

Фәнзил САНЪЯРОВ, филология фәндәре кандидаты:
– Бынан ун йыл тирәһе элек «Литературная газета» милли республикаларҙа бөгөнгө әҙәбиәт, яҙыусы яҙмышы, яҙыусылар ойошмалары эшмәкәрлеге, шул иҫәптән әҙәби тәнҡит хаҡында һөйләшеү ойошторғайны, ул яҙыусылар союздары рәйестәре менән интервью рәүешендә алып барылды. Хәтеремдә ҡалғаны – рәйестәрҙең күбеһе, мәҫәлән, әҙәби тәнҡиттең торошо хаҡында тәрән борсолоуҙарын белдерҙе.
Ә хәҙерге хәлебеҙ нисек икәнен белеү, сағыштырып ҡарау, баһалау өсөн интернет селтәрендә танышҡандарым, һағайыуҙарым менән уртаҡлашам.
Бөгөнгө көндә рус телле әҙәби тәнҡиттә, мәркәз мөхитендә Андрей Немзер, Александр Архангельский, Мария Ремезова, Павел Басинский, Николай Александров, Михаил Эдельштейн, Дмитрий Быков һ.б. исемдәр йыш ишетелә. Рәсәй әҙәби тәнҡитендә әҙәбиәт ғилеменең был өлкәһенә ҡарата ике төрлө ҡараш формалашты. Берәүҙәр әҙәби тәнҡитте XIX быуаттан ҡалған иҫкелек күренеше, тип иҫәпләй, икенселәр иһә беҙҙә тәнҡит бөтөнләй юҡ, ә бары пиар ғына бар, йәғни уҡыусылар, китап баҙары өсөн яңы сыҡҡан художестволы әҫәрҙәргә байҡау яһау (книгообзор) еткән, тип иҫәпләй. Миҫалдар килтерәм: тәнҡитсе, тележурналист Николай Александров фекере: «Литература осталась, эссеистика осталась, а вот критика, как жанр, как способ высказывания, кажется, приказала долго жить. И слава Богу!» Тәнҡитсе, яҙыусы һәм журналист Дмитрий Быков: «У нас давно нет литературной критики, есть только пиар недавно вышедших книг. В этих текстах не задаются такими вопросами: есть ли здесь писательский стиль, мир, писательский образ или перед нами беллетристика, паралитература?» Павел Басинский: «Сегодня критика находится, на мой взгляд, в кризисном состоянии». Михаил Эдельштейн: «Удивляться надо не малому числу действующих литературных критиков, а тому, что они вообще еще существуют»... Уйланмаҫ ерҙән уйланырһың! Бөгөн илебеҙ кимәлендә әҙәби тәнҡит кризис кисерә икән, тәнҡитселәрҙе тәнҡитләү менән генә алдырып булмаясағы көн кеүек асыҡ.
Шул уҡ ваҡытта күршеләребеҙҙә әҙәби тәнҡит өлкәһенә ҡараған хеҙмәттәрҙең, мәҡәләләрҙең күп булыуы һоҡландыра. Иң мөһиме, туғандаш халыҡтарыбыҙ юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн «Әҙәби тәнҡит буйынса практикум», «Татар әҙәби тәнҡите тарихы» кеүек махсус курс программалары төҙөгән, шул йүнәлештәр буйынса университеттарҙа белгестәр махсус әҙерлек үтә. Шулар менән бергә, һуңғы 30 йыл эсендә күренекле унға яҡын яҙыусы, шағир, драматургтар тормошо һәм ижады монографик планда махсус тикшерелгән, китаптар баҫылып сыҡҡан. Былар – «Заман башҡа – заң башҡа!» тип кенә һылтауламай, зарланып, хәүеф бар, тип саң ҡағыу түгел, ә тәнҡитте һаҡлау һәм үҫтереү юлдары ул.
Ким Әхмәтйәнов әҙәби тәнҡиткә ошондай аңлатма бирҙе: «Тәнҡит – художестволы әҫәрҙең идея-эстетик нигеҙен тикшерә торған, шиғриәт талаптарынан сығып, уларға баһа бирә торған әҙәби әҫәрҙәр, мәҡәләләр һәм яҙмалар» («Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге», 1965). Беҙ хәҙерге әҙәби тәнҡит хаҡында фекер йөрөтәбеҙ икән, тап ана шул профессиональ тәнҡит хаҡында уйланырға, уның хәҙерге торошон, киләсәген, үҫеү юлдарын барларға, торғонлоҡтоң төп сәбәптәрен объектив һәм субъектив планда баһаларға тейешбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн башҡорт әҙәби ғилемендә, йәмәғәтселек фекерендә тәнҡит өлкәһенә хәстәрлекле, ҡайғыртыусан ҡараш бар. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әмир Әминевтың ошо арала «Башҡортостан» (23 декабрь, 2025 йыл, №98) гәзитендә «Һуңламаһын әйткән хаҡ һүҙең...» мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Ул күренекле әҙәбиәтсе, филология фәндәре докторы, профессор Г.Н.Гәрәеваның ғилми эшмәкәрлегенә арналғайны. Шул уҡ ваҡытта әҙип заманыбыҙ өсөн үтә әһәмиәтле булған башҡорт һүҙ сәнғәтенең хәҙерге үҫеш тенденцияларын барланы, атап әйткәндә, әҙәби тәнҡит мәсьәләләрен күтәреп сыҡты. Мәҡәләнең Оскар Уайльдтың һүҙҙәре менән башланып китеүе юҡҡа түгел: «Тәнҡитсе – уҡыусының фекерен үҫтерергә, ә рәссам тәнҡитсене мәғрифәтле итергә бурыслы». Ә үрҙә әйтелгән мәҡәләлә әҙип үҙе былай тип айырып күрһәтә: «Һуңғы йылдарҙа прозабыҙ өсөн күңелһеҙ тенденция күҙәтелә. Ул да булһа – көндәлек, тип атайыҡмы, ғөмүмән, әҙәби тәнҡит жанры тип атайыҡмы, ныҡ һүлпәнләнеүе. Ул хәҙер «ағыулы цех» кеүек, бер кемгә лә кәрәкмәй, буғай. Әүҙем яҙышҡан, тимәк, әҙәбиәттең үҫешен, сифатын ихлас ҡайғыртҡан, заманында, әле беҙҙең быуын эсендә генә, был өлкәләге дилбегәне ныҡ тотҡан һиҙгер һәм талапсан Ә.Вахитов, Р.Байымов, Ғ.Хөсәйенов ағайҙар күҙ алдында баҡыйлыҡҡа күсте. Киң фекерле, шул уҡ ваҡытта нескә зауыҡлы Р.Бикбаев та юҡ хәҙер. Миңә ҡалһа, Г.Гәрәева – ошо мәктәптән, ошо оянан осоп сыҡҡан ҡош балаһы. Хәҙер инде бала ҡош түгел, күптән ҡанаттарын нығытып бейек-бейектә осҡан ҡыйғыр ҡош. Р.Исхаҡов, Ә.Муллағолова, Г.Нәбиуллиналарҙың сығыштары һирәгәйҙе. З.Шәрипова әҙәбиәт ғилеменә күберәк көс һала. Бөгөнгө көндә асылда Ф.Күзбәков, Ф.Санъяров, З.Әлибаев һәм, әлбиттә, Г.Гәрәеваға күҙ терәп тороп ҡалдыҡ, ахыры. Уйланырлыҡ күренеш был, хатта хәүефле, тип әйтер инем».
Үҙенән-үҙе һорау тыуа: әҙәби тәнҡиткә, ысынлап та, нимә булған, ҡайҙа был жанрҙың гөрләп торған сағы!? Был ҡатмарлы һорауға халыҡ яҙыусыһы үҙе аныҡ һәм тулы яуап бирә: «Ҡайһы бер «саф» ғалимдар һалҡын аҡыл менән яҙа, улар әҫәрҙә барған ваҡиғала «ҡатнашмай», ә ситтән генә күҙәтеп тороусы тамашасы ролендә була. Уларҙың эшендә йыш ҡына юғары стилде, пафосты, хатта урынлы-урынһыҙ үҙенең персонаһын ҡыҫтырып ебәреүен дә күрергә мөмкин. Ҡайһы саҡ уларҙың нимә әйтергә теләгәнен дә аңлау-төшөнөү ҡыйын. Ижадтың эске мөхитен, ижад психологияһын аңлап етмәүҙән килә был. Үҙе аңламағас, аңлата алмай, аңлау өсөн үҙеңә ижадсы булырға кәрәк. Шул саҡта ғына әҫәрҙе үтә күрергә мөмкин».
Хәҙерге әҙәби тәнҡит үҫешенә Ғайса Хөсәйеновтың «Хәҙерге башҡорт әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәби тәнҡите» («Заман һәм әҙәбиәт», Өфө, 1982) исемле ҙур күләмле мәҡәләһе бик уңышлы булды. Атап үтелгән мәҡәләлә автор айырым етешһеҙлектәргә туҡтала, уларҙың сәбәптәрен асыҡлай, конкрет тәҡдимдәрен әйтә. «Һуңғы йылдарҙа юбилей мәҡәләләре бик шымартып яҙыла башланы. Хәл шул хәтлегә етеп бара, ул мәҡәләләр буйынса, һәр юбиляр – яҙыусы талант эйәһе, ҙур һүҙ оҫтаһы», – тип яҙған ғалим, йәғни тәнҡит мәҡәләләренең комплиментар характерҙа булыуын билдәләгән. Уныңса, «Әҙәби тәнҡит эше – бик ҙур, яуаплы вазифа. Ул әҫәрҙәргә, ижадҡа баһа биреүсе генә түгел, йәмәғәтселек фекерен формалашырыусы. Китап уҡыусының зауығын тәрбиәләшеүсе, яҙыусының яҡын ярҙамсыһы, кәңәшсеһе булыр кешеһе. Уның яҙыусыға ҡарата әйткән фекере асыҡ, талапсан булыу менән бергә ғәҙел һәм тура булыуы шарт». Шул уҡ уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында Ким Әхмәтйәнов былай тип яҙа: «Һәр кемдең үҙ «идеаль тәнҡитсеһе» була торғандыр. Миңә ҡалһа, бындай тәнҡитсенең түбәндәге өс сифатҡа эйә булыуы мөһим. Беренсенән, ул үҙе тикшергән әҫәрҙе йәки әҙәби күренеште мөмкин тиклем мәғәнәле итеп «һөйләтә» белергә тейеш. Икенсенән, ысын тәнҡитсенең яҙғандарында уның үҙ шәхесе лә уҡыусының иғтибарын йәлеп итә ала. Өсөнсөнән, хеҙмәттәрендә ҡуйылған әҙәби мәсьәләләрҙе тәнҡитсе үҙе генә хәл итеп бөтөрөргә ҡабаланмай, ә был эшкә уҡыусыны ла ылыҡтыра белә. Ошо идеаль күҙлектән ҡарағанда, беҙҙең күбебеҙгә «икенсенән» менән «өсөнсөнән» етеп бөтмәй. Мәҡәләләребеҙҙә әҙәби факттарҙы теркәү менән генә сикләнәбеҙ». Шулайтып ваҡытында саң ҡаҡҡанға күрәлер, нәҡ шул дәүерҙә әҙәби тәнҡит өлкәһендә Ә.Вахитов, Р.Бикбаев, Р.Байымов, В.Әхмәҙиев, Т.Килмөхәмәтов, Р.Әмировтар әүҙемлек күрһәтә, жанр йәшәүгә һәм артабан үҫеүгә хаҡлы булыуын дәлилләй.
Беҙ бөгөн башлыса ижади портреттар планында эш алып барабыҙ. Ә бит әҙәби тәнҡиттең йәнә «реалистик тәнҡит», «импрессиональ тәнҡит», «психологик тәнҡит», «филологик тәнҡит», «уҡыусы тәнҡите» кеүек йүнәлештәре лә бар. Мәҫәлән, «импрессиональ тәнҡит» атамаһы аҫтында сыҡҡан тәнҡитте башлыса яҙыусылар үҙҙәре ижад итә, тәбиғәте менән улар эссе жанрына яҡын.
Был тәңгәлдә Әмир Әминев ырамлы эшләй, уның әҙәби тәнҡите бөгөнгө көндә эҙләнеү тәрәнлеге, дөйөмләштереүҙәре менән профессиональ тәнҡит юғарылығына күтәрелде. Яҙыусының «Портретҡа штрихтар. Һайланма мәҡәләләр» китабына (2023) 19 әҙәби портрет ингән, улар араһында Валентин Распутин, Талха Ғинәтуллиндар ижадын анализлау күп нәмә тураһында һөйләй.
Хәҙерге башҡорт әҙәби тәнҡите һаҡланһын һәм үҫһен өсөн түбәндәге тәҡдимдәремде әйтмәксемен. Республикабыҙҙа 2026 йылдан башлап, БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Яҙыусылар берлеге менән иң яҡшы тәнҡитсегә тапшырыла торған (мәҫәлән, Ғайса Хөсәйенов исемендәге) йыллыҡ премия булдырыу. Филология факультеттары студенттарына өлкән курстарҙа әҙәби тәнҡит буйынса махсус курстар ойоштороу зарур. Беҙҙә әҙәби тәнҡит буйынса бер ваҡытта ла ғилми диссертациялар яҡланманы, әле лә күренмәй. Яҙыусылар берлегендә әҙәби тәнҡит мәсьәләләре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар үткәреү һәйбәт булыр ине. Тәнҡитселәрҙең тикшеренеүҙәрен заманса, яңы ҡараштар нигеҙендә, анализлауҙарға йүнәлтеү кәрәклеге бар. Ваҡытлы матбуғатта китап уҡыусылар тәнҡитен яңынан ойоштороу зыян итмәҫ ине. Башҡорт әҙәби тәнҡитенең ҡайтанан йәнләнеүе – заман талабы ул.
Зәки ӘЛИБАЕВ, филология фәндәре кандидаты:
– «Күршемдең күңелен күрәм, тип, биш балам да иремә оҡшамаған», – тигән әйтем бар башҡорт халҡында. Шуның шикелле беҙ күршеләрҙәге ҡайһы бер әйберҙәрҙе бик йәтеш кенә күреп ҡалабыҙ ҙа уларҙы маҡтайбыҙ. Һәр хәлдә үҙебеҙҙә булған хәл-ваҡиғалар тураһында, бәлки, әйтергә ҡыймайбыҙҙыр, бәлки, күршенең тауығы күркә булып күренәлер.
Бөгөнгө әҙәби тәнҡит һәм әҙәбиәт ғилеме тураһында һөйләшкәндә ике ҙур әйбер тураһында әйтергә кәрәк. Беренсеһе – әҙәбиәт ғилеме. Уның нигеҙе күптән үк һалынған һәм ярайһы уҡ хеҙмәттәр баҫылған. Иҫке төрки телендә ғәрәп алфавиты менән яҙылған китаптарҙы әҙерләп сығарыу тиҫтә йылдарға һуҙылған эшмәкәрлек талап итә. Әле, тотош илебеҙ менән Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығын билдәләгән мәлдә, ғүмер буйы ошо мәғрифәтсе-шағирҙың ижадын өйрәнгән билдәле ғалим, филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов әҙәбиәт һөйөүселәргә ҙур бүләк эшләне. Уның тынғыһыҙ эшмәкәрлеге арҡаһында Ғәли Соҡоройҙоң яңы китабы донъя күрҙе.
Айырым исемдәрҙе асыҡлау, уларҙың биографияһын өйрәнеү, яңы әҙәби әҫәрҙәрен табыу бик ҡатмарлы эш. Бөгөн юғары мәктәп студенттары шул юҫыҡта эшләгән билдәле ғалимдар Әхнәф Харисов, Ғайса Хөсәйенов, Фәнзил Санъяровтарҙың китаптарын кинәнеп ҡуллана.
Беҙ шундай халыҡ – ныҡ сәйәсәт яратабыҙ. Бөтә нәмәне сәйәсәткә ҡорабыҙ ҙа үҙебеҙҙең рухи ҡиблабыҙҙы шуға алыштырып, юҡҡа сығарабыҙ ҙа ҡуябыҙ. Шәйехзада Бабич ижадын күтәреп сыҡҡан Рауил Бикбаев, миңә ҡалһа, бер ниндәй сәйәсәттән ҡурҡмай, бөтөнләй фамилияһы бикләнеп ҡуйған Бабичты күтәреп сыҡҡан. Үҙе сәйәсмән булһа ла, Бабич ижадында бер ниндәй ҙә сәйәсәт юҡ. Шул тиклем юғары уның ижады. ХХ быуатта йәшәгән Әбүстең ижады хаҡында китапты билдәләп китер инем. Был турала Зәйтүнә Шәрипова 90-сы йылдарҙа шулай уҡ яҙып сыҡҡайны. Тотоп алырлыҡ китаптар бар икән, был үҙе үк әҙәбиәт ғилеме, әҙәбиәт тарихы өлкәһендә башҡарған эшмәкәрлегебеҙ. Әммә шуныһы үкенесле, бөгөнгө көндә әҙәбиәт ғилеме китапханалар эсендә генә ҡала. Мәктәптәрҙә хәҙер әҙәбиәт 0,5 сәғәт кенә уҡытыла. «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашҡан бер уҡытыусы «Башҡорт халыҡ ижадында мәҡәлдәр» тигән темаға асыҡ дәрес бирҙе. Мин уға ябай ғына һорау бирҙем. «Мәҡәлдәрҙе һеҙ ҡайҙан алдығыҙ?» – тинем. «Интернеттан», – тип яуап бирҙе. Ул мәҡәлдәрҙең айырым том булып баҫылып сыҡҡанын һәм бер нисә ҡабат нәшер ителгәнен дә белмәй. Быға уҡытыусы ғәйепле түгел. Бында система ғәйепле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай осраҡтар берәү-икәү генә түгел. Әҙәбиәт ғилеме хәҙер юғары уҡыу йорттарында ла йүнләп уҡытылмай. 90-сы йылдарҙа әҙәбиәт кафедраһы аша йылына әллә нисә докторлыҡ, кандидатлыҡ диссертациялары үтә ине. Диссертация советы инде ун йыл буйы юҡ, әммә береһенең дә ҡылы ҡыбырламай. Был – беҙ, һәм ҡайҙалыр, кемдер түгел... Әле 90-сы йылдарҙа уҡ Татарстанда биш кенә түгел, иллеләп әҙәбиәт ғилеме докторы бар ине! Кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе республика кимәлендә хәл ителергә тейеш. Беҙ, үҙ-ара ғына һөйләшеп, диссертация советы аса алмайбыҙ. Уны булдырмайынса тороп, әҙәби тәнҡит өлкәһендә лә эш урынынан ҡуҙғалмаясаҡ. Әйтәйек, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың ижады бик аҙ өйрәнелгән. Был юҫыҡта Ғәлимә Әхмәтоваға рәхмәт, яҙыусы үҙе тере саҡта уның ижадына арнап, конференциялар үткәрҙе. Әгәр бөгөн Ноғман Мусин тураһында беҙ әйтмәйбеҙ икән, башҡорт прозаһы тураһында нимәлер һөйләү кәрәк тә түгел.
Әҙәби тәнҡит – бөгөнгө көндә иң ауыр темаларҙың береһе, сөнки ул гәзит-журналдарға кәрәкмәй. Әҙәбиәтсе рамкалар эсендә фекерләй алмай. Яҙыусылар үҙҙәре лә быны бик яҡшы аңлай. Мәҫәлән, мин Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғариповаға: «Һеҙ миңә шул турала яҙығыҙ әле!» – тип әйтәм икән, ул бер ваҡытта ла уны яҙмаясаҡ. Ул үҙе белгән аудиторияға үҙе белгән траектория буйынса яҙа. Әҙәби тәнҡит буйынса һуңғы ун йылда донъя күргән китаптар тураһында мәғлүмәт туплағайным. Бик ҡыҙыҡ арифметика. Беҙҙең З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан китаптарҙың иҫәбе бармаҡ менән генә һанарлыҡ: Р.Аҙнағолов, З.Әлибаев, Р.Әхмәҙиев, Р.Бикбаев, Г.Гәрәева, Ф.Күзбәков, Ғ.Ҡунафин, Ә.Хәбиров. Әлбиттә, ниндәйҙер тәнҡит мәҡәләләре яҙыусыларҙың үҙҙәренең китаптарына инеп киткән.
Әҙәби тәнҡит материалдарын ни өсөн бөгөн гәзит-журналдарға алып бармайҙар? Беҙҙең Башҡортостанда бер «Ватандаш» журналында баҫылған мәҡәләләр генә РИНЦ-ҡа индерелә. Фән донъяһында мәҡәлә РИНЦ-ҡа инмәһә, ул бер кемгә лә кәрәк түгел. Ә инде ВАК тураһында һүҙ ҙә юҡ.
Яңыраҡ миңә Якутияла ҙур конференцияла ҡатнашырға тура килде. Унда башҡорт һәм яҡут әҙәби бәйләнештәре тураһында һүҙ барҙы. Шунда ҡатнашҡан фән докторҙары һәм кандидаттарының илле проценты диссертацияларын Башҡортостанда яҡлаған булған. Хәҙер унда докторҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Улар үҙҙәренең мәктәбен булдырған. Роберт Байымовта диссертация яҡлаған Прасковья Ситцева ла, Людмила Романова ла – һәр ҡайһыһы айырым ВАК журналын етәкләй.
Күҙ алдына килтерәһегеҙме, беҙҙең ғалимарҙы үҫтереү ниндәй матур һөҙөмтә бирәсәк?
Луиза КИРӘЕВА, филология фәндәре кандидаты:
– Интернет селтәренең тормошобоҙға ныҡлы үтеп инеүе мәҙәниәт, әҙәбиәт өлкәһенә лә йоғонто яһамай ҡалманы. Бынан бер ун йыл элек ватан әҙәбиәте ғилемендә хатта «әйҙәгеҙ, «литература» тигән һүҙҙе «сетература» терминына алмаштырайыҡ» тигән тәҡдимдәр ҙә ишетелеп ҡалды. Тарихҡа ҡайтып әйләнгәндә, ХХ быуат башында кинофильмдар, тауышлы фильмдар, телевидение килеп сыҡҡас, хәҙер әҙәбиәткә көн бөтөр инде, тигәйнеләр. Күреүебеҙсә, әҙәбиәт һүҙ сәнғәте булараҡ үҙ юлын дауам итте, ә кино сәнғәте айырым тармаҡ булып үҫешеп китте. Шуның шикелле, «Интернет әҙәбиәте» тигән төшөнсәне лә бөгөн инҡар итеп булмай, әммә параллель рәүештә китаптың, баҫма әҙәбиәттең дә яҙмыш-юлы дауам итә әле, тип әйтә алабыҙ.
Байтаҡ мессенджерҙарҙың, социаль селтәрҙәрҙең исемдәрен ҡулланыу тыйылған хәҙер, шуға беҙ сайттар һәм «Бәйләнештә» социаль селтәрен генә байҡарбыҙ. Интернет киңлегендә, атап әйткәндә, социаль селтәрҙәрҙә, блогтарҙа, веб-порталдарҙа әҙәбиәтте ҡабул итеү һәм баһалау мәсьәләләре хәҙерге тикшеренеүселәрҙең иғтибарын йыш йәлеп итә. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, «Бәйләнештә» социаль селтәре Рәсәйҙә популярлығы буйынса беренсе урында. Ул үҙенең ҡулланыусыларына берләшмәләр, төркөмдәр булдырыу мөмкинлеген бирә һәм өс тармаҡта үҫешә: төркөм, бит (паблик) һәм саралар (мероприятия).
«Бәйләнештә»ге башҡорт һүҙ сәнғәтенә ҡағылышлы берләшмәләрҙе яҡынса шулай төркөмләргә була:
- яҙыусылар, китап һөйөүселәр берләшмәләре йәки төркөмдәре («Башҡортостан яҙыусылар союзы», «Башҡортостан әҙәбиәте», «Башҡортса хикәйәләр», «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» һ.б.);
- билдәле бер яҙыусы, шағирҙың шәхси пабликтары йә төркөмдәре (һәр бер яҙыусының тиерлек шәхси бите бар, байтаҡ ҡына ҡәләмдәштәр үҙҙәренең төркөмдәрен дә алып бара). Унан башҡа, әҙәбиәт һөйөүселәр тарафынан Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Рәшит Назаров, Назар Нәжми, Әнғәм Атнабаев, Рауил Бикбаев, Рәмзилә Хисаметдинова һ.б. әҙиптәргә арналған төркөмдәр булдырылған; Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, шағирә Тамара Искәндәриә сайттары бар һ.б.;
- цитаталар йәки статустар төркөмдәре («Башҡортса статустар»);
- киң мәғлүмәт саралары төркөмдәре һәм сайттары (республикалағы һәр бер гәзит һәм журналдың сайттары, төркөмдәре, әҙәби-мәҙәни порталдар бар);
- әҙәби музейҙар төркөмдәре;
- китапханалар төркөмдәре;
- магазиндар һәм нәшриәт төркөмдәре (З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, уның магазины, «Башредактор», «Юлдаш» нәшриәттәре төркөмдәре һ.б.).
Әле һаналып киткәндәр барыһы ла нәфис әҙәбиәтте пропагандалауҙа ҙур эштәр башҡара һәм байтаҡ әҙәби-мәҙәни сараларҙы алып бара.
Бындай берләшмәләрҙең төп контенты: яратҡан авторҙарҙың әҫәрҙәре, төрлө цитаталар, авторҙарҙың яңы китаптарының анонстары, автор ҡатнашлығындағы йәки уның ижады менән бәйле сараларҙың афишалары, авторҙарҙың фотоһүрәттәре, интервьюлары һ.б. Администраторҙарға бирелгән киң мөмкинлек (теләһә ниндәй төр материалдарҙы баҫтырыу: текстар, һүрәттәр, аудио- һәм видеоматериалдар, визуаль, аудиовизуаль форматтағы файлдар, фекер алышыуҙар булдырыу һәм мәҡәләләр-лонгридтар яҙыу) үҙенсәлекле һәм ғәҙәти булмаған идеяларҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә. Китап һөйөүселәр менән аралашырға, уларҙың фекерҙәрен белергә була.
Интернет киңлегендәге эшмәкәрлек башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә замандан артта тороп ҡалмаҫҡа ярҙам итә. Эйе, классик әҙәбиәттең урын алыуы, сайттар булдырылыуы ыңғай күренеш. Кеше уҡымай, тип әйтә алмайбыҙ. Бына, мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафиндың МХО батыры Фәнис Хөсәйенов хаҡындағы «Бер ғүмер етмәй икән» тигән әҫәрен халыҡ бик яратып уҡыны, тиҫтәләгән сайттар уны эләктереп алды. Дөйөм иҫәпләп ҡарағанда ла, моғайын, миллионлаған тапҡыр ҡаралғандыр. Шағирҙар Гүзәл Ситдиҡова, Тамара Ғәниева, Лариса Абдуллина, Тамара Искәндәриә, Салауат Әбүзәр, Зөлфиә Ханнанова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Гөлназ Ҡотоева, Римма Ғәлимова, Тимер Ниәтшин, яҙыусылар Айгиз Баймөхәмәтов, Миләүшә Ҡаһарманова, Мөнир Ҡунафин, Венер Исхаҡов, Марат Әминев һ.б. ижады ла интернет киңлегендә сағыу күренә.
Ғөмүмән, интернет беҙҙе шағир итте, тип һанаусылар ҙа бар: Фирүзә Абдуллина, Миңзәлә Шөғәйепова, Наилә Хәмбәлиева, Гөлнур Ҡыуатова, Миләүшә Ҡыҙрасова, Светлана Насирова, Сәкинә Тотманова, Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов, Марсель Хамматов һ.б.
Ләкин һағайтҡан күренештәр ҙә етерлек. Әйтәйек, иң мобиль жанрҙар – шиғырҙар менән хикәйәләрҙе генә алып ҡарайыҡ. Әҫәреңдең шунда уҡ уҡыусыға барып етеүе, уның нисек ҡабул ителеүен белергә ынтылыу һәр ижадсы өсөн дә мөһим. Интернет шуның менән алдата ла. Әйтергә кәрәк: ҡайһы бер ижадсыларҙың «лайк» артынан ҡыуыуы һис тә кимәлде күрһәтмәй. Хатта шуға барып етә: «Мин шиғырымды ҡуям да, бер аҙ көтөп торам, береһе лә «лайк» ҡуймаһа, юйып ташлайым», – тип әйтеүселәр бар. Уҡыусыға эйәреү, оҡшарға тырышыу гел генә яҡшыға алып бара, тип әйтеп булмай.
Интернеттағы хикәйәләрҙең сифаты яҡшы түгел. Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙың күбеһен хикәйә, тип атап та булмай. Һүҙ һөйләүгә, булған хәлде тасуирлауға ҡоролған яҙмалар баҫты интернет киңлеген.
Тағы бер күңелһеҙ күренеш бар – плагиатлыҡ. Күберәк үҙешмәкәр, һәүәҫкәр ҡәләм тибрәтеүселәрҙә осрай, тиер инем. Тегенән-бынан сәлдереп шиғыр яһаусылар йыш күренә. Кешене белмәй, тип уйлайҙармы икән? Быға интернет киңлегендә әҫәрҙәрҙең исемһеҙ булып китеүе, авторһыҙ ғына йөрөп ятыуы ла булышлыҡ итә, буғай.
Әҙәби-теоретик мәҡәләләргә, әҙәби тәнҡиткә килгәндә, улар күберәк сайттарҙа урын ала. Уның да ләкине бар. Әҙәби тәнҡит – ул көслө ҡорал. Ул яҙыусыны күтәрергә лә, бөтөрөргә лә мөмкин. Ә интернетта һәр ваҡыт интеллигентлы уҡыусылар ултыра, тип уйлап булмай. Ыңғай яҡты күрмәһә лә, «просмотр» өсөн кире яҡты ғына һаплап ултырыусылар әҙәби тәнҡитте бик яҡшы булмаған маҡсатта ҡулланыуҙары мөмкин.
Унан башҡа, әҙәби-теоретик мәҡәләләрҙе яҙған ғалимдар күбеһе фән өлкәһендә, фәнни учреждениеларҙа, юғары уҡыу йорттарында эшләй. Әйтәйек, монография сығарам тиһәң, интернетта урын алған элекке мәҡәләләрең һиңә ҡаршы «эшләй башлай», йәғни «Антиплагиат» системаһында проценттарҙы төшөрә.
Шулай ҙа ваҡыт булып, башҡортса китаптарға видеокүҙәтеүҙәр, блогтар алып барылһа, һәйбәт булыр ине. Бының өсөн айырым каналдар, әҙерлекле smm-менеджерҙар кәрәк шул.
Һуңғы ваҡытта «яһалма зиһен» төшөнсәһе ныҡлы ҡулланылышҡа инеп китте. Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Урал Килсенбаев, бөгөн башҡорт телен цифрлы
донъяла һаҡлап ҡалыу өсөн үҙебеҙҙән башларға кәрәк, тине һәм өс ябай фекер тәҡдим итте: «Беренсе. «Искусственный интеллект»ты «яһалма интеллект» тип түгел, ә яһалма зиһен тип ҡабул итәйек. Исемендә үк телебеҙҙең үҙенсәлеге сағылып торһон. Икенсе. Һәр милләттәшебеҙ көнөнә кәм тигәндә бер аҙ ваҡыт яһалма зиһен менән башҡортса аралашһын. Уны башҡортсаға «өйрәтергә» кәрәк: икенсе милләт балаһын башҡорт теленә өйрәткәндәй, түҙемле итеп, ябай һөйләмдәр менән, ҡабатлап, төҙәтеп. Яһалма зиһен нимәгә өйрәнһә – шуны нығыраҡ ҡуллана. Өсөнсө. Ошо арала комиссияны йыйып, түбәндәге һорауҙарҙы ҡарап, эште башлап ебәрәсәкбеҙ. Бөгөн туған телде һаҡлау мәктәп һәм ғаилә менән генә сикләнмәй. Кешеләр көн дә телефонда, эҙләү системаһында, социаль селтәрҙә, төрлө сервистарҙа «йәшәй». Ә яһалма зиһен тап ошо мөхиттә «тәржемәсе», «яуап биреүсе», «ярҙамсы» булып тора. Шуға күрә яһалма зиһен башҡортса дөрөҫ эшләһә, телгә ярҙам итә: башҡортса яҙырға һәм уҡырға еңеләйтә; дөрөҫ яҙылышты, һүҙ һайлауҙы төҙәтә; тиҙ тәржемә, уҡыу өсөн ҡыҫҡартыу, аңлатма биреү мөмкинлеген аса; балаларға һәм өлкәндәргә телде өйрәнеүҙе ҡыҙыҡлыраҡ итә; башҡортса контенттың күләмен дә, ҡулланыу даирәһен дә киңәйтә. Ә яһалма зиһен башҡортса белмәһә, киреһенсә, тел онлайн мөхиттән аҡрынлап ситләшә башлауы мөмкин. Шуға күрә бөгөндән үк системалы эш кәрәк. Юғиһә өс-биш йыл эсендә башҡорт теле ҡайһы бер цифрлы сервистарҙа һәм ИИ-яуаптарҙа юғалыуы ихтимал. Ул саҡта инде киләсәктә телебеҙ «музей экспонаты» һымаҡ ҡына тороп ҡаласаҡ».
Эйе, беҙ бер нисек тә заман тиҙлегенән, яңырыуҙарҙан артта тороп ҡала алмайбыҙ. Башҡорт теле цифрлы донъяла ла, һис шикһеҙ, үҙ урынын табырға тейеш. Заман мөмкинлектәрен ауыҙлыҡлау һәм ҡулланыу тормош-йәшәйешебеҙҙе лә еңеләйтә. Башҡорт китабын нәшер итеү өлкәһендә, мәҫәлән, тәүге емештәр күренә башланы ла инде. Шағирә Гөлшат Әхмәтҡужинаның балалар өсөн яҙылған, яһалма зиһен ярҙамында яһалған һүрәттәр менән биҙәлгән «Илаҡ крокодил» китабын (З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, 2026) бик күптәр оҡшатты.
Һуңғы йылдарҙа яһалма зиһен шиғыр, хикәйәләр ҙә яҙа, көй ҙә сығара, хатта үҙе башҡара ла. Ул шағир, яҙыусы, композитор, йырсыны алмаштыра ала, тип әйтеүселәр бар. Шулай ҙа тимер тауышлы, ҡорос йәнле робот кеше тиклем кешене тулыһынса алмаштыра алмай. Йөрәк һүҙе булырҙай әҫәрҙәр яҙыр өсөн әҙип һүҙе, әҙип күңеле, әҙип зиһене һәм йөрәге кәрәк.
Флүр ҒӘЛИМОВ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы:
– Мин беҙҙең республикала фән докторҙары ла, кандидаттары ла күптер, тип уйлай торғайным, шуға күрә үҙебеҙҙең тәнҡитселәрҙе бик етди армия, тип ҡабул итә инем. Әле бына Ф.Санъяровты, З.Әлибаевты тыңлағас, нисектер күңелем төшөп китте. Шул ҡәҙәре аҙ ғына ҡалдылар микән ни, тип уйлап ҡуйҙым. Өмөт тә яралды: ғалимдарыбыҙ күп бит. Тел буйынса яҡлаған ғалимдар ҙа тәнҡитсе булып китә алалыр бит?
Шәхсән үҙем һис кенә лә үпкәләй алмайым. Минең ижад тураһында байтаҡ ғалимдар яҙҙы. Уларҙың барыһына ла рәхмәтлемен. Был мәҡәләләр Википедиялағы минең биттә теркәлеп бара. Етмешкә яҡын мәҡәлә. Шуның ун проценты ғына әҙәбиәт белгестәренеке. Тағы шунсама Мәскәү һәм башҡа ҡалаларҙың әҙәбиәт белгестәре тарафынан яҙылған. Ун бишкә яҡынын үҙебеҙҙең профессиональ яҙыусылар яҙған, ҡалғандары әҙәбиәт һөйөүселәр тарафынан яҙылған. Әмир Әминев «Генерал Шайморатов»ҡа ҙур мәҡәлә яҙҙы. «Һәр башҡорт уҡырға тейеш был романды», – тип билдәләне. «Аҙғын тәүбәһе»нә – Ҡәҙим Аралбай, «Прометей»ға Тәлғәт Сәғитов үҙ фекерен белдерҙе.
Беҙ, яҙыусылар, бер-беребеҙҙең әҫәрҙәрен уҡымайбыҙ, тип элек-электән әйтә киләбеҙ. Бөгөн тыңлап ултырам – әҫәрҙәребеҙҙе хатта тәнҡитселәр ҙә уҡымағанлығын һиҙҙем.
Әҙәби тәнҡиттә үҙенә күрә пиар ҙа бар. Уның бер өлгөһө – Гүзәл Яхина. Уны иҫ китмәле итеп күтәрҙеләр. Китабын уҡыр өсөн кешеләр сиратҡа торҙо. Ниндәй генә премиялар биреп бөтмәнеләр. Мин дә уҡыным. Унда художество дөрөҫлөгө лә, тормош дөрөҫлөгө лә юҡ. Автор – йәш кенә ҡыҙыҡай, тормошто бөтөнләй белмәй. Теләһә нәмә яҙған һәм зарарлы нәмәләр яҙған. Шуны халыҡ «О, Яхина!» тип, хәле бөтөп уҡый бит инде. Бына нимә эшләтә пиар!
Беҙ ошондай һөйләшеүгә һыуһағайныҡ. Күпме съездар үтте, ә әҙәбиәт тураһында һөйләшкәнебеҙ юҡ. Элек нисек ине? Союз рәйесе үҙе бер сәғәт һөйләй. Бөтә әҙәби процестарға байҡау яһай. Секция рәйестәре төплө анализ менән сығыш яһай. Йәнә ул сығыштар буйынса фекер алышыуҙар була торғайны. Йыл һайын дөйөм йыйылыштар үтә ине. Бына бөгөн әҙәбиәт тураһында һөйләшеп ултырабыҙ. Был бик шәп! Күптән кәрәк ине. Етешһеҙлектәр күп ул эшебеҙҙә, ләкин полемика тигән нәмә юҡ. Ни өсөн полемика юҡ? Бер нисә йыл элек интернет селтәрҙәрендә беҙҙең шәп кенә яҙыусыларҙы пыр туҙҙырып әрләнеләр. Нишләп шул саҡта уларҙы берегеҙ ҙә яҡлашманығыҙ? Татарстан был юҫыҡта ҡайнап тора. Ярар, гәзиттәрҙә полемика булмағас, интернет селтәрҙәрендә булһа ла булһын.
Миңлеғәли НӘҘЕРҒОЛОВ, филология фәндәре докторы:
– Тәнҡиттең һүнеп ҡалыуының мөһим сәбәптәре, әлбиттә, бар. 70-80-сы йылдар, 90-сы йылдар башы менән сағыштырып ҡарайыҡ. Кеше әгәр бәләкәй генә гәзиткә мәҡәлә яҙһа, уға икмәк-тоҙлоҡ булһа ла гонорар бирә торғайнылар. Яҙышҡан кеше өсөн ул бик мөһим әйбер. Күпме ваҡытын әрәм итеп, көсөн, хисен әрәм итеп, шул эште башҡара. Әгәр матди файҙа тапмаһа, күңеле һүрелә. Быныһы – бер. Икенсе яҡтан, совет йылдарында, 90-сы йылдарҙа ла дауам итте был күренеш: беҙҙең республика баҫмалары һәр ваҡыт уҡыусылар менән бәйләнеш тота торғайны. Журналдарҙа, гәзиттәрҙә ниндәйҙер бер проблема күтәреп, шуның тураһында һөйләшергә саҡырырҙар ине. Шунда ҡыҙыҡлы тәнҡит мәҡәләләре лә килеп сыҡҡылай ине. Шәхсән үҙемә йыш ҡына «Ватандаш» журналы мөрәжәғәт итә. Был йәһәттән улар бик актив эшләй. Башҡа баҫмалар мөрәжәғәт иткәне юҡ.
Әҙәби тәнҡит әҙәбиәт ғилеме менән туранан-тура бәйле. Беҙҙең, фәнни учреждениеларҙа эшләүселәрҙең, ваҡыты бик тар, һәр материалға ҡарата фекер яҙыу ваҡытты күп ала. Әгәр гәзит-журналда сыҡҡан тәнҡит мәҡәләләрең, рецензияларың РИНЦ-ҡа тәьҫир итмәй икән, был да ғалимдарҙы әүҙем яҙышыуҙан ситкә этәрә.
Эшмәкәрлегебеҙгә килгәндә, Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә алты томлыҡ әҙәбиәт тарихын әҙерләп баҫтырҙыҡ. 2011 йылда беҙ уның етенсе томын яҙырға тотонғайныҡ. Әлбиттә, үҙебеҙҙең институт ғалимдары ғына ул эште атҡарып сыға алмай бит инде, бына тигән белгестәребеҙ юғары уҡыу йорттарында ла эшләй. Гөлфирә Гәрәева, Риф Әхмәҙиев һәм башҡа ҡайһы бер белгестәребеҙҙе, дирекция ҡаршы килһә лә, ситтән йәлеп итеп, эште улар менән бергә башҡарырға тура килде.
Етенсе томға килгәндә, уның шул уҡ проза өлөшөн дә, шиғриәт өлөшөн дә, балалар әҙәбиәте, әҙәби тәнҡит һәм әҙәбиәт ғилеме бүлектәрен дә кеше уҡып ҡараһа, бөгөнгө әҙәбиәтебеҙ буйынса күп нәмәгә күҙе асылыр ине. Яҙыусыларыбыҙ ана шундай китаптарҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаһын ине. Әлбиттә, бик күп персоналийҙар бар. Әммә дөйөм әйтелгән фекерҙәр ҙә етерлек. Ҡайһы бер тәнҡит һүҙҙәре туранан-тура әйтелмәүе мөмкин. Әйтәйек, әгәр ҙә яҙыусы ижады тураһында бөтөнләй һүҙ йөрөтөлмәй икән, тимәк, яҙыусы был хаҡта шулай уҡ уйланырға тейеш.
Миңә 2000 йылдарҙа Яҙыусылар союзы идараһында тәнҡит бүлеген етәкләргә тура килде. Идара йыйылышында сығыш яһағаным әле лә хәтерҙә. Беҙҙең яҙыусыларға тәнҡит һүҙе әйтеүе бик ҡыйын. Ә бына 50-се йылдар аҙағында, 60-70-се йылдарҙа – Ким Әхмәтйәнов, Ғайса Хөсәйеновтарҙың йәш сағында – тәнҡит ниндәй көслө булған! Ҡаты тәнҡит һүҙҙәре әйтеп мәҡәләләр яҙғандар.
Тәнҡит өлкәһендәге ғилми эшмәкәрлегебеҙ тураһындағы фекерҙе дауам итеп, тағы шуны әйтә алам. Башҡорт әҙәбиәте тарихын рус телендә дүрт томда әҙерләй башланыҡ. Уның өс томы донъя күрҙе лә инде. Хәҙер дүртенсе томды редакторлау өҫтөндәмен. Эш ни өсөн тотҡарлана? Әҙипкә халыҡ яҙыусыһы исеме йәки Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә икән, беҙ ул яҙыусыға мотлаҡ персоналийҙа урын бирергә тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер бик талантлы йәш яҙыусыларыбыҙ килеп сыға. Улар тураһында һүҙ әйтелмәгән. Ҡайһы бер яҙыусылар ижады етенсе томда сағылдырылмаған булһа ла, рус телендә сыҡҡан дүртенсе томда мотлаҡ рәүештә сағылдырырға тейешбеҙ, тигән принципты алға ҡуйып, дүртенсе томды теүәлләп киләбеҙ. Эштең 70 проценты атҡарылған.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына З.Й.Рәхмәтуллина етәксе булып эшкә килгәс, ситтән инглиз теле белгестәре лә йәлеп ителде. Хәҙер әҙәбиәт тарихын инглиз телендә әҙерләйбеҙ. Уның күләме ике томлыҡ булыр: совет осорона тиклемге әҙәбиәт – беренсе томда, совет осоро һәм хәҙерге әҙәбиәт – икенсе томда. Шундай эштәр менән мәшғүлбеҙ.
Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА, филология фәндәре докторы:
– Яҡтылыҡ. Тоғролоҡ. Ер-һыуҙы яратыу. Ергә Тоғролоҡ. Ошолар барыһы ла бөйөк аманатҡа һыйған. Шуға ла бөгөнгө ҡор бик көслө, фекерле, тәнҡитле, кәрәкле, файҙалы. Минең дә бер нисә кәлимә һүҙем бар. Әлеге мәлдә Йыһанда, ете асманда яуызлыҡ һәм яҡшылыҡ, ҡаралыҡ һәм яҡтылыҡ, ғүмер һәм үлем, яҡты нур һәм үлемесле нур араһында энергетик һуғыш бара, һәм ул әҙәмдәрҙә сағылмай ҡалмай. Ошо масштаблылыҡты, ошо планетарлыҡты һәр яҙыусы, һәр һүҙ оҫтаһы, бигерәк тә башҡорттар тойорға тейешбеҙ, сөнки беҙ Урал зонаһында иң хисле, иң мәртәбәле, иң көслө, иң фекерле, үҙ илен яратҡан халыҡ.
1996 йылдан алып Ф.Ғ.Хисаметдинованың фатихаһы менән майҙанда эпосты башҡарыу буйынса балалар араһында ярыштар уҙғарылып килә. 2011 йылдан, боронғо башҡорт йолаларына нигеҙләнеп, «Урал батыр» байрамы үткәрелә башланы. Бөгөнгө көндә Урал батыр ғәләйһис-сәләмдең рухы беҙгә боролдо, тип әйтә алабыҙ. Хөрмәтле яҙыусылар, һеҙҙең ҡәләмегеҙ, фекерегеҙ, илһам шишмәләрегеҙ ҡәҙимге әҙәмдәргә ҡарағанда күпкә көслөрәк, аҡыллыраҡ, шуға ла барығыҙҙы ла Урал батырға бәйле сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам.
Фольклор экспедицияһы ваҡытында яҙып алынған «Урал батыр» эпосын феноменаль асыш, тип уйлайым. Ике сәғәт ярым буйы эпосты тереләй көйләп һөйләгән 84 йәшлек Әсмә инәй Усманованың, академик Әхмәт Сөләймәнов рухына һүҙ тейгеҙелде. Ә бит ул сығыштың видеояҙмаһы ла бар. Ул китапҡа беркетелде. Фольклористика талаптарына ярашлы, өс быуын кемдән-кемгә тапшырылғаны ла яҙып алынған. Һуңғы тапшырыусы Мөьминә инәй Таймасова 103 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. Ул үҙенең ейәнсәре Әсмә инәйгә ятлатып, көйләтеп, тапшырып ҡалдыра. Әсмә инәй: «Аманатымды тапшырғым килә», – тигәс, ҡартатаһы тыйған: «Балам, беҙҙең быуындан ғына өс ағайыңды Себер ебәрҙеләр. Берәү килеп, белеп, һорап, аңларҙай булып, һинең менән ултырып һөйләшкәс кенә, ауыҙыңды асып «Урал батыр»ҙы белгәнеңде әйт. Бикләп ҡуй хәтереңә!» – тигән.
Заманында ғалимдарҙың ике яҡҡа бүленеүе Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан яҙып алынған эпостың 2010 йылда ЮНЕСКО-ға инеүенә ҡамасау булды. Йәғни кемдәрҙер уны халҡыбыҙҙың боронғо эпосы тип иҫбат итһә, бәғзеләр Мөхәмәтша Буранғолов үҙе уйлап сығарған, тип аныҡларға тырышты. Яҡуттар был юҫыҡта берҙәм булғас, уларҙың эпосы ыңғай ғына ЮНЕСКО-ға индерелде. Әлеге мәлдә «Урал батыр» эпосын да ЮНЕСКО-ға индереү беҙҙең хаҡ бурысыбыҙ. Беҙ быны тик яҡшылыҡҡа таянып, берҙәм булып, бер-беребеҙҙең күңелен ҡыймай ғына эшләргә тейешбеҙ.
Сәсән ҡәҙере булмайынса, эпос ҡәҙере булмай. Хәҙер «Урал батыр»ҙы тулыһынса белгән йәштәребеҙ, балаларыбыҙ бар. 4556 юл! Улар – беҙҙең алтын фондыбыҙ, беҙ уларҙы ла ҡәҙер итергә тейешбеҙ. Трансцендентальность тураһында һүҙ йөрөткәндә, «Урал батыр»ҙың ифрат боронғолоғон билдәләп үтергә кәрәк. Ундағы реалиялар әкиәт түгел. Йәшерен тел, йәшерен ғилем, махсус белекле баҡсылар, йыраусылар, сәсәндәр, аҡыл эйәләре беҙгә аманат итеп килтереп еткергән уны. Шул уҡ мәлдә Ҡот, Яҡшылыҡ, Яҡтылыҡ сәсеү энергияһын һаҡлағандар. Тик ошо сифат арҡаһында эпостар быуаттар дауамында йәшәй. Уны беҙ ҡәҙер итергә бурыслыбыҙ.
Данлыҡлы режиссер Андрей Борисов «Урал батыр»ҙы сәхнәгә сығарғас, Пьер Раше тигән француз журналисы миңә һорау бирҙе, сөнки инглиз теленә тәржемә ителгән бер нисә мәҡәләмде «Скопус»та уҡыған булған. «Уралда әллә күпме халыҡ йәшәй, ә ни өсөн һеҙ был эпосты башҡорт халҡыныҡы тип әйтәһегеҙ?» – тине ул. Мин уға шумерҙарҙың, һинд-иранлыларҙың күсеп киткәненән һуң башҡорттарҙың бында телде үҙләштергән иң төп халыҡ булыуын әйттем.
– Тик беҙҙең телдә генә һөйләнгән эпос ул.
– Ҡалған халыҡтар һөйләйҙәрме?
– Һөйләйҙәр, тик тәржемәһен, – тинем.
– Тереләй һөйләүсе (живое сказывание) бармы? – тип һораны. Мин уға Әсмә инәй Усманованың яҙмаһын күрһәттем. Француз журналисы өсөн ошо төп аргумент булды. А.Веселовский кеүек мәшһүр ғалимдар 1960 йылдарҙа уҡ әйткәйне: «Слабостью заподноевропейских и современных фольклористов, этнологов является то, что они изучают эпос на книжных вариантах. И весь героический эпос таким образом теряется». Миңә Аллаһу Тәғәлә тере эпос буйынса хеҙмәттәр яҙырға насип итте. Һәм был һығымталарым дөрөҫтөр, тигәнгә ышанам.
Лариса АБДУЛЛИНА, Башҡортостандың халыҡ шағиры:
– Әҙәбиәт интернетта ла булырға тейеш. Ундай әҙәбиәт хәүефле, тигән фекер әйтелде. Мин әҙәбиәттең интернетта булыуы яғындамын, сөнки йәштәр социаль селтәрҙәрҙән уҡый. Бынан ҡурҡырға кәрәкмәй.
Балалар әҙәбиәте секцияһы етәксеһе булараҡ, әйтер һүҙем: балалар әҙәбиәтенә лә ҙур иғтибар бүлһәгеҙ ине. Һуңғы йылдарҙа сыҡҡан китаптар булһынмы, балалар секцияһына алып киленгән әйберҙәрме – улар, ғәҙәттә, оҙон иншалар. Улар проза түгел. Шиғырҙар ҙа шундай иҫке. Үҙенең бала сағы, балаһының бала сағы тураһында яҙа беҙҙең яҙыусылар. Ә бөгөнгө балалар бәләкәйҙән телефон менән ҡуллана, интернет, яһалма зиһен менән дуҫы менән һөйләшкән кеүек һөйләшә. Һәм ул балаға ошо форматтағы материалдар кәрәк. Башҡортостан һәм башҡорттар тураһында ошо форматта ла һөйләргә була бит.
Бында бер нисә тапҡыр Татарстан өлгө итеп телгә алынды. Ул йәһәттән Башҡортостанда йәшәгән татар телле яҙыусыларҙың да балалар әҙәбиәте күпкә отошлораҡ. Матур шиғырҙар, ябай әҫәрҙәр, әммә улар шул тиклем бала күңеленә үтерлек итеп яҙа. Быны мин Факиһа Туғыҙбаева исемендәге балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәр конкурсын үткәргәндә күрҙем. Кескәйҙәр өсөн яҙыу бөтөнләй икенсе. Әйтәйек, биш йәшкә тиклемге бала һүрәтте нығыраҡ иҫендә ҡалдыра. Уға дүрт юллыҡ ҡына шиғыр кәрәк. Йә булмаһа, оҙон булһа, уның эсендә йылдам хәрәкәт булырға тейеш. Сафуан Әлибаев, Рәсимә Ураҡсина, Гүзәл Ситдиҡоваларҙың шиғриәте тап шундай.
Әҙәбиәттең төп маҡсаты – тәрбиә. Ә беҙҙә ундай әҫәрҙәр юҡ кимәлендә. «Китап» нәшриәтендә йыл да китаптар сыға. Улар тик шуныһы менән отошло – һүрәттәре матур. Беҙҙә иң шәп рәссамдар. Ә йөкмәткеһенә инеп китһәң, бер бәләкәс кенә башҡортҡа Ҡанбаба, шәжәрә, әллә нәмәләр тураһында һөйләргә тырышалар. Тәүҙә шәжәрә ағасы тураһында һөйләргә кәрәктер, бәлки? «Аҡбуҙат» журналын йыя башлаһаҡ, әл дә яҙыусыларҙың юбилейҙары бар, тибеҙ. Һәм шул иҫтәлекле даталар айҡанлы Сафуан Әлибаевты, Факиһа Туғыҙбаеваны тартып сығарабыҙ... Ә улай булырға тейеш түгел! Факиһа Туғыҙбаева исемендәге конкурс та беҙҙең өмөттәребеҙҙе аҡлай алды, тип әйтеп булмай.
Әҙәби тәнҡит буйынса «Ағиҙел» журналында материалдар юҡ түгел. Һуңғы йылдарҙа баҫманың йөҙө үҙгәрҙе, журнал ҡыҙыҡлы. Яңы концепция менән сыға башланы. Әҙәби баҫма үҙенең бурысын үтәй. «Ватандаш»ҡа килгәндә, ул инде Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баҫмаһы һәм ул төбәктәрҙәге һәм Башҡортостандағы башҡорттарҙың социаль-сәйәси мәнфәғәтен ҡайғыртҡан баҫма, тип иҫәпләйем. Региондарҙағы авторҙар, бигерәк тә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары үҙҙәренең материалдарын ҡайҙа баҫтырырға белмәй, аптырап йонсой, сөнки үҙҙәренең шәжәрәһен төҙөүҙәре, халҡы хаҡында, башҡорт булыуы тураһында һөйләгеләре килә.
Мөнир ҠУНАФИН, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы:
– Беҙҙең «Ағиҙел» журналы – төп әҙәби баҫма. Йылына алты-ете тәнҡит мәҡәләһе донъя күрә. Принцибыбыҙ шундайыраҡ: әҙәби тәнҡит әҙәбиәтебеҙҙең үҫешенә, яңы исемдәр асыуға булышлыҡ итергә тейеш. Тәнҡит мәҡәләләренә алдан заказдар бирәбеҙ. Бына, мәҫәлән, Айгөл Айытҡолова, Зөлфирә Ҡарағужина, Айзилә Мортаеваларҙың дөйөм шиғыр йыйынтығына шағирә Гөлшат Әхмәтҡужина яҙып килтерҙе. Тамара Ғәниеваға мөрәжәғәт итәбеҙ, ғалимдарға мөрәжәғәт итәбеҙ.
Әҙәби тәнҡит әҫәрҙе төплөрәк аңлау өсөн бик кәрәк. Әҫәрҙә төрлө символдар осрай, автор нимә әйтергә теләне икән, тип баш ватҡан саҡтар ҙа була. Әйтәйек, бер драматургтың әҫәрендә һис туҡтауһыҙ сәхнәгә бегемоттар йүгереп сыға. Сюжет эсендә был мәхлүктәр тураһында бер нәмә лә юҡ. Аҙаҡтан уҡып ҡараһам, баҡһаң, донъяға фашизмдың килгәнен режиссер шулай күрһәткән икән. Шунан бирле ғалимдарҙың тәнҡит мәҡәләһен тағы ла яратып уҡыйым, аңларға тырышып.
Үткән йыл журналыбыҙҙа Әмир Әминевтың «Мин хикәйә уҡыйым» исемле иҫ киткес мәҡәләһе баҫылды. Халыҡ яҙыусыһы 1980 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем донъя күргән башҡорт хикәйәләре аша хикәйә жанрын өйрәтә. Башҡорт яҙыусыларының ижады миҫалында оҫталыҡ дәресе алып бара.
Шулай уҡ Гөлфирә Гәрәева, редакция заказы буйынса, беҙҙең журналда бер-ике йыл эсендә сыҡҡан проза әҫәрҙәренә шул тиклем күләмле, объектив тәнҡит мәҡәләһе яҙып килтерҙе. Эш бара, бәлки, беҙ уны күрһәтә генә белмәйбеҙҙер. Ләкин тәнҡит мәҡәләһе шул уҡ ваҡытта повесть-хикәйә уҡыған кешегә, бәлки, ҡыҙыҡ та түгелдер. Шуға күрә уның теленә, яҙылыу стиленә иғтибар итергә кәрәк. Мин тәнҡитселәргә: «Һеҙ халыҡҡа аңлайышлыраҡ тел менән яҙығыҙ», – тип әйтәм. Ныҡ фәнни тел кәрәкмәй беҙҙең баҫмаға. Яңыраҡ бер ҡатын шылтырата: «Журналда тәнҡит мәҡәләһе бирегеҙ, мин шуның аша шиғыр яҙырға өйрәнәм», – ти. Күләм артынан ҡыуып, күп тәнҡит мәҡәләләре сығарыуҙан бигерәк, уларҙың тәьҫир көсө, йөкмәткеһе, миңә ҡалһа, мөһимерәк.
Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА, «Ватандаш» журналының баш мөхәррире:
– Әлеге беҙҙең һөйләшеүҙә гәзит-журналдарға тәнҡит кәрәкмәй, тигән фекер әйтелде. Был дөрөҫ түгел. Тәнҡит мәҡәләләре беҙгә бик кәрәк, әммә ысын мәғәнәһендәге әҙәби тәнҡит кәрәк, әҙәби маҡтау түгел. Беҙгә юбилей айҡанлы күп материалдар килә. Ул шағир – патриот, тиҙәр ҙә шиғырынан өҙөктәр килтерәләр. Тыуған ауылын ярата, тиҙәр ҙә миҫалға шиғырҙарын теҙеп сығалар. Уның патриот икәнен беҙгә ниңә иҫбат итергә һуң? Беҙ уның патриот икәнен дә, тыуған ауылын, туған телен яратҡанын да шиғырҙарынан белеп торабыҙ. Ундай материалдарҙы әҙәби тәнҡит тип биреп булмай, сөнки уларҙа тәнҡиттең «т» хәрефе лә юҡ.
Әҙәбиәткә йәштәр әүҙем килә. Уларға тәнҡит кәрәкмәй микән ни ул? Тәнҡит бит ул үҫешкә этәрә торған механизм. Ғилми мөхиттә диссертация яҡлағанда, рәсми рәүештә оппонентың билдәләнә. Ул һинең диссертацияңдан етешһеҙлек эҙләй, уны эҙләп таба һәм яҡлау ваҡытында: «Бына, диссертацияла шундай-шундай хата бар, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә кәрәк», – тип сығыш яһай. Ғалимдар ул тәнҡиткә әҙер. Ә әҙәбиәттә был юҡ. Шуға күрә бер нисә шиғыры сыҡһа, «йондоҙ» була ла китәләр.
Гәзит-журналдарҙа ни өсөн әҙәби тәнҡит тулы кимәлдә юҡ? Сөнки яҙыусылар үҙҙәре ул баҫмаларҙы уҡымай. Быйыл йәй көнө генә ике яҙыусы менән шундай һөйләшеү булды. Әҫәрен алып килгән береһе: «Баҫаһығыҙмы?» – ти. Мин әйтәм: «Ярар, әйҙә, баҫырбыҙ. Ә журналға яҙылдығыҙмы?» «Юҡ. Уй, шул тиклем күп баҫмаларға яҙылғанмын, «Ватандаш»ҡа аҡса етмәй минең», – ти. «Кешеләр һеҙҙең әҫәрҙе уҡырға тейеш, ә һеҙ башҡа кешенекен уҡырға тейеш түгелһегеҙме?» Был үҙе үк күрһәтеп тора: яҙыусылар бер-береһенең әҫәрен уҡымай, бер-береһенә битараф. Элегерәк хәтерләйем (бәләкәйҙән гәзит-журнал уҡып үҫтем): берәй кешенең шиғри шәлкеме сығыу менән артынса ниндәйҙер баһа баҫыла торғайны – әҙәби күҙәтеүме, әҙәби тәнҡитме. Ҙур әҙәби әҫәр сыҡһа, артынса бер-ике ай эсендә шулай уҡ әҙәби тәнҡит баҫыла. Ул ваҡытта тәнҡитселәр генә түгел, яҙыусылар ҙа бер-береһенең ижадына баһа бирә торғайны. Хәҙер ундайҙы күптән күргән юҡ.
Әлеге көндә Рәйес Түләктең публицистикаһын өйрәнәм. Бына уның әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре шул ҡәҙәре көслө яҙылған. Тимер Йосоповтың бер шиғырына ғына арналған ҙур мәҡәлә, тулайым анализ. Бер шиғырға! Ул, баяғыса, уның патриотлығын да раҫламай. Ябай уҡыусының бөтөнләй күҙенә салынмаған әйберҙәрҙе кәштәләп-кәштәләп һалып сыға. Шиғырҙы киренән уҡығы килә. Әҙәби тәнҡит булғас, шулай булырға тейеш. Беҙҙең «Ватандаш» журналында ошондай тәнҡит мәҡәләләрен көтөп ҡалабыҙ.
Әйткәндәй, бер яңылыҡ: ошо көндәрҙә «Кызыл таң» гәзитендә иғлан сыҡты. Башҡортостандағы татар әҙәбиәтендә әҙәби тәнҡиткә конкурс уҙғаралар. Өс номинация билдәләнгән.
Таңсулпан ҒАРИПОВА, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы:
– Тәнҡиттең йөкмәткеһе лә, формаһы ла, эске энергетикаһы ла үҙгәрҙе, сөнки заман үҙгәрҙе. Беҙ хәҙер бөтөнләй икенсе идеология, икенсе ҡоролошҡа килеп индек. Әммә халыҡты тотоп торған оят, әҙәп, иман тигән төшөнсәләр шул килеш ҡалды, улар бер ҡасан да үҙгәрмәйәсәк. Был сифаттар беҙҙең халыҡҡа бик хас сифаттар. Шул йәһәттән ҡарағанда, беҙ үҙебеҙҙең төп юлыбыҙҙа барабыҙ, әҙәбиәт тә шул юҫыҡта үҫә. Тәнҡит тә шул юҫыҡта, ниндәйҙер үҙгәреш кисереп булһа ла, йәшәргә тейеш. Тәнҡиттең бөгөнгө көндә ни өсөн һайығайыуы тураһында әйтеп үтелде. Тәнҡитселәр, һеҙ әҙәбиәт тарихын яҙаһығыҙ, әммә яҙыусының әҫәре тураһында һүҙ ишеткеһе килә бит. Мәҫәлән, «Ағиҙел» журналында шиғырҙар шәлкеме баҫылғас та һүҙ ишеткеһе киләлер шағирәнең. Шундай мобиль тәнҡит беҙҙә юғыраҡ. Кимәл тураһында фекер йөрөткәндә, Рәшиҙә Мәһәҙиеваның фекерен
хуплайым. Хәҙер бит уҡыусы аңра түгел. Шағирә шулай тип яҙған икән, тәнҡитсе уның ниндәй темаға яҙғанына аңлатма бирмәһә лә, аңлашылып тора. Уны иҫбат итеп, тағы проза менән нимәлер яҙып ҡуйыу тәнҡит түгел. Нисек кенә үткәндән ҡасырға, китергә уйлаһаҡ та, яңыса фекер йөрөтөп, яңыса йәшәргә теләһәк тә, беҙ барыбер В.Белинский һалған тәнҡиткә булған талапты һәм шул бейеклекте тәнҡитсегә маҡсат итеп ҡуймайынса булдыра алмайбыҙ. Белинский, әҫәрҙең геройына ҡушып, йәмғиәттең үҫешен, социаль күренештәрҙе байҡап, бөтәһен берләштереп бирә алған. Уны уҡыһаң, шул заманға инеп киткән кеүек булаһың. Беҙҙең әҙәбиәт геройҙарын замандан айырып өйрәнеп булмай бит. Уның өсөн заман һулышын яҙыусыға ҡарағанда ла нығыраҡ аңларға тейеш тәнҡитсе. Шул күҙлектән фекер йөрөтөп, әҙәбиәт ҡанундарын да аңлап, ул уҡыусыларға әҫәрҙе тәҡдим итергә тейеш. Ундай тәнҡит Ким Әхмәтйәнов, Әнүр Вахитовтар заманында бар ине бит. Әнүр Вахитовтың «Эпик киңлектәрҙә» тигән китабы, мәҫәлән, өҫтәл китабы булды. Заман үҙгәрҙе, тибеҙ. Заман менән бергә китап геройҙары ла үҙгәрҙе. Ыңғай герой тураһында һүҙ алып барырға ваҡыт бит беҙгә. Һәр заманға ярашлы ыңғай герой концепцияһы бар, уны беҙ әҙәбиәттән алып ташлай алмайбыҙ. Әҙәбиәт – кешене тәрбиәләүсе фән, уны ыңғай геройһыҙ алып китә алмайбыҙ. Шуға күрә ул концепцияны тотоп алған юғары, белдекле, камил тәнҡит тә кәрәк.
Марсель СӘЛИМ, Башҡортостандың халыҡ шағиры:
– Бөгөнгө һөйләшеү бик урынлы булды. Фекер алышыуҙы ойошторған Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафинға ҙур рәхмәт. Бөгөнгө көндә тәнҡитселәргә ҡарағанда маҡтаусылар күберәктер.
Йәштәр араһында ла Ким Әхмәтйәнов, Ғайса Хөсәйенов кеүек тәнҡитселәр үҫеп сығырға тейеш, шуға ла мин әҙәби тәнҡитте үҫтереү маҡсатында Ғайса Хөсәйенов исемендәге премия ойошторорға тәҡдим итәм.
Ғиниәтулла ҠУНАФИН, филология фәндәре докторы, академик:
– Курсташым Таңсулпан Ғарипова дөрөҫ әйтте, тәнҡит – әҫәрҙең эстәлеген генә һөйләп сығыу түгел, ә ысын мәғәнәһендә уҡыусы менән ижадсы араһында ныҡлы күпер ойошороусы. Гәзиттә баҫылған тәнҡит мәҡәләһенә юл ыңғайы ғына күҙ һалды икән, ти уҡыусы. Ә китапты ул уҡымаған. Был рецензияны уҡығандан һуң: «Ҡайҙа, мин был китапты уҡып ҡарайым әле!» – тигән ҡыҙыҡһыныу тыуырға тейеш. Бына шул рәүешле бер нисә тиҫтә кеше китап менән танышһа ла, тәнҡит үҙенең бәләкәй генә булһа ла миссияһын үтәй.
Тәнҡитсенең үҙенең теоретик кимәле, ғилми кимәле тураһында һүҙ йөрөткәндә, ул әҙәбиәтте ижад иткән кешенән дә нығыраҡ аңларға тырышырға тейеш. Бөтәһенә лә маһир булып булмай. Яҙыусы үҙе: «У-у-у-уй, мин әҫәремде яҙған саҡта ул турала уйламағайным да хатта. Бына һин ниндәй матур нәмәләрҙе тапҡанһың. Әһә, ошо моментын мин артабан да үҫтереп ебәрәйем әле. Шундай әйбер яҙғанмы икән дә!» – тип, ғәжәпләнерлек булһын. Бына ошо инде тәнҡиттең роле!
Ныҡ бошондора бөгөнгө эш торошо. Һыу ағып тора, тәгәрмәстәр әйләнеп тора. Беҙ шул тәгәрмәс арбаларында тыҡырлап-тыҡырлап китеп барабыҙ, ә ул барған ерҙә һикертеп тә ебәрә. Эш булмағандан тәнҡит эшенә тотонмайбыҙ. Яҙғандарыбыҙҙан файҙа булһын, тип тырышабыҙ. Бөтөн эшебеҙ ҙә яҡтылыҡҡа, иман-әҙәпкә ынтылыуға тырышыуҙан. Ҡуҙғалайыҡ, хәрәкәт итәйек!
Зөлфиә ХАННАНОВА яҙып алды.