Все новости
Литературная среда
12 Ноября 2025, 14:00

Тоғролоҡ. А. Ғарифуллина (Сәрүәр Ғәләүетдиновҡа 75 йәш)

Ошо бер генә һүҙ менән ҡылыҡһырларға мөмкин бөгөн Бөрйән районында йәшәгән Сәрүәр Әбүталип улы Ғәләүетдиновты.

Сәрүәр Ғәләүетдинов
Сәрүәр Ғәләүетдинов

 Тыуаһы-тыуғандан ожмахтай матур тыуған еренә сат йәбешеп, эпостар төйәге, легендалар һандығы, халҡыбыҙҙың рух Мәккәһе булған Бөрйәненән ижадына һут алып, кесе Ватанына мәҙхиә йырлап, үҙе кеүек ҡәҙимге кешеләр араһында мәж килеп, бөтмәҫ-төкәнмәҫ тормош мәшәҡәттәре араһында ла ижадҡа урын табып, инде ярты быуаттан ашыу әҙәбиәт ҡаҙанында ҡайнап йәшәй ул.  Еренә, теленә, шиғриәткә тоғролоҡ уны ҡартлыҡ шойҡанынан, ғәфләт йоҡоһона тарыуҙан, битарафлыҡтан һәм моңһоҙлоҡтан аралай.


Ижад сығанағы – тәрәндә


       Үҙ еренә, тыуған яғына тоғро булмаһа, Сәрүәр ағай ҙа, күпселек ижад әһеле кеүек, ҡалала йәшәр ине. Ижади мәркәздән айырылғанға үкенәме икән инде 75 йәшен ослаған  шағир? Юҡтыр!  Был уның шиғриәтендә лә, хәтер ептәрен таратҡан сағында ла асыҡ һиҙемләнә:
«Беҙ ғаиләлә өс ҡыҙ, өс малай үҫтек. Олатай-өләсәйемдең әкиәт-риүәйәт, мөнәжәттәрен тыңлап үҫтем. Минең Хызыр олатайым – Австрия-Венгрия- Германия һуғышында ҡатнаша. Әсәйемдең әсәһе (Бибикамал өләсәй) йөҙйәшәр булды. Ул Әбйәлил районы Үтәгән ауылынан ине. Ғаиләләрендәге өс ҡыҙ бала ла йөҙ йәште үтеп үлде. Бик диндар әбей ине өләсәй – ураҙа тотто, намаҙ уҡыны, Ҡөрьәндең тәфсирен беҙгә һөйләп ултырыр ине. Аш-һыуға тәрбәиәле булды – майикмәкте иҫ китмәле тәмле итеп бешерер ине. Итен дә ашап туйғыһыҙ итеп ҡаҡланы, ҡоротон да ыҫланы, ҡағын да ҡойҙо. Майҙы иретеп, гел һары май ғына ашаны. Һарун ағайыма ла, һыуһатмай, асыҡтырмай, тип, гел һары май ашата ине. Йөҙ йәшендә лә һыбай йөрөгән, ауылда бер булған солтанат әбей ине өләсәйем – йәне йәннәттә булһын! Беҙҙең күңелгә иман орлоҡтарын йәлләмәй сәсте, кешелекле булығыҙ, тип үҫтерҙе.Үлә торған йылы ла (үҙенә йөҙ йәш!) бесән сабып ҡайтып бара ине, беҙгә туҡталды ла, аҙыраҡ ятып торайым, сәй ҡайнағансы, тип ятып китте лә, аҙыраҡ серем иткәс, әллә үлдем инде, ти. Мин: «Өләсәй, үлгән кеше һөйләшәме һуң?»  – тигән булам. Күңелемә шиғыр орлоҡтарын олатай-өләсәй тарихи бәйәндәре, йыр-моң аша лә һалғандыр, тием...

Беҙҙең быуын атай-әсәй елкәһендә ятманы. 5-се класты бөткәс, еңгәй менән сайыр йыйҙым. Йөҙ һум аҡса сыҡты.Заманына күрә елле генә аҡса!  – тип хәтерләй үҫмер йылдарын Сәрүәр Ғәләүетдинов.  –  Ағайым менән Магнитогорскийға барып, кейем-һалым алып, заманына күрә кейенеп алдым. Атайым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әбүталип Сәйетборхан улы, беҙҙе эш менән тәрбиәләне, үҙе һәләк шәп ҡурайсы ла ине. Һигеҙенсе класты бөткәс, Көньяҡ Үҙән урмансылығына эшкә төшөп, аҙыраҡ эшләп алдым.

Йәйге бесән осоро. Күрше Хәмит ауылына эш хаҡы алам тип сыҡтым да, ҡайтып барам. Матас (мотоцикл) менән. Хәмитте сығып, бер өс саҡырым үткәс, хас кеше һымаҡ булып юлда айыу тора бит. Айыу – миңә, мин уға ҡарашып шаҡ ҡатып, һәптеюҡ (диал. – байтаҡ) торҙоҡ. Тын алырға ла ҡурҡыта. Айыу елле шул – өс йәш самаһы. Бер-беребеҙҙең сыҙамлығын һынашып, оҙаҡ торғандай булдыҡ. Тамаҡ кипте, ауыҙҙан өн дә сыҡмай. Ахырҙа теге йүгертеп өҫкә сығып китте. Мин, албырғап-ҡабаланып, матайымды ҡабыҙам тип баҫам... Баҡһаң, педалгә түгел, ергә тыпырҙатам икән... Ни ғиллә менәндер матасым ҡабынып китеүе булды, ауыл яғына тоҡойттом ғына. Ошондай көсөргәнешле мәлдән дә файҙа алырға мөмкин шағир күңеле.

 Ул осорҙа уҡ, шиғыр-фәлән тыуа ҡалһа, тип, кеҫәмдә ҡәләм, ҡағыҙ йөрөтә инем – күңел төбөнөн урғылып «Бейеш» тигән шиғыр сыҡты. Туҡтап теркәй һалып алдым:
Хәмит яғы. Бейеш тауы
Үткәндәрҙән тарих һаҡлай.
Заман еле бында иҫкәс,
Бейеш торған толҡа тапмай.
Зыңлап торған ҡурай моңо
Ҡыраҡанан Хәмиттәргә.
Зарын шулай еткергән ул,
Аңлармы, тип, егеттәргә.
Кем булғанмы? Ҡай төбәктән?
Яҙмыш уны ник шаяртҡан?
Батша, әллә ярандары
Рәнйеткәнме нахаҡтан?
Ҡусҡар егете Бейеш тә
Ил сиген һаҡлап торғандыр.
Изге бурысын үтәгәс тә,
Ҡайтырға хыял ҡорғандыр.
Егерме биш йыл әрмеләр
Бик күптәрҙе бахыр иткән,
Бәғзеләрен батыр иткән,
Берәүҙәрен ҡасҡын иткән...
Заводчикка, бай-түрәгә
Уҡытҡанһың аҙмы һабаҡ?
Ҡыл өҫтөндә ҡалһаң-ҡалдың,
Яҙмышыңды аямайса  –
Татығанһың мең-мең ғазап.
Хәмит яғы. Бейеш тауы
Үткәндәрҙән тарих һаҡлай.
Заман еле бында иҫкәс,
Бейеш торған толҡа тапмай...
Ана шулай аҡса алып, айыуға осрап, өр-яңы шиғыр тыуҙырып ҡайтып индем ауылға».

Йыр-моңға ғашиҡ ғаилә

Байназар ауылы һылыуы, фельдшер Рәшиҙә Сәхи ҡыҙы Зәйнуллина менән яҙмышын бәйләп, 45 йыл бергә ғүмер итә Ғәләүетдиновтар. Биш балаға ғүмер һәм матур тәрбиә бирҙеләр. Рәшиҙә еңгәй тәүҙә – Килдеғолда, аҙаҡ Әбйәлил район үҙәге Асҡар дауаханаһының бала табыу бүлегендә, ҡалған ғүмерен оҙаҡ йылдар Ҡолғанала фельдшер булып эшләй – халыҡ һаулығы һағында уяу тора. Оҙайлы эш дәүерендә ете тиҫтәләй сабыйға кендек инәһе булып, үҙенең биш балаһын ҡарап, ҡәйнәһен дә тәрбиәләп  өлгөрә ул.  Ҡолғана кеүек юлһыҙ төбәктә, Ильич лампалары ла районда иң һуңдан балҡыған төпкөлдә  һаулыҡ һағында торған ауыл фельдшерының ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла, яҙлы-көҙлө өҙәрем юлдарҙа  ла күргәндәрен белеүсе бер  Аллаһтыр...
          Улдары Дим, Ҡәҙим , Ғәлим ҡурайҙа оҫта уйнай. Дим – балта оҫтаһы, ағас-ташҡа шәп. Ҡәҙимдең һалып сыҡҡан донъяһы – ауылға биҙәк. Ғәлим – профессиональ ҡурайсы, Сибай, Учалы, Ҡазан тарафтарында үткән ҡурайсылар бәйгеһендә Гран-приҙар яулаған юғары белемле музыкант. Зәлиәнең (Сәрүәр ағайҙың оло ҡыҙы) уландары ла атай-олатай юлынан киткән.
          «Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ башҡорт ҡурайҙары булмаһа», тип тиккә йыр сығармаған башҡорт. Иҫке Собханғолда йәшәгән алты балалы  Зәлиә һәм Заһир  Сәйетбатталовтарҙың биш улының өсөһө  – ҡурайсы! Бәләкәйҙәре лә , ағайҙары юлын ҡыуып, ҡурайсы булып китеүҙәре бар.
       Әле был өс ҡурайсының – Зөфәр, Тайфур, Батырхандың портфолиоларында төрлө кимәлдәге ҡурай ярыш-конкурс-фестивалдәрендә ҡатнашып алған маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдары 150-нән ашыу! «Урал батыр» эпосын ятлауҙа ла һынатмай был егеттәр – призлы урындар яулайҙар!
         Бөгөн 17 ейән-ейәнсәргә олатай Сәрүәр ағай. Балалары һайын йөрөп, хәл-әхүәлдәрен белешеп, уларҙың тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй. Тегеләре лә атай, олатай тип өлтөрәп тора. Тик...  Донъяның  ана шул тиге бар шул – тиҫтә йыл әүәл яратҡан ирен яңғыҙ ҡалдырып, Рәшиҙә Сәхи ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күсте...
Ҡанаты ҡайырылһа ла, бирешмәне Сәрүәр ағай – бауырын балаларына баҫты, баҡсаһына әүрәне, малы менән онотолдо, ижадын иптәш итте. Ауылдаштары уны эшһөйәр «Мичурин» тип белә – баҡсаһындағы түтәлдәре ҡыйып баҡҡыһыҙ таҙа һәм мул уңышлы, әле булһа ҡураһында дүрт быҙауы менән дүрт баш һыйыр – донъяһын сымыры итеп көтөп, мах бирмәй йәшәп ятыуы.

Йәшәй-йәшәй сәсән булырһың...


        Юҡҡа ғына беҙҙең халыҡ:  «Күсә-күсә күсәм (юлды белеүсе-Авт.) булырһың, йәшәй-йәшәй сәсән булырһың»,  –  тимәгән. Ваҡытында эшләп тә, ижад итеп тә өлгөрә Сәрүәр Әбүталип улы – ижадына ғашиҡ уҡыусылары, күңел емештәрен баһалар ҡәләмдәштәре бар.

          Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай Сәрүәр Ғәләүетдиновҡа арналған  «Бал ҡортондай» шиғырында тиккә генә:
«Бала саҡтан һеңдергәнгә
Шифа һутын рухиәттең,
Хоҙай һиңә насип иткән
Хис донъяһын – шиғриәтең.
Бал ҡортондай – һүҙ йыйыуҙа,
Изге ғәмәл өләшеүҙә,
Ил күңелен баҡса итеп,
Һин һаман да нур сәсеүҙә»,   – тимәгән.
         Сәрүәр ағайға Раббынан бирелмеш тәғәйенләнеште ошолай баһалаған әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, шиғриәткә тоғролоғон бал ҡорто менән сағыштырған.
          «Сәрүәр Ғәләүетдиновтың исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә 80-се йылдарҙан бирле яҡшы таныш. Уның әҫәрҙәре республикабыҙ гәзит-журналдарында әлдән-әле баҫылып тора. Исеме бер күренде – шунан бирле уҡыусыларынан күҙ яҙҙырмай. С.Ғәләүетдинов – шиғриәттә даими эҙләнеүсе автор. Бигерәк тә уның ҡыҫҡа шиғырҙар яҙыуы, балалар өсөн әҫәрҙәрендә үҙенсәлекле биҙәктәре, сағыштырыуҙары айырыуса отошло»,   – тип баһа бирҙе заманында Башҡортостан  Яҙыусылар союзының балалар әҙәбиәте секцияһы етәксеһе, күренекле башҡорт шағиры Сафуан Әлибаев.
           Танылған прозаик, Бөрйән кейәүе Сабир ағай Шәрипов та уға мәлендә лайыҡлы һүҙ әйткән: «С.Ғәләүетдиновтың ижады – башҡорт ауылының йылъяҙмаһы, уның йолаларының, әҙәп-әхлағының сағылышы. Авторға фольклорҙы, ауыл кешеһенең холоҡ-фиғелен, күңел торошон тәрәндән белеүе, тормошҡа заманса ҡарашы ижадында ныҡ ярҙам итә».
           Шағир һәм тәржемәсе Әсхәл Әхмәт-Хужа:  «Сәрүәрҙе мин республика матбуғатында үҙенең тәүге шиғырҙарын баҫтырғандан бирле күҙ уңымдан яҙлыҡтырманым. Йәш шағир үҙенең башҡорт халыҡ ижадындағы ҡыҫҡа күләмле, ләкин йор һүҙле, тәрән йөкмәткеле, фәлсәфәүи фекерле мәҡәл-әйтемдәр, әйтештәре, лаконик ҡобайырҙар стилендә яҙған шиғырҙары һәм йомаҡтары менән минең иғтибарҙы шундуҡ йәлеп итте.
Сәрүәр, ысынлап та, халыҡсан рухта ижад итеүсе шағир»,   –  тип яҙып сыҡты.

Эше – ижад


        Быйыл көҙ Сәрүәр Әбүталип улы 75 йәшлек күркәм юбилейын һәм ижадының 55 йыллығын билдәләргә йыйына.
Ҡасандыр үҙен баш ҡалаға эшкә саҡырһалар ҙа, ауылым – беренсе урында, ижадым – айырылмаҫ юлдашым, тип ауылда төпләнгән ҡәләм әһеленең эшләгән эштәре лә бихисап һәм төрлө, ижады ла һәлмәк.
Сәрүәр ағайҙы егәрле ижадсы, тип ҡылыҡһырларға нигеҙ бар – йыбанмай, туҡтап ҡалмай, төшөнкөлөккә бирелмәй, заман елдәренә бирешмәй – яҙа ла яҙа. Компьютер тигән заман «ат» ын йүгәнләп, социаль селтәрҙәрҙе айҡап-байҡамаһа ла,  ул әүҙем ижад итә – теге йәки был баҫмаларҙа ижад емештәре донъя күрә, радио-телевидениела ла сығыш яһап өлгәрә.

            «Мин юл йөрөргә яратам һәм юлда ижад итәм»,  – ти ул. Йөрөгән аяҡҡа йүрмә лә эләгә шул – ағайыбыҙ алыҫ һәм яҡын сәфәрҙәрҙән яңы поэмалар, шиғырҙар тейәп ҡайта, уҡыусылары менән рухи бәйләнешен өҙмәй. Шағир, ижад кешеһе өсөн иң мөһиме – әлбиттә, ошо.
Эш аралаш ижад итергә лә өлгөрә – ошо йылдар эсендә ун китабы донъя күрҙе: «Күңелемдә – эйәрле ат», «Алдаҡсы бүҙәнә», «Серҙәремде систем», «Моң тылсымы», «Былбылдар һайрағанда», «Һиңә булһын», «Семәрле беләҙек», «Ауылым тарихы – халҡым тарихы», «Йондоҙло уйҙар», «Ыласындар төйәге».
         Сәрүәр Ғәләүетдиновтың ике тиҫтәләп лирик шиғырына композиторҙар Нур Дауытов, Ғәзиз Дәүләтбирҙин, Айрат Ғайсин һәм башҡалар көй яҙған.
«Бөрйәнем», «Егеттәр китәләр һалдатҡа», «Кемдәр йыуатыр икән?», «Һин генә бит», «Былбылдар һайрағанда», «Юлдарыбыҙ айырылған», «Өндәшмәйһең, йәнем, ниңә?», «Таң йыры» кеүек йырҙарын Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Резеда Әминева, Лилиә Биктимерова, Харис Шәрипов, Светлана Атанғолова, йәштәрҙән Әлфиә Заһиҙуллина кеүек сәхнә йондоҙҙары башҡарҙы. Сәрүәр Ғәләүетдинов һүҙҙәренә Ғәзиз Дәүләтбирҙин ижад иткән «Бөрйәнем» йырын йырламаған берәй бала, уны яратмаған, үҙ итмәгән берәй райондаш бармы икән? Юҡтыр, был йыр ысын мәғәнәһендә район гимнына әйләнгән, тиһәң дә, хата түгел.
         Сәрүәр ағай күләмле әҫәрҙәр ҙә ижад итә. Уның «Ун һигеҙ большевик», «Сура батыр», «Афғанстан», «Сталинград», «Беҙ башҡорттар», «Командир», Ҡул тирмәне» исемле поэмалары халҡыбыҙҙың үткәнен, ғазаплы һуғыш йылдарын сағылдыра.
            «Ун һигеҙ большевик» поэмаһында автор Граждандар һуғышы йылдарын, үҙ ауылында аҡтар менән ҡыҙылдарҙың ҡаты бәрелешен һүрәтләһә, «Афғанстан» поэмаһы ил һаҡларға алынып, сит тарафтарҙа барған мәғәнәһеҙ ҡан ҡойошҡа дусар ителгән яҡташ егеттәрҙең яҙмышын, күңел кисерештәрен бәйән итә.
            Ә инде «Сталинград» поэмаһын автор фронтовик атаһы Әбүталип бабайҙың иҫән саҡта һөйләгән хәтирәләренән  сығып яҙған. Ниндәй генә саҡтар, ниндәй генә шарттар булмаһын, башҡорт яугиренең Ватанға һөйөү һәм тоғролоҡ хисе ысын асылында һүрәтләнгән.
             Сәрүәр ағай – төрлө жанрҙа ҡәләмен һынаусы шағир. Сатира һәм юмор өлкәһендә әүҙем, уңышлы ғына эшләүе уны «Һәнәк» журналының 2005, 2019 йылдарҙағы лауреаты итте лә инде.
           Ҡолғананың моңло улы бөгөн дә буш ятмай – «Йөрәк яраһы» исемле  сираттағы поэмаһын тамамлаған, нәшриәттә китаптары сират көтә.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәмзилә Хисаметдинова, Самат Ғәбиҙуллин исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, райондың «Баҙал» әҙәби берекмәһе етәксеһе, шағир Сәрүәр Ғәләүетдинов үҙенең асылына тоғролоҡ һаҡлап ҡала килә: яҙа, ижад ҡомарын һүндермәй-һүрелтмәй, яңынан-яңы ижад емештәрен уҡыусыһына тәҡдим итә.
Ысын ижад кешеһенә лә уйҙары менән яңғыҙ ҡалып, хис ҡойононда өйөрөлөп, аҡыл бизмәнендә үлсәнеп алырға ваҡыт юҡ – донъя үткенсе, тормош баҫҡынсы, әүрәткес, алдатҡыс. Шулай ҙа ошо ҡойондан йәм табып, ғәм эҙләп, уй төйнәп, уны башҡаларға матур итеп еткереүсе булғанына һөйөнөп, кескенә нур шойҡанын ҡояш итеп күңел көмбәҙенә элер халәтенән йәм табып йәшәй бирә ҡәләм әһеле.
Әле лә ошо хозур төбәктә йәшәп, атайсалына мәҙхиә йырлап, ижадына башкөллө сумып, моң бишегенән йыр алып, халҡының бер күҙәнәге, тын алышы булып йәшәп ятҡан көнө. Ошонан айырмаһын!
«Бөгөн таңда йондоҙ тирҙем,

 Баҙлатып – устарыма», – ти икән аҡһаҡал дәрәжәһенә еткән ир-уҙаман – уны, шөкөр, илһам аты һыртынан һелтәп ҡасмаған. Сәрүәр ағайҙың әле күңел бизмәнендәге аҫылташтарын уҡыусыһына услап-услап өләшер сағы.

 

Белешмә
     Сәрүәр Әбүталип улы Ғәләүетдинов 1950 йылдың 25 сентябрендә Бөрйән районының (элекке Әбйәлил) Ҡолғана ауылында донъяға килгән. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Аҙаҡ Хәмит һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлай.
     1970 – 1972 йылдарҙа Совет Армияһына алынып, Тбилиси ҡалаһында хәрби бурысын үтәй. Шунда хәрби хәбәрселәр мәктәбен тамамлай. Һалдат һәм офицерҙар тормошо хаҡында мәҡәләләр, очерктар, репортаждар яҙа.

1981 йылда Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлай, артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтында белемен камиллаштыра. Бөрйән райпоһында – тауар белгесе, 1982 – 1984 йылдарҙа «Урал» колхозында бригадир булып эшләй.
     Юғары категориялы уҡытыусы. 21 йыл ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған. 2011 – 2014 йылдарҙа Ҡолғана ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. Ике саҡырылыш ауыл Советы депутаты итеп һайлана.

     2001 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Һалдат сағы.
Рәшиҙә һәм Сәрүәр Ғәләүетдиновтар.
Атаһы Әбүталип, әсәһе Баҙыян, ҡатыны һәм балалары менән. 1977 й.
Бөрйән районында тыуып үҫкән яҙыусылар менән. 2025 й.
Һалдат сағы.
Автор: Айһылыу Ғарифуллина
Читайте нас