Все новости

ҠОРҒА ЙЫЙҘЫ БЕҘҘЕ СИЛӘБЕ

Редакциябыҙ журналистарының Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре башҡорт теле уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә ҡатнашып ҡайтыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Унда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тарихсы һәм журналист Рәшит Хәкимовтың «Япон мулла» романы буйынса конференция ла уҙғарылды. Киң уҡыусылар ҡатламын йәлеп иткән был әҫәр баҫмабыҙҙың быйылғы февраль-июнь һандарында баҫылып сыҡҡайны. Һеҙҙең иғтибарға конференцияла яңғыраған ҡайһы бер сығыштарҙы тәҡдим итәбеҙ.

ҠОРҒА ЙЫЙҘЫ БЕҘҘЕ СИЛӘБЕ
ҠОРҒА ЙЫЙҘЫ БЕҘҘЕ СИЛӘБЕ

«Рәсәйҙең тере шишмәләре...»

П.И.Чайковский исемендәге Көньяҡ Урал дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, Силәбе өлкәһенең Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәһе етәксеһе, филология фәндәре кандидаты Ҡамса Мортазин:

– Көньяҡ Уралдың башҡорт һәм татар телендә ижад иткән яҙыусыларын берләштер­гән беҙҙең ойошма былтыр үҙенең 60 йыллы­ғын билдәләне. Рәсәй Яҙыусылар союзының Силәбе бүлексәһе рәйесе, шағир Олег Павлов, берекмә эшмәкәрлегенә баһа биреп, уны Рәсәйҙең тере шишмәләре менән сағыштыр­ҙы. Был хаҡ баһа. Силәбе башҡорттарының тормошонда уның роле бик ҙур.
Силәбе һәм Ҡурған өлкәһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһына ла тәүге көндәрҙән үк ышаныслы партнерҙар булдыҡ. Берлектә үткәрелгән дөйөм саралар региондың рухи мәҙәниәте үҫешенә һәм ижади интеллигенцияның берләшеүенә бермә-бер өлөш индерә. Бөгөнгө конференция ла быға ҙур дәлил.
Арғаяш районында уҙғарылған «Кәтибә Кинйәбулатова уҡыуҙары», «Сәләм уҡыуҙары», Сосновка районында үткәрелгән асыҡ дәрестәр матур йолаға әүерелде. Этномәҙәни белем биреү маҡсатында Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Сәфинә Хәкимова етәкселегендә Магнитогорск ҡалаһында – «Аҡмулла уҡыуҙары», «Мостай уҡыуҙары», «Хәй уҡыуҙары», «Атайсал», Силәбелә П.И.Чайковский исемендәге Көньяҡ Урал дәүләт сәнғәт институты базаһында «Рафиҡов уҡыуҙары» кеүек ижади проекттар тормошҡа ашырылды. Көньяҡ Урал документалистикаһы оҫтаһы, билдәле ғалим Рәшит Хәкимовтың фәнни хеҙмәттәрен һәм әҙәби әҫәрҙәрен өйрәнеү маҡсатында «Хәкимов уҡыуҙары»н да ойоштороп ебәрһәк, тағы бер матур башланғысҡа нигеҙ һалыныр ине.
Халыҡ рухы урғылған ерҙә көслө ижад үрнәктәре тыуа, тиҙәр. Көньяҡ Урал ижадсыларының әҙәби һәм мәҙәни тормошо был һүҙҙәргә ҡеүәт. 106 йәшлек ғүмер юлын уҙған шағир-фронтовик Әхмәт Рафиҡовтың «Калуганан Берлинға тиклем» тип исемләнгән автобиографик повесы – йәштәрҙе тәрбиәләү эшендә өҫтәл китабы булырҙай әҫәр.
Тыуған яҡты өйрәнеү буйынса фәнни эҙләнеүҙәр, әҙәби әҫәрҙәр, пуб­лицистик хеҙмәттәр менән Арғаяш районы вәкилдәре лә әленән-әле ҡыуандырып тора. Арғаяштарҙың «Таң нурҙары» әҙәбиәт берекмәһе киләһе йыл 30 йыллығын билдәләй. Улар араһында Зәйтүнә Хәйруллина менән Азат Кинйәбулатовтың тыуған яҡты өйрәнеү буйынса хеҙмәттәрен, мәғариф ветераны Сәймә Фазылованың «Бибисара» повесын, Гөлъямал Нәжмиеваның шиғыр йыйынтыҡтарын, Ҡәйүм Ҡушаевтың хәтирәләр китабын һәм, әлбиттә, Рәшит Хәкимовтың тарихи әҫәрҙәрен айырым билдәләп үтергә мөмкин.
Билдәле публицист, йәмәғәт эшмәкәре, тарих фәндәре кандидаты Рәшит Хәкимов – 13 китап авторы. Уның «Яҡтылыҡҡа оҙон-оҙаҡ юл» документаль повесы һәм «Япон мулла» роман-эҙләнеүҙәре Көньяҡ Урал әҙәбиәтендә яңы күренеш булараҡ баһаланды.
Һуғыш – ул ғәҙәттән тыш хәл. Кешелеклелек сифаттарына һынау. Рәшит Хәкимовтың «Яҡтылыҡҡа оҙон-оҙаҡ юл» әҫәрендә Граждандар һуғышы ваҡытында, Рәсәйҙә сәйәси катаклизмдар осоронда дин әһеле Минһажетдин Нуримановтың ун дүрт йәшлек ҡыҙы Хәнифә менән Мәккә ҡалаһына барып етеп, хаж ҡылғаны һүрәтләнә. Төрлө һынауҙар аша үткән был изге сәфәр, әле быуыны ла нығынып етмәгән үҫмер ҡыҙ өсөн уны хаҡ юлға төшөргән, яҡтылыҡҡа әйҙәгән, киләсәк тормошон билдәләгән рухи яңырыш булараҡ ҡабул ителә.
Рәшит Хәкимовтың проза әҫәрҙәре – халҡыбыҙҙың тарихи риүә­йәттәренең хәҙерге әҙәбиәт ҡалыбына һалынып дауам ителеше ул.


«Шәхесте хөрмәт итеү – изге эш...»

Сәфинә Фәтхетдинова-Хәкимова, Магнитогорск ҡалаһының «Аҡ ҡауырһын» әҙәби берекмәһе етәксеһе:

– Силәбе өлкәһенең Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәһе ағзалары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы Магнитогорск ҡалаһының «Аҡ ҡауырһын» әҙәби берекмәһе менән берҙәм булып, башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлап ҡалыу эшенә ҙур өлөш индерә, тиһәм, яңылышмам. Беҙҙең әҙәби берекмә, алыҫ араларҙы яҡынайтып, ихлас әүҙемлек күрһәтеп, «Ағиҙел», «Башҡортос­тан ҡыҙы» журналдары, яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәреп тора.
Аҡмулла айлығы Силәбе өлкәһенең алыҫ көньяғынан башланып китте, сөнки ҡаҙаҡ далалары ла, Кәртәле яҡтары һәм боронғо данлы Троицк ҡалаһы ла мәшһүр шағирҙың эҙҙәрен һаҡлай. Был матур башланғысҡа беҙҙең ут күршеләребеҙ – Әбйәлил районы яҙыусылары, уҡытыусылар һәм мәктәп уҡыусылары дәррәү ҡушылды.
Силәбе өлкәһенең көньяғы Мифтахетдин Аҡмулланың тормош биографияһы менән тығыҙ бәйләнгән. Беҙҙең яҡтың топонимик атамаларында ла уның исеме сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, Аҡмулла йылғаһы (Ҡарағайлы йылғаһының һул ҡушылдығы) бар. Шулай уҡ 1925 йылда Кәртәле районында Аҡмулла ҡасабаһы барлыҡҡа килә. Ул Неплюевский ауыл советына ҡарай. Әммә 1930 йылда уның атамаһы Димитриево итеп үҙгәртелгән. Был факттар тарихи яҡтан ентекле өйрәнеүҙе талап итә.
Башҡортостанда үткәрелгән сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып ҡайтҡандан һуң Силәбе өлкәһендә лә тәүге тапҡыр ошондай бәйге ойошторорға йөрьәт иттек. Башҡортостан Яҙыусылар берлеге, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы һәм Әбйәлил районының «Йәйғор» әҙәби берекмәһе ағзалары араһында «Әйтеш» беренсе төбәк-ара сәсәндәр бәйгеһе ойошторҙоҡ. Әбйәлил районы сәсәндәре етәксеһе, мәғариф алдынғыһы Фәнүзә Зиннур ҡыҙы Биктимерова менән иңгә-иң терәшеп эшләү сараны юғары кимәлдә уҙғарырға булышлыҡ итте. Һөҙөмтәләргә килгәндә, Әбйәлил һылыуы Зөлфирә Ҡарағужина менән Силәбе өлкәһе Межозерный ҡасабаһынан сәсәниә, ҡәләмдәшебеҙ Фәнүзә Зөлҡәрнәева еңеүсе булды.
Бынан тыш Илсиә Ҡасимова (Әбйәлил районы, Хәмит ауылы), Рәйлә Хисмәтуллина (Силәбе өлкәһе, Ҡыҙыл районы), Фатима Һибәтова (Әбйәлил районы, Рысҡужа ауылы), Мәүлиҙә Ибраһимова (Ҡоншаҡ ра­йоны, Ҡоншаҡ ауылы), Гөлназ Мурзина (Магнитогорск ҡалаһы) шиғыр, нәсихәттәре һәм музыкаль номерҙары менән ихлас ҡатнаштылар.
«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы редакцияһы, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы менән берлектә уҡытыусылар араһында әҙәби-тарихи викторина үткәрелде.
Уҡыусы балалар араһында ла бәйгеләр уҙҙы һәм ыңғай һөҙөмтәләре менән ҡыуандырҙы.
Мифтахетдин Аҡмулла ижады буйынса сәсәндәр ярышын үткәреүҙе артабан матур йолаға әйләндереүҙе күҙ уңында тотам. Ошо мөхиттә шиғырҙар яҙған, һуңғы һулышын әлеге Силәбе тупрағында алған, яҡты эҙҙәрен ҡалдырған шәхескә, хәҙерге көндә лә ижады бик актуаль булған мәғрифәтсегә был ҙур рухи һәйкәл булыр ине.
Шулай уҡ Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылына арнап, Магнитогорск ҡалаһында март айында матур саралар уҙғарҙыҡ. Башланғыстарҙы нығытып, артабан дауам итергә, Башҡортостан яҙыусылары менән күберәк аралашырға ниәтебеҙ.
Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәне етәкләп килгән Ҡамса Дәүләтбай улы Мортазинға рәхмәтебеҙ бик ҙур. Һәр берекмә ағзаһына ҡанат ҡуйып, маяҡ булып, алға әйҙәүсе, изге йөрәкле шәхес ул.
Ә инде Рәшит Хәкимовтың «Япон мулла» романы буйынса Силәбе өлкәһенең башҡорттар йәшәгән һәр районында айырым осрашыуҙар үткәреү кәрәктер тиеп уйлайым. Тәрән мәғәнәле был әҫәр эсенә күпме нәмә һыйған: дин, әхлаҡ, тарих, шәхестәр, йолалар...
Эйе, беҙ Совет осоро балалары, әммә ул ваҡытта ла, хәҙерге мәлдә бик кәрәгерҙәй тәрбиә алып үҫкән кешеләр. Дин – ул тәрбиә. Иманға ҡайтыу – башҡорттоң тағы бер мәртәбә ысынбарлығын иҫбатлау, онотолған тарих биттәрен өҫкә сығарыу. Ә бит халҡыбыҙҙың бик уҡымышлы, талантлы шәхестәре күп булған. Дини йолалар үтәлә икән, тимәк, асылыбыҙ ҙа һаҡлана, тергеҙелә. Тимәк, был романға ихтыяж ҙур буласаҡ. Уның китап булып донъя күреренә бик ышанам. Шәхесте ваҡытында хөрмәт итеү, ижадына ҡанат ҡуйыу, һәләтен күрә белеү, ярҙам итеү – иң изге эш, тип иҫәпләйем.


«Данлы ата-бабаларыбыҙҙы гел иҫтә тотабыҙ...»

Альберт Шәрәфетдинов, Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Ҡуйһары ауылы мәсете имам-хатибы, Ҡорбанғәлиевтәр нәҫеленән:

– Беҙҙең нәҫел элек-электән дин юлына әйҙәүсе, дин дәрестәрен уҡытыусы булған. Беҙҙең яҡтарҙа Ҡорбанғәлиевтәр тотҡан Миҙиәк мәҙрәсәһен белмәгән кеше юҡтыр. ХХ быуат башында был уҡыу йорто тураһында бөтә Рәсәй мосолмандары хәбәрҙар булған. Мәҙрәсәлә бер юлы 320 шәкерт белем алған. 1912 йылда нәшер ителгән «Ислам донъяһы» («Мир ислама») журналында былай тип яҙылған: «Миҙиәк мәҙрәсәһе – иң ҙур мәҙрәсәләрҙең береһе һәм ундағы уҡытыу процесы ныҡ юғары кимәлдә ҡуйылған». Күреүебеҙсә, атаһы Ғәбиҙулла ишан Ҡорбанғәлиев ойошторған мәҙрәсәлә һалынған ғилем орлоҡтары Мөхәммәт-Ғәбделхәйгә хатта Япония тарафтарында ла юғалып ҡалмай, кешеләрҙе дингә өндәргә ярҙам иткән.
Беҙҙең ата-бабабыҙ Арҡа батырҙың улы Йосоп Арыҡов 1770–1866 йылдарҙағы башҡорт восстаниеһы етәкселәренең береһе була. Был ҡеүәтле нәҫелдән өс шәйех үҫеп сыҡҡан: Ғәбделхәким Сарҙаҡлы заманында Зәйнулла Рәсүлевтең остазы булған. Ғәбделхәким ишандың улы Ғибәҙулла Ҡорбанғәлиев тә шәйех дәрәжәһенә күтәрелгән. «Япон мулла» романының төп геройы шәйех Мөхәммәт-Ғәбделхәй Ғибәҙулла улы Ҡорбанғәлиев иһә – Ғәбделхәким Сарҙаҡлының ейәне була.
Беҙ данлы ата-бабаларыбыҙҙы гел иҫебеҙҙә тотабыҙ. Күренекле дин әһелдәре Ҡорбанғәлиевтәрҙең эшмәкәрлегенә арналған фәнни-ғәмәли конференциялар, йыйындар үткәреп торабыҙ. Был сараларҙа Силәбе тарихсылары менән бер рәттән Өфөнән килгән Айһылыу Юнысова, Салауат Хәмиҙуллин кеүек ғалимдар ҙа сығыш яһай.
Ҡорбанғәлиевтәр тураһында халыҡ араһында төрлө фекер йөрөй ине. Тарихсы ғалимдарҙың сығышы күп шикле һорауҙарға яуап табырға ярҙам итте. Шәхсән үҙем шуны аңланым: Ҡорбанғәлиевтәр үҙ һүҙен һүҙ итә торған кешеләр булған. Буш вәғәҙә бирмәгән, әйткәнен үтәгән, йәки үтәргә тырышҡан. Был уларҙың ныҡ яуаплы булыуын күрһәтә. Шундай сифатҡа эйә булмаһа, 35 йәшлек кенә көйө Япония һынлы Японияла дин таратыу юлындағы глобаль масштабтағы мәсьәләләрҙе хәл итә алыр инеме кеше?
Аллаһу Тәғәләгә мөкиббән инанған Мөхәммәт-Ғәбделхәй Ҡорбан­ғәлиев, эмиграциянан ҡайтҡас, «революцияға ҡаршы эшмәкәрлек өсөн» тигән статья менән ун йыл буйы Владимир ҡалаһындағы төрмәлә тотҡонлоҡта була. 1950-се йылдар аҙағында, 66 йәшендә, саҡ тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Ғүмеренең аҙағынаса Үҙәк мәсеттә имам-хатип вазифаһын башҡара. Силәбе мосолмандары уны Япон мулла тип атай. Әле булһа ошо исем иҫтәрендә һаҡланған.
Рәшит Шәфҡәт улының Мөхәммәт-Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиев тура­һында роман яҙыуы бик маҡтаулы эш. Аллаһу Тәғәлә оло сауаптарын насип итһен!


«Был турала яҙмау мөмкин түгел ине!..»

Рәшит Хәкимов, тарих фәндәре кандидаты, «Япон мулла» романының авторы:

– Ҡәҙерле уҡытыусылар, яҡташтар! Хөрмәтле Башҡортостан ҡунаҡтары! Рәхмәт һеҙгә алыҫ юлды яҡын итеп беҙгә, Силәбегә, килгәнегеҙгә. Ошондай һәр осрашыу беҙгә илһам, яңы көс бирә. Шөкөр, беҙ оло Башҡортостан менән бергә йәшәйбеҙ, туған республикабыҙ беҙҙе онотмай, ситтә ҡалдырмай. Башҡортостан йәшәһә, беҙ ҙә юғалмаҫбыҙ.
Үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ, хәҙер айфондар, социаль селтәрҙәр заманы. Улар балаларҙы ғына түгел, ололарҙы ла үҙенә арбаған. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, беҙҙең урындағы уҡытыусыларыбыҙ, әҙәбиәт һөйөүселәр, ҡоролтай активистары балаларыбыҙҙы әсә теленән айырмаҫҡа тырыша.
Был юҫыҡта Ҡамса Мортазин етәкләгән Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә лә күп көс һала.
«Япон мулла» романына килгәндә, уны ижад итер алдынан миңә Мөхәммәт-Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиев тураһында бер нисә фәнни мәҡәлә баҫтырырға тура килгәйне. Легендар шәхестең бер үк ваҡытта шул тиклем аяныслы һәм шул тиклем сағыу яҙмышы ҡулыма ҡабат ҡәләм алырға мәжбүр итте. Икенсенән, яҡындан белмәһәм дә, хәҙрәтте өләсәйем үткәргән аят мәжлесендә тап иткәнем бар ине. Дин әһеле мине үҙенең иҫ киткес энергетикаһы менән хайран ҡалдырғайны.
Мөхәммәт-Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиев – үҙебеҙҙең Арғаяш башҡорто. Уны күреп-белгән кешеләр әле тере саҡта уларҙың иҫтәлектәрен дә тарих биттәренә теркәге килде.
Токио ҡалаһында беренсе мәсет төҙөткән Ҡорбанғәлиевтең тормош юлы – ул үҙе бер ҡаһарманлыҡ. Ул үҙенең халҡына һәм ислам диненә тоғро хеҙмәт иткән. Ғүмер юлының драматик ваҡиғаларға шул тиклем бай булыуы яҙыусы фантазияһынан да ашып китә. Әлбиттә, яҙмышында беҙгә билгеһеҙ мәлдәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, Владимир ҡалаһындағы төрмәлә булған осоро. Бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеүемә ҡарамаҫтан, махсус хеҙмәттәр архивы бер ниндәй мәғлүмәт менән дә бүлешмәне.
Төп геройымдың рухи ныҡлығы иҫте китерә. Нимә генә кисермәй ул: еңелеү, яҡындарын юғалтыу, йәшәгән иленән ҡыуылыу, махсус төрмәгә бикләнеү, сит илгә сығырға тыйылыу сәбәпле, ғүмеренең аҙағынаса Японияла тороп ҡалған һөйөклө ҡатыны, ғәзиз балалары менән күрешә алмау... Күптәр уны аңламай. Күптәр, хатта ҡайһы бер туғандары ла, эҙәрлекләүҙәрҙән ҡурҡып, уның менән аралашыуҙан баш тарта...
Роман өҫтөндәге эш тамамланһа ла, әле булһа Япон мулла яҙмышына ҡағылышлы яңынан-яңы факттар асылып тора. Әхмәтзәки Вәлиди, Абдулҡадир Инан, Ғәлимйән Таған кеүек большевиктар тарафынан эмиграцияға китергә мәжбүр ителгән башҡорт милли интеллигенцияһының аҫыл бер вәкиле Мөхәммәт-Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиев шәхесе буйынса фәнни эҙләнеүҙәр артабан да дауам ителергә тейеш. Ошо һанап үткән шәхестәр сит илдә лә ғәйәт ҙур уңыштарға өлгәшкән, киң танылыу яулаған. Тыуған Башҡортостанынан шундай мәшһүр ир-егеттәрҙе айырыуҙары әйтеп бөткөһөҙ үкенесле! Һуңынан, 1930 йылдарҙа, Совет власы, Сталин йөҙөндә, ҡалған милли элитаны ла ҡырып бөтөрә. Йәш республика өсөн был бик ауыр, кире ҡайтарғыһыҙ юғалтыу була.
Етмеш йыл дауамында Совет власы башҡорттарҙың хәтеренән аҫыл улдарының исемен юйырға маташты. Уларҙың хатта фамилияларын да иҫкә алыу тыйыла ине. Әле булһа хәтеремдә: өсөнсөмө, дүртенсеме класта уҡып йөрөгән сағым. Ауылдашым, туған тейешле Фәйзрахман Хәкимов ағай кем тураһындалыр иҫкә алғанда, бышылдап ҡына: «Ул бит элекке вәлидовсы!» – тип ҡуйғайны.
Халҡыбыҙҙың үҙ тарихын белеп еткермәүе, күп ваҡиғаларҙың йәшерелеп йәки үҙгәртелеп килеүе һәм «Кем беҙ? Ҡайҙан беҙ? Ҡайҙа китеп барабыҙ?» тигән һорауҙарға яуап эҙләү күп яҙыусыларҙы тарихи романдарға тотонорға сәбәпсе иткәндер ҙә инде. Мәҫәлән, Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә», Спартак Ильясовтың «Ҡолой кантон», «Ҡағанат вариҫтары» кеүек романдары быға асыҡ миҫал. Минең дә был жанрға тотонорға йөрьәт итеүем осраҡлы хәл түгел ине. Мөхәммәт-Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиевтең күренекле шәхесе – үҙе этәргес булды. Шулай уҡ танылған яҙыусы Флүр Ғәлимовтың «Шайморатов генерал» романы ла ҡәләмгә үрелергә илһамландырҙы. Мин был романды ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡтым, Арғаяшҡа килгәнендә авторҙың үҙе менән дә осрашып һөйләштем.
Үҙемде яҙыусы итеп түгел, эҙәрмән-тарихсы итеп хис итәм һәм шуға ла ижади оҫталыҡтарым менән маҡтана аламдыр тип уйламайым. Әммә был турала яҙмау мөмкин түгел ине!.. Мин документтарға таянып эш итергә тырыштым. Әлбиттә, әҙәби әҫәр уҡымлы булһын өсөн, ниндәйҙер уйлап сығарылған өҫтәмәләр ҙә индерелде, уларҙың ни кимәлдә камил булы­уын уҡыусы үҙе билдәләр.

П.И.Чайковский исемендәге Көньяҡ Урал дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, Силәбе өлкәһенең Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәһе етәксеһе, филология фәндәре кандидаты Ҡамса Мортазин:
Сәфинә Фәтхетдинова-Хәкимова, Магнитогорск ҡалаһының «Аҡ ҡауырһын» әҙәби берекмәһе етәксеһе:
Альберт Шәрәфетдинов, Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Ҡуйһары ауылы мәсете имам-хатибы, Ҡорбанғәлиевтәр нәҫеленән:
Рәшит Хәкимов, тарих фәндәре кандидаты, «Япон мулла» романының авторы:
П.И.Чайковский исемендәге Көньяҡ Урал дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, Силәбе өлкәһенең Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәһе етәксеһе, филология фәндәре кандидаты Ҡамса Мортазин:
Автор:Зөлфиә Ханнанова, «Ватандаш»
Читайте нас в