II Халыҡ-ара «Китап-байрам»дың программаһы шул тиклем бай булды. Йәрминкә майҙанындағы өс сәхнәлә туҡтауһыҙ тамаша барҙы, сатырҙарҙа Мәскәү һәм төрлө төбәктәрҙән килгән яҙыусыларҙың оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Музейҙарҙың күргәҙмә материалдары, береһенән-береһе сағыу китап кибеттәре – барыһын да иңләп сығырлыҡ та түгел.
Өс көн буйына дауам иткән II Халыҡ-ара китап йәрминкәһен йәмғеһе 173 632 кеше ҡараны. Рәсәйҙең 18 төбәге һәм ете сит ил: Беларусь, Әзербайджан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Сәғүд Ғәрәбстанынан килгән 233 нәшриәт ҡатнашты. Быйылғы йәрминкәлә 73 мең экземпляр китап һатылған. Сағыштырыу өсөн: 2023 йылда 52 мең дана һатылғайны. Сара барышында 130 оҫталыҡ дәресе, яҙыусылар менән илленән ашыу осрашыу уҙғарылған. Балалар йорттарына 800 китап бүләк ителгән. Былар ҡоро һандар ғына, ә улар артында күпме ҡыуаныслы аралашыуҙар, дуҫлыҡ күперҙәре, яңы исемдәр, онотолмаҫ сағыу тамашалар тора. Уларға байрамда ҡатнашыусылар күҙлегенән ҡарарға тәҡдим итәм.
Татьяна Демидович, Беларусь Республикаһы, яҙыусы:
– «Китап-Байрам» үҙенең масштабы, юғары кимәлдә ойошторолоуы, ҡунаҡтарға булған иғибары менән ғәжәпләндерҙе. Башҡорт телендә нәшер ителгән «Хәҙерге белорус әҙәбиәте антологияһы»ның, «Аҡбуҙат» балалар журналының презентациялары, «Әҙәби бәйләнештәр: Башҡортостан – Беларусь» түңәрәк өҫтәлендәге күргәҙмә материалдар һәм сығыштар ихласлығы, йылылығы менән арбаны. Тормошҡа ашырылған уртаҡ проекттар барыбыҙға ла ҡыуаныс өҫтәне. Үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса матур теләктәр әйтелде. Яңы ижади контакттар булдырылды. Мин ҙур ғорурлыҡ менән шуны әйтә алам: беҙҙең халыҡтар араһындағы мәҙәни күперҙәр ныҡлы, һәм улар тәрән рухи бәйләнештәргә нигеҙләнгән. Беҙ бер-беребеҙгә – хөрмәт, китап уҡыусыларға ҡарата һөйөү күҙе менән бағабыҙ.
Бөгөн кискеһен Брестҡа ҡайтып еттем, әммә бай тарихлы башҡорт халҡы, уның матур йолалары, мәҙәниәте тураһындағы яҡты иҫтәлектәр әле булһа күңелемде йылыта.
Дмитрий Моисеев, Сыуашстан Республикаһы, «Хыпар» нәшриәт йорто директоры:
– Шәп идея, иҫ киткес шәп фестиваль. Әлбиттә, был байрамдың киләсәге бар, сөнки ул төрлө халыҡтарҙың әҙәбиәттәрен берләштерә. Шәхсән мин үҙем ыңғай эмоциялар менән тулыландым, бик күп ижади шәхестәр менән таныштым. Саралар күп булһа ла, улар барыһы ла юғары кимәлдә уҙҙы.
Башҡортостан Яҙыусылар союзының 90 йыллығы айҡанлы төшөрөлгән видеролик бик оҡшаны. Ул беҙҙе союздың данлы тарихы менән таныштырҙы. Башҡорт ҡәләмдәштәремдең төрлө кимәлдәге дәүләт наградалары менән бүләкләнеүен, Союзға яңы ағзалар ҡабул ителеүен күреп ҡыуандым. Барыһы ла китап сығарып өлгөргән, уҡыусыларға яҡшы таныш. Был да башҡорт әҙәбиәтенең яҡты киләсәгенә ышаныс тыуҙыра.
Төрлө халыҡтарҙың телмәре араһында сыуаш телен ишетеү ҙә минең өсөн ҙур ҡыуаныс булды.
Мурад Ахмедов, Дағстан Республикаһы, яҙыусы:
– Атайымдан (Дағстандың халыҡ шағиры Магомед Ахмедов. – Ред.) Башҡортостан тураһында күп ишетһәм дә бында тәүге килеүем. Иң тәүҙә башҡорттарҙың башҡа милләттәргә булған оло ихтирамын телгә алғы килә. Мине, мәҫәлән, Өфөлә Дағстан, Имам Шамил, Рәсүл Ғамзатов исемен йөрөткән урамдар булыуы шул тиклем һөйөндөрҙө. Дағстанға ҡайтыу менән был мәсьәләне күтәреп сығасаҡмын. Махачкалала ла Башҡортостанға бәйле урам атамалары мотлаҡ булырға тейеш. Беҙҙең халыҡ та шулай ҡунаҡсыл һәм ихлас. Ике халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатов менән Мостай Кәримдең дуҫлығы юҡтан булмағандыр. Тимәк, рухи яҡтан бик яҡын булған улар. Дағстан яҙыусылары ойошмаһы етәксеһе, шағирә Марина Анатольевна Ахмедова-Колюбакина менән Мостай Кәрим һәйкәлен барып күрҙек.
Байрам майҙанында көтмәгәндә ҡулыма «Ватандаш» журналын
килтереп тотторҙолар. Унда Фәнил Күзбәков тәржемәһендә Рәсүл Ғамзатовтың һәм Магомед Ахмедовтың шиғырҙары баҫылған икән. Атайымдың башҡорт телендә яңғыраған шиғырын күреп күңелем тулды.
Ғөмүмән, «Китап-Байрам»дан ҙур ҡыуаныс менән ҡайттыҡ: «Дағстан» нәшриәт йортоноң Рәсүл Ғамзатовтың 100 йыллығына арналған «Ауыл һәм Планета шағиры» исемле китабы Башҡортостан Башлығының махсус призына лайыҡ булды!
Эльвира Яҡупова, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт редакцияһы мөдире:
– «Китап-байрам» йәрминкәһендә икенсе йыл ҡатнашабыҙ. Яңы ғына донъя күргән бик матур китаптар һатыуға сығарылды. Улар араһында «Хәҙерге белорус әҙәбиәте антологияһы» (төҙөүсеһе – Тәнзилә Дәүләтбирҙина), Рәшит Назаровтың ике телдә сыҡҡан «Янған йөрәк. Горячее сердце» шиғырҙар йыйынтығы, Мөнир Ҡунафин менән Сергей Кудряшовтың «СВОими глазами. Страницы спецопераций» һ.б.
Беҙҙең продукция быйыл, былтырғы менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк һатылды. Өс көн эсендә 2 300 китап һатҡанбыҙ, былтыр 1700 ине.
Быйылғы сара нәшриәттең 105 йыллыҡ юбилейы менән тап килеүе лә һөйөнөслө. «Урал батыр ерендә» йыл китабы конкурсында «Хәҙерге белорус әҙәбиәте антологияһы» I дәрәжә дипломға эйә булыуы коллективыбыҙ өсөн ҙур шатлыҡ.
«Китап-Байрам»да нәшриәттең 105 йыллығына арналған түңәрәк өҫтәл һәм тиҫтәнән ашыу китап презентациялары үткәрелде. «Вәғәҙәләр эскәмйәһе», автограф-сессия кеүек ҡыҙыҡлы саралар ҙа ойошторҙоҡ. Әйткәндәй, автограф-сессия Ленин урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан китап магазинында йыл дауамында үткәрелеп торасаҡ.
Наилә Әхмәтйәнова, Өфө фән һәм технологиялар университетының журналистика кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты:
– «Китап йәрминкәһе»н киң ҡоласлы ғаилә байрамы, тип атар инем. Өлкәндәрҙең дә, йәштәрҙең дә күплеге шунда уҡ күҙгә ташлана. Ата-әсәләре менән балаларҙың да килеүе тағы ла ҡыуаныслы. Совет майҙаны гөр килә. Баш ҡалабыҙҙың бар зыялылары: ғалимдары, яҙыусылары, рәссамдары, артистары бында йыйылған кеүек. Аҙым һайын – таныштар, ҡыуанып осрашаһаң. Бер ерҙә тасуири итеп шиғыр уҡыйҙар, икенсеһендә халыҡ оҫталары ҡул эштәрен тәҡдим итә.
Китап һөйөүселәр өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур, бәрәкәтле байрам. Әйткәндәй, һатыуға ҡуйылған китаптарҙың хаҡтары ла әллә ни ҡыйбат түгел, 50–150 һум ғына. Төрлө жанрҙағы һәм тематикалағы китаптарҙы халыҡ бик яратып алды. Минең кәштәмә лә бер нисә яңы китап өҫтәлде.
Бик һирәк осрай торған, уникаль экземплярҙарға ла тап булдым. Белорустар, мәҫәлән, Гоголде алып килгән. Ә уны китап баҙарында тап итеү ни тиклем һирәк күренеш икәнен һөйләп тороу ҙа кәрәкмәйҙер! Иң күп халыҡтың белорустарҙың сатыры эргәһендә булыуы ла күпте һөйләй. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана уҙғарған оҫталыҡ дәрестәренә эләгеүе лә бик ауыр ине. Балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә ойошторолоуы менән әһәмиәтле улар.
Байрамдан алған тәьҫораттарҙы һөйләп килештерерлек түгел. Ҡыуаныстар ҙа, ғәжәпләнеү ҙә, яңы асыштар ҙа булды! Билдәле яҙыусы Дарья Донцованы тыңлау – үҙе бер кинәнес. Кисә Мәскәү ҡунағы Олег Рой сығыш яһаған. Ғөмүмән, байрам сәхнәһе был сараға фон биреүсе булараҡ ҡабул ителде, сөнки ҡайҙа ғына йөрөп ятһаң да, китап кибеттәрендәме, һөнәрселәр аллеяһындамы, оҫталыҡ дәресендәме – һәр ерҙә үҙәк сәхнәлә кемдең сығыш яһағанын, нимә һөйләгәнен ишетә йөрөйһөң. Миңә был бик оҡшаны.
Байрамда ваҡытлы матбуғат сараларына яҙылыу мөмкинлеге лә шәп күренеш. Шунда уҡ гәзит-журналдарҙа эшләгән коллегаларым, уҡыусыларым менән дә аралашып алыу мөмкинлеге тыуҙы. Бик ҡәнәғәт булып, илһамланып ҡайттым байрамдан.
Башҡортостан Милли әҙәбиәте музейы әҙерләгән «Рәшит Назаровтың яҡташтары менән түңәрәк өҫтәл» бөйөк шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналғайны. Был сараға Рәшит Назаровты күреп белгән, йә иһә яҙмышына нисек тә булһа ҡағылышы булған, уның яҡты исемен мәңгеләштереү йәһәтенән эштәр башҡарған, киләсәктә лә эшләргә ниәт иткән замандаштарыбыҙ йыйылды. Түңәрәк өҫтәлдең тап Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында үтеүе ҙур тарихи мәғәнәгә эйә, сөнки тап бында 62 йыл элек Рәшит Назаровтың шиғырҙарына тәүге баһа бирелә. Был хаҡта «Ағиҙел» журналы хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Луиза Кирәева түбәндәгеләрҙе һөйләне: «1962 йылдың октябрендә йәш яҙыусылар семинары була. Әҙәби сара ике көн дауам итә, һәм унда башҡорт прозаһы, шиғриәте, рус поэзияһы һәм прозаһы секциялары эшләй.
Поэзия секцияһында һигеҙ авторҙың – Рауил Бикбаев, Шәриф Әхмәмәтов, Рәшит Шәкүр, Уран Кинйәбулатов, Муса Сиражетдинов, Рәшит Назаров, Хөснулла Түләкәев, Риф Мөхәмәтйәновтарҙың шиғырҙары тикшерелә. Йәштәргә яҙыусылар Баязит Бикбай, Ғәйнан Әмири, Назар Нәжми, Хәким Ғиләжев, Ғилемдар Рамазанов, Йософ Гәрәй, Кәтибә Кинйәбулатова, Марат Кәримов, Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафиндар кәңәш бирә.
Рәшит Назаров был ваҡытта Ауырғазы районы Төрөмбәт урта мәктәбенең 10-сы класында уҡыған була. Был семинар тураһында иҫтәлектәр байтаҡ яҙылды. Мәҫәлән, тап ошо сарала шағир Назар Нәжми Яҙыусылар союзы коридорында «Талант табылды! Талант!» – тип ҡысҡырып йөрөй. Яҙыусылар Рәшит Назаровты иң алға уртаға баҫтырып, фотоға төшкәндә яҙыусы Баязит Бикбай галстугын сисеп, йәш шағирҙың муйынына бәйләй ҙә: «Мырҙам, үҙең – Рәшит, үҙең – Назаров. Ике ҙур шағирҙың исемен бергә ҡушҡанһың, онотма!» – ти. Ул шағирҙар Рәшит Ниғмәти менән Назар Нәжмиҙе күҙ уңында тота.
Ошо семинар һөҙөмтәһендә «Ағиҙел» журналының 1962 йылғы декабрь һаны тулыһынса йәштәр ижадына арнала. Ул ваҡытта баш мөхәррир булып Хәким Ғиләжев эшләй. Рәшит Назаровтың шиғырҙары ла («Йырға йомарт», «Азатлыҡ йыры», «Йәшен», «Хәҙерге», «Япраҡ», «Күк йылмая») беренсе тапҡыр төп әҙәби журналда донъя күрә. Әҙәбиәт һөйөүселәр күңеленә шулай йәшендәй килеп инә шағир!
Яҡташыбыҙ Фәрит Фәтҡуллин бер мәҡәләһендә: «Үҙем шаһит: ул дәүерҙә йәштәр – башҡорто ла, татары ла – Рәшиттең шиғырҙарын яттан һөйләп йөрөйҙәр ине», – тип яҙа.
Эйе, популяр булып киткән шағирҙың әҫәрҙәре ошо әҙәби ваҡиғанан һуң «Ағиҙел» биттәрендә йыш урын ала. Ҡайһы бер йылдарҙа хатта йылына өсәр тапҡыр! Әйтергә кәрәк: бындай хәл һирәк 100 йәшлек журнал тарихында».
Шағирҙың тыуған яғы Ауырғазы районынан килгән инициатив төркөмдө хеҙмәт ветераны Миҙхәт Вәлитов етәкләгәйне. Байтаҡ йылдар район хакимиәте етәксеһе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Миҙхәт Хәбибулла улы әйтеүенсә, инициатив төркөмдә төрлө милләт вәкилдәре йыйылған: башҡорт, татар, сыуаштар... Барыһын да Рәшит Назаровтың ижадына оло ихтирам тойғоһо туплаған. «Тәүҙә эш бик ауыр барһа ла, бөгөн ҙур ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ менән Рәшит Назаровтың исемен тыуған яғына алып ҡайттыҡ, тип әйтә алам. Төрөмбәт мәктәбенә таҡтаташ эленде. Райондағы башҡорт гимназияһына шағирҙың исеме бирелде. Район үҙәге Талбазы ауылында бюсы ҡуйылды. Әле музейын булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ», – тине төркөм етәксеһе.
Яҙыусының туғандары һәм ауылдаштары Зөлфиә Назарова, Мәҙинә Назарова-Ноғоманова шағирҙың мәктәп йылдарын иҫкә алды, әрме хеҙмәтенән ауырып ҡайтыуын әсенеп хәтерләне. Журналистика ветераны Мәликә Әминева ауылдашының ижади ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыу буйынса башҡарған эштәре тураһында һөйләне.
Төрөмбәт ауылынан Гөлфиә Ханнанова әҙерләп килтергән күргәҙмә сараның бер биҙәге булды. Бында әҙиптең ҡулъяҙмалары, төрлө йылдарҙа төшкән фотоһүрәттәре, китаптары, төрлө быуын ҡәләм оҫталарының шағир ижады хаҡында әйтелгән фекерҙәре. Шуларҙың бер нисәһенә туҡталып китәйек.
«Киң ҡоласлы образдар, оригиналь фекер, сағыу, яңы, ҡуйы сағыштырыуҙар, донъяны яңы күҙ менән ҡабул итеү, тик тормош тантанаһын раҫлау һәм йәшлек романтикаһы, ә тел – тик башҡортса! Форма төрлөлөгө!.. Рәшит Назаров һис тә самородок түгел, ә бөтә башҡорт әҙәбиәтенең ҡаҙаныштарынан тыуған талант» (Рәми Ғарипов).
«Рәшит Назаров – беҙҙең башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, бөтә
донъя әҙәбиәтендә һирәк осрай торған иҫ кикес талант, үҙе бер күренеш, бөйөк шағир. Ул, минеңсә, быуатҡа бер генә тыуыр, бармаҡ менән генә һанап сығыр даһи шағирҙар рәтендә» (Риф Мифтахов).
Әйткәндәй, шағирҙар Риф Мифтахов менән Әсхәл Әхмәт-Хужа – шағирҙың ижадын халыҡҡа еткерер өсөн күп көс һалған шәхестәр. Түңәрәк өҫтәлгә уларҙың хәләл ефеттәре Хөрмә Усамил ҡыҙы Мифтахова һәм Лүзә Сәхип ҡыҙы Әхмәтҡужина саҡырылғайны. Тормош иптәштәренең Рәшит Назаров менән тығыҙ аралашыуы, хат алышыуы, китаптарын туплап, баҫтырып сығарыу өсөн хеҙмәт һалыуҙары тураһында яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште улар. Йән ауырыуына дусар булған шағир ғүмеренең күп өлөшөн махсус интернатта үткәрергә мәжбүр булыуына ҡарамаҫтан, ижадынан ситләшмәй.
«Ер аҫтынан һеҙгә хаттар яҙам,
Ирешерме һеҙгә ул барып?» – тип хафаланған шағирҙың ижады уҡыусыларына 1970 йылда Әсхәл Әхмәт-Хужа мөхәррирлегендә «Ҡояш юлы буйлап» тигән икенсе китабы аша еткерелһә, 1991 йылда Риф Мифтаховтың тырышлығы менән әҙәбиәт һөйөүселәр «Йөрәгемде һеҙгә илтәм» тигән өсөнсө китабын ҡулға алыу бәхетенә ирешә. Ике китап та әҙәби ваҡиға булараҡ ҡабул ителә.
Әлбиттә, хәтер кисәһендә Рәшит Назаровтың шиғырҙары ла яңғырамай ҡалманы. Уларҙы ҙур аһәң менән Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев уҡып ишеттерҙе:
«Мөхәббәт ул – әйтерһең дә, утлы йәшен,
Һанап, һорап тормай һис бер кемдең йәшен,
Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай ҡартын-йәшен,
«Көйҙөрөр», – тип ҡурҡһаң әгәр, ҡас һин – йәшен,
Тик аҙаҡтан ҡоя күрмә күҙең йәшен!
Мөхәббәт ул – әйтерһең дә, утлы йәшен...»
«Бөгөн беҙҙе ошо түңәрәк өҫтәл артына 80 йыл элек донъяға ауаз һалған бөйөк шағир – гениаль шағир Рәшит Назаров йыйҙы. Маһир ижадсы секундҡа – мәңгелекте, нөктәгә бөтә ғаләмде һыйҙырыу һәләтенә эйә булып, бер генә тын алыр мәл, йәшен тиҙлегендә үҙенең юғары ижады менән Шиғриәт тип аталған йыһандың түбәләрен өҫкә күтәреп, киңлеген тағы ла нығыраҡ киңәйтеп, һүҙ ҡеүәһенең баһаһын арттыра, – тине кисәне әҙерләп, алып барыусы Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшина. – Был сағыу яҡтылыҡ башҡорт әҙәбиәтен юғарылыҡҡа күтәрелергә, ынтылырға мәжбүр итә, сөнки юғарылағы йондоҙ кеүек балҡыған Рәшит Назаровтың шиғырҙары шул осор шағирҙарынан башлап бөгөнгәсә күңелдәргә уй, сәм һала. Бынан ары улар элеккесә ижад итә алмаҫтарын төшөнә, яңылыҡ эҙләү зарурлығын аңлай. Назаровтың ижады балҡыған мәлдән алып ярты быуаттан артыҡ ваҡыт үтһә лә, ул һис тоноҡланмаған, киреһенсә яҡтыра төшкәндәй. Ярты быуаттай уның шиғриәте менән беҙ үҙебеҙҙең һыуһынды ҡандырып ҡына йәшәйбеҙ, аҫыл шиғриәте менән ләззәтләнәбеҙ...»
Эйе, Рәшит Наҙаровҡа бағышланған сараның Китап-Байрам сиктәрендә уҙғарылыуы тулыһынса үҙен аҡлағандыр, сөнки мәшһүр шағирҙың ижады аша башҡорт әҙәбиәтенә күпме яңы ижадсылар килде. Хәйер, уның киң ҡоласлы философик шиғырҙары, тәрән образдары барса халыҡтар өсөн – юғары шиғриәт өлгөһө. Барыбыҙ ҙа күңел түрендә йөрөткән «Йөрәк» шиғырының бөгөн 50 телгә тәржемә ителеүе лә ошо хаҡта һөйләй:
«Йыртып астым күкрәгемде,
Йолҡоп алдым йөрәгемде.
Һәм, йомарлап устарыма,
Илттем уны дуҫтарыма.
Илттем уны һиңә, йәнем,
Тик күрмәнең, ниңә, йәнем?
Һәм хурланып шул саҡ бик тә,
Йөрәгемде аттым күккә.
Осто йөрәк, осто йөрәк
Йондоҙҙарҙан бейегерәк...
Йәнем! Әгәр сыҡһаң тышҡа
Таңын, ҡара көнсығышҡа, –
Бер йондоҙ унда нур һипһә,
Һәм хистәрең дөрләп китһә,
Бел, был йондоҙ – минең йөрәк,
Тик инде ул бейегерәк...»
Быйылғы йылдың Рәсәйҙә – «Ғаилә йылы» тип иғлан ителеүен күҙ уңында тотоп, БР Милли әҙәбиәт музейы тарафынан әҙерләнгән икенсе бер проект «Ижадсылар ғаиләһе» барса тамашасыларға ла хуш килгәндер. Башҡорт яҙыусылары араһында, һирәкләп булһа ла, ижади парҙар булып торған һәм бар. Әйтәйек, Һәҙиә менән Ғөбәй Дәүләтшиндар, Ғилемдар Рамазанов менән Фәниә Чанышева, Гөлфиә Юнысова менән Мирас Иҙелбаев, Зәйтүнә һәм Сабир Шәриповтар һәм башҡалар.
Был юлы әҙәбиәт һөйөүселәр илһамлы ғаиләләр йолаһын дауам итеүселәр – Фирҙәүес һәм Йәдкәр Бәшировтар, Тамара Искәндәриә менән Хисмәт Юлдашев, Зөһрә һәм Тимур Рәхмәтуллиндар менән танышты.
Сараны ойоштороусы Ғәҙилә Бүләкова был осрашыуҙы бик ентекле, бар күңел йылыһын һалып әҙерләгән, һәр әҙиптең тормош юлы тураһында бай мәғлүмәт һәм күргәҙмә материалдар туплаған.
Татарстан Республикаһында йәшәүсе билдәле яҡташтарыбыҙ Фирҙәүес һәм Йәдкәр Бәшировтарҙың ғаилә ҡороуҙарына – 57 йыл! Был һоҡланғыс пар үҙҙәре кеүек үк һәләтле өс бала, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләп үҫтереп, бер-береһенә терәк, ижадташ булып, емешле хеҙмәт итеп, һәр яҡлап өлгөлө ғаилә булып танылды. Икеһе лә – Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Ғаилә башлығы Йәдкәр Әхәт улы Бәширов Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Яңы Аллабирҙе ауылында тыуған. Ғүмере буйы Башҡортостан һәм Татарстан республикаларында яуаплы вазифалар башҡара. Башҡортостандың Бәләбәй «Автонормаль» заводында, Татарстанда «КамАЗ» берләшмәһендә мастерҙан башлап «КамАЗ»дың генераль директоры урынбаҫары, «Татэлектромаш» берекмәһенең генераль директоры булып эшләй. Социология фәндәре кандидаты.
Ирекле рәссам булараҡ, Йәдкәр Әхәт улы буш ваҡытында һүрәт төшөрөргә ярата. Уның картиналары Мәскәү, Ҡазан, Яр Саллы, Зәй ҡалаларындағы күргәҙмәләргә ҡуйыла. 40-тан ашыу һүрәтен тыуған мәктәбенә бүләк иткән. Әйткәндәй, ғалим, социолог, тарихсы, инженер, яҙыусы Йәдкәр Бәширов, ДНК һәм башҡа кире ҡаҡҡыһыҙ мәғлүмәттәргә таянып, башҡорт халҡы – бик боронғо һәм Ер йөҙөндә халыҡ булып ойошҡан иң тәүге ҡәүемдәрҙең береһе, тип белдерҙе. Өфөлә 2021 йылда баҫылған «Боронғо башҡорттар» китабы тап ошо тикшереүҙәргә һәм һығымталарға нигеҙләнгән.
Шулай уҡ ул беҙҙең халыҡтың үткәне хаҡында «Бөйөк Башҡортостан. Халыҡтарҙың этник тамырҙары, ойошоуы һәм үҫеше», «Урта быуат хандары: Башҡорт хан», «Ҡолғәле һәм башҡорт халҡының мәҙәниәте тураһында» китаптарын сығарҙы.
Йәдкәр ағайҙың хәләл ефете Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙын беҙ билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағирә булараҡ беләбеҙ.
Фирҙәүес апай Ишембай ҡалаһына һыйынып ултырған Смаҡай ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын физика уҡытыусыһы булып Арғаяш районының Бәжекәй мәктәбендә башлай. Ә инде Татарстанға күскәс, «КамАЗ» берләшмәһендә инженер булып эшләй, Яр Саллы ҡалаһы Автозавод районының башҡарма комитетында хеҙмәт юлын дауам итә. 1991 йылдан Татарстан Президенты аппаратында милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса баш референт вазифаһын башҡара. 1998 йылда милләттәр һәм федераль мөнәсәбәттәр министрлығына баш белгес итеп күсерелә. Татарстан башҡорттары ҡоролтайын, Ҡазан башҡорттарының «Башҡорт йорто» ойошмаһын етәкләй.
Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы шундай бай йөкмәткеле тормош юлында ниндәй генә вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, төп эшмәкәрлеге булып һәр саҡ башҡорт мәҙәниәтен пропагандалау тора. Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡова нисек итеп Фирҙәүес Бәширова менән Яр Саллы ҡалаһында башҡорт мәктәбе асыуҙары тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште.
– Минең һигеҙ ейәнем бар. Һигеҙе менән дә башҡортса һөйләшәм. Аңлаймы, аңламаймы – минең унда эшем юҡ. Ғаилә тормошонда һөйөүҙән дә бигерәк, иң тәүҙә бер-береңә ҡарата хөрмәт кәрәк. Шөкөр, тормошта ла, ижадта ла бер-беребеҙгә терәк булып йәшәнек. Бергә йәшәүҙең ҡәҙере олоғайғас беленә икән. Ҡәҙер-хөрмәт тә олоғая килә арта ғына бара, – тине Фирҙәүес Бәширова.
Артабан Юлдашевтар менән таныштыҡ. Ғаилә башлығы – Башҡортостандың Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Хисмәт Юлдашев та, уның хәләл ефете – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тамара Искәндәриә лә күптән инде башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөн һәм кимәлен билдәләгән шағирҙар иҫәбендә.
Төрлө йылдарҙа Тамара Юлдашева «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәрендә, Башҡортостан радио һәм телевидениеһында, «Ватандаш» журналында бүлек мөдире булып эшләй. Үҙен һәләтле журналист, оҫта ойоштороусы итеп танытҡан Тамара Ишбулды ҡыҙын 2007 йылда – «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире урынбаҫары, ә инде 2010 йылда «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләйҙәр. Тамара Искәндәриә тынғыһыҙ журналист эшен әҙәби ижад менән бергә үреп алып бара һәм шиғриәт өлкәһендә лә яңынан-яңы ҡаҙаныштар яулай. Тиҫтәнән артыҡ шиғри йыйынтыҡ авторы.
Алып барыусының: «Тамара Ишбулды ҡыҙы, һеҙ, башҡорт шиғриәте илсеһе булараҡ, бихисап шиғриәт фестивалдәрендә, төрки донъяһы шағирҙары йыйындарында әүҙем ҡатнашаһығыҙ. Шундай юғары кимәлдәге сараларҙа ҡатнашыуығыҙ хаҡында ентекләберәк һөйләп үтегеҙ әле», – тигән һорауына шағирә былай тип яуап бирҙе: «Шиғриәт – ул яңғыҙлыҡ, һыҙланыу емеше. Күңелеңдәге иң йәшерен, кешегә күрһәтмәй торған ҡылдарҙы сыңлатып уйнаған күңел емеше. Шуға, әлбиттә, шиғриәттә тандем тигән нәмә юҡ ул. Шул уҡ ваҡытта төрлө сараларҙа, кисәләрҙә Хисмәтулла Юлдашев менән беҙ бергә булғанда бик ҡыҙыҡлы сығыштар килеп сыға. Минең шиғырҙар үҙенә бер төрлө, Хисмәтулланыҡы – үҙенсә һәм был бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған ике йылғаның ҡушылып китеүе кеүек килеп сыға. Фестивалдәргә килгәндә, күп кенә ерҙәрҙә булырға тура килде. Төркиәлә «Ебәк юл шағирҙары» тигән халыҡ-ара фестивалдә ҡатнаштым 2013 йылда. Халыҡ-ара һәм төбәк-ара әҙәбиәттәрҙең дуҫлығы ни тиклем мөһим икәнен аңлап, ошондай фестивалдәргә саҡырыу алғанда, әлбиттә, ҙур шатлыҡ менән ҡатнашырға тырышам. Бара алмай ҡалғандары бик үкендерә. Тормош иптәшем менән бергә Ҡырғыҙстан, Татарстан, Төньяҡ Кавказ республикаларында уҙғарылған сараларҙа ҡатнашыу бәхете тейҙе».
Ғаилә башлығы Хисмәтулла Юлдашев 1957 йылда Ҡаҙағстанда тыуып, Ырымбур өлкәһенең Иҫәнгилде ауылында буй еткергән, Мәскәүҙәге Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған, бөгөнгө көндә алты шиғри йыйынтыҡ авторы.
«Ғаилә тигәндә, йыш ҡына халыҡтың бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймауы тураһындағы кинәйәле мәҡәл-әйтемен иҫкә төшөрөргә яраталар. Беҙҙең ғаиләлә мин бер генә тәкә булдым. Ижади ғаилә тигәндә, мин балалар үҫкәндә бер ваҡытта ла үҙемде шағир, тип хис итмәнем. Иң тәүҙә ғаилә терәге – ир булдым, атай булдым. Минең өсөн шағирлыҡтан өҫтөнөрәк, шағирлыҡтан юғарыраҡ кимәлдәр бар. Иң тәүҙә ғаилә өсөн эшләргә кәрәк, иң тәүҙә балаларыңды туған теленә өйрәтергә кәрәк. «Мин – шағир!» – тип, күкрәк һуғып йөрөүгә ҡарағанда балаларыңды, ейәндәреңде туған теленә өйрәтеү мәртәбәлерәк. Улар һинең китабыңдан, шиғырҙарыңдан ғүмерлерәк булыуы ихтимал. Шулай булайыҡ! Туған телебеҙҙе яратайыҡ, тоғро булайыҡ! Бына әле Татарстандан килгән Йәдкәр ағай менән Фирҙәүес апайҙың ғаиләләре тураһында тағы бер тапҡыр әйтеп үткем килә. Ни өсөн улар миңә яҡын? Минең өсөн ижад кешеләренең нисек итеп ғаиләлә бала тәрбиәләүҙәре мөһим. Ҡазанда – татар донъяһының үҙәгендә йәшәп тә, башҡортса һөйләшкән балалар үҫтергән улар. Ә Йәдкәр ағайҙың халҡыбыҙҙың онотолоуға дусар ителгән тарихын тергеҙеүе ни тиклем оло эш! Ә бит тарихи аңыбыҙ булмаһа, беҙҙең бит халҡыбыҙға ҡарата ла, телебеҙгә ҡарата ла мөхәббәтебеҙ ҙә, ихтирамыбыҙ ҙа булмай. Йәдкәр ағай, һеҙҙең китаптарҙы мин Себергә алып барып, вахта менән эшкә йөрөгән башҡорттар уларҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыныҡ. Рәхмәт һеҙгә!» – тип уй-хистәре менән уртаҡлашты Хисмәтулла Юлдашев.
Осрашыуға килгән өсөнсө ғаилә – Рәхмәтуллиндар. Ғаилә башлығы Тимур – «Тылсым эйәләре» китабы авторы, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының яуаплы сәркәтибе.
Ул 1988 йылда Баймаҡ районының Йылым ауылында тыуған. Әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ педагогия академияһының башҡорт теле, әҙәбиәте һәм сит телдәре буйынса белем ала. Балалар өсөн яҙылған хикәйәләре, әкиәттәре республика гәзит-журналдарында даими баҫылып тора.
Кәләше Зөһрә Тимас ҡыҙы (Сафина) Рәхмәтуллина 1991 йылда Ҡыйғы районының Йосоп ауылында донъяға килә. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем ала. Артабан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһын тамамлай. 2016 йылда З.Биишева исемендәге Китап нәшриәтендә «Йондоҙҙарҙан сиктем ҡулъяулыҡ» тигән тәүге шиғырҙар китабы донъя күрә. Әлеге ваҡытта Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының кесе ғилми хеҙмәткәре булып эшләй, тормош иптәше менән Бәхтейәр һәм Әмирхан исемле улдар үҫтерәләр.
Был йәш ижади ғаилә лә тамашасыларҙы матур ижади сығыштары менән һөйөндөрҙө. Зөһрә Рәхмәтуллина «Әй һылыуы» бейеүен бейеп күрһәтһә, улдары Бәхтейәр әсәһе яҙған шиғырҙы һөйләп ишеттерҙе. Баш ҡалаға Ҡыйғы районынан ҡунаҡҡа килгән Тимас Сафин баянда уйнап, ҡыҙы Зөһрәнең һүҙҙәренә үҙе яҙған йырҙы башҡарҙы.
Өс күркәм пар, өс быуын яҙыусыларҙы нимә берләштерҙе был кисәлә?
Улар барыһы ла эше менән дә, ижады менән дә абруй ҡаҙанған, халҡыбыҙҙа туған телебеҙгә, тарихыбыҙға, милли әҙәбиәтебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән мәртәбәле шәхестәр. Ниндәй йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, барыһы ла матур. Барыһы ла бер-береһенә ҡарата мөхәббәтле. Был уларҙың үҙ-үҙҙәрен тотошонда ла, бер-береһенә наҙ тулы ҡараш менән бағыуҙарында ла, уҡыған шиғырҙарында ла бик асыҡ һиҙелде:
Сөйәлләнеп ҡатҡан усым
Йырта, һыйпаһам битте.
Ҡайтҡас тотонормон икән
Мин һиңә нисек итеп?
Сәсеңдән тартһа, һыйпаһам,
Ҡытыршылы устарым,
Иркәләй белмәгән ир, тип,
Ҡуймаҫһыңмы уфтанып.
Һине һағынып ҡайтҡанымда
Ҡағылыу менән ҡулым,
Усымдағы сөйәлдәрем
Сәскә бөрөһө булыр.
(Хисмәтулла Юлдашев, «Һағынып ҡайтҡанда»)