– Мәүлиҙә, һинең әҙәбиәткә урау-урау юлдар менән килеүең тормошто нығыраҡ өйрәнеү ихтыяжынан киләме, әллә быға башҡа төрлө аңлатма бармы?
– Ғөмүмән, юлдар улар урау-урау, трамвай линиялары трамвайҙар өсөн генә, ә ижад кешеләре һуҡмаҡты үҙе һала, таҡырҙан ғына йөрөһәң, үҙең дә әллә нимә тыуҙыра алмаҫһың. Бер кем дә ижадҡа тотонор алдынан тәүҙә тормошто өйрәнәйем әле, тигән маҡсат ҡуймайҙыр ул. Әҙәм балаһы тәпәй баҫып киткән сағынан донъяны күҙәтә, таный, белә башлай.
Әҙәбиәтте өйрәнеүҙе үҙенең тормош юлы тип иҫәпләгән, ошо өлкәлә дәрестәр үткәреп, әҫәрҙә ҡармаҡлы сюжет, ҡабатланмаҫ образдар, киҫкен ваҡиғалар, драма, юмор булырға тейеш, тип талап иткән тәжрибәле яҙыусы ла хөрт кенә китап яҙып баҫтырып сығарыуы, шул уҡ ваҡытта әле донъя ла күрмәгән, студент эскәмйәһенән төшөп, эш тә башламаған, йә юғары белеме лә булмаған, ҡағиҙәләргә боролоп та ҡарамаған йәш кеше айырыла алмай уҡырлыҡ әҫәр яҙыуы мөмкин.
Мәҫәлән, бөтә донъя әҙәбиәтен иңләһәк, француз яҙыусыһы Франсуаза Саган 18 йәшендә «Здравствуй, грусть» исемле роман яҙа. Был китап бик күп телдәргә тәржемә ителә, төрлө наградалар ала, уның буйынса кинофильмдар төшөрөлә.
Ә уйлап ҡараһаң, ҡайҙа был романда ҡармаҡлы сюжет, ҡабатланмаҫ образдар, киҫкен ваҡиғалар, драма, юмор? Әҫәр уҡыусыны икенсе яғы менән үҙенә ылыҡтыра. Ҡыҙ бала әлегә тиклем ҡысҡырып әйтергә ярамаған нәмәләр тураһында шундай эскерһеҙлек менән һөйләй, әлбиттә, мауыҡтырғыс була уның романы.
Быны шулай ҙа аңлатырға мөмкин, хөрт китаптың авторы теҙгенде ҡыҫып тота, сөнки ул үҙен эшенең оҫтаһы тип белә, ә ижадта ҡағиҙәләр юҡ. Шулай булырға тейеш, былай булырға тейеш, тип ижад иткән автор уҡыусыны ылыҡтырырлыҡ йәнле әҫәр тыуҙыра алмай. Шуныһы ла бар: берәүгә теге йәки был роман шул тиклем ныҡ оҡшай, ул әлдән-әле уға әйләнеп ҡайта, ә икенсе кеше бер-ике битте уҡыу менән китапты шап итеп ябып ҡуя. Әҫәргә кем ниндәй талап ҡуя бит. Тимәк, ҡыҙыҡлы әҫәр яҙыу өсөн тормош тәжрибәһе төп шарт түгел.
– Һәр яҙыусы үҙе тураһында яҙа тиҙәр. «Мәскәү ҡыҙы» романында шәхси биографияң әҫәрҙең нисә процентын тәшкил итә? Художество уйҙырмаң миҡдары күпме?
– «Мәскәү ҡыҙы» әле «Ағиҙел» журналының өс һанында ғына сыҡты, яҙғанда уҡыусыларымдың кемдәр булыуын күҙ алдына килтерә алмай инем, ололармы, балалармы тигәндәй, сөнки уның күп биттәре балалар тормошона арналған, ә ололар тормошо бала күҙлегенән cағылдырылған. Әҫәрҙә төп геройҙарға ҡағылмаған, ситкә китеүҙәр тип ҡабул ителә торған нәмәләр ҙә күп. Был һөйкәлмә сюжеттар, фәлсәфә ҡороуҙар, донъя, рус әҙәбиәтенә ҡағылышлы биттәр – балаға икһеҙ-сикһеҙ йыһандай ишелеп төшкән донъя...
Ниңә автор ғаилә тарихын эҙмә-эҙлекле генә итеп һөйләп сығыр урынға быларҙы бирҙе икән, тип уҡыусының аңламауын, ҡәнәғәтһеҙлеген дә күҙалларға була. Әммә тәү ҡарашҡа артыҡ тойолған был юлдар – йән эйәһе тәпәйләй башлаған көндән алып уны уратып алған тормош сағылышы, ошо багаж менән әҙәм балаһы оло юлға сыға, ғүмеренең һуңғы сәғәтенә тиклем бала сағын хәтерләп, шунда тойоп, аңлап ҡабул иткән тәғлимәттәр менән йәшәй.
Журнал уҡыусылар шатландырҙы, әҫәр мин һыҙған сиктәрҙән ситкә китеп бара һымаҡ, уны ололар ҙа, йәштәр ҙә уҡый, төрлө яҡтарҙан, төрлө хәбәрҙәр килә: оҡшаталар (оҡшатмайҙар). Әҫәр, бер күренеш булып, үҙ тормошо менән йәшәй башланы, тип әйтергә була.
Бер уҡылғанды тағы уҡыйҙар, бер тыңланғанды тағы тыңлайҙар.Тәүге мәртәбә ишеткәндә музыканы ла һаҡ ҡына ҡабул итәһең: күңелгә ятырмы, юҡмы? Ул тыңлаусыныҡы булып киткәнсе, ваҡыт кәрәк. Шуға журнал варианты менән аҙ ғына булһа ла танышҡан уҡыусылар, трилогия китап булып сыҡҡас, уға ҡабат әйләнеп ҡайтыр, әҫәр А нөктәһенән Б нөктәһенә туп тура ғына алып бармаһа ла, был лабиринтҡа шатланып инеп китерҙәр тигән өмөттәмен.
Ә биографияға килгәндә, беҙҙең быуынға сағыштырмаса тыныс заман тура килде: үткәндәр – ололар ауыҙынан ишеткәнебеҙ, киләсәк – планда ғына, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәҙерге заман, осһоҙ-ҡырыйһыҙ оҙон бер көн, һәм мәңгелек Брежнев бабай – былары етмешенсе йылдар. Улар үтеп, 80-селәр башланһа ла, был донъяға мәңгелек булып килгәндәй тойолған ил башлығының яҡты донъяны ҡалдырып китеүен иҫәпләмәгәндә (улар ҙа ябай ғына әҙәми заттар), иҫ китерлек үҙгәрештәр булманы, әммә ниндәйҙер йәнлелек һиҙелә башланы. Оҙон бер көн үтте, уны алмаштырып килгән көндәр төрлөләнде. Билдәле бер әҫәрҙә әйтелгәнсә, әфәнделәр, боҙ ҡуҙғалды. Шуныһы ла башҡа барып етте, киләсәк тә, үткәндәр ҙә бар, һәм улар бер сынйырҙың дүңгәләктәре шикелле, бер өлөшөнә генә тейһәң дә, бер юлы зыңлай башлай.
Беҙ талондарға аҙыҡ-түлек алыу менән бер рәттән, саҡ күҙе асылған кешеләй, элек тыйылған китаптарҙы уҡырға тотондоҡ, саҡ ишетә башлағандай, яңы төр музыка әҫәрҙәре тыңланыҡ, картиналар ҡарарға теләүселәр артынан оҙон сиратҡа баҫтыҡ.
Егерменсе быуаттың һуңғы ун йылы ғына ҡараңғы Урта быуаттарҙың ауазы булып хәтерҙә ҡалды. Әммә шундай саҡта ла әҙәбиәт, музыка, һынлы сәнғәт беҙҙең күңелде байытты, китап магазиндары ишеге алдындағы сират, эсемлектәр һатыла торғанынан кәм булманы.
Ниндәй заман тура килһә лә, яҡшымы ул, яманмы, кеше үҙ тормошо менән йәшәй, тарих китаптарында яҡтыртылған ҡайһы бер ваҡиғалар уның тормошонда сағылыш тапмауы ла мөмкин. Бына мин дә күберәк шәхси тормош менән йәшәгәнмен, заман тарихында әһәмиәтле булып тойолған ҡайһы бер нәмәләр мине урап үткән, тип әйтә алам. Идеология һәр нәмәнән өҫтөн ҡуйылһа, бының нимәгә алып килерен аңланыҡ, беҙ, совет кешеләре, уға артыҡ ҙур урын биреп яңылышҡаныбыҙ ҙа башҡа барып етте.
Был оҙон яуап, ә ҡыҫҡаса ғына әйтеп, проценттарға килһәк, ғөмүмән, математика менән дуҫ түгелмен. Яҙғанда төп геройың тыуһа, уның «башына инеп», артынан эйәрәһең, ә инде донъяны аңлауың, тормош тәжрибәһе ниндәйҙер дәрәжәлә биографиянан да киләлер, тик был ғына аҙ. Нимә тураһында яҙғаныңды, заманды, тарихи ваҡиғаларҙы яҡшы белергә кәрәк. Әгәр әҫәрҙе ағас итеп күҙ алдына килтерһәк, уҡыусыға бары олоно, япраҡтары ғына күренә, ә тамырының тәрәнлеген, ниндәй ҡатламдарҙа ятҡанын үҙең генә беләһең. Ҡараламалар менән уҡыусыға һығылып сыҡҡанын үлсәү тәрилкәләренә һалһаң, һуңғыһы шалт итеп өҫкә күтәреләсәк.
– Әҫәрҙәреңдең уҡыусыны ышандырыу сифаты ҡайҙан килә тип уйлайһың?
– Әҙәби әҫәр уҡыусының телен байытырға, аңын үҫтерергә, ҡайһы бер ҡыҙыҡлы тарихтар халыҡҡа таралырға, уҡығанда һәр һөйләме аңлашылып ҡына торорға тейеш. «Тейеш»тәр бик күп. Ә кем алдында ул шул тиклем бурысҡа батҡан? Уҡыусы алдындалыр.
Китаптар киләсәк өсөн яҙыла, тимәк, ул хәҙер йәшәгәндәр өсөн киләсәктән килә, алдан яҙыла, шуға уларҙы уҡыуы ла, һөйләп сығыуы ла, иҫтә тотоуы ла бик еңел түгелдер.
Был йәһәттән уҡыусының төп эше – булмышынан юғарыраҡ күтәрелергә тырышыу, үҫеү, егерме-утыҙ йылдан һуң уҡыған һымаҡ уҡырға өйрәнеү. Уҡыусы ла, китап та бизмәндә тигеҙ тартырға тейеш, юҡһа, кем ишетер, кем аңлар? Уҡыусы, автор менән бер өҫтәл артында ултырып, ашыҡмай ғына әңгәмә алып бара. Автор ҡуҙғатҡан мәсьәләләр уҡыусыны ла борсорға, уйға ҡалдырырға тейеш, кире хәлдә асыҡтан-асыҡ барған әңгәмә килеп сыҡмаясаҡ.
Бына ХХ быуаттың бөйөк шағирҙарының береһе Осип Мандельштамдың ижадын замандаштары бик аңламаған, ул тәнҡитселәргә: «Я мыслю опущенными звеньями», – тип әйтә торған булған. Ә бөгөн уның шиғырҙары киң таралған, ижады сит илдә лә, Рәсәйҙә лә тәрән өйрәнелә, ғалимдар бер кем дә уны «уҙа алмаған әле», тиҙәр. Ниндәй шиғырын ғына алма, ул бөгөнгө көн менән ауаздаш. Бына: «Мы живем под собою не чуя страны, наши речи за десять шагов не слышны». Тимәк, төшөп ҡалған сынйыр дүңгәләктәренең артында нимә йәшеренгәнен аңлар дәрәжәгә еткән уҡыусылар үҫеп өлгөргән. Шағир кем булһа ла әйтергә тейешле дөрөҫлөктө ярып һалған, аҙаҡ нимә булырын аңлаһа ла – әйткән.
Был хаҡта башҡорт әҙәбиәтенән дә миҫалдар килтерергә булыр ине. М. Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһында автор Аҡъегет аша бына ниндәй һүҙҙәр еткерә: «Ах, шул ҡоллоҡ! Бәндә – бәндә ҡоло, ҡанун ҡоло, йола ҡоло! Үҙҙәренә ҡанун яһайҙар ҙа шул ҡанундың ҡоло булалар!» Ҡомға башын тыҡҡан ҡош кеүек арт һаныңды күтәреп оҙаҡ торһаң, ҡолға әйләнеүе оҙаҡ түгел. Шағирҙы үткән заман түгел, әлбиттә, бөгөнгө көндә урынлашҡан тәртиптәр тулҡынландырған, ул шул турала фекерләгән.
Ялған менән һуғарылмаһа, бына ошонда инде һүҙҙең, әҙәбиәттең көсө. Ышандыраһың килә икән, дөрөҫөн ярып һал. Үткән быуат башында халыҡ башынан үткән киҫкен ваҡиғаларға, заман ҡанундарына яраҡлашып, партия һәм хөкүмәт ҡарарҙарына таянып яҙылған әҙәбиәт өҫкә күтәрелде. Улар замана талабына тура килә, әммә киләсәк өсөн яҙылмаған, шуға бөгөн туҙанға батып ята. Шул уҡ ваҡытта Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәп Биишева, Яныбай Хамматов кеүек бөйөк талант эйәләре тыуҙырған, халыҡ тарихы дөрөҫ итеп һүрәтләнгән әҫәрҙәрҙе бөгөн дә яратып уҡыйҙар.
– Һеҙҙең яҡтың билдәле шәхесе Рәшит Әхтәри тарихты, тормошто күп белеүен «ҡартнәһенең ҡушһондоғона (ҡуш һандыҡ, йәғни ике бүлкәтле һандыҡ) бәйләп аңлата ине. Ә бына һинең зиһенеңде формалаштырыуҙа кемдең йоғонтоһо көслө булды, «ҡушһондоғоң» бармы?
– Рәшит ағайҙың исеме сыҡҡас, уны иҫкә төшөрөп китәйек, лайыҡ ине ул иғтибарға. Яҡташым, ысынлап та, тәбиғәттән килгән ҙур һәләт эйәһе ине, тик был һәләт сәскә ата алманы, тип әйтергә була. Ғәйеп атта ла, тәртәлә лә барҙыр, тип ҡотолайыҡ. Һәләт – әле уны «егә» белеү түгел. Атҡа барып төртөлгәс, былай тип тә дауам итергә була, уны тәүҙә йүгәнләйҙәр, һыбай өйрәтәләр, аҙаҡ көн-төн егәләр.
Рәшит Минһаж улының бер шиғыры иҫкә төшә:
«Эй, замандар, замандар,
Булды яҡшы, ямандар,
Бер ваҡыт та булмағандыр
Теләктәргә тамандар...»
Был юлдар аныҡ кешегә бағышланып яҙылған шиғырҙан алынһа ла, лирик герой шағир үҙе булғанын иҫтә тотайыҡ. Ошондай фекер ҙә тыуа: шағир ғүмеренә, теләгенә таман заман тыумаған. Ундай заман юҡ, булмаҫ та. Был йәһәттән бик данға ла күмелмәгән, бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән, бишенсе пункт арҡаһында университетҡа уҡырға алынмаған, пединститут тамамлап мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәре алып барған Санкт-Петербург шағиры Александр Кушнерҙың шиғыр юлдары иҫкә төшә:
«Времена не выбирают,
В них живут и умирают.
Большей пошлости на свете
Нет, чем клянчить и пенять.
Будто можно те на эти
Как на рынке поменять...»
Ысынлап та, трагик яҙмышлы ижад әһелдәре тураһында һүҙ барғанда, фәлән-фәлән иртәрәк тыуған, һуңыраҡ донъяға килһә, уның иңенә бындай һынауҙар төшмәҫ ине, тиҙәр. Бындай һынауҙар булмаһа, икенселәре килеп сығыр, улары еңелерәк булыр инеме икән? Йәшлектәре, бала-саҡтары Бөйөк Ватан һуғышына тура килгән ҡартинәйҙәр, атай-инәйҙәр, һуғыш ҡына булмаһын, беҙ күргәнде һеҙ күрмәгеҙ, бер телем әпәйгә зар булып үҫтек, тинеләр. Барыһына булмаһа ла, беҙҙең быуын ир-егеттәренә лә табылып торҙо һынауҙар: Чернобыль фажиғәһе, Тоцк, Ырымбур, Семипалатинск полигондары, Афғанстан... Был бәләләрҙе өҫтә ултырған бер яуыз көс ойошторған тиһәләр, уларҙы кисереүе еңелерәк булыр ине. Юҡ шул, бөтә бәләләр ҙә кешенән, ябай кешенән килә.
Ә һүрәт яһау дәресендә күгәрсендәр төшөрөп үҫкән беҙҙең балалар иңенә ятҡаны бигерәк тә яман, сөнки уларҙы һине бары бәхетле, тыныс тормош ҡына көтә, тип тәрбиәләнек. Әммә улай килеп сыҡманы, бер ҡатлылығыбыҙға тағы бер мәртәбә инандыҡ.
Артабан Кушнерҙы тыңлайыҡ:
«Век мой, рок мой на прощанье.
Время – это испытанье...»
Ваҡыт кешене һынай, алдына үтеп сыҡмаҫлыҡ кәртәләр ҡуя, әммә кеше теләй икән, уға бәхетле итеп йәшәргә бер төрлө партия ла ҡамасаулай алмай. Тик был Рәшит ағайға ҡағылған осраҡта ижади тормошҡа аяҡ сала алған икән.
Уның башына төшкән һынауҙар күп була: үҫмер сағында ана шул һандыҡта ятҡан, иҫкелек ҡалдығы тип табылған, боронғо китаптарҙы илап-илап яндырырға тура килә, әрме хеҙмәтендә махсус тәғәйенешле частар составында Кореяла барған һуғышта ҡатнаша, ә алда уны тағы ла яманыраҡ һынауҙар көтөп торған икән. Байрам көндәре тура килеп, Рәшит ағай бөтә республикаға таралаһы гәзитте үҙе типографияға ебәрә, был һанда милли мәсьәләләр күтәргән мәҡәләһен баҫтыра. Шағир халҡының теҙгене бушаңҡыраҡ, уйламайыраҡ баҫылған был мәҡәлә уны бейеккә үрләп барған баҫҡыстан бәреп төшөрә, нәшриәттә инде баҫтырырға йыйылған шиғыр китабы тарҡатыла.
Әлеге лә баяғы заманаларҙы сағыштырғанда, өҫтә уҡып киткән шиғырҙы дауам итәйек:
«Ты себя в счастливцы прочишь,
А при Грозном жить не хочешь?»
Билдәле булыуынса, бөтөнләй ялған ғәйеп тағылып, ниндәй таланттар ғүмерҙәренең иң яҡшы йылдарын лагерҙа үткәрә. Алдараҡ һүҙ алып барған Мандельштам Владивостокта пересылкала үлеп тә ҡала. Ошоларҙы иҫкә алһаң, Рәшит ағай еңел ҡотола, сөнки замана «теләктәргә таман» булмаһа ла үҙгәрә, Анна Ахматова әйткәнсә: «вегетарианские наступили времена».
Рәшит Минһаж улы туған мәктәбендә уҡытыусы булып, хеҙмәт хаҡы алып (колхозсыларға йүнләп түләмәйҙәр ине) эшләй. Ғаилә ҡороп, өй һалып, балалар үҫтереп, бына тигән йәшәй. Ижад та итә бит, гәзит-журналдарҙа уның мәҡәлә, фельетондары, шиғырҙары баҫылып тора. Тик улар ҡайһы бер шағирҙарҙыҡы кеүек, ҡулдан-ҡулға күсерелеп йөрөтөлмәне, шиғыр юлдары халыҡ араһына таралманы.
Рәшит ағайҙың һәләте, әлбиттә, гәзит ҡағыҙында, бер йыйынтығы йәш шағирҙар менән «дөйөм ятаҡта» баҫылған, йоҡа ғына, ус яҫыуындай өс китапҡа торорлоҡ түгел ине. Әммә нимә ҡалған, шул бар, юғы – юҡ. Был тормоштоң һынауҙарын үтергә Рәшит ағайға ҡушһондоҡ та ярҙам итә алмаған.
Һорауҙың икенсе өлөшөнә күсер алдынан шуны әйтеп ҡуям: үҙең тураһында һөйләүе еңел түгел. Беҙ – урамда үҫкән балалар. Ауылда балалар баҡсалары асылыу менән маҡтанырға яратһаҡ та, беҙҙең заманда уларҙың булмауы беҙгә файҙаға ғына булған. Улар шәп булһа ла, баланы ғаиләнән айыра, әрһеҙлеккә өйрәтә, баланың теле боҙола. Ә өйҙәге бала ата-инәһе, ҡартинәһе мөхәббәтенә сорналып, йыр, әкиәттәр, йомаҡтар тыңлап үҫә. Ғаиләләрҙә быуындар бәйләнеше өҙөлөү баланы бик күп нәмәнән буш ҡалдыра. Үҙ аллы тормошҡа тәпәйләп киткәнсе, ҡулдарым ҡартинәйемдең йылы усында йөрөмәһә, мин фәҡир бер бәндә булыр инем. Беҙҙең ҡәртинәйҙәр үҙҙәре бер ҡушһондоҡ булды.
– Әгәр ҙә үткәнгә ҡайтыу мөмкинлегең булһа, бала сағыңдың, йәшлегеңдең ҡайһы мәленә ҡайтып, кем менән осрашыр инең?
– Күҙ алдына килтереү һәләтенә таянып ижад иткәндәр өсөн, уйҙа ғына булһа ла, үткәнгә ҡайтыу ғәҙәти хәл.
...Өй ишеге шығырҙап асыла, һин әле соландағы тимер карауатта йоҡоло-уяулы ятаһың, әммә был тауыштан инәйеңдең һыйыр һауырға сыҡҡанын аңлайһың. Һыйыр, күптән инде төнгөлөккә киткән еренән ҡайтып, ҡапҡа алдында көйшәп ята. Ҡолағыңа тыз-тыз һөттөң саптырған тауышы сағыла. Ҡапҡа шаҡылдап асыла, көтөү беҙҙең урамға килеп етмәһә лә, инәйем малдарҙы урамға сығара, сөнки ул хәҙер һөт менән буласаҡ: киске һөттө йылыта, сепаратор ҡора. Уның геүелдәүенә албырғап көтөү киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалыуы бар, шуға ул малдарҙы алдан уҡ ҡыуып ҡуя, улар бер ҡайҙа ла китмәй, ҡапҡа алдында тора. Бер аҙҙан сыбыртҡы шартлай, малдар баҡыра. Был беҙҙең яҡ көтөүе үтеп китте, тигән һүҙ. Күпмегәлер тынлыҡ урынлаша. Ҡайҙалыр бик йыраҡта трактор тырылдай, өҫкө урамда кемдеңдер эте өрә. Ниһайәт, мин күҙемде асам, һәм тупһала йәйелгән балаҫта ҡояш нурҙарының йым-йым уйнағанын күҙәтәм. Солан ишеге асыҡ, әйтерһең, ул – тәҙрә. Өҫкө яғынан күршеләрҙең баҡса артында үҫкән ҡарт ҡайындарҙың елгә сайҡалыуы күренә. Ҡайындар тулыһынса күренмәй, бары остары ғына бәүелә, сөнки уларҙы беҙҙең ҡойма ышыҡлай. Урман – ҡалҡыулыҡта, беҙҙең өй уйһыу ерҙә урынлашҡан, шуға ла карауатта ятҡан килеш тә уларҙы күҙәтергә була.
Ошоларҙы яҙғанда һин үҙең дә шунда, ете-һигеҙ йәшлек ҡыҙыҡай, тимер карауатта ҡайындарҙың елгә сайҡалыуын күҙәтеп ятаһың, ошо саҡта һиңә ниндәйҙәр сихри көс инеп барғандай тойола, быны һынландырыу ҙа, ентекләп аңлатыу ҙа мөмкин түгел. Был бөтмәҫ-төкәнмәҫ эс бошоу ни тиклем һине нығыраҡ тырнай, шул тиклем ләззәтле кеүек. Үткәндәрҙе бөгөн генә булған кеүек ҡабат кисермәйенсә, күңелең аша үткәрмәйенсә яҙып булмайҙыр ул.
Ә осрашыуҙарға килгәндә, был да ғәҙәти хәл, осрашаһың, әңгәмәләшәһең, еңмешәһең. Тик был һинең уйҙарыңда ғына бара, һәм йышыраҡ был кешеләр яҡты донъянан китеп тә барған була һәм йәшәй килә бындай кешеләрең арта ғына.
– Һин нисек яҙаһың: иң тәүҙә идеяң тыуамы, сюжетмы, әллә тик үҙеңдең генә яҙыу ысулың бармы?
– Әйтерһең, ниндәйҙер көс һине эләктереп ала. Артыҡ төрлө уйҙарға бирелмәй, йоҡонан уяныу менән бер ултырыуҙа бер ябай дәфтәрҙе тултырып ҡуяһың. Яҙғандарың аҙаҡ китапҡа инмәүе лә мөмкин, әммә тәүге аҙымдар шулай. Һин геройҙарыңды күрәһең һәм, уларҙы тотоп алырға тырышҡандай, бер күренеш артынан икенсеһен теҙәһең. Был үҙенә күрә бер донъя, һәм һин эскә инеп китһәң, бары ошоноң менән йәшәйһең. Ниндәй бай тәжрибәң, теҙелеп кенә китерҙәй тарихың булып та иртәнән кискә тиклем өҫтәл артында ултырмаһаң, берәй нәмә килеп сығыуы бик шикле.
Китап уҡыусылар менән осрашҡанда «Мәскәү ҡыҙы» тураһында һүҙ барғанда ете йыл буйы мин героиням артынан йүгерҙем, хәҙер сират – һеҙҙеке, тип шаяртам. Сөнки геройҙарҙың тормошон һүрәтләгәндә һин уларҙың тормошо менән йәшәйһең, тойғоға биреләһең, уйлайһың. Ә инде яҙылып бөтөп, уҡыусылар ҡулына эләкһә, әҫәр үҙ тормошо менән йәшәй башлай.
– Беҙ совет осоронда тыуып үҫтек, үҙгәртеп ҡороу осоронда быуын нығыттыҡ. Хәҙер күптәр үткәнен һағынып йәшәй. Ә һин киләсәгебеҙҙе нисек күрәһең?
– Беҙ телевизор, мобиль телефондар күреп үҫмәгән быуынға бер яҡтан уңай тура килде, тип әйтергә була, беҙ китап уҡып үҫтек. Ә инде пионер, комсомол ойошмаларына килгәндә, мәктәптә үткән төрлө саралар бары йылы тойғолар тыуҙырыуы менән генә иҫтә ҡалған. Комсомол йыйылыштарына йәйәүләп, йә велосипедта хатта күрше ауылдыҡылар ҙа килер ине, сөнки һуңынан «тансы» була. Ҡайһы бер нәмәләр, мәҫәлән, батҡаҡ йырып, йә туҙан йотоп, демонстрацияларға йөрөүҙәр иҫкә төшһә, булған бит шундай замандар тип, хәҙер аптырап та, көлөп тә ҡуяһың.
Ғөмүмән, киҫкен ваҡиғалар илдең үҫешенә ыңғай тәьҫир итмәй, кеше аңы үҙ яйы менән үҫә. Үҙгәртеп ҡороу тинек, ә нимә үҙгәрҙе? Хөкүмәттә лә шул уҡ кешеләр, халыҡ та үҙ урынында ҡалды. Ярлылар бар, байҙар бар. Күҙ буяу совет осоронда ла етерлек ине, хәҙер ҙә тамырҙары бик тәрәндә. Бына беҙҙең быуындан һуң тағы бер илле йылдан, бәлки, илдә үҙәрештәр булыр. Муса пәйғәмбәр, Хоҙай тарафынан вәғәҙә ителгән Ер эҙләп, халҡын сүллек буйлап ҡырҡ йыл бер ҙә юҡҡа ғына йөрөтмәгән бит. Яңы ергә бары ҡоллоҡтоң ни икәнен белмәгән, азат булып тыуғандар ғына ингән.
Һәр яҡтан азат булырға тейешле ижад кешеһенә совет осоронда ижад итеү еңелгә тура килмәгәндер. Хәтирәләр менән йәшәгән замандаштарыбыҙ совет осорон түгел, ә йәшлеген һағыналыр.Ҡартлыҡтың шатлығы аҙ.
Киләсәккә өмөт менән ҡарайым, сөнки беҙҙең арттан килгән быуын, балаларыбыҙ замананы, оло йәштәрҙәге бик күп ағай-апайҙарҙан
айырмалы, дөрөҫ аңлай, аң ҡеүәһе бер башҡа юғары, бөгөн илдә барған ваҡиғаларға ҡарашы маҡтауға лайыҡ, тимәк, аренаға улар сыҡһа, тормошобоҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрер.
– Әле ниндәй әҫәр өҫтөндә эшләйһең?
– Яҙылып бөтмәгән, баҫылмаған әҫәрҙәр тураһында һөйләмәйҙәр. Шундай яҙылмаған закон бар. Баҫылырға яҙылғаны баҫылыр, юғы – юҡ. Шуға ошо хаҡта ғына әйтәм.
Элек мәктәп, студент йылдарында беҙ киноға йөрөргә яраттыҡ. Бының өсөн аҡса кәрәк, тышта һалҡынмы, ямғыр һибәләп торамы, өйҙән сығырға кәрәк. Ә хәҙер кино ҡарайым тигән кешегә кнопкаға баҫыу, йә мышканы шыуҙырыу ҙа етә. Шуға беҙҙе уратып алған нәмәләрҙе һанап та бөтөрлөк түгел һәм күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын: телевидение, ундағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ төрлө сериалдар, социаль селтәрҙәр... Тыуыу менән ата-әсәһе телефон тоттороп ҡуйған йәш быуын хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Бына ошоларҙы ситкә этеп, ҡулына китап алған уҡыусыны ҡыҙыҡһындырыр өсөн ул яҙыусы ниндәй оҫта булырға тейеш, уның ҡулынан ниндәй юғарылыҡтағы әҫәрҙәр сығырға тейеш...
Ошонан тыш, бары яҙыу-һыҙыу менән генә булышып, үҙ өңөңдә генә төңөлөп көн итһәң дә насар. Сөнки китаптарың кәштәлә ятһа, уларға бары туҙан ғына ҡунасаҡ. Шуға яҙыусыға бөгөн тауарының купецы ла булырға кәрәк. Тау Мөхәммәткә килмәһә, Мөхәммәт тауға бара тип, осрашыуҙар үткәреп, ауылдарға, мәктәптәргә йөрөп, халыҡ менән аралашҡанда шуны тояһың, кәрәк уларға ошондай аралашыу. Бына улар китапҡа ҡунған туҙанды һыпырып ебәреүселәр.
Ижад кешеһе шәхес булараҡ та тулы ҡанлы, әҫәрҙәре менән дә уҡыусыны арбарлыҡ һәр яҡтан да килгән кеше булырға тейеш.
– Ҡыҙыҡлы әңгәмәң өсөн оло рәхмәт, Мәүлиҙә. Ғүмер байрамың менән! «Мәскәү ҡыҙҙарың» Башҡортостаныбыҙға донъя әҙәбиәтенең гран-приҙарын яулап ҡайта торһон!