– Флүр Миншәриф улы, нисегерәк әҙәбиәткә килдегеҙ, ниндәй ваҡиға ҡулығыҙға тәү башлап ҡәләм алырға мәжбүр итте?
– Беҙ үҫкән саҡта телевизор, компьютер юҡ ине. Дөрөҫөрәге, бер остан икенсеһенә яҡынса дүрт саҡырымға һуҙылған ауылда бер нисә генә телевизор булғандыр. Шуға күрә эштән бушаған саҡтарыбыҙҙы төрлө уйындар уйнап, китаптар уҡып үткәрҙек. «Башҡортостан пионеры» гәзитен, «Пионер» журналын ғына түгел, 1968 йылдан, йәғни ун йәшемдән башлап «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдарын да уҡыным. Алтмышынсы йылдарҙа электр бағаналарын алыштырҙылар. Шул саҡта күҙ бәйләнгәнсе бик ҡалын «Башҡорт халыҡ ижады» китабын уҡый торғайным. Китап уҡыуға әүәҫлегем әҙәбиәткә ылыҡтырҙы, бер мәл үҙем дә яҙышырға дәртләндем. «Үҫкәс яҙыусы булам!» – тип инәйемә ниәтемде асып һалғайным, ул аптырап ҡалды ла, бер килке уйланып торғандан һуң былай тине: «Ҡуй, улым, юҡты һөйләмә. Әлбиттә, шофер була алмаҫһың инде, тракторсы була алһаң бик хуш. Исмаһам, үҙебеҙгә утын, һалам, бесән алып ҡайтырһың, кешегә ялынып йөрөмәҫбеҙ». Колхозда сөгөлдөрсө булып эшләгән инәйем миңә ошондай йүнәлеш бирҙе. Ә үҙебеҙҙең ауылда (беҙ инәйем менән һуңынан башҡа ауылда йәшәнек) физика һәм математика уҡытыусыһы булып эшләгән атайымдың икенсе ғаиләһе бар ине, шуға күрә ул миңә кәңәш бирә алманы, ай һайын алимент ҡына ебәреп торҙо. Дөрөҫөрәге, урта мәктәпте тамамлағандан һуң уйламағанда осрашып һөйләшеп торғанда атайым миңә: «Улым, уҡырға институтҡа керәһеңдер?» – тип һорау биргәс, мин уға: «Юҡ, әлегә ГПТУ-ла уҡып һөнәр алам, ә армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ пединститутының филология факультетына инәсәкмен»,– тип яуапланым. Был осрашыу – атайымды барлығы алтынсы һәм һуңғы тапҡыр күреүем ине.
Шулай ҙа инәйемде тыңлап, тракторсы булырға йыйынманым, яҙыусы булам тип хыял иттем, йәштән үк һирәк-һаяҡ булһа ла ниҙер һыҙмаҡланым. 1976 йылдан башлап «Литературная газета»ны алдырып уҡый торғайным, шәхси китапханамды йыя башланым. Ул саҡтарҙа ошо абруйлы гәзиттә хикәйәләрем баҫылыр, ә баш мөхәррир урынбаҫары минән интервью алыр, тип хатта хыял да итмәгәйнем. Армияла ла яҙышып маташтым. Быны белеп ҡалып, командирҙар аҙналыҡ «Боевой листок» һәм стена гәзите сығарыуҙы, лозунгылар яҙыуҙы миңә йөкмәттеләр. Сержант һәм һалдаттарҙан көнүҙәк темаларға хәбәрҙәр яҙҙыртам да, төҙәткеләп, гәзиткә ҡулдан яҙам. Был нәмәләр елкәмә һалынғас, мине төрлө нарядтарҙан һәм башҡа хеҙмәт вазифаларынан бушаттылар һәм штабта офицерҙар менән ултырып эшләй башланым. Сөнки ул саҡтарҙа совет власы идеология фронтын иң мөһим йүнәлеш тип иҫәпләй ине.
Әҙәби ижадҡа дәрт булһа ла, нисегерәк яҙырға, ҡайһылайтыбыраҡ сюжет ҡорорға кәрәклеген байтаҡ ҡына ваҡыт төшөнә алмайыраҡ йөрөнөм. Эш-мәшәҡәт тә баҫты, иртәрәк өйләндем, балалар тыуҙы. Хатта Стәрлетамаҡ пединститутында уҡығанда ла, унда «Ашҡаҙар» тигән әҙәби берекмә барлығын белмәгәнем. Сөнки рус филологияһы бүлегендә белем алдым.
Тыуған ауылыма уҡытырға ҡайтҡас ҡына ныҡлап яҙыша башланым. Сөнки унда бик ҡыҙыҡлы, колоритлы характерҙарҙы күреп илһамландым. Уларҙың ҡушаматтары ғына ни тора: холоҡ-фиғеле менән Хужа Насретдингә тартым Батырша ҡарт – үҙе күптән гүр эйәһе булһа ла, мәҙәктәре һаман халыҡ хәтерендә һаҡлана, ауыл философы һәм фантазер Бакир бабайым – ул һөйләй башлаһа – барыһы ла ауыҙҙарын асып уға төбәлә, алдаҡсы ҡыйышбаш Илдус – ул үҙенә бер файҙаһыҙға ялғанлаша, маҡтансыҡ Ришат – шапырынырға яратһа ла, бик тәүәккәл, эшлекле кеше, эт ялҡауы йүнһеҙ Барый – ул балҡашыҡ менән ауыҙына «ташырға» йыбанып, бал ашамай, ә сәйенә шәкәр генә һала. Ниндәй генә холоҡло кешеләр юҡ беҙҙең ауылыбыҙҙа! Баҡһаң, әҙәби әҫәр яҙыу өсөн характерҙар тыуҙырыу кәрәк икән. Ошоно аңлағас, эш алға китте, туҡһанынсы йылдан башлап бер-бер артлы хикәйәләрем донъя күрә башланы гәзит-журналдарҙа. Ул саҡтарҙа тираждар ҙур ине. Мәҫәлән, «Башҡортостан ҡыҙы» 87 мең данала сыға торғайны. Шуға күрә апаруҡ тиҙ арала танылдым тиергә була.
– Мәктәп йылдарындағы иң яратҡан дәресегеҙ?
– Әҙәбиәт.
– Ә атайығыҙ физика һәм математика уҡытыусыһы, тигәйнегеҙ.
– Эйе, атайым Миншәриф Иблиәмин улы Ғәлимов был фәндәргә бик һәләтле кеше булған. Мәктәптә уҡыған сағында хатта уҡытыусыларының тештәре үтмәгән миҫал һәм мәсьәләләрҙе атайымдан систергәндәр. Ул бөтә яҡлап һәләтле кеше: бик оҫта бейегән һәм был һөнәргә ауыл йәштәрен өйрәткән, йырға ла һәләтле, көрәшкә лә әүәҫ булған. Тик, атайһыҙ ғаиләлә өс малай үҫкәнгә күрә, ашау етмәгәстен, урта буйлы, ҡаҡса кәүҙәле булғастын, көрәштә ҙур уңыштарға өлгәшә алмаған. Элек бит ауыл һабантуйҙарында ауырлыҡ категорияларына бүлеп тормайҙар ине.
Мин үҙем физика һәм математиканы йүнләп белмәнем. Сөнки һәр дәрестә тиерлек нимәлер тураһында хыялға батып ултыра торғайным. Шулай ҙа биш класты ауыл мәктәбендә «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә, йәғни ударник булып тамамланым. Алтынсы класта октябрь айында Стәрлетамаҡҡа күсенгәс, бер йыл тирәһе ваҡыт русса бер һүҙ ҙә аңламаным. Шул сәбәпле уҡыуым насарланды.
Атайым тураһында ауылда һаман легендалар йөрөй. Хәҙерге көндә һикһән йәштәрен ҡыуалаған уҡыусылары мине күргән һайын атайымдың нисек яҡшы уҡытҡанын һөйләйҙәр. Мин ошоға ныҡлы ышанам: атай яҙыусы ла, шағир ҙа була алыр ине.
Инәйем Кинйәбикә Муллағәле ҡыҙы ла һүҙгә ғәйәт оҫта, хәтере иҫ китмәле яҡшы, бик сая, ҡыйыу холоҡло, тура һүҙле кеше ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул белем ала алмаған. Сөнки өс йәшендә атайһыҙ ҡалған. Инәйем ата-әсәһенең ун дүртенсе балаһы булған, шуға уға Кинйәбикә тигән исем ҡушҡандар.
– Тыуған яҡтарығыҙға йыш ҡайтып йөрөйһөгөҙмө?
– Тыуған ауылымда ата бер инә башҡа Салауат туғаным һәм уның ғаиләһенән башҡа яҡын нәҫелдәрем ҡалманы тиһәң дә була. Ә Салауат күп ваҡытын Себерҙә үткәрә. Шуға күрә ауылыма һирәк ҡайтам. 7 декабрҙә, 65 йәшем тулыу айҡанлы, тыуған районым етәкселеге һәм ауылдаштарым кескәй генә юбилейымды бик матур итеп үткәрҙеләр. Уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтемде еткерәм.
– Һеҙ башҡорт прозаһында эшҡыуарлыҡ темаһын киң яҡтыртҡан яҙыусы, уҡыусылар ҡыҙыҡһынып уҡыған «Йүләр» тигән повесығыҙҙың прототибы бармы?
– Был повестың прототибы мин үҙем. «Йүләр»ҙә үҙемдең әҙәбиәткә юл ярыуым, Башҡорт халыҡ фирҡәһен (партияһын) төҙөүҙә, союздаш республика статусы, һуңыраҡ суверенитет өсөн көрәштә ҡатнашыуым һүрәтләнгән. Төп геройым Илһам Буранбаев яҙыусы булырға хыялланып, матбуғатта тәүге хикәйәләрен күреп ҡанатланып йөрөй. Уның тәүге китабы донъя күрергә тейеш була, әммә нәшриәттә уға йә «дөйөм ятаҡта», йәиһә үҙ иҫәбенә хикәйәләр йыйынтығын сығарырға тәҡдим итәләр. Етмәһә, был заманда халыҡ хәйерселеккә төшөп бара, ә аҙ һанлы эшҡыуарҙар балда-майҙа йөҙә. Һәм Буранбаев, йәнәһе, бер нисә йылға ғына бизнесҡа китергә тәүәккәлләй. Был «бер нисә йыл» оҙаҡ йылдарға һуҙылып, ул ҡырҡ һигеҙ йәшендә генә аңына килә һәм үҙенең иң илһамлы йылдарын алтын буға артынан ҡыуып үткәргәнен аңлай. Шулай ҙа повеста өмөткә урын бар: ҡырҡ һигеҙ йәшендә Буранбаев әҙәбиәткә ҡайтырға ҡарар итә.
Был әҫәрҙе мин йәш яҙыусыларға һәм башҡа төрлө ижад вәкилдәренә повесть-киҫәтеү итеп яҙғайным. Йәнәһе, бизнесҡа китеп, талантығыҙҙы алдатҡыс алтын буғаға алыштыра күрмәгеҙ, был ижади яҙмышығыҙҙы юғалтыуға тиң. Тик шуныһы ҡыҙыҡлы: мин үҙемдең геройым Илһам Буранбаевтың юлынан киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым һәм уның кеүек, ҡырҡ һигеҙ йәшемдә генә әҙәбиәткә ҡабаттан әйләнеп ҡайттым...
– Был әҫәрҙә төп герой алдында һайлау бурысы тора: йә эшҡыуарлыҡ, йә әҙәби ижад. Икеһен бергә алып барыуҙы, ысынлап та, мөмкин булмаған хәл тип һанайһығыҙмы?
– Мин үҙем икеһен дә бер юлы алып бара алманым ул саҡта.
– Шулай уҡ эшҡыуарлыҡ донъяһын сағылдырған «Яңы башҡорт» романын әҙәбиәт һөйөүселәр яратып ҡабул итте. «Яңы башҡорт» романының авторы ла үҙен яңы башҡорт итеп хис итәме?
– Эйе, «Яңы башҡорт» тип аталған романымды китап уҡыусылар һаман онотмай, байтаҡ ҡына кешеләр өсөн ул, үҙҙәре әйтеүенсә, өҫтәл китабына әүерелгән, ҡайһы берҙәре дәртләнеп, эшҡыуар булып киткән. Әйткәндәй, башын боғалаҡҡа тығырға әҙерләнеп бөткән бер ауылдашым әҫәремде уҡығандан һуң үҙен-үҙе үлтереүҙән баш тартыуын да миңә һөйләп шатландырҙы. Әле ул яңы ғаиләһе менән бына тигән йәшәп ята. Ысын яҙыусының әҫәре йәшәүҙән ваз кистерергә түгел, ә ғүмерҙең әҙәм балаларына Аллаһ биргән иң ҙур бүләге һәм юғалтылған ожмахҡа ҡабаттан әйләнеп ҡайтыу мөмкинселеге икәнлеген төшөндөрөргә бурыслы. Ошо хәҡиҡәтте аңламаған әҙиптең ҡағыҙ бысратыуынан зыяндан башҡа бер файҙа ла юҡ.
2007 йылда был әҫәрем «Ватандаш» журналында 6 мең данала баҫылғайны, ә 2008 йылда айырым китап булып донъя күрҙе. Зыялы ағайҙарыбыҙ: «Был китап халҡыбыҙға бик кәрәк», – тигәс, үҙ аҡсама йәнә 5 мең дана сығарҙым. Йәмғеһе 14 мең дөйөм тираж менән үҙебеҙҙең республикала, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә таралды. Романымды китап уҡыусылар ҙа, яҙыусылар ҙа, әҙәбиәт белгестәре лә бик юғары баһаланы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев үҙенең көндәлектәрендә ошо һүҙҙәрҙе яҙған: «Флүр Ғәлимовтың «Яңы башҡорт» тигән китабын уҡып сыҡтым. Флүр әҙәбиәттә үҙ һүҙен әйтте был романы менән, өр-яңы тормош материалын күтәрә. Бизнес тураһында былай белеп, ер тураһында ошолай һыҙланып яҙылған әҫәрҙәр беҙҙең башҡорт прозаһында юҡ ине әле. Заман проблемаларына бына шулай йырып-йыртып, үҙ яҙмыштарыңда, үҙ тиреңдә тойоп, һыҙланып-әсенеп үтеп инергә кәрәк. Флүр Ғәлимов бизнес темаһын әҙәбиәтебеҙҙә беренсе булып күрһәтә алды. Халыҡ был китапты күберәк уҡыһын ине. Руссаға тәржемә итергә кәрәк. Флүр Ғәлимов ошо романдан башҡа бер нәмә яҙмаған хәлдә лә, үҙенең исемен башҡорт әҙәбиәте тарихына юйылмаҫлыҡ итеп яҙҙы».
Филология фәндәре докторы Рафаэль Аҙнағолов был романым тураһында бер нисә мәҡәлә яҙҙы. Бына уның фекере: «Флүр Ғәлимовтың һүрәтләү стиле бик үҙенсәлекле, ифрат мауыҡтырғыс, хатта көсөргәнешле. Яңыса яҙылған роман шулай булалыр. Был әҫәр әҙәбиәтебеҙҙең яңыра барыуын да күрһәтә».
Ә былар медицина фәндәре докторы, академик Марат Аҙнабаевтың фекерҙәре: «Ике тиҫтә йылдан ашыу капиталистик ҡоролошта йәшәһәк тә, күптәребеҙ яңы тормошта һаман үҙ урынын таба алмай әле. Глобаль һынылыш осоронда халҡыбыҙға юл күрһәтерлек роман яҙған Флүр Ғәлимов. Был әҫәр – ижади батырлыҡ өлгөһө».
«Яңы башҡорт» романым нигеҙендә минең бизнес өлкәһендәге мажараларым ята. Әлбиттә, мин уларҙы нисек бар шулай итеп түгел, ә әҙәби ҡанундарға һалып яҙҙым. Тәүҙәрәк эшҡыуарлыҡ арҡаһында ижадтан айырылыуыма бик ныҡ бошона инем. Аҙаҡ аңланым: был йылдар минең өсөн бик емешле булған, былай ҙа тос тормош тәжрибәмде тағы ла нығыраҡ байытҡанмын. Сөнки тормоштоң уртаһында ҡайнаным, кемдәр менән генә аралашманым, ниндәй генә хәлдәрҙә һәм ҡайҙа ғына булманым!
Әйткәндәй, «Яңы башҡорт»та халҡыбыҙға милли идея ла тәҡдим иттем. Бына уның нигеҙҙәре: Иман, Тыуған ер, Туған тел, Берҙәмлек һәм Яңырыу.
Үҙемде лә ниндәйҙер кимәлдә яңы башҡорт итеп хис итәмдер.
– «Шайморатов генерал» романы донъя күргәс, танылған прозаик Мөнир Ҡунафин: «Данлы генерал тураһында күп әҫәрҙәр әҙәбиәттә лә, сәнғәттә лә, башҡа өлкәлә лә ижад ителде, ителә. Ләкин киң полотно – ҙур роман булманы. Һәм һуғыш менән тыл берҙәмлеген, башҡорттоң көслө рухын һәм данлы яугирлеген планетар масштабта күрһәтә алғаныбыҙ юҡ ине. Ф.Ғәлимов быға тулы килеш өлгәште», – тигән фекер әйткәйне. Тарихи әҫәр ижад итеү яҙыусынан ниндәй сифаттар талап итә?
– Тарихи материал менән эш итә, анализлай белеү кәрәк. «Генерал Шайморатов»ты яҙыр өсөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихын ғына түгел, Бөйөк Ватан һуғышы тарихын ҡабаттан өйрәнергә тура килде. Һәм был романымды быға тиклем үҙебеҙ уҡыған һуғыш тураһындағы әҫәрҙәрҙән бөтөнләй айырмалы рәүештә, бөтә донъя сәнғәтендә ҡулланылған мәҙәни кодтар ҡулланып яҙҙым. Романда тамуҡ та, сират күпере лә, йәшерен кис ултырыу (тайная вечеря) ҙа, Ожмах та, Бөйөк Ватан һуғышына мистик ҡараш та бар. Был романыма арналған тиҫтәгә яҡын мәҡәлә яҙылһа ла, әлегә әҫәрҙең ҡатламдарын аҡтарып, төбөнә төшөп етеүселәр юҡ әле.
Бәлки, һуғыш темаһын яңыса асыуым романға уңыш килтергәндер. Дөрөҫөн әйткәндә, был тәңгәлдә мин бәхетле яҙыусы: «Яңы башҡорт», «Генерал Шайморатов» романдарым да, «Аҙғын тәүбәһе» трилогиям да ҙур яңғыраш алды. Был әҫәрҙәрем буйынса 200 тирәһе саралар: китап уҡыусылар конференциялары, презентациялар, түңәрәк өҫтәлдәр, әҙәби осрашыуҙар, кисәләр, күп һанлы радио һәм телетапшырыуҙар үтте, уларға арналған курс, диплом эштәре, диссертациялар яҡланды, республика, Рәсәй, шулай уҡ сит илдәрҙең гәзит-журналдарында етмешкә яҡын мәҡәлә, рецензиялар, интервьюлар донъя күрҙе.
Әҫәрҙәрем республика тарафынан иғтибарға алынмаһа ла, Мәскәү, Рәсәй һәм сит илдә юғары баһаланды. Трилогиям өсөн В.Катаев исемендәге премиянан тыш, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһын да тапшырҙылар. Әткәндәй, был премияға һуңғы ун һигеҙ йыл эсендә Башҡортостандан барлығы дүрт яҙыусы: Михаил Чванов, Әмир Әминев, Камил Йыһаншин һәм мин лайыҡ булдыҡ. Һәм дүртебеҙ ҙә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исемен алдыҡ. Был да осраҡлы хәл түгелдер.
Шулай уҡ, «Салауат батыр» тип аталған трагедиям өсөн Абу Насир Фараби исемендәге халыҡ-ара әҙәби премияға лайыҡ булдым.
– Үткән йыл Өфөлә ҡаҙаҡ яҙыусыһы Жолтай Жумат-Алмашулының башҡорт телендә сыҡҡан «Әсе һәм татлы тормош» китабының презентацияһында бауырҙашыбыҙ һеҙгә оло ихтирам йөҙөнән күҙҙең яуын алып торған милли орнаментлы ҡаҙаҡ сапанын бүләк иткәйне. Был ижади дуҫлыҡ күптән дауам итәме?
– Әйткәндәй, бындай бүләк ҡатыным Таңһылыуға ла тапшырылғайны ул сарала.
Трилогиямдың икенсе романы 2018 йылда «Роман-газета» журналында донъя күреп, 600 данаһы Германияның колледж һәм университеттарына, китапханаларына ебәрелде. Бына ошо романымды журналдан уҡып, ҡаҙаҡ яҙыусыһы Жолтай Жумат-Алмашулы миңә интернет аша сыҡты һәм беҙҙең дуҫлыҡ шунан башланды.
Нәҡ 2018 йылдан башлап сит ил яҙыусылары менән аралашыуым киңәйгәндән-киңәйә бара. Ҡырғыҙстандың халыҡ яҙыусыһы Солтан Раев, Чечняның халыҡ яҙыусыһы, академик Канта Ибраһимов, азербайжан халыҡ яҙыусыһы Сыңғыҙ Абдуллаев, Латин Америкаһы драматургы һәм режиссеры Рауль Родригес да Силва (Рауль мине быйыл юбилейына саҡырғайны, бара алманым), төрөк профессоры Орхан Суйлемез, мари халыҡ яҙыусыһы Ипполит Лобановтар менән аралашып торабыҙ. Солтандың, Жолтайҙың, Кантаның романдарын «Ватандаш» журналына тәҡдим иттем. Баш мөхәррир Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева уларҙың әҫәрҙәрен журналдың «Донъя халыҡтары әҙәбиәте» рубрикаһында баҫтырып, башҡорт китап уҡыусыларына еткерҙе.
Сит ил журналдарында үҙем генә донъя күрмәнем, бер нисә башҡорт яҙыусыһын да сығарттым. Улар араһынан Камил Йыһаншин, Мөнир Ҡунафин һәм Факил Мырҙаҡаевтар Әхмәт Яссауи исемендәге халыҡ-ара әҙәби премияға лайыҡ булдылар. Әҙәбиәтебеҙ өсөн был оло мәртәбә.
– «Покаяние над пропастью» һәм «Прометей. Олимп тауы ишелеүе» тигән китаптарығыҙ Чечен Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, профессор, академик, Нобель премияһы номинанты Канта Ибраһимов тарафынан Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге 2019 йылғы Дәүләт премияһына тәҡдим ителгәйне. Ошо хаҡта тулыраҡ һөйләгеҙ әле.
– Канта Ибраһимов – Бөтөн донъя кимәлендә һәм төрлө телдәрҙә бик күп китаптары сыҡҡан ҙур яҙыусы, үҙенең «Прошедшие войны» тип аталған тәүге романы өсөн 2003 йылда уҡ Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһына лайыҡ булғайны. Уның менән 2018 йылдың февралендә Рәсәй Яҙыусылар союзының XV съезында танышҡайныҡ, шунан бирле аралашабыҙ. Әйткәндәй, Кантаның «Маршал» («Азатлыҡ») тип аталған ҙур романын академик Ғиниәт Ҡунафин бик юғары баһалай.
Канта Ибраһимов «Прометей. Олимп тауы ишелеүе» тигән әҫәремде юғары баһалап: «Был трагедияла Прометей образына донъя әҙәбиәте һәм сәнғәте тарихында бығаса булмаған уникаль трактовка бирелгән», – тип, китабыма баш һүҙ ҙә яҙҙы.
Ләкин Рәсәй Дәүләт премияһы миңә бирелмәне, сөнки Мостай Кәрим, Заһир Исмәғилевтәр кеүек Мәскәү кимәлендә әҙәбиәт өлкәһендә республикабыҙ мәнфәғәттәрен яҡлаусы олуғ шәхестәребеҙ юҡ.
– Һеҙҙең драматургик трилогияғыҙ нимә тураһында?
– «Прометей. Олимп тауы ишелеүе», «Салауат батыр» һәм «Бафомет менән брудершафт» тигән трагедияларҙан торған драматургик трилогия. «Прометей. Олимп тауы ишелеүе» ошо йылдың март айында Ҡаҙағстандың Ҡыҙылорда йәштәр театрында ҡуйылды һәм уңыш менән бара. Шуға ла быйылғы миҙгелде шул спектакль менән асып ебәрҙеләр.
Драматургик трилогиям кешелек үҫешенең дөйөм тарихын сағылдыра. «Прометей. Олимп тауы ишелеүе» – 3200 йылдар тирәһе элек кешелектең авраамик, йәғни бераллалылыҡ динен (единобожие) ҡабул итеүе тураһында. Ни өсөн кешелек 150 мең тирәһе йылдар дауамында үҫешә алмайса ыҙа сигеп көн күргән? Сөнки мәжүсилек ҡараңғылығында аҙашып йөрөгән. Әҙәм балалары, булмыштарында Аллаһтың киҫәксәһе булғанға күрә, Уның барлығын һиҙенәләр, шуға ла Хаҡ Тәғәләне ерҙән-күктән, уттан-һыуҙан эҙләйҙәр, әммә табалмайҙар. Әҙәм менән Һауа ожмахтағы теге тыйылған емеш тәмен татып ҡараған өсөн яза булғандыр был, тип уйлайым. Ә 3200 йылдар әүәл Аллаһтың кешелеккә тәүге авраамик дин төшөрөүен Хаҡ Тәғәләнең әҙәм балаларын кисереүелер тип фараз итәм. Һәм дә, ошо хаҡ дин төшөрөлгәс, 150 мең йылдар тирәһе йүнләп үҫешә алмаған кешелек алға уҡтала башлай вә 3200 йыл эсендә ҡырағайлыҡ ҡараңғылығынан космосҡа күтәрелә!..
Трилогияның икенсе трагедияһы «Салауат батыр» – башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың азатлыҡ өсөн көрәшен сағылдыра. Аллаһ бит әҙәм балаларын азат заттар итеп, уларға һайлау хоҡуғын биреп яралта һәм был Уның яҡты донъялағы иң ҙур, бөйөк бүләге. Батша хакимлығының халыҡтарҙы, Аллаһтың иң юғары йән эйәләре булған әҙәм балаларын хайуан торошонда яфа сиктерергә хаҡтары булғанмы? Әҫәр ошо нәмәләр тураһында.
«Бафомет менән брудершафт» – кешелектең бөгөнгө көнөн күрһәтә. Аллаһ тарафынан кеше – бөйөк һәм камил, тәбиғәт батшаһы, ошо ер йөҙөнөң һәм ахрызамандан һуң буласаҡ күктәрҙәге төйәгебеҙҙең вариҫы итеп яралтылған. Әҙәм балаһы нимәһе менән бөйөк һәм камил? Ни өсөн беҙ үҙебеҙҙең бөйөклөгөбөҙҙө аңламайбыҙ? Технологиялар иҫ китмәле алға китһә лә, нишләп кешелек түбәнгә тәгәрәй? Прогрестың иҫ китмәле тиҙлектә үҫешеүе шул ҡәҙәр тиҙлектә ахрызаманға барыу түгелме? XX быуатта ғына кешелек ни тиклем алға киткән бит! Әммә был алға китеүҙе үҙ-үҙен юҡҡа сығарыуға йүнәлтеп, йөҙ миллион тирәһе ҡорбандар килтергән ике Донъя һуғышы ҡуптарған. Әлбиттә, быларҙың сәбәптәрен мин яҡшы беләм. Был сәбәптәр хаҡында «Аҙғын тәүбәһе» тигән трилогиямда, «Генерал Шайморатов» тип аталған романымда яҙҙым. Драматургик трилогиям да шул хаҡта. Был сәбәптәр тураһында изге китаптарҙа ла асыҡ яҙылған. Тик кешелек һаман аҡылына килмәй, сөнки бер туҡтауһыҙ әҙәм балаларын ҡотортоусы, юлдан яҙҙырыусы эшмәкәрлек алып бара. Бының өсөн уға үпкәләү файҙаһыҙ, уның эше шул. Ул фильтр ролен башҡара. Ә Аллаһ беҙгә изге китаптар төшөргән. Был китаптар әҙәм балаларына ҡыуылған ожмахҡа әйләнеп ҡайтыу юлын күрһәтә. Ахрызаман упҡынына тәгәрәүебеҙҙе кисектерер өсөн бәлки прогресты туҡтатыбыраҡ торорғалыр? Әллә икенсе юл бармы? Трилогиямдың өсөнсө трагедияһы ошо мәсьәләләргә яуаптар эҙләй.
Пьесамдағы Олимп тауының ишелеп төшөүе – мәжүсилек батшалығы, символы булған Олимптың емерелеүе һәм уның мәжүси аллаларының ғәмәлдән сығыуы вә Ерҙә яңы эра, бераллалылыҡ дәүере башланыуы ул.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: махсус рәүештә эшләмәһәм дә, ошо өс трагедиям Европа классицизмы талап иткән хәрәкәт, урын һәм ваҡыт берлеге (единство действия, места и времени) ҡағиҙәләренә ярашлы килде лә сыҡты!
Драматургияға тотонорға Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, күренекле драматург Илшат ағай Йомағолов өгөтләне. Аҙна-ун көн эсендә «Бафомет менән брудершафт»ты яҙып килтергәс, пьесамды бик юғары баһалап: «Был әҫәрең бер көнлөк нәмә түгел, драматургиябыҙ тарихында ҡала торған әҫәр», – тине.
– Китаптарығыҙ тағы ниндәй телдәргә тәржемә ителгән?
– Әлегә әллә ни күп түгел, рус, инглиз, төрөк һәм ҡаҙаҡ телдәренә генә.
– Башҡа республикалағы әҙәбиәт һөйөүселәр һеҙҙең ижадты нисек ҡабул итә?
– «Литературная газета»ла сыҡҡан «Сказание о дырявой ложке» тигән хикәйә-притчамды кемдер «Вэб-рассказ»ға ҡуйғандан һуң ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әҫәремә йөҙәрләгән комментарий һәм меңәрләгән лайк ҡуйғайнылар. Был әҫәрҙе социаль селтәрҙәрҙәге минең биттәрҙән асып уҡырға мөмкин ине. Ләкин «ВК»ла, «ОК»ла бер туҡтауһыҙ үҙҙәренең «йөҙ-ҡиәфәттәрен» үҙгәртеп торғастын, унда ҡуйылған әҫәрҙәремде таба алмайым.
Ҡыҙылордала ҡуйылған пьесамды тамашасылар бик яратып ҡабул иткән, Ҡаҙағстанда был хаҡта бер нисә мәҡәлә баҫылған.
«Покаяние над пропастью» тигән Мәскәүҙә сыҡҡан китабыма «Литрес» апаруҡ киң реклама биреп, электрон вариантын дүрт йыл тирәһе 299 һумға һатып, нисә миллион эшләгәндәрен үҙҙәре генә белә. Әммә миңә өлөш сығарманылар. Сөнки, килешеү буйынса, минең әҫәрҙе ҡулланырға «Художественная литература» нәшриәтенә үҙем хоҡуҡ бирҙем. Миңә түләмәһәләр ҙә, шатланам. Сөнки әҫәрем бөтөн донъя киңлегендә һатыла. Рус теллеләр бөтә донъяға таралып йәшәйҙәр бит.
«Проза.ру» порталына алты әҫәремде ҡуйғайным, унда ла уҡыусыларымдың һаны мең ярымға етеп бара.
– Балаларығыҙ һеҙ яҙған әҫәрҙәрҙе уҡыймы?
– Ҡайһы берҙәре уҡый. Нәркәс ҡыҙым «Яңы башҡорт»то тулыһынса компьютерҙа баҫып бирҙе.
– Әҙәбиәттә ниндәй яҙыусыларҙы үҙегеҙҙең остаздарығыҙ тип һанар инегеҙ?
– Чехов һәм Шукшин хикәйәләр яҙған саҡтарымда остаздарым булды. Повестар яҙғанда – Джек Лондон. Эрнест Хемингуэйҙың «Ҡарт һәм диңгеҙ»е лә, автор әҫәрен хикәйә тип атаһа ла, повесҡа ғына түгел, хатта романға торошло. Был бөйөк әҫәр. Романдар өҫтөндә эшләгәндә Эрих Мария Ремарктың әҫәрҙәре маяҡ булып тора. Үҙебеҙҙекеләрҙән Талха Ғиниәтуллиндың хикәйәләрен, повестарын, романдарын яратып уҡыйым. Ғәзим Шафиҡовтың публицистикаһы иҫ киткес.
– Һуңғы уҡыған китаптарығыҙ?
– Данте Алигьериҙең бөйөк әҫәрен – «Илаһи комедия»һын йәй көнө уҡып бөттөм, ниһайәт. Фицджеральдтың донъяла иң данлыҡлы романы, тип иҫәпләнгән «Бөйөк Гэтсби»е миңә оҡшап етмәне.
Сергей Аксаковтың 80-се йылдарҙа үҙебеҙҙә сыҡҡан «Ғаилә хроникаһы»н «Башҡорт ерҙәрен биләп ятҡан был баяр әллә ни яҙмағандыр әле», – тип уйлап, уҡымағайным. Яңылышҡаным икән. Осраҡлы ғына рәүештә ҡулыма алдым да, аҙна буйына айырыла алманым был китаптан. Бик шәп яҙыусы булған икән! Яҙыу стиле Достоевскийҙыҡынан күпкә отошлораҡ.
Үҙебеҙҙекеләрҙән Гөлнур Яҡупованың ҡыҫҡа, ләкин көслө «Йыртҡыс ҡаны» тигән повесы оҡшаны. Элегерәк «Әҙәм вә Һауа» тип аталған поэмаһын уҡып һоҡланғайным. Г.Яҡупова – көслө прозаик һәм шағирә.
Миләүшә Ҡаһарманова үҙенең юбилейында Ҡазанда сыҡҡан китабын бүләк иткәйне. Был китаптан да айырыла алманым ҡулыма алғас. Бер өс сәғәт эсендә һоҡланып уҡып сыҡтым. Һәр хикәйәһе – табыш! Хикәйәләр оҫтаһы икән М.Ҡаһарманова.
– Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һуңғы һорау традицион тиерлек: Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флүр Ғәлимов киләсәккә ниндәй ижади пландар менән янып йәшәй?
– Ижади пландарым байтаҡ. Уларҙың иң мөһиме – иҫ китмәле бай фольклорыбыҙҙың 90%-ын яҙып алып, халҡыбыҙҙы донъя йөҙөндә бер нисә башҡа күтәргән бөйөк Мөхәмәтша Буранғоловҡа арналған роман яҙыу. Күптән инде мәғлүмәттәр туплайым.
Хәҙер бер нисә аҙна Мөхтәр Ауэзовтың «Абай юлы» роман-эпопеяһының 818 битлек 1-се томын уҡыйым. Бөтә донъя кимәлендә танылып, 40 тирәһе сит ил теленә тәржемәләнгән был әҫәрҙең тәүге 400 битен ныҡлы оҡшатып, һоҡланып уҡыным: ниндәй реализм, сюжет боролоштары, характерҙар! Был томдың сама менән 450-се биттәренән һуң Станиславский һымаҡ: «Ышанмайым!» – тип ҡысҡырҙым эстән генә. Сөнки ҡайһы бер урындарында, персонаждарҙың эш-ҡылыҡтарында ул саҡтарҙағы идеологияға яраҡлаштырылыу арҡаһында логика юғала башланы. Әлбиттә, дингә, халыҡ традицияларына ҡаршы яҙылған урындарының йыш ҡабатланыуы оҡшаманы.
Әммә миңә иң ныҡ оҡшағаны – авторҙың Абай шәхесен ниндәйен итеп күккә сөйөүе! Википедияны асып ҡарағас, ҡаҙаҡ халҡына һоҡландым: олуғ шәхестәрен ниндәйен итеп күтәрә беләләр! Нимә генә эшләп бөтмәгәндәр бит Абайҙы күктәргә тиклем ашырыу өсөн!
Ә бит Мөхәмәтша Буранғоловтың башҡорт халҡына күрһәткән хеҙмәттәре титандарҙыҡы ише бөйөк һәм грандиоз! Буранғолдоң башҡорт халҡына ҡарата әһәмиәте Абайҙың ҡаҙаҡтарға ҡарата булған әһәмиәтенән бер ҙә кәм түгел. Моғайын, артығыраҡтыр. Беҙ ошо хәҡиҡәтте ҡасан аңларбыҙ һәм Буранғолға, ниһайәт, тейешенсә баһа бирербеҙ икән?!.