Берекмәнең ун йыллыҡ юбилейы уңайынан журналыбыҙҙың быйылғы беренсе һанында уларҙың мәҡәләләре, шиғыр-хикәйәләре баҫылып сыҡҡайны, осрашыу үткәреүгә шул да сәбәп булды. Берекмә 185-се китапхана ҡыйығы аҫтында эшләй һәм ижад менән шөғөлләнгән яҡташтарыбыҙҙы, милләттәштәребеҙҙе берләштерә. Етәксеһе – Ырымбур башҡорто Әлфиә Агеева.
– Ни өсөн берекмәнең исеме «Сесен», ә «Сәсән» түгел? – тип һорамай булдыра алманыҡ Әлфиә Миңлеғәлләм ҡыҙынан.
– «Сесен» боронғо мысыр телендә «Лотос» тигәнде аңлата, ә лотос – ижад символы, – тип аңлатты ул һәм үҙҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.
Ижадсыларҙы Рәсәй башҡорттары федераль милли-мәҙәни автономияһының башҡарма директоры Искәндәр Юлдашев, Мәскәү хөкүмәте советнигы, Рәсәй ҡаҙаҡтарының федераль милли-мәҙәни автономияһы вице-президенты Роман Болховитин, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Альфред Вәлиев, Рәсәй әҙәбиәтселәре союзының проза бүлеге етәксеһе Суламифь Канарскаялар сәләмләне. Улар Башҡортостанда шундай ҙур күләмле һәм тәрән йөкмәткеле журналдың донъя күреүен юғары баһалап, редакция коллективына уңыштар теләне.
Сарала Өфөнән билдәле шағирҙар Тамара һәм Хисмәтулла Юлдашевтар ҙа ҡатнашып, шиғырҙарын уҡыны. Мәскәүҙә эшләүсе балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина үҙенең 75 йәшенә һәм Кәтибә Кинйәбулатованың 100 йыллығына әҙерләп сығарған яңы китаптары менән таныштырҙы.
– «Ватандаш»ты үҙем дә уҡыйым, балаларым да белә, – тине мәғариф ветераны Земфира Сәхипова. – Беҙ уны Башҡортостандың бер өлөшө тип ҡабул итәбеҙ һәм яратабыҙ.
Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ «Ватандаш» журналының Башҡортостан матбуғатында тотҡан урыны һәм роле, ғөмүмән, милли баҫмаларҙың яҙмышы хаҡында һөйләнек, пландарыбыҙ, проекттарыбыҙ менән уртаҡлаштыҡ. Мәскәүгә килеүебеҙҙең төп маҡсаты баш ҡалала йәшәгән, хеҙмәте менән илебеҙҙе үҫтереүгә өлөш индергән, республикабыҙҙы данлаған ватандаштар менән яҡындан танышып, журнал уҡыусыларға ла улар хаҡында һөйләү икәнен белдерҙек. Күбеһе Мәскәүҙә билдәле булһа ла, республикала уларҙы белеүселәр һирәк. Ә «тыуған яҡ» тигән төшөнсә һәр кемгә лә берҙәй ғәзиз, унан йылы сәләм алыу кешене илһамландыра, ҡанатландырып ебәрә. «Сесен»дәр ҙә әҫәрҙәренең журналда баҫылыуын ҙур ваҡиға тип ҡабул иткән һәм осрашыуға ихлас күңел менән килгән. Улар араһында төрлө һөнәр кешеләре бар.
Яңы әҫәренән өҙөк уҡып ишеттергән Родион Рәхимов Тәтешле районында тыуып үҫкән. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ стена гәзите сығарыу арҡылы яҙыша башлаған. Артабан кем генә булып эшләмәһен (ә уға йөк ташыусы, бурильщик, мәҙәниәт йорто директоры, литейщик, геодезист һәм төҙөүсе булырға ла тура килгән), ижадҡа ынтылышы һүнмәгән. Журналист һәм яҙыусы-публицист – ике китап авторы, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Замир Вахитов Липецк өлкәһе башҡорттарынан сәләм тапшырҙы, ул ошо осрашыу өсөн тип кенә килгәйне Мәскәүгә. Стәрлебаш районында тыуып үҫкән уҙаман, мединститут тамамлағас, йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрелгән һәм Тербуны районында төпләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының данлы һәм ҡанлы юлы үткән урынға барып эләккәс, ул тарихҡа битараф ҡала алмай, эҙләнеү эштәрен башлай. Әле лә ул батырҙарыбыҙ тураһында мәғлүмәт йыйыуын дауам итә, район гәзиттәренә мәҡәләләр яҙып тора. Осрашыуҙа ул башҡарылған эштәре хаҡында бәйән итте.
Беҙ үҙебеҙҙең журналдың быйылғы беренсе һанында Сергей Александровтың (псевдонимы – Сергей Тряпкин) хикәйәһен баҫып сығарғайныҡ. Ул бик матур шиғырҙар ҙа яҙа икән, шуларҙы уҡып ишеттерҙе. «Моя малая родина / Больше любой страны» тигән юлдары ғына ни тора! Сергей Туймазыла тыуып үҫкән, һөнәре буйынса – инженер-конструктор. Студент сағында уҡ «Юность» журналында шиғырҙарын баҫтырған кеше. Әле Проза.ру һәм Поэзия.ру порталдарының иң актив авторҙарының береһе, бер нисә китабы бар. Яҡын арала беҙ уның күңелебеҙгә ятып өлгөргән шиғырҙары менән дә таныштырырбыҙ әле.
Диана Свердловская, Фәниә Шәкүрова, «Дала сәсәндәре» клубы ағзаларының сығыштарында ла тыуған яҡ темаһы төп урынды алып торҙо. Йылы шарттарҙа барған аралашыуға Арсен Кәримов башҡарыуындағы ҡурай моңо, ирле-ҡатынлы Кәримовтар һәм Рената Баҙамшина яңғыратҡан йырҙар, Лаура Буштың бейеүе наҙлы биҙәк булып яғылды.
Мәскәүҙә ижад менән шөғөлләнгән яҡташтарыбыҙ бик күп, уларҙы туплаған ижтимағи ойошмалар ҙа етерлек. Кемдәрелер әҙәбиәт менән шөғөлләнә, кемдәрелер йыр-бейеү сәнғәтенә, фольклорға өҫтөнлөк бирә. Уларҙың ижад өлгөләрен социаль селтәрҙәрҙә лә күреп-белеп торабыҙ. Ләкин ошолай күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуға етмәй инде. Беҙ, мәҫәлән, журналыбыҙға талантлы яңы авторҙар өҫтәлеүенә сикһеҙ шатбыҙ. Мәскәүҙәргә тыуған яҡ йылыһын еткерә алыуыбыҙ ҙа күңелгә ҡәнәғәтлек бирә.