Все новости
Литературная критика
13 Сентября , 14:05

«Шиғырҙарым – балаларым»

Шағир һәм педагогия фәндәре кандидаты Фәрүәз Сәйфуллинды күреп белмәһәм дә, интернет аша шиғырҙары менән яҡшы танышмын. Ғөмүмән, ваҡытлы матбуғатта һәм интернет селтәрендә әҙәби яңылыҡтар һәм шағирҙар ижады хаҡында уҡып, күҙәтеп барырға тырышам, шәхси китапханамда ла башҡорт әҙәбиәте, поэзияһы һәм прозаһы буйынса йөҙәрләгән китап тупланған. Хәҙерге йәштәр ижадына ла битараф түгелмен. Ысын яҙыусыға күп уҡырға, күп эшләргә һәм эҙләнергә кәрәк. Ә инде шағир ижад иткән әҫәр­ҙәрҙең йөкмәткеһе формаһы менән үрелеп барһа, яҙғандары уҡымлылығы менән ҡыуандыра. Мәҡәләм геройы ана шундайҙар рәтенән.

«Шиғырҙарым – балаларым»
«Шиғырҙарым – балаларым»

Булыр бала – биләүҙән

Фәрүәз Әбдрәфиҡ улы оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләгән һәм ҙур тырышлығы арҡаһында профессор дәрәжәһенә күтәрелгән ғалим-педагог. Тиҫтәгә яҡын китап һәм йөҙәрләгән фәнни монография авторы. Шуларҙың «Ғәфү ит» (2005), «Юғалтыу һағыштары» (2012), «Мин – сәскәһе башҡорттоң» (2018), «Йәшәү көсө» (2020), «Бар әле, бар…» (2021), «Сәбәбе бар» (2022), «Незабываемые события» (2021) исемлеләре әҙәби китаптар булһа, ҡалғандары – студенттар һәм дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн монографиялар. Быларҙан тыш авторҙың матбуғат биттәрендә педагогия һәм тәрбиә мәсьәләләренә ҡағылған йөҙәрләгән фәнни мәҡәләһе донъя күргән.
«Мин ғүмер буйына уҡытыусы һөнәренә, педагогикаға ғашиҡ булып йәшәнем. Фән – минең юлдашым да, иптәшем дә, кәңәшсем дә булды, – тип яҙа Фәрүәз Әбдрәфиҡ улы «Үҙем» исемле китабында. – Педагогикалағы асыштарым һәм фәндәге уңыштарым тиҫтәгә яҡын ғилми китаптарымда урын алған. Шул уҡ ваҡытта ижад уң ҡанатым булды, тормошомда алға ынтылыш, йәм һәм күркәмлек биреп торҙо. Әйткәндәй, былар тураһында ла минең автобиографик китабымда яҙылған».
Ғәҙәттә, тәнҡит мәҡәләһе яҙғанда «Нимә ул ижад?», «Һәйбәт шиғыр ниндәй була?», «Ҡасан яҙа башлаған?» тигән һорауҙарға ла яуап эҙләйһең. Уларға яуапты шағирҙың әлеге «Үҙем» исемле китабында табырға була: баҡһаң, буласаҡ әҙип бала сағында уҡ бөйөк кеше булырға хыялланған икән! Был хыялын тормошҡа ашырыу өсөн ул янғын һүндерергә лә, һыуға батҡан кешене ҡотҡарырға ла әҙер йөрөгән. «...Тик ауылыбыҙҙа ундай хәл-ваҡиғалар булманы, шунлыҡтан мин яҙыусы булырға ҡарар иттем, – тип яҙа автор. – Ни өсөн тигәндә ташҡа баҫылған юйылмай ул. Яҙыусыларҙы ла онотмайҙар: китаптарын уҡыйҙар, әҫәрҙәрен өйрәнәләр. Тимәк, улар яҙған әҫәрҙәр мәңгелек!» Был уйҙарына ҡыуанған бәләкәй Фәрүәз ябай ғына бер дәфтәр тышына: «Башҡорт халыҡ яҙыусыһы «Фәрүәз Сәйфи (роман)» тип теркәгәндән һуң, эсен тултырып ниҙер яҙа ла, еңгәһенә күрһәтә. Йәш кенә булһа ла, уныһы ҡәйнешенең ҡанатын киҫмәй: «Был, моғайын, роман булып етмәҫтер, повестыр», – ти. Бына шулай еңгәһенең хуплау һүҙҙәре уның яҙыусы булырға тигән теләген нығыта.
Максим Горькийҙың: «Әҙәбиәт – кеше тураһындағы фән ул», тигән тәрән мәғәнәле һүҙҙәре бар. Ни яғы менән арбаны һуң мине Фәрүәз Сәйфуллиндың йыйынтыҡтары? Бер һүҙ менән әйткәндә, авторҙың тыуған ер, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре, заман үҙгәрешенең кеше рухына мөнәсәбәте кеүек темалар күтәреүе менән һоҡландыра. «Үҙем»дә лә, «Сәбәбе бар», «Бар әле, бар» исемле йыйынтыҡтарында ла ул бөгөнгө заман кешеләренең йәшәйешен, донъяға ҡараштарын, уй-теләктәрен нисек бар, шулай тасуирлай. Әгәр шиғриәттең төп бурысы күңелдә юғары хистәр уятыу һәм аҡылыбыҙҙы кешелектең тормош тәжрибәһе менән байытыуға йүнәлтелгән икән, быны Фәрүәз Әбдрәфиҡ улы бик яҡшы төшөнөп ижад итә. Заман кәйефен сағылдырғанда авторҙың зарланмауы, киреһенсә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, рухи ныҡлыҡ һаҡларға өйрәтеүе һоҡландыра. Дөрөҫлөктө, ғәҙеллекте сағылдырған әҫәрҙәре уҡыусыға күптән көтөлгән ямғыр төҫлө тәьҫир итә.
Уҙған йыл аҙағында нәшер ителгән «Әлдә һеҙ бар...» исемле йәнә лә бер яңы китабы иғтибарға лайыҡ. Уныһы инде үҙе бер донъя һәм тикшеренеүсеһен көтә. Мәрҙәс, Фәрүәз Әбдрәфиҡ улы!
Артабанғы һүҙемде М.Горькийҙың: «Талант эшкә мөхәббәт менән ҡарау хисенән үҫә генә» тигән һүҙҙәренә алып барып бәйләйем дә, иғтибарығыҙҙы әҙәби ижадта онотолоп хеҙмәт итеүен сағылдырған бер шиғырына йүнәлтәм:

Ең һыҙғанып, илһамланып
Эй, ер ҡаҙам.
Юҡ, ҡаҙмайым, ә тупраҡҡа
Шиғыр яҙам.
Ҡулымдағы тимер көрәк –
Осло ҡәләм.
Яҙғанымды Ҡояш уҡый,
Уҡый Ғаләм.
Юллап, юллап бар баҡсамды
Ҡаҙып үтәм.
Шиғырҙарым – гөл, сәскәләр
Үҫкән түтәл («Шиғырҙарым»).

Фәрүәз Әбдрәфиҡ улы Сәйфуллин шағир ғына түгел, прозаик һәм сатирик та. Хикәйәләрҙән тыш, ул республикабыҙҙа нәшер ителгән берҙән-бер сатира һәм юмор журналы – «Һәнәк»тә шиғри фельетондары менән дә сығыш яһай. Республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре Роберт Байымов, ҡурайсы Ғата Сөләймәнов, Р.Хисаметдинова, Ә.Әбүбәкирова, Б.Шәрипова, Х.Хәйбуллин кеүек шәхестәргә арнап бағышлауҙар, арнауҙар яҙған, дүрт һәм һигеҙ юллыҡтар ижад иткән.
Шағир халҡыбыҙҙың 1949 йылдың 7 июлендә Ишембай районының Һәләүек буйында ултырған Этҡол исемле бик матур ауылда колхозсы ғаиләһендә тыуып үҫкән. 1966 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын үҙ ауылындағы «Ҡыҙыл Урал» колхозында бер аҙ эшләп, өҫтөн бөтәйтеп алғас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә (1967–1972). Алда әйтелгәнсә, буласаҡ шағир һәм фән эшмәкәре мәғариф системаһының бөтә баҫҡыстарын да тиерлек үтеп сыға. Был ҙур эште ул 1970 йылда БДУ-ла ситтән тороп уҡыу бүлегенә күскәс тә тормошҡа ашыра башлай: башта – Мәләүез районының Боһорман урта мәктәбендә, артабан Ишембай районының Кинйәкәй һигеҙ йыллыҡ һәм Уразбай туғыҙ йыллыҡ мәктәптәрендә эшләй. 1973 йылдың майында хәрби хеҙмәткә саҡырылып, Германия Демократик Республикаһында хеҙмәт итә. Әрме хеҙмәтенән һуң тыуған ауылына яҡын ғына ятҡан Уразбай мәктәбендә эшләй, унан һуң Ғафури районының Ҡурғашлы урта мәктәбенә күсерелә.
Артабанғы йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының педагогика кафедраһында ассистент була. 1985 йылда Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтының көндөҙгө аспирантураһын тамамлағандан һуң педагогия фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжәгә эйә була. Был юҫыҡтағы хеҙмәтен ул Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында, унан һуң Башҡорт дәүләт университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия һәм Сибай педагогия институттарында дауам итә, төрлө йылдарҙа кафедра мөдире, декан вазифаларын башҡара.
Ғүмер буйына мәғариф өлкәһендә эшләү, фәнни-методик ҡулланмалар, монографиялар яҙыу менән бергә әҙәби ижад менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Институтта студенттарға белем биреү менән бер рәттән Фәрүәз Сәйфуллин Сибайҙағы 13-сө һанлы мәктәптә, Сибай гимназия-интернатында ғилми консультант булып эшләй, гимназия кластарында белем биреүҙең йөкмәткеһен яңыртыу, мәктәп системаһында уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү кеүек мәсьәләләр менән шөғөлләнә. Яңы нәшер ителә башлаған «Атайсал» гәзите менән хеҙмәттәшлек итеп, уҡыусы-студенттарының ижади һәм фәнни эштәрен яҡтыртыу мәсьәләһен дә ҡайғырта, уларҙы хәбәрнамә, репортаж, очерк, нәҫер, хикәйә, новелла, шиғыр, сценарий, реферат, рецензия, баһаламалар яҙырға өйрәтә. Уҡыусыларының ижад емештәре республика баҫмаларында донъя күрә. Үҙенең мәҡәләләре «Народное образование» (1996), «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналдарында (1998) баҫыла.
Эшенә күрә – хөрмәте, тигәндәй, Сибайҙа эшләгән йылдарҙағы уңыштары өсөн Фәрүәз Әбдрәфиҡ улына «Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Шағир әле Баймаҡ районының Төркмән ауылында ғүмер итә. Шиғыр-хикәйәләре, фельетондары һәм юмористик әҫәрҙәре ваҡытлы матбуғатта даими баҫылып тора. Бына шулай урау-урау юлдар уҙып, шиғриәткә килгән Фәрүәз Сәйфуллин.


«Илһамланып ғүмер бирәм...»

Шиғри йыйынтыҡтары еңел уҡыла шағирҙың, улар менән танышҡанда үҙеңде автор менән рухташ, моңдаш һәм фекерҙәш итеп тояһың. Ҡабат-ҡабат уҡыйһың да, уйланаһың... Интернетта әҫәрҙәрен күргәс тә улар миңә тымыҡ көҙ көнөндә тәҙрә аша өҫтәлемә килеп төшкән сағыу саған япраҡтарын хәтерләтте. Фәрүәз Сәйфуллин – сағыу ижадсы. Бар жанрҙарҙа ла уңышлы эшләй. Шиғырҙары ла, ҡарт саған япраҡтарылай, үҙ ағасынан алыҫҡа төшмәгән, туған тупрағына түшәлгән.
Фәрүәз Әбдрәфиҡ улы бөгөн дә шиғри донъяһынан бер минутҡа ла айы­рылмай. «Яңы шиғыр тыуыуы минең өсөн үҙе ҙур бәхет, – тип һөйләй ул, – әммә илһам тигәндә, мин күңелемдең гөлт итеп ҡабынған мәлен генә күҙ уңында тотам. Был мәл, бәлки, теләк менән кәйефтең бәхетле ҡушылыуынан барлыҡҡа килә торғандыр? Әлбиттә, ҡулға ҡәләм алырға саҡырған минуттар һәр ижадсыға төрлө шарттарҙа килергә мөмкин. Йәнә лә шул: яҙасаҡ әйберемде күңелдән үткәрмәй тороп башлама­йым, шағирҙың профессиональ «сире», йәғни илһам килеү мәле күктән төшмәй ул, ерҙән килә». Әйтелгәндәргә өҫтәп, был сығанаҡ шағирҙың тәбиғәтендә, тиер инем. Йәғни илһамлы ижад шағирҙың тотош ғүмере һәм биографияһынан һығып алынған күңел байлығы ул. Хәйер, был турала «Бәлки...» исемле шиғырында яҡшыраҡ әйтелә:

Ҡулымда – шиғыр китабы,
Ул әле яҙылмаған.
Бәлки, яҙырмын. Хыялдың
Сиктәре ябылмаған...
Амин, шулай була күрһен!

Күңелгә ятышлы шиғырҙар композицияһы, динамикаһы, теүәл интонацияһы менән дә айырыла. Тәрән психологик кисерештәр һәм йән ғазаптары аша тыуған шиғырҙары ата-әсәгә балаһы нисек ҡәҙерле, уға ла шулай уҡ ҡәҙерлелер.

Ҡыҙған мейесме ни –
Эҫе тән.
Шиғыр сығып килә
Йөрәктән.
Мин бешергән рухи
Икмәктән.
Ауыҙ итсе... Аллаһ
Йөкмәткән
Мин – шағирға үтә
Ҙур бурыс.
Үтәмәһәм, оят,
Ҡурҡыныс.
Шиғыр сығып килә
Йөрәктән...
Күңелеңдең боҙон
Иретһә,
Дөрөҫ йәшәү юлын
Өйрәтһә,
Аллаһ алдында мин
Таҙамын.
Яҙамын («Яҙам»).

Яҡшы шиғыр нисек тыуа? Шағирҙың ғүмер биргән «балалары» оҙаҡ йәшәрҙәрме? Был һорауға шағир былай яуап бирә: «...Шәхсән сафландыра, рухландыра, көс бирә торған шиғырҙар яҙырға тырышам мин. Һәр яңы шиғырымдың тыуыуы миңә шатлыҡ, ләззәт алып килһә лә, барыһы ла йән һәм аҡыл ғазабы һәм һыҙланыуҙар аша тыуа. Һәйбәт шиғыр оҙон булмай ул, ә ҡыҫҡалары сибәр ҡыҙҙар ҡолағындағы алтын алҡалай ялтлап тора. Хатта сәскәләремә, йәшелсәләремә һыу һипкәндә лә уларға ҡарап һоҡланыуҙан яңы юлдар тыуа. Яҙғас-яҙғас, шиғырың уҡымлы булырға тейеш. Бына, мәҫәлән, бөгөнгө шиғриәттә шиғыр яҙыусылар бик күп булһа ла, араларында уҡымлы шиғыр яҙыусылар һирәк осрай, бер уҡығандан һуң ни яҙғаны онотолған авторҙар ҙа бар». Асылда хаҡ һүҙҙәр, әйтелгәнгә күҙ йомоп булмай. Шиғырҙың темаһы, рифма-ритмы бар, ә бына мәғәнәһе юҡ. Бөҙрә һүҙҙәр менән ҡаймаланған бындай шиғырҙар ғүмерле буласаҡ, тип кем әйтер?
«Шағирлыҡ кешегә тәбиғәттән һалынһа ла, оҫталығы шиғриәткә ниндәйҙер яңылыҡ алып килеүгә йүнәлтелгән була. Һәйбәт шиғыр үҙенән-үҙе генә яҙылмай, бының өсөн тир түгергә кәрәк, – тип иҫәпләй Фәрүәз Әбдрафиҡ улы. – Минең дә «шиғыр тыуҙырмаған» көндәрем бар. Әммә илһам юҡ, тип көтөп ултырмайым, даими яҙырға тырышам. Ундай саҡтарҙа шиғырҙар мине түгел, мин үҙем уларҙы эҙләп табам. Был минең әлеге ваҡыттағы төп эшем. Иҫән сағымда күңелемә килгән «балаларыма» ғүмер биреп, йыйынтыҡтарға туплап, алдағы быуындарға ҡалдырырға тырышам».
Шағирҙың әҫәрҙәренең йәнә лә бер ыңғай сифаты – уларҙа юмор, йәғни шаяртыу, төрттөрөү кеүек элементтар ҡулланылыуында. Фәрүәз Әбдрәфиҡ улы хатта тәнҡитте лә нисектер йылы ғына итеп әйтә белә.
...Әүәл-әүәлдән шиғриәт юғары һәләтлеләр өлөшө иҫәпләнгән. Һәләтһеҙ кеше күпме генә көсәнмәһен, барыбер шағир була алмай. Әммә тыумыштан килгән һәләте була тороп та, үҙе өҫтөндә эшләмәгән шағирҙың да һәләте асылмаясаҡ. Сер түгел: бөгөнгө әҙәбиәттә шиғырҙың яңғырашын ниндәйҙер алымдар, формалар ҡулланып асырға тырышыу менән мауығыуҙар ҙа осрай. Ә бит шиғриәттең тылсымы иң элек шағирҙың яҙмышына, тормош тәжрибәһенә, ижадының халыҡҡа һәм заманға мөнәсәбәтенә бәйләнгән. Ижад иһә Фәрүәз Сәйфуллин өсөн кәсеп түгел, ә етди һәм табынып ҡарай торған көсөргәнешле аҡыл эше. Телдең ҡәҙерен, һүҙҙең бәҫен белергә һәм ихтирам итергә, уҡыусыға зауыҡлы шиғырҙар бүләк итергә саҡыра әҙип. Тағы ла бер миҫал килтерәйек:

Тышы матур был китаптың,
Сәскәһе бар, һүрәте.
Тәү күреүҙән һоҡландырып
Ғашиҡ итте, әүрәтте.
...Эсен астым, эсе тулы
Шиғырҙар, поэмалар!
Уҡыйым. Уҡығандар
Хәтерҙән юйылалар («Көсө юҡ»).

Фәрүәз Сәйфуллин шиғриәтенең йәнә лә бер үҙенсәлеге – фекер тәрәнлеге. Ниндәйҙер бер бәләкәй генә ваҡиға йәки күренеш хаҡында уҡыусыны уйландырырлыҡ фекер һалып ышандыра. Шиғырҙары формаһы менән дә бер төрлө түгелдәр уның: ҡайһылары уҡыусыны йәнле аралашыуға, бәхәскә саҡырһа, икенселәре шиғри-монолог, шиғри мөрәжәғәт булып яңғырай. Шуларҙың береһе «Башһыҙ» тип атала:

Башһыҙ кеше буламы ул?
Була икән – мин күрҙем.
Күҙе лә бар, танауы ла,
Ә башы юҡ ул ирҙең.
Баш булмағас, фекер ҙә юҡ.
Фекерҙе ситтән ала.
Бер ҡараһаң, мыйыҡлы ир,
Бер ҡараһаң, ул – бала.
Баһаһы юҡ. Уны-быны
Баһалап һайлай алмай.
Уның кеүек ауыр эшкә
Бүтән кешене яллай.
Насарҙы ла матур, тиһәң,
Ул ышана шунда уҡ.
...Күҙе лә бар, танауы ла,
Сәсе лә бар – башы юҡ.

Ғәҙәттә, һәр әҙиптең үҙ эстетик принциптары була. Ә инде әҙәби саралар, фекер һәм хис-тойғолар сюжетына ҡоролған шиғырҙарҙа логика, эске эмоциональ буяуҙар, йәнле һүрәттәр булыу өҫтөнә, ябай һәм образлы тел, композиция һәм интонация теүәллеге лә ҡушылһа, әҫәрҙең тәьҫир көсө күпкә отошло була. Лирик герой кисерештәрен асып биреүҙә ҙур роль уйнаған һәм уңышлы ҡулланылған эпитеттар, ҡабатлауҙар, ҡанатлы һүҙҙәр, ҡаймалау, паузалар, тәбиғәт күренештәрен тасуирлау, уңышлы сағыштырыуҙар ҙа әҫәрҙе балҡытып ебәрә.

Сибай йоҡлай. Мин бер үҙем
Уяу шикелле әле.
Яңы шиғыр тыуып килә:
Илһамдың ташҡан мәле.
Күңелем – шиғыр баҡсаһы.
Шиғырҙар тулып тора.
Яҙғандары осоп китә,
Яңылар тыуып тора.
Ритмдарын бирә йөрәк,
Рифмаларын – телем.
Үлемһеҙ бер шиғыр булып
Ҡалһам ине – теләгем («Шиғыр баҡсаһы»).

Әҫәрҙәрендә тон, интонация, логик баҫым, рифма, ритм, һорау, өндәү һөйләмдәр, ҡабатлауҙар, рефрендар, айырым һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе һәм айырым строфаларҙы ҡабатлау, йомғаҡлауҙы ике, өс йәки биш юллыҡтар менән тамамлап ҡуйыу, һорау, өндәү һөйләмдәрҙең әүҙем ҡулланылышы ла шиғыр техникаһын яҡшы белеүен һөйләй. Әйткәндәй, ҡайһы бер шиғри юлдары күптән ҡанатлы һүҙҙәргә әйләнгән. Поэзияла киң таралған строфаларҙан – аралаш рифма менән яҙылған дүрт юллыҡтар, унға туғыҙ, һигеҙгә ете, һигеҙгә дүрт, һигеҙгә биш кеүек строфалар менән эшләүе – быларҙың барыһы ла шағир оҫталығының юғары бейеклеккә күтәрелеүен билдәләй:

Бармаҡ менән шиғыр яҙҙым
Аҡ ҡарға.
Шиғырымды ҡояш хуплап
Баш ҡаға.
Турғай, ана, бик тырышып
Көй һайлай.
Шиғырымды көйгә һалып,
Эй, һайрай!
Көтмәгәндә, ҡар туҙҙырып,
Ел иҫте.
Шиғырым юҡ: осоп китте
Ҡар өҫтө.
Шиғыр китте илем буйлап
Ел менән.
...Мин ҡояшты шатландырҙым
Тел менән («Ҡояш»).

Әммә шиғыр үлсәмен үҙгәртеп кенә яңы шиғыр хасил булмай. Әгәр шағир, ысынлап та, яҡшы рәссам икән, әҫәрҙәрендә тормоштоң иң кәрәкле, иң әһәмиәтле яҡтарын ғына һүрәтләй. Был инде уның күҙәтеүсәнлегенән, донъяны аңлауынан, кешеләрҙе һәм тормошто яратыуынан килә:

Күңелем киң. Киң булһа ла,
Хистәрем унда һыймай.
Шиғыр булып тышҡа сыға,
Ҡулдарым яҙып туймай.
Һоҡландыра яҡшылыҡтар,
Яҡтылыҡтар, матурлыҡ.
Нисек шуларҙы күреп тә,
Шиғыр яҙмай ятырһың?
Һөйөү хисе – әҙер шиғыр,
Ритм, рифма бар унда.
Күңелемдән урғып сыға:
Уға урын тар унда.
Эй, хистәрем иңләп-буйлап
Гиҙеп йөрөй Ғаләмде.
Шиғыр тыуа... Яҙыр өсөн
Ослап торам ҡәләмде («Хистәрем»).


«Һәләүегем, шиғырымды көйгә һалып, йырлап аҡты...»

Фәрүәз Сәйфуллин – заман һулышын үтә лә һиҙгер тойған тыуған яҡ йырсыһы. Уның шиғриәте сикһеҙ мөхәббәт һәм ихлас хис-тойғолар менән һуғарылған. Шағир өсөн үҙ яғының ҡыштары һәм яҙҙары, йәйҙәре һәм көҙҙәре күпкә гүзәлерәк һәм ҡәҙерлерәк, күпкә мөғжизәлерәк.
«Тәбиғәт тураһындағы шиғырҙар мине лирик жанр булараҡ нығыраҡ арбай, – тип белдерә Фәрүәз Әбдрәфиҡ улы. – Мин тәбиғәтте үлеп китеп яратам: уның һәр мәле гүзәл! Шуғамылыр, яҙғандарымдың яртыһынан күбеһе тәбиғәткә һоҡланыуҙан тыуған. Ғөмүмән, мин донъяны нисек күрәм, нисек тоям, шулай яҙам. Ысын күңелдән яҙам. Бөҙрә һүҙҙәр эҙләмәйем, алдашыуҙы яратмайым».
Фәрүәз Сәйфуллиндың кеше һәм тәбиғәт мөнәсәбәттәренә ҡоролған ошондай шиғырҙары ниндәйҙер йәтеш кенә сюжетҡа ҡоролған:
Ауылыма ҡайттым, ауылыма!
Бала саҡҡа ҡайттым, йәшлеккә.
Тыуған ауылым оҡшап тора минең
Бәүелеп үҫкән ағас бишеккә.
Атай йорто! Ана, кескәй генә,
Ә һыйҙырған бөтә донъяны.
Башҡа ерҙә унан ҡәҙерлерәк,
Һөйкөмлөрәк башҡа йорт бармы? («Ҡайттым»).

Лирик геройҙары ла бер-береһенә оҡшамаған авторҙың, кәйеф торошо, холоҡ-фиғелдәре менән айырылып торалар. Йә үтә лә сабыр, йә уйсан-һағышлы, хатта бер аҙ уҫалыраҡтар ҙа. Әммә изге күңеллеләр. Уларҙың эске кисерештәрен тасуирлағанда автор кешенең холоҡ-фиғелен тәбиғәт күренештәре менән параллель ҡуйып һүрәтләп тора ла, ниндәйҙер уртаҡ сифаттарҙы табып, дөйөмләштереүҙәр яһай. Ә инде тормоштағы етешһеҙлектәрҙе, кире үҙгәрештәрҙе тасуирлағанда уҡыусыны битарафлыҡтан сығарырлыҡ һорауҙар ҡуя, заман үҙгәрештәре алдында баҙап ҡалмаҫҡа, тормош һынауҙарын еңә белергә саҡыра:

Кәкүктәр мине уята
Иртүк йоҡонан.
Торам да ҡояш нурына
Сумып ҡойонам.
Йылы елдәр сал ҡаплаған
Сәсемде тарай.
Баш осонда миңә ҡарап,
Һандуғас һайрай.
Күңелемдә шиғыр булып
Хистәр урғыла.
Тыуған ауылым ихлас итеп
Наҙлай шул ғына («Наҙ»).

Кеше һәм тәбиғәт бер-береһенә күҙгә күренмәҫ мең-мең ептәр менән бәйләнгән. Тәбиғәттең дә кешеләрҙә була торған ҡаршылыҡлы драматизм менән һуғарылған эске донъяһы бар, ул тере! Ай, Ҡояш, йондоҙҙар, ел, күк хужаһы бөркөттәр, тупраҡта көн итеүсе күҙгә күренмәҫ бөжәктәр, үлән-гөлдәр, күбәләктәр, урман, йылға-күлдәр һәм балыҡтар... – былар барыһы ла Тәбиғәт-әсәбеҙҙең бер өлөшө. Ә беҙ, кешеләр, шуны аңлайбыҙмы? Ҡәҙерләйбеҙме? Ер байлығын артыҡ тәләфләмәйбеҙме? Бына нимә өсөн хафалана Шағир. Һәм был фекер ҡыҙыл еп булып бер әҫәрҙән икенсеһенә күсә бара – алдағы юлдарҙа һүҙ шул турала:
Үҙгәреүҙе талап итә
Тәбиғәт һинән, минән.
Боҙолғанбыҙ: тәбиғилек
Юғалған хәҙер беҙҙән.
Яһалмалыҡ күҙебеҙҙә,
Йөҙөбөҙҙә, һүҙебеҙҙә...
Илар урында көләбеҙ,
Күңел һайыҡҡан шул, тар.
Тәбиғәт беҙгә үсеккән...
Үсекһә, сәбәбе бар... («Сәбәбе бар»).

Ағастарҙа япраҡтар ҙа
Һирәгәйә.
Көҙгө ел йүгертеп уны
Ергә йәйә.
Ер ҡәҙерен белә ағас:
Ер булмаһа, ағас та юҡ.
Япраҡ түшәй ҡышын ерҙе
Өшөтмәһен, тиеп һыуыҡ.
Ағастарҙың был хәстәре
Аңға лайыҡ.
...Аңһыҙҙар ҙа аҡыл бирә –
Уйланайыҡ («Ер ҡәҙере»).

Эшсән әҙип һикһәндең үренә күтәрелгәндә лә шиғриәт тип йән ата һәм өҙлөкһөҙ ижад итә, башҡорт әҙәбиәтен байытыуға көсөн һала. Әммә хеҙмәтенә күрә баһаһы ла булырға тейеш. Шул яҡтан ҡараһаҡ, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкованың «Башҡортостан» гәзитендә сыҡҡан мәҡәләһен иҫәпкә алмағанда, ни сәбәптәндер уның ижадына бағышланған әҙәби-тәнҡит хеҙмәттәр юҡ. Быны әҙип үҙенең аралашыу даирәһе тарлығы, ғүмеренең эш менән үтеүе, шуға өҫтәп халыҡҡа күренеп, үҙен күрһәтеп йөрөргә яратмауы менән аңлатһа ла, хата киләсәктә төҙәтелер, алдағы йылдарҙа әҙәбиәт һәм тел белгестәре, тәнҡитселәр тарафынан киң ҡырлы ижадына ғәҙел баһа бирелер, тигән уйҙамын.
Киләһе йылдарҙа шағир ижады көҙгө саған япраҡтарылай балҡып уҡыусылар күңеленә барып етеүенә иманым камил. Шағирҙың әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтенең бер ҡаҙанышы булараҡ ҡабул ителер.

Автор:Миләүшә ГОДБОДЬ (ҠОЛМӨХӘМӘТОВА), Чехия Республикаһы
Читайте нас: