Все новости

«ӘЙ БУЙЫНА ҠАЙТАМ ӘЛЕ...»

Ризван Хажиевтың һуңғы китаптарының береһе шул исемдә донъя күргәйне. Уның тыуыуына 80 йыл тулыуға ҡарата китап та яҙылғайны. Үкенескә ҡаршы, был хәтер йыйынтығы нәшер ителеп өлгөрмәне. Аяуһыҙ йөрәк ауырыуы уны көтмәгәндә фани донъянан алып китте. Ижадының иң өлгөргән, көслө һәм һутлы мәлендә... Ләкин рухи мираҫы, уның тураһында яҡты иҫтәлектәр ҡалды.

«ӘЙ БУЙЫНА ҠАЙТАМ ӘЛЕ...»
«ӘЙ БУЙЫНА ҠАЙТАМ ӘЛЕ...»

Университетты тамамлауыбыҙға 50 йыл тулғанда, 2014 йылдың 13 июнендә, Өфөлә егерме дүрт элекке студенттың һигеҙе осраштыҡ. Ризванһыҙ осраштыҡ. Ныҡ көткәйне ул был көндө, ҡатыны менән килергә әҙерләнеп йөрөнө. Еткерә алманы. Мәрхүм һабаҡташтарыбыҙҙың һаны ла тиҫтәгә етә яҙған. Уларҙы матур итеп иҫкә алдыҡ, һәр береһенең ғүмерен барланыҡ, күҙ алдына килтерҙек, иҫәндәргә һаулыҡ теләнек. Үҙебеҙҙең изге бурысыбыҙҙы үтәп ҡуйғайныҡ та... Йыл үтеүгә, Ишмөхәмәт дуҫыбыҙ менән хушлаштыҡ. Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тигәндәре хаҡтыр инде.
Ризван Хажиевтың ижад юлы уның йәмәғәтселек эше менән тығыҙ бәйле булды. Көн ҡаҙағына һуғып яҙылған уҡымлы мәҡәләләре һәр саҡ социаль-мәҙәни һәм сәйәси яңғыраш алды. Ябай халыҡтың йәшәү рәүешен, был болғансыҡ заманда кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен, аяныслы-көйөнөслө яҙмыштарын бар дөрөҫлөгөндә, тулылығында яҡтыртыу ижадсының маҡсатлы программаһына әйләнде. Быға «Бөйөк Татр бөркөтө», «Әгәр мин янмаһам», «Исемдәре ҡалыр йылдарҙа», «Батшаларға башын эймәгәнде...» тигән публицистик йыйынтыҡтары асыҡ миҫал.
Изге тупрағы, ҡөҙрәтле төйәге, атайсалынан оло юлға сыҡҡан шәхестәр хаҡында Ризван Хажиев айырыуса илһамланып, ең һыҙғанып ижад итте. Уның үткер ҡәләменән тыуған әҫәрҙәр: «Кем һин, Сабир Ваһапов?», «Помнят высокие Татры», «Есть такая земля, Мечетлинская», «Һөләймән һәм һөләймәндәр», «Мәсетле академиктары», «Мечетлинский район Рес­публики Башкортостан», «Путь архитектора», «Әй буйына ҡайтам әле: Ваҡыт һынауы аша». Был китаптар ваҡыт тетрәнештәре аша үтеп, публицистика жанрын, айырыуса уның проблематик асылын байытыуға, сикһеҙ орбитаға сығарыуға, һис шикһеҙ, булышлыҡ итте һәм итәсәк тә. Ғалим булараҡ та ул әлеге жанр үҫешенә арналған тиҫтәләгән ғилми мәҡәлә яҙҙы.


* * *

Иҫән сағында Өфөлә уның менән һуңғы тапҡыр осрашыуыбыҙҙы кем генә күрәҙәләһен инде?! Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың эш бүлмәһендә әңгәмәлә Ризвандың бергә уҡыған егет-ҡыҙҙарҙы барлап ултырыуын иҫләйем. Айырым бер ихласлыҡ, эске күңел йомартлығы һалып:
– Беҙҙең Ғәлийән Ҡаһарманов тел ғалимы булып китте. Студент сағында ла китаптан айырылманы, баш ҡалҡытмай уҡыны, тырышты егетебеҙ. Кәйефе булғанда баянында ла өҙҙөрөп уйнай, ҡыҙҙарҙы бейетеп тә ала ине, бик етди ҡарашлы шәхес, профессор ҙа булыр ул. Уның яҡташы Ейәнсура егете Рәхим Ильясов та шиғырҙар яҙҙы, фән юлынан китергә йөрөнө, әммә ғүмере иртә өҙөлөп ҡуйҙы, – тигәненә беҙ ҙә һүҙ ялғап ултырғайныҡ.
1964–1969 йылдар үҙе бер китапҡа торошлолор, моғайын. Төркөмөбөҙҙә, әлбиттә, һәләтле студенттар күп ине. Рәшиҙә Солтанова Учалы районының Наурыҙ мәктәбе буйынса класташым булғас, уны бала саҡтан беләм. Уҡығандан юл башлап йөрөүсе булды ул. Был сифаты уны университетта ла лидер яһаны. Комсомол, партия мәктәбе, тынғыһыҙ йәмәғәтселек эштәре, намыҫлы хеҙмәте өсөн «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исемен дә алды. Рәшиҙәнең БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булып эшләүе үҙе бер ғорурлыҡ ине беҙҙең өсөн.
Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллина – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, үҙешмәкәр композитор, танылған шағирә, тиҫтәләгән сценарийҙар авторы.
Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдиновтың исем-шәрифе сит ҡитғаларға ла билдәле, дан-дәрәжәләре лә бихисап. Ул БР Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тиҫтәләгән ғилми китаптар, монографиялар авторы.
Фәүзиә Латипова – билдәле журналист, оҙаҡ йылдар «Башҡортостан» гәзитендә эшләне, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, пуб­лицистик йыйынтыҡтар авторы булып танылды.
Мин яҡшы белгәндәрҙән Риф Зарипов, Фатиха Хөсәйенова, Илһам Сәйәхов, Лазо Әлибаев, Нажиә Нафиҡова, Мәүлиә Йосопова, Мәрғүбә Дәүләтшина, Риф Ханов, Хариса Сәлимгәрәева, Фәриҙә Янбулатова, Урал Хисамов, Фәрит Усманов, Венера Ғилманова, Зәкиә Ишембәтова, Мәрйәмә Сәйетова, Нәҡип Кәримов, Гөлнур Үҙәнбаева, Сара Әминева, Фәүзиә Баязитова, Әнисә Дәминева, Мөнирә Теләүембәтова мәғариф, мәҙәниәт һәм социаль-көнкүреш тармаҡтарында, хоҡуҡ һәм именлек органдарында хеҙмәт итте, матур ғаилә ҡороп, хаҡлы ялға сыҡты.
...Әңгәмәне тағы Ризван элеп ала:
– Егеттәр, был һөйләшеү, иманым камил, тарих биттәрендә ҡалыр. Минең өсөн «архи-мөһим» булды бит әле был ултырыу, юғиһә күңел сарсап киткәйне. Рәхмәт, мыртыйҙар!
Миңә һынамсыл ғына ҡарап ултырҙы ла:
– Рәүеф, һине лә күптән күргән юҡ ине. «Совет Башҡортостаны»ның үҙ хәбәрсеһе булып Учалы, Белорет, Бөрйән райондарында эшләгәндә һинең менән осрашыуҙар, ғаиләләр менән аралашыуҙар, фекер алышыуҙар, бәхәс бизмәнендә үлсәшеүҙәр һаман да иҫтә бит әле.
Мин Өфөлә «Ватандаш»та эшләгәндә килеп инеүең менән «Мәсетле, Ҡыйғы мишәрҙәренә ҡайнар сәләм!» – тип һаулыҡ һораша инем. Яуапһыҙ ҡалмай инең, Сәлимйән дә ҡушылып китер ине.
– Марат Хәләф улының исемен күтәреп сығыуыңа ныҡ ҡыуанам, онотолғайны бит, афарин! Дауамлы эшеңә фатиха, йәшел ут!
– Минең һеҙгә серем бар бит әле. Ҡәләмдәштәр хаҡында бер кәлимә һүҙ әйтәһе ине, роман-эссе булырмы, әлегә хәл итмәгәнмен. Исемен дә күңелемә һалғанмын, «Оло урамдан» тип йөрөгән булам. Сюжеты ла бар. Санаһы әҙер, аты ла егелгән, ултырырға һәм ижад сәйәхәтенең дауамлы һәм оҙайлы юлынан сабырға ғына ҡала. Ғүмер үтә, йөрәк тә һуңғы ваҡыт «шаярып» ҡуя, өлгөрөргә ине.
– Һис шикһеҙ, – тибеҙ, Ишмөхәмәт менән ҡушарлап. – Өлгөрөү түгел, быға өҫтәп «Оло юлдан» тигәнен дә күрергә яҙһын!
– Рәхмәт, мыртыйҙар! Һеҙҙең һүҙҙе йығып булмаҫ, тырышырмын инде...
Фәһемле генә һөйләшеү булғайны бына шунда. Бөгөн Ризванды күреүҙән, уның көр, ышаныслы тауышын, зыңғырлатып көлөп ебәреүҙәрен ишетеүҙән беҙ, уның дуҫтары, замандаштары, мәхрүмбеҙ. Үлеменә һис тә ышанғы килмәй, был уҙаманды юғалтыу йылдарынан юҡһыныу тойғолары артҡандан-арта бара.
Ошо һағыныу кисерештәрен яҙҙым да Ризван Хажиевтың «Әй буйына ҡайтам әле: Ваҡыт һынауы аша...» әҫәренә ҡарата әҙәбиәт белгесе, БДУ профессоры Гөлфирә Гәрәеваның: «...бала сағы һуғыш һәм унан һуңғы йылдарға тура килгән ғәрсел, сая, ғорур үҫмер геройҙың шәхес булараҡ өлгөрөү этаптары, рухи-әхлаҡи эволюцияһы күҙаллана, тормошта тотҡан көрәшсе позицияһынан сигенмәүе, маҡсаттарына ныҡышмал ынтылыуы, халҡына фиҙакәр хеҙмәт итеүсе шәхес образы һынландырыла...» – тип нарыҡлауында беҙ, әлбиттә, Ризван Хажиевтың шәхсән булмышын ап-асыҡ тоҫмаллайбыҙ.
Артабан да ул әҫәрҙәрендә үҙе кеүек сая, ярһыу, саф күңелле, баш эймәҫ көрәшсе позицияһынан тайпылмайынса йәшәгән, халҡына тоғро хеҙмәт иткән, еңеп сыҡҡан геройҙар концепцияһын уҡыусы йөрәгенә һалырға ашыҡты. Күңел түрендә ғазап кисергән замандаштар, уларҙың рухи донъяһын яҡтыртыуҙы маҡсат иткән новелла, романдар, ғилми хеҙмәттәр эш өҫтәлендә ҡалды. Үкенеүҙән башҡа сара бармы икән һуң!?
Ризван Закирхан улы үҙенең тәүҙә – 75, һуңынан 80 йәшенә лә бөтә һабаҡташтарын йыйырға хыялланып йөрөнө. Үҙе алсаҡ йылмайып:
– Исмаһам, ғүмерҙең шул мәлдәрендә ултырып, һөйләшеп алырға ине, – тигәне хәтергә уйылып ҡалған.


* * *

Мәсетле районының Һөләймән ауылында 1939 йылдың 30 сентябрендә тыуған Ризван Хажиев. Ауылында – башланғыс, Ләмәҙтамаҡта урта мәктәпте тамамлай. Һуғыш йылдарында халыҡ күргәнде Хажиевтар ғаиләһе лә кисерә. Кесерткән, алабута, иген ҡырҙығы менән тамаҡ туйҙырған мәлдәр йыш була. Өлгөргәнлек аттестаты алғас, ауыл егеттәре менән бер ҡор булып Силәбе өлкәһенең Баҡал ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Паровоз машинисы ярҙамсыһы һөнәрен ала, урындағы гәзиткә мәҡәләләр яҙа, уның әүҙем хәбәрсеһенә әйләнә. Өс йыл Совет Армияһында хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәт осоронда ла Ризван ҡәләм шымартырға форсат таба. Хәрби гәзиттәрҙә тиҫтәләгән һүрәтләмәләре, репортаждары баҫыла. Армиянан ҡайтҡас, райондың «Коммунист» гәзитендә эшләп ала. 1964 йылда Ризван Хажиев имтихандарҙы гел «бишле»гә тапшырып, университет студенты булып китә.
Факультеттың декан урынбаҫары Марат Минһажетдинов тәүге көндә үк студенттарҙы йыйып: «Төркөмөгөҙҙә күпселек – унынсы синыфты тамамлап килгән шымтый ғына малай-шалай, ҡыҙҙар. Тормош һурпаһын, нужа һурпаһын да татымаған бала-саға тип әйтеүем. Ололар ҙа етерлек, йәш айырмаһы – ете-һигеҙ йыл. Ике Рифегеҙ (Зарипов, Ханов), Илһам Сәйәхов, Фәтихә Хөсәйенова, Нәҡип Кәримов, Нажиә Нафиҡова, Мәүлиә Йосопова, Лазо Әлибаев, Мәрғүбә Дәүләтшина һәм Ризван Хажиев. Һеҙгә өс кешене яуаплы вазифаға күрһәтергә кәрәк. Минең һүҙҙе лә иҫәпкә алырһығыҙ тип өмөтләнәм. Бына улар – Зарипов, Әлибаев, Хажиев. Риф Зариповты – профсоюзға, Лазоны – комсомол секретары, Ризванды староста вазифаларына тәғәйенләүҙе һорайым», – тине.
Шулай хәл иттек. Өсөһө лә беҙгә оҡшап ҡалғайны инде. Лазо Әлибаев Учалынан, ғаиләле ине, икенсе курстан ситтән тороп уҡыуға күсте, райо­нына ҡайтып китте. Гел «бишле»гә уҡый башлағайны. Һәр фәнде тиҙ үҙләштерә, хәтере шәп. «Әрәм була инде был егет, уҡыуын бында дауам итмәй», – тип уҡытыусыбыҙ Вәли Шәғәли улы Псәнчиндең көйәләнеп торғаны иҫтә.
Беҙ старостанан уңдыҡ. Шәп етәксе булды Ризван, кешеләр менән идара итеү, ойоштороу һәләте уның ҡанында ине, һис шикһеҙ. Эйе, ғүмере буйы университет тормошонда осрап торған ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәшкән күренекле тел ғалимы, профессор Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталовтың һабаҡтарын төплө үҙләштергәйне Ризван. Төшөп ҡалғандарҙан түгел ине. Уҡыуы ла уңышлы барҙы. Журналист һөнәренә аяҡ баҫыуы ла тормошондағы сағыу бер ваҡиға ине. Ризван Хажиев «Василий» очерктар тупланмаһын һуңғараҡ «Бөйөк Татр бөркөтө» тип атаған документаль повесына тиклем үҫтерҙе.
«Совет Башҡортостаны» гәзитенең партия тормошо бүлеге мөдире, Башҡортостан Журналистар союзы идараһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының XII саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты, һуңынан Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты деканы урынбаҫары, журналистика кафедраһы доценты ла булды ул. «Ватандаш» журналының баш мөхәррире урынбаҫары булып эшләгән осорҙа респуб­ликала ғына түгел, ә Рәсәй ижтимағи һәм сәйәси ойошмалар даирәһендә билдәле йәмәғәт эшмәкәре, танылған журналист, яҙыусы ине.
Ризван Закирхан улы фән өлкәһендә лә ырамлы эшләне. Ул, 80–90-сы йылдарҙа башҡорт публицистика жанрында ҡолас ташлап, алдынғы сафта барҙы, байтаҡ хеҙмәттәрен нәшерләне. Мәҫәлән, «Башкирская публицистика 20–30-х годов» (Уфа, 1998), «Журналист оҫталығы дәрестәре» (Өфө, 1999) йыйынтыҡтары, гәзит-журналдарҙа донъя күргән ғилми мәҡәләләре быға асыҡ дәлил. Төрлө конференцияларҙа сығыштары – проблематик йүнәлешле булыуы, заманға ауаздашлығы йәһәтенән әлеге көндә лә студенттар, аспиранттар өсөн етди һәм актуаль мәғлүмәт сығанағы булып ҡала. Авторҙаш булараҡ нәшер иткән «Шомло Афған тауҙары» (Өфө, 1989), «Журналист булып ҡалам» (Өфө, 1999) китаптары уҡыусылар иғтибарын урап үтмәне.
Ижади емештәре өсөн Ризван Хажиев 1993 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ул Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙай­бирҙин, Мәсетле районы хакимиәтенең Рәшит Әхтәри исемендәге, «Совет Башҡортостаны», «Кызыл таң», «Йәшлек» гәзиттәре, «Ватандаш», «Һәнәк» журналдарының йыллыҡ премиялары лауреаты.
Яҙыусы Аҫылғужа Баһуманов үҙенең «Юлдаш итеп үткер ҡәләмде...» мәҡәләһен Ризван Хажиевтың ижадына арнап яҙғайны. Унан бер өҙөк: «...1987 йылдың декабрендә Динис Бүләковтың тәҡдиме менән Ризван Хажиев Башҡортостан Журналистар союзы идараһының яуаплы секретары, ә нәҡ бер йылдан һуң рәйесе итеп һайлана һәм шул ауыр, мәшәҡәтле, сетерекле эште һигеҙ йыл буйына тарта. Ошо дәүерҙә Башҡортостан һөнәри ойошмаһының абруйы бермә-бер күтәрелә. Рәсәй журналистарының Мәскәүҙәге Союздар йортонда үткән III съезын Ризван Хажиевтың алып барыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй...»
Күренекле сатира оҫтаһы, яҙыусы Марсель Сәлимов «Һағынам һине, Чапайым» бәйәнендә: «...Ризван дуҫымды Һөләймән ҡайындары араһында мәңгегә ҡалдырып киткәс, күңелемдә ошо шиғыр юлдары тыуҙы:

Һоҡланмаған кеше юҡтыр –
Әй-һәй, йәмле Әй буйы!
Туйып булмай, Әй буйында
Ял итһәң дә йәй буйы.

Гүйә, һаҡлап тора елдән
Һөләймәнде аҡ ҡайын.
Ҡайынды ҡосоп иланым,
Күргәс йәшен һуҡҡанын.

Байсауыл тауын иңрәтеп,
Ауып төштө ҡуш ҡайын...
Һағынам һине, Чапайым,
Ҡуш йөрәкле дуҫҡайым.

Ә бит минең Ризван Хажиев урамынан атлап, Ризван Хажиев исемендәге мәктәпкә барып, Ризван Хажиев исемендәге премия лауреаттарын ҡотлағым килә. Һәм уның ҡәберенә ҡайын ултыртырға теләйем», – тигәйне хушлашҡанда Марсель Сәлим.
Күренекле әҙип, үткер ҡәләмле публицист, тура һүҙле журналист, йәмәғәт эшмәкәре, халҡының ялҡынлы патриоты Ризван Закирхан улы Хажиев үҙенең тыуған төйәге – Әй буйына мәңгелеккә ҡайтты. Ваҡыт һынауҙарын үтеп, милләт яҙмышын ҡурсалап, мәңге-мәңгегә данлы исем-шәрифе менән атайсалы – Һөләймәненә ҡайтты.
Фани донъянан китһәң дә, 80, 90, 100 йәшең тулғанда ла һинең, дуҫым, изге рухың тағы ла нурланып асманға ашһын, тереләргә йән өрһөн, күңелдәрен яҡтыртһын. Халҡың хәтерендә һин һәр саҡ ҡыйыу фекерле, ҡаҡшамаҫ ихтыярлы Журналист булып йәшәйәсәкһең. Был инде һабаҡташ дуҫыбыҙға, замандашыбыҙға ҡарата һағыныу үә юҡһыныу тойғоларына сорналған баһаларҙың иң ҡиммәтлеһе булһын.

Дуҫыбыҙ хаҡында

«Ризван! Өсөбөҙ – Рәүеф, һин һәм минең осрашыуҙағы иҫтә ҡалған ҡайһы бер моменттарҙы яҙып ҡуйырға кәрәк тип уйлайым. Һинең артабанғы яҙмаларыңа күпмелер биттәр ҙә өҫтәһен тип әйтеүем. Был һүҙҙәрҙе хат кеүек ҡабул ит, дуҫым!
Ризван! Башҡорт төркөмөндә башҡалар кеүек, мин дә һинең беҙҙең староста булыуыңа ныҡ ҡыуанғайным. Беҙҙән олораҡ, тәжрибәлерәк булыуың менән генә түгел, ә ысын кеше булыуың, ҡыҙҙар-егеттәрҙең яҙмышына көндәлек иғтибарың, ярҙамың өсөн һин группала ғына түгел, университет кимәлендә абруйлы булыуың менән ҡыуаныс, ғорурлыҡ кисерә инек! Тағы ла шуныһы – Башҡорт дәүләт университетына бөйөк төркиәтсе, тел ғалимы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев исемен бирҙереү өсөн ҡаһармандарса көрәшеүең һоҡландырҙы. Һин, Ризван дуҫым, Башҡортостандың күренекле журналисы. Публицистика жанрын ғилми үҫтереүгә тос өлөш индергән әҙәбиәтсе-ғалим, тиҫтәләгән китаптар авторы – күренекле яҙыусы тигән шөһрәтле исемгә лайыҡһың! Уңыштар һиңә! Осрашҡанға тиклем».
Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, ғалим.


* * *
«...Ризван Хажиев башҡорт халҡының ялҡынлы трибуны булды...»
Рауил Бикбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры.


* * *
«...Әй буйына ҡайтам әле» повесы – ул автобиографик әҫәр. Уны уҡығанда күҙ алдымда Ризван Хажиевтың тормош позицияһы яҡтырғандан яҡтыра бара...»
Урал Аллаяров, журналист.


* * *
«...Мин ғүмерем буйы публицистика жанрына тоғро булдым. Һәр заманда публицистика өлкәһендә ижад итеүселәр килеп тыуған мәсьәлә тураһында үҙ мәлендә яҙып сыға, яҙмыштар хәленә объектив анализ бирә. Был өлкәлә эшләү үтә лә ауыр һәм яуаплылыҡ талап итә. Шундай журналист-публицистарҙың береһе – Ризван Хажиев...»
Тайфур Сәғитов, әҙип.

Башҡорт дәүләт университетының 1-се курс студенттары. Февраль, 1965 й.
Башҡорт дәүләт университетының 1-се курс студенттары. Февраль, 1965 й.
Автор:Рәүеф ШАҺИЕВ, филология фәндәре кандидаты
Читайте нас: