Все новости

«Әҙәбиәт өсөн сиктәр юҡ!..»

Чебоксары ҡалаһында сыуаш әҙәбиәте классигы Михаил Сеспелдең 125 йыллығына арнап уҙғарылған Регион-ара шиғриәт фестиваленә саҡырыу алғас, оло тулҡынланыу кисерҙем. Бының үҙ сәбәптәре бар: үҙ заманында, 2001 йылдың октябрь айында, арҙаҡлы ҡәләм оҫталары Рауил Бикбаев, Марат Кәрим, Ҡәҙим Аралбай, Гөлфиә Юнысова, Сафуан Әлибай, Марсель Сәлимов, Розалия Солтангәрәева, Әхмәр Үтәбайҙар һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зөлфирә Ҡудашева менән бергә Сыуаш Республикаһында уҙғарылған Башҡортостан әҙәбиәте көндәрендә ҡатнашыу бәхете тейгәйне. Ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткәс, был юлы яңғыҙым ғына, яҡты иҫтәлектәрҙе барлай-барлай, йәнә Сеспель эҙҙәре буйлап үтергә тура килде.

«Әҙәбиәт өсөн  сиктәр юҡ!..»
«Әҙәбиәт өсөн сиктәр юҡ!..»

Шупашкарҙан ҡайтҡан сәләмдәр

Юлға сыҡҡас, бер килке тәүге сәфәр иҫтәлектәре солғанышында йөрөргә тура килде. Утыҙ бер йәш ине миңә ул саҡта. Иллеһен артылған күренекле шағирә Гөлфиә Юнысова әлеге минең йәштә булғандыр. Сыуашстандағы ҡәләмдәштәребеҙ бик йылы ҡаршы алды беҙҙе. Ниңә Гөлфиә апайҙан башланым һүҙемде? Бик ҡыҙыҡ булды ул. Ир уртаһы бер ағай, эргәмә килеп: «Һаумы, Гөлфиә! Нисек килеп еттегеҙ?» – тип һүҙ ҡуша бит. Мин ҡапыл юғалып ҡалам, ә ситтән күҙәтеп торған Гөлфиә апай, сыңғырҙатып көлөп ебәрә: «Һуң, Юра, кеше егерме йыл буйы шул килеш кенә тормай ҙа инде. Мине һаман да шулай йәш кенә, тип күҙ алдына килтерәһегеҙме ни?»
Сыуашстандың халыҡ шағиры Юрий Семендер менән танышыуыбыҙ ана шулай булды. Ул миндә Гөлфиә апайҙың йәшлеген күрҙе. Ә мин ул саҡта Сыуашстанда халыҡ шағирҙарының байтаҡ булыуына аптыраным. «Халыҡ артисы кеүек был исемде күптәргә тараталар микән ни, беҙҙә бит халыҡ шағирҙары бармаҡ менән генә һанарлыҡ», – тип сикһеҙ ғәжәпләнгәнем иҫемдә. Юҡҡа аптырағанмын. Шөкөр, хәҙер беҙҙә лә күбәйҙе был арҙаҡлы исемгә эйә булыусы ҡәләм оҫталары.
Был барғанымда ла тап иттем Юрий Семендерҙы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованан күптин-күп сәләмдәр еткерҙем.
Тәүге сәфәрҙән күп матур иҫтәлектәр ҡалған. Ижади осра­шыуҙар, яҡташыбыҙ, сыуаш әҙә­биәте классигы Константин Иванов һәйкәленә сәскәләр һалыу, Милли музейға экскурсия, Михаил Сеспелдең тыуған ауылына сәйәхәт, Чебоксары ҡалаһында урынлашҡан киң билдәле кондитер фабрикаһын барып күреү... Тағы бер мәртәбәле осрашыу тураһында әйтеп китмәй булмайҙыр: Башҡортостан яҙыусылары делегацияһын ололап Сыуаш Республикаһының Президенты Николай Федоров ҡабул иткәйне.
Ҡайтыр саҡта Сыуашстан Яҙыу­сылар берлеге етәксеһе, йәш һәм көләкәс Валерий Турғай, мәрәкәләп, беҙҙең делегация составындағы ҡатын-ҡыҙҙарға сувенир рәүешендә бәләкәй генә матрешкалар бүләк иткәйне. Был юлы сәфәргә юлланғанда мин дә нимә алып барырымды алдан белә инем. Баш ҡалабыҙҙағы сувенирҙар кибетенән иң ҙур матрешканы һайлап алдым. Сыуаш Республикаһының Милли китапханаһында сығыш яһағанда ошо осрашыуҙарҙы иҫләп: «Мин һеҙ аманат итеп тапшырған матрешкаларҙы тыуған яҡтарына кире килтерҙем. Әлбиттә, ике тиҫтә йыл эсендә улар шаҡтай ҙурайҙы, шаҡтай күбәйҙе һәм беҙҙең милли колоритты үҙенә һеңдерҙе», – тип, төрлө ҙурлыҡтағы ун ағас ҡурсаҡты батмусҡа теҙеп, форумды ойоштороусыларға бүләк иттем. Барыһының да йөҙөнә йылмайыу ҡунды, сығышым алҡыштарға күмелде, үҙ-ара йылы мөнәсәбәт урынлашты. Сәхнәнән төшкәс, бер төркөм ҡәләм оҫталары һырып алды:
– Ҡәҙим Аралбайға сәләм әйтерһегеҙ әле! Беҙ сыуаш телендә уның китабын сығарғайныҡ, – ти Юрий Семендер.
– Йәшлек дуҫтарыбыҙ Гөлфиә Юнысова, Марсель Сәлимовҡа күп сәләм әйтерһегеҙ. Һәйбәт кешеләр! – тип эләктереп ала Рәйсә Сәрби. Уға бөгөнгө көндә Сыуашстан Яҙыусылар ойошмаһын етәкләгән Улькка Эльмен ҡушыла:
– Айгиз Ғиззәт улының мәшәҡәтле сағылыр инде, яҙыусыларҙың халыҡ-ара пленумы үтә бит һеҙҙә. Беҙ ҙә барырға йыйынабыҙ.
Нина Артемьева исемле өлкән йәштәге шағирә лә, эргәмә килеп, йәшлек йылдарын иҫкә төшөрөп алды:
– Үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн сығарылған баҫмала эшләп йөрөгән сағым. 1970 йылдың йәйендә сыуаш әҙәбиәте классигы Константин Ивановтың 80 йыллығы айҡанлы Башҡортостандың Бәләбәй районындағы Слаҡбаш ауылында уҙғарылған байрам сараларында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Башҡортостанда беҙҙе КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының идеология буйынса секретаре Таһир Ахунйәнов оҙатып йөрөгәйне...
– Өфөлә Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивалендә минең «Кәкүкле сәғәт» тигән әҫәрем буйынса спетакль ҡуйылғайны. Зал шығырым тулы булды. Аншлаг менән үтте! – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты танылған драматург Марина Карягина.
Уларға Мари-Эл Республикаһынан килгән билдәле яҙыусы Ипполит Лобанов ҡушыла:
– Флүр Ғәлимовҡа рәхмәттәремде еткерһәгеҙ ине. Ул бит минең ижадым тураһында күләмле мәҡәлә яҙып сыҡҡайны...
Иҫән-һау тыуған яғыма әйләнеп ҡайтҡас, ҡәләмдәштәремдең һәр береһенә лә мин ошо йылы сәләмдәрҙе еткерәсәкмен. Ә әлегә – алда Сыуаш Республикаһында бай тәьҫоратлы ике көн көтә.

 

Китапхана йыйҙы дуҫтарын

Чебоксары ҡалаһындағы «Йөрәк тауышы» регион-ара шиғриәт фестивале Сыуаш Республикаһының «Мәҙәниәтте һәм туризмды үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә Милли китапхана тарафынан республиканың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән ойошторолған. Киң ҡатлам китап уҡыусыларҙы йәлеп итеү, ижади бәйләнештәрҙе үҫтереү маҡсаты ҡуйылған был мәртәбәле сараға шулай уҡ Әҙәбиәт институты доценты, Мәскәү Яҙыусылар ойошмаһы сәркәтибе Виктор Куллэ, Мари-Элдың халыҡ яҙыусыһы Ипполит Лобанов, Мордовия Яҙыусылар союзы етәксеһе Татьяна Мокшанова, Татарстан шағирәһе Алина Хәбибуллина саҡырылғайны. Беҙ барыбыҙ ҙа туған телебеҙҙә сыуаш әҙәбиәте классигы Михаил Сеспелдең шиғырҙарын яңғыраттыҡ. Әйткәндәй, әҙиптең «Яңы көн бураҙнаһы» исемле шиғыры 55 телгә тәржемә ителгән. Был һәр йәһәттән камил поэтик әҫәрҙе мин башҡорт телендә билдәле шағир Сафуан Әлибай тәржемәһендә уҡып ишеттерҙем:

«Зәңгәрлеге таңдың – көмөш һабан,
Ҡояш-толпар уға егелгән. –
Был Яңы Көн шулай ҡырға сыға,
Алтын сәстән нурҙар һибелгән...

Яңы Көндөң ҡыҙған ал төрәне.
Ер аҡтарып, яңы эҙ һала.
Сыуаштың бар иҫке быуаттары
Кәҫ аҫтына күмелеп юғала...»

Форум уҙған көндө Китап йортоноң эсе ҡырмыҫҡа иләүендәй гөжләп торҙо. Китапхана буйлап экскурсия, төрлө тематик экспозициялар менән танышыу, ижади осрашыуҙар ойошторолдо. Күргәҙмәләрҙең беҙ бер нисәһен генә ҡарап өлгөрҙөк. Миңә бигерәк тә ҡул эштәре күргәҙмәһе оҡшаны. Сыуаш орнаменттары менән ҡайылып биҙәлгән быймалар, сумкалар, аҡ ерлеккә ҡыҙыл нағыш төшкән милли кейемдәр, һөлгө-таҫтамалдар, ҡурсаҡ-сувенирҙар күҙҙең яуын ала.
Артабан иғтибарҙы йәлеп иткән экспозиция Сыуашстандың халыҡ шағиры Геннадий Айгиның 90 йыллығы айҡанлы ойошторолған «Айги һәм...» тип аталған күргәҙмә булғандыр. Бында шулай уҡ күренекле шағирҙың яҡын дуҫы рәссам Владимир Яковлевтың Айгиның ғүмер миҙгелдәрен сағылдырған фотоһүрәттәре һәм картиналары ла урын алғайны.
Геннадий Айги – сыуаш әҙәбиәтен яңы кимәлгә сығарған, уны француз, немец, поляк, инглиз, македон һәм башҡа бик күп телдәрҙә яңғыратҡан шағир. Уның уникаль шиғриәте буйынса 52 фәнни хеҙмәт яҡланған.
Форум көндәрендә китапханала шулай уҡ Михаил Сеспелгә арналған нәфис-документаль күргәҙмә лә асылды.
Сараның Сыуаш теле көнө менән тап килеүе байрам программаһын тағы ла байытты. Ҡунаҡтар туған телгә арналған митингта ҡатнашты. Алдынғы ҡарашлы мәғрифәтсе, сыуаш алфавитын булдырған, Сембер ҡалаһында уҡытыусылар мәктәбен ойошторған Иван Яковлев, күренекле шағир Михаил Сеспелдең һәйкәлдәренә сәскәләр һалды.

 


Башҡорт-сыуаш дуҫлығы

Икенсе көндө беҙ Михаил Сеспелдең тыуған яҡтарына юлландыҡ. Билдәләнгән транспортҡа инеү менән: «Зөлфиә, әйҙә минең эргәмә ултыр, һөйләшеп барырбыҙ», – тигән яғымлы тауыш ишеттем. Сыуашстандың халыҡ шағиры Рәйсә Сәрби икән. Алдан урын хәстәрләп ҡуйған. «Төрки халыҡтары араһынан әллә ниңә башҡорттарҙы шул тиклем үҙ итәм, – тип һүҙ башланы Рәйсә Васильевна. – Бүлешәһе иҫтәлектәрем шул тиклем күп. Университетта уҡып йөрөгән сағым. Беҙ, студенттар, «Сильзюнат» исемле әҙәби берекмәлә ижад серҙәрен өйрәнәбеҙ. Бер заман Башҡортостандағы эш сәфәренән йәш ғалим Виталий Никитин ҡайтып төштө. «Егеттәр, ҡыҙҙар, Башҡортостан дәүләт университетында ла әҙәби берекмә бар икән. «Шоңҡар» тип атала. Һеҙгә, ижади йәштәргә, яҡындан аралашыу бик файҙалы буласаҡ. Мин һөйләшеп ҡайттым, улар һеҙҙе ҡунаҡҡа көтә», – ти. Беҙгә ни етә ҡалды. Проректорға инеп, алдағы сәфәр тураһында килештек тә, бер төркөм студенттар: Виталий Родионов, Антон Салмин, Юлия Селен һәм мин поезға билет алдыҡ.
Өфөгә төнгө икелә килеп төштөк. Ҡыш айы. Һыуыҡ. Һәм, беләһеңме, төн уртаһы тип тормай, шоңҡарсылар дәррәү беҙҙе ҡаршы алырға төшкән. Перронға килеп төшөү менән беҙҙе, яҡын туғандарылай ҡосаҡлап, ҡаршы алдылар. Төндә транспорт йөрөмәй бит инде. Ҡышҡы урам буйлап, шаяра-көлә ятаҡҡа табан атланыҡ. Һөйләшеп һүҙ бөтмәй. Оҙон кәүҙәле, матур йөҙлө, һөйкөмлө егет үҙен «Шоңҡар»ҙың старостаһы Аҫылғужа Баһуманов тип таныштырҙы. Киң эрудициялы икәне күренеп тора, белмәгәне юҡ. Күмәк кеше араһынан тағы берәүһе иғтибарымды йәлеп итә. Һомғол кәүҙәле, ҡыйғас ҡашлы башҡорт һылыуы Факиһа Нафиҡова икән. Артабан беҙ уны Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева булараҡ беләсәкбеҙ.
Вокзал менән дөйөм ятаҡ араһы алыҫ ҡына булһа ла, уны бик тиҙ үткән кеүек булдыҡ. Ә ятаҡта беҙҙе йәнә ихлас йөҙҙәр һәм йылы аш ҡаршы алды. Шундағы бишбармаҡтың тәме әле һаман тел осонда. Шул тиклем тәмле ине ул! Таңға тиклем һөйләшеп ултырғас, егеттәр егеттәр бүлмәһенә китте, ә Юлия менән беҙ ҡаршы алған ҡыҙҙар менән бер карауатта ятып йоҡланыҡ.
Икенсе көндө шоңҡарсылар беҙгә Өфөнө күрһәтте. Мәжит Ғафури һәйкәле иҫтә ҡалған. Иң ҡыҙығы: беҙҙе Матбуғат йортона алып киттеләр. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы ине, буғай. Беҙҙе шундай йәш, матур хеҙмәткәрҙәр ҡаршы алды. Үҙҙәрен Рәми Ғарипов һәм Әнисә Таһирова тип таныштырҙы. Шиғырҙарыбыҙҙы тыңлап, беҙҙең менән әҙәбиәт, әҙәби бәйләнештәр тураһында һөйләшеп ултырҙылар. Яҙған әйберҙәребеҙҙе һорап алдылар, башҡортсаға тәржемә итеп, фото менән журналда баҫтырып сығарасаҡтарын әйттеләр. Беҙгә, әле Сыуашстан матбуғатында ла ул тиклем күренеп өлгөрмәгән, йәш ижадсыларға Башҡортостанда шундай иғтибар бүлеүҙәрен иҫкә алһам, әле булһа күҙемә йәш тула. Улар бит күңелебеҙҙе үҫтереп, беҙгә ҡанат ҡуйып ҡайтарған!
Шулай уҡ Башҡорт дәүләт университетының 50 йыллығына арналған Президиум ултырышында ла ҡатнашыу бәхете тейҙе беҙгә. «Сильзюнат» әҙәби берекмәһенең старостаһы булараҡ, мин дә ул мәртәбәле сарала сығыш яһап, юғары уҡыу йортоноң уҡытыусыларын һәм студенттарҙы Сыуаш дәүләт университеты исеменән ҡотланым һәм үҙемдең шиғырымды уҡып ишеттерҙем.
Тағы кискеһен башҡорт йәштәре менән Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге майҙанда гармун-ҡурай моңдарына бейегәнебеҙ иҫтә ҡалған. Шоңҡарсылар бүләк иткән сувенирҙы, бал тултырылған мискә йөкмәгән ағас айыуҙы, мин әле булһа ҡәҙерләп һаҡлайым.
Башҡортостанға юлым төш­һә, ҡыуанып китәм. Өфөләге П.М.Миронов исемендәге сыуаш мәктәбендә лә, сыуаш әҙәбиәте классиктары Константин Иванов менән Яков Ухсайҙың тыуған ере Бәләбәй районы Слаҡбаш ауылына ла барғаным бар. Һеҙҙең туған телде пропагандалаусы уникаль «Йөрәк һүҙе» проектына ла почетлы ҡунаҡ итеп саҡырылғайным. Был сараның йөрәгемә тәьҫире шул тиклем ҙур булды. Шул уҡ төндә, ҡунаҡханаға ҡайтҡас, проект етәксеһе Наилә Сәфәрғоловаға арнап шиғыр яҙҙым. Ә инде иртәгеһен урындағы телевидениеға интервью бирергә барғанда уны эфирҙан уҡып ишеттерҙем. Ул шиғыр минең 2020 йылда донъя күргән «Һөйөү уты» («Свет любви») китабында баҫылып сыҡты. Был йыйынтыҡтағы Башҡортостанға арналған айырым бүлектә шулай уҡ Мостай Кәрим, Рауил Бикбай, Ҡәҙим Аралбай, Марат Кәримов, Марсель Сәлим, Аҫылғужа Баһуманов, Зәки Әлибаев, Әнисә Таһирова, Факиһа Туғыҙбаева, Гөлфиә Юнысоваға бағышланған шиғырҙар ҙа бар. Әйткәндәй, бына ошо китапты йәшлек дуҫым Гөлфиә Юнысоваға алып ҡайтып бирерһең әле, йәме?!»
Рәйсә Сәрби эргәһендә ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә. Арҙаҡлы шағирә эргәһенә яҡынларға ҡыймаһам да, мин уны элек-электән ситтән генә күҙәтә йөрөй инем. Матур, ғорур булыуы, әҙәби сараларҙа мотлаҡ милли кейемдә йөрөүе һоҡландыра ине! Әле бына эргәһендә ултырып барыуым – үҙе бер бәхет! Ә һөйләгән хәтирәләре һуң?! Шундай мауыҡтырғыс итеп бәйән итә: «Бер мәл Башҡортостанда Сыуаш әҙәбиәте көндәре уҙғарылды. Күмәк ҡәләмдәштәр килеп төштөк Өфөгә. Рәсми сараларҙан һуң беҙҙе Әбйәлил районындағы «Яҡтыкүл» шифаханаһына алып киттеләр. Кискеһен йыуа-а-ан бүрәнәләрҙе өйөп, шул тиклем ҙур усаҡ яндырҙылар. Уның уты Йыһанға олғашҡан кеүек ине! Шул усаҡ эргәһендә ике респуб­лика яҙыусылары күмәкләп бейейбеҙ бит, әй. Назар Нәжми ҙә бар унда, Порфирий Афанасьев, Рауил Бикбаев, Динис Бүләков, Юрий Семендер, Сафуан Әлибаев һәм башҡалар. Икеме-өсмө гармун унда, баян... Гөлфиә Юнысова менән икәүләп уҙышып бейейбеҙ. Икебеҙ ҙә оҙон ҡыҙыл юбкала, икебеҙ ҙә йәш һәм дәртле. Бер-беребеҙгә ал бирмәйбеҙ! Һуңынан: «Дуҫлыҡ еңде!» – тип, бер-беребеҙҙе ҡосаҡлап алдыҡ...»
Юлдашымдың яҡты иҫтәлектәрен тыңлап, күҙемде йәш ала. Рәйсә Васильевна һанап үткән шәхестәрҙең күбеһе юҡ инде...
Йәнә усаҡ алдында сәстәрен ялбыратып, ут сәсрәтеп бейегән һомғол буйлы ике матур шағирә күҙ алдына баҫа. Әле бар ғүмере алда уларҙың. Улар артабан да бер-береһенә ал бирмәй, күп-күп китаптар ижад итер, мәртәбәле исемдәргә эйә булыр, әммә икеһе лә бер ҡасан да бер-береһенә ҡарата ихласлығын, оло ихтирамын юғалтмаҫ, башҡорт-сыуаш дуҫлығына тоғро ҡалыр!..

 


Тағы бер ҡат Сеспель тураһында

Сыуаш әҙәбиәте классигы Михаил Сеспелдең (1899–1922) яҙмышы бер ни тиклем башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтыҡы менән ауаздаш. Яҡты донъяларҙа ни бары 22 йыл ғына йәшәп өлгөргән Сеспелдең тормош юлы ла, ижады ла айырым иғтибарға лайыҡ. Ул Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, 1917 йылда Тетюши ҡалаһындағы уҡытыусылар семинарияһына уҡырға инә. Мәскәүҙә агитатор һәм пропагандистар курсын тамамлай. 1918 йылда Сыуаш автономияһы өлкәһе төҙөлгәс, милли-территориаль автономияның баш прокуроры итеп тәғәйенләнә. «Коммунистар байлыҡ артынан ҡыуырға тейеш түгел», – тип ҡәтғи фекер йөрөткән йәш етәксе урындағы партноменклатураға конфискацияланған затлы фатирҙарҙы ҡулға төшөрөргә ирек бирмәй, шуға ла Михаил Сеспелгә яла яғып, уны ҡулға алалар. Төрмәнән сыҡҡас, мәғариф бүлегендә тәржемәсе булып эшләй. 1921 йылда һаулығын нығытыу маҡсатында Евпатория дауаханаһына юллана. Бәләкәйҙән оҫта рәссам да булған Сеспель, Киев художество мәктәбенә уҡырға инергә ниәтләй, әммә тиҙҙән Ҡыҙыл армия сафына алына. Бер аҙҙан һөйәк туберкулезы менән яфаланған һалдат комиссиялана. Тура һүҙле, юғары идеялы Михаил Сеспель яңы иҡтисади сәйәсәтте ҡабул итә алмай. Уны, граждандарҙың милек кимәленә ҡарап, төрлө ҡатламдарға бүленеүенә һәм капитализмдың тергеҙелеүенә килтерәсәк, тип иҫәпләй. Етәкселәрен ҡурҡмай тәнҡитләгән йәмәғәт эшмәкәрен дошмандары ағасҡа аҫып китә. Йәп-йәш, әммә танылыу яулап өлгөргән шағир ғүмере алыҫ Украина ерендә бына шулай фажиғәле өҙөлә.
Беҙ Канаш районының Шихазан ауылына килеп туҡтайбыҙ. Бында бәләкәй Михаил дүртенсе класҡа тиклем белем алған. 2001 йылда мин был мәктәпкә Башҡортостан яҙыусылары делегацияһы составында килгәйнем. Октябрь айы ине. Әҙәбиәт кабинетында уҡытыусының шәлгә төрөнөп, быйма кейеп ултырғаны иҫтә ҡалған. Мәктәпкә йылы бирелеп өлгөрмәгән булғандыр, таш бинала, ысынлап та, һыуыҡ ине. Был юлы беҙҙе реконструкцияланған яҡты, матур, йылы бина ҡаршы алды. Мәҙәни мираҫ объектын реставрациялауға федераль, республика һәм урындағы бюджеттан 18 миллион аҡса бүленгән.
Республикала бөйөк шәхестең исемен күтәреү буйынса күп эшләнә. 1996 йылда, мәҫәлән, Михаил Сеспель исемендәге хәйриә фонды булдырылған. Уны Сыуашстандың халыҡ шағиры Валерий Турғай етәкләй. Фонд тарафынан бик күп саралар уҙғарыла. Уларҙың береһе – уҡыусы балалар өсөн ойошторолған «Сеспель усаҡтары» («Костры Сеспеля» рес­публика слеты) тураһында «Хыпар» нәшриәт йорто директоры Дмитрий Моисеев түбәндәгеләрҙе һөйләне: «Мәктәп йылдарында был фестивалдә бер нисә тапҡыр ҡатнашыу бәхете тейҙе. Тәбиғәт ҡосағында уҡыусылар менән осрашыуға һәр саҡ төрлө-төрлө яҙыусылар, шағирҙар килә ине. Улар хәтерҙә мәңгегә ҡала. Яҙыусылар менән хәҙер ҙә күп тапҡырҙар күрешергә, аралашырға тура килә, әммә тәүге тәьҫорат бер ҡасан да онотолмай. Бындай осрашыуҙар бик кәрәк, бик мөһим! Улар уҡыусыларҙы илһамландыра. Ошондай сараларҙан ҡайтҡас, мин үҙем дә дәртләнеп китеп нимәлер ижад итә торғайным: шиғыр яҙып ҡарайһыңмы унда, хикәйә яҙырға тотонаһыңмы – нисек кенә булмаһын, үҙең дә һиҙмәҫтән ижади процесҡа йәлеп ителәһең».
Бөгөнгө саранан да уҡыусы балалар ситтә ҡалманы. Яҙыусы һәм журналист Ольга Турғай «Минең Сеспелем» («Мой Сеспель») – сыуаш әҙәбиәте классигының шиғырҙарын тасуири һөйләү конкурсына йомғаҡ яһап, еңеүселәргә Михаил Сеспель исемендәге хәйриә фондының Маҡтау ҡағыҙҙарын һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы.
Әйтергә кәрәк, фонд китап сығарыу эшенә лә иғтибар бүлә һәм был юҫыҡта үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, башҡа республикалар менән дә ижади бәйләнештәрҙе нығыта. Фонд нәшер иткән Мостай Кәрим, Муса Йәлил, Ринат Харис һ.б. яҙыусыларҙың китаптары ошо хаҡта һөйләй.
Артабан бөйөк шағирҙың тыуған ауылына киләбеҙ. Элек Казаккасы тип атап йөрөтөлгән ауыл хәҙер Сеспель атамаһы менән йөрөй. Шағирҙың тыуған йорто нигеҙендә иҫтәлекле стела ҡуйылған. Ҡаршыла – шулай уҡ Сеспель исемен йөрөткән ҙур парк. «Яҙ етһә, ул ап-аҡ сәскәләргә күмелеп, тирә-яҡҡа хуш еҫ тарата, ә көҙгөһөн бар халыҡты баллы алмалары менән ҡыуандыра», – ти урындағы етәкселәр.
Михаил Сеспель музейына юлланабыҙ. Ул 1960 йылда тәүҙә мәктәп бинаһында ойошторола. 1979 йылда бай экспонатлы музей өсөн айырым йорт һалына. 2001 йылдан алып ул Сыуашстан милли музейының филиалы булып иҫәпләнә.
Бында сыуаш халҡының революцияға тиклемге тормош-көнкүрешен сағылдырған экспонаттар, Михаил Сеспелгә бәйле күргәҙмә материалдар менән танышабыҙ. Әҙиптең ғүмерлек саф мөхәббәте А.А.Червяковаға яҙған хаттары айырыуса тулҡынландыра: «Һөйөклөм минең, йондоҙом...» – тип өҙөлөп өндәшә шағир. Экспонаттар араһында Сеспелгә туған те­йешле рәссамдың 2016 йылда яҙылған «Шишмәле пейзаж» картинаһы иғтибарымды йәлеп итә. Картинанан бигерәк художниктың исем-шәрифе албырғата – Евгений Башкиров...
Тағы бер стендта Михаил Сеспель исемендәге Сыуашстан комсомолы премияһы лауреаттарының фоторәсемдәре урын алған. Ә унан йәп-йәш Петр Хузангай, Порфирий Афанасьев, Юрий Семендер, Рәйсә Сәрби, Светлана Азамат, Владимир Турғай йылмая.
Михаил Сеспелдең 125 йыллығына арналған сараларҙың береһендә сыуаш яҙыусыһы Улькка Эльмен сит республикаларҙан килгән ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итеп, былай тигәйне: «Беҙҙең йыр-моңдарыбыҙ ҙа төрлө-төрлө, милли кейемдәребеҙ ҙә төрлө-төрлө, әммә беҙҙең барыбыҙҙы ла әҙәбиәт берләштерә. Бына һеҙ кисә лә, бөгөн дә Михаил Сеспелдең шиғырҙарын яңғыраттығыҙ. Һеҙ уларҙы үҙегеҙҙең туған телдәрегеҙҙә уҡыһағыҙ ҙа ритмика, интонация буйынса ҡайһы шиғырҙы уҡығанығыҙҙы төҫмөрләп була. Тимәк, әҙәбиәт өсөн сиктәр юҡ. Беҙ бөтәбеҙ бергә Рәсәй әҙәбиәтен хасил итәбеҙ. Михаил Сеспель туған телебеҙҙең юғалмаҫына, мәңге йәшәренә ныҡ ышанған. Халҡыбыҙ бар икән, тел дә йәшәйәсәк. Беҙ ҙә быға ышанабыҙ. Беҙ тере икән, телебеҙ ҙә имен булыр: һуңғы сыуашҡа, һуңғы мариға, һуңғы башҡортҡа ҡәҙәр.
Михаил Сеспель ижадсылар өсөн – асыҡ дәреслек кеүек. Уның әҫәрҙәрен уҡыған һайын үҙең өсөн ниндәйҙер яңылыҡ асаһың. Ул бит шағир ғына түгел, ул рәссам да, йәмәғәт эшмәкәре лә, сәйәсмән дә. Ул үҙ ғүмеренә ҡарағанда халҡы яҙмышын нығыраҡ ҡайғыртҡан. Әҙәбиәт донъяһына ул инде шәхес булараҡ килеп инә, күп ауырлыҡ кисергән, күп һынауҙар аша үткән шәхес булараҡ. Уңың күңел һыҙланыуҙары һәр шиғырында асыҡ күҙәтелә. Михаил Сеспелдең тағы бер һәләтен билдәләп китер инем: ул алдан күрә белгән. Сыуаш халҡының ҡасан да бер уянырын, башҡа халыҡтар менән бер рәттән бәхетле йәшәрен тойған. Бөгөн бына ошо күҙаллауҙарҙың тормошҡа ашҡанын күрәбеҙ. Эйе, беҙҙә туған телдәрҙе өйрәнеү өлкәһендә ҡыйынлыҡтар бар. Райондарға осрашыуҙарға сыҡҡанда халыҡ алдында башлыса рус телендә сығыш яһарға тура килә. Ата-әсәләр, шул иҫәптән мин үҙем дә, балаларыбыҙҙы рус кластарында уҡытабыҙ, өйҙә күбеһенсә русса аралашабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туған телде уҡытыу-уҡытмау мәсьәләһен хәл итеүҙе лә ни бары мәктәп директоры кимәленә ҡалдырҙылар. Йөрәк әрней, әлбиттә. Әммә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа сыуаш телен һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә бик күп эштәр башҡарылды. Бына китапханасыларҙы ғына алайыҡ. Бәләкәй генә эш хаҡына эшләйҙәр, ә күпме файҙалы саралар уҙғаралар. Беҙ, яҙыусылар, улар менән берлектә, ҡулға-ҡул тотоношоп эшләйбеҙ. Улар бер ваҡытта ла: «Беҙгә аҙ түләйҙәр!» – тип тә зарланмай, ваҡыттары менән дә иҫәпләшмәй. Ә туған тел уҡытыусылары һуң?! Ниндәй генә саралар, ниндәй генә конкурстар үткәрмәй педагогтар! Хәлемдән килһә, мин уларҙың һәр береһенә юғары награда бирер инем!»
Михаил Сеспелдең минең тәр­жемәлә башҡорт телендә яңғыра­ған шиғыры ла Улькка Эльмендең әйткәндәренә шул тиклем ауаздаш ине. Ни ғәжәп, күре­некле сыуаш классигының 100 йыл элек әйткән һүҙҙәре бөгөн дә сәпкә тейә, бөгөн дә шул тиклем актуаль. Хәйер, ысын шиғриәт шулай булырға тейештер ҙә...


Михаил Сеспель

Әгәр үлһәм...


Китһәм, убаға ерләгеҙ,
Баш осомда
Үҫһен өйәңке.
Тыуған яҡты минең кеүек
Һөйөр тағы кем!?
Ҡәберҙән ҡарап ятырмын
Һиңә, Шупашкар:
Нисек йәшәй икән, тиеп,
Ғәзиз сыуаштар?
Мин ятырмын ерҙә, әммә
Тиҙ үтер ваҡыт –
Сыуаш телендә һаман да
Һөйләшер халыҡ.
Нишләп шулай булмаһын, ти –
Телем яғымлы,
Гөл-сәскәгә төрөр шул тел
Тыуған яғымды.
Яңы йырҙар тыуыр ерҙә,
Яңы шиғырҙар.
Тыуыр аҡыл эйәләре,
Данлы шағирҙар.
Барыһы ла хеҙмәт һалыр,
Телем үҫһен, тип
(Кем әйтергә баҙнат итер
Уны меҫкене тип?!).
Баш осомда йырлар улар
Яңы йырҙарҙы,
Данлар улар Сыуаш илен,
Ялан-ҡырҙарҙы.
Янып-көйгән шағирҙарҙың
«Илкәйем!» – тиеп,
Ҡайһыһы һөйөклө икән,
Ҡайһыһы бөйөк –
Ул өр-яңы исемдәрҙе
Белер һандуғас,
Миңә хәбәр итеп торор
Һәр көн таң тыуғас.
Өйәңкегә ҡунып ул да
Телемде данлар,
Гөл-сәскәгә күмелерҙәр
Болондар-ҡырҙар.
Әгәр тыуған киңлектәрҙән
Юғалһа был тел,
Баш осомда өйәңке лә
Һис кәрәк түгел!
Килер быуын туған телде
Ебәрһә һатып,
Ул сағында ҡәбереңдең
Булмауы артыҡ!

Зөлфиә Ханнанова тәржемәһе.

«Әҙәбиәт өсөн  сиктәр юҡ!..»
«Әҙәбиәт өсөн  сиктәр юҡ!..»
«Әҙәбиәт өсөн  сиктәр юҡ!..»
«Әҙәбиәт өсөн  сиктәр юҡ!..»
«Әҙәбиәт өсөн  сиктәр юҡ!..»
«Әҙәбиәт өсөн сиктәр юҡ!..»
Автор:Зөлфиә Ханнанова, «Ватандаш»
Читайте нас: