Был китапты, ысын мәғәнәһендә, айырым бер осорҙоң йылъяҙмаһы, тип атарға булалыр. Авторҙың хәтер ҡеүәһе һоҡландыра! Әллә нисә тиҫтә йыл элек үткән ваҡиғаларҙы, кисә генә булған кеүек, эҙмә-эҙлекле итеп һүрәтләп бирә.
Образлы фекерләү, тел байлығы китапты тағы ла нығыраҡ уҡымлы итә: “Шөкөр, күңел, рухи, мәҙәни, әхлаҡи донъябыҙ бик бай! Юҡҡа ғына зыялылар араһында көләмәс йөрөмәй икән. “һеҙ, башҡорттар, бай халыҡ икәнһегеҙ”. “Шулай, шулай, тик һеҙ уны нисек аңлап алдығыҙ?” “Бәй, ярылып ята бит. Яҙыусыларығыҙҙы ғына алып ҡарайыҡ: революцияға тиклем улар араһында бер генә бай булған – Мөхәмәтсәлим Өмөтбай. Ә революциянан һуң күпме яҙыусылар тейенгән, бөтәйгән, байыған. Сәләх Кулибай, Нәжип Иҙелбай, Хөсәйен Ҡунаҡбай, Сөләймән Муллабай, Әнғәм Атнабай, Абдулхаҡ Игебай, Мөхәммәт Илбай, Ҡадир Әлибай, Ҡәҙим Аралбай, Сафуан Әлибай, Фәүзиә Юлдашбай, Флүзә Мырҙабай, Факиһа Туғыҙбай, Буранбай, Наил Ғәйетбай, Мирас Иҙелбай, Жәлил Кейекбай, Рәлиф Кинйәбай, Азамат Юлдашбай, Лира Яҡшыбай, Шакир Янбай. Араларында бик байҙары ла бар икән: Баязит Бикбай һәм Рауил Бикбай. Хатта серегән, үтә бай ҙа башҡорттан: Әхмәр Үтәбай. Ошо байҙарҙың араһында ла аҡһаҡал булып танылған Баязит Бикбайҙың “Башҡортостан тәне ҡара янған, меңәрләгән ҡамсы эҙенән” тип ҡылыҡһырлаған иле һанһыҙ мал-мөлкәткә, иҫәпһеҙ аҡсаға бай булмаһа ла, уның күңеле, рухы бай. Иманы ныҡ…»
Был матур саранан мин дә байып сыҡҡандай булдым. Ысын!
Әйткәндәй, бөгөнгө осрашыуҙы мауыҡтырғыс итеп, яҙыусы Зәки Әлибай алып барҙы.
Зөлфиә Ханнанова