Өфөнән Шарджаға тура рейс бар икән. Төнгә ҡарай сәфәргә сыҡҡас, самолетта биш сәғәтлек юл һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Мин урынлашҡан
отель байрам саралары уҙғарылған ерҙән шаҡтай алыҫ. Такси яллап барырға кәрәк. Төркөмөбөҙҙөң етәксеһе, Рәсәй халыҡтары милли әҙәбиәтен һаҡлау программаһын тормошҡа ашырыусы Берләштерелгән гуманитар нәшриәт хеҙмәткәре Екатерина Чуенкова бөгөн барыбыҙҙың да көндөҙгө сәғәт икегә ЭКСПО үҙәгенә килеп етеүебеҙҙе үтенде. Бүлмәгә инеү менән чаттағы төркөмгә яҙам: «Хөрмәтле коллегалар! Такси яллағанда мине лә күҙ уңында тоторһоғоҙ әле. 305-се бүлмәгә урынлаштым». Шунда уҡ яуап алам: «Зөлфиә ханым! Имен көндәр! Күрешербез, Луиза был. Ҡазандан». Татарстандың билдәле шағирәһе Луиза Янсуар, тимәк. Ҡыуанып китәм.
Ул арала ишек шаҡыйҙар. Табассаран шағирәһе Сувайнат Кюребекова, тип таныштырҙы үҙен бик мөләйем ханым. «Юлдан һуң асыҡҡанһығыҙҙыр, инегеҙ, сәй менән һыйлайым үҙегеҙҙе. Мин 308-се бүлмәлә», – тип, уның артынса саҡырып китте Сәлимә Коркмазова. Ул – ҡарасәй яҙыусыһы. Барыһы менән дә күптәнге таныштар кеүек ҡосаҡлашып күрештек, ихлас һөйләштек. Төркөмдә тағы ла өс ир кеше бар: филология фәндәре докторы, удмурт теленән тәржемәсе Алексей Арзамазов, бүрәт яҙыусыһы Амарсана Улзытуев һәм лезгин шағиры Владик Батманов.
Тәүге көнөбөҙ бер-беребеҙ менән танышыу, аралашыу һәм төрлө илдәрҙең китап экспозицияларын байҡау менән тамамланды. Сәлимә, Сувайнат, Луиза һәм мин Алексей Арзамазов оҙатыуында, диңгеҙ һауаһын һулап, яр буйлап йөрөп әйләндек. Луиза Янсуар менән Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллинды иҫкә алдыҡ. Күрше республикала йәшәгән әҙиптәр: Рәдиф Ғаташ, Рәмис Әймәт, Марат Кәбиров, Рҡаил Зәйдулла, Эльмира Шәрәфетдинова, Таңсулпан, Йәмилә Әхтәмоваларҙың хәл-әхүәлен һораштым.
Төнгө Шарджа матур тәьҫир ҡалдырҙы. Көндөҙ эҫе булғас, кеше аҙ һымаҡ ине, кискеһен бар халыҡ урамға һибелгән. Юл буйында осраған алтаҡталарға күҙ һалам. Улар ғәрәп һәм инглиз телдәрендә яҙылған. Ғәрәпсә уҡырға тырышам. Һүҙҙәр хәрәкәһеҙ (ғәрәп һүҙҙәрендә һуҙынҡыларҙы билдәләүсе тамға. – Авт.) яҙылғас, ҡапыл аңлауы ҡыйыныраҡ.
Урам буйында бер эскән әҙәм күрмәҫһең. Бында тәртип ҡаты. Һәр әмирлектең үҙ законы бар, тинеләр. Бигерәк тә Шарджа ҡалаһында сикләүҙәр көслө. Спиртлы эсемлек ҡулланған кеше полиция ҡулына эләкһә, 100 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырыла. Был закон Шарджа ҡалаһында йәшәүселәргә лә, ситтән килгән туристарға ла берҙәй ҡағыла икән.
Отель эргәһендәге мәсеттә яңғыраған илаһи аҙан тауышына уянып, иртәнге намаҙға баҫырға ашыҡтым. Бөгөн яуаплы көн: беҙ ЭКСПО үҙәктә сығыш яһарға тейешбеҙ. Ул үҙенең мөһабәтлеге менән таң ҡалдыра. Күргәҙмәлә 2213 нәшриәт ҡатнаша. Шуларҙың 1298 – ғәрәп, 915-е башҡа илдәрҙең нәшриәттәре. Йәмғеһе 210 телдә сыҡҡан китап продукцияһы тәҡдим ителә.
Ике телдә баҫылған «Таш-ҡатын» китабымды, «Ватандаш» журналын, ғәрәп уҡыусыларына ҡыҙыҡ булыр, тип башҡорт телендә сыҡҡан «Әс-Сәләм» гәзитенең бер нисә һанын һалып алдым. Ә иң ҡәҙерле бүләк башҡорт, рус, инглиз телдәрендә нәшер ителгән халҡыбыҙҙың рухи мираҫы – «Урал батыр» эпосы. Алыҫ сәфәргә йыйыныуымды ишеткәс, уны миңә Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының бүлек етәксеһе Неля Шәмсетдин ҡыҙы Ғәйнетдинова биреп ебәргәйне: «Ундай мәртәбәле күргәҙмәлә беҙҙең Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең китаптары ла күренһен, әйҙә. Лайыҡлы китап бит!»
Әйткәндәй, ундай сәфәрҙәргә юлланыу ҙур әҙерлек талап итә: сувенир продукцияһын хәстәрләү, сығыштарыңды ентекле уйлау, өҫ-башыңа иғтибар биреү. Һинең аша Башҡортостанды, башҡорт халҡын күҙ алдына баҫтыралар бит. Ә сит илгә сыҡһаң – Рәсәйҙе! Мин был юлы Сәлиә Мөхәмәтғәлинаның «Мөслимә» интернет-кибетенән милли һыҙатлы күлдәктәр һатып алғайным. Һис кенә лә үкенмәнем. Үҙемде шул тиклем ышаныслы, зауыҡлы тойҙом ошо кейемдәрҙә. Ҡайҙа ғына булһам да халҡымдың ҡеүәте, рухы, иманы оҙатып йөрөгән төҫлө булды.
Беҙ, Рәсәйҙең төрлө милләт вәкилдәре, үҙебеҙҙең экспозиция эргәһендә йәнле һөйләшеү ҡорҙоҡ. Рәсәй Халыҡтар Дуҫлығы университеты профессоры Алексей Арзамазов Рәсәй халыҡтары милли әҙәбиәтен һаҡлау программаһының бөгөнгө көндә баһалап бөткөһөҙ ролен билдәләне.
Был, ысынлап та, шулай. Программа сиктәрендә Берләштерелгән гуманитар нәшриәт Рәсәйҙең барса халыҡтарының ижадын сағылдырған ҙур күләмле антологиялар баҫтырып сығарҙы. Минең дә шиғырҙар 2017 йылғы шиғриәт антологияһында донъя күргәйне. Был китап шуныһы менән үҙенсәлекле: ундағы әҫәрҙәр рус телендә һәм һәр яҙыусының туған телендә бирелә. Мин ул саҡта Рәсәй халыҡтары араһында веп, нивх, тат, юкагир телдәрендә һөйләшеүселәр ҙә бар икәнен белмәй инем. «Хатта берәй телдә унлаған кеше генә һөйләшһә лә, ул телдә ниҙер ижад ителә икән, тимәк, тел – тере! Ер йөҙөнән юғалмаған!» – тине Алексей Арзамазов.
Бүрәт яҙыусыһы Амарсана Улзытуев Әҙәбиәт институтында дәрес бирә. Ул был донъянан йәшләй киткән бүрәт классигы Дондоҡ Улзытуевтың улы булып сыҡты. Амарсана үҙенсәлекле шиғри алымдар ҡулланып ижад итә. Мәҫәлән, ул боронғо монгол телендәге әҫәрҙәрҙә шиғри юлдарҙың тәүге һүҙе рифмалашҡанына иғтибар иткән. Шағир миҫал өсөн тәүҙә боронғо әҫәрҙе уҡып ишеттерҙе, һуңынан үҙенең рус телендәге тәржемәһе менән таныштырҙы. Уны тыңлауы бик ҡыҙыҡ булды, сөнки Амарсана әҫәрҙәрен өзләп һөйләй. Быға тиклем өзләүҙе йыр, ҡумыҙ, ҡурай оҙатыуында ғына ишеткәнем бар ине. «Был минең ноу-хау!» – тип йылмая Амарсана. Минең Башҡортостандан икәнемде белгәс: «Бына ниндәй икән башҡорттар! Монголдарға баш бирмәгән берҙән-бер халыҡ!..» – тип, баһамды арттырып ебәрҙе.
Үҙемдең сығышымда мин башҡорттарҙың боронғо халыҡ икәнен, бының халҡыбыҙҙың «Улар батыр» эпосында киң иҫбатланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдым. «Ватандаш» журналының милли әҙәбиәттәрҙе пропагандалауға тос өлөш индереүе тураһында һөйләнем. Баҫмабыҙҙа «Донъя халыҡтары әҙәбиәте» рубрикаһы барлығын әйтеп, ҡәләмдәштәремде беҙҙең журнал менән хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙым.
Халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә тәржемәселәр конкурсы ла уҙғарыла икән. Еңеүселәрҙе тәбрикләгәндә Шарджа ҡалаһының Китап эштәре буйынса идаралығы етәксеһе Шәйеха Бодур бинти Султан Әл-Ҡасими былай тине: «Беҙ мәҙәниәт даирәһенә тос өлөш индергән һәр ижадсыны баһаларға тырышабыҙ. Бындай иғтибар киләсәк быуынды ла дәртләндерә, ғилемгә әйҙәй, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты, татыулыҡты нығыта. Мин еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлайым. Улар үҙҙәренә тағы ла юғарыраҡ маҡсаттар ҡуйыр һәм бейегерәк үрҙәргә ынтылыр, тип ышанам».
Шарджа ҡалаһының тәржемә өлкәһендәге иң юғары Турджуман премияһына Ибне Хәмзә әл Андалусиның «Күгәрсен ҡулсалары» исемле әҫәре лайыҡ булды. Уны төрөк теленә доктор Мехмет Хакки Сучин ауҙарған. Әҫәр Alpha Publishing нәшриәтендә донъя күргән.
«Цивилизация нимәне генә үҙ эсенә алмаһын: әҙәбиәтме ул, сәнғәт, фән йәки архитектура булһынмы – барыһы ла ижадсының әйтергә теләгән уй-фекерҙәрен, идеяларын киләсәк быуынға килтереп еткерә. Тарихтан күренеүенсә, барса милләттәр үҙҙәренең төплө фекерле ижадсылары ярҙамында билдәлелеккә өлгәшә», – тине сараларҙың генераль координаторы Хула Әл-Муджаини.
Ғәрәп иле һәм халыҡ-ара кимәлдә түбәндәге авторҙарҙың әҫәрҙәре еңеүсе тип табылды:
Иң яҡшы роман: Марокко яҙыусыһы Исса Насриҙың «Мозаика» әҫәре.
Иң яҡшы нәфис әҙәбиәт: Элизабет Лаудандың Ҡаһирәлә сыҡҡан «Багдадтағы таныш булмаған кешегә» әҫәре.
Иң яҡшы фәнни-популяр китап: Һиндостандан Сиддхарт Как менән Лила Как Бхандың «Мөхәббәт, ҡыуылыу һәм ярлыҡаныу» әҫәре.
Нәшриәттәр араһында еңеүселәр Ғәрәп Әмирлектәре эсендә, ғәрәп илдәре кимәлендә һәм халыҡ-ара кимәлдә айырым-айырым билдәләнде.
Сит илгә килгәс, донъя күреп ҡайтҡы ла килә. Беҙ күрше әмирлектәргә сәфәр ҡылырға ла өлгөрҙөк. Шарджа – Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге ете әмирлектең береһе. Ҡалған алты әмирлеккә Әбү Даби, Дубай, Фуджейра, Аджман, Рас-әл-Хаймә һәм Өмм-әл-Ҡүәйн инә. Шарджа менән Дубай араһы бик яҡын, Әбү Даби алыҫыраҡ. Ҡайһы берҙәребеҙ унда ла барып ҡайтырға өлгөрҙө. Кемдер Фарсы ҡултығында һыу инеп кинәнде. Тынғыһыҙ әхирәтем Сәлимә Коркмазова менән беҙ тәүҙә сафари-турҙы һайланыҡ. Сүллектәр буйлап автомобилдә йөрөү, заманса тел менән әйткәндә – дрифтинг, ҡомло бархандар өҫтөндә фотоға төшөү, дөйә менеп йөрөү, ғәрәп милли аштарын ауыҙ итеү, бәҙәүиҙәрҙең тормошон сағылдырған тамашаны ҡарау – мауыҡтырғыс булды.
Өсөнсө көндө бер төркөм яҙыусылар Дубайға барып ҡайтырға булдыҡ. Тәүҙә киң билдәле Күбәләктәр баҡсаһын барып күрҙек. Уларҙың ниндәй генә төрө юҡ бында! Беҙҙәгенән ике тапҡыр ҙурыраҡ эре-эре күбәләктәр бик матур зәңгәр ҡанаттарын елпеп, берәй ереңә килеп ҡунаҡлаһа, үҙеңә бәхет ҡунғандай хис итәһең. Артабан асыҡ һауа аҫтындағы Сәскәләр паркын барып ҡараныҡ. Ул да үҙенең гүзәллеге менән таң ҡалдырҙы.
Гигант тигәндән, мөһабәтлеккә ынтылыу ғәрәптәрҙең төҙөгән йорттарында ла сағыла. Донъялағы иң бейек ҡоролма һаналған Бурдж Хәлифәне лә күреү бәхете тейҙе. Ғәрәптәр үҙҙәре күберәк матур шәхси йорттарҙа йәшәй, тинеләр. Береһенән-береһе бейек йорттарҙағы фатирҙарҙы ҡуртымға бирәләр йәки уларҙы ситтән килгәндәр һатып ала икән. Дубай Венецияһы тип аталған урындағы һыу өҫтөндә ултырған йорттар ҙа бик оҡшаны. Киң билдәле бейеүсе фонтандарын да, океанариум эсендә йөҙөп йөрөгән акула һәм башҡа балыҡтарын да тамаша ҡылдыҡ.
Ҡайтышлай төнгө юлда татар шағирәһе Луиза Янсуар менән шиғырҙар уҡыштыҡ.
«Луиза Янсуар менән танышһыңмы әле? Мотлаҡ таныш!» – тигәйне бер осрашҡанда Татарстандың халыҡ шағиры Рәдиф Ғаташ. Ысынлап та, бик матур яҙа булып сыҡты:
«...Һауалағы бөркөт.
Үҙ-үҙенән өркөп
Күҙҙәренме суҡый?
Суҡый йөрәгемде?
Бер кемгә лә һөйләй,
һөйләй алмам инде
Ватанымда (ғәзиз!)
Ниҙәр күргәнемде.
Ишеткәнде ниҙәр.
Йомолмаҫ был йөйҙәр.
Сәсемдәге сулпы.
Йәйләүҙәге йылҡы
Хөрлөк бәрәбәре
ғүмерҙәрен биргән
Ата-бабам ҡото,
Ата-бабам холҡо...»
Луиза менән ике халыҡ вәкиле: башҡорт менән татарҙың тәржемәсеһеҙ ҙә бер-беребеҙҙе аңлай алыуына ҡыуанабыҙ. «Мин дә һеҙҙе аңлайым», – ти Алексей Арзамасов. Удмурт егете булһа ла, татарса таҙа һөйләшә. Әйткәндәй, шундай рухлы шиғырҙар яҙған Луиза Янсуар (Шарова) үҙе керәшен ҡыҙы икән! «Мин дә күп һүҙҙәрегеҙҙе төшөнөп ултырҙым», – ти ҡарасәй ҡыҙы Сәлимә Коркмазова.
Ошондай формаль булмаған осрашыуҙар ҙа бик кәрәк бит ул! Бер-береңдән әллә күпме мәғлүмәт алаһың, юлдаштарыңдың ижады менән танышаһың, дуҫлыҡ ептәрен нығытаһың.
Һәр көнөбөҙ шул тиклем тығыҙ үтә, ҡайсаҡ ваҡытында ризыҡланырға ла өлгөрә алмай ҡалабыҙ. Ҡараңғы бик тиҙ төшкәнлектән, төнгә ҡарай булһа ла яҡын-тирәләге тәғәмханаларға юлланабыҙ.
«Макдональдс» эргәһендә бәләкәй бала күтәргән йәш ҡатынға иғтибар итәм:
– Һеңлем, һеҙ башҡорт түгелме?
– Башҡорт. Апай, һеҙ ҡайҙан белдегеҙ? Бына ғәжәп! Беҙ бында йәшәйбеҙ. Әле иремде көтөп тора инем. Ризыҡ алырға инеп китте.
Ҡайһы яҡтан булыуын һорашам. «Мин Ырымбур өлкәһенән. Гай районынан. Исемем – Динара. Ә шулай ҙа нисек танынығыҙ башҡорт икәнемде?» Серле йылмаям. Башҡорт ҡыҙҙарына хас айырым бер тыйнаҡлыҡ, баҫалҡылыҡ һәм күпте һөйләгән моңһоу ҡараш... Һинең йөҙөңдә Ғилмиязаның зарын да, Зөлхизәнең сикһеҙ һағышын да тойғандай булдым. Ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡланым Динараны... Сүлдәр илендә көтмәгәндә осратҡан үҙ башҡортҡайыма именлек теләнем.
Мин иртәгә ҡайтып китәм. Үҙ илкәйемә ни етә!? Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, ти бит халыҡ мәҡәле. Ҡайтайым! Яҙыусы хеҙмәте еңел түгел ул. Гел генә һимеҙ ҡалъя булмай. Ҡәҙер-хөрмәтте генә түгел, этелеп-төртөлөүҙәрҙе лә кисергәнем барҙыр. Ә шулай ҙа яҙмышымдан ризамын, быны раҫлап, күңелемдә яңы шиғыр ярала:
Ҡалыр инем дә ул Дубайҙарҙа,
Сәскә йыйғы килә туғайҙарҙа.
Башҡаса бит хатта
турғайҙар ҙа –
Беҙҙәгеләй һайрап
тормайҙар ҙа.
Көтөп торған мине кемдәр
бар һуң,
Ҡалыр инем дә ул Дубайҙарҙа –
Ҡөрьән теле, бик тә үҙенә
тарта! Тик
Ят моңдар яңғырай һорнайҙарҙа.
Йәшәнем дә элек Дубайҙарһыҙ!
Толҡа тапмаҫ йәнем
ҡурайҙарһыҙ.
Китеп олағырға була ла ул –
Ни хәл йәшәр илем Һомайҙарһыҙ...