Уҡыусыларҙа Зәйнәб апайҙың улдары Тельман менән Юлай ниңә Салауат районында тыуған («Ниңә Өфөлә түгел?») тигән урынлы һорау тыуыуы ла ихтимал. Эш шунда: «...тормошҡа сыҡҡас, Зәйнәб Биишева иптәше Ғәзиз Әминев менән 1934–1938 йылдарҙа Мәсетле МТС-ының политбүлегендә «Ударсы», Салауат районының «Большевистик колхозға» исемле гәзиттәрен ойоштороуҙа һәм артабан уларҙың эшен яйға һалыуҙа туранан-тура ҡатнаша» (Ишбулды Вәлитовтан). 1939 йылда улар Өфөгә күсә.
Өфөнөң 10-сы һанлы мәктәбен көмөш миҙалға тамамлағас, Юлай Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетында уҡый, вуздың Механика институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, аҙаҡ бүтән фәнни-тикшеренеү институттарында ғилми эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнә. Юлай Ғәзиз улы үҙен талантлы ғилми белгес булараҡ танытты, техник фәндәр өлкәһендә уның ундан ашыу фәнни асышы авторлыҡ танытмалары менән билдәләнеп, производствоға индерелгән.
Юлай Әминевтың әҙәби тәржемә менән шөғөлләнә башлауы 1975–1977 йылдарға тура килә.
Был хаҡта Тельман Ғәзиз улының «Тулы ағымлы йылға» тип аталған мемуарҙарында бер аҙ мәғлүмәт бар. Хәҙер шунда иғтибар итәйек.
«...Әсәйем, беҙгә, өс улына, һүҙмә-һүҙ тәржемәгә (подстрочниктәр әҙерләүгә) тотонорға тәҡдим итте. Иң беренсе кесе ҡустым Дарвин тәүәккәлләп ҡараны. Шунан – Юлай. Мин инде әсәйгә: «Ундай мөмкинлегем юҡ, аспирантура күп ваҡытты ала. Бәлки, ике туғанымдың эшләгәне лә етер», – тинем.
...Нисек кенә булмаһын, һүҙмә-һүҙ тәржемә әҫәрҙең бөтөн нескәлеген биреп еткерә алмай. Шуға әсәй, башҡортсанан урыҫсаға туранан-тура тәржемә эшләнһә, һәйбәтерәк булыр ине, тип Юлайға ошо эшкә тотоноп ҡарарға кәңәш итте. Ҡустым риза булды. Етмәһә, ул осорҙа илдә үҙгәрештәр башланды, институттар ябылды, ҡайһы бер ғалимдар, эшен ташлап, сит илдәргә күсеп китте, икенселәре алыпһатарлыҡ менән шөғөлләнә башланы. Күп урында хеҙмәт хаҡы түләнмәне. Юлай эшләгән институт оборона менән бәйле ине, уны ла финанслау туҡтатылды. Ошонан файҙаланып, ҡустым тәржемә хеҙмәтенә тотондо. Ул бик ныҡышмал, аҡыллы кеше ине, башҡорт һәм урыҫ телдәрен яҡшы белде. Алда әйткәнемсә, студент сағында уҡ төрлө спектаклдәргә йөрөнө, ижад төрҙәрен яратты. Аҙаҡ та әҙәбиәт, мәҙәниәт менән бәйләнешен өҙмәне. Шуға ла тәржемә эшенә ихласлап, ең һыҙғанып тотондо Юлай. Һәм был йәһәттән байтаҡ уңышҡа өлгәште».
Нисектер шулай бик тәбиғи килеп сыға – Юлайҙа йәш сағынан телде төшөнөүгә һәләт көслө була. Урыҫ теленең үҙенсәлектәрен ул үҙенең туған теле кеүек яҡшы белә. Юлайҙың башҡортсанан урыҫсаға художестволы тәржемә иткән беренсе әҫәре – З.Биишеваның «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» – «Мастер и Подмастерье» хикәйәте (сказ) була. Ул 1979 йылда – Башҡортостан китап нәшриәтендә, «Яҡтыға» трилогияһының беренсе китабы – «Кәмһетелгәндәр» романы ла шул уҡ йылда Мәскәүҙә «Советская Россия» нәшриәтендә айырым китап булып донъя күрҙе. Был баҫмалар Юлай өсөн тәүге «ҡоймаҡтар» булһа ла, уның тәржемәсе булараҡ сая оҫталығын, телдең мөмкинлектәрен яҡшы тойоуын күрһәтте. Алдағы йылдарҙа инде Зәйнәб Биишеваның «Оло Эйек буйында», «Емеш» романдары Юлай тәржемәһендә Өфөлә һәм үҙәктәге «Советский писатель», «Современник», «Художественная литература» нәшриәттәрендә бер-бер артлы сыға торҙо.
1990 йылда Юлай Әминевты Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар Союздарына ағза итеп алдылар. Һуңғы йылдарҙа ҡәләмдәшебеҙ Булат Рафиҡовтың «Үр елдәре» повесын, «Ҡараһаҡал» романын, Мәрйәм Бураҡаеваның «Шишмә» повесын, Роберт Байымовтың «Сыбар шоңҡар» («Кречет мятежный») романын, Шакир Янбаевтың, Ҡәҙим Аралбайҙың хикәйәләрен рус телендә уҡыусылар иғтибарына еткерҙе.
Эйе, Юлай Әминевтың тәржемәләре уҡыусыларҙы, ҡәләмдәштәрен һәм ҡайһы бер телсе ғалимдарҙы һоҡландырҙы ла, ә бәғзеләрен аптыратты ла, ғәжәпләндәрҙе лә: «Нисек инде – технарь, механик-математик, ә телде ҡойоп-ҡоя?!»
Оло ҡәләмдәштәре Морат Рәхимҡолов, Александр Филиппов, Роберт Паль, Борис Павлов, ғалим һәм яҙыусы Ғайса Хөсәйенов, рус телендә яҙған башҡорт әҙибе Талха Ғиниәтуллин Юлайҙың тәржемәләренә үҙ мәлендә хаҡлы юғары баһа бирҙеләр. Бына, миҫал өсөн генә, хөрмәтле Талха ағай Ғиниәтуллиндың яҙмаһынан бер өҙөк (оригиналында бирелә): «Точность, емкость и образность языка переводчика Ю.Аминева позволяют считать его достойным представителем советской переводческой школы. А многочисленные письма русских читателей, приходящие на имя автора и издательств, являют собой пример того, как благодаря высокохудожественному переводу произведения национального автора, преодолевая рамки родного языка, вливаются в безбрежное море русской советской литературы».
Мәскәү дәүләт педагогия институты профессоры, педагогия фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы Анна Александровна Журавлева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева ғаиләһенең яҡын дуҫы була. Зәйнәб апай баш ҡалаға барған һайын Журавлева уның менән осрашмай ҡалмай. Профессор аспиранттарҙан күренекле башҡорт яҙыусыһы З.Биишеваның ижады буйынса бер нисә диссертация яҡлаттыра. Үҙе иһә Юлай Әминевтың урыҫ телен шул хәтлем яҡшы белеүенә аптырауын һәм һоҡланыуын йәшермәй, уның тәржемәһендә донъя күргән романдарға айырыуса ҙур баһа бирә: «Был хеҙмәттәрҙең Мәскәүҙең үҙәк нәшриәттәрендә баҫылып сығыуы – үҙе ҙур мәртәбә, ҡаһарманлыҡ та...»
Бик тә ғәҙел, хаҡ һүҙҙәр. Һис бер арттырыуһыҙ әйтелгән. Тәржемәсе хеҙмәте – еңел эш түгел. Һәм Юлай Ғәзиз улы был яуаплы йөктө ғүмеренең ахырынаса ихлас, йәнен фиҙа ҡылып, баш баҫып тартты.
* * *
Юлай Әминев менән мин Өфөлә таныштым. Был осрашыу 1987 йылда булды. Бер көндө Зәйнәб апай шылтыратты: «Мырҙам, эштән ҡайтышлай юл һуғып, беҙгә инеп сыҡ әле. Мәскәүҙән Юлайым ҡайтты. Һине уның менән таныштырайым, тим. Ул бит хәҙер романдарымды тәржемә итә башланы... Һинең менән дә аралашһын, тим. Кил, мырҙам, сәй эсеп, һөйләшеп ултырырбыҙ әҙерәк». Зәйнәб апайға вәғәҙә биргәс, үтәргә кәрәк, шуға мин эштән сыҡтым да бер ярты сәғәттән уларҙа инем. Ишекте Юлай асты. Мин уны элек Зәйнәб апайҙың юбилей кисәләрендә күргәнем бар ине, шуға күрә шунда уҡ таныным.
– О, Ҡәдим килде, әсәй! Әйҙә, үт, сисен, – тип ул миңә шундуҡ ирекле атмосфера тыуҙырҙы.
Күрешеп, хәл-әхүәл белешеүгә кухня яғынан Зәйнәб апай ҙа килеп сыҡты.
– Мин һеҙгә тәмле итеп бәрәместәр бешереп йөрөйөм. Юлай, залда өҫтәлде әҙерләй тор! – тип өтәләнеп, үҙе тағы кухняһына ыңғайланы.
Мин ҡулды йыуып, залға үттем.
Зәйнәб апайҙың ысынлап та тәмле бәрәместәре, Юлайҙың Мәскәүҙән алып ҡайтҡан күстәнәстәре менән, хуш еҫле үләндәр һалынған сәй эсә-эсә, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ.
Миңә Юлайҙың аналитик аҡылы, һәр нәмәлә һығымта яһай белеүе оҡшай ине. Әллә шуғамы икән, ул миңә үҙенең йәшенән күпкә олораҡ та тойолдо. Ул саҡта Юлайға илле йәш ине. Уның үҙәк нәшриәттәрҙә эшләгән редакторҙарҙы, күп кенә билдәле яҙыусыларҙы атап һөйләүе минең өсөн буй етмәҫ бейеклек булып тойолдо. Зәйнәб апайҙың трилогияһының «Художественная литература» нәшриәтендә алдағы йылға планлаштырылыуы хаҡында ла әйтте ул. Күрәһең, үҙе руссаға ауҙарған был романдарҙың нәшер ителәсәге инде хәл ителгәнгә шундай ышаныс менән һөйләгәндер ҙә...
Йылдар үткән һайын һәләтле тәржемәсе, һиҙгер күңелле әҙип Юлай Ғәзиз улы шәхес булараҡ та беҙгә төрлө яҡлап асыла бара. Мәктәптә уҡыған сағынан уҡ юғары разрядлы шахматсы, фотоһәүәҫкәр; студент осоронда күп уҡый, шиғриәт менән мауыға, М.Лермонтовтың «Маскарад» шиғри драмаһын яттан һөйләй; Лермонтовтың замандашы һәм ҡәләмдәше, талантлы шағир Александр Полежаев, Николай Гумилев, Анна Ахматова шиғырҙарын ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар, күсереп алалар; кинематографист булырға ла хыяллана Юлай, тик бөтә теләктәр ҙә тормошҡа ашмай шул...
Аҙаҡ инде, күп йылдар үткәс, үҙе дүрт йәшенән генә ҡарап үҫтергән үгәй ҡыҙы Йәмиләнең* яҙыуы буйынса атаһы Юлай Зәйнәб Биишеваның («Зәйнәб инәйҙең») гениаль әҫәрҙәрен генә тәржемә итмәгән, үҙе лә әҙәби ижад менән шөғөлләнгән – шиғырҙар, поэмалар яҙған.
Юлайҙың урыҫ телен яҡшы белеүе, оҫта тәржемәсе булып китеүе лә юҡтан ғына түгел икән, баҡһаң, – ул мәктәп йылдарынан уҡ, студент сағынан уҡ ана ниндәй бай рухи донъя менән йәшәгән!
Ошоларҙың барыһын да уйлайһың да уфтанырға ғына ҡала. Ниндәй үкенес – Юлай менән Өфөлә лә, Мәскәүҙә лә осрашҡылап торһаҡ та, уны бик әҙ белгәнбеҙ, яҡшылап, яҡындан аралашмай ҙа ҡалғанбыҙ. Хәҙер бына уның ҡыҙы Джамиля әйткән шиғырҙары һәм поэмалары ҡайҙа? Инде кемдән һорайһың уның үҙ яҙмаларын, ижад мираҫын? Ҡатыны Рауза Абдыхәмитовна ла юҡ (йәне йәннәттә булһын), улдары Искәндәр менән дә бәйләнештәр юҡ, сит илдә йәшәй...
* * *
Беҙҙә башҡорт прозаһын урыҫ теленә туранан-тура ауҙарыусы оҫта тәржемәселәр күп булманы: Рим Әхмәдов, Марсель Ғафуров һәм Юлай Әминев. Уларға подстрочниктәр (һүҙмә-һүҙ тәржемә) кәрәкмәне – башҡорт теле нескәлектәрен нисек яҡшы белһәләр, урыҫ телен дә шул юғарылыҡта камил үҙләштергәндәр ине. Шулай тип әйтәм, сөнки был өсәүҙең урыҫсаға тәржемәләре үҙәк нәшриәттәр тарафынан бер тотҡарлыҡһыҙ ҡабул ителә лә китап булып килеп тә сыға ине.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң был өсәүгә Илгиз Кәримов менән Гүзәл Хамматова өҫтәлде. Улар икеһе лә шулай уҡ башҡорт прозаһын киң уҡыусылар аренаһына сығарыуҙа әүҙемлек күрһәтте. Шуныһы иғтибарға лайыҡлы: һуңғы өсәү – әҙиптәрҙең балалары: Юлай – Зәйнәб Биишеваның, Илгиз – Мостай Кәримдең улы, Гүзәл – башҡорт әҙәбиәтен күп һанлы романдары менән байытҡан күренекле яҙыусы Яныбай ағай Хамматовтың ҡыҙы.
Үкенескә була, был әҙәби династиялар ебе әлегә өҙөлөп тора. Әммә ҙур прозаны киләсәктә лә урыҫ донъяһына сығарыр яңы, йәш таланттар тыуыр әле тигән өмөттә ҡалайыҡ.
Әлбиттә, тәржемә эше еңел шөғөл түгел. Ул телде төплө белеүҙе, киң эрудициялы һәм бай мәғлүмәтле булыуҙы, сыҙамлыҡты, сабырлыҡты, ихласлыҡты талап иткән ауыр хеҙмәт тә.
Башҡорт әҙәбиәтенең корифейы Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһы («Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш» романдары), «Һөнәрсе һәм Өйрәнсек», «Мөхәббәт һәм нәфрәт» хикәйәттәре, Булат Рафиҡовтың «Ҡараһаҡал», Роберт Байымовтың «Сыбар шоңҡар» романдары, бүтән яҙыусыларҙың повесть һәм хикәйәләре аша Рәсәй әҙәбиәте офоҡтарын киңәйтеүҙә маһир тәржемәсе Юлай Ғәзиз улы Әминевтың да үҙ урыны, оло хеҙмәте бар.
* Джамиля Стехликова 1962 йылда Алма-Атала тыуған, атаһы – Алмас Ордабаев. 1988 йылдан тормош иптәше Милослав Стехликов менән Чехословакияла йәшәй, юғары категориялы табип, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. 2007 – 2009 йылдарҙа Чехия хөкүмәтенең Кеше хоҡуҡтары һәм аҙ милләттәр буйынса министры. – «Зайнаб Биишева подарила башкирам крылья» яҙмаһынан.: «Зәйнәб Биишева». – Өфө: «Китап», 2017. – 251-254-се биттәр.