Миңә, мәҫәлән, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте майҙансығында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың балаларын күреү ҙур ҡыуаныс булды.
“Атайымдың төп хыялы – башҡорт теленең бөтөүенә юл ҡуймау, башҡорт телен һаҡлау булды, – тип иҫтәлектәре менән бүлеште Азамат Рәми улы. – Беҙҙең өйөбөҙҙә атайыбыҙҙың, бер портреты һаҡлана. Ваҡыт үтеү менән һарғая башлаған был һүрәтте уның иң яҡын иптәше, дуҫы Ғүмәр ағай Мөхәммәтшин 1982 йылда атайыбыҙҙың 50 йыллығына төшөргән. Портрет аҫтында – Рәми Ғариповтың шиғыр юлдары:
Туған телем тыуған еремдә
Яңғыраһа мәңге йыр булып,
Һис үкенмәҫ инем, гүремдә
Ятҡанда ла ҡара ер булып...
Бына ошо һүҙҙәр атайымдың тормош маҡсатын тулыһынса ҡылыҡһырлай. Туған телен яратҡан өсөн уны милләтселектә ғәйепләнеләр. Әммә иғтибар итегеҙ, атайым ғүмер буйы тәржемә эше менән шөғөлләнде. Ниндәй генә халыҡтың шағирҙәрен башҡорт телендә яңғыратманы!
Милләтсе кеше ошоларҙы эшләр инеме?! Атайыбыҙ милләтсе булманы, атайыбыҙ халҡыбыҙҙың ысын патриоты булды...”
Зөлфиә Ханнанова