Шағирә, "Ватандаш"тың әҙәбиәт бүлеге мөхәррире, Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зөлфиә Ханнанова Белорусь Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы итеп ҡабул ителде. Был тәҡдим белорус ҡәләм оҫталары тарафынан яһалды.
Хеҙмәттәшебеҙҙе ошо уңайҙан ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм яңы ижади бейеклектәргә артылыуын теләйбеҙ!
Беренсе фотола Зөлфиә Миндебай ҡыҙы Белорусь Республикаһының яҙыусылар союзы председателе Алесь Карлюкевич менән. Шағирә уның китабын башҡорт теленә тәржемә иткәйне.