәлектәре ылыҡтыра ла инде.
Һуғышҡа тиклем «Яҡуп Уральский» псевдонимы аша халыҡҡа таныш әҙипте айырыуса сонеттарҙың философик-психологик асылы ҡыҙыҡһындыра. Жанрға ныҡлап тотоноуы 1942 йылға тура килеп, һуғыштан һуңғы 50–60-сы йылдарҙа емешен бирә. Күңелен яулаған жанр үҙенсәлектәрен Яҡуп Ҡолмой тәфсирләп өйрәнгән һәм ижади эшмәкәрлеген ғүмеренең һуңғы йылдарына тиклем ошо йүнәлештә дауам иткән.
* * *
Башҡорт әҙәбиәтендә сонет жанры аҙ өйрәнелгән. Ҡәтғи классик ҡанундарға буйһонған, фәлсәфәүи фекер һалынған һәм мотлаҡ ун дүрт юлға һыйырға тейешле сонеттар бөгөн дә шиғриәттең иң гармониялы һәм фәлсәфәгә ҡоролған ҡатмарлы бер төрө һанала. Шулай ҙа был жанрҙа үҙен һынап ҡарарға батырсылыҡ иткән ижадсылар булған. Әммә күп түгел. Шуларҙың береһе – әле һуғышҡа тиклем үк лирик шиғырҙары танылыу яулаған талантлы йәш шағир Мөхәмәтйәров Хәй. Уның ҙур шиғри оҫталыҡ менән ижад ителгән тәүге сонеттары 30-сы йылдар уртаһында донъя күрә, ә инде «Өлгөрөү», «Өфө мотивтары» кеүек әҫәрҙәре шул йылдар әҙәбиәтендә яңы күренеш булараҡ ҡабул ителә. Үкенескә ҡаршы, шағир Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Әммә М.Хәй сонеттары, жанр өлгөләре булараҡ, һаҡланып ҡала. Эйе, ул йылдарҙа шиғриәттә сонет яҙыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ булған. Улар Мәлих Харис, Камал Хәбиб, Төхвәт Йәнәби һ.б., әммә һәләк булыуҙары сәбәпле, уларҙың ижад үҙенсәлектәре әҙәбиәт белгестәре тарафынан тикшерелмәгән. Яҡуп Ҡолмойҙоң сонет жанрындағы тәүге уҡытыусыһы М.Хәй, улар ижадташтар ғына түгел, яҡын дуҫтар ҙа була. Йәғни Яҡуп Хәйрулла улының көндәлектәрендә яҙылыуынса, ике шағирҙы «сонет жанры дуҫлаштыра». Был турала ул радио-телевидениела эшләгән йылдарҙа үҙенең сығыштарында ла белдерә. Ике шағир осрашҡанда, ғәҙәттә, әҙәбиәт, шиғриәт, сонеттар хаҡында гәпләшә. Яҡуп Хәйрулла улы остазынан сонет серҙәрен һорашһа, дуҫы иһә жанр хаҡында һөйләшер-кәңәшләшер кеше табылыуға ҡыуанып, талпынып-талпынып сонеттарын уҡый, уларҙы яҙыу серҙәренә өйрәтә. Быларҙың барыһы ла Яҡуп Ҡолмойҙо тулҡынландырмай ҡалмай. Шағир дуҫының һөйләгәндәрен бер ваҡытта ла хәтеренән сығармай һәм аҙ ғына буш ваҡыты булдымы, сонеттар ижад итә. Шулай итеп, шағирҙың тәүге сонеттары яу яландарында тыуа.
...1942 йылда шағир М.Хәйҙең һәләк булыуын ишеткәндән һуң Яҡуп Ҡолмой көслө тетрәнеү кисерә һәм аңҡы-тиңке булып йөрөй. Һәм шуның һөҙөмтәһендә атының соңҡаһына һалып яҙылған тәүге сонеты барлыҡҡа килә. Дуҫының яҡты иҫтәлегенә арналған әҫәрҙе шағир «Тәүге сонет» тип атай һәм иң яҡшы сонеты иҫәпләй. Әммә был ваҡытта һуғыш шарттарында тыуған әҫәрҙәре менән башҡорт әҙәбиәтендә сонет жанрын һаҡлап ҡалырмын тип уйламай әле. Ысынлап та, «Тәүге сонет»тан һуң Яҡуп Ҡолмой башҡа бер ваҡытта ла сонет яҙыуҙан айырылмай, киреһенсә, М.Хәй традицияларын дауам итергә тырышып, талпынып эшләй.
Яҡуп Ҡолмой сонеттары хаҡында һүҙ йөрөткәндә уның талантлы шағир Мәлих Харис менән булған дуҫлығы хаҡында ла телгә алырға кәрәк. Хатта һуғыш шарттарында ла ике яугир көн дә тиерлек күрешергә ваҡыт тапҡан – былар хаҡында ла шағирҙың көндәлектәрендә һәм архивында һаҡланған интервьюларында әйтелә. Билдәле булыуынса, Яҡуп Ҡолмой хәрби хеҙмәткә Ҡазандан китә һәм данлыҡлы генерал Доваторҙың кавалерия дивизияһына эләгә, 13-сө полкта политбүлек начальнигы була. Мәлих Харис иһә Яҡуп Уральскийҙы үҙе эҙләп килеп таба, һәм:
– Мин Мәлих Харис булам. Адресыңды Баязит Бикбай ағай биргәйне. Ул һине шатландырырға ҡушты. «Миңә Сталин ҡушты!» тигән китабың наборға төшкән, Яҡуп, ҡотлайым үҙеңде! – ти. Шунан:
– Ней бит әле, минең дә «Йөрәк тауышы» тигән китабым наборға төшкән... Үәт, бәхет! Китабымды күрһәм ине, – тип өҫтәп ҡуя. Шунда ике шағир ҡосаҡлашып ҡотлаша, бер-береһенә уңыштар теләйҙәр. Был шатлыҡлы хәл 1941 йылда була.
Ике әҙип йышыраҡ осрашырға һүҙ бирешеп һаубуллаша. Ә күрешкән мәлдәрендә улар күбеһенсә әҙәбиәт һәм сонеттар тураһында һөйләшә, бер-береһенә әҫәрҙәрен уҡый. Яҡуп Ҡолмой Мәлих Харистың айырыуса «Йөрәк тауышы», «Онотмаһын мине Тыуған ил!» тигән шиғырҙарын ярата, уларҙы ятлап алып, һалдаттар алдында сығыш яһай. Шиғри кисәләрҙә оялсаныраҡ холоҡло Мәлих Харистың үҙенән дә һөйләттерә, ә «Онотмаһын мине Тыуған ил!» шиғырын «үлемһеҙ шиғыр» тип атай һәм бына-бына наборға төшөргә торған тәүге китабына нисек итеп ошо шиғырын индереп ебәреү тураһында баш вата. Һәм шулай бер көндө:
– Әйҙә, дуҫҡайым, тотайыҡ та шиғырыңды Өфөгә ебәрәйек, ә? «Йөрәк тауышы»на инһен әйҙә!» – тип мөрәжәғәт итә. Мәлих иһә ҡаршылашып маташа. Бәхеткә ҡаршы, ул йылдарҙа Башҡортостан яҙыусылар союзында йәштәр ижадын үҫтереүгә ҙур көс түккән шағирҙар Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбайҙар эшләй. Яу ҡырында тыуған шиғырҙы «Йөрәк тауышы»на индереүҙәрен үтенеп, Рәшит Ниғмәти исеменә хат яҙалар. Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, йәш кенә Яҡуп Ҡолмойҙоң шулай алдан күрә белеүе һоҡландыра ла, аптырата ла. Ә бит шул ваҡытта Рәшит Ниғмәтигә хат яҙмаған булһалар, шиғыр Мәлих Харистың үҙе менән бергә һәләк булыр ине! Ни өсөн шулай тим, сөнки тағы ла бер айҙан уларҙың юлдары айырыла: Мәлих Харис көнбайышҡа юллана, ә Ҡолмой Мәскәүҙе һаҡларға китә. Мәлих Харистың үлеме хаҡында ишеткәндән һуң Яҡуп Ҡолмой саф күҙ йәштәре менән илай һәм бик оҙаҡ ҡайғырып йөрөй, йөрәк яраһын шиғырҙар яҙып дауаларға тырыша. Был юлы ла ул сонеттар яҙа. Шуларҙың береһе «Бүләк» тип атала. 1942 йылда ут эсендә тыуған был шиғыр нескә юмор менән һуғарылған. Әҫәр өс өлөштән тора:
Эскадрон ялға туҡтағас,
Бүләк килтерҙеләр почтанан.
Ай-һай, бүләге шул, бүләге,
Кем ебәргән? Кемдең һөйгәне?
Адресы ҡыҫҡа яҙылған,
Зәңгәр ҡара асыҡ яғылған:
Йә Сашаға, йә Яҡупҡа,
Беҙҙе яҡлаусыға окопта.
2.
Йә Уралдың, йә Кавказдың
Шөкәрәһен онтап ашаным.
Ай-һай, шөкәрәнең көйгәне,
Бигрәк тәмле йөрәк һөйгәне.
Үҙем менән алдым артҡанын,
Ебәреүсегә йылы хат яҙҙым.
Йәки Ниса, йәки Маһинур
Түҙмәй уҡығандыр барыбер.
3.
Еңеү килер оло дан менән,
Егет ҡайтыр һуғыш яғынан.
Дары еҫе аңҡыр шинелдән,
Ә һеҙ сыҡмаҫһығыҙ күңелдән.
Һеҙҙе ҡайҙа, нисек табырмын,
Һеҙҙе эҙләп ҡайҙа барырмын?
Йә Ҡазанда, йәки Өфөлә,
Барыбер эҙләп табырмын.
Алдараҡ сонеттарҙың үҙенсәлекле жанр булыуы тураһында телгә алғайныҡ. Жанрҙың йәнә лә бер үҙенсәлеге – ваҡыт уҙа килә айырым төрҙәре барлыҡҡа килеүендә. Әйткәндәй, был турала Пушкин, Берни ижадын өйрәнеүселәр ҙә яҙған булған. Баҡһаң, улар ҙа сонет яҙған икән! Тик ҡәҙимге ун дүрт юллыҡтарҙан айырмалы рәүештә, бындай сонеттар ун биш, ун һигеҙ юлдан торған. Сонет тарихын өйрәнеүсе И.Бехер уларға «ҡойроҡло сонеттар» тигән исем биргән һәм айырыуса А.С.Пушкиндың жанрҙың ошо төрөн яратып ҡулланыуын билдәләгән. Яҡуп Ҡолмой иһә нигеҙҙә ун дүрт юллыҡтан тайпылмай, йәғни жанрҙың иң боронғо формаһына тоғролоҡ һаҡлай. Миҫал өсөн шағирҙың «Тирәк» исемле әҫәренә күҙ һалайыҡ. Унда әҙип ун дүрт юллыҡҡа һыйҙырылған тос фекерле сағыу образ – йәки тере картина барлыҡҡа килтерә, йәғни тирәк образына тормош фәлсәфәһен һалып, иң аҙаҡтан ыҡсым ғына һығымта яһай:
Һәләүектең йәшел аҡланында
Яңғыҙ үҫә йыуан ҡарт тирәк.
Ҡайҙа булһам да һин күҙ алдымда,
Тик яныңа ҡайтам бик һирәк.
Һин ҡәҙерле миңә, олатайым
Умартаһын һиңә ултыртҡан.
«Ҡотом ҡуна», – тип ул һәр йыл
һайын
Аҙмы һиндә, аҙмы күс тотҡан.
Хәҙер ботағың да һирәк ҡалған,
Йәшен эҙе ҡартлас тәнеңдә.
Япраҡтарың бер аҙ
һарғылтланған,
Ҡасҡан кеүек йәшлек йәмең дә.
Ғүмер еле һине ҡартайтҡан,
Әйтерһең, һин миңә ҡарт атам.
Әммә бар ижадсылар ҙа бер төрлө яҙмай, һәр кемдең үҙ оҫталығы, образлы фекерләү ҡеүәһе, шуға өҫтәп тәбиғәт биргән һәләттәре лә була. Әҙәби ижад тырыштарҙы, ныҡыштарҙы ярата. Шундайҙар рәтендә ҡыҫҡа һәм тос фекерле әҫәрҙәре менән дан алған Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рәшит Назаров кеүек шағирҙарҙы атаһаҡ, уларҙың күпме йоҡоһоҙ төндәр уҙғарыуын, күпме ваҡыт ғазаплы аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнеүҙәрен аңларға мөмкин. Шәхсән ҡыҫҡа яҙыу оҫталығына һәм, айырыуса, әҫәргә һалынған төп фекерҙе балҡытыу серҙәренә Яҡуп Ҡолмой сонеттар оҫтаһы Мицкевич, Есенин, Ғамзатовтарҙан да өйрәнә. Уның бай фәлсәфәле һәм уңышлы һығымталары менән айырылып торған ике, өс юллыҡтары барлыҡ сонеттарына ла хас. Миҫал өсөн тәбиғәт күренешен кеше хәле менән йәнәш ҡуйып һүрәтләгән «Ҡайҙа булһаң да һин...» тигән сонетын уҡып китәйек:
Тыуған ерем көмөш күлдәк кейә,
Зәңгәр күктә ҡояш йылмайһа.
Ҡайҙа ғына булһаң да һин миңә
Шул ҡояштай балҡы йыһанда.
Ул да ергә ғашиҡ нурын ҡойоп
Сәскәләрҙе үбеп үҫтерә.
Һинең йылың, һөйөү хисең тойоп,
Миңә йылмайырға көс бирә.
Тоям һине йырсы ҡошом итеп,
Оҙон юлда тик һин ҡояшым.
Ҡара болот араһына инеп,
Юғалмаһаң ине,ҡояшым!
* * *
Болотһоҙ күк – асыҡ йөҙ һымаҡ,
Шатлыҡ алып килгән йыр һымаҡ.
Аҡыл һәм хистәр тулҡынының юғары психологик кимәлдә хәл ителеше менән һоҡландырған Яҡуп Ҡолмой сонеттарының тағы ла бер үҙенсәлеге – уҡыусыны уйландырыуы, тормош күренештәре һәм кеше яҙмыштарына битараф ҡалдырмауындалыр. Ябай шиғырҙан айырылып торған ошондай сонеттары айырыуса хәтерҙә оҙаҡҡа ҡала. Әгәр шағир көҙ миҙгелен һүрәтләй икән – моңһоулана, яҙҙы тасуирлаһа – ярһый, дәртләнә, тәбиғәт күренештәрен кеше тормошона күсереп, уйланырға мәжбүр итә. Шағирҙың 1988 йылда ижад ителгән «Көҙгө япраҡ» исемле сонеты ана шундайҙарҙан. Унда әҙип һабағынан өҙөлөп төшкән япраҡ образын кеше ғүмеренең ҡыҫҡалығы менән сағыштырып, уҡыусыны йәшәү ҡәҙерен белергә саҡыра:
Алтын буяу яғып япраҡтарға,
Көҙ тағы ла килде ҡунаҡҡа.
Йәшел йәшлек ҡалды
йыраҡтарҙа,
Уйлата ла һине, моңлата.
Ел осорған иркә һарғылт тәңкә
Ҡара яғып ергә йәбеште.
Ағас ҡайрыһы ла йәш ағыҙа,
Һағынғандай яҙғы йәшлекте.
Тәбиғәттең үҙ миҙгеле һымаҡ,
Йәшәйһең һин япраҡтарҙай
уйнап,
Көҙөң килгәс, сәсең ағара.
Күкрәп үткән ғүмер юлын уйлап,
Елкенгәндә йәшлек йырын йырлап,
Шомло уйың елдәй тарала.
Әҙәбиәт белгесе И.Бехер: «Сонет яҙыусы автор иң ябай һүҙҙәр, иң ябай алымдар менән эшләй һәм һүҙ менән бик оҫта эш итә белергә тейеш. Шул саҡта ғына ул әйтергә теләгәнен урынлы итеп әйтә, аҙ һүҙ менән йөрәкте тулатырлыҡ, күңелде яуларлыҡ, тәрән аҡыл һәм юғары хис-тойғолар тулҡыны менән күңелеңде һәм бар булмышыңды уратып ала. Быларҙың барыһы ла, әлбиттә, авторҙың талантына бәйле. Жанрҙың үҙенсәлеге шунда: әҫәр ҡыҫҡа яҙылһа ла, төбөндә тәрән аҡыл ятһын. Сонет жанры, ғөмүмән, аҙ һүҙлелеге менән айырыла. Унда һәр һүҙ иҫәпле, һәр һүҙ хәрәкәт итә, һөйләшә, серләшә, аралаша һәм быларҙың барыһы ла – жанрҙың төп диалектик үҙенсәлектәрен билдәләй», – тигән һүҙҙәр әйткән. Я.Ҡолмой сонеттары иһә ошо талаптарҙың барыһына ла тулыһынса яуап бирә. Быға миҫал итеп әҙиптең «Былбылым», «Йәшәү йәме», «Күңелем ҡылдары», «Өфө моңдары», «Яҡты таңдар», «Күңел ҡояшы», «Күңел күрке», «Ғүмер сәскәләре», «Һайланма әҫәрҙәр», «Шиғырҙар һәм поэмалар» кеүек йыйынтыҡтарына ингән йәшәү көсө, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ, һуғыш һәм тыныслыҡ темаларына яҙылған сонеттарын күрһәтергә мөмкин. Миҫал өсөн «Ҡул сабабыҙ» исемле сонетында туҡталайыҡ:
Театрҙа йәнәш ултырабыҙ,
Һуғыш бара бөгөн сәхнәлә.
Геройҙарға дәррәү ҡул сабабыҙ,
Ә дуҫымдың күҙе йәшләнә.
Уға ҡыйын. Күңелендә дауыл,
Ҡарап ҡуя үҙе еңенә.
Ике ҡулын яуҙа ҡалдырған ул,
Йәшәү яулап Тыуған иленә.
Күҙ алдыма килә ауыр көндәр...
Дошман өҫкә үлем сәсһә лә,
Сикмәй көрәшкән ул, бына хәҙер
Үҙен хис итә шул сәхнәлә.
Алҡышларға юҡ шул ҡулдары,
Бары күкрәк тулы моң-зары.
Яҡуп Ҡолмой сонеттары әҙиптең байтаҡ йыйынтыҡтарында урын алған, уларға абруйлы әҙәбиәт белгестәре баһа биргән. Шуларҙың береһе – филология фәндәре докторы, шағир Ғилемдар Рамазанов. Шағир архивына күҙ һалайыҡ. Унда ғалим тарафынан «Яҡуп Ҡолмойҙоң 1982 йылда нәшер ителгән «Өфө моңдары» исемле китабына рецензия» тигән баш аҫтында түбәндәге юлдар яҙылған: «Йыйынтыҡҡа Яҡуп Ҡолмойҙоң композиторҙар көй яҙған 24 сонеты ингән. Ихлас күңелдән яҙылған был халыҡсан әҫәрҙәр күңелдә йылы тойғолар уята. Бигерәк тә тыуған ергә, йәшлек иҫтәлектәренә, мөхәббәт, дуҫлыҡҡа арналғандары уңышлы. Әҙиптең «Өфө моңдары», «Салауат янында», «Һәләүек буйында», «Эҙ», «Һин йәшәйһең...», «Ҡайтҡым килә», «Ун туғыҙ йәшлек егет», «Ижад ҡаһарманы», «Яугир» тигән шиғырҙары, «Шағир янында», «Роза ҡыуағы», «Ғәлиә», «Ҡомло ярҙа», «Үкенмәйем», «Өфө вальсы», «Вәғәҙә бирҙем», «Ерҙе йәмләп йәшә!», «Дим тулҡындары», «Бишек йыры», «Ҡушҡайын», «Эҙең ҡалһын» кеүек сонеттары айырыуса уңышлы яҙылған».
Көндәлектәрендә әйтелгәнсә, Яҡуп Ҡолмой уларҙың күбеһен ярым һуҡыр килеш ижад иткән, хатта күҙенә биш-алты ҡатмарлы операция эшләткән хәлдә лә, врачтар «һеҙгә бөтөнләй яҙышырға ярамай», тип ҡәтғи тыйғанда ла, туҡталмаған. Ни өсөн тигәндә, шағирмын тигән шағир тормоштағы һәм йәмғиәттәге һәр төрлө кире үҙгәрештәргә битараф ҡала алмай, һәр кире күренешкә, һәр яңы ваҡиғаға үҙ ҡарашын белдерә, үҙ баһаһын бирә. Ә Яҡуп Хәйрулла улы нескә күңелле, күҙәтеүсән әҙип. Быларға миҫал итеп уның үҙгәртеп ҡороу йылдарында ижад ителгән сонеттарының береһен күрһәтергә мөмкин. «Шигем юҡ» тип аталған сонетта автор үҙенең гражданлыҡ позицияһын ошолай белдерә:
Ҡояш йылмайһа ла күктә,
Йәм юҡ һымаҡ йәмле ерҙә.
Ырамай яратҡан эш тә,
Арыҡ тәндән сыҡмай тир ҙә.
Ни ғәжәп... Туңған уй, тойғо,
Күңелдән таралмай томан.
Йөҙҙә ҡунаҡлаған ҡайғы,
Кеше һүҙ һатыуҙан туйған.
Әммә мин балҡыр ал таңға
Ышанмай йәшәй алмайым.
Унда кәрәгем булыуға
Шигем юҡ – шуны аңлайым.
* * *
Тик өмөттән айырмаһын,
Яҙмыш ситкә ҡайырмаһын,
Иркенләп тын алһын халыҡ.
Башҡорт шиғриәтендә шиғырҙары үҙенән-үҙе көй һорап торған әҫәрҙәр ижад иткән байтаҡ әҙиптәр бар. Шулар араһында Ғилемдар Рамазанов, Назар Нәжми, Мостай Кәрим, Шәриф Бикҡол, Ҡадир Даян, Нәжиб Иҙелбай кеүектәре халҡыбыҙ күңелендә урын алған йөҙәрләгән йыр яҙып ҡалдырған. Был исемлектә Яҡуп Ҡолмой ҙа бар. Талантлы композиторҙарыбыҙ тарафынан уның байтаҡ сонеттарына көйҙәр яҙылған. Был йырҙарҙың барыһы ла ихласлығы, ябайлығы менән күңелде арбай, уларҙы табындарҙа ла, байрам сараларында ла башҡаралар, радио, телевидение аша ла тапшырылып тора. Әйткәндәй, былар тураһында мин 2012 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә нәшер ителгән «Әҙиптәр хаҡында хәтирәләр» исемле йыйынтыҡҡа ингән Яҡуп Ҡолмой тураһындағы иҫтәлектәрҙә яҙып сыҡҡайным инде. Мәҡәлә «Йылдарҙа ҡалған йырҙар» тип аталғайны. 112 биттән торған ошо хеҙмәттә тәүбашлап Яҡуп Ҡолмой сонеттары хаҡындағы уй-фекерҙәрем менән бүлешкәйнем: «Шиғриәттә сонет жанрының тик бөйөк таланттарҙың ғына ижад емеше булыуын әҙәбиәтселәр яҡшы аңлай. Шекспир, Байрон, Пушкин, Блок, Есенин, Брюсов ҡалдырған сонеттар бөгөн дә уҡыусыларҙа әйтеп-аңлатып бирә алмаҫлыҡ йылы тойғолар уята, кеше рухын, күңелен байыта икән, тимәк, шиғри структураһы яғынан ифрат ҡатмарлы, ижектәр яңғырашы гармониялы һәм әҫәрҙең теүәл сюжетҡа ҡоролған булыуы менән айырылып торған сонеттар артабан да яҙыласаҡ. Был тәңгәлдә, әлбиттә, шиғыр тексының йыр тексын хәтерләтеүенә күберәк иғтибар итергә кәрәк. Шул йәһәттән ҡарағанда тиҫтәләгән композиторҙарыбыҙ тарафынан көй яҙылып, күптән «халыҡсан йырҙар» титулына лайыҡ булған Яҡуп Ҡолмой сонеттары үҙе бер асыш түгелме ни?! Ә бит бар шағирҙар ҙа йыр-сонеттар яҙа алмай. Быға, бәлки, үҙенсәлекле талаптарға эйә булған жанрҙың көйәҙлеге лә үҙ ролен уйнайҙыр?» (226-сы бит).
Я.Ҡолмойҙоң мөхәббәт, яҙ һәм тәбиғәт матурлығы, тормош асылы һәм тыныслыҡ хаҡындағы фәлсәфәле уйланыуҙарға ҡоролған байтаҡ сонеттары йыр булараҡ та йәшәй. Быға уның «Һин – минең сафлығым», «Былбыл», «Һине һөйҙөм», «Аҡ сирен», «Киске йыр», «Таң йондоҙо», «Һин мине арбаның», «Ҡыҙҙар моңо» кеүек һ.б. йырҙарын миҫал итеп килтерергә була. Уларҙы тыңлағанда, моғайын да, берәү ҙә Яҡуп Ҡолмой сонеттарына яҙылған йырҙар, тип уйламайҙыр ҙа. Ә бит сере ябай ғына: Яҡуп Ҡолмой – йырсы-шағир тигән исем алған әҙип. Уның үҙенән-үҙе көй һорап торған шиғырҙары менән бер рәттән йыр тексына тартым формала ижад ителгән сонеттары ла бар. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, шағир ижад иткән сонет текстары ла, йыр текстары ла ижек һандарының теүәллегенә, шиғри юлдарҙың ритмлы яңғырашына һәм әҫәрҙең үҙенсәлекле сюжетҡа ҡоролғанлығына бәйләнгән. Был үҙенсәлектәр икеһе ике жанрға ҡараған йырҙар һәм сонеттарҙы гармоник рәүештә берләштереп кенә ҡалмай, йыр һәм сонеттың бер бөтөнгә әйләнеп йәшәй башлауына сәбәп була. Йыр һәм сонеттың ошо үҙенсәлектәрен иҫәпкә алһаң, Яҡуп Ҡолмойҙоң көй яҙылған сонеттарын, минеңсә, «йыр-сонет», йәки «музыкаль сонеттар» тип атарға мөмкин булыр ине. Шәхсән шағир үҙенең бер радиосығышында былай тип белдерә: «Һәр сонет – үҙе бер романс ул. Уның шиғри төҙөлөшө лә, ижектәренең яңғырашы һәм теүәл сюжетҡа ҡоролған булыуы ла әҙер йыр тексын хәтерләтә. Минең байтаҡ йырҙарымдың сонет текстарына яҙылыуы ла ошо хаҡта һөйләй».
Бына, мәҫәлән, композитор Абрар Ғабдрахманов ижад иткән «Һин – минең сафлығым» йырын ғына алайыҡ. Башҡорт теленең бар нескәлеген, моңон ҡулланып ижад ителгән был әҫәр 1975 йылда тыуған. Әҫәр нигеҙендә сонетҡа хас аҙ һүҙлелек һәм тәрән фекер ята. Теле ябай, шуға еңел уҡыла ла, хәтерҙә лә тиҙ уйылып ҡала. Был йырҙы үҙ ваҡытында Башҡортостандың халыҡ артисткалары Нәжиә Аллаярова һәм Ғәлиә Солтановалар бер ваҡытта ла репертуарынан төшөрмәне:
Таң атһа, ҡош һайрай,
Ул ҡояшты һағынған.
Йыр йырлап шул ҡоштай,
Кил һин йәшлек яҙынан.
Һин – минең сафлығым,
Һин – мәңгелек шатлығым.
(Дауамы бар.)