«Һаҡта торам бер ни өркөтмәй...»
Һәр шағирҙың ижади яҙмышы бик үҙенсәлекле, бер-береһенә оҡшамаған. Фирҙәүес Бәшированың тотош ижади донъяһын формалаштырғанда киңлек һәм иркенлек тигән төшөнсәләр ҙур роль уйнағандыр. Ишембай районы Смаҡ ауылында тыуып үҫһә лә, мәктәпте Ишембайҙағы данлыҡлы 2-се һанлы интернат-мәктәптә тамамлай. Артабан яҙмыш уны Силәбе тарафтарына белем эстәргә алып китә. Халҡыбыҙға Абдулҡадир Инан, Шәриф Манатов, Ғәлимов Сәләм, Ҡадир Даян, Кәтибә Кинйәбулатова, Дамир Вәлиев, Рамазан Шәғәлиев, Урал Ҡолошов кеүек аҫыл заттарҙы бүләк иткән төбәктә хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай.
Көҙгөләй Арғаяш күле, аҡ ҡайындар, зәңгәр күлдәр иле тос поэтик образдар булып ижадында урын ала. Арғаяш районы Бәжекәй урта мәктәбендә теүәл фәндәрҙән уҡытыу шиғриәт менән шөғөлләнергә ҡамасауламай. Тап унда йәш уҡытыусы байтаҡ шағирҙар менән таныша. Рәми Ғарипов та, ижади командировкала булып, Фиҙәүестең яҙғандарына иғтибар итә. Тыуған яҡты һағыныу, үҙ мөхитеңә ынтылыу Силәбе өлкәһенең башҡорттары менән дә яҡынайта ижадсыны. Башта уҡ уның әҫәрҙәре эпик киңлек, боронғолоҡ һәм тәрән фәлсәфә менән һуғарылғайны. Унда ҡысҡырып торған ят тауыштар, ялтырауыҡтар менән «мөхәббәттән башын юғалтҡан» лирик герой ҙа юҡ. Ошо йәһәттән Фиҙәүес Бәшированың лирикаһына айырым туҡталып китәйек.
Шағирә үҙ иленең, халҡының тын алышын, һулышын үҙ булмышы аша үткәреп, ижадына һеңдергәндә генә уның юлы уңышлы һәм уңдырышлы була.
Кендек бәйле Ер шарына, беҙ – ирекһеҙ!
Ер әйләнә! Ер менән зыр әйләнәбеҙ, – тип өндәшә автор «Кем әмере?» шиғырында. Ил бәхете, халыҡ ҡыуаныстарын да күктәрҙән эҙләмәй, ижадсы күңелендә тыуған мөхит өр-яңы поэтик образдар булып балҡый:
Тыуған илем – Урал, башҡорт ере!
Торатауым – уның кендеге.
Смаҡайҙан, Ҡарайғандан килә
Минең холҡом, минең кемлегем!
Шағирәнең һәр әҫәре тәрән кисерештәр, күңел тетрәнеүҙәре аша тыуа. Шуға ла донъялағы һәр яңылыҡ, үҙгәрештәр ижад даирәһе офоҡтарын киңәйтә генә.
Фиҙәүестең ижадында Салауат образы айырым урын алып тора. «Салауат батыры һәйкәле янында» шиғыры батырыбыҙҙың һуңғы төйәгенә арналған:
Таштар моңло, гүйә, Салауаттың
Һеңгән моңланыуы өҙөлөп.
Автор батырҙың поэтик образын йыр-моң һәм тәбиғәт аша сағылдырырға ынтыла. Шуға ла ул йәнле, ҡабатланмаҫ булып хәтерҙә уйылып ҡала:
Ҡарттар әйткән:
«Һәр кис оҙон көйләп
Йырлай ине берәү сит телдә...»
Таралғандар йүгереп һыу өҫтөнән
Йыраҡтарға башҡорт моңдары.
Халҡыбыҙ өсөн Салауат образы ниндәйҙер ваҡыт сиктәрендә йәшәмәй, ә мәңгелек төшөнсәһенә әйләнгәндәй. Шуға ла шағирә әҫәрен былай тип тамамлай:
Үткер ҡараш үтә күрәме ни
Ваҡыт аша ғәзиз илкәйен?!
Был – Салауат! Йыраҡ төнгө яҡта
Тәүәккәллек, иман һәйкәле!
Эйе, ҡаҡшамаҫ рухы, ҡылған ғәмәлдәре, саялығы Салауатты халҡыбыҙҙың рухи ҡиблаһы кимәленә тиклем күтәрҙе лә инде.
Быуындар бәйләнеше лә шағир күңелендә эҙһеҙ үтмәй. Ул «Һәр кем – нәҫел вариҫы» шиғырында ошо хаҡта уйлана ла. «Бармы икән Йыһан донъяһында?» шиғырында литота алымы аша фәлсәфәүи уйҙарға бирелә:
Ер шарын мин ипләп кенә
Ус төбөмә «ҡуйҙым»,
Ерҙә йәшәү серен эҙләп
Уй-хыялға сумдым...
Кеше ғүмере буйы иреккә, азатлыҡҡа ынтыла, ләкин булмыштары икенсе... Улай ғына ла түгел, ғаләм киңлектәрендә Ер үҙе лә азатмы, тигән һорау ҡуя автор. Баҡтиһәң, кеше уйҙары өсөн сиктәр юҡ икән. Тап шундай һорауҙар биреп, бик тәрән йөкмәткеле һығымта килеп сыҡҡан:
Ер шарын йылы усымдан
Ипләп кенә «ысҡындырам»,
– Кеше зиһене менән көслө,
Үҙ донъяһы ғаләм төҫлө, –
Тип үҙемде ымһындырам...
Шағир ваҡыт тураһында йыш уйлана, өр-яңы образдарға юлыға:
Ғүмер баҡый Ваҡыт талғын, тыныс ҡына
Беҙҙән бер ни талап итмәй аға, аҡҡан.
Бөйөклөктөң ябайлыҡта икәнлеген
Үҙ-үҙенә бик һирәктәр генә асҡан....
Ике бүлектән торған был шиғыр йәшәйештең мәңгелек һорауҙарын да күтәреп сыға. Ваҡыт, байлыҡ һәм мәңгелек төшөнсәләре конкрет образдар аша сағылыш тапҡан. Авторҙың һәр әҫәрендә эпик ҡараш, тәрән фекер даирәһе ярылып ята. «Бөгөнгө көнөбөҙ» шиғыры быға асыҡ дәлил:
Һай, әҙәми заттар! Байлыҡ, ҡорал
Һынар өсөн генә бирелгән!
Изгелекле аҡыл – шунда шөһрәт!
Шөһрәт килмәй күкрәк киреүҙән.
Һигеҙ бүлектән торған «Яңы кенәгә алғас» шиғыры лирик геройҙың драматик кисерештәренә, йәмғиәттәге үҙгәрештәргә нигеҙләнгән. Лирик геройҙың бошоноуҙары, тарихи ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрөүе лә бушҡа түгел. Йөрәктәрҙе яралап үткән осраҡтар аҙ түгел бит. Әммә өмөт барыһынан да көслө:
Губернамы, кантонмы ул,
Урал – Урал буласаҡ!
Уралында кендек киҫкән,
Уралында тамыр тирткән
Башҡорт булып ҡаласаҡ!
Халҡыбыҙҙың тағы ла бер матур һыҙаты – ихласлыҡ. Фирҙәүес Бәшированың шиғриәте өсөн дә был сифат ят түгел. «Һеҙҙең өсөн тибә йөрәгем» шиғырында замандаштарына аҫылташтар, ҡыҙыл гөлдәр, ҡояш булып балҡып, шатлыҡ өләшергә һәр саҡ әҙер.
Мин – кешемен, тигән тартынмаһын
Үҙ халҡынан, әсә теленән.
Хоҙайыбыҙ сөнки һәр әҙәмде
Яратҡандыр нурлы йәненән, – тип өндәшә «Һиндә генә...» шиғырында. Автор йыһан киңлектәрен үтеүсе ижади көстө һәм ул серҙе лә белә:
Моңло Урал – серле башҡорт иле!
Тормош, һүҙһеҙ, бында башланған!
Бик боронғо сифат – самимилыҡ
Ҡанға һеңгән. Шуға һаҡланған.
Шағирә поэзияла төрлө формаларҙы, жанрҙарҙы оҫта ҡуллана. Бабич строфаһы «Мөрәжәғәт» шиғырында бик матур, көйлө булып яңғырай:
Кешем!
Һин шундай бөйөк! -
Хоҙайҙың
Хыял емеше!
Хазинаң – Ирек!
Йыһандың
Һин бер өлөшө.
Аҡмулла строфикаһы «Йәшәр халҡым!» шиғырының бер йәме, асылы булып күҙ алдына баҫа ла мәңгелек ауаздарын күҙ алдына баҫтыра:
Ниндәй генә дәүерҙәрҙе кисерһә лә беҙҙең халыҡ,
Ҡырылһа ла, киҫелһә лә яп-яланғас олон ҡалып,
Быуын-быуын аҡтамырҙай ҡалҡҡан, ҡалҡыр йөрәгенә
Уралынан йәшәү көсөн – утын алып!
Фиҙәүес Бәширова шиғриәтендә лирик герой гражданлыҡ рухы менән һуғарылған, үҙ иленең, үҙ еренең, үҙ халҡының тоғро ҡыҙы булып ҡала:
Халҡыбыҙҙың мин бер күҙәнәге,
Һаҡта торам бер ни өркөтмәй:
Аҫыл башҡорт иле мең йәшәһен,
Һәм дә халҡым сая бөркөттәй,
Оло илгә нигеҙ, өрлөктәй!
Һаҡта торам – бер ни өркөтмәй!
Эйе, ил инәһе йәшенә етеп, шағирә һәр аҙымын халыҡ хәрәкәте менән үлсәп, һәр һулышын уға ғына арнап, сая бөркөттәй ҡанаттарын йәйеп ижад юлын дауам итә.
Заман һулышын тойоп...
Фирҙәүес Бәширова ижадын киң ҡоласлы поэмалар ҙа биҙәп тора. «Һаташыу», «Яттар ҡалмаҫ беҙҙе яҡларға», «Милли хәтер», «Мин ғәйепле түгел», «Хакер», «Һалдат» поэмалары, «Етем нигеҙҙәр» реквиемы ижад даирәләрен билдәләй. Был жанрҙар өсөн типиклаштырыу алымдары, дөйөмләштереү күренештәре һәм эпик ҡоласлылыҡ бик кәрәк сифаттарҙың береһе. Шуға ла шағирәнең ваҡиғаларҙы объектив баһалауы, дөрөҫ һығымталар яһауы профессиональ кимәленән дә тора.
«Һаташыу» поэмаһында ваҡиғалар традицион йәштәр Гөлназ менән Вәғиз араһында башлана ла, артабан лирик һәм эпик башланғыстар драматик ноталарға ҡорола. Ваҡыт ағышы сюжет ептәрен етеҙ һәм динамикала хәл итә. Алты бүлектән торған поэмала ике быуын йәшәйеше, ике быуын ғүмере күҙ алдынан үтә. Йәп-йәш Гөлназды Вәғиз ауырлы көйө ташлап китһә лә, заводта эшләгән Сәлмән ағаһы менән Зәкиә апай ҡыҙға ярҙамға килә. Япа-яңғыҙ улы Азатты үҫтерә Гөлназ. Ҡәһәрле чечен һуғышы башланғас, Азатты хәрби хеҙмәткә шунда алалар. Үлемесле яраланғас ҡына атаһы Вәғиз менән тәүге һәм һуңғы тапҡыр госпиталдә күрешәләр. Әсәһе Гөлназға яҙған хатты тапшырыуын үтенә.
Шартлар сиккә етеп йөрәк ҡаҡты,
Тулҡын-тулҡын
Ҡолаҡтарҙа диңгеҙ шаулауы.
Өтәләнеп эҙләп тапты Вәғиз
Һалдат хатын.
Ишетелә бит Урал тауҙары...
Хат Гөлназға!
Йәшлек мөхәббәте!
Фамилияһы ла шул бит, шул!
Күҙен йомған егет «Вагизович...»
Публицистик рухта һуғарылған «Яттар ҡалҡмаҫ беҙҙе яҡларға!» поэмаһы башҡорт халҡының беренсе Президенты М.Ғ.Рәхимовҡа арналған. Әҙәби әҫәр тарихи үткәндәргә байҡау яһай, бөгөнгөнө уның аша баһаларға ынтыла. Бәхәс юҡ, ХХ быуат аҙағы – ХХI быуат башында илебеҙҙә, Башҡортостанда етәкселек һәм халыҡ араһында эшлекле мөнәсәбәттәр урынлаштырылып, бик файҙалы һәм кәрәкле эштәр башҡарылды. Ошо йәһәттән поэманың темаһы, проблемаһы бик актуаль:
Именлеккә терәү – берҙәм ғәмәл!
Берҙәм булһаҡ ҡына оторбоҙ.
Илебеҙҙең ҡото артһын, тиһәк,
Берҙәм булһын тыуған йортобоҙ!
Ил ҡеүәте именлектә генә, –
Имен булһын Ватан-Йортобоҙ!
«Милли хәтер» поэмаһы лиро-эпик сюжетҡа ҡоролған. Бөйөк грек философы Аристотелдең һүҙҙәре эпиграф итеп алынған. Поэмалағы ваҡиғалар ике быуын вәкилдәре яҙмышын эпик киңлектә тарихи ваҡиғалар аша һүрәтләй. Йәш, моңло егет Мораттың хыялында ла, төшөндә лә – Салауат арияһы һәм тағы ла халыҡ йырҙары:
Күптән йырланмаған был ария
Төштәренән китмәй Мораттың.
Ауылда, тәбиғәттә тыуып үҫкән Морат йыр аша барыһын да аңлай.
Йырҙа яҙмыш! Йырҙа – ғүмер!
Һәр бер һүҙе – утлы күмер.
Йыр-яҙмышты йырлар өсөн
Морат һала барлыҡ көсөн.
Тормош йырҙан ғына тормай шул. Минзәләлә тыуып үҫкән Морат Өфөлә уҡып, йыр аша үҙ асылына ҡайта, башҡорт халыҡ йырҙарына ғашиҡ була, уларҙы башҡарыу оҫтаһына әйләнә. Уңыш артынан уңыш, төрлө ҡалаларҙа гастролдәр. Бер ҡараһаң, тағы нимә кәрәк? Йәш егет ғашиҡ була:
Ҡазан ҡыҙы! Үткер, ныҡышмалы
Әсир итте йырсы Моратты.
Салауат арияһы менән күптәрҙе әсир итһә лә, төрлө урында ҡапҡалар асылһа ла, ҡатыны Рузәлиә Ҡазанға ҡайтырға өгөтләй. ХХ быуаттың 90-сы йылдарында:
Ә Ҡазанда, бөтә илдәгесә,
Үҙгәрештәр китте. Заманса.
Фатир юҡҡа сыҡты, күптәр эшһеҙ,
Тормош ҡайнай, әммә ҡазанса.
Морат тормош упҡынына тәгәрәй, «йәшел йылан» ҡолона әйләнә.
Һыҙлана ла, шомлана ла ҡарап
Ҡәҙере киткән йырсы иренә.
Белмәй ханым: гонаһтарҙың ҙуры –
Хыянат ул халҡың, илеңә.
Мораттың улы Ильяс та бик моңло бала булып үҫә. Поэманың дүртенсе бүлегендәге ваҡиғалар Ильяс яҙмышын һүрәтләүҙән башлана. Ул Италияла саксофон серҙәренә төшөнөп, ансамблдә эшләй башлай. Төрлө илдәргә гастролдәр башлана, уңышлы музыкант булып таныла.
Ә Парижға тулҡынланып керҙе
Морат улы – гусар ейәне.
Белә йыраҡ олатаһы уның
Яуҙа Парижғаса еткәнен,
Бынан ике йөҙ йыл элгәре...
Ильястың эштәре яйлы бара, Морат та аңына килә:
Ҡара йылан саҡты бер минеме?
Түгелме һуң ағыу шауҡымы
Зәғифләтер өсөн халҡым аңын,
Ҡырыр өсөн башҡорт тоҡомон???
Ҡара йылан!!!
Кем ул – ҡара йылан???
Был Морат күңелендә тыуған риторик һорау түгел, ә намыҫ талаптары. Шуға ла:
Дилбегәне ҡасан ысҡындырҙым?
Холҡом булдымы әллә бик йомшаҡ ?
Һай, егеттәр – тиңһеҙ яугирҙарыбыҙ,
Беҙ – тормошта серле бер йомғаҡ!
Поэманың алтынсы бүлегендә – кульминация. Эстонияла гастролдә Ильяс янына таныш булмаған кеше килә. Эстон егете Эдик башҡорт халыҡ йыры «Урал»ды башҡара. Уның менән танышыу бихисап сер йомғағын аса.
Буласаҡ ул ситтә көнөн күргән
Эстон башҡорттары бүләге!..
Ә Эдиктың ниәттәре ҙурҙан, –
Моратты бик килә күрәһе.
Поэманы эпилог менән тамамлай автор. Уға тиклем бик ҡыҙыҡлы фараз уҡыусыны уйға һала. 1790 йылда шведтарҙың ике карабы Рогервикка ут аса:
Мин ышанам, әсирҙәрҙе
Ҡотҡарыу ойошторған
Кинйә абыҙ!
Ошо хикәйәттәрҙән һуң Ильястың күңел донъяһының аҫты-өҫкә килә:
Күңел төпкөлөндә ойоп ятҡан
Милли хәтер биләп Ильясты,
Бар булмышын йомшаҡ, тулҡын-тулҡын
Иҫерткес бер тойғо, хис баҫты.
Милли асылға ҡайтыуҙың да төрлө юлдары бар. Ә был кеше затын ысын мәғәнәһендә оло трагедияларҙан һаҡлап алып ҡала. Бөгөн, ҡиблаларҙы һәр тарафтан эҙләгән саҡта, милли асылды һаҡлаусы булмышыбыҙға иғтибар итергә кәрәк.
Ел еләндәр елберләне:
Морат, Ильяс – сәхнәлә!
Туғыҙ баллы тулҡын ҡағып,
Тейә генә теңкәгә.
Улар Салауат арияһын Таллин сәхнәһендә өс тауышҡа: Морат, Ильяс, Эдик бергәләп йырлайҙар. Моң халыҡтарҙы берләштереүсе лә, дуҫлыҡ күпере булып ҡалҡыусы ғәжәп төшөнсә лә ул, тигән фекерҙе үткәрә автор «Милли хәтер» поэмаһында. Ф.Бәшированың ижадында «Салауат батыр һәйкәле янында» тигән шиғыр ҙа ошо теманы дауам иткәндәй.
«Мин ғәйепле түгел!!!» – 12 бүлектән торған лиро-эпик поэма. Заман темаһына ҡоролған әҫәрҙең нигеҙендә ғаилә һәм ил яҙмышының ХХ быуат аҙағындағы ваҡиғалары ята. Ғаиләләрҙе пыран-зыран килтергән эшһеҙлек, йәмғиәттәге зыялыларға тиҫкәре ҡараш, әҙәпһеҙлек кеүек күренештәр, «ҡырағай капитализм» тип нарыҡланып, бик күп «ҡара» ғәмәлдәрен башҡарҙы. Бер нисә сюжет һыҙығын үҙ эсенә алған поэманың төп героиняһы – уҡытыусы Зәбирә. Аҡсаһыҙлыҡтан йонсоған Зәбирә сауҙа өлкәһенә китеп, бурысҡа бата. Ире Илнур эшләп йөрөгән завод ябыла. Ике бала үҫеп килә.
Уй йомғағы күпме һүтелгәндер,
Күңел ҡуҙы күпме үртәлгәндер
Ошо төндә.
Ә төн көндәгесә
Үҙ вазифаһын үтәгәндер.
Зәбирәнең өҙгөләнеүенә
Сыҙай алмай ошо ике бала
Енәйәткә бара. Аҡса таба.
Ә төн быға ҡара пәрҙә яба...
Төндөң ҡара күҙҙәренә бағып,
Аҡса түгел, бала – байлыҡ тигән
Хәҡиҡәткә йәнә бер инанған
Ҡатын-әсә өсөн шул төн килгән....
Тормоштоң ошондай һөрөмлө мәлдәре ғаиләне иң ситкә этәрә. Зәбирәне хөкөм итәләр. Балалары оло етәксе исеменә ярлыҡау һорап яҙа, һәм ул указға ҡул ҡуя.
Шағирәнең «Хакер» поэмаһы динамик сюжетҡа ҡоролоп, сикле генә образдар системаһы менән эш итә. Самат һәм әсәһе. Аҡыллы, башлы егет виртуаль донъяға күскәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Уның иң яҡын дуҫы – төн. Виртуаль донъяла банктың хакерына әйләнеп, асҡысын Боряға бирә. Тик шул саҡта ғына баш китерлек хата яһағанын аңлай.
Ике донъяла егет:
«Сгинь!» тәҙрәгә әйҙәй, әйҙәй...
Тәҙрә ерҙән бик бейек...
Улы йөрөгәнде һиҙә әсә –
Торҙо, асты улы ишеген...
– Самат! Улыыыыым! Нишләйһең һин?!
Атылды ла уҡтай,
Эләктерҙе күлдәк итәген.
Һәм гөрҫ итеп ике кәүҙә ауҙы
Иҙән бетонына ҡаҡлығып...
Заман сире айырым кешеләрҙе генә түгел, ә тотош быуынды ялмап ала. Шуға ла был социаль мәсьәлә шағирә өсөн дә ят түгел.
Шағирә Фирҙәүес Бәшированың ижадында поэма жанры айырым урын алып тора. Әҫәрҙәр эпик ҡоласы, ижадсының тормош күренештәрен тәрәнерәк дөйөмләштерергә, поэтик образдарҙың ҙур мәғәнәле булыуына өлгәшергә ынтылыуы менән арбай, лирик геройҙың заманыбыҙ тураһында уйланыуы, фекер йөрөтөүе иғтибарҙы йәлеп итә.
Ғөмүмән, ил инәһе йәшенә еткән, халҡыбыҙҙың һүҙ сәнғәтенә арымай-талмай хеҙмәт иткән Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙының шиғриәтен байҡап сығып, шуны билдәләргә була: поэтик образдарҙың ерле һәм традицион булыуы, тематик даирәлә заман һулышы төп урынды алыуы, тәрән фекер һәм фәлсәфәүи уйланыуҙар лирик геройҙың кимәлен юғары күтәрә. Шуға ла шағирә тыуған еренә, Башҡортостанына ихлас һөйөүен йәшермәй, ҡанатланып ижад итә.