Все новости

ТАРИХ ҺӘМ БӨГӨН МЕНӘН ИРТӘГӘ

Ошо арала Ғәлим Хисамовҡа 75 йәш тула. Республикабыҙҙа күптәр уны күренекле яҙыусы булараҡ белә. Тик был исем уның тормошоноң бер яғын ғына билдәләй. Йәш сағында ул, мәктәптә балаларҙы физика һәм математиканан уҡытып, хеҙмәт юлын башлай. Шунан – завод эшсеһе. Торараҡ журналистикаға күсә һәм оҙаҡ йылдар матбуғатҡа хеҙмәт итә. Күп йылдар «Совет Башҡортостаны» – «Башҡортостан» – гәзитендә хәбәрсе, мөхәррир, партия өлкә комитеты аппаратында матбуғат эше, «Ағиҙел» журналында мөхәррир урынбаҫары, Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министры була, пенсияға сыҡҡансы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай секретариатында эшләй. Йәғни күпте күргән, күпте белә.Тормош тәжрибәһе, күп уҡыу, йөҙәрләгән кеше менән күҙмә-күҙ аралашыу һәм бала саҡтан килгән ынтылыш – үҙе белгәнде әҙәби саралар аша бүтәндәргә еткереү теләге уны беҙҙең әҙәбиәттең аҡһаҡалы дәрәжәһенә еткерҙе. Уның ниндәй генә әҫәрен алма: хикәйәме, повесмы, романмы – барыһында ла тарих ярылып ята. Йыш ҡына яҙыусы ике дәүер арауығында йәшәй: уй-фекере менән бынан йөҙәр-меңәр йылдар элек булған ваҡиғалар эсендә ҡайнай, ә йәне һәм тәне бөгөнгө тормошта көн күрә. Ошо һаләтте тойоу, әлбиттә, һәр кемгә лә бирелмәй. Билдәле әҙип Ғәлим Хисамовтың бөгөнгө һәм киләсәк заман тураһын­дағы фекерҙәрен журнал уҡыусылар хөкөмөнә сығарабыҙ.

ТАРИХ ҺӘМ БӨГӨН МЕНӘН ИРТӘГӘ
ТАРИХ ҺӘМ БӨГӨН МЕНӘН ИРТӘГӘ

Кешенең тәбиғәте

Күп быуаттар элек булып үткән хәл-ваҡиғалар бөгөнгө тормошта, йә киләсәккеһендә сағыла, тип әйтһәм, әллә ниндәй асыш яһамаҫмын, был турала «Ҡөрьән Кәрим»дә лә әйтелә, бөйөк Әбүғәлисина ла шулай ти, Әхмәтзәки Вәлиди ҙә «Хәтирәләр»ендә яҙа. Йәғни, уҙғандарһыҙ бөгөнгө булмай, ә бөгөнгө иһә киләсәктә күренәсәк. Әлбиттә, элеккенең хәҙергелә сағылышы көҙгөләге кеүек түгел. Ваҡиғалар ҙа башҡа, кешеләр ҙә бүтән, ер-һыу ҙа тура килмәй. Әммә хәл-күренештәр һәм уларҙың йөкмәткеһе оҡшаш. Әйтәйек, 1740 йылдар тирәһендәге баш күтәреүҙәр 1773–1775 йылдарҙағы Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышына ныҡ оҡшаған. Ун алтынсы быуаттан башлап егерменсе быуаттың 22-се йылына тиклем башҡорттар йәшәгән ерҙә 92 тапҡыр ҡораллы күтәрелеш була һәм уларҙың йөкмәткеһе бер: тыныслыҡ һәм үҙаллылыҡ талап итеү. Йәғни дүрт быуат буйына барған ваҡиғалар бер-береһенә оҡшаған. Ҡапма-ҡаршы тороусылар ҙа бит бер үк: халыҡ һәм власть. Халыҡтың мәнфәғәтен уйларға һәм уны көйләргә тейеш власть әһелдәре ана шул ике талапты үтәргә мөмкин инеме? Әлбиттә. Ул сағында дүрт быуат дәүерендә йөҙәр мең ҡорбан һалынмаҫ һәм миллионлаған һумға торош байлыҡ селпәрәмә килмәҫ, ә халыҡтың мәнфәғәтен күҙәтеүгә һалыныр ине. Быныһы – фараз. Тик тормошҡа ашмаҫ фараз. Ни өсөнмө? Сөнки кеше үҙе шулай ҡоролған. Ике кеше бар икән, береһе, һис шикһеҙ, икенсеһенән өҫтөн буласаҡ. Улар ике ир, йә ике ҡатын, йә береһе ир, икенсеһе ҡатын булған сүрәттә лә. Кешенең тыумыштан бирелгән тәбиғәте шулай. Был тәбиғәт меңәр йыл буйы килә һәм киләсәктә лә үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ. Бәлки, үҙгәрер ҙә ине, тик үҙгәртеүсеһе юҡ. Кешене барлыҡҡа килтереүсе көс кенә уны үҙгәртә ала. Нимә йә кем һуң был көс? Берәү ҙә белмәй. Тимәк, үҙгәртеүсе булмаясаҡ. Ошо фекер минең бөтөн әҫәремдә лә бар. Әлбиттә, уны мин әлеге кеүек туранан-тура ярып әйтмәнем. Уларҙа фекер ҡыялатып, йәғни әҙәби әҫәр ҡанундарына буйһондороп, әйтелә. Мәҫәлән, «Аҫаба» романында бөйөк Сыңғыҙ хан мәрхүм булғас, улы уны ерләү сараларын күрә. Бының өсөн бер иштән дүрт табут әҙерләй. Береһенә атаһының мәйетен һала, ҡалған өсәүһенә таш тултыра һәм ҡапҡастарын яба. Шунан үҙе бүлмәнән сыға һәм табуттарҙы урындарын бутап урынлаштырырға ҡуша. Хәҙер инде Сыңғыҙ хандың мәйете ҡайһыһында ятҡанын берәү ҙә белмәй. Дүрт табутты ерҙең дүрт тарафына күмәләр, ҡәбер өҫтөн тигеҙләйҙәр, уның ошондамы-юҡмы икәнлеген дә белерлек булмай. Ошонан һуң Сыңғыҙҙың улы Угедай ерләүҙә ҡатнашҡан бөтөн кешене лә үлтертә...
Ни өсөн? Тәбиғи һорау. Уға яуап та кеше тәбиғәтенән сығып бирелә. Угедай дүрт ҡәберҙең береһен дә кешеләр ҡайҙа икәнен белмәһен өсөн эшләтә. Сыңғыҙҙың ҡайҙа күмелгәнен белһәләр, ҡасан да булһа берәү уны ҡаҙҙыртып алып, сереп бөткән мәйеттән булһа ла үс аласағын Угедай яҡшы белә. Бөйөк хандың дуҫтары күп булған кеүек, дошмандары ла бихисап бит. Шуларҙың араһынан кемдер булһа ла үс аласаҡ. Ә ҡәберҙең урыны билдәһеҙ булһа, уны таба алмаясаҡтар. Ысынлап та, Сыңғыҙҙың ҡәберен эҙләүселәр күп булған, әммә ошо көнгәсә таба алғандары юҡ.
Кешенең тәбиғәтенә бәйле ошондай ваҡиғалар байтаҡ минең ижадта, уларҙың күбеһе тарихи факттарға таянып яҙылған. Ни өсөн тарихҡа мөрәжәғәт итәһең, тиһегеҙме? Яуап ике төрлө сәбәпкә таяна. Беренсеһе, кешенең тәбиғәте үҙгәрешһеҙ ҡала. Шуға уны ҡайһы дәүергә бәйләп яҙһаң да, дөрөҫ була. Икенсенән, беҙҙең халыҡтың үткәнендә шул тиклем оло, әһәмиәтле ваҡиғалар һәм батырҙар күп, уларҙы үҙең генә белеү аҙ, бүтән кешеләргә еткерергә кәрәк. Ана шул маҡсаттан сығып, мин үҙебеҙҙең халыҡтың дүрт-биш мең йыллап әүәл ғүмеренән башлап хәҙерге көнгә тик­лем булған иң әһәмиәтле ваҡиғаларын һүрәтләргә тырышам. Үҙең белгәнде ал да һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер, тигән һымаҡ.


Аҫаба

Аллаһҡа шөкөр, Хоҙай миңә байтаҡ ғүмер бирҙе. Шуның менән ҡуша ул миңә кешенең тәбиғәтенә хас тағы бер нисә һыҙатты ла мул һалды. Шуларҙың береһе – тырышлыҡ. Кеше тәбиғәтендә тырышлыҡ (егәрлелек) менән ялҡаулыҡ йәнәш килә. Тырыш булмаһаң, ялҡау булаһың. Ялҡаулыҡ рәхәт. Ғүмер буйы йоҡлайһың һәм ашайһың-эсәһең дә ял итәһең. Әлбиттә, ашап-эсеүҙе кемдер хәстәрләгән булһа. Сөнки ялҡау быныһын да эшләмәй бит.
Атай миңә туҡтауһыҙ эш ҡушты. Туҡтауһыҙ тигәс тә, бер эш өҫтөнә икенсеһен түгел, береһен бөтөрөп, саҡ ҡына ял итеп алғас, икенсеһен... Миңә ете йәш тирәһендә саҡта атай ныҡ ҡазаланды. Бик ҡатмарлы операцияларҙан һуң һыңар күҙле булып ҡалды, биле бик йыш һыҙлар ине. Шуға ауыр эшкә яраманы, пенсия алды. Әммә хәлем үҙемә саҡ, тип тороп булмай, ғаиләне ҡарарға кәрәк. Атай беҙҙең яҡтың боронғо һөнәренә – ағас күмере етештереүгә тотондо. Күмер былай эшләнә: урмандан ҡоро ағасты йыяһың, утын ағасы оҙонлоҡта итеп бысып турайһың. Ағас йы­уан булһа, икегә, дүрткә яраһың. Шунан ағасты ҙур күбә рәүешенә индереп өйәһең. Быныһы булғас, күбәне һалам менән ҡаплайһың һәм өҫтөн ҡул яҫылығындай самаһы тупраҡ менән ҡаплайһың. Күбәнең төбөндә дүрт-биш урында төтөн сығырҙай тишек ҡалдыраһың. Һуңынан күбәгә эстән үрт һалаһың. Өс-дүрт көн ошо рәүешле быҫҡып ҡына яна күбә. Төтөнө кәмегәс, тыштан һауа индергән тишектәрҙе ҡаплайһың һәм тәүлек самаһы күбә баҫыла. Артабан күбәне ҡаплаған тупраҡты әрсеп алаһың да янып бөткән утынды таратып ташлайһың. Һүнеп бөтмәгән утты, һыу һибеп, һүндерәһең. Тағы ла берәр төн буйы ағас күмере һыуына. Шунан инде йүкә ағасы ҡайырынан һуғылған ҡаптарға тултыраһың. Бына күмер тигән тауар әҙер. Хәҙер уны ат арбаһына тейәйһең дә, – юлға. Ағасһыҙ, урманһыҙ яҡтағы ауылдарға алып барып һатаһың. Дөрөҫөрәге, ашлыҡҡа алмаштыраһың. Беҙҙең яҡта ағас күп, ялан юҡ. Шуға иген аҙ. Ә тегендә иген күп, тик самауыр ҡайнатырлыҡ та күмер юҡ.
Атай менән икәүләп өс-дүрт көн сәфәр йөрөп, арбаға ашлыҡ тейәп ҡайтабыҙ. Аллаһ теләгәс, үҙебеҙҙең тамаҡ та туҡ, кеше араһында икмәк хәйерселәп йөрө­мәйбеҙ, ҡош-ҡорт аҫырарлыҡ ем дә бар. Ҡәнәғәтбеҙ. Ә теге саҡта... Арҡыры бысҡы менән утын тумырып, күмер саңында негр һымаҡ ҡап-ҡара булып йөрөгән саҡта, бигерәк тә эргәләге йылғала малайҙар сыр-сыу килеп һыу ингәндә, мин башты ла күтәрмәй эшләгән саҡта, нисек ине һуң? Минең тиҫтерҙәр һыу инә, яр буйында ҡыҙына, ә мин... Атайҙың яратып ҡабатлаған бер әйтеме бар ине: эшләгәнең миңә булһа, өйрәнгәнең – үҙеңә. Һуңынан миңә ағас күмере үртәү эше кәрәкмәне. Әммә атай эшкә өйрәтте. Ҡул ҡаушырып, тик тороу тигән нәмәне ене һөймәне. Бала саҡтан шул ғәҙәтте миңә һалды һәм мин дә туҡтауһыҙ эшкә өйрәндем. Пенсияға сыҡҡансы, вазифа ҡушҡан көндәлек эш. Уны башҡарып бөтөп, тамаҡ ялғап алғас, яҙыу эше... Быныһы тик төн һәм ял, байрам көндәрендә башҡарыла. Йыллыҡ ялға киткән саҡта үҙемә йөкләмә ала торғайным: Ғәлим был юлы романды тамамлап, повесты яртылашлап ҡайтаһың. Өлгәшә инем шуға, ҡайһы берҙә арттырып та ебәрә инем. Рәшит Солтангәрәевтең көләмәсе юҡтан бар булмаған бит. Имеш, Ноғман Мусин, Динис Бүләков, Ғәлим Хисамов һөйләшә: кем романды ҡайһы ваҡытта яҙа. Ноғман Мусин: «Миңә ярты йыл кәрәк», – ти. Динис Бүләков: «Мин өс айҙа яҙам», – ти. Ғәлим Хисамов, имеш: «Мин яҙҙым инде!» – ти. Был көләмәстә ниндәйҙер дәрәжәлә дөрөҫлөк бар. Шуға йәш быуын яҙыусыларға әйтәм: үҙегеҙгә үҙегеҙ йөкләмә алығыҙ һәм бер нимәгә ҡарамайынса, шуға өлгәшегеҙ. Күберәк яҙған һайын, оҫтараһығыҙ, халҡығыҙға әйтә торған һүҙегеҙҙе еткерәһегеҙ, бүтәндәрҙе үҙегеҙҙең белемегеҙ менән байытаһығыҙ. Был – халыҡҡа хеҙмәт итеүҙең иң юғары нөктәһе. Халыҡҡа һеҙ ҙә хеҙмәт итмәһәгеҙ, ул кемгә кәрәк! Бөйөк Мәсем хан, Аҡмулла, Салауат батыр, Кинйә Арыҫлан, Әхмәтзәки Вәлиди, Таһир Күсимов, Миңлеғәле Шайморатов, Миҙхәт Шакиров, Мортаза Рәхимов, Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбай, Ноғман Мусин, Мостай Кәрим – бөтөнөһө лә беҙгә шул аҡылды һеңдерергә тырыша: халҡыңдың иң аҫыл улы йә ҡыҙы һин булмаһаң, кем була? Аҡылыңды, белемеңде, көсөңдө һәм тағы ла ниндәй һәләттәрең бар, – барыһын да бер йоҙроҡҡа төйнә лә, илеңә һәм халҡыңа хеҙмәт ит! Ҡалғаны юҡҡа сыға, ҡалғанына ымһынма.
Ер йөҙөндә биш йөҙҙән, Рәсәйҙә – йөҙҙән күберәк халыҡ (милләт) вәкилдәре йәшәй, тиҙәр. Аныҡ ҡынаһын белмәйем. Башҡорттар Рәсәйҙә һан яғынан өсөнсө урында икәнен беләм. Шәпме был, юҡмы? Урын рәтен самалаһаң, әлбиттә, хөрт түгел. Тик... Социалистик революциянан һуң бер сығышында И.Сталин, башҡорттар 1913 йылда ике миллиондан күберәк булған, ти. Бөгөн ер йөҙөндә уларҙың һаны ике миллион тирәһе. ХХ быуат башында башҡорттар тик Рәсәйҙә йәшәгән, хәҙер Ер шарының бөтөн ҡитғаһына таралған. Америка Ҡушма Штаттары ҡалаларындағы урам һәм тыҡрыҡтарҙың алтауһы «Башҡорт» исемен йөрөтә. Европаны һөйләп тә тормайбыҙ. Әммә ни эшләп йөҙ йыл буйына уның һаны үҙгәрешһеҙ ҡала һуң?
Төп бәлә – халыҡтың туған телен билдәләй белмәүҙә. БАШҠОРТ исеме өс өлөштән тора һәм ул түбәндәгесә: БАШ, әлбиттә, төп, иң мөһим мәғәнәһен бирә. ҠОР ҡораллы кешене белдерә. Т күплек билдәһе. Йәғни БАШҠОРТ – ҡораллы күп кеше, төп көс. Бөгөнгөсә әйтһәң, ғәскәрҙең гвардия өлөшө. ҠОРТ булһа, ғәскәр генә була. Башҡорт ғәскәренең барлыҡҡа килеүе тураһында мин «Аһура Мазда» романында яҙғайным. Башҡорт исеме бынан биш меңләп йыл әүәл Сәсән хандарҙың төп ғәскәрен билдәләүсе атама булараҡ барлыҡҡа килгән, тип яҙҙым. Шуға БАШҠОРТ һүҙе ырыуҙы ла, түбәне лә, араны ла белдермәй, ә ханлыҡта, ырыуҙа, ҡәбиләлә булырға тейеш ғәскәрҙең атамаһы. Шулай булыуҙы раҫлаған бер мөһим дәлил бар. Кем һин, тигән һорауға, башҡорт, тип яуаплаһаң, төркиҙәр генә түгел, бүтәндәр ҙә: «О! Ғәскәри кеше», – ти. Был күренеш бик борондан килә һәм ул башҡорттоң асылын билдәләй. Әле булһа башҡорттарҙың яугирлыҡҡа ынтылып тороуы уның ҡанынан килгәнде раҫлай. Шуға күрә БАШҠОРТ тигәндән ниндәйҙер ырыу, ҡәбилә исемен эҙләргә кәрәкмәй. Башҡорт һүҙе бөтөн ырыуға ла, ҡәбиләгә лә тап килә. Ырыуҙар, ҡәбиләләр үҙҙәре башҡорттоң ҡосағына ингән.
Башҡорт халҡы бөгөн 49 ырыуҙан торған. Гел генә шулай булмаған, әлбиттә. Минең «Аҫаба» тигән роман Сыңғыҙ хандың башҡорт ханы Мәсем менән осрашыуынан башлана:
«Сыңғыҙ ҡәҙимгесә ҡабаланмай ғына ҡоймаҡлап сәй эсте, ауыҙ-моронон еүеш таҫтамал менән һөрттө. Уңарсы тышҡы ишек ҡыҫылып ҡына асылды.
– Ханыбыҙ, – тине тауыш. – Мәсем хан килде. Башҡорттан.
– Инһен.
Ишек киң асылып китте лә бер ир эскә ике аҙым яһаны һәм тубыҡланып, башын ергә терәне.
– Кем һин? – тине хан. – Башҡортмо, Мәсемме?
Инеүсе башын күтәрҙе, баш кейеменең бер осо битен ҡапланы, шуға йылмауы ситтән күренмәне. Әммә Сыңғыҙ быны тегенең тын алышынан тойҙо.
– Нимәгә көләһең? Берәр көлкө әйттемме әллә?
– Юҡ, ханым. Тик һин әйткән башҡорт минең халҡымдың исеме, ә Мәсем – минең исемем, шуға йылмаям.
– Ә башыңда тиренән бүрек, бынау эҫелә бүрек кеймәһәң булмаймы? Баҫ әле, баҫ. Һинең кейемең дә ҡыҙыҡ ҡына икән. Йәй тип тормай аяғыңа итек, буйлы ыштан, тимер күлдәк тышынан сепрәктән дә кейгәнһең. Йөрөүе ауыр түгелме? – Хан ҡаршыһындағы кешене ҡабат-ҡабат күҙләне.
– Хәрби кеше бит беҙ, ханым. Шуға хәрбиҙәрсә кейенәбеҙ. Баштағы тире бүрек аҫҡа тиклем һәленеп муйынды ҡаплай. Ҡылыс сапҡанда ла тирене тиҙ генә ҡырҡа алмай. Шуға баш һаҡлана. Беҙҙең яҡта ер ҡуйынында тимер күп. Шуны сығарабыҙ ҙа күлмәк яһайбыҙ. Тимер күлмәкте беҙҙең ғәскәрҙә бөтәбеҙ ҙә кейәбеҙ. Ҡылыстан да, һөңгөнән дә, уҡтан да һаҡлай ул. Ауырыраҡ инде, ҡалайтаһың, уның ҡарауы тән иҫән ҡала. Салбарға килгәндә, беҙҙең башҡорттоң бер билгеһе ул, ханым, тик башҡорт ҡына уны кейә. Ҡыҙыллы, зәңгәрле киндерҙән туҡыла ул. Аяҡтағы итек тә тиренән. Һыбай йөрөгәндә бик уңайлы. Беҙҙә кейек күп бит. Шуның тиреһенән тегәбеҙ.
Хан тел шартлатты.
– Кейемеңде һөйләнең. Хәҙер әйт, ни эшләп миңә ханым тиһең? Мин һиңә шундай ярлыҡ бирҙемме ни?
– Юҡ, ханым, ярлығым юҡ. Тик һинең был атты айырым кешеләргә биргәнеңде беләм. Мин үҙемде ошо йәһәттән бар талапҡа ла тура киләм, тип уйлайым. Шуға һинең ярлығыңды өйрәнә торайым, тип әйтәм.
– Ай-һай, бигерәк үҙеңде әллә кемгә һанайһың түгелме?
– Баш өҫтө, тәҡсир. Һин үҙең миңә һис һүҙһеҙ итәғәт иткәндәргә генә хан булам, тип әйткәнһең бит.
– Эйе, әйттем.
– Мин һиңә бар ғәмәлдә лә итәғәт итергә килдем. Мин генә түгел, бөтөн башҡорт та шулай.
– Хуш.
– Һин үҙең ерең, һыуың, тауҙарың һәм урманың Сыңғыҙ ханлығының бер өлөшө тип һанағандарға ғына хан булам, тип белдергәнһең бит.
– Эйе, әйттем.
– Беҙҙең башҡорт үҙенең бөтөн ер-һыуы менән һинең ханлығыңа инергә йыйынды.
– Ярар, ти.
– Мине үҙ ханы тиеүселәр көн итмештең теләһә ниндәй мәлендә лә: яу ваҡытында ла, һил тормошта ла минең һәр һүҙемә итәғәт итергә бурыслы, тигәнһең. Беҙҙең башҡорт донъяһында һәммәһе лә: ҡарты ла, йәше лә бер ваҡытта ла һинең һүҙеңдән сыҡмаясаҡ. Был турала улар Ҡөрьән тотоп ант итте.
Мәсем үҙ хаҡлығын раҫлап әйткән һайын тәүҙә ҡаты күренгән хандың йөҙө яйлап яҙыла барҙы.
– Һин тағы ла миңә итәғәт иткән ил Сыңғыҙ ханлығының хәжәттәре өсөн тин* йыйып бирергә бурыслы, тигәнһең. Беҙҙең башҡорт бының менән ризалашыу ғына түгел, тиндең бер өлөшөн йыйып биреп тә ебәрҙе.
Был юлы Сыңғыҙҙың ауыҙы йырылып китте.
– Һин ҡуйған бөтөн талапҡа ла тап киләбеҙ, тип уйланыҡ та, һине үҙебеҙҙең һөйөклө ханыбыҙ итәйек, тип ҡашыңа килдек».
Ошо рәүешле башҡорттар менән Сыңғыҙ хан дәүләте араһында килешеү төҙөлә. Ханлыҡ башҡорттарҙың ерен баҫҡынсыларҙан һаҡларға, уларҙың тормошона ҡыҫылмаҫҡа йөкләмә ала, башҡорттар хандың күрһәтмәләрен теүәл үтәргә, кәрәк саҡта хан ғәскәре рәтендә яуға барырға, хан ҡаҙнаһына тин бирергә була.
«Өс көн үткәс, Мәсемде Сыңғыҙ хан янына саҡырҙылар. Тирмәлә унан башҡа әллә нисәмә кеше бар ине, оло балаҫҡа ярым түңәрәк яһап ултырғандар, уртала хан үҙе.
– Утыр, – тине хан, ишек төбөндә тубыҡланған Мәсемгә. – Мин һине башҡорттар һымаҡ «хан» тип әйтмәйем. Сөнки хан ханлыҡта берәү була, ул – Сыңғыҙ хан. Ә һиңә «тархан» тигән исем бирәм. Йәғни бәләкәй хан.
– Уҡы, – тине Сыңғыҙ ишектән уңда аяҡ бөкләп терәлгән кешегә. Быныһы шунда уҡ алдында ятҡан ҡағыҙҙы ҡулына алды.
– Мин ғәм халайыҡтарҙың ҡояшҡа тиңләнгән бөйөк ханы Сыңғыҙ үҙ ирке менән Оло урҙаға итәғәтлеккә алыуҙы үтенгән башҡорт ырыуҙары тарханы Мәсемгә биргән бойороҡ яуабым шулдыр:
- ошо фарман яңғыраған көндән алып башҡорт ырыуҙарын, һанына һәм ҙурлығына ҡарамайынса, Оло урҙа эсендәге аҫаба ҡәүем, тип белергә;
- башҡорт аҫабаларының ошо көнгәсә булған ере, һыуы, тауҙары һәм урманын артабан да уныҡы итеп һанарға, бер генә башҡа ырыу һәм халайыҡтарҙың ул ергә яҫҡыныуы булырға тейеш түгел. Кем дә кем уға ҡул һонорға баҙнат итә, Оло урҙа ҡылысынан һәләк буласаҡ;
- башҡорт аҫабаһының тарханы Мәсемгә һәм уның ярандарына башҡорт ырыуҙарының үҙ аллы тормошон тәьмин итергә: кем нисек теләй – шулай йәшәһен, ниндәй динде тота – шуны тотһон, үҙенең ғөрөфөн һаҡлаһын;
- бының өсөн башҡорт аҫабалары Оло урҙаға һәм уның бөйөк ханы – Сыңғыҙ ханға баш көллө итәғәт итергә тейеш. Мәсем тарханға бойорам: кем дә кем итәғәтлектән саҡ ҡына булһа ла тайпылһа, ҡаты язаға тарттырырға;
- беҙҙең оло мәрхәмәтебеҙ менән файҙаланған өсөн башҡорт аҫабаһы бер илгә һалына торған күләмдә тин түләргә, Урҙаға кәрәк саҡта һуғышсылар бирергә, яу мәнфәғәте тыуған осраҡта яугирҙарҙы үҙ еренә һыйындырырға бурыслы».
Ошо рәүешле Оло Урҙа менән Башҡорт иле араһында ҙур килешеү төҙөлә. Сыңғыҙ хан был килешеүҙе аҫаба, тип атай. Йәғни ике яҡтан да ирекле рәүештә үҙҙәренә һәм бер-береһенә аҫылған шарттар. Тора-бара был атама ике илгә генә тағылған һүҙ булыуҙан артып, һәр кешегә күсерелә. Һәр башҡорт – аҫаба. Һүҙ ыңғайында әйтеп китергә кәрәк, аҫаба исеме башҡаса бер илгә лә һәм кешегә лә бирелмәй. Ул тик башҡорттоң билгеһе. Аҫаба килешеүен башҡорттар Сыңғыҙ хандан һуң тағы бер үҙ иңенә һала. Был ХVI быуатта Рәсәй батшаһы менән төҙөлгән килешеү. Аҫабалыҡты татып белгән башҡорттар Иван Грозныйға шул уҡ шарттарҙы тәҡдим итә. Тегенеһе ризалаша, тик бер шарт өҫтәй: башҡорттар Рәсәйҙең көньяҡ сиген һаҡлауҙы тәьмин итергә тейеш, ти. Шуның нигеҙендә башҡорттар 1557 йылдан алып 1881 йылға тиклем сик һаҡлау хеҙмәтен үтәй. Аҫабалыҡты тағы бер һыҙыҡ өҫтөнә алып китәйек, бындай килешеү һәм шарттар Рәсәйҙә бүтән бер генә халыҡта ла булмай.
Минең «Аҫаба» романым тулыһынса аҫабалыҡты раҫлауға һәм уны һаҡлау ваҡиғаларына ҡоролған. Беренсе аҫабаны Сыңғыҙ хан да, башҡорттар ҙа үҙ ирке менән алып, үҙ теләге менән тормошҡа ашыра. Рәсәй менән шулай уҡ түгел шул. Ана шуларҙы һөйләй роман.
Башҡорт әҙәбиәтендә аҫабалыҡ мәсьәләләренә ҡоролған әҫәрҙәр байтаҡ. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тулыһынса уға арналғандары булманы. «Аҫаба» шуның беренсеһе. Ул нисек килеп сыҡҡандыр, быныһын уҡыусылар һәм әҙәбиәтселәр әйтер.


Бөгөн менән иртәгә

Мәҡәләнең башында тарихи әҫәр өс өлөштән тора, тип әйтелгәйне. Ошо раҫлауға аныҡлыҡ индереп китәйек. Тарихи әҫәрҙең мотлаҡ өлөшө – үткәнде сағылдырыу. Бөгөнгөһө менән иртәгәһенең әҫәрҙә булыуы шарт түгел. Авторҙарҙың күбеһе әлеге һәм буласаҡ көндөң ваҡиғаларын һүрәтләүҙе үҙенә бурыс итеп алмай, ә уҡыусының үҙенә ҡалдыра. Уҙғандың ваҡиғаларын мин һиңә бәйән иттем, уның яңы яҡтағы сағылышын үҙең күҙалла инде, уҡыусым, ти йыш ҡына яҙыусы. Әйтәйек, урыҫ әҙәбиәтендә яҡшы ғына урын алған В.Шишковтың «Емельян Пугачев» романын миҫалға алайыҡ. Бик ҙур роман. Ҡалын өс томға һыйған. Яҙыусы Пугачевты йәш сағынан башлап һүрәтләй һәм Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда язалап үлтерелеүе менән тамамлай. Әммә Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышының бөгөнгө көнгә йоғонтоһо, киләсәктә сағылышы тураһында ләм-мим. Пугачев яуы бит бик ҙур һуғыш. Өҫтәүенә Рәсәй кешеләренең үҙ-ара һуғышы. Бындай алыш Рәсәйҙә йыш булмаған. Пугачевҡа тиклемгеләре бар, унан һуң 1825 йылдағы Декабристар күтәрелешен атарға кәрәк һәм 1905, 1917 йылғы революцияларға барып тоташабыҙ. Шулай булғас, Крәҫтиәндәр һуғышының роман яҙылған дәүергә, унан һуңғы ихтимал ваҡиғаларға йоғонтоһо булмауы мөмкин түгел. Әммә Шишков был турала өндәшмәй. Шуға күрә әҙәбиәт теорияһы тарихтың бөгөнгө көн менән иртәгәгә йоғонтоһо тураһында өндәшмәүҙе хуп күрә.
Мин дә шул юл менән атланым. Аҫбалыҡ бөгөн беҙҙең халыҡҡа нимә бирә, киләсәккә ҡайһылай йоғонто яһар, быларын романды уҡыусы үҙе хәл итер. Уңайлы бит. Тарихты һүрәтләп, яҙыусы үҙ башынан себен осорҙо ла, тамам. Эштең икенсе яғы ла бар. Яҙыусы уҙғанды яҙыу менән сикләнмәй ни эшләһен? Пугачев күтәрелешенең бөгөнгөгә йоғонтоһо тураһында фараз итә башлаһа, йәғни крәҫтиәндәрҙең бөгөнгө власть менән ризаһыҙлығын тасуирларға һәм крәҫтиәндәрҙе ҡәнәғәтләндерә белмәгән власҡа ҡаршы күтәрелешкә саҡырырға тейеш була. Ә быныһы инде яҙыусы эше генә түгел, юлбашсы вазифаһы була. Шуға күрә яҙыусы әҫәрендә тарихты һүрәтләү менән сикләнә лә инде.
Шулай ҙа аҫабалыҡтың бөгөнгөлә сағылышы тураһында уй-фекерҙе ҡағыҙға төшөрөп китәйек. Был әҙәби әҫәр булыуҙан бигерәк уйҙар теҙмәһе, бөгөнгө ғалимлыҡҡа яҡын телдә әйтһәк, публицистика була.
Аҫабалыҡтың бүтән дәүләт ҡоролошонан иң ҙур айырмаһы – илгә етәкселек итеүҙең бүтән төрлө булыуында. Оло Урҙала етәкселек бер ҡулда ине – Сыңғыҙ хан ҡулында. Аҫаба башҡорт үҫәргәндә, мәҫәлән, власть башында ырыу ҡоролтайы тора. Ырыуға кәрәкле бөтөн ҡарар һәм фармандар ҡоролтайҙа – ырыу йыйынында ҡабул ителә һәм уның үтәлешен бей тәьмин итә. Бүтән етәксе юҡ. Әгәр үҫәргән, бөрйән, табын ырыуҙарына уртаҡ ҡарар кәрәк икән, өс ырыуҙың ҡоролтайҙары ҡарар сығарыр өсөн үҙенең вәкилдәрен уртаҡ йыйынға ебәрә. Шунда сығарыла ҡарар. Бындай ҡарарҙар дөйөм ер, урман, һыу, юл, уртаҡ тәртип мәсьәләләренә ҡағылған. Бигерәк тә уртаҡ күтәрелештәр ваҡытында бөтәһен дә буйһондора торған батыр һайлауға туранан-тура бәйләнгән. 1773 йылда Салауат батырҙы ғәскәр йыйыр өсөн башҡорт ырыуҙарына ебәргән саҡта, Кинйә Арыҫлан: «Ырыу йыйындарында үҙең ҡатнаш, Ырымбур тирәһендәге хәлдәрҙе, Бүгәсәүҙең кемлеген айырым-асыҡ итеп, үҙең һөйлә», – ти ырыу йыйындары исеменә яҙылған хатты тоттороп. Ошонан һуң башҡорттар Бүгәсәү яуына күмәкләп ҡушыла.
Хәҙергесә әйтһәң, башҡорт ырыуҙары парламент иле булған. Сыңғыҙ хан осоронда 12 башҡорт илен 12 парламент иле, тип булыр ине. Мәсем ханды Сыңғыҙ хан янына ебәреү мәсьәләһен тәүҙә ырыу йыйындары, шунан ырыу-ара ҡоролтай ҡараған. Башҡорт илендә бер ваҡытта ла дөйөм бер хан булмаған. Ҡазан ханлығы, Ҡырым ханлығы, Ноғай ханлығы, Себер ханлығы башҡорт ырыуҙарын үҙҙәренә ҡаратҡан, әммә Башҡорт ханлығы булмаған. Рәсәйгә ҡушылғас, хан власының кәрәклеге тыуып киткән. Шул саҡта хан биреүҙе һорап, йә Себер ханына, йә Ҡарағалпаҡ ханына мөрәжәғәт иткәндәр. Тик башҡорттарҙа хан етәкселеге оҙаҡ сыҙай алмаған.
Аҫабалыҡтың мөһим бер үҙенсәлеге – ырыуҙарҙа кешеләрҙең хоҡуҡ яғынан тиңлеге. Бар кеше лә (ирҙәр) ергә, һыуға, урманға, ҡоролтайҙарҙа тиң хоҡуҡлы булған. Ошо уҡ тиңлек бурысҡа ла ҡағылған. Аҫаба ерен файҙаланыу ғына түгел, уны баҫҡынсыларҙан һаҡлау, урманды, һыуҙы таҙа тотоу бурысы бар кешегә лә тиң һалынған. Ошо тиңлек аҫабалыҡты йөҙәр йылдар буйына тотоп килеү мохтажлығын тыуҙырған. Йәмғиәт алдында һәм киреһенсә йәмғиәттең кеше алдында тиңлеге ырыуҙарҙың ныҡлығын тәьмин иткән. Әйтәйек, 1557 йылда бер нисә ырыу бер булып, Рәсәй батшаһына үҙҙәрен батшалыҡҡа индереүҙе һорап мөрәжәғәт итә һәм ошонан башлап Башҡортостан Рәсәй ҡанаты аҫтына ингән, тип һанала. Тик ҡайһы бер ырыу әле булһа Рәсәйгә инеү йылы шул йыл түгел, тип бара. Уларҙың һүҙендә лә хаҡлыҡ бар. Сөнки һәр ырыу батшаға үҙе айырым мөрәжәғәт иткән. Меңдәр, мәҫәлән, 1557 йылдан алда Рәсәйгә инә. Ә таныптар егерме йылға яҡын һуңлап яһай был аҙымды. Ошо миҫал аҫабалыҡтың ырыуҙар өсөн ни тиклем мөһим булғанын күрһәтә.
Тарихтың бөгөнгө менән иртәгәге хәлдәргә йоғонто яһауы тураһында һөйләгәндә, аҫабалыҡтың кешене ойоштороуҙа бик ҙур урын биләүе тураһында йәнә бер әйтеп китеү кәрәк. Башҡорттарҙа аҫабалыҡ 1917 йылға тиклем йәшәгән. Шул йылда социалистик революциянан һуң төп байлыҡ – ер кеше милкенән дәүләт милкенә күсерелә. Йәғни башҡорттар йәмғиәтендә аҫабалар бер нәмәһеҙ тороп ҡала. Урыҫ йәмғиәте өсөн был декрет бик яҡшы эш башҡара. Унда ер помещиктарҙан алып, крәҫтиәнгә таратып бирелә. Ә аҫаба йәмғиәтендә ул былай ҙа крәҫтиәндә (ерҙе эшкәрткән кешелә) ине бит инде. Хәҙер ул ҡоро таяҡҡа таянып ҡала. Уның аҫабалығының төп шарты – ере һыпырып тартып алына. Коллективлашыуға тиклем ул элекке аҫаба ерендә өйрәнгән ғәҙәте бу­йынса эшләгән була: иген игә, мал аҫырай. Бөтөн нәмә тартып алынғас, был аптырай ҙа ҡала. Мал аҫырар, ашлыҡ сәсер ине, ере юҡ. Граждандар һуғышынан һуң башҡорттар араһындағы иң ҡаты аслыҡтың бер сәбәбе ошо. Ә татарҙар, сыуаштар, бүтәндәр өсөн социализм шәп, революция байҙарҙан (шул иҫәптән башҡорттарҙан) ерҙе тартып алып, быларға бирҙе. Колхоз дәүере сыҡҡас та башҡортҡа еңеллек килмәне. Үҙ ерендә эшләп күнеккән башҡорт дөйөм ерҙә бил бөгөргә теләмәй – яуаплылыҡ тоймай. Башҡорттар күпләп йәшәгән ерҙәрҙә колхоздар бер ваҡытта ла ныҡлап билгә ултырып китмәне. Ә хәҙер, социализмды йығып һалып тапағас һәм ерҙе киренән таратып биргәс, шәхси хужалыҡтар үҙҙәрен генә түгел, илде ашатырлыҡ һәм ситкә һатырлыҡ иген үҫтерә алды. Аҫабалыҡтың күңелдең иң төбөндә шым ғына ятҡан шытымдары үҫә башланы.
Башҡорт яҙыусылары, шағирҙары араһында иң таралған һәм яратып яҙылған тема – тыуған ауыл. Яҙыусы ҡайҙа ғына йәшәмәһен, шуны яҙа. Уға ауылы янындағы тау-урман, сылтырап аҡҡан шишмә йә оло кәмәләр йөҙгән йылға шул тиклем ҡәҙерле. Уларҙың именлеге өсөн йәнен фиҙа ҡылырға ла әҙер. Был тойғо ҡәләм тибрәтеүсе кешелә генә түгел, ауылда тыуып үҫкән һәр кемдә лә йәшәй һәм иң матур моң булып күңелен биләй. Башҡа халыҡта ла шулай уҡ ғәзизме был тойғо? Эйе, тип әйтә алмайым. Мәҫәлән, урыҫ поэзияһында тыуған ер тойғоһо башҡорттағы һымаҡ уҡ моңло, һағышлы түгел. Уның сәбәбе тағы ла аҫабалыҡҡа барып тоташа. Мең йылға яҡын бер шишмә, бер ағаслыҡ, бер тау һыртында тупраҡтың һәр бөртөгөн әсе тир, өҫтәүенә ҡан менән һуғарғас, был ер һиңә ғәзиз булмай, ни булһын? Аҫабалыҡтың бер күренеше был. Аҫабалыҡ кешегә ер биргән һәм ул уны мең йылға яҡын эшкәртә һәм атаһы, әсәһе кеүек иң яҡын затына әйләндереп бөткән.
Аҫабалыҡтың үҙенсәлектәре күп. Шул уҡ ваҡытта улар аҫабаны бүтән халыҡтан айырып тора. Башҡорт халҡының 49 ырыуҙы берләштереүе тураһында әйткәйнек инде. Шуларҙың араһында бүтән ҡайһы бер халыҡ менән уртаҡ ырыуҙар бар. Әйтәйек, башҡорт менән ҡаҙаҡта айырыуса күп улар. Ҡыпсаҡ ырыуы тегендә лә, бында ла бар. Ҡыпсаҡ үҙе әллә нисәгә бүленә. Башҡортта ғына түгел, ҡаҙаҡта ла шулай. Ҡаңлы, Кирәй, Етерыу, Табын ырыуҙары ла бар ҡаҙаҡта. Әммә бер төрлө аталмыш, туған ырыуҙар булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт һәм ҡаҙаҡ ырыуҙары үҙ-ара аралашмай тиерлек. Дөрөҫ, бер нисә быуат элек осрашыуҙар, ҡунаҡ булышыуҙар булған. Әммә ҡыҙ алыу, ҡыҙ биреү халыҡтар хәтерендә һаҡланмаған. Быға сәбәпсе – шул уҡ аҫаба. Аҫаба араға ситтән килтереп бүтәндәрҙе индереүҙе тыя. Сөнки аҫаба ере күптән бүленгән. Яңы кеше яңы бүлеүҙе талап итә. Дөрөҫ, йыл һайын яҙын ер бүлеү булып торған. Ләкин был хәл тик бығаса йәшәгән ғаиләләрҙә яңы ир бала тыуһа ғына башҡарылған. Сит ырыуҙан, башҡа халыҡтан кемдер килеп ҡатнашһа, улар шунда уҡ килмешәк тип һаналған.
Әйтелгәнсә, аҫабалыҡ бик күп яҡлы. Ул дәүләт ҡороу өсөн ниндәй хоҡуҡ тәртиптәре кәрәк, бөтәһен дә үҙенә индергән. Ҡайһы бер «аҡыллы» баштар башҡорттоң үҙ дәүләтселеге булмаған, тип лаф ора. Бының менән улар үҙҙәренең һай белемле икәнлеген күрһәтә. 1917 йылға тиклем башҡортта парламент ҡоролошло дәүләт булған. Ул Рәсәй империяһы эсендә торған һәм Рәсәй менән үҙ-ара килешеүҙәр нигеҙендә йәшәгән. 1557 йылғы килешеүҙәрҙә батша хөкүмәте башҡорттарҙың эске эшенә ҡыҫылмай, тиелгән. Ысынлап та ҡыҫылмаған. Белем биреү ҡоролошон алайыҡ. Башҡорттарҙа уҡыу-уҡытыу мәҙрәсә, оло мәҙрәсә теҙмәһендә ун бер йыллыҡ итеп ҡоролған. Унда нимәгә нисек уҡыталар Рәсәйҙе ҡыҙыҡһындырмаған. Мәҙрәсәләрҙә уҡыу боронғо башҡорт телендә алып барылған. ХIХ быуатта губерна үҙәктәрендә махсус мәктәптәр асыла. Ләкин былар башҡорт уҡыу йорттарына ҡыҫылмай. Уларҙа уҡыу урыҫ телендә алып барыла һәм Рәсәй власы үҙенә кәрәк кадрҙарҙы әҙерләй.
1917 йылдан һуң совет власы аҫабалыҡты һыпырып түкте. Бөгөн ул тик тарихта ғына йәшәй. Тарих бөгөнгөлә һаҡлана һәм киләсәктә сағылыш таба, тигәйнек. Башҡорттоң бынан йөҙ йылдан ашыу элекке хәленә бер аҙ байҡау яһаныҡ, буғай. Тарихтың бөгөнгөлә сағылышына ла бер аҙ туҡтаныҡ. Әммә киләсәк тураһында өндәшмәнек. Аҫабалыҡ киләсәктә үҙен күрһәтерме? Ихтимал. Бының өсөн мөһим бер шарт бар. Башҡорттар үҙҙәре аҫаба системаһын ентекләп өйрәнергә, кәрәк тип аталған яҡтарын һайлап алырға һәм халыҡҡа мөрәжәғәт итергә тейеш. ХIII быуатта халыҡ Сыңғыҙхан Урҙаһының эсендә аҫаба иле төҙөргә ризалашҡайны, хәҙер парламент республикаһы булдырырға теләрме икән? Аҫабаның төп нигеҙе парламентлыҡта ята бит.
Хоҙай бирһә, минең «Аҫаба» романым апрель һанынан башлап «Ағиҙел» журналында баҫылырға тейеш. Ниндәйерәк әҫәр булды икән, быныһын ваҡыт күрһәтер һәм халыҡ әйтер. Мин иһә, ошо әҫәремде яҙып, 75 йәшемә еткәндә яҙыусы бурысын аҙ булһа ла үтәй алдыммы икән, тигән һорауға яуап эҙләйем.

Ғәлим – 9-сы синыф уҡыусыһы. 1965 й.
Матбуғат байрамында. Һулдан: Премьер-министр урынбаҫары Хәләф Ишморатов, Башҡортостан  Президенты Мортаза Рәхимов, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министры Ғәлим Хисамов. 1998 й.
Атаһы менән әсәһе:  Афзал Фазлыйәхмәт улы, Фатима Юныс ҡыҙы. 1954 й.
Башҡортостан яҙыусылары Сыуашстанда. Һулдан:  Риф Тойғонов, Зәйтүнә Шәрипова, Ғәлим Хисамов,  Әмир Әминев, Әнисә Таһирова. 2013 й.
Ғәлим Хисамов ҡатыны Лилиә,  ҡыҙы Ғәлиә менән. 2004 й.
Ғәлим – 9-сы синыф уҡыусыһы. 1965 й.
Автор:Ғәлим Хисамов
Читайте нас: