Йыйынтыҡта тәүҙә повестар бирелһә лә, һүҙемде хикәйәләрҙән башлағым килә. Бының үҙ сәбәбе бар, сөнки М.Ҡаһарманова әҙәбиәт майҙанына «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Нур усағы» (1994), «Нағыш» (1996) тупланмаларындағы шиғри йыйынтыҡтары менән килеп инһә лә, артабанғы «Күңелем йылы теләй» (2014), «Бетерә шаршыһы» (2017, 2021), «Вахта» (2023) тигән йыйынтыҡтар аша үҙен хәҙерге башҡорт прозаһында ең һыҙғанып ижад иткән һәм ысын мәғәнәһендә өлгөрөп еткән хикәйәсе итеп танытты.
М.Ҡаһарманова китаптарының донъя күргән йылдарына иғтибар иткәндә, уның шиғри йыйынтыҡтарынан һуң байтаҡ ҡына пауза булып тороуы иғтибарҙы йәлеп итә. Нимә был, автор тормош мәшәҡәттәренә күмелгәнме ул осорҙа, әллә, киреһенсә, алдағы ижадына мая туплағанмы? Ни булһа ла булғандыр, тик шуныһы бәхәсһеҙ: һуңғы йылдарҙа проза йыйынтыҡтарының бер-бер артлы сығып тороуына ҡарағанда, әҙибә ул осорҙа «тормош прозаһын» ныҡлап өйрәнгәнгә оҡшай, сөнки прозаик булыр өсөн, иң беренсе сиратта, тормошто төрлө яҡлап өйрәнергә кәрәк икәнлеген был жанрҙа ижад иткән бер генә ҡәләм оҫтаһы ла инҡар итмәҫ, моғайын. Хәҙерге осор башҡорт әҙәбиәтендә М.Ҡаһарманова хикәйә жанрының үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уның бөтә нескәлектәрен тойоп, шуларҙы үҙенең ижад процесында оҫта ҡулланып ижад иткән һәм иҫ киткес бай, һутлы тел менән яҙылған хикәйәләрендә милли колоритлы характерҙар тыуҙырыуҙа ҙур ғына уңыштарға өлгәшкән әҙибәләрҙең береһе иҫәпләнә, тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин.
«Һүрәтләнә торған ваҡиғаның башҡарылыу оҙайлығы мәсьәләһендә хикәйә, повесть һәм романдар менән ярыша алмай: унда күбеһенсә бер йәки бер нисә көн эсендә булып уҙған ваҡиға һүрәтләнә. Жанрҙың бындай үҙенсәлектәре хикәйә яҙыусы әҙиптәр алдына ҡатмарлы бурыстар ҡуя. Авторҙың оҫталығы шунда күренә: бер генә ваҡиғаны һынландырыу аша ла ул тормоштоң типик һәм иң әһәмиәтле яҡтарын аса белергә тейеш. Быға яҙыусылар хикәйәләрҙең тығыҙлығы һәм тәрән мәғәнәле ҡыҫҡалығы аша ирешәләр. Әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғаға тиклемге һәм унан һуңғы хәлдәрҙе хикәйә менән бирә белеү ҙә был мәсьәләлә ҙур әһәмиәткә эйә», – тип аңлата күренекле әҙәбиәт белгесе Ким Әхмәтйәнов (Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт теорияһы. – Үҙгәрешле 3-сө баҫма. – Өфө: Китап, 2003, 308-се бит). Аңлашылыуынса, тап ана шул ҡыҫҡалыҡ, ыҡсымлыҡ хикәйә жанрының төп үҙенсәлектәрен тәшкил итеү менән бергә, уға мөһим идея нагрузкаһы ла йөкмәтә: бер һүҙ менән әйткәндә, хикәйәләге һәр һөйләм, хатта ҡайһы саҡта айырым бер һүҙ, унда һүрәтләнгән һәр деталь-образ әҫәрҙең сюжет үҫтерелешен билдәләүҙә, идея-тематик йөкмәткеһен асыуҙа ниндәйҙер роль уйнай. Тиккә генә ҡайһы бер әҙәбиәт белгестәре хикәйәне «сжатый роман» («ҡыҫылған роман») тип атамай.
М.Ҡаһарманова хикәйәләрендә ошонда һүҙ барған художество үҙенсәлектәрҙе өйрәнеү ниәтендә, йыйынтығына исем биргән «Зәңгәр төймә» әҫәренә ентекләберәк туҡталып китәйек. Әйткәндәй, төймә деталь-образы беҙҙең башҡорт шиғриәтендә лә, шулай уҡ прозала ла ярайһы ғына йыш ҡулланылған образдарҙан һанала. Күптәрегеҙ, моғайын, уҡығандыр: һуңғы йылдарҙа танылған прозаик Мөнир Ҡунафиндың да «Тәгәрәп китте бер төймә...» тигән хикәйәһе донъя күргән ине. Хатта М.Ҡаһарманованың «Зәңгәр төймә» китабының зәңгәр генә тышлығындағы һүрәттә өҙөлөп төшкән төймәнән ҡалған еп һүрентеһен шәйләгәс, баштан: «Ата-аҡ?! Мөнир Ҡунафиндың да төймәһе өҙөлөп төшөп, әллә-ә ҡайҙа тәгәрәп киткән ине, инде Миләүшәнеке?..» – тигән уй йүгереп үтте. Тик Миләүшәнең ярым этнографик мотивҡа ҡоролған хикәйәһендәге зәңгәр төймәнең яҙмышы бөтөнләй башҡаса булып сыҡты.
Йөкмәткенән аңлашылыуынса, әҫәрҙәге хәл-ваҡиғалар үткән быуаттың 30–40-сы йылдарында барғанға оҡшай. Быны әҫәрҙең экспозиция өлөшөндә өс бисәһен «пыр» туҙҙырып йөрөп ятҡан сағында өйгә килеп ингән суфый дәрүиштең: «Тоталмағас, ни ниәттән ҡатындарҙы өсәү итеп ебәрҙең? Нәфсеме был, әллә башҡа сәбәпме?» – тигән һорауына төп персонаждарҙың береһе булған Хафиздың: «Өсөнсө ҡатынды мин анау аслыҡ йылдары ҡалаға сауҙаға барғанда табып алып ҡайттым. 13-14 йәштәрҙәге генә бала ине, аслыҡтан миктәп, ҡала ситенә сығып ҡолағайны...» – тигән һүҙҙәре лә раҫлай. Бында уның «анау аслыҡ йылдары» тигәне 1921 йылғы йот йылы булып сыға, тип фаразларға мөмкин.
Үрҙә ҡайһы бер әҙәбиәт белгестәренең хикәйәне «ҡыҫылған роман» тип атауы тураһында әйтеп кителгән ине. Йәғни китап уҡыусыға, әҫәр туҡымаһында беленер-беленмәҫ кенә күренеп торған «һүренте еп»те тартып сығарып, уны ипләп кенә тағата-тағата, романдарға һыйғыһыҙ хәл-ваҡиғалар, кеше яҙмыштары тураһында мәғлүмәт бирә оҫта хикәйәсе. Шул рәүешле, М.Ҡаһарманованың һүҙ барған хикәйәһендә төп геройҙың бер генә кәлимә һүҙе аша ла 20-се йылдарҙағы аслыҡтың ни дәрәжәлә ҡот осҡос булыуы күҙ алдына баҫтырыла. Һүҙҙе Хафиздың ҡатындарынан башлағас, фекерҙе артабан ошо юҫыҡта дауам итәйек. Уның беренсе ҡатыны тураһында әйткән: «Өлкән ҡатын ағайҙан ҡалған еңгәм ине. Ике бала менән ултырып ҡалғайны. Атай миңә, ун ете йәшлек егеткә, мин аңын-тоңон аңлағансы, алды ла бирҙе. Ярай, үпкәм юҡ, еңгәм һәйбәт булды, тартты мине, ҡуйынында ир булдым. Бөтөн хужалығым уның ҡулында, балаларҙы ла ул ҡарай», – тигән һүҙҙәрендә беҙҙең халыҡҡа хас булған боронғо ғөрөф-ғәҙәттәр, ата-бабаларҙың аҡылы, ир-егеттәрҙең холоҡ-фиғеле тураһында күпме фәһемле һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тупланған?! Юҡһа бит күптәр еңгәгә өйләнеү йолаһын күренекле халыҡ шағирының «Ай тотолған төндә» әҫәрендәге Аҡйегет – Шәфәҡ трагедияһы йәки Баязит Бикбайҙың «Ҡоҙаса» комедияһы буйынса ҡуйылған спектаклдә тол еңгә Шәмсиәнең йәп-йәш кенә Ильяс ҡәйнеше артынан туйтаңлап йүгереп йөрөгән сәхнә күренеше аша ғына күҙ алдына килтереп өйрәнгән. Ә бит тол ҡалған еңгәңә өйләнеп, ағайҙан ҡалған балаларҙы үҙеңдекеләй ҡарап үҫтереү йола-низамында үҙ ҡаныңды, затыңды, нәҫел-ырыуыңды, хатта киңерәк масштабта күҙаллағанда, тотош кешелек йәмғиәтен артабан дауам иттерергә, һаҡларға ынтылыш ята! Был тәңгәлдә шуны ла онотмаҫҡа кәрәк: кешелек донъяһы бер ваҡытта ла яу-алыштарһыҙ йәшәмәгән. Был беҙҙең башҡорт тарихына ла туранан-тура ҡағыла. Ә ҡайҙа һуғыш, ҡайҙа яу – унда юғалтыуҙарһыҙ булмай. Быны беҙ хәҙерге ваҡытта үҙебеҙҙең яҡындарыбыҙ миҫалында ла асыҡ күрәбеҙ.
Ошо тәңгәлдә М.Ҡаһарманованың «Зәңгәр төймә»һендәге Хафиздың икенсе ҡатынына өйләнеү тарихына әйләнеп ҡайтайыҡ. «Икенсе ҡатынымды күҙем төшөп алдым. Егерме биштән үткәс, ялан яғына һалабаш, күмер һатырға барғайным, шунда бер ауылда бер ҡыҙҙы күреп, тыныслығымды юғалттым. Минең уйланып йөрөүемде ҡатыным һиҙеп ҡалып төпсөнгәйне, үҙ еңгәм дә инде, уға бар серемде һөйләп өйрәнгәнмен – әйт тә һал! Был уйланы-уйланы ла теге ҡыҙ менән һөйләшеп ҡарарға ҡушып ебәрҙе. Барып, эҙләп табып, һүҙ ҡушһам, ҡыҙ ҙа мине онота алмай икән. Ҡайттым да яусы ебәрҙем. Оҙаҡламай алып та ҡуйҙым», – бына һиңә тағы бер тарих, тағы ла бер еп осо! Һаҡ ҡына тартып ҡына ебәр – әллә күпме этнографик материал, халыҡ аҡылы, менталитет үҙенсәлектәре, ҡатын-ҡыҙ психологияһы, уларҙың донъяға ҡарашы – ҡыҫҡаһы, тотош романға һыйҙырышлы кешеләр яҙмышы төҫмөрләнер, шулай бит?!
Бына шул рәүешле, һәр һүҙҙең бәҫен, халыҡ әйтмешләй, әтнәкәһен, тел төбөн аңлап, тойоп яҙған, ысын мәғәнәһендә һүҙ оҫтаһы булған автор ярты биттә генә Хафиздың өс ҡатынының фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла яҙмыштарын асып һалыуға өлгәшә.
Бына шул ҡатындарына баш була алмай ҡаңғырған Хафиз, уларҙы аҡылға ултыртыу өсөн, ҡулына ҡамсы алыуға тиклем барып етә. Тап шул эпизодта автор китап уҡыусыны әҫәрҙең тағы бер геройы – Аллаһ бәндәһе суфый-дәрүиш менән таныштыра: «Хафиз ҡайыш ҡамсыһын шыйылдатып өҫкә күтәргәйне генә, ауыр ишек асылып китеп, ауылдан ауылға туҡтауһыҙ йөрөп ятыуынан «Дәрүиш» тигән ҡушамат алған ҡунаҡ пәйҙә була». Хикәйәләге артабанғы хәл-ваҡиғалар тап бына шул дәрүиш ҡарт образына бәйләп бирелә лә инде. Был образды һүрәтләүгә лә автор барлығы ярты бит самаһы ғына урын бирә. Ләкин әлеге лә баяғы – Әлмөхәмәт таяғы тигәндәй, бына шул ярты битте тағатҡылай, таратҡылай башлаһаҡ, быуаттар төпкөлөндә – урта быуат баштарында боронғо Башҡортостан территорияһында ислам диненең таралыу үҙенсәлектәре тураһында яҙылған бихисап ғилми хеҙмәттәр иҫкә төшә. «Ҡунаҡ – суфый дәрүиш ине. Уның ысын исемен бер кем дә белмәй һәм һорарға ла ҡыймай. «Һыу-һаҡ, һыу-һаҡ» тип сәйер генә итеп һамаҡлап йөрөүенән үҙен «Һыуһаҡ ҡарт» тип тә атап ҡуялар. Ауылдан ауылға, унан тағы ла әллә ҡайҙарғалыр әле, туҡтауһыҙ йөрөп ятыуынан «дәрүиш» тә тигәндәр. Ә инде туҡтаған урындарында дин тәғлимәттәрен һәм пәйғәмбәрҙәрҙең сихри тарихтарын мөкиббән китеп һөйләүҙәренән уның суфый хәҙрәт икәнлеген дә беләләр. Һәр хәлдә, был ҡартты бөтә ерҙә лә ихлас ҡабул итәләр, уның өсөн һәр йорттоң ишеге асыҡ, төн йөҙөндә лә уның өсөн ваҡыт бүләләр, мунса яғып төшөрәләр, аш һалып һыйлайҙар, уның менән бергәләп намаҙ ҡылалар һәм фатихаһын алып, оҙатып ҡалалар. Ҡарт үҙе лә – бик ипле, тәүфиҡлы һәм таҙа әҙәм... Ә инде ул һайлап ишек ҡаҡҡан йорт хужаһы был изге йәндең тап уның өйөн һайлауын ҙур мәртәбә итеп ҡабул итә, сөнки күптәр уны Хызыр Ильяс тип тә уйлай. Үҙенең һөйләүе буйынса, ҡарт Мәккәлә лә, әллә ниндәй башҡа сит-ят яҡтарҙа ла булған һәм юлының күп өлөшөн ошолай йәйәү үткән...»
Бында яҙылғандарҙан авторҙың дәрүиш ҡарт образында ислам динен таратыуҙа ҙур роль уйнаған сәхәбә, әнбиә-әүлиәләрҙе күҙ уңында тотҡаны аңлашылып тора. Ә инде уны халыҡ араһында «Һыуһаҡ ҡарт тип йөрөтәләр» тигәненән үткән быуаттың икенсе яртыһында, атап әйткәндә, 1950–70 йылдарҙа Баймаҡ, Йылайыр, Бөрйән райондары буйлап туҡтауһыҙ йөрөп ятҡан сәйерерәк холоҡло Һыуһаҡ бабайҙы төҫмөрләргә мөмкин. Әйткәндәй, был олатайҙы күреп белеүселәр әле лә иҫән, һәм улар бер ваҡыт «Бәйләнеш» селтәрендә уның тураһындағы хәтирәләре менән дә уртаҡлашҡайны. Дәрүиш образын һүрәтләгәндә бына ошо Һыуһаҡ бабай хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе, бигерәк тә уның «һыу-һаҡ, һыу-һаҡ» тип сәйер генә итеп һамаҡлап йөрөүе тураһындағы юлдарҙан ҡәләм оҫтаһының үрҙә һүҙ барған Һыуһаҡ бабай тураһында ла хәбәрҙар булыуы күренә. Тик ул сәйер ҡарт тураһында ишетеп кенә түгел, үҙен күреп белеүсе лә булараҡ, тағы шуны өҫтәй алам: Һыуһаҡ бабай Аллаһҡа зекер әйтеп бөткәс, «Аллаһыуу, Аллаһыуу! Һүү! Һүү!» – тип һеүҙәп тора ла (был күренеште Баймаҡ, Бөрйән райондарының ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған ауылдарында «дәрт уҡыу» тиҙәр), әллә ҡайһы арала аяҡтары ерҙән айырылып, 3-4 метр ары осоп барып төшә, тип һөйләй торғайнылар. Тап ана шул «Аллаһыуу! Аллаһыу!!!» – тип һеүҙәй-һеүҙәй зекер әйтеп йөрөүе арҡаһында, уны Һыуһаҡ бабай (автор яҙғанса, ҡарт түгел, сөнки был һүҙҙә кешене нисектер кәмһетеп ҡарау мәғәнә нескәлеге лә бар) тип атағандар ҙа инде.
«Зәңгәр төймә» хикәйәһенең сюжеты буйынса, тап бына ошо Һыуһаҡ ҡарт, йәғни дәрүиш, өс ҡатынға хужа булып та, улар араһындағы низағҡа сик ҡуя белмәгән Хафиз уҙаманға «ҡатын күңелен яйға һалыу хәйләһен» өйрәтә. Ә ул хәйлә тигәненең сере бик ябай – бары тик бер төймәлә булып сыға! Эйе, Хафиздың баҙар көндө ҡатындарына алып ҡайтҡан ваҡ-төйәктән башҡа үҙенә тип инселәп алған ҡара бәрхәттән ҡала сауҙагәрҙәренекенә оҡшатып тегелгән камзулының төймәләрендә була был сер: «Ә төймәләре һуң, төймәләре! Аҫылташ ҡына! Ысынлап та, камзулдың төймәләре зәңгәр ташты көмөш ҡайма менән нағышлатып яһалған да йылҡылдап, йымылдап, балҡып тора!» Тап бына шул зәңгәр ташлы төймә, дөрөҫөрәге, төймәләр арҡаһында Хафиздың йортона тыныслыҡ килеп, ҡатындар араһындағы талаш-тартыш баҫыла. Нисекме? Ниңәме? Ә быныһын инде, хөрмәтле уҡыусылар, «Зәңгәр төймә» хикәйәһен уҡып сыҡҡас, үҙегеҙ белерһегеҙ. Мин бары тик шуны ғына әйтәм: йылҡылдап, йымылдап, балҡып торған зәңгәр төймә һымаҡ, Миләүшә Ҡаһарманованың был китабына ингән башҡа хикәйәләре лә уҡыусы күңелен үҙенә арбап, уларҙы тиҙерәк уҡып сығырға ымһындырып, саҡырып тора! Ғөмүмән, әҙибә, төрлө дәүерҙәрҙә башҡорт әҙәбиәте тарихында хикәйә оҫтаһы булып танылған Мәжит Ғафури, Ғөбәй Дәүләтшин, Али Карнай, Сәғит Агиш, Фәрит Иҫәнғолов, Әнүәр Бикчәнтәев, Рәшит Солтангәрәев, Талха Ғиниәтуллин, Таңсулпан Ғарипова, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Мөнир Ҡунафин, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаевалар һымаҡ, үҙен был жанрҙа йөҙөп йөрөп ижад иткән ҡәләм оҫтаһы итеп танытты. Уның «Зәңгәр төймә» китабына ингән «Ҡолонло бейә», «Телефон», «Сер», «Хыял», «Таҫтар», «Шоңҡар», «Онотормон, тимә», «Ҡырым еҙнә» һымаҡ хикәйәләренә драматизм, динамизм һымаҡ сифаттар хас. Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк: ҡәләм оҫтаһының бөтә хикәйәләрендә лә тиерлек төп геройҙар, ябай ауыл кешеләре булып, уларҙың холоҡ-ҡылығы төрлө тасуирлауҙар, кинәйә, стилистик саралар ярҙамында психологик яҡтан тәрән һәм нигеҙле асыла.
М.Ҡаһарманова үҙенең «Бире», «Асыбар» тигән хикәйәләрендә мистик темаларға ла ҡыйыу мөрәжәғәт итә. Әйткәндәй, был хикәйәләрҙең уңышы – уларҙың милли-этнографик һәм фольклор материалдарына нигеҙләнеп, башҡа әҫәрҙәре һымаҡ, иҫ киткес халыҡсан, бай, һутлы тел менән яҙылыуында.
«Зәңгәр төймә» китабына тағы ла әҙибәнең халҡыбыҙҙың тарихи үткәненә нигеҙләнгән «Ут хәтере», бөгөнгө ысынбарлығыбыҙҙы сағылдырған «Вахта» һәм мөхәббәт темаһы үҙәккә ҡуйылған «Мәскәү тигән баш ҡала» тигән повестары тупланған. Үҙенең «Бетерә шаршыһы» йыйынтығына ингән «Бетерә шаршыһы», «Шүлгән», «Алда ғүмер бар әле», «Бисура», шулай уҡ «Ағиҙел» журналында донъя күргән «Шайморатов» (2020, №3) тигән повестары менән М.Ҡаһарманова был жанрҙа ла ярайһы ғына уңышлы ижад иткәнен иҫбатлап килә.
«Ут хәтере» тигән повесында әҙибә халҡыбыҙ тарихында XVIII быуаттың һуңғы сирегендә булып үткән шанлы, дөрөҫөрәге, ҡанлы ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Ҡаймалы (ҡоршаулы) композицияға ҡоролған был әҫәрҙең экспозиция өлөшөндә Баҙамша исемле уҙамандың ҡатыны Ғәйниә, ир еткән дүрт улы, ҡыҙы Еҙбикә менән Шайтан-Көҙөй олоҫондағы төп йортонда ирәүәнләнеп йәшәп ятыуы һүрәтләнә. Өлкән ике улы өйләнеп, бала-сағалы булырға ла өлгөргән. Ҡазыхан исемле өсөнсө уландарына ялан яғынан кәләш алып биреп, уны оҙатып алып ҡайтып килгәндә, йәштәр «Ҡырҡтытау аша ҡайтырға булып», ылауҙан төшөп ҡала.
«Ялан яғынан алып ҡайтып килгән ҡатынына үҙ төйәгенең матурлығын, тауҙар мөһабәтлеген, урмандар ҡалынлығын күрһәткеһе килә ине Ҡазыхандың. Никах төнөндә серләшеп ятҡанда, юлда төшөп ҡалып, урманда ҡунып ҡайтырбыҙ, усаҡ яғып ултырырбыҙ, төнгө ҡоштар, таңғы һандуғас тауышын ишеттерермен, тип вәғәҙәләгәйне. Һәр кемгә тыуған яғы ғәзиз дә инде. Бына ошо һөйөклө тыуған төйәге менән кәләшен дә таныштырмаҡсы Ҡазыхан... Иртәнсәк, ҡояш ҡалҡыуға, ауылға төшә торған тау һуҡмағы осонда торалар ине.
– Йүгерәбеҙме?
Ҡатыны бер мәлгә генә баҙнатһыҙланғандай итә лә мәрәкәгә ҡушыла:
– Йүгерәбеҙ!
Йәштәр тар һуҡмаҡтан аҫҡа йомола:
– А-а-а! Тот мине! Ҡазыха-а-ан!
– Ҡалма минән! Эһе-һе-ей!»
Бына шул рәүешле этнографик ерлектә һәм романтик рухта башланып китә повесть. Әҙибә-рәссам ата-бабаларыбыҙҙың ул осорҙа йәшәгән төбәген, көнитмешен шул тиклем бирелеп, тәфсирләп һүрәтләй, хатта ки һин үҙеңде әҫәр персонаждары араһында һымаҡ хис итә башлайһың: улар һулаған саф һауаға кинәнеп, гүзәл тәбиғәт күренештәре менән хозурланғандай, хатта урманда соҡорға күмеп бешерелгән ҡыр кәзәһе итенең, «ауыҙ һыуын ағыҙырлыҡ татлы еҫен» еҫкәп, үлән сәйе менән сөсө ҡорот тәмен тел осонда тойғандай булаһың.
Бына шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, Баҙамша ҡарттың йортондағы ғына түгел, тотош төбәк халҡының тормошон тамырынан үҙгәрткән хәл-ваҡиғалар башлана. Быға, беренсенән, Ҡазыхандың, Рәсәй дәүләте батшаһы Петр III егерме биш йыллыҡ ғәскәри хеҙмәт тураһындағы 1762 йылғы Указына ярашлы, оҙайлы хәрби хеҙмәткә алыныуы, икенсенән, башҡорт ерендәге оло яу – 1772–1775 йылдарҙағы Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр ихтилалының башланып китеүе сәбәпсе була. Тик әҙибә үҙенең был әҫәрендә Рәсәй батшалығын дер һелкеткән яу ваҡиғаларын эҙмә-эҙлекле рәүештә һүрәтләүҙе маҡсат итеп ҡуймай. Дөрөҫөрәге, халыҡ ихтилалына сәбәпсе булған тарихи-социаль хәл-ваҡиғалар, яуҙың башланыуы һәм артабанғы барышы, аҙаҡ был Крәҫтиәндәр һуғышының еңелеүгә дусар булыуының төп сәбәптәре, унан һуң ябай халыҡ өҫтөнә төшкән ҡот осҡос михнәт-яфалар автор тарафынан әҫәр туҡымаһына сюжеттан тыш күренеш, анығыраҡ итеп әйткәндә, һөйкәлмә ваҡиға рәүешендә генә индереп ебәрелгән. Ғилми-публицистик стилдәрәк яҙылған был бүлек, тәү ҡарамаҡҡа, повестың сюжетын ниндәйҙер кимәлдә тарҡауландыра төшөп, сюжет туҡымаһына нисектер бик үк йәбешеп етмәгән һымаҡ та ҡабул ителә. Шулай ҙа китап уҡыусылар менән булған бер осрашыу ваҡытында авторҙың «Ут хәтере» повесында, был темаға яҙылған башҡа күп кенә әҫәрҙәрҙән айырмалы рәүештә, 1772–1775 йылдарҙағы ихтилал ваҡиғалары тураһында түгел, ә ана шул яуҙың һуңынан халыҡҡа килтергән ҡот осҡос ауырлыҡтары, яфалары тураһында еткереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйыуын иҫәпкә алғанда, әҫәргә тарихи экскурс рәүешендә индереп ебәрелгән был бүлектең үҙен тулыһынса аҡлауын да танырға кәрәк.
«Ҡаты һуғыштар йөҙәрләгән, меңәрләгән кешене бер юлы юҡ иткәне – бер, яуҙа ҡырылғандан тыш, иҫәпһеҙ күп башҡорт карателдәр ҡулынан үлгән. Губернаторҙар, воеводалар, командирҙар башҡортҡа ни теләһә, шуны ҡылған. Улар унарлаған, йөҙәрләгән кешене бер ыңғай атып, сыбыртҡы менән һуҡтырып, язалап үлтергән. Мең-меңләгән башҡорт каторгаға, һөргөнгә ебәрелгән, ғүмерлек һалдатҡа бирелгән. Үлтерелгән, ғәрипләнгән башҡорттоң иҫәбе-һаны булмаған. Шуның өҫтәүенә, Екатерина II 1775 йылдың 19 февралендә сығарған указы буйынса, «ҡылған енәйәттәре өсөн башҡорттар дүрт мең штраф аты, ә аттары етмәгән хәлдә, һәр ат өсөн егерме бишәр һум иҫәбенән аҡса түләргә тейеш булып ҡалған. Бөлгөнлөктөң сигенә еткән халыҡты тотош астан үлергә дусар итеү өсөн, бөтә сара күрелгән. Ә Ҡазыхандың тыуған ауылы һәм эргә-тирәләге Тәкәй, Аҙналы, Морат, Юлай, Ыҫмайыл, Бикбулат, Яҡуп, Ҡасай ауылдары яндырып юҡҡа сығарылған. Ирҙәре ҡыуылып, тере ҡалған ҡатын-ҡыҙы, бала-сағаһы урыҫ байҙарына, хәрбиҙәренә таратып бирелгән...» – бына ошондай тарихи факттар әҫәрҙең төп геройы Ҡазыхандың ғаиләһе – карателдәр тарафынан штыкка алынған атаһы Баҙамша ҡарт, ейән-ейәнсәрҙәре һәм килендәре менән бергә тереләй яндырылып үлтерелгән әсәһе Ғәйниә әбей һәм, осраҡлы рәүештә генә иҫән ҡалып, урыҫ байҙарына ҡоллоҡҡа һатылған ҡатыны Шәмсеҡәмәр менән һеңлеһе Еҙбикә башына төшкән әҙәм күтәргеһеҙ нужаларҙы һүрәтләү аша күрһәтелә.
Ҡыҫҡаһы, әҫәрҙең экспозиция өлөшөндә Шайтан-Көҙөй олоҫондағы тыуған ауылында маҙырап йәшәп ятҡан Баҙамша ҡарттың дүрт уланы ғаиләһенән бер Ҡазыхан да, суҡындырылғандан һуң «Катя» булып киткән Шәмсеҡәмәр генә ҡала. Повестың финалында, сирек быуатҡа яҡын ғүмер үткәс, мең бәләләр аша яңынан табышып ҡауышҡан Ҡазыхан менән Шәмсеҡәмәрҙең ҡасандыр яндырылып, көлгә ҡалған ауылдарына әйләнеп ҡайтыуы тураһында һүҙ бара. Һәм был эпизодта, ҡаймалы сюжетҡа ҡоролған әҫәрҙәргә хас булғанса, повесть башындағы хәл-ваҡиғалар ҡабатлана: «Иртәнсәккә тауҙың асыҡ яғына ауҙылар. Аҫта таҫма булып борғоланған йылға ялтырап күренде.
– Ана-а... ауыл урыны, – Ҡазыхан ҡаш өҫтөнә ҡулын ҡуйып ҡарап торҙо ла йылға ярын баҫып алған сауҡалыҡҡа төртөп күрһәтте.
– Эй... Бахыр ауыл... Көлгә ҡалған ауыл... Хәтерләүсе лә юҡтыр инде һине...
– Ут хәтере яҡты... Ул онотмай... Беҙ ҙә онотмайбыҙ...
– Ут хәтере? – Шәмсеҡәмәр иренә ҡыҙыҡһынып ҡараны. – Нисек ут хәтере?
– Ут үҙен үскә тотонғанды яратмай, тип һеңдергән беҙгә олатайҙар. Үҙен яуыз уй менән тоҡандырғанды, үрт һалғанды ныҡ хәтерләп ҡала икән ут... һәм язаһын дә бирә...
Ҡатын, нимәнелер иҫләп, уйлана биреп баш ҡаҡты:
– Бирә... Беләм.
– Ана-а, зыярат күренеп тора! Шул тәңгәлдән аҫҡараҡ төшөп, нигеҙ һалырбыҙ. Ата-баба төйәгенән алыҫ китеп булмаҫ, – Ҡазыхан ҡалҡынды ла тоғон арҡаһына аҫты. Унан ҡапыл күңеле күтәрелепме, дәртләнепме, ҡатынына ҡайырылып баҡты:
– Йүгерәбеҙме? – Үҙе тотто ла аҫҡа атылды. Ҡатыны ла күп уйлап торманы:
– Йүгерәбеҙ!»
Бына шулай, үҙҙәре төҙөйәсәк яңы йорттоң нигеҙе һалынасаҡ ергә ашҡына ирле-ҡатынлы был икәү. Ә «ут хәтере» тигән нәмә, ысынлап та, бар ул, бар! «Утҡа һөйләйем» тигән һүҙ ҙә тиккә генә барлыҡҡа килмәгән бит инде халҡыбыҙҙа?! Ҡыҫҡаһы, ут хәтерендә һаҡланған, утҡа ғына һөйләнерлек тарихыбыҙ биттәрен оноторлоҡ түгел – бына шул турала иҫкәртә лә инде кешеләрҙе Миләүшә Ҡаһарманованың «Ут хәтере» повесы.
Дөйөмләштереп әйткәндә, М.Ҡаһарманованың «Зәңгәр төймә» тип аталған яңы китабына хәҙерге милли прозабыҙҙа лайыҡлы урын алырлыҡ әҫәрҙәр тупланған. Уҡып сығығыҙ, үкенмәҫһегеҙ!