Әҡлимәнең ҡәләмгә тотоноуы тормош талабынан килеп сыҡҡандыр, моғайын. Совет осоронда йәшәп өлгөргәндәр яҡшы белә: партия, совет органдарында етәксе булып эшләгән кешенең эшмәкәрлегенең айырылмаҫ бер өлөшө матбуғатта сығыш яһау ине. Учалы районы һәм ҡалаһының дубляж гәзите «Ураҡ һәм сүкеш»тә эшләгәндә минең менән бер кабинетта ултырған коллегам Динә Талхина, номерҙы тултырырға материал етмәһә: «Эй, Әҡлимә Сафинаға заказ бирәйем әле, хәҙер яҙып ебәрә ул», – ти ҙә Сәфәр ауыл советына шылтырата ине (Динә авторҙар менән оҫта эшләне. Уларҙың һәр береһенең һәләт-мөмкинселектәренә ҡарап эш ҡуша, ялҡауыраҡтарҙы, яҙ, һин талантлыһың, тип әрләп тә яҙҙырта ине. Динәнең был һәләте Өфөгә, китап нәшриәтенә эшкә килгәс, тағы ла нығыраҡ асылды. Хәйер, уныһын беҙҙең быуын яҙыусы ҡәләмдәштәрҙең күбеһе үҙендә татығандыр. Быныһы һүҙ ыңғайында ғына.)
Тәүге хикәйәһен Әҡлимә 1997 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ойошторған «Заман һәм ҡатын-ҡыҙ» исемле конкурста ҡатнашыу өсөн яҙып ҡарарға йөрьәт итә. Был бәйгелә башлап яҙыусы автор «Сөсө күмәс тәме» тигән әҫәре өсөн дәртләндереү премияһына лайыҡ була. Улай ғына ла түгел, һуңыраҡ ул хикәйәне Ғәзим Шафиҡов руссаға тәржемә итеп «Бельские просторы» журналында баҫтырып сығара. Көтөлмәгән шатлыҡтан дәртләнеп китеп, Әҡлимә тағы бер хикәйә яҙа. «Урланған мөхәббәт» исемле әҫәре Рәшит Солтангәрәевтең баш һүҙе аҫтында «Ағиҙел» журналында баҫылып сыға: «Был хикәйәне уҡып сыҡҡас, бер аҙ уйланып ултырҙым: кем һуң ул Әҡлимә Сафина, был хикәйәне үҙе яҙғанмы, берәйһе яҙышҡанмы? Шулай уйлауым да ғәжәп түгел, сөнки ижад менән шөғөлләнгән, бигерәк тә проза яҙғандарҙың исеме ярайһы таныш беҙгә. Аптырағас, Сафинаны белгән кешеләрҙән һораштым. «Яҙа ул, яҙыша, район гәзитендә хикәйәләре баҫылғылап тора», – тинеләр. «Ут бисә ул», – тип өҫтәп ҡуйҙылар. Иҫемә төштө: был «ут бисә» менән осрашҡан да булған икән – колхоздың партком секретары сағында. Ысынлап та, ут ине шул – шартлап тора...» Артабан Р.Солтангәрәев, Ә.Сафинаның бай биографияһын барлағандан һуң, былай тип дауам итә: «Ошондай эштәрҙә эшләп, ауылдың мәшәҡәтле тормошонда ижад менән шөғөлләнергә ваҡыт табыу – үҙе үк ҡаһарманлыҡ, тип әйтергә мөмкин.
Редакция өҫтәлендә Әҡлимә Сафинаның бер нисә хикәйәһе ята. Әлбиттә, авторҙың әҙәби тәжрибәһе юҡлығы, кәңәшкә мохтажлығы һиҙелә. Был аңлашыла ла: әгәр ҙә әҙәби мөхиттә йәшәп, әҫәрҙәрен секцияларҙа тикшертеп көн итһә, бәлки, ул был көндә күптән өлгөргән прозаик булып етешер ине. Иң мөһиме: Әҡлимә тормошто яҡшы белә, әҫәрҙәре тормошсан, яһалмалыҡ юҡ, шуға ла улар уҡыусыны ышандыра, ҡыҙыҡһынып уҡыла.
«Ағиҙел»дең уҡыусыларына тәҡдим ителгән был хикәйәгә, ваҡ-төйәкте алмағанда, ҡул теймәне тиерлек. Авторҙы уңышы менән ихластан ҡотлап, донъя мәшәҡәте бөтмәҫ, тип әҙәби ижадҡа ныҡлабыраҡ тотоноуын теләргә генә ҡала. Хакимиәт башлыҡтары табылыр, ә һәләттәрҙе уҡытып та, өйрәтеп тә яһап булмай».
Башҡорт прозаһының мэтры әйткән был һүҙҙәрҙән һуң Әҡлимә ижадҡа ныҡлап тотона һәм «Йәйғором – зәңгәр күҙем» исемле тәүге китабы «Ҡырсынташ» йыйынтығында 2000 йылда донъя күрә.
Һуңынан бер-бер артлы «Өҙөлгән моң» (2004), «Освенцим тотҡоно» (2009), «Яҙҙар көтәм» (2009), «Йәшәү йәме» (2011), «Алъяпҡыслы малай» (2013) исемле китаптары баҫылып сыға.
Әҡлимә Сафинаның хикәйә, повестарындағы ваҡиғалар барыһы ла тормоштан алынған, һәр бер геройының тип әйтерлек прототибы бар. Әҫәрҙәрҙәге драматик ваҡиғаларҙың көтөлмәгән сюжет боролоштарының авторы – тормош үҙе. Яҙыусының үткер күҙе, отҡор күңеле уҡыусының иғтибарын геройҙарҙың эш-ҡылыҡтарының эске мотивтарына йүнәлтә, күңелдәре менән йә хупларға, йә хөкөм итергә мәжбүр итә. Был әҫәрҙәрҙе уҡыған ябай уҡыусыларҙың күптәренән, иламайынса уҡып булмай, тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнем бар. Ышанам.
Яҙыусының һуңғы ун-ун биш йылдағы ижадына байҡау яһаһаң,
донъя күргән китаптарының күбеһе документаль-публицистика жанрында яҙылғанлығына иғтибар итәһең. Был авторҙың тыуған төбәгендәге йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәүе, уның тарихына, кешеләренә мөхәббәтенәндер, моғайын. Китаптарҙың исемдәрен генә атау ҙа етә, барыһы ла аңлашыла: «Сәфәрем – тыуған төйәгем» (2009), «Халҡыбыҙҙың мәшһүр улы» (Зәйнулла ишан Рәсүлев тураһында) (2013), «Учалылар Афғанстанда» (2014, 2018), «Ирәмәлдең ҡаурый ҡәләме» (Учалынан сыҡҡан, унда эшләп киткән яҙыусылар һәм журналистар тураһында белешмә) (2016), «Майҙандарҙа бил һынаша Учалы батырҙары» (көрәшселәр тураһында) (2017), «Ҡайтырбыҙ, тип киткәйнегеҙ ҙә» (һуғышта улын юғалтҡан Ильясовтар заты тураһында) (2018), «Рәмзиләнең ғүмер мәлдәре» (ауылдашы шағирә Рәмзилә Хисаметдинова тураһында) (2019), «Ишетәһегеҙме, ул тере!» (ауылдашы Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлин тураһында) (2020).
Советтар Союзынан сыҡҡан быуын – беҙ шул заман кешеһенең төп билдәһе – коллективизм тойғоһон 30 йыл капитализмда йәшәү дәүерендә күптән юғалтҡанбыҙ, йыш ҡына йөрәк семеткән ностальгия хисе кисерһәк тә. Өс тиҫтә йыл буйына кеше аңына төп ҡиммәте индивидуализм булған либераль ҡиммәттәрҙе көсләп һеңдереү эҙһеҙ үтмәне. Күбебеҙ үҙ ҡабыбыҙға бикләнгәнбеҙ, «моя хата с краю» тигән принцип менән йәшәйбеҙ.
Әллә ғүмер буйына етәксе эштәрҙә эшләгәнгә микән (ә улар араһында колхоздың комсомол ойошмаһы секретары, профком ойошмаһы рәйесе, партия ойошмаһы секретары, ауыл советы рәйесе, район партия комитеты инструкторы, бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеһы директоры вазифалары бар), Әҡлимә Ғәзи ҡыҙына ул үҙгәрештәр бөтөнләй ҡағылмаған һымаҡ. Коллективизм тойғоһо йөрәгенә, тирегә эшләнгән тату һымаҡ, юйылмаҫлыҡ булып һеңгән. Шуға ла уны ижады менән генә булып, яҙышып ултырыусы әҙибә итеп тә, үҙ йорто менән генә шөғөлләнеүсе хужабикә итеп тә күҙ алдына килтереп булмай (Ә бит һуңғы йылдарға тиклем ҡура тултырып мал аҫыранылар, баҡса үҫтерҙеләр!).
Хаҡлы ялда килеш биш йыл буйына Учалы яҙыусылар ойошмаһын етәкләне. Йәмәғәт башланғысында, Башҡортостан Яҙыусылар союзынан бер тин алмайынса. Тейеш булһа ла. Көн дә 25 саҡырымда ятҡан ауылынан Учалыға ҡайҙа автобус, ҡайҙа «попутка»ларҙа йөрөп.
Ойошманы төрлөсә етәкләргә була. Бер нәмә эшләмәйенсә лә, көн дә килеп кабинетты асып-ябып ҡына. Ә Әҡлимә Ғәзи ҡыҙы менән Учалы яҙыусылар ойошмаһы гөрләп торҙо. Халыҡҡа рухи аҙыҡ бирерлек йөкмәткеле итеп мәктәптәрҙә, клубтарҙа, китапханаларҙа осрашыуҙар үткәреү, ижадташтарының китаптарын үҙнәшер менән сығарыуҙа ярҙам итеү... Өфөнән, Силәбе өлкәһенән, күрше райондарҙан яҙыусылар саҡырып, республика кимәлендә әҙиптәрҙең юбилейҙарын, хәтер кисәләрен уҙғарыу...
Был сараларҙы үткәргәндә Әҡлимә апайҙың иҫ китмәле ойоштороу һәләтенә һоҡланмай мөмкин түгел. Күҙ алдына килтерегеҙ: сараны үткәреү өсөн спонсорҙар эҙләү, алыҫтан килеүселәрҙе йоҡлатырға урындар әҙерләү (ғәҙәттә, ҡунаҡхананы Әҡлимә апайҙарҙың өйө алыштыра – унда урын етерлек), сценарий яҙыу, ҡунаҡтарға аш-һыу әҙерләү, уларҙы ҡаршылау, оҙатыу, ундай сараларҙы үткәргәндә килеп тыуа торған иҫәпһеҙ-һанһыҙ башҡа ваҡ мәсьәләләрҙе шунда уҡ хәл итеү... Быларҙы ул виртуоз башҡара. Шул мәлдәрҙә, һыуҙа йөҙгән балыҡ кеүек, үҙ стихияһында кинәнә һымаҡ күрәм мин уны ситтән күҙәтеп.
Йыш ҡына ул сараларҙың дауамы булып икенсе көнөнә Ирәмәл тауына барыу планлаштырыла. Әйтергә кәрәк, Ирәмәлгә сәйәхәттәр ойоштороу Әҡлимә Ғәзи ҡыҙының эшмәкәрлегендә айырым ҙур урын биләп тора. 25 тапҡыр күтәрелгән ул яҙыусылар менән Заратустра заманының легендаларын һаҡлаған изге тауыбыҙға! Ә бит ике көнлөк сәйәхәтте
ойоштороу (Ирәмәл Учалынан 50 саҡырымда ята) иҫ китмәле мәшәҡәтле эш. Унда алып барыу өсөн бөтә ерҙә йөрөүсе транспорт (вездеход) табып һөйләшеү (ә ундай машиналар районда бер-ике предприятиела ғына бар), ике көнлөк аҙыҡ-түлек хәстәрләү, төн йоҡлап сығыу өсөн палаткалар, һауыт-һаба, ҡаҙан-балта һ.б., һ.б. әҙерләү... Өфөнән туфли менән килгән яҙыусыларға резина итектәргә, палаткала ябынып йоҡларға юрғандарға тиклем хәстәрләп ҡуя «командир».
Һаман күҙ алдымда тора: шул походтарҙың береһендә Әҡлимә апай Ғайса ағайға үҙе ҙурлыҡ резина итек кейҙергән. Һаҙлыҡлы урындарҙы үтеп, ҡоро ергә сыҡҡас, итектәрҙе систереп ала ла, уға еңел аяҡ кейеме кейҙерә, ә итектәрҙе баулап иңбашы аша һалып, үҙе күтәреп бара...
Сер түгел, Ирәмәлгә күтәрелеү күптәрҙең сәмле маҡсаты. Бигерәк тә ир-егеттәребеҙҙең. Ул уландар үҫтергәндән, йорт төҙөгәндән, ағас ултыртҡандан ҡала дүртенсе тейешле бурыс кеүек. Ғайса ағай Хөсәйеновтың да ғүмерлек хыялы булған икән ул. Шул хыялын тормошҡа ашырған өсөн аҙаҡ Әҡлимә апайға мең-мең рәхмәттәр әйтте, тәьҫораттарын «Башҡортостан» гәзитендә мәҡәлә итеп баҫтырып сығарҙы.
Ирәмәлдең ғәжәйеп мөғжизәле сифаттары бар. Унда барып ҡайтҡан кешенең күңеле сафлана, бигерәк тә ҡала шарттарында ҡапҡа йәшеренгән күңеле бар ихласлығы менән асыла. Ә Ирәмәл биргән дәрт-дарман, йәндең дә, тәндең дә сәләмәтлеге бер йылға етә. Ғалимдар уны Ирәмәлгә йыһандан төшкән ҡеүәтле саф энергия ағымы менән аңлата.
Һығымтам шундай: Әҡлимә апай Ирәмәлгә ойошторған сәйәхәттәр ябай күңел асыу, ял итеү, физкультура ғына түгел, шәхесте, бигерәк тә ижад кешеһен тағы ла бер юғары баҫҡысҡа күтәрә, рухи яҡтан үҫтерә торған ғәмәл. Шуны аңлағанғалыр, моғайын, Әҡлимә апайҙың Ирәмәлгә сираттағы сәфәрҙе әҙерләгәнен ишетһәләр, барырға теләүселәр күбәйә, бигерәк тә өфөләрҙән. Бындай бәхетте байтаҡ яҙыусыларыбыҙ татыны ла инде: күренекле әҙиптәребеҙ Рәшит Шәкүр, Әмир Әминев, Гөлфиә Иҙелбаева, Зәйтүнә Шәрипова, йәшерәктәрҙән Гөлсирә Ғиззәтуллина, Азамат Юлдашбаев, Әлфиә Әсәҙуллина, Фәрзәнә Аҡбулатова, Фәниҙә Исхаҡова, инде баҡыйлыҡҡа күскән арҙаҡлы шәхестәребеҙ Әхмәт Сөләймәнов, Рауил Бикбаев, Ғайса Хөсәйенов, Спартак Ильясов, Сабир Шәрипов, Риф Тойғонов һ.б.
Төрлө йылдарҙа төрлө сараларҙа алыҫтан саҡырылып, Сәфәр ауылында Әҡлимә апай менән Жәүҙәт ағайҙың ҡунаҡсыл йортоноң иркен ихатаһында асыҡ һауала теҙелеп ултырған мул өҫтәлдәр артында ҡунаҡ булып киткән әҙиптәр һаны ярты Яҙыусылар союзы уҡ булмаһа ла, иҫәпләһәң, байтаҡ йыйылалыр...
Әҡлимә Сафинаның тағы бер ҙур эше тураһында һөйләп китмәй мөмкин түгел. Ул – «Зәйнулла ишан эҙҙәренән» исемле ҙур саралар циклы. Зәйнулла Рәсүлев тураһында халыҡтың хәтерен яңыртыуҙы, уның эшмәкәрлеген бигерәк тә үҫеп еткән йәш быуынға танытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған был саралар республика кимәлендә генә түгел, төбәк-ара кимәлдә үтте. Ғалимдар, дин белгестәре, яҙыусылар, журналистарҙан торған десантты Учалы, Белорет, Баймаҡ, Ҡыйғы, Мәсетле, Силәбе өлкәһенең Арғаяш райондары, Өфө, Сибай, Троицк ҡалалары, хатта Татарстан, Дағстан республикалары ҡабул итте. Ғилми конференциялар, «Арғымаҡ» этно-төркөмө ҡатнашлығында халыҡ менән осрашыуҙар, Зәйнулла ишандың нәҫелдәренең сығыштары был сараларҙа ҡатнашыусыларҙа онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бик күп рәхмәт һүҙҙәре ишетте халыҡтан Әҡлимә Ғәзи ҡыҙы. «Шул рәхмәттәрҙе ишетеү күңелемә бәлзәм булып яғылды, – ти Әҡлимә апай. – Барлығы 36 урында сара үткәргәнмен, байтаҡ икән», – тип хатта үҙе лә аптырап ҡуя.
Әҡлимә апайҙың тормош иптәше Жәүҙәт ағай ғүмер буйы уның арҡаҙашы, эштәрендә ярҙамсыһы, бөтмәҫ-төкәнмәҫ сәфәрҙәрендә шәхси водителе лә ине. Төркөм-төркөм булып ситтән килеп төшкән ҡунаҡтарға яҡты йөҙлө, ихлас булды. Үкенескә ҡаршы, биш йыл элек ҡаты ауырыуҙан һуң арабыҙҙан китеп барҙы. Бер ҡанаты һынһа ла, Әҡлимә апай бирешмәҫкә, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тырыша. Әлдә кесе улы Дауыт ғаиләһе менән эргәлә генә йәшәй, өс ейәне инде хәҙер үҫеп, ауыл ихатаһында ярҙам итерлек йәшкә еттеләр. Шулар менән күңелен баҫа Әҡлимә апай. Мәрйә килене Юлия: «Мама!» – тип өлтөрәп, аяп тора. Ҡыҙҙарың ары торһон!
Оло улы Айбулат ғаиләһе менән Сорғот ҡалаһында йәшәй. Өс юғары белеме бар, икеһе спорт буйынса (милли көрәш һәм шахмат), өсөнсөһө – педагогика. Шөғөлләнгән һәр бер тармағында юғары категориялы белгес булыуға өлгәшкән: уҡытыусылыҡта ла, тренерлыҡта ла, халыҡ-ара класлы судьялыҡта ла. Бөтә Рәсәй, төбәк-ара ярыштарҙа судья вазифаһында ҡатнаша, әле Бөтә донъя чемпионатында ҡатнашырға саҡырыу килгән. Сорғоттоң дөйөм белем биреү мәктәптәрендә уҡыусыларҙы ҙур спортҡа әҙерләй. Балаларҙы яратып, бөтә күңелен биреп эшләй. Уҡыусылары араһында хәҙер инде Донъя һәм Европа чемпиондары бар. Үҙенең шахмат мәктәбен етәкләй. Урындағы башҡорт ҡоролтайының әүҙем ағзаһы. Айбулаттың спорт ененең шауҡымы балаларына ла ҡағылмай ҡалмаған. Ҡыҙы Диана милли көрәш буйынса спорт мастеры, улы Тамерлан спорт мастерлығына кандидат. Бәләкәйҙәре Лиана гимнастикаға йөрөй, волейбол менән ныҡлап шөғөлләнергә хыяллана.
Әҡлимә апайҙың кесе улы Дауыт та уҡытыусылыҡ эшен һайлай. Вознесенка ауылында тарих уҡытыусыһы булып, Сорғот ҡалаһының балалар колонияһында ауыр холоҡло балалар менән эшләй. Әле ғаиләһе менән Сәфәрҙә йәшәй, «Башҡортостан алтын сығарыу» компанияһында хеҙмәт итә. Ғаиләгә тоғро, илһөйәр, атай-әсәй өсөн өҙөлөп торған уландар тәрбиәләгән Әҡлимә апай менән Жәүҙәт ағай. «Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була», – ти халыҡ мәҡәле. Айбулат менән Дауыт икеһе лә күп балалы ғаиләләрендә бынамын тигән егәрле, тырыш, маҡсатлы балалар үҫтерә.
Әҡлимә апайҙың быйылғы 75 йәшлек юбилей йылы емешле булмаҡсы. Әле Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә үҫмерҙәр өсөн «Хикмәтле хат» тигән повестар китабы сығып килә, «Һәр дәүерҙең үҙ ялҡыны» исемле киң полотнолы романы менән параллель рәүештә Зәйнулла Рәсүлевкә бағышланған документаль йыйынтығы яҙылыу өҫтөндә.
«Һәр дәүерҙең үҙ ялҡыны» романы башҡорт ауылы тормошоноң үткән быуат башынан алып бөгөнгө көндәргәсә булған ҙур осорон үҙ эсенә ала. Ваҡиғалар үҙәгендә – тарихтың боролошло мәлдәрендә (граждандар һуғышы, ауылда коллективизация, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында тылдағы тормош, һуғыштан һуңғы аслыҡ-яланғаслыҡ, ил хужалығын аяҡҡа баҫтырыу йылдары) иңдәренә ауыр һынауҙар төшкән бер нисә ғаиләнең фажиғәле яҙмыштары... Романдың төп геройҙары тормоштарындағы ваҡиғалар призмаһы аша ҡанлы-күҙ йәшле илебеҙ тарихы сағыла».
Үҙенең ҡайнап торған тормошонан үҙе сәсәп китә ҡайһы ваҡыт, өлгөрә алмай, тәгәрәп ауырып китә, күп тә үтмәй, тағы ең һыҙғанып эшкә тотона. Йәшәргә, күберәк ижад итергә, кешеләргә изгелек эшләп ҡалырға ашыға. Тәгәрмәсенә таяҡ тығыусыларға, өҫтөнән төрлө органдарға ялыу яҙыусыларға яуап бирмәй, улар менән намаҙҙағы ысын мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына тейешле булғанса тота үҙен.
Йыш ҡына өлгөрмәйем, тип зарланһа ла, ысынында байтаҡ эштәр эшләп өлгөргән Әҡлимә Ғәзи ҡыҙы. Дүрт тиҫтәне тултырғас ҡына яҙыусылыҡ эшенә тотонған әҙибә бөгөнгө көндә 20 китап авторы. Учалы яҙыусылар ойошмаһынан эштән киткәс, инде был сабыуыңды туҡтат, өйөңдә ижад итеп кенә ултыр, тигән кәңәштәр әйттеләр. Ҡолағына ла элмәне. Тиктормаҫ тәбиғәте башҡаса тормош ҡалыбына һыймай, ахыры. Хәйер, дауылды стаканға ҡыуып кертеп ҡара, нимә ҡала унан («Ут бисә» тигән исемде юҡҡа бирмәгәндәр бит инде уға.)? Бына шундай уның тормош рәүеше, шунда уның йәшәү йәме.