- Ну, ҡустым, һиңә беҙҙең бер бик сурьюзный тәҡдимебеҙ бар! - Рәмзил янында ултырған Ишмораттың ҡабырғаһына төрттө.
- Һе, ҡыҙыҡ! Һәм ниндәй тәҡдим икән ул?
- Беҙ һине өйләндерергә булдыҡ.
- Өйләндерергә?! - Ишморат кинәт телһеҙ ҡалды. - Ә ккк... кемгә?
- Ә нимә төҫөң ҡасты? Кемде яратаһың - шуға!
- Эйе-эйе, ҡустым, ағайың дөрөҫ әйтә. - һүҙгә ергә ҡырын төшөп ятҡан Илдан да ҡушылды. - Хуатит һаман буйҙаҡ йөрөргә! Ҡартайғансы яҫтыҡ ҡосаҡлап ятмаҫһың бит инде. Утыҙға ла аяҡ баҫтың.
- Һин бит насар егет түгелһең. Төҫөң дә матур, буй-һының да нисауа ғына! Беҙҙең һымаҡ эсеп, гүләйт итеп йөрөмәйһең. Тартмайһың да шикелле.
Көтөлмәгән хәбәр Ишморатты уйға һалды. Ысынлап та ул бығаса өйләнеүҙе уйлап та бирмәй ине. Ни өсөн тигәндә, өйҙә ата-әсәһе бар. Өҫтө бөтөн, тамағы туҡ тигәндәй. Тырышып эшләгән эше, машинаһы ла бар. Аҡсаны умырып тигәндәй ала. Тағы нимә кәрәк?
- Дәә, Рәмзил брат, уйландырҙыҡ егетте, хи-хи-хи. - Илдан бушаған рюмкаларҙы тултыра башланы.
- Ә нимә, дөрөҫ әйтмәнемме ни? - Рәмзил күкрәгенә һуғып алды, - Бына мин, мәҫәлән, еңгәгеҙгә әрмегә китерҙән алда уҡ өйләндем. Барҙым да, "миңә сығаһың, или-или" тинем дә, алдым да ҡайттым үҙен. Юҡһа ышанырһың бетлебаштарға! Һин унда ике йыл буйы кирза туҙҙырһаң, ул бында һине онотоп, башҡа берәү менән сыуалһынмы? Юҡ инде, брат!
- Кәләш алырға тип. Йөрөгән ҡыҙым да юҡ бит әле минең. - Ишморат уфтанып ҡуйҙы.
- Эээй, таптың ҡайғырыр нәмә! - Рәмзил Ишмораттың яурынына еңелсә һуғып алды. - Ҡыҙҙар менән йөрөү хәҙер модала түгел бит ул. Тотаһың да лүбейенә өйләнәһең дә ҡуяһың!
- Лүбейенә тип ни. Уға ниндәйҙер яратыу хистәрең булмаһа, нисек итеп ғаилә булып йәшәргә һуң, нисек йөҙөнә ҡарарға?
- Бер ҡатлыһың һин, ҡустым! - Илдан рюмкаларҙы һуҙҙы. - Әйҙәгеҙ ошоно төпләйек тә, унан башты эшләтеп алып, бер нәмәһен уйларбыҙ.
Ишморат ысынлап та бер ҡатлы, йыуаш һәм тыныс холоҡло малай булып үҫте шул. Тиҫтерҙәре менән әллә ни аралашманы. Күпселегендә өй һәм ғаиләнән ары китә алмаған, ҡырҡ урындан тыйылған, бик ныҡлы тәрбиә алған бала булды. Әле мәктәп осоронда уҡ танауҙары еҫ һиҙә башлаған тиңдәштәре ҡыҙҙар артынан сабып, клубтан ҡайтышмай йөрөһәләр, Ишморат кистәрҙе өйҙә ултырып ҡына үткәрер ине. "Өй баҡаһы" тигән ҡушаматы ла шул арҡала эләккәйне уға. Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлағас, ата-әсәһе уны ҡалалағы иң элиталы юғары уҡыу йортона индерҙе. Бында ла егет ҡыҙҙар тураһында уйламаны. Бар белгәне китапханала әҙәбиәттәр менән күмелеп, баш күтәрмәй уҡыу ҙа уҡыу ине уның. Уның ҡарауы, вузды ҡыҙыл дипломға тамамлап, ректораттың юғары стипендияһын алып сыҡты. Бына хәҙер шул ҡалалағы ойошмаларҙың береһендә юғары белемле белгес булып эшләп йөрөй. Уның ауылға ҡайтҡанын эсергә яратҡан Рәмзил менән Илдан дуҫтары көтөп кенә тора. Беләләр егеттең һәр ваҡыт "байып" ҡайтҡанын. Бына әле лә улар Ишмораттың сираттағы премияһын "йыуып" ултыра.
- Шунан, йөрөгән ҡыҙың да юҡ тиһең инде. Ышанмайым! Ҡала һынлы ҡалала нүжәли ялбырбаштар бөткән?
- Ну, үҙегеҙ беләһегеҙ, миндә улар ҡайғыһы юҡ. Эш тә эш тигәндәй.
- Улай булмай, ҡустым! Үҙеңде уйламаһаң да, ата-әсәйеңде уйла. Улар мәңге яныңда булып тормаҫ шул.
- Улар ҙа "өйлән дә өйлән" тип теңкәгән тейәләр шул яйы сыҡҡанда.
- Ну вот! Шулай булғас, нимә ҡарап йөрөйһөң?
- Әйттем бит бер тапҡыр, йөрөгән ҡыҙым юҡ тип.
- Дәә, ҡустым. - Рәмзил уйға бирелде, - Бында бер нәмә уйларға кәрәк.
- Ә теге Гөлзирә һаман яңғыҙы. - Илдан һүҙгә ҡушылды, - Ул һинең класташың да буғай.
- Гөлзирә?.. Юҡ, юҡ, ағайҙар!
- Ниңә?
- Беләһегеҙ бит Ямал апайҙы.
- Атаҡ, һин уның әсәһенә өйләнмәйһең дә инде!
- Эйе, шул! - Илдан ятҡан урынынан тороп уҡ ултырҙы, - Бына был хәсрәт еңгәң булмаһа, мин күптән шуға өйләнгән булыр инем. Биллаһи-валлаһи!
- Гөлзирә минең класташ ҡына бит. Тап булышҡанда ла һаумы-шәпменән ары киткән юҡ. Унан ҡапыл "һиңә өйләнәм" тиһәм, нимә тиер бит?
- Бер нәмә лә тимәҫ! Яңғыҙың барырға ҡурҡһаң, яныңда беҙ булырбыҙ! Һөйләшербеҙ, килешербеҙ. Моғайын Илдан ағайың менән икебеҙҙән бер димсе сығыр әле!
- Эйе, ҡустым, тимерҙе ҡыҙыуында һуҡҡан яҡшы! Әйҙә, шуның өсөн берҙе тотоп ебәрәйек.
Шулайтып тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булды былар. Әллә ни күп уйламай ғына Рәмзил менән Илдан Ишмораттан кейәү егете яһарға тотондо. Башта егеттән магазинға барып тоташ ал розаларҙан ғына торған бер ҡосаҡ гөлләмә, бер төйөнсөк күстәнәс һәм өс шешә араҡы алдырттылар. Унан кисен, алдан хәбәр биреп тормаҫтан, өсәүләп Гөлзирәләрҙең өйөнә юл тоттолар. Бер яҡтан ҡарағанда "кәләш димләүселәр" бик көлкөлө күренә ине. Рәмзил менән Илдан фырт ҡына кейенеп, шартына килтереп һыңар балаҡтарын эскә төрөп алғандар. Уртала барыусы Ишморат текә генә костюм-салбарҙан, галстук таҡҡан һәм йолаһына тап килтереп түшенә туйҙағыса аҡ сәскә ҡыҫтырған. Ҡосағында - розалар гөлләмәһе. "Дуҫтарым юҡҡа өгөтләмәҫ. Ысынлап та нимә ҡарап йөрөгәнмен икән быға саҡлы ауыҙ асып. Эйе, тоторға ла өйләнергә. Бөгөн үк, хәҙер үк! Гөлзирә икән, әйҙә Гөлзирә булһын. Әллә ни ете-ят, күрмәгән һәм белмәгән кеше түгел әле" тип уйланды егет татлы хистәргә бирелеп. Был уйҙарҙан уның башы әйләнеп китте хатта. Эйе, тиҙҙән ул кәләшле буласаҡ!
- Барып кергәс тә һүҙҙе нимәнән башларға беләһеңме? - Рәмзил Ишморатҡа төртөп алды.
- Ә...ә... юҡ шикелле. - "кейәү" ыҡ-мыҡ итте.
- Иҫеңдә тот: иң башта беҙ, димселәр булараҡ, үҙебеҙ һөйләшәбеҙ. Һин йылмайып тик кенә тораһың. Шунан, беҙ һөйләшеп-килешеп бөткәс кенә, ҡыҙға сәскәләреңде бүләк итерһең.
- Буласаҡ тёщаңды ла онотма! - тип һүҙгә ҡыҫтырылды Илдан, - Бынау күстәнәстәр уға.
Егеттәр Гөлзирәләрҙең өйөнә етәрәк бер тыҡырыҡта туҡтап ҡалды.
- Әкрен! - Рәмзил юлға арҡыры сыҡты, - Бер аҙ төшөрөп алайыҡ за храбрость. Илдан, шешәнең береһен ас әле.
- Иң тәүгеһе беҙҙең кейәү балаҡайға. - Илдан Ишморатҡа мөлдөрәмә тулы рюмка һуҙҙы.
- Мин эсмәйем бит, ярамай!
- Ярай-ярай! - Рәмзил рюмкаға йоҙроғон терәне, - Кейәү кешенән әҙ-мәҙ ир еҫе сығып торорға тейеш. Донъя көтә башлаһаң, бисә былай ҙа эсермәй ул. Һелтә давай!
Гөлзирә ғаиләлә кесе бала булараҡ әсәһе менән генә донъя көтә. Бер туған апай-ағайҙары үҙ донъялары менән мәж килеп күптән инде айырым йәшәп яталар. Ҡыҙ мәктәпте тамамлағас башҡа тиҫтерҙәренә эйәреп ҡала тарафтарына сығып китергә уйлағайны ла, тик кинәт кенә атаһының мәрхүм булып ҡалыуы бөтә пландарҙы емерҙе. Яңғыҙ әсәһен ҡалдырып китергә йөрьәт тимәне ул. Аяныслы яҙмышына күнеп, урындағы фермаға быҙау ҡараусы булып эшкә төштө. Йәше утыҙға яҡынлашһа ла, ҡыҙ кейәүгә сығыуҙы уйлап та бирмәне. Хәйер ауылда йүнле-рәтле егеттәр ҙә ҡалмағайны инде. Барыһы ла ауылда эш етмәгәнлектән ҡырға олағып бөткән. Бында ҡалғандары ла эскенән айына алмай. Быға ҡырыҫыраҡ холоҡло Ямал апайҙың да йоғонтоһо теймәй ҡалманы түгел. Ҡыҙына бәхеттәр юраһа ла, уның теләһә кемгә сығып, яҙмышҡынаһы тамуҡҡа дусар булмаһын тип борсола ине әсәнең йөрәге. Үҙенең тормошо ла ал да гөл булманы тиерлек. Хәләл ире лә шул эскелек арҡаһында китеп барҙы.
- Әссәләмәғәләйкүм, өй хужалары! Мөмкинме? - Рәмзилдең ишек төбөнән үк ҡолаҡтарҙы яра яҙып һөрән һалыуы бөтә өйҙө яңғыратты.
- Һаубыҙ әле. Мөмкин. Үтегеҙ. - Аш бүлмәһендә иҙән йыуып йөрөгән Гөлзирә биҙрәһен аяғы менән этеп төпкәрәк йәшерҙе лә ҡулдарын алъяпҡыс итәгенә һөртә-һөртә көтөлмәгән ҡунаҡтарға ҡаршы атланы. Тауышты ишетеп, төпкө бүлмәнән ҡыҙҙың әсәһе лә килеп сыҡты.
- Эй, кемдәр килгән икән тиһәм. - хужабикә тупһа төбөндә тапанып торған егеттәргә текәлеп ҡараны, - Үтегеҙ түрҙән. Ни йомош менән йөрөйһөгөҙ?
- Ямал апай! - Рәмзил тураһын һалдырҙы. - Һеҙҙә аҡҡош, беҙҙә аусы бар тигәндәй. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: беҙ ҡыҙыңды һоратырға килдек!
- Бәй, бәй!.. Ул нисек була инде? - Ямал апай менән Гөлзирә, бер-береһенә ҡарашып, бер аҙға ҡатып ҡалдылар.
- Бына шулай! Тотабыҙ ҙа, Гөлзирәне бына ошо егеткә алып бирәбеҙ! - Рәмзил артында ҡыҙарып-бүртенеп баҫып торған Ишморатҡа ымланы.
- Ыста! Шулай, алдан әйтмәй-нитмәй, хәл итмәгән көйөнсәме? - ҡыҙ кире аш бүлмәһенә инеп боҫто.
- Уның нимәһен хәл итеп тораһың тағы? - хәмерҙең башына апаруҡ "тондороуы" булдымы, Рәмзил хәбәрҙе ҡыҙыуыраҡ һалды, - Хәҙер элекке заман түгел! Бына тигән егет әрәм була.
- Һы, алай икән. Урамдан ингән бер кешегә мә тип биреп ебәрерлек артыҡ ҡыҙым юҡ минең! - апай ҡыҙа башланы, - Кәңәш-төңәш юҡ! Үҙҙәре нимә уйлай, араларында мөнәсәбәттәре бармы-юҡмы тигәндәй. Һин ниңәлер барыһынан элек бөтәһен дә үҙең генә хәл итәһең түгелме?
- Бына шуны һөйләшергә килдек тә инде! - "димсе" түргә үтеп, пакеттан араҡы шешәләрен өҫтәлгә сығарып ултыртты, - Гөлзирә һеңлем, әй туйыс, килен, рюмкаларҙы ғына килтерһәңсе. Ә һин, кейәү балаҡай, аңшайып торма, бүләктәрҙе тапшыр!
- Ах, шулаймы ? - Ямал апай бот сапты. - Иләнмәгән-һуғылмаған, ҡайным, һиңә бер елән. Рюмка кәрәк булдымы, бына һеҙгә! - иҙән сепрәге шап итеп Рәмзилдең башына ҡапланды. Эләгә-ҡолай ҡасып сығып барған Илдандың артына тулы һыулы биҙрә осто. Ишектән ракета кеүек бер-бер артлы шешәләр атылды. Ишморатҡа ғына бер нәмә лә эләкмәне - ул күптән табанын ялтыратҡайны.
"Димселәр" күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй урам осона ҡарай саптылар. Бында уларҙы Ишморат көтөп тора ине.
- Фу, чёрт! - Рәмзил өҫ-башын ҡаҡҡыланы. - Бик ҡиммәткә төштө беҙгә был килен!
- Һиңә серпәк кенә эләкте әле. Ә бына мин ҡарасҡыға әйләндем! - Илдан лыс һыу булған кейеменә ымланы.
- Эх, һеҙ, димселәр! - Ишморат йән асыуынан ҡулындағы гөлләмәне ситкә быраҡтырҙы. - Кеше алдында хурлыҡҡа ҡалдырҙығыҙ! Тереләй һуйҙығыҙ!
- Һуң, ҡустым, беҙ һинең өсөн тырышҡайныҡ бит. - Рәмзил аҡланырға тотондо.
- Эй, подумаешь, принцесса! - һүҙгә Илдан ҡыҫылды, - Бына тигән егетте һанға һуҡмаһа, ултырып ҡалыр әле әбейгә әйләнгәнсе. Әйҙә, юҡҡа ҡайғырмайыҡ, лутсы һуғып алайыҡтар! Мин шешәләрҙе үҙем менән эләктереп өлгөрҙөм.
- Һеҙҙең ни шул эсеү ҡайғыһы ғына инде. Суҡынып китегеҙ ҙә! - Ишморат ҡулын һелтәне лә быларҙың өгөтләүенә боролоп та ҡарамай китеп барҙы.
- Нимә эшләйбеҙ хәҙер? - Илдан һораулы ҡарашын Рәмзилгә төбәне.
- Нимә эшләйбеҙ, имеш. Йыуабыҙ "кәләш әйттергәнде"!..
2.
"Ҡунаҡтар" киткәс тә Ямал апай һаман тыныслана алмай ине әле:
- Бына йүнһеҙҙәр, ә, көпә-көндөҙ әҙәм көлдөрөп йөрөмәһәләр! Килен кәрәк булған берәүҙәргә йәнәһе. Шөкөр, ултырып ҡалыр ҡыҙым юҡ әле минең!
- Һин бигерәк инде, әсәй! Бәлки улай уҡ кәрәкмәгәндер ҙә, - Гөлзирә әсәһенә һырынды. - Ҡуй, көйәләнмә юҡҡа, йә тағы давлениең күтәрелер. Мә, һыу эсеп ал.
- Һааай, улар ыңғайына булһаң, көпә-көндөҙ талап урлап сығып китерҙәр үҙеңде! Рәмзил менән Илданы, ярай, аңлашыла инде. Бынау Ишморатына нимә ҡалған шуларға тағылып йөрөргә. Былай ата-инәһе аҡыллы кешеләр, арыу ғына ғаиләнән.
- Минеңсә Ишмораттың бында ғәйебе юҡ шикелле, әсәй. Бәлки улар уны юрамал һығып эсер өсөн генә шулай йөрөткәндәрҙер.
- Быныһы мөһим түгел! - Ямал апай һыу стакананын бер тынала бушатып тыҡ иттереп өҫтәлгә түңкәреп ултыртты, - Килгәс, әҙәм рәтле килһен, ә түгел был әтрәгәләмдәр менән, ишшу эскән килеш. Эскән кеше менән донъя көтөрлөк түгел, балам. Атайыңдың ҡаҡшатыуы ла еткән! Ярай, ятҡан урыны тыныс булһын. Әйҙә, сәй эсеп алайыҡ. Ана, кис тә етте инде.
Был ваҡытта Ишморат ер тишеге табылһа шунда кереп китерҙәй булып оялып өйөнә ҡайтып инде. "Был хәл тураһында иртәгә бөтә ауыл белһә, күҙҙе лә астырмаясаҡтар. Китергә, ҡайтып күренеп йөрөмәҫкә ҡабат ауылда" тип хафаланып уйланды ул йоҡлап киткәнсе. Алда тағы ике көн ялы булыуға ҡарамаҫтан, юҡ сәбәпте бар итеп иртәгәһен таң менән ҡалаға сығып та китте. Әмәлгә ҡалғандай, ауылда был ваҡиғаға бәйле бер ниндәй ҙә хәбәр йөрөмәне. Күргәндәр күрмәмешкә һалыштымы, ишеткәндәр ишетмәмеш булдымы, ни булһа ла Ямал апайҙарҙа булып үткән был әкәмәт хәл өйҙән тышҡа сыҡмай бикләнеп ҡалды. Уйлап ҡараһаң, ауылда ниндәй генә хәлдәр булмаҫ. Ваҡыт яҡшы дауа тиһәләр ҙә, Ишмораттың күңелендә был ваҡиға яман төш булып оҙаҡҡа һаҡланып ҡалды. "Бөтөнләй ҡайтмайым" тиһә лә, ара-тирә ауылға ҡайтҡанында өйҙә оҙаҡҡа тотҡарланманы, урамға сығып йөрөмәҫ булды. Элекке дуҫтары менән дә бәйләнешен бөтөнләйгә өҙҙө ул. Ата-әсәһе улдарының үҙгәреп китеүен һиҙмәне түгел әлбиттә. Уратып һүҙ ҡушҡан саҡтарында ла егет эш күплегенә һылтаныр булды. Был күренеш күпмегә саҡлы дауам итер ине, билдәһеҙ, әгәр ҙә Ишмораттың тормошон ҡырҡа үҙгәртеп ебәрер бер осраҡлы хәл килеп тыумаған булһа.
Ишморат унан-бынан ғына ҡапҡылап алды ла, машинаһына ултырып эшенә сығып та китте. Сәғәт иртәнге һигеҙ тулыуға һанаулы ғына минуттар ҡалған, ә уға ҡаланың икенсе осондағы ойошмаға тиҙерәк барып етергә кәрәк. Йоҡонан гел иртә тороп өйрәнгән егет бөгөн ниңәлер һуңға ҡалып уянды Һуңғы ваҡыттарҙа төштәре лә боларып тора. Шик-шөбһәләрен баҫыр өсөн башта ауылдағы ата-әсәһенә, унан барса туғандарына шылтыратып, хәлдәрен белешеп сыҡты. Уларҙың имен-аман булыуын белгәс, бер аҙ тынысланғандай итте лә бит, ләкин йөрәге һаман урынына ҡайта алмай аҙапланды: ниҙер булыр төҫлө. Егет барлыҡ белгән доғаларын уҡып, урынынан ҡуҙғалды. Кварталды сығып оло юлға боролғас, Ишморат светофор алдында туҡталды. Юл аша йәйәүлеләр үтә башлағайны. Шул саҡ уларҙың береһе егеткә үтә лә таныш кеүек күренде. Еңелсә генә кейенеп, сәстәрен елгә туҙғытҡан бер ҡыҙ ауылдағы класташы Гөлзирәгә бик оҡшаған ине. "Булмаҫ! Бөткәнме ни бер-береһенә оҡшаш кешеләр бынау сама ҡалала" тип уйланды Ишморат, ҡыҙҙы ҡараштары менән оҙатып ҡалып. Егет ирекһеҙҙән бынан ярты йыл элек ауылда булып үткән теге хәлдәрҙе иҫенә төшөрөп, күңелһеҙ генә көлөмһөрәп ҡуйҙы. Шул саҡ кинәт һул яҡтан килеүсе еңел машинаның тормоздары сыйнаны. Үтеп барыусылар араһында шау-шыу ҡупты, башҡа машиналарҙың авария сигналдары эшләп китте. Тиҙ арала үткәүелдә тығын барлыҡҡа килде. Эргә-тирәләге автомобилдәрҙең водителдәре машиналарын ҡалдырып шул тирәгә йыйылыша башланы. "Авария булды" тигән уй Ишмораттың мейеһен ярып үтте. Ул быға битараф ҡала алманы. Тиҙ генә машинаһынан сыҡты ла, башҡалар йүнәлгән яҡҡа йүгерҙе һәм көтөлмәгән хәлдән ҡото осто. Әле генә уның класташына оҡшап үтеп барған ҡыҙ күрше машина аҫтына тапалып ята ине. Эргә-тирәһенә күләүек булып ҡан аҡҡан. Башҡа кешеләр ҡыҙып-ҡыҙып үҙ-ара гәп һата, кемдер "тиҙ ярҙам"ға шылтыратып маташа. Ҡыҙҙы тапатҡан йәш кенә водитель егет ҡағыҙҙай ап-аҡ булып нишләргә белмәй урынында ҡатып ҡалған. Ишморат үҙ-үҙен белештермәҫтән йөҙтүбән ҡапланып ятҡан ҡыҙға йәбеште. Уны салҡан әйләндереп һалғас, саҡ ҡына һушын юғалтманы. Бәләгә осраусы ҡыҙ тап Гөлзирә ине. Егеттең күҙ алдары ҡараңғыланып китте.
- Зыян күреүсе күп кенә ҡан юғалтып өлгөргән, - тине палата медсестраһы Ишморатҡа, - Әлегә ул реанимацияла, шок хәлендә. Кисекмәҫтән операция талап ителә.
- Әйтегеҙсе, зинһар, мин берәй нисек ярҙам итә аламмы уға?
- Һеҙҙең ҡан төркөмөгөҙ ниндәй?..
Ҡыҙының юл ҡазаһына осрауын ишеткән Ямал апай ҡалаға осоп килеп тә етте. Ул дауахананың ҡабул итеү бүлмәһендә үк ҡыҙын таптырып оло дауыл ҡуптарып өлгөрҙө. Юлында осраған һәр береһен ана-бына бәреп осорорҙай булып ярһыған әсәне укол ҡаҙап саҡ-саҡ тынысландыра алдылар. Әсә кешегә ҡыҙы менән тик ике көндән, Гөлзирәне ҡәҙимге палатаға күсереп һалғандан һуң ғына, күрешергә рөхсәт иттеләр. Ҡыҙына Ишмораттың ҡан менән ярҙам иткәнен белгәс, Ямал апай рәхмәттәрен уҡып бөтә алманы. Уның үҙен күрергә теләһә лә, ҡапылғара нисек табырға белмәй аҙапланды, сөнки егеттең ҡайҙа эшләп йөрөгәнен, һис юғы уның телефон номерын хатта Гөлзирә лә белмәй ине. "Пәйғәмбәр тауға бармаһа, тау уға үҙе килә" тигән һымаҡ шул көндө үк палатаға ауылдашының хәлен белешергә тип, күстәнәстәр күтәреп Ишморат килеп инде. Класташының койкаһы янында ултырған Ямал апайҙы күргәс, егет бер аҙ ҡаушап ҡалды. Ул ниңәлер был аварияла үҙен ғәйепле һымаҡ һанай ине. Кире боролоп сығып китергә уйлағайны ла, апайҙың уны йүгереп килеп ҡосаҡлап алыуы туҡтап ҡалырға мәжбүр итте. Егет Гөлзирәнең һәм Ямал апайҙың күҙҙәрендә шатлыҡлы һәм рәхмәтле нурҙар шәйләп ҡалды.
- Хәлең нисек, Гөлзирә?
- Рәхмәт, арыуланып барам инде. Операция уңышлы үтте тиҙәр.
- Ишморат, балаҡайым! - Ямал апай егеттең ҡулдарынан тотто. - Һиңә күпме рәхмәт уҡыһам да аҙ булыр һымаҡ. Ғәфү ит мине, зинһар, ғәфү ит!
- Ҡуйығыҙсы, апай, - егет оялып китте. - Иң оло рәхмәт табиптарға!
- Бында һинең дә өлөшөң бик ҙур, улым! - әсә кешенең тауышы ҡалтыранды. Ул, бер килке нишләргә лә белмәй аңҡы-тиңке килеп торғандан һуң, кинәт Ишмораттың ҡулын ҡыҙының ҡулына ҡушты:
- Һеҙгә фатихамды бирәм. Өйләнешегеҙ, балаҡайҙарым!