Рәмил Әхмәт улы Йәнбәков ижады шиғриәт һөйөүселәргә бик яҡын. Күптәр уның шиғырҙарын ятлап та алған, сөнки шағир донъяһын үҙенекеләй ҡабул итә. Һөйгән йәрҙәр Йәнбәк шиғырҙары аша аңлаша, яраша, ғашиҡ була. Уның ижады ил һөйҙөртә, рух ҡото тарата. Әйҙәгеҙ әле, минең менән бергә уның шиғриәт иленә сәйәхәт ҡылайыҡ!
Рәмил Йәнбәков яҡты донъя бүләк иткән ата-әсәһенә мең рәхмәтле:
Атам-әсәм – изге йәндәр миңә,
Улар фатихаһы иң өҫтә.
Мәкер, ялған менән яғалаштым
Һәм табындым сафҡа, дөрөҫкә, –
ти ул «Кәбән ослау» шиғырында.
Шағирҙың атаһы һуғыш юлын үтеп, яраланып ҡайта. Ҡәҙерлеһен ерләгән матур йәй көнө мәңге онотолғоһоҙ:
Июлдең сыуаҡ иртәһендә
Шундай көндә кеше үләме ни,
Шундай көндә кеше китәме ни?!
Ә һин киттең, атай! Һәм һалдылар
Һине тәрән ҡара ҡәбергә.
Йөрәккәйем яна көсһөҙлөктән,
Июлдең шул көнөн хәтерләп!
Атайһыҙлыҡ осоро бик аяныслы: йәтимлектең ҡара мөһөрө баҫыла, бараһы юлдар урауға әйләнә.
Ата нигеҙен һаҡлар төпсөк малай булып та «ят донъяға барып юлыҡтым», «нигеҙ менән бергә килер бәхеттең шишмә башын ҡороттом» тип үҙ хатаһын таный ул. «Шуға әллә Аллаһ ҡәһәрләне мине – улын аҡһаҡ Әхмәттең» тигән фекергә лә килеп ҡуя лирик герой.
Аҡһай шуға минең аҙымдарым,
Шуға тормош – ҡайсаҡ ҡәберҙәй.
Аһ-зарҙарҙа гелән йәшәгәнсе,
Мин үлергә әҙер хәҙерҙән! –
тип уфтанһа ла, һуғыш алған атаһын күҙ алдына килтереп, балаларын үҙе кеүек йәтимлеккә дусар итмәҫ өсөн, был уйынан кире ҡайта.
Рәмил Йәнбәк ете йәштә атаһынан ҡала. «Атай булһа» шиғырынан атайһыҙлыҡ арҡаһында кисергән нужалары хаҡында беләбеҙ. Әгәр атаһы булһа, «ете йәштән етемлек алмаҫ ине», «атайҙың йөҙөн-һынын да мин белмәй ҡалмаҫ инем», «уйнар саҡта урман йыҡмаҫ инем», «рәнйеткәндә атайлылар, балауыҙ һыҡмаҫ инем», «кейемдең дә еллеһен кейер инем», «сабый мәлдең, йәшлектең дә ҡәҙерен белер инем», «юл сатында оҙаҡ тормаҫ инем», «яңғыҙлыҡта бүрек менән кәңәш тә ҡормаҫ инем», «дөлдөлдәй елер инем», «үҙем дә атай булырға бик аныҡ белер инем», «зарланырға баҙмаҫ инем», «күңел йәшем ҡоя-ҡоя шиғыр ҙа яҙмаҫ инем»... Шундай ауырлыҡтар алдында ла һығылып төшмәгән ул, үҙенсә ҙур тормошҡа юлдар яра алған.
Ир ҡорона еткәндә лә уҙаман атаһын һағына, башҡаларҙың да үҙе һымаҡ йәтимлектең ауыр яҙмыштарын татымауын теләй. «Атама ниңә ҡыҫҡа ғүмер бирҙең, күбәләктәй ғүмерен утта үртәп, һынау кәртәләре ниңә кирҙең?» – тип хатта Хоҙайға һорау бирергә лә батырсылыҡ итә ул («Атайҙы һағыныу»). Байтаҡ йылдар үтеү менән дә, уның күңеле һаман китек, атаҡайынан иртә ҡалғанға күҙҙәрендә гелән һағыш ята:
Атайымдың оло устарының
Йылыһын, их, тағы татырға!
Әллә инде ҡара ер аҫтынан
Эҙләп кенә алып ҡайтырға? –
тип тә ынтылып китә улан. Тәҡдире шулай ҡушҡас, сыҙай шул шағир күңеле. Бала аңына «атаһының көн боҙолғанда сикһеҙ һыҙлаған иҫке яралары» уйылып ҡалған. «Бөтәшмәгән һуғыш йәрәхәте ғазабынан ҡәҙерлеһен тик үлем генә аралай». Балалыҡ осоронда «атаһы һыҙланыуын баҫырлыҡ һүҙ таба алмаһа ла, ата сабырлығы уны хайран итә, «ата сабырлығын аңына йоҙаҡлай». Бына шуға күрә лә беҙҙең Рәмил «йөрәк йәрәхәттәре һулҡылдағанда» атаһынан күскән сабырлыҡҡа таяна килгән!
Шағир «тәпәй баҫыу үҙе бәхет булған – ғүмер үтте аяҡ өҫтөндә, юл йөрөнөм, ете диңгеҙ кисеп, сатан Әхмәт – атам өсөн дә; әсәкәйем наҙы бәхет булған – һағындыра был наҙ һаман да» тип, өмөтһөҙлөк, тупаҫлыҡ һәм мәкер-ялғандар ят булған осорон йыш иҫенә ала («Ни һуң бәхет?»).
Шөкөр, балаларҙан иң кесеһе булған Рәмил дә ата йәшен үтеп китә. «Осраша ҡалһаҡ, атайым миңә ҡусты булыр ине», – тип ғәжәпләнә ул. Уның атаһы «мең михнәттәр, уттар аша ил иркен яҡлаған, йәш йылдарын тәләф итеп, балалары киләсәген һаҡлаған». Автор милли батырыбыҙ Салауаттың фани йәше атаһы йәше менән тигеҙ булыуына ҡыуанып та ала. «Атайымды – яу яраһы, батырымды йотто диңгеҙ», – тигән юлдарҙан авторҙың улар өсөн борсолоуын һиҙәбеҙ. Аҙаҡҡы строфала үҙенең «яҡты көнө, аҡ бәхеттәре булған ҡәҙерле кешеләренән дә өлкәнерәкмен», тип ҡуя. Яҡын кешеләренә шағир табына, уларҙың һүҙҙәренә тоғро ҡала («Атай йәше»). Күгәрсен районындағы тыуған ауылы Дауыт-Ҡайыпты Рәмил Йәнбәк йыш хәтеренә ала:
Бала саҡ ауылын эҙләһәм дә,
Юҡ мәңге лә хәҙер тапмамдыр.
Ә шулай ҙа уны йөрәгемдә
Күҙем йомолғансы һаҡлармын («Юғалған ауыл»).
«Ауылы ҡапҡаһы булған Ҡабырғайтауын ҡабырғалап, ауылым бөркөттәре осҡан, бүтән донъяларҙы күрергә мин дә остом Ҡабырғайтау битләп», – ти шағир. Ошо тауға ҡуша уның «бала сағы, мөхәббәте үрелгән».
Ҡабырғайтау – ауылым ҡапҡаһы һин,
Һинән сығып бәхет тапҡаным.
Тыуған ергә минең һөйөүемде
Бер һин генә тоғро һаҡланың! –
тип шағир йөрәгендә яралған ошо шиғырын кендеге ҡырҡылған тауы ҡабырғаһына яҙырға ине, тигән изге ниәтен белдерә («Ҡабырғайтауҙы данлау»). Рәмил Әхмәт улының «ҡар һыуҙары ташып ятҡанда, яп-яланғас тауҙы, болондарҙы ут-йәшелдән үлән япҡанда» кендеге ҡырҡылған ғәзиз еренә «аяҡ баҫҡыһы килә» («Йәндәй яҡын»). Тыуған яғында һайраған һандуғас та уға «яҡташ» булып китә. Ошо йырсы ҡошҡа шағир ҙа шатлығын ҡушып йырлағанда беҙҙе ғәжәпләнмәҫкә саҡыра. Тыуған яғының башаҡ моңдарында ил туҡлығы, ил именлеге күренә. Ул тыуған яғын «әсәй һымаҡ күрә, ауыр мәлдә уға килеп һыйына». «Атаһылай күреп, кәңәш көҫәп» ғорур тауҙарын байҡай ул. Тыуған яғы урманы уның өсөн «ҡыйын саҡта арҡа терәр дуҫ»:
Тупрағымдың һәр бөртөгө ғәзиз,
Бында, гүйә, һәр кем – туғаным.
Яҡташтарҙы күрһәм, йәнем йәлсей,
Онотамын золом-йәберҙе.
Йәнем кеүек яҡын тыуған яғым,
Атам-әсәм кеүек ҡәҙерле («Йәндәй яҡын»).
Тыуған төйәге – Күгәрсене уның өсөн «Ағиҙел һәм Эйек уртаһында йәйрәп ятҡан тыуған ер, изге ил, иң яҡыны, берҙән-бергенәһе, ил батыры Шәһит тыуған ер, рухҡайына ҡеүәт туплаған ил инәһе Зәйнәб апай, ил ағаһы Мортаза тыуған бәрәкәтле, ғәзиз ер. «Мәңгелек бер Мәккә итеп һине йөрәк түркәйемә теркәйем» тип атайсалына булған оло һөйөүен шағир ошо рәүешле асып бирә («Күгәрсенем – ғәзиз ерем»).
«Ҡайтам, ҡайтам!» шиғырында лирик герой ауылына ашыға, сөнки төйәгендә уны урмандары, Ҡабырғайтауы, йәшлеге, тәүге мөхәббәте, үткәне, хыялдары көтә. «Ос һәнәге»ндә «байрам һымаҡ бесән өҫтәре, шау-гөр килгән Төбәк баҫыуҙары, турғайҙарҙың малайҙар эштәренә баһа биргән һымаҡ сырҡылдашыуҙары, шыптырлаған бакуй өҫтәре»нең шағир күңеленә яҡын булыуы тураһында һүрәтләнә. Ул кискә ҡарай кәбән ослаған ағайҙарҙың ос һәнәге бейетеүен иң һоҡланғыс мәл тип иҫенә ала. «Яңы ғына һыуҙан сыҡҡан төҫлө, тәндәренән шыбыр тир ағыҙған, кәбән осо тиклем араға тотош күбә һелтәгән ағайҙарына ғорурланып ҡарай» ул ваҡытта ат башына ғына яраған малайҙар. Етеҙ йылдар дауамында хәҙер инде үҙҙәре кәбән һалырлыҡ ир йәшенә еткән элекке малайҙарҙың ос һәнәген бөгөн мотор заманы алмаштырҙы. Аҙаҡҡы строфаларҙа авторҙы «тотош күбәләрҙе һауаларға сөйгән ағайҙарының ҡартайыуы, бесән ваҡытында яландарҙа хәҙер малайҙарҙың ат ҡыумауҙары, ос һәнәген белмәүҙәре» борсолдора. «Осар ҡоштар ҡайта» исемле шиғырҙа «ер кешеһе көйө, күңеленең ергә береккән яҙмышын ҡала менән юҡҡа бәйләүенә үкенгән лирик герой ғүмер һуҡмаҡтарының, ҡош юлындай, тыуған яҡҡа табан илтмәүенә» бошона. Ә бит уның ауылында «ярмаланып ята баҫыуҙар». Ауылда саҡта «һабан һөрөүен, йөрәк йылыһын өҫтәп, һалҡын ергә изге орлоҡ сәсеп йөрөүен – бер ғүмер» тип баһалай:
Мин китеүҙән ауыл бөләме ни –
Гөрләп тора тормош шауынан.
Элеккесә таңда көтөү китә,
Ҡояш сыға Сыбар тауынан.
Эйе, «әтәстәрһеҙ таң аттырған» ҡала кешеһенең «яҙмыштарын кире үҙгәртергә осоп үткән йылдары ла етмәй шул»...
...Ялыҡтырҙы йөрөп таш урамда,
Ауылымды ҡайтып күрәйем.
Ғүмеремдең бер саҡ һуңы етһә,
Яланында ятып үләйем.
Үҙен тыуған еренән өҙөлөп осҡан бер ҡамғаҡтай күргән шағирҙың «Ҡайып ҡамғағы»нан тоташ ауыл еҫе килә: «Ҡайтып килгем килә ауылыма, тыуған еремә, өҙөлөп осҡан ҡамғаҡ булғас, тамырланмам инде киренән».
Тубылғытөп, Ҡужый, Сағылдарҙы,
Сыбар тауҙы килә бер күргем.
Мин әле лә тоям тупраҡ тынын,
Күрә беләм үлән үҫкәнен.
Ҡолас ташлап һаман бесән сабам,
Элеккесә – урман киҫкәнем.
Ер хужаһы була алыр инем!
Һәм дә ҡоло ошо тупраҡтың!
Лирик герой ҡалаға йәшәргә килгәс, ер еҫе төштәренә керә, ауылҡайын һағына, шағирға әүерелә таш ҡалала. Эйе, ауылынан тамыры өҙөлгәс, уның «йәне толҡа тапмай, ҡамғаҡ булып оса ил буйлап». Һыу таты биргән Ҡабырғай шишмәһен бына нисек һүрәтләй ул: «теш сатнатыр шишмә, гүйә, үҙе аға ауыҙға». Был шишмә уға ҡәҙерле лә, яҡын да, сөнки «һәр юлсыны яҡын ҡунаҡ итеп ҡаршы ала», «бала саҡтың һүнмәҫ хәтирәһен һаҡлай».
Ҡабырғайтау битен ҡабырғалап
Ауылыма ҡайттым тағы ла.
...Һалҡын шишмә саңлы устарыма
Ҡайнар күҙ йәш булып яғыла.
Рәмил Әхмәт улы ауыл балаларының – тәбиғәт балаларының ҡала шарттарына килеп эләгеүҙәрен бик теләмәй, уларҙы йәлләй:
Ауылдан сыҡҡан аҡ балалар
Ҡалаларҙа онотола.
Үҫтергән-тапҡан сал далалар
Онотола...
Ут йотола!
Әсәһе ирен юғалтһа ла төшөнкөлөккә бирелмәй. Өс балаһын да үҫтереп, тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыра. «Бер ултырып, әсәй, серләшәйек» шиғырында әсә менән улдың күңел берҙәмлегенә хайран ҡалабыҙ. Әсәһенә бер ултырып серләшәйек, үткән заманды хәтерләйек әле, тип тәҡдим яһай улы. «Тәсбих итеп теҙеп шатлыҡтарын, айырайыҡ унан яманды» ти. Эйе, уларҙы йәтим тип рәнйеткән, бүтәндәрҙең донъяһы теүәл саҡта уларҙың күңеле китек ҡалған осраҡтар ҙа булған... Әммә изге йәндәрҙең күберәк булыуы, шунлыҡтан өмөттән биҙмәүҙәре, күрше-күлән уттан өҙмәгәнлектән мөрйәләренән төтөн сығып тороуы хаҡында ла беләбеҙ. «Ауыр мәлдә кешеләргә барыу ошо саҡтан һеңде мейемә, күңелем дә асыҡ изгеләргә, ихластарға башым эйелә», тип эске халәтен асып һала лирик герой. Шағир «бала ваҡыттан уҡ әсәһенә ғүмерҙә лә ҡайғы һалмам, яндарыңдан китмәм һис бер ҡасан, ултырырһың гелән түремдә», тип анттар итә. Бала хыялдары әммә тулыһынса үтәлмәй шул: улы әсәһенә «ҡыуанысҡа күп саҡ ҡайғыһын да ҡушып бирә». «Әсәһе түҙемле, бер күҙендә шатлыҡ йылтыраһа, хәсрәт йәше һыға бер күҙен». Ул «донъяһы түңәрәктә һирәк килә, ҡыйын булғанда йәнә әсәһенә килеп һырыға, күңелдәре боҙҙай туңғанда һаман әсәһенән йылы алып китә».
Һин теләгән намыҫ юлындамын,
Аралайым хаҡты, ялғанды.
...Бер ултырып, әсәй, серләшәйек,
Хафалары күп бит замандың...
Их, ҡысҡырып бер иларға ине
Әсәйемдең ятып ҡулына.
Ул йөрәге менән аңлар ине –
Ниндәй ҡайғы төшкән улына.
«Йылға ташы һымаҡ, юшҡындарҙан күңеле ҡатҡан, уйҙарын йыйнай алмай, таңдар атҡанда уяу ятҡан улдың хәлен бары тик әсәһе генә аңлар ине. Йөрәк тырнап торған шиктәрен, һағыштарын кемгә төбәп һөйләр? Ҡаны тамырҙарына һыймағанда ҡайһы көйҙө көйләргә, тип баш ватҡанда улын тик әсәһе генә аңлар» ине лә... Эйе, шағир әйткәнсә, дуҫ-иш яҡын – донъя малы барҙа, һибеләләр ҡайғы килгәндә. Тирә-яғын уратҡан шик-шөбһәле һаҙлыҡты йырып сығыр юлды кем күрһәтер, тип таяныс таба алмай йөҙәй лирик герой.
Әсәкәйем минең, берҙән-берем,
Алтындарҙан-алтын әсәйем,
Ниңә шулай хисле йөрәк бирҙең –
Моң-һағыштарымдан сәсәйем! –
тип әсәһен юҡһына шағир.
«Сәхәр сәйе»ндә улын әсәһе көйләп яратып, сәхәр эсергә уята. «Ураҙаһын тотмаһам да, мин дә сауап алғанмындыр», – тип әсәһенең сәхәр сәйен һаман һағыныуын әйтә. «Беҙҙең әсәйҙәр» шиғырында һуғыш михнәттәрен татыған быуын исеменән барлыҡ әсәләргә мәҙхиә йырлана: «Кеше булып йәшәмәне, ҡол булдылар беҙҙең әсәйҙәр», «тыйнаҡ ҡына көлөп, тыйнаҡ булып аңыбыҙҙа һаман йәшәйҙәр», «көтөп көн күрҙеләр», «ас көйөнсә ашлыҡ урҙы улар – заманының зарһыҙ ҡолдары». Яу осорондағы әсә образы бына нисек яҡтыртыла: «балаларын асҡа ҡаҡлап, үҙ һыйырын екте һабанға», «ятып ҡалған башаҡ һуҡҡан өсөн, үҙҙәре ҡалды яманға», «бер ус башаҡ өсөн бикләтеп, йөрәктәренә мәңге ҡурҡыу һалынған, күңелдәре мәңге миктәлгән», әммә «тамам йығылғанса донъя көттө».
Шул замандан ҡалған хәүеф, ҡурҡыу
Әсәм зиһененән китмәне.
Шуғалыр ҙа һис бер зарланманы,
Түрә һүҙен инҡар итмәне.
Әсәләрҙең рухи түҙемлеге алдында барыбыҙ ҙа баш эйәбеҙ. Бер ҡасан да «донъя рәхәтлеге күрмәгән, заманабыҙ ҡоло әсәйҙәр» күңелдәребеҙҙә һаман да «шундай сабыр, тыйнаҡ, изге булып» йәшәй.
Һаҡламағыҙ мине, туғандарым,
Ҡурсаламағыҙсы, яҡындар:
Мин тыуғанмын тик бер балҡыр өсөн,
Мин тыуғанмын уттан, ялҡындан!
Сикһеҙ күккә күпме ынтылһаҡ та,
Беҙ барыбер бары Ерҙеке («Донъялыҡ»).
Шағир туғандарының хәл-әхүәлдәрен йыш ҡына белешеп тора:
Эшем ташлап, һелтәп ҡулды донъяһына,
Туғандарҙы күреп сығам әле.
Кистән һалам күстәнәстәр. Таң һарыһы –
Мосафирҙың юлға сығыр мәле, –
ти ул «Күреп сығам әле» шиғырында.
Рәмил Йәнбәкте «мөхәббәт шағиры» тип тә атайбыҙ. Эйе, ул саф һөйөүҙе данланы, был тойғоно яҙғы йылғаға тиңләне. «Мөхәббәттең барҙыр киләсәге, мөхәббәттең юҡтыр үткәне» («Мөхәббәттең барҙыр...»). Йән киҫәгенә: «Һөйөүҙәрең миңә диңгеҙ булды, йөрәк йөҙҙө ошо диңгеҙҙә», – тип оло шатлығын белдерә. «Тойғоларың әгәр ихлас икән, үҙ-үҙеңде унан биҙҙермә, ҡояш булып ҡалҡҡан беҙҙең һөйөү – күк йөҙөнән уны, юҡ, һыҙма», – тип йәренә кәңәш итә («Ышан»). Күңел донъяһының төрлө саҡтары түбәндәге юлдарҙа сағыла: «Беҙ яңғыҙбыҙ икәү көйөнсә...» – тип тә бошонған саҡтары була («Икәү көйөнсә»).
Матурлыҡҡа ғашиҡ мин һаман!
Матурлыҡты һаман яратам! («Яратам!»)
Мөхәббәттән күпер һалдыҡ беҙ,
Йөрәк арабыҙҙа ҡышты еңеп.
Тойғолар ҙа йомарт йылылыҡтан
Күпер аша шашып аҡһындар.
Ҡайҙа беҙҙең күпер? Ҡара бушлыҡ ҡалған,
Мут Ҡыш бабай, ахыры, шаярған («Боҙ күпер»).
Һөйәм икән, йыһан балҡып торһон!
Мин аҫтыртын һөйә белмәйем («Кисер, һылыу!»)!
Һөйҙөм дә... Һөйөлдөм дә...
Тик мөхәббәт йоҡманы.
Өсмөйөштө берләштерер
Ҡанундары юҡ уның («Һөйҙөм дә... Һөйөлдөм дә...»).
Тормошта кешеләр – ҡамыт,
Шул ҡамыттан ҡотолорға теләп,
Аҙ ваҡытҡа ғына булһа ла,
Ярайһы уҡ ирҙәр, гүзәл заттар
Дежур мөхәббәткә сумалар.
Мин дә сумам. Сумам тәрән уйға:
Ҡайҙа бара халҡым, илгенәм?
«Мөхәббәткә һыуһап» йөрөгәндә,
Шифаханаларға кил генә...
(«Шифаханала «Бәләкәй Вера» фильмын ҡарағас»).
Рәмил Әхмәт улының теле бай, һутлы, йәнле һөйләшеү стилен дә ҡуллана, халыҡ мәҡәлдәренә лә таяна. Эпитеттары ла үҙенсәлекле: «ғорур тынлыҡ» («Йыуатырмын, урманым»), «бәхеттең шишмә башы» («Атайыма»), «ҡайғы мендәре, һары һағыш юрған» («Хоҙайға ялбарыу»), «шашҡын күңел», «йылдар юлы, йылдар эҙе» («Ғүмерлеккә ҡалһасы»), «ҡайғы мискәһе» («Шартла, йөрәк!»), «тормош ситлеге» («Бүлмә менән хушлашыу»), «күк туғай, күңел ҡошсоғо» («Көҙгө моңһоулыҡ»), «ил дилбегәһе» («Батшалар»), «тормош майҙаны» («Хоккей һөйөүселәргә»), «ялған биҙәк, тойғоларҙың тоғо» («Ваҡытлыса»), «һөйөү йылғаһы» («Мин инәлмәм»), «йылдар саңы, тормош еле» («Тиңдәш кеүек»), «ялҡын теле – сәнскәк үлән» («Сәскәле төш»), «яҙмыш ҡаяһы» («Дуҫлыҡ хаҡында») һ.б.
Бар донъяға аҡ ҡар яуа –
Ер һағышын ағарта.
Ҡаралыҡты йәшерә ул –
Күңелемде алдата («Ҡар яуғанда»).
Метафоралары ла иҫ киткес отошло: «япраҡ-ҡуҙҙы һуҡмаҡтарға балаҫтай түшәп һалдың» («Йыуатырмын, урманым!»), «шиғри юлдарымдың-малдарымдың көтөүсеһе хәҙер мин үҙем» («Көтөүсе»), «тоғро дуҫым-ҡәләм, хыял-япраҡ» («Йөрәк дауыл һорай»), «өмөт-ут, өн-һүҙ» («Бөркөт саңҡыуы»), «тормош-һыу, хыял-күк» («Һин бәхетте ерҙән эҙләгәнһең»), «сәм-ут» («Мин кем?»).
Мәҡәл итеп ҡулланырҙай юлдарға ла бай Рәмил Йәнбәк шиғриәте:
«Йылы юрған – урманым» («Йыуатырмын, урманым!»).
Күңелемдә йәшел үлән –
Өмөт ҡалҡты, кер бөттө («Ҡар яуғанда»).
Ҡояш даулай һымаҡ бар әтәстәр –
Тауыштары сағыу, яғымлы («Таң әтәстәре ҡысҡыра»).
Йөрәк сабый кеүек ҡала икән («Ғүмерлеккә ҡалһасы»).
Нескә билле һылыуҙар
Һоратырға яҙғы ел килгән.
Тере йәнгә илһам иле кәләш кеүек («Яҙғы йыр»).
Яу яланы – тормош («Көн боҙолһа, сикһеҙ һыҙлар ине»).
Йәнбәк елкәне ыңғайына уның ижад тулҡындарында йөҙөп, күңелдәрем сафланды, рухи донъям байыны.