Все новости

ҮЛӘН ҮҪКӘН ЕРЕНДӘ...

Бала саҡтан Буранбайҙа Ғә­йетбаевтар менән бер ғаилә кешеләре кеүек татыу йәшә­һәк тә, Наил ағай яҙыусы булып танылғансы, уның донъя­ла барлығын да белмәнек. Тәүге хикәйә-повестары гәзит-журналдарҙа баҫыла башла­ғас, тиҫтерҙәрем Хәйҙәр, Әхи­әт Ғәйетбаевтарҙан Наил Ғә­йетбай тигән яҙыусы уларҙың ағалары булыуы, Баймаҡ ҡала­һында тыуып үҫеүе билдәле булды. Наил ағайҙың атаһы Әсғәт олатай беҙҙең ауылда тыуып үҫеп, Баймаҡ ҡалаһына күсеп барған.

ҮЛӘН ҮҪКӘН ЕРЕНДӘ...
ҮЛӘН ҮҪКӘН ЕРЕНДӘ...

Ҡотло кеше

Бөгөн Наил Ғәйетбаев өс тиҫтәгә яҡын китап авторы. Ул 50-нән ашыу пьеса, өс роман, 20-нән ашыу повесть, 80-дән ашыу хикәйә ижад иткән. Ағайыбыҙ көслө ижадсы ғына түгел, ул тырыш һәм булдыҡлы етәксе лә. Башҡортостан Яҙыусылар союзында рәйес булып эшләгән осорҙа күпме матур эштәр башҡарҙы! «Талҡаҫ» шифаханаһында ижад йорто асты. Унда яҙыусыларға ашау хаҡының 30 процентын ғына түләп, комфортабелле бүлмәләрҙә бушлай йәшәү мөмкинлеген тыуҙырҙы.
Ә инде киң билдәлелек осоро килеп, тарих сәхифәләре асылып, шәжәрәләрҙе өйрәнеп, Ғәйетбаевтар менән бер заттан булыуыбыҙ асыҡланғас, шундай яҙыусы ағайыбыҙ булғаны өсөн ғорурлыҡ тойғоһо ла барлыҡҡа килде.
Наил Әсҡәт улы Башҡортостандың 53 районы һәм ҡалаларында йәшәгән 500-гә яҡын башлап яҙыусыларҙың 3 меңдән ашыу ҡулъяҙмаларын олпат әҙиптәрҙән алдан уҡытып, урындарға барып тикшереп, анализлау ойошторҙо. Лайыҡлы әҫәрҙәр китап итеп нәшер ителде.
Әбйәлилдә, Талҡаҫта – драматургия, Сибайҙа әҙәбиәт семинарҙары үткәрҙе. Яҙыусылар союзының 80 йыллыҡ юбилейын оло байрам итеп уҙғарҙы. Әйткәндәй, Наил Әсҡәт улы йәштәрҙе ҡабул итеп, Яҙыусылар союзы ағзаларының уртаса йәшен – 69-ҙан 57-гә тиклем, идара ағзаларының уртаса йәшен 78-ҙән 62-гә тиклем төшөрҙө.
Мәҙәниәт министры урынбаҫары вазифаһын башҡарғандағы эштәре лә һәр кемгә мәғлүм. Уның инициативаһы буйынса Сибайҙа «Сулпан» балалар театры, филармония, һәләтле балалар өсөн махсус музыка лицейы һәм сәнғәт колледжы асыла. Йыл һайын театр яҙы һәм драматургия семинарҙары уҙғарыла.
1997 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡортостан көндәрен ойоштороусыларҙың береһе булараҡ, Рәсәй Хөкүмәтенән республикабыҙға 1 миллиард 700 миллион һум аҡса ҡайтарыуға өлгәшә.
Наил Ғәйетбайҙың ҡотло кеше булыуы бушҡа түгел. Данлы Буранбай сәсән нәҫеленән бит ул.
Ҡалала тыуып үҫкән, техник юғары белемле Наил Ғәйетбайҙың завод инженеры циркулен һәм линейкаһын ябай ҡәләмгә алмаштырыуында ла дини-рухи юлда йәндәрен фиҙа ҡылған ата-олатайҙарының ҡаһарманлығын аңлауы ауыр түгел. Үлән үҫкән ерендә генә үҫә. Ә дингә килгәндә, яҙыусының был йәһәттән ҡарашы үҙенсә, үҙенсәлекле: «Ошо ерҙә «Ниңә дин ҡушҡансы йәшәргә кәрәк һуң?» тигән тәбиғи һорау тыуа. Был һорау быуаттар буйы бөтә кешелекте борсоған һәм борсой. Үҙем теләгәнсә генә йәшәһәм ярамаймы ни?
Инде күп ғалимдар иҫбат итеүенсә, барса матди һәм рухи донъя хаос рәүешендә көн күрмәй, ә Оло программа ҡушҡанса хәрәкәт итә, алға бара, үҫешә. Кешенең рухы ошо мәңгелек Программаға туранан-тура бәйләнгән һәм һәр саҡ нисек йәшәргә кәрәклеген белә. Ә әҙәм балаһының тәне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡытлы матди донъяға йәбешеп һәм алданып, ваҡытлыса әйберҙәр өсөн генә йәшәй башлай. Сөнки кеше тәне үҙенең биш тойоу ағзаһы (аҡыл, ашҡаҙан, күреү, ишетеү һәм енси ағза) тарафынан ауыр сынйырҙар менән матди донъяға бәйләнгән, беркетелгән. Был сынйырҙы өҙөү, йәғни ярһыған ат кеүек ашҡынған ошо ағзаларҙы тыйыу, уларҙы туҡтатыу уғата ауыр. Әммә уларҙы тыя алған саҡта ғына беҙ үҙебеҙ төп мәғәнәбеҙҙе – Йәнебеҙҙе тойорға өлгәшә алабыҙ. Ундай мөмкинселек, талант һәр кемгә бирелмәгәндер. Ләкин законды белмәйенсә закон боҙоусы – барыбер енәйәтсе. Был енәйәт – Оло прог­рамманан ситкә тайпылыу, үҙ йәнеңде онотоу, ишетмәү, үлтереү. Шуға ла бит бар рухани китаптар тойоу ағзаларыбыҙҙы бәйләп ҡуйырға тырыша, матди нәмәләргә (байлыҡҡа, данға, нәфрәткә, тәмле ашауға, енси бәйһеҙлеккә һ.б.) йәбешмәҫкә, мәңгелек рухи донъя хаҡында уйларға һәм йәшәргә ҡуша. Был – бик ауыр. Быны аңларға, быға бөтә йөрәгең менән ышанырға кәрәк. Шул саҡта ғына кеше йәне менән дә, тәне менән дә оло бәхет тойғоһо кисерә. Ана шуны халыҡҡа еткереү менән мәшғүл дә инде донъялағы бар дин әһелдәре...»


«Әлфиәнең вагоны»

Һәр яҙыусының, шағирҙың, драматургтың «Аҡҡош йыры» була тиҙәр. Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ»ы, Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме», Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр»е, Рәми Ғариповтың«Туған тел»е, Назар Нәжмиҙең «Ҡапҡалар»ы, Рәшит Назаровтың «Йөрәк» шиғыры, Рауил Бикбаевтың «Вокзал»ы, Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй»е, Рафаэль Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары», Әмир Әминевтең «Ҡытайгород»ы, Рәмил Ҡолдәүләттең «Килен»е, Рәйес Түләктең «Ҡашмау»ы һ.б.
Ә инде Наил ағай Ғәйетбайҙың әҫәрҙәренә килгәндә, уның биш тиҫтәнән ашыу сәхнә әҫәре, тиҫтәләгән романдары, бер нисә тиҫтә хикәйә һәм повес­тары араһынан «Әлфиә» повесын айырыуса билдәләп үтер инем. Беҙҙе, ул саҡтағы үҫмерҙәрҙе, төн йоҡоһонан айырған был повесть, баҡтиһәң, 1976 йылдың 3 март һанында баҫылған икән. Яҙыусы Наил Ғәйетбайҙы беҙ ошо әҫәренән һуң белә башланыҡ.
Миҙгеле лә ҡайһылай тап килеп тора: яҙ башы, беҙҙең ғүмерҙең дә романтик тойғолар менән тумаланған мәле. Әлфиә Сибайҙан Магнитка яғына йүнәлгән поезд вагонына ултыра, шул уҡ поезда Ғәле атлы егет тә бара. Ул заманда беҙ, ауыл үҫмерҙәре, үҙебеҙҙең яҡта киләсәкте тап Наил ағайҙың повесындағы һымаҡ күҙ алдына килтерә торғайныҡ. Фәҡәт тауҙар, офоҡтар артында ине беҙҙең яҡты киләсәк. Унда табан беҙ ҙә Әлфиә менән Ғәле ултырған поездың вагонына ултырып ҡуҙғалырға тейешбеҙ. Тап шул вагонда һәр Әлфиә – үҙ Ғәлеһен, һәр Ғәле үҙ Әлфиәһен осратырға тейеш. Мәңгелек мөхәббәтен әҙәм балаһы мотлаҡ рәүештә оло юлға сыҡҡанда осрата.
Тәүге тапҡыр Сибайҙан Магнит, Өфө тарафына ҡуҙғалған поезға ултырғанда, вагонға инеү менән, ундағы «Әлфиәне» осратырға теләп, һылыуҙарҙы күҙ уңынан үткәреүем бөгөнгөләй иҫемдә. Уйлаһаң, хәҙер ул саҡтағы үҙемдән оялам. Унан һуң да тағы ла йөҙәрләгән тапҡыр ошо «Мөхәббәт» поезына ултырып, Өфө, Магнит тарафтарына ҡуҙғалғанда һәр ваҡыт «Әлфиә» вагонын эҙләп, поездың башынан аҙағына, шунан кирегә табан ҡыҙырҙыҡ. Проводницаларҙан әрләнә-әрләнә. Хәйер, ул саҡта барыбыҙ ҙа романтик инек.
Поезда Әлфиәне осратмаһаҡ та, ул беҙҙе баш ҡалабыҙға, хыялыбыҙҙың баш ҡалаһына алып килде һәм унда үҙебеҙ һымаҡ үҙ Әлфиәһен, үҙ Ғәлеһен эҙләп килеүселәр менән осраштырҙы, ижад донъяһына алып килде. Поезда Әлфиә тип эҙләгәнебеҙ ана шул илаһиәт донъяһы булған икән. Мин Наил Ғәйетбайҙың «Әлфиә» повесын 80-се йылдарҙа Өфөгә килеүсе ижади йәштәр өсөн тап ошолай итеп баһалайым. Әгәр ҙә был повесть булмаһа, белмәйем...
Әйткәндәй, икенсе тапҡыр ауылдашым Рәйес Түләк менән Өфө–Сибай поезына ултырып баш ҡалаға юлланғанда үҙ ғүмеребеҙҙә тәүге күргән шағирыбыҙ Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Рәшит Туйсин булды. Баймаҡтан Сибайға ҡуҙғалыр алдынан тәмәке көйрәткән нәҙек оҙон ағайға ҡарап Рәйес: «Анау торған ағай мотлаҡ шағир булырға тейеш», – тигәйне. Поезда барғанда таныштыҡ: ул, ысынлап та, Өфөгә Яҙыусылар союзына шиғри ҡулъяҙмаһын тикшертергә китеп барыусы яҡташыбыҙ, күрше Сыңғыҙ ауылында тыуып үҫкән Рәшит Туйсин булып сыҡты.
Быны ни өсөн яҙаммы? Тағы ла бик күптәр менән таныштырҙы илаһиәт юлы. Урал аръяғы райондары ижадсылары өсөн ойошторолған «Ирәндек» әҙәби берекмә етәксеһе Наил ағай Ғәйетбай ҙа үҙенең тәбиғәте, булмышы менән ябайҙарҙан ябай булыуы менән тәүге осрашҡанда уҡ иғтибарыбыҙҙы үҙенә тартты. Уның ҡыҙып китеп кемделер әрләгәнен, йөҙөн йыртҡанын бер ваҡытта ла күргәнебеҙ булманы. Ул һәр ваҡыт кешене, бигерәк тә йәштәрҙе, үҙенә ылыҡтырып тора. Юғары уҡыу йорттарын тамамлап, тыуған яғыбыҙға эшкә ҡайтҡас, ул ойошторған әҙәби берекмә менән ауылдар буйлап осрашыуҙарға йөрөү үтә күңелле ине. Гөллирә Исхакова, Гәрәй Исхаков, Фәүзиә Юлдашбаева, Буранбай Исҡужин, Рәйес Түләк, Фәнил Әбделмәнов, Лилиә Ҡәйепова-Һаҡмар, Нияз Мәһәҙиев берекмәнең төп көсөн тәшкил иттек. Урындарҙа беҙҙе ҙур яҙыусылар кеүек ҡаршылай торғайнылар. Үҙебеҙ ҙә ролгә инә белгәнбеҙҙер инде. Бер ауылдағы осрашыуҙан һуң сәй эскәндә магнитофонда «Ламбада»ны уйнатып бейергә тотонғас, һүҙҙән һүҙ сығып, уның көйөнә башҡортса текст яҙыу ихтыяжы килеп тыуҙы. Наил ағай үҙ вариантын иң беренсе булып тәҡдим итеп, еңеп сығып, һүҙҙәрен йырлап бейергә лә тотондоҡ.

Алып бар мине ҡыҙҙар менән йырҙар иленә,
Булһын унда тик кино менән вино гел генә.
Ҡушымта:
Аллаһ, Мөхәммәт, бирсе мөхәббәт,
Тик үҙемде яңғыҙ ҡалдырма.

Алып бар мине Таһир менән Зөһрә иленә,
Булһын унда тик ҡымыҙ менән ҡумыҙ гел генә.
Ҡушымта.

Алып бар мине йондоҙҙарға, бәхет иленә,
Булһын унда тик һинең менән рәхәт гел генә.
Ҡушымта.

Наил ағайҙың был юмористик шиғырын килтереүем шунан: ул йәштәр менән һәр ваҡыт йәш, оптимист булып ҡала белә. Уның менән күңелһеҙ түгел. Тормошоңда үҙең өсөн йырып сыҡҡыһыҙ булып тойолған проблемалы ситуацияла кәңәш һорап уға мөрәжәғәт итһәң, унан сығыу юлын ап-анһат ҡына итеп аңлатып бирә. Шунан аптырайһың, тапҡанмын инде лә ҡайғырыр нәмә!
Башҡарып булмаҫтай эштәр булмай, эшләй алмаған кешеләр генә була, тиҙәр. Ә Наил ағай өсөн ундай хәлдәр юҡ кимәлендә. Оптимизмы, һынмаҫ рухы дин юлын ҡыуған ата-олаталары фиҙакәрлегенән киләлер тип уйлайым. Бер ваҡыт Әхиәт Ғәйетбаев менән ни өсөн ғәйетбайҙар араһын «Ҡыйрауҙар» тип атауҙары хаҡында һөйләшеп киттек. Йәнәһе, элек уларҙың араһына ҡараған бер кеше, арбаһы ҡыйралыуға ҡарамайынса, атын ҡыуып маташҡан икән. Ә бит төптән уйлап ҡараһаң, ниндәй генә кисерештәргә, ауыр хәлдәргә ҡалмаһын, был араға ҡараусыларҙың күбеһе һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлай белә, йәғни, риүәйәттә әйтелгәнсе, «арбаһы ҡыйралһа ла, атын ҡыуа». Наил Ғәйетбай ҙа ана шундайҙарҙан. Уны нимәлер тип әйтеп сығырынан сығарып булмай. Күрәһең, ундай кешеләр барыһын да Хоҙайға тапшырып йәшәй беләлер. Быларҙың барыһының да нигеҙендә ата-олатайҙар юлының хаҡлығына тәрән инаныу ята.


Шахматсы-драматург

Наил ағайҙы беҙ тағы ла танылған шахматсы итеп тә беләбеҙ. Төрлө кимәлдәрҙә еңеү яулаусы гроссмейстер ҙа ул. Бер юлы бер нисә дәғүәсе менән уйнап сеанс үткәргәне лә күптәргә билдәле. Әҙәбиәт белгестәре уның оҫта драматург булыуын шахматҡа ла бәйләп аңлата. Быны аңлауы ҡыйын түгел: шахматта ла, драмала ла барыһы ла алдан уйланыла. Философияның осраҡлылыҡ категорияһына бында урын юҡ. Шахматта теге йә был фигураны йөрөгән саҡта һуңғы сиктә был йөрөш нимәгә алып килерен белеү талап ителә. Драмала ла геройҙарҙың теге йәки был һүҙе, ҡылығы, хәрәкәте әле ваҡиға барған саҡта сер булып ҡалһа ла, сәхнә әҫәренең финалында һәр персонаждың ысын йөҙө, маҡсаты асыҡлана. Наил Ғәйетбайҙың «Пьеса нисек яҙыла?» тигән китабын ентекләп уҡып сыҡһаң, шахмат логикаһы бермә-бер асыҡлана. Нисек пьеса яҙа башлауын яҙыусы китабында шулай аңлата: «1987–1992 йылдарҙа бөтәһе 14 пьеса яҙҙым. Уларҙың барыһы ла Өфө, Ҡазан, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Әлмәт һ.б. ҡала театрҙарында ҡуйылды һәм миңә драматург исемен килтерҙе. 1984 йылда Яҙыусылар союзында тәүге пьесамды тикшергән саҡта драматург һәм актер Илшат Йомағолов: «Бығаса прозаиктан юҫыҡлап драматург сыҡмай ине, «традиция»ны боҙа алырһыңмы икән?» – тигәйне шикләнеберәк. Артҡа ҡараш ташлайым да, шуны әйтәм: ысынлап та, прозанан пьеса яҙыуға күсеү ифрат ауыр. Сөнки проза менән драма – икеһе ике төрлө жанр ғына түгел, улар әҙәбиәт тигән дөйөм төшөнсә аҫтында йөрөһә лә, бер-береһенә ҡаршы торған ике юҫыҡтағы ҡараш, фекерләү һәләте, фәлсәфә. Ошоно аңлаған, тойғандан һуң ғына прозаик сәхнәгә күтәрерлек пьеса яҙырға мөмкин. Эйе, үҙем шуны белмәйенсә оҙаҡ ҡына яфаландым. Етмешенсе йылдарҙа уҡ бер нисә пьеса яҙып ҡарағайным. Шыма ғына килеп сыға, теле матур, диалогтар урынында кеүек. Әммә уҡыған һәр бер белгес бер үк баһа бирә: «Пьеса юҡ...»
Мәскәүҙә Юғары театр курстарын тамамлап ҡайтып, драма теорияһын ныҡлап өйрәнә башлағас ҡына мин пьесаның нимә икәнен, уны нисек яҙырға кәрәклеген ярайһы аңланым...»
Артабан драматургтың китабы «Характер», «Ваҡиға», «Хәрәкәт», «Интрига», «Юл араһындағы текст (подтекст)», «Конфликт», «Тамашасыны илатыу», «Геройҙарҙың сәхнәнән сығып китеүе һәм килеп инеүе», «Бирелгән шарттар», «Образ (йәки актерға йөҙөп уйнар өсөн нимәләр кәрәк)», «Фәлсәфә, психология һәм башҡа фәндәрҙең ҡанундарын ҡулланыу», «Пьеса өҫтөндә эшләү тәртибе» тигән бүлектәрҙән тора.
Наил Ғәйетбай ошо хеҙмәтен китап итеп кенә сығарып ҡалманы, Мәҙәниәт министрлығында эшләй башлағас, йәш драматургтар өсөн мәктәп-лаборатория асты, бер нисә йыл рәттән Баймаҡ районының Талҡаҫ шифаханаһы базаһында семинарҙар үткәрҙе. Һөҙөмтәлә башҡорт драматургияһы Буранбай Исҡужин, Рәмил Дәүләтҡолов, Сәрүәр Сурина кеүек яңы исемдәр менән тулыланды.
Наил Ғәйетбайҙың «Пьеса нисек яҙыла?» тигән китабы сығыуға һәм драматургтар семинарына бәйле лаҡап та бар. Семинар етәксеһе бер йәш яҙыусыны Талҡаҫҡа саҡыра, тик тегенең килгеһе килмәй. Уларҙың араһында шундай һөйләшеү була:
– Дөрөҫөн әйтһәм, үпкәләмәйһегеҙме? – ти йәш яҙыусы.
– Юҡ, әлбиттә.
– Миңә Буранбай Исҡужин унда йөрөмәҫкә кәңәш бирҙе.
– Ниңә?
– Ғәйетбайҙы тыңлаһаң, бөтөнләй пьеса яҙа алмаясаҡһың...
Был, әлбиттә, драматургияның үтә лә ауыр һәм яуаплы жанр булыуы хаҡында һөйләй. Китапты уҡығанда был хәл бигерәк тә аныҡ төҫмөрләнә. Наил ағай үҙе быға шундай аңлатма бирә: «Сәйер һүҙҙәр әйткән Буранбай. Әммә бик дөрөҫ әйткән. Тырышлығы, фантазияһы етмәгән кешенең пьесаға нимәләр кәрәклеген тулыһынса аңлағас, алдында торған ауырлыҡты еңә алмауы бар. Ләкин әҫәрен сәхнәлә күрергә теләгән яҙыусы ошо белемдән ҡасмаҫҡа, был ауырлыҡтан ҡурҡмаҫҡа бурыслы...»


Парадокстар

Наил Ғәйетбайҙың тормоштағы төрлө күренештәргә тик үҙенә генә хас ҡарашы, парадоксаль фәлсәфәһе бар. Шуныһы: күпселектә уның фекерҙәре беҙ дөйөм рәүештә аңлағандарға бөтөнләй тап килмәй. Тап үҙенсә. «Тамаша» журналының баш мөхәррире булып эшләгәндә ул фекерҙәрен журналдың һәр һанында «Мөхәррир һүҙе» рубрикаһында яҙып барҙы. Әйтергә кәрәк, ул саҡта журналдың һәр һанын көтөп ала инек. Яҙыусының журналда баҫылған шул яҙмаларының бер нисәүһен уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәм.
«Эйе, таланттар һирәк була. Ләкин мең кешенән берәйһе ысын талант булып асыла икән, шул уҡ мең кешене беҙ сәнғәткә йәлеп итергә тейешбеҙ. Юғиһә, теге талант эйәһенең ситтә тороп ҡалыуы бар. Талант башняның түбәһе кеүек, әллә ҡайҙан күренеп, ҡарашты үҙенә йәлеп итеп тора. Әммә башняның түбәһе нигеҙһеҙ йәшәй алмай...» («Талантһыҙҙар»ҙы яҡлау»);
«Үҙемдең Флоридҡа ҡарағанда түбәнерәк торорға тейешлегемде аңлағас, көнләшеү бөттө һәм шундай еңел, рәхәт булып китте, хатта күңелдә оло ҡыуаныс тыуҙы. Күрәһең, көнләшеү ул үҙ һәләтеңде артыҡ юғары баһалауҙан киләлер. Шуға көнләшеүҙән ҡотолоу өсөн барлығы үҙеңдең урыныңды аңларға кәрәктер...» («Көнләшеү»);
«Баланың теше һыҙлап китеп, табип уны һурырға ҡарар итһә, кескәй йән эйәһе ҡурҡып иларға тотона. Теш һыҙлау – кескәй генә бер гонаһтың (ваҡытында теш таҙартмауҙың) һөҙөмтәһе. Һәм бала яза ала – теше һыҙлай, йәғни гонаһлы бала таҙарыныу өсөн ауыртыу аша, ҡыйынлыҡ аша үтергә тейеш – уның тешен һуралар...» («Яҡшылыҡ һәм насарлыҡ»);
«Төптән ҡарағанда, тормошта изгелек һәм яуызлыҡ юҡ ул. Йыш ҡына тәү ҡарағанда яуызлыҡ тип ҡабул ителгән ваҡиғалар киләсәктә беҙҙең өсөн изгелеккә әйләнә. Ә бөгөн эшләнгән изгелек киреһенсә яуызлыҡҡа әүерелә...» («Изгелек һәм яуызлыҡ»);
«Беҙ иртәнсәк кенә һоҡланып, ауыҙ һыуын ағыҙып, «тәмле лә тәмле» тип ашаған ризығыбыҙҙың ярты тәүлек үтеүгә нәжескә әйләнеүенән фәһем алһаҡсы! Буш нәмәләр, мираждар артынан сабабыҙ. Аллаһу Тәғәлә бит беҙҙе иҫкәртә: һеҙҙең бөгөн һоҡланған, яратҡан, табынған бөтә нәмәләрегеҙ ҙә, ваҡыты еткәс, ана шулай серей, һаҫый, юҡҡа сыға, нәжескә әүерелә...» («Нимә өсөн йәшәйбеҙ?»);
«Киләһе быуат эсендә лә, астрономдар иҫәпләүенсә, йөҙҙән ашыу ҙур-ҙур кометалар менән Ерҙең бәрелешеүе ихтимал. Әммә, иманым камил, улар Ер орбитаһын Ергә теймәйенсә ярты тәүлек алда йәки ярты тәүлек һуңыраҡ үтеп китәсәк. Осраҡлы рәүештә. Осраҡлы рәүештә Ер һәм беҙ тере ҡаласаҡбыҙ һәм осраҡлы рәүештә ары ла йәшәйәсәкбеҙ. Ниңә улай?...» («Бөйөк осраҡлыҡтар»);
«Тирә-йүндәге мөхитте үҙгәртеп, дошмандарҙы бөтөрөп булмай, ә үҙеңде ҡулайлаштырырға мөмкин һәм был күпкә еңелерәк. Кеше һәр саҡ үҙе ғәйепле. Ошоно аңлаған кеше генә тормошта ла, сәнғәттә лә уңыштарға өлгәшә ала...» («Кеше һәр саҡ үҙе ғәйепле»);
«Тормош күпкә аҡыллы. Кеше мәңгелекте инҡар итеп, ваҡытлы әйбер менән мауыға башлаһа, уны өҫтөнөрәк ҡуйһа, Йыһандың Оло Программаһы был әҙәм балаһын урынына ултырта, ваҡытлы уйынсыҡты ҡулынан тартып ала. Уның киләсәге өсөн, рухи таҙалығы өсөн эшләнә был...» («Идеал»);
«Ә бит беҙ йыш ҡына: «Хәйерсе араҡы алыу өсөн аҡса йыя», – тип аҡса бирмәҫкә тырышабыҙ. Әммә... Хәйерсене түгел, үҙеңде уйла. Изгелек итеү өсөн бүләк ителгән мөмкинселектән файҙалан...
Эйе, һәр осрашыу, һәр осраған кеше (дошманмы, дуҫмы – уныһы мөһим түгел) беҙҙең өсөн бүләк ул. «Мин – кем?» – тигән һорауға, «Мин – мөхәббәт, изгелек, ярҙам итеү», – тип яуап биреү мөмкинселеген тыуҙырған бүләк. Оло бүләк.
Шул уҡ ваҡытта һин үҙең дә һәр осраған кеше өсөн бүләк. Шуға күрә тормошоңа килеп ингән һәр кешенең ҡайһы яғы менән бүләк икәнлеген таба бел, аңлай бел, яуап бирә бел. Ни өсөн килә һинең янға һәр кеше? Бел: һине бүләк тиеп килә. Һиңә лә бүләк булып килә...» («Бүләк»).

Ата-әсәһе Әсҡәт Шакир улы  һәм Бибикамал Шөғәйеп ҡыҙы. 1995 й.
Наил һәм Эмма Ғәйетбаевтар.
Ғаиләһе менән. 1995 й.
Яҙыусылар: Тайфур Сәғитов, Фәнис Янышев,  Әзербайжан Республикаһының мәҙәниәт министры  Полад Бюль-Бюль-оғлы, Наил Ғәйетбай.
Н.Ғәйетбайҙың пьесалары менән  Америка режиссерҙары ла ҡыҙыҡһына.
Ата-әсәһе Әсҡәт Шакир улы һәм Бибикамал Шөғәйеп ҡыҙы. 1995 й.
Автор:Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
Читайте нас: