

«Был – һиңә ҡылған доғам...»
Рәдиф Ғаташ менән яҙмыш беренсе тапҡыр мине 1987 йылда осраштырҙы. Беҙ – Башҡорт дәүләт университетының бер төркөм студенттары, «Шоңҡар» әҙәби берекмәһе ағзалары – Ҡазан университетының «Әллүки» берләшмәһе саҡырыуы буйынса Татарстанға килгәйнек. Ҡазан ҡалаһы буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәт, уйын-көлкөлө студент табындары, университет залында, Арса педагогия училищеһында сығыш яһауҙар... Ә иң иҫтә ҡалғаны бөйөк Туҡайҙың «торған ере» Ҡырлайға сәйәхәт булғандыр. Тап шунда Башҡортостанда тыуып үҫкән татар шағирҙары Рәдиф Ғаташ, Илдар Юзеев, Роберт Миңнуллиндар менән яҡындан таныштым да инде.
Теүәл бер йыл үткәс, 1988 йылда Башҡортостанда Татарстан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре уҙғарылғанда, миңә республиканың юғары уҡыу йорто студенттары исеменән тантаналы йыйылышта сығыш яһау бурысы йөкмәтелде. Ике республика етәкселәре, арҙаҡлы сәнғәт һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәре урын алған президиумда телмәр тотҡанда ошо дуҫлыҡ сәфәре тураһында иҫкә алып, беҙҙе Туҡай илендә оҙата йөрөгән ҡәләм әһелдәренең дә исемдәрен әйтеп киттем, уларҙы мәртәбәле сарала күреүебеҙгә һөйөнөс белдерҙем.
Был арҙаҡлы яҙыусылар, бала-саға тимәй (ә миңә ул ваҡытта 18 генә йәш ине!), тәнәфестә эргәмә килеп, бер аҙ һөйләшеп торҙолар. Улар араһында, әлбиттә, Рәдиф Ғаташ та бар ине.
Әҙәбиәт күгендә йондоҙ булып балҡыған был шағирҙы 12 йылдан һуң Бәләбәй ҡалаһында үтәрелгән «Илһам шишмәләре» халыҡ-ара шиғриәт фестивалендә тап иттем. Онотмаған булып сыҡты. «Иҫәнме, Зөлфиә! Хәлдәрең нисек?» – тип килеп күреште, мөхәббәт шиғырҙарынан торған «Был – һиңә ҡылған доғам» исемле яңы китабын бүләк итте. Ошо йыйынтыҡ буйынса яҙылған бәләкәй генә рецензиям «Мәҙәни йома» (2000 йыл) гәзитендә донъя күрҙе. Шунан бирле һирәкләп булһа ла аралашып торҙоҡ. Шиғырҙарын башҡортсаға тәржемә итеп, «Ағиҙел» журналында баҫтырҙым.
Телефондан шылтыратһа, иң тәүҙә Башҡортостандағы таныштарының хәл-әхүәлен белешә, бүләк иткән яңы китаптары буйынса ниндәй фекер төйнәүем менән ҡыҙыҡһына. Уҡып өлгөрмәгән булһам, бер аҙ үпкәләп тә ала.
Ҡазандағы сираттағы бик етди бер сарала Рәдиф ағай ҡулыма бәләкәй генә төргәк йомдорҙо: «Бына һиңә һәҙиә. Ҡунаҡханаға ҡайтҡас ҡына асып ҡарарһың, йәме!»
Кискеһен ҡунаҡханала төргәкте тағатып ебәрһәм, эсенән алтын сылбыр килеп сыҡты. Нимә эшләргә лә белмәй, ҡаушап төштөм. Инереңдән алда сығырыңды уйла, тигәндәй, хәләлемә был бүләкте нисек аңлатырмын?! Телефондан Рәдиф ағайҙың номерын йыйып: «Һәҙиә өсөн бик ҙур рәхмәт, ағай, әммә мин ундай бүләкте ҡабул итә алмайым», – тинем.
«Нимә, башҡорт ирҙәре бер ҙә алтын бүләк икәндәре юҡмы әллә ҡатын-ҡыҙға? – тип шаҡ ҡатыра ағай. Аҙаҡ тауышына йылылыҡ өҫтәп дауам итә. – Ал, ал, һеңлем. Минең бер бөртөк кенә улым бар ине. Салауат исемле. Иртә гүр эйәһе булды. Ваҡыты-ваҡыты менән Ҡөрьән аяттары бағышлап торорһоң, ысын күңелдән бүләк итәм...»
Оҙаҡ һөйләштек беҙ. Кеше араһында һәр саҡ көләс йөҙлө Рәдиф ағайҙың тормошо гел ал да гөл булмауы, һөйөклө тормош иптәше Рима ханымдың оҙаҡ йылдар сирләп түшәктә ятыуы тураһында ла белдем. Оло кешене йәлләүҙән йөрәгем өҙөлдө. Минең дә ниндәйҙер изгелек ҡылғым килде. Ул форсат Башҡортостан Яҙыусылар союзының юбилей сараларын үткәргән мәлдә тыуҙы. Был байрамға Рәдиф Ғаташ Роберт Миңнуллин менән бергә килгәйне. Икеһенә лә затлы йылы пуловерҙар кейҙереп ҡайтарҙым. «Ҡара әле, беҙҙең үлсәмдәрҙе ҡайҙан белдең ул? Ярап ҡына тора. Роберт та тап-таман, тип аптырай. Рәхмәт! Быйылғы ковидлы зәһәр ҡышты һинең пуловерҙы кейеп, өшөмәй генә үткәрҙем».
Ләкин изгелектә Рәдиф ағай менән уҙышып буламы һуң?! Саҡырыуҙы алғас та келт итеп әле яңыраҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзы фатихаһы менән Татарстанда китап сығарыуым иҫкә төштө. Бер ыңғай шуның презентацияһын да үткәреп ҡайтҡанда? Рәдиф ағай ҡаршы төшмәне, күрше республиканың яҙыусылар берлеге рәйесе Рҡаил Зәйдулла ла тәҡдимемде күтәреп алды. Бик йылы килеп сыҡты китап туйы. Ҡәләмдәш дуҫтарым Луиза Янсуар, Рәмис Әймәт, Таңсулпан, Люция Шәрәфиеваларҙы күреп ҡыуандым. Иртәгәһе көнгә үҙенең юбилей сараһы булыуға ҡарамаҫтан, Рәдиф Ғаташ та байрам уртаһында булды, шиғриәтемә баһа биреп, сығыш яһаны. Улай ғына ла түгел, Рәдиф ағай байрамға килгән ҡунаҡтарҙы сәй эсереү яғын да хәстәрләгән. Күп итеп ғөбәҙиә, өсбосмаҡ, татлы емешле бәлештәр тейәп килгән.
Киләһе көндө Татарстандың халыҡ шағиры Рәдиф Ғаташтың күңел байрамында, үҙем өсөн уның әллә күпме матур сифаттарын асып, тағы бар ҡабат ғәжәпләнәсәкмен әле.
Асыҡ булһын ҡапҡалар!
Күренекле әҙиптең юбилей саралары Татарстанда йыл дауамында бара. Төрлө мәҙәниәт усаҡтарында ла, уҡыу йорттарында ла дауам итә ул. Мин Татар китабы йортондағы осрашыуҙы һайланым. Был сарала Рәдиф Кәшфулла улына лайыҡлы хеҙмәте, татар милли мәҙәниәтен, рухи ҡомартҡыларын үҫтереүгә һәм һаҡлауға тос өлөш индергәне өсөн Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының иң юғары наградаһы – «Әл-Фәхр» ордены тапшырылды. Кисә йыр-моң менән үрелеп барҙы. Йор һүҙле татар әҙиптәренең сығышы ихласлығы менән арбаны. Уларҙың ҡайһы берҙәрен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм.
Хатип МИҢЛЕҒОЛОВ, әҙип, филология фәндәре докторы:
– Рәдиф Ғаташты мин бик күптән, студент сағынан беләм. Ул ваҡытта Ғаташы юҡ ине әле уның, Ғатауллин ғына ине.
1961 йылда (университетта өсөнсө курста уҡый инек) беҙгә бер егет килеп ҡушылды. Кем икәнен дә белмәйбеҙ. Үҙен нисектер сәйерерәк тотҡан кеүек. Беҙҙе шунда уҡ колхозға бәрәңге алырға ебәрҙеләр. Был унда сандалий кейеп барған бит. Ямғыр яуа башланы. Батҡаҡ, һалҡын... Сандалийлы егет һыуыҡ тейҙереп, ауырый башланы. Зөфәр Шәйхетдинов исемле шағирыбыҙ: «Был юрамал «сабата» кейеп килгән, эшкә йөрөмәҫ өсөн», – тип көйәләнә. Төркөмөбөҙгә яңы килеп ҡушылған егет менән артыҡ иҫәпләшеп тә тормайбыҙ. Беҙ бит өсөнсө курста: һәммәбеҙ бөйөк, һәммәбеҙ шағир! Дауыт Сөнғәтов, Зөфәр Шәйхетдинов, Әҙхәт Синеғол – күп инде улар.
Берҙән-бер көн колхозда саҡта ниндәйҙер сара ойошторҙоҡ. Шунда ҡатнашып, Бабичтың, Туҡайҙың шиғырҙарын бер-бер артлы яттан һөйләй башламаһынмы был егет! Шулай итеп, күҙгә лә эленмәгән «сабаталы» Рәдиф Ғатауллин күҙ алдында күккә ашты.
Рәдиф менән бер бүлмәлә йәшәнек. Мин университетҡа ҡәҙәр аҙмы-күпме шиғырҙар ижад итә инем. Ғазап менән, бик интегеп яҙам. Ҡарап торам: Рәдиф шиғырҙы бик анһат ижад итә. Яҙа ла, шунда уҡ уҡып та күрһәтә. Уға ҡарап, мин шиғыр яҙыуҙы ташланым. Шулай итеп, татар әҙәбиәте бер шағирын юғалтты (көлә). Берәй урта ҡул шағир булып йөрөгән булыр инем әле!
Рәдиф Ғаташ иһә бөтә күҙәнәктәре, бар тәбиғәте менән шағир. Был уның үҙ-үҙен тотошонда ла, һөйләшеүендә лә, ҡыланыштарында ла сағыла. Әйткәндәй, Рәдифебеҙ студент йылдарында уҡ ҡыҙҙарҙың кумирына әйләнде. Беҙҙең быға ныҡ асыу килә ине. Элек беҙҙең тирәлә уралған һылыуҙарҙың иғтибары Рәдифкә күсте. Ул ҡыҙҙарҙы ҡарата ла белергә кәрәк бит. Беҙ, эй, тырышабыҙ, рейхстагты алған кеүек инде! Ә Рәдифкә улар үҙҙәре килә!
Егетебеҙ төрлө кисәләрҙә сығыш яһай. Уның тураһында билдәле әҙиптәр Фәтих Хөсни, Сибғәт Хәким, Хәсән Туфан, Әхсән Баяновтар мәҡәләләр яҙа. Шулай итеп, Рәдиф Ғаташ студент сағынан уҡ классик шағирға әйләнде.
Йәшлек дуҫым әҙәбиәттә бик ырамлы эшләгән шағир. Китаптары йыл һайын сыға. Төрлө телдәргә тәржемә ителә. Рәдиф Кәшфулла улы әҙәбиәтте яратып ҡына ҡалмай, уны бик тәрәндән белә. Әгәр ҙә мин башҡорт әҙәбиәтен, төрки әҙәбиәтен, Европа әҙәбиәтен аҙмы-күпме беләм икән, Рәдифкә рәхмәтлемен.
Тағы бер матур сифаты – ижад кешеләренә ярҙам. Ул уларҙы күрә белә, нисек тә үҫтерергә тырыша. Луиза Янсуар, Сулпан Зариф, Эльмира Йәлилова, Гөлнур Ҡорбанова уның иғтибары менән оло әҙәбиәт донъяһына аяҡ баҫты. Лилиә Ғибәҙуллинаның уҡыусы килеш кенә китап сығарыуында ла Рәдиф Ғаташтың өлөшө ҙур. Ғөмүмән, унан башҡа татар әҙәбиәтен, татар поэзияһын күҙ алдына килтереп тә булмай.
Быйыл 65 йыл була танышҡаныбыҙға. Рәдиф шәхси тормошонда ҡыйынлыҡтарҙы шул тиклем күп күрҙе, әммә бирешмәне, был яғынан да ул беҙгә үрнәк булып тора.
Әлфиә СИТДИҠОВА, шағирә:
– Мин әҙәбиәткә урау юлдар аша килгән кеше. Беҙҙе шиғриәт дуҫлаштырҙы, һәр ваҡыт аралашып йәшәйбеҙ.
Рәдиф Ғаташты «аяҡлы энциклопедия» тип атарға ла мөмкиндер. Ул һәр ваҡыт ижадыма йүнәлеш биреп тора. Матбуғатта берәй шәп кенә материал баҫылһа йәки яңы китап сыҡһа: «Әлфиә, әле уҡыныңмы?» – тип шылтырата һала.
Уның ижады аша мин шиғриәтте таныным. Егерме йыл элек, тәүге яҙған әйберҙәремде тотоп, эргәһенә барғайным. Беренсе күрешеүҙә үк ихлас кеше, ысын шағир булып күңелемдә урын алды. Бына ике тиҫтә йыл инде ҡулға-ҡул тотоноп тигәндәй ижад юлынан атлайбыҙ. Икәүләп әйтеш китабын сығарҙыҡ. Унда Рәдиф абыйҙың – уҙған быуатта, минең яңы быуатта яҙған шиғырҙар тупланды. Әммә улар шул тиклем бер-береһенә ауаздаш, әйтеш кеүек. Быға тиклем әҙәбиәттә ундай жанр барлығын белмәй ҙә инем әле мин.
Һикһәндән һуң да ғәзәлдәр ижад итеүсе берҙән-бер шағир ул Рәдиф Ғаташ. Беҙ, яр саллылар, ижадыбыҙға иғтибары, терәк булғаны өсөн уға ныҡ рәхмәтлебеҙ.
Рабит БАТУЛЛА, Татарстандың халыҡ яҙыусыһы:
– Татар яҙыусылары араһында төрлө холоҡлолар бар. Берәү, мәҫәлән: «Поэма яҙҙым!» – тип алдан һөрән һала. Әле ул яҙылмаған! Дүрт юллыҡ ҡына шиғыр яҙған да ҡысҡырып уҡып ебәрҙе. Һәйбәт кенә былай. Шуны поэма итәм, ти. Был Зәй холҡо. Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта, тиһәләр ҙә, ул барыбер поэмаһын тамамлап ҡуйҙы. Яңы Биҫтә холҡо бар: аҫтыртын, мыштым. Эшләйҙәр, эшләгәнен ҡысҡырып һөйләп йөрөмәйҙәр. Премия алыр булһалар ҙа, алдан һөрәнләмәйҙәр. «Иртәгә миңә дәүләт премияһы бирәләр икән», – тип кенә ҡуялар.
Ҡайһыһы яҡшы? Әйтеүе ҡыйын. Беренсе осраҡ үҙ-үҙең менән көрәшеүҙе талап итә. Һүҙ биргәнһең икән, үтәргә кәрәк! Шуға ла бындай холоҡлолар үрмәләп булһа ла, шыуышып булһа ла үҙ маҡсатына табан бара. Рәдиф Ғаташтың, үҙе Зәйҙән булмаһа ла, холҡо тап шулай.
Уның хеҙмәт башланғысы Ураҙмәт мәктәбе менән бәйле. Малсылар, игенселәр йәшәгән ауыл. Шиғриәтте аңлаусы ла юҡ ине унда, Рәдиф ошо ауылдың шиғырын уятты. Шәкерттәре хәҙер инде билдәле әҙиптәр: Зөлфәт, Наис Ғәмбәр, Фәрит Ғилми.
Фәрит Ғилми: «Рәдиф Ғаташ көтөүсе балаларынан шағир яһаны», – ти. Ә Наис Ғәмбәр: «Ураҙмәт мәктәбен генә түгел, районды, районды ғына түгел, бөтә Татарстанды уятты!» – тип белдерә.
Рәдиф Кәшфулла улы уҡытыусы булып эшләгәндә уҡыусыларын күрше ауылға «Гамлет»ты ҡарарға алып бара (ҡара буранда хатта берауыҡ аҙашып та ҡалалар!). Спектаклде ҡарап ҡайтҡандан һуң шунда уҡ әҫәр буйынса конференция үткәрә. Бына ниндәй була ул тәрбиә! Белем биреп була, ә бына тәрбиә биреү ҡыйын. Тәрбиә менән ғилем бергә барырға тейеш.
Миңә уның яҡлаусыһы ла булырға тура килде. Бер ваҡыт шиғриәт тураһында һүҙ сыҡты. Ринат Харис, Гәрәй Рәхим, Рауил Файзуллин кеүек шағирҙар ултыра. Араларында бер үҙем прозаикмын. Икенсе төрлө әйткәндә, уларҙы пропагандалаусы, сөнки барыһы тураһында ла мәҡәлә яҙҙым. Бер заман бөтәһе лә шиғыр уҡый башланы. Рәдиф тә уҡып ебәрҙе:
Борон-боронғонан
Тауҙар бейек,
Үҙән ерҙәр түбән...
«Вәт асыш яһаның, Рәдиф, – тип тәгәрәп ятып көлә ҡәләмдәштәре. –Тауҙар бейек, үҙән ерҙәр түбән инде ул!» Эй үпкәләне Рәдиф. Мин ныҡ йәлләнем быны. Адвокаты булдым: «Һеҙҙең ҡасан әйткәнегеҙ бар улай итеп? Бөгөнгө көндә әйтеп ҡарағыҙ тауҙар бейек, тип! Был бит батырлыҡ! Был бит уның ҡаһарманлығы!» Эй күңеле күтәрелде Ғаташтың!
Дания ЗАҺИҘУЛЛИНА, филология фәндәре докторы:
– Рәдиф абый «Гамлет»ҡа алып барған ауыл ҡыҙы мин. Мин үҫкәндә уның исеме бик билдәле ине. Әле һеҙ телгә алған Ураҙмәт көтөүселәр ауылы түгел, боронғо ҙур мәҙрәсәһе булған ғилемле ауыл. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер башланғыс мәктәп кенә ҡалды. Беҙ Рәдиф Ғаташ шиғырҙарын, китаптарын уҡып, әҙәбиәт түңәрәктәрендә анализлап үҫтек:
Таллы ялан, ысыҡлы үлән...
Көмөш бит ул –
Ысыҡмы ни?!.
Йырлап торған юлдарҙың ябайлығы һәм шул уҡ ваҡытта тәрәнлеге ғәжәпләндерә ине.
Үҙе менән бынан 45 йыл элек, 1981 йылда танышыу бәхете тейҙе. Уҙған быуаттың 20-се йылдарында Сәғит Рәмиев Ҡазанда ниндәй миф тыуҙырған шағир булһа, Рәдиф абый ҙа шундай шағир ине. Уның ҙур майҙандарҙа шиғыр уҡыуҙары үҙе бер күренеш ине. Шиғыр ижад итеп ҡараған беҙ ҙә Рәдиф абый ярҙамы менән «Ҡазан утлары»нда баҫылып сығыу бәхетенә ирешкән кешеләр. Ошо 45 йыл эсендә минең һәр уңышыма шатланып, һәр аҙымым менән ҡыҙыҡһынып, ярҙам итеп йәшәне. Был уның кешелек сифаты. Йәштәргә иғтибарлы, ихтирамлы һәм ярҙамсыл булыуы менән ул күптәрҙән айырылып тора.
Үҙем әҙәбиәт юлында нығынғас, бер әйберҙе асыҡ аңланым. Шағирҙар ике төрлө була. Уларҙың ҡайһылары традицияларҙы дауам итә, ҡайһылары, әҙәбиәткә ҙур яңылыҡ менән килеп инеп, әҙәбиәтте башынан аяғына әйләндереп ҡуя. Рәдиф Ғаташ бына шундай шағир. Ул әҙәбиәтебеҙҙең нигеҙ бағанаһы. Ни өсөн? Сөнки уҙған быуаттың алтмышынсы-етмешенсе йылдары әҙәбиәтебеҙҙә советизмдың иң көсәйгән осоро ине. Рус әҙәбиәте, Европаға яҡын башҡа әҙәбиәттәр тәьҫирендә милли үҙенсәлектәрҙе юйыу ваҡыты башланған мәл. Шул ваҡытта Рәдиф абый үҙенең халыҡсан шиғырҙары, ғәзәлдәре, робағыйҙары менән ошо үҙенсәлекте үҙгәртеүгә хеҙмәт итте һәм шиғриәтебеҙҙең шәрҡи тамырҙарҙан һут алып үҫергә тейешлеген аңлатты. Уҙған йыл ул беҙгә «Һөйөүнамә» китабын бүләк итте. Бөгөн дә ул беҙгә: «Татар шиғриәте – ҙур шиғриәт. Ул элитар поэзия булараҡ үҫкән. Шиғриәтебеҙҙең тәрәнлек, ҡатлаулылыҡ бирә торған үҙ традициялары бар һәм беҙ ошо традицияларҙы үҫтерә, башҡа халыҡтарға күрһәтә алабыҙ. Был беҙҙең байлығыбыҙ!» – тип белдерә.
Илһөйәр ИҠСАНОВА, шағирә:
– Редакцияла эшләп йөрөгән мәлем. Бейек үксәләр кейеп эшкә йөрөйөм. Рәдиф Ғаташ осраны ла: «Йөрәктең үҙәгенә тыҡ-тыҡ баҫып, Илһөйәр килә коридор буйлап», – ти. Ә мин Рәдиф ағайҙың мәңге ғашиҡ кеше икәнен беләм: «Эй, Рәдиф абый, минең үксә эҙе төшөрлөк тә урын ҡалдымы ни әле һеҙҙең йөрәктә?» – тим. Шағир йөрәгенә үҙ эҙемде төшөрә алмайымдыр, тип уйлай торғайным бит мин. Ә инде етди итеп әйткәндә, Рәдиф Ғаташтан башҡа татар әҙәбиәтен бер нисек тә күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Һәр әҙәбиәттең алтын бағаналары була. Ғаташ та шул бағаналарҙың береһе. Ул булмаһа, татар әҙәбиәте ҡаҡшар ине. Иң матур, мөхәббәттән генә ҡоролған бағана бит ул!..
* * *
Сараны алып барыусы танылған шағирә Луиза Янсуарҙың да остазына бәйле иҫтәлектәре күп булып сыҡты: «Беренсе курсты тамамлағас, Янсуарға ҡайтып киттем. Һәм бына Рәдиф абыйҙан хаттар ағыла башланы – көнгә бер, ҡайһы саҡта икешәр. Ул хаттарҙы хәҙер ҡайтанан уҡыйым да таң ҡалам: әҙиптең бөтөн фәлсәфәһе, тормош кодексы һыйған уларға. Шулар аша йүнәлеш биреп, контроль яһап торған. Асылда дисциплинаға, һөнәри оҫталыҡҡа өйрәтеү мәктәбе булған был.
Ҡалын-ҡалын конверттарҙағы «Кому» графаһына Ғаташтың һирәктәр генә таный торған почергы менән «Шағирә Луиза Янсуарға – дуҫы Гөлназ Ғарипованан» йәки «Гөлшаттан», «Ландыштан» тип яҙып ҡуйылған була. Татарса! «Гел-гел Рәдиф Ғаташ исеменән яҙа башлаһам, ауылығыҙҙағы почтальондар аңламаҫ. Шағир түгел, йүләр икән, тип уйларҙар», – ти үҙе. «Һуң Ғаташ менән Гөлназдың, Гөлшаттың, Ландыштың – барыһының да почерктары бер була алмай бит инде!» – тип көләм. «Бәрәкәт, ысынлап та!» – тип тел шартлата Рәдиф абый. Ваҡыт-ваҡыт, айырыуса көндәлек тормошта, «быт» мәсәьәләһендә бөтөнләй бер ҡатлы ул. Үҙе әйтмешләй, Хоҙай һаҡлай уны!..
Булат Ибраһим атлы талантлы шағир иһә остазын яңы шиғыр менән ҡыуандырҙы:
Ул ғаләм дә,
Ул Хәйәм дә,
Туҡай ҙа ул,
Таҡташ та.
Ун биш йылдан 100 йәш тула
Мәңге ғашиҡ Ғаташҡа.
Айный алмаҫ
Мәжнүн дә ул,
Һабрау йырау,
Сәсән дә.
Йөҙөк ҡашы кеүек балҡый
Ғаташ һәр бер кисәлә,
Ул йәштәрҙең йәштәше лә,
Аҡһаҡалдар (о)сорҙашы.
Ул аҫылташ,
Саҡма ташы,
Ул татарҙың Ер шарында
Ҡабатланмаҫ Ғаташы.
* * *
Был кисәлә һәр нәмә шул тиклем урын-еренә еткереп уйланылғайны. Рәдиф Ғаташ үҙе менән күҙ яуын алып торған сигеүле ҡулъяулыҡтар алып килгән. «Осрашыуҙар ваҡытында миңә, ғәҙәттә, сигелгән ҡулъяулыҡ бүләк итәләр. Бик күп йыйылды инде улар хәҙер. Бер иҫтәлек итеп һеҙгә лә таратайым әле!» – тине ул. Матур нағышлы ҡулъяулыҡтарҙан миңә лә өлөш сыҡты.
«Сәй табыны артында иң яҡын кешеләремде, рухташ дуҫтарымды йыйып һөйләшеп ултырырға ниәтләйем», – тигәйне юбиляр. Өҫтәл тулы һый-ниғмәт. Ҡымыҙы ла, ҡаҡланған ҡаҙы ла бар хатта. Ҡурайсы ла саҡырғанмын, ти. Шулай инде, ҡайҙа ғына йәшәһәң дә, йөрәктән тыуған илде алып ташлап буламы?!
«Мин – Марстан. Юҡ, йондоҙҙан түгел,
Ерҙәге бер матур ауылдан.
Әммә миңә барыбер йондоҙ еле,
Йондоҙ ене, тиҙәр, ҡағылған...» – тигән юлдарҙы ижад иткән шағир өҙөлөп һағынмай тиһеңме үҙенең Кушнаренкоһын?
Был тәңгәлдә ҡәләмдәш дуҫы Роберт Миңнуллиндың да бер шиғырын иҫкә алғы килә. Шаҡтай оҙон ғына булһа ла, уны тулыһынса килтерәм:
Нигеҙ илай...
Килеп төштөк ауылыңа –
Һинең тыуған Марсыңа...
Тик ниңәлер ҡаршыларға
Сыҡманылар ҡаршыңа.
Һеҙҙең өйгә килеп еттек:
Ҡапҡағыҙҙа – бик-йоҙаҡ.
Тыуған өйөңә керә алмай
Баҫып торҙоң бик оҙаҡ.
Ҡойма өҫтөнән керергә
Һин йөрьәт итмәнең...
«Ас, Ғаташтың малай сағы,
Ниңә ҡапҡа бикләнең?» –
Тинем дә мин эстән генә,
Тик ҡапҡа асылманы.
Элек була торған ине
Ҡапҡалар асылмалы...
Хәлдәреңде бик аңлайым,
Аңлайым мин, Ғаташ дуҫ!..
Һуҡмағыңды үлән баҫҡан,
Һин үҫкән ихата буш...
Баҡсалағы алмалар ҙа
Бөткән инде ҡойолоп.
Тыуған өйөң беҙҙең яҡҡа
Ҡарап тора бойоғоп...
Һин ниҙәр уйлағанһыңдыр?..
Миңә бик ауыр булды.
Иҫемдә үҙемдең нигеҙ,
Үҙемдең ауыл булды...
Иҫеңдәлер, Сибғәт Хәким
(Хәтерләйем үҙем дә):
«Нигеҙ илай», – тигән ине
Үҙенең нигеҙендә.
Аҡһаҡал бик ихлас ине,
Фекерен нигеҙләне...
Илап ята шағирҙарҙың
Күпме буш нигеҙҙәре?!
Нишләп яталарҙыр инде
Беҙҙең етем нигеҙҙәр?
Беҙҙең етем нигеҙҙәрҙе
Беҙ киткәстен кем эҙләр?
Кем эҙләһен, кемгә кәрәк
Беҙҙең ғәзиз нигеҙҙәр?
Бер аҙҙан Ваҡыт уларҙы
Тупраҡ менән тигеҙләр...
Ҡуҙғалдыҡ... Нигеҙеңә һин
Ҡараның бер ҡайырылып.
Тыуған өйөң нисә ҡабат
Ҡала шулай айырылып...
Нигеҙен беҙ генә түгел,
Күптәр ташлап киткән шул...
Нигеҙ илай икән шул ул,
Илата ла икән шул!
Юбилярҙы ҡотлап, ҡайтырға сыҡҡас, ҡайтанан-ҡайта Рәдиф Ғаташтың тыуған ере Башҡортостанда үткәрелергә тейешле саралар хаҡында уйланым. Мине «ҡаршы алып, Пегасын бәйләүсе» итеп «тәғәйенләгәс», был хаҡта уйланмай сарам юҡ.
Күренекле яҡташыбыҙ, олуғ шағир Рәдиф Ғаташтың нигеҙен, нигеҙенән бигерәк күңелен илатмай ғына, матур итеп үткәреп ебәрергә яҙһын ул байрамдарҙы. Илаған хәлдә лә, шатлыҡтан ғына илаһын Шағир! Әҙиптең үҙе кеүек иғтибарлы, рәхимле, кешелекле булһаҡ ине беҙ ҙә...