Все новости

«ВАТАНДАШ»ЛЫ ҒҮМЕР ЙЫЛДАРЫ

Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» роман-эпопеяһы әҙәбиәтебеҙҙә өр-яңы күренеш булды. Башҡорт халҡының бер быуатлыҡ яҙмышы күрһәтелгән пенталогияны әҙибәнең «Ватандаш» журналында эшләгән сағында ижад итеүе уҡыусыларға мәғлүм микән? Тап шул иҫ киткес һөҙөмтәле, емешле йылдар хаҡында был мәҡәлә.

«ВАТАНДАШ»ЛЫ ҒҮМЕР ЙЫЛДАРЫ
«ВАТАНДАШ»ЛЫ ҒҮМЕР ЙЫЛДАРЫ

Баҫмаға әҙерлекле кадр булып килә

«Таңсулпан Ғарипованы эшкә алып, һеҙ хаталанманығыҙмы икән?» – «Ватандаш»тың ике хеҙмәткәре баш мөхәррир Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновҡа шундай һорау менән инә. «Хафаланмағыҙ. Мин уны Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгән сағынан уҡ беләм», – тип яуап ҡайтара баш мөхәррир. Таңсулпанды яҡшы белгәнгә күрә лә Ғайса ағай уны бер йыл буйына көтә. Шуға тиклем әҙәбиәт бүлеге мөдире булмай «Ватандаш»та.
...1995 йылда үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булып тыуған журнал өс телдә донъя күрә. Халҡыбыҙҙың рухи күтәрелеш кисергән осоро, етди материалдарға мохтажлыҡ ифрат ҙур.
Таңсулпан Ғарипованың Өфөгә килергә теләге була булыуға, тик морон төртөр урыны ғына юҡ. Эш хаҡы бәләкәй, 2 мең генә. Был ғына аҡсаны ҡуртымға фатирға түләйһеңме, йән аҫырайһыңмы?
Ул саҡтағы мәҙәниәт министры Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитовҡа ярҙам һорап бара Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы. Яҙыусыны Учалылағы һәм Сибайҙағы эшмәкәрлеге буйынса яҡшы белгән министр:
– Бик ауыр хәлгә ҡуйҙың бит әле мине, Таңсулпан. Әгәр һин Өфөгә килә алмаһаң, мин ғәйепле булып сығаммы? – ти.
– Юҡ, улай уйламағыҙ, зинһар! – Шулай ти ҙә, ярҙамға әллә ни өмөт итмәй, Сибайға ҡайтып китә Таңсулпан.
Ике аҙна үткәс, Тәлғәт Сәғитов шылтырата:
– Йәштәр бульварынан бер бүлмә бар. Килеп асҡыс ал.
Бына шулай Ғайса Хөсәйенов һәм Тәлғәт Сәғитов ярҙамы менән 25 йыл ғүмерен Урал аръяғында – Учалыла һәм Сибайҙа йәшәгән Таңсулпан Ғарипова Өфөгә юллана, «Ватандаш» журналына эшкә килә. Әҙәбиәт, фольклор, әҙәби тәнҡит, дин, шәжәрә буйынса мәҡәләләр әҙерләргә тейеш була ул. Тартҡан атты егәләр, тигән һымаҡ, эште өйәләр генә. Әммә ул, Учалыла «Ураҡ һәм сүкеш» гәзитендә, Рәүеф Хәй улы Насиров ҡулы аҫтында эшләгән кеше булараҡ, етди сынығыу үтә. Аҙаҡ үҙе юллап астырған башҡорт телендәге «Яйыҡ» гәзитендә лә мөхәррир урынбаҫары булып эшләй, шуға гәзит эшенең бөтә мәшәҡәттәрен белә. «Ватандаш»ҡа әҙерлекле кадр булып килә Ғарипова. Тормош тәжрибәһе лә, эш тәжрибәһе лә етерлек.
Ҡайһы районға ғына командировкаға барһа ла, журналға яҙҙыра, килешеүҙәр төҙөп ҡайта. Сибай, Хәйбулла, Учалы яҡтарынан производство алдынғылары, эшселәр, игенселәр, малсылар, яңы барлыҡҡа килгән фермер хужалыҡтары, бригада подрядтары тураһында материалдар яҙа. Сибай телевидениеһында эшләгәндәге тәжрибәһе лә, халыҡ араһында булыуы ла ярҙам итә. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатынан сәнәғәт темаһына ҡараған мәҡәләләр эшләй. Түбә мәктәбендә уҡығанда аҙнаһына ике көн рудникта практика үтеүе, флотатор һөнәрен үҙләштереүе лә тау-байыҡтырыу комбинаты, рудник хеҙмәткәрҙәре хаҡында мәсьәләне төптән белеп яҙыуға булышлыҡ итә. Журналға килешеүҙәр нигеҙендә 20–30 битлек мәҡәләләр биреп, бер йылда редакцияға 200 мең һум аҡса килтерә. Әлеге күҙлектән ҡарағанда, бик күп тә түгелдер, әммә ул саҡта редакцияға ремонт яһарға, йыһаз яңыртырға ҙур ғына ярҙам була ул. Ана шулай башлана Таңсулпан Ғарипованың «Ватандаш»тағы хеҙмәт юлы. Журналдың һәр һанына авторҙарҙың мәҡәләләрен әҙерләүҙән тыш, мотлаҡ үҙенең дә яҙмалары урынлаша. Иң тәүге эше яҙыусы Ноғман Мусин тураһындағы мәҡәләһе була.
Яҙыусының ҡыҙы Фәрзәнә үҙҙәренең дачаһына алып бара. Ҡатыны Фәймә апай «Аҡлан» буйлап экскурсияла йөрөтә, Муса Ғәли, Зәйнәб Биишева, Яныбай Хамматов һәм башҡа яҙыусыларҙың баҡсаларын күрһәтә. Ағайҙың юбилейына журналда «Ноғман урмандары» исемле очерк баҫылып сыға. Алғараҡ китеп, шуны ла әйтергә кәрәк, ике халыҡ яҙыусыһының дуҫлығы ғүмер буйына йәшәй. Ноғман ағай йәшерәк ҡәләмдәшенең һәр яҙғанына үҙенең ҡарашын, фекерен белдереп бара. Фәймә апай ҙа бик ихтирам итә Таңсулпанды. «Минең менән хушлашырға ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларҙан Таңсулпан ғына килһен», – тип васыят әйтеп тә ҡалдыра хушлашыр алдынан. Ныҡлап сирләп киткәс, еҫкәп ятһын тип, ике шыршы ботағы алып бара Таңсулпан Фәймә апайға. Ҡәберенә тупраҡ һала.
«Ялан сейәһе» исемле тәүге китабының мөхәррире булған Ноғман ағай аҙаҡ «Ағиҙел» журналында «Таңсулпан ҡәрҙәшкә асыҡ хат»ын баҫтырып сығара. Әҙибәнең 50 йәшлек юбилейы уңайынан уның тыуған ауылы Күсейгә барып, яҡташтары алдында тос фекерҙәре менән сығыш яһай. Ә инде әҙибәнең 70 йәшенә ҡарата «Моңло ижад йәшәү дәрте өҫтәй» тигән мәҡәлә яҙып, «Башҡортостан» гәзитендә баҫтыра. Шәхестәрҙең бындай дуҫлығына күптәр көнләшерлек.
...Яңыса хужалыҡ итеү башланғас, Хәйбулла районының Вәзәм ауылында ике тапҡыр булып, Рәйес Сурин тураһында «Ерҙең ысын хужаһы» тигән очерк яҙа Таңсулпан. «Ватандаш»тың һәр һанында тиерлек яҙыусының мәҡәләләре, очерктары баҫыла. Улар араһында Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты етәксеһе Ильяс Абдрахманов, Сибай ҡала хакимиәте башлығы Зиннур Йәрмөхәмәтов, Сибай элеваторы директоры Әкрәм Ниғмәтуллин, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең маҡтаулы исемдәренә лайыҡ булған данлыҡлы актер Хөрмәтулла Үтәшев, башҡа бик күп күренекле шәхестәр бар.
Ә шулай ҙа Таңсулпан Ғарипова өсөн «Ватандаш» журналында эшләү йылдары «Бөйрәкәй» пенталогияһының яҙылыуы менән ҡәҙерлелер.


Пенталогияның яҙылыу тарихы

«Ватандаш» журналына эшкә килгәнгә тиклем ул роман-эпопеяның беренсе өлөшө – «Мөңрәй-мөңрәй килә Бөйрәкәй»ҙе «Ағиҙел»дә баҫтырған була. Журналдың йыллыҡ лауреаты ла итәләр яҙыусыны. Элек уҡытыусыларҙың август кәңәшмәләренә әҙиптәрҙе төрлө райондарға ебәрә торған йола бар ине. Таңсулпан Ғариповаға ла шундай сараларҙа ҡатнашырға тура килә. Ҡайҙа ғына булмаһын, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары әҫәр геройҙарының артабанғы яҙмыштары менән ҡыҙыҡһына, һорауҙар бирә. Хәйбуллалар хатта: «Бөтә кәрәк нәмә менән һеҙҙе тәьмин итәбеҙ, тик һеҙ Хәйбуллала йәшәп, романығыҙҙың дауамын ғына яҙығыҙ», – тип үтенәләр. Бер йыл тулыр-тулмаҫ эшләгәс, отпуск ала әҙибә. Журналдың уҡыусыларын арттырыр, тиражын күтәрер өсөн мотлаҡ һәйбәт әҫәрҙәр кәрәклеген яҡшы аңлай ул. Үҙе ғүмер буйына алдырып уҡып барған «Роман-газета», «Современник» кеүек баҫмалар шулай итә бит!
Эшкә тотонорҙан алда романдың тәүге өлөшөндәге ваҡиғаларҙы, геройҙарҙы яңынан иҫкә төшөрөргә кәрәк була. Юғиһә, бер әҙиптең әҫәрендә геройҙың күҙҙәре башта зәңгәр булһа, аҙаҡ һороға әйләнеп китә – шуның кеүек буталыштарға юл ҡуйылмаҫҡа тейеш. Һанаулы ғына ялдың бер аҙнаһы ете йыл элек яҙған әҫәрҙе яңынан иҫкә төшөрөүгә китә. Уның ҡарауы, аҡ ҡағыҙға тәүге юлдарҙы төшөрөү менән Таңсулпан Ғарипова өсөн көн дә, төн дә бутала. Урамға сыҡмай. Сәғәткә ҡарамай. Бер кем менән аралашмай. Ҡулы, яҙыуҙан арып, ҡайһы ерҙә туҡтап ҡала, шунда йығылып йоҡлап китә. Тора ла тағы яҙа башлай. Айтуған улы әсәһен бөтә мәшәҡәттәрҙән азат итә: ашарға әҙерләй, кер йыуа. Шулай алһыҙ-ялһыҙ 21 көн үтә. Ниһайәт, ҡулъяҙмаһына һуңғы нөктәне ҡуйғас, тәҙрәнән тышҡа ҡарай ҙа, аптырап, улына: «Айтуған, бынау ҡайындар япраҡ ярған даһа», – ти. «Әсәй, муйыл сәскә атты бит инде», – тип яуаплай улы. Бына шулай тыуа «Башҡынайым ҡалды йәш кенә» исемле икенсе китап. Ул «Ватандаш»та баҫылып сыға. Журналдың тиражы 8 меңгә етә! Яҙыусыны төрлө урындарға осрашыуҙарға, уҡыусылар конференцияларына саҡыралар. «Мәҙинәнең ире Әбделәхәтте ниңә үлтерҙегеҙ?» – тигән һорауҙы ла йыш бирәләр. Таңсулпан Ғариповаға әҫәрҙең өсөнсө өлөшөн яҙырға йөкләмә бирәләр, теләктәрен әйтәләр. Халыҡ менән бергә ижад ителгән кеүек булып китә хатта был роман.
Бер йыл эшләгәс, йәнә сираттағы ялын ала әҙибә. Был юлы яҙыусыға Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты профилакторийында ижад итергә мөмкинлек бирәләр. Бер үҙенә – ике бүлмә, массаж кеүек дауалау сеанстары ла бар, туҡланыу – шифаханала. Бындай хөрмәт Таңсулпан Ғариповаға юҡтан ғына күрһәтелмәй. Учалыла йәшәгән сағында ул комбинат директоры Ильяс Әхмәт улы Абдрахманов менән СССР Юғары Советына депутатлыҡҡа ябай эшсе Тәлғәт Шабановтың кандидатураһын тәҡдим итеп йөрөйҙәр, «текә» дәғүәселәр булыуға ҡарамаҫтан, еңеүгә өлгәшәләр.
...Был юлы ла Таңсулпан Ғарипованың тәүге аҙнаһы беренсе һәм икенсе өлөштөң ваҡиғаларын иҫкә төшөрөүгә китә. Һәм тағы ла 21 көн эсендә «Һандуғастың һайрар ғүмеркәйе» тигән өсөнсө китап яҙыла.
Инде трилогия булды, ошонда әҫәр тамамланды тип уйлап, ҡулъяҙмаһын тотоп, Башҡортостан китап нәшриәтенә бара яҙыусы. Ләкин, ни сәбәптәндер, уның ҡулъяҙмаһын ҡабул итмәйҙәр. «Ватандаш» журналында һәр өлөшө баҫылып, әҙәбиәт һөйөүселәр тарафынан көтөп алынған, яратып уҡылған әҫәр булыуға ҡарамаҫтан, яҙыусыларҙың йыллыҡ йыйылышында әҙибәне тәнҡит утына тотоп, ҡаты «туҡмайҙар». Ярай, үҙе ҡатнаша алмай, сирләп, бармай ҡалған була. Әммә кемдең нимә тип сығыш яһағанын түкмәй-сәсмәй еткереүселәр табыла. Трилогияның китап булып донъя күреүенә аяҡ салыусыларҙың ҡайһы берҙәре был донъяла юҡ инде, булғандарының да исемдәрен атап китеүҙең кәрәге юҡтыр. Иң мөһиме – китап донъя күрә, ә үткән эштән төш яҡшы...
Әҫәр геройҙары яҙыусыға тынғы бирмәй. Уларҙың яҙмыштары хәл ителмәгән кеүек. «Үлеп китһәм, роман тамамланмай ҡала бит», – тип борсола әҙибә. Йәнә бер йыл эшләгәндән һуң, тағы ял алып, әҫәрҙең дауамын яҙырға ултыра. «Йондоҙҙар төндә тоҡана» тигән дүртенсе өлөш ауыр яҙыла, геройҙарының яҙмыштары ҡатмарлаша, әҙибәгә, элекке кеүек, бер ай ваҡыт етмәй ҡала, һәм ул тағы бер ай түләүһеҙ отпуск алырға мәжбүр була. Шулай итеп, роман-эпопеяның был өлөшө ике ай эсендә яҙыла. Уныһы ла «Ватандаш»та донъя күрә. Тағы ла уңыш!
Әммә роман һаман да тамамланмағандай – төп герой Мәҙинәнең яҙмышы хәл ителеп бөтөлмәгән һымаҡ. Һәм автор әҫәрҙең бишенсе өлөшөнә тотона. Быныһына инде өс ай ваҡыт талап ителә. Шуға ла ул журналдан эштән китергә мәжбүр була. «Бөйрәкәй» роман-эпопеяһының «Ҡояшлы бурандар» исемле һуңғы өлөшө менән башҡорт әҙәбиәтендә беренсе пенталогия тыуа. Унда Таңсулпан Ғарипова башҡорт халҡының бер быуатлыҡ яҙмышын күрһәтә.
1997 йылда әҙибәнең 50 йәшенә «Бөйрәкәй»ҙең тәүге өлөшө донъя күрһә, 2004 йылда биш өлөшө бергә «Бөйрәкәй» исеме менән баҫылып сыға. Шунан алып әҫәрҙең данлы эпопеяһы башлана: Матбуғат министрлығы был әҫәрҙе «Йыл китабы» тип баһалай, 2005 йылда Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге китапхана «Бөйрәкәй»ҙе «Иң уҡымлы китап» тип билдәләй. 2004 йылда 2 мең тираж менән сыҡҡан роман-эпопея уҡыусылар һорауы буйынса 2006 йылда 3 мең тираж менән йәнә баҫыла. 2006 йылда әҫәр Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
2009 йылда «Бөйрәкәй» рус телендә баҫыла. Уны яҙыусы Марсель Ғафуров өс айҙа тәржемә итә. 2015 йылда роман тағы ла башҡортса донъя күрә. 2020 йылда китап һөйөүселәрҙе йәнә бер баҫмаһы ҡыуандыра.
Бына шулай тыуа «Бөйрәкәй» – йәшәйешебеҙҙең үҙенсәлекле бер эпопеяһын һыйҙырған, Ғайса Хөсәйенов әйтмешләй, ХХ быуат эпосы.


Халыҡ һөйөүен яулаған драмалар

Яҙыусының исеме үк сәхнә әҫәре менән бәйле. Әсмә һәм Хизбулла Мөхәмәтҡоловтарҙың ҡыҙҙары тыуған саҡта ғына Ҡадир Даяндың «Таңсулпан» пьесаһы сәхнәгә сыға. Халыҡ яратып уҡыған «Октябрь» (хәҙерге «Ағиҙел») журналында Ғәли Зөлҡәрнәевтең «Таңсулпан» пьесаһы тураһында» тигән мәҡәләһе лә баҫылғас, әҫәргә иғтибар тағы ла арта. Шулай итеп, ата-әсә ҡыҙҙарына Таңсулпан тигән исем ҡуша.
Башланғыс синыфтарҙа уҡ ҡалын-ҡалын китаптар уҡыған Таңсулпан 5-се класта тәүге пьесаһын яҙа. Ул «5 минут» тип атала һәм патриотик теманы сағылдыра. Донъяла бөтә эштәр ҙә тиҙ арала башҡарыла, шуға һәр кем әҙер булырға тейеш, тигән фекер үткәрелә. Бишенселә уҡыған бала өсөн был ҡыйыу фекер ҙәһа! Икенсе пьесаһы – «Түрә ҡыҙы» сатирик темаға яҙыла. Әҫәрҙә начальник ҡыҙының үҙен тотошо тәнҡитләнә. Ике пьесаһы ла Басай ауылы клубында ҡуйыла.
Түбә мәктәбендә 9–11-се кластарҙа уҡыған саҡта Таңсулпан сәхнәлә «Ҡарлуғас», «Ҡара йөҙҙәр» пьесаларында төп ролдәрҙе уйнай. Мәктәпте тамамлағандан һуң Күсейҙә клуб мөдире булып эшләй башлай. Комсорг итеп һайлап ҡуялар уны. Китапханасы вазифаһын да башҡара, политинформатор ҙа, депутат та була. Бына шундай тормош тәжрибәһе туплаған ҡыҙҙың киләсәктә ҙур яҙыусы булып китеүенә, «Аҡ тирәк» кеүек ер, ҡара тупраҡ, әхлаҡ проблемаларын ҡыйыу күтәргән драматург булыуына ғәжәпләнәһе түгел. «Был пьесаны, башыма таш яуһа ла, ҡуям», – тип эшкә тәүәккәл тотонған режиссер Рафаэль Әйүповтың да башына һуғыусылар табыла. Партия функционеры Бакиров кеүектәр хакимлыҡ иткән заман була шул. Ә пьеса барыбер, бер тапҡыр булһа ла, Учалы сәхнәһендә халыҡ театры коллективы тарафынан ҡуйыла. Бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған был әҫәрҙең театр сәхнәләрендә ҡуйылырына өмөт бар әле.
«Ватандаш»та эшләгәндә Таңсулпан Ғарипованың Сибай башҡорт дәүләт драма театрында бер-бер артлы «Төштәге йыр» (режиссеры – Дамир Ғәлимов), «Китмәгеҙ, торналар!» (Дамир Ғәлимов), «Бәхеткә ҡасҡандар» (Сәлих Әфләтүнов) әҫәрҙәре ҡуйыла. «Бәхеткә ҡасҡандар» Салауат ҡалаһында үткән «Театр яҙы» фестивалендә 1-се урын ала. 2001 йылда республика суверенитетына арнап ойошторолған сәхнә әҫәрҙәренең аноним конкурсында 24 пьеса араһында Таңсулпан Ғариповаға Гран-при бирелә. Быға тиклем Йәштәр бульварындағы бер бүлмәлә дүрт ай буйы ҡаҡ иҙәндә ятып йоҡлап йөрөгән яҙыусы шул премия аҡсаһына мебель һатып ала. Шулай итеп, бәләкәй генә журнал өҫтәле, диван, ике креслоһы барлыҡҡа килә. Өфөлә яңы тормошо башлана әҙибәнең!
Яҙыусының «Ватандаш»та эшләгән осоро уны тамашсыларға оҫта драматург итеп тә таныта. «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» фильмы сценарийы ла ошо бүлмәлә ярала.


Сценарий оҫтаһы

2001 йылдың 1 ғинуарында Таңсулпан Ғариповаға кинорежиссер Булат Йосопов килеп инә. Яҙыусының «Умырзая гөлдөң ғүмеркәйе» тигән хикәйәһен уҡығандан һуң шул әҫәр буйынса фильм төшөрөргә ниәтләнгәнен әйтә һәм хеҙмәттәшлек итергә саҡыра. Сценарий яҙыу буйынса китаптар алып килә.
Бындай эш әҙибәгә ят булмай. Мәктәптә уҡыған саҡта ла, клубта эшләгәндә лә, Учалыла йәшәгәндә лә һәр төрлө сараларға, тематик кисәләргә сценарийҙар яҙған була. Шуларҙың иң ҙурҙары, мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышына башҡорттарҙы оҙатыу һәм ҡаршы алыу күренешен сәхнәләштереү. Тамашаны бер аҙна эсендә әҙерләй. Музыка училищеһының 120 студентын сәхнәгә мендерә! Был республика кимәлендә үткәрелгән фольклор фестивале була. Музыка-сәнғәт училищелары уҡыусылары араһында уҙғарылған әлеге бәйгелә бик күп коллективтар ҡатнаша. Шулар араһында учалылар Гран-при яулай. Ошо тамашаны күрһәтеп, Таңсулпан Ғарипова үҙен сценарий авторы, режиссер, оҫта ойоштороусы итеп тә таныта. Бер аҙна эсендә көнө-төнө эшләүҙән хатта ете килоға ябыға һәм... тауышы бөтә.
Бынан тыш, Сибайҙа Урал аръяғы райондарының төбәк яҙыусылары ойошмаһын етәкләгәндә билдәле дин эшмәкәре, мәғрифәтсе Ғабдулла Сәйедиҙең 200 йыллығына тыуған ауылы Муллаҡайҙа үткәрелгән ҙур сараның сценарийын да яҙа.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 60 йыл тулыуға ҡарата уның тормош юлы һәм ижадына арнап, Учалы тамашасылары өсөн хәтер һәм ҡәҙер кисәһенең сценарийын яҙа. Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова уны сәхнәгә ҡуя.
Өфөгә килгәс, төрки театрҙарының халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивалдәренең сценарийҙарын яҙыусы ла ул була. Байрам тамашаларын ҡарап ултырыуы ғына еңел. Ә уны башҡарыу өсөн күпме хеҙмәт һалынғанын ижад итеүселәр үҙҙәре генә белә.
Республика кимәлендә үткәрелеп килгән «Салауат йыйыны» байрамының сираттағы сценарийын яҙыу бурысы ла Таңсулпан Ғариповаға йөкмәтелә. «Үлгән йылы булмай батырҙың» тип исемләнгән тамаша Саҡмағош ерендә үтә. Өс мөһим ваҡиғаны – Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуын, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙе, республика суверенитетын үҙ эсенә алған ҙур тарихи осорҙарҙы сағылдырған тамашаны әҙерләү өсөн Таңсулпан Ғариповаға өс сумаҙан китап аҡтарып, уҡып сығырға тура килә. Март, апрель, май – өс ай буйына яҙа уны. Эш мәлендә күренекле шағир Рәйес Түләктең көтмәгәндә аранан китеүе ныҡ тетрәтә әҙибәне, ҡулынан ҡәләме төшөп, ижадҡа тотона алмай яфалана. Яҡындан аралашып йәшәгән, ятаҡта күршеләш көн күреп, һуңғы һыныҡ икмәге менән бүлешеп, шиғриәт, әҙәбиәт тураһында оҙон кистәр буйы һөйләшкән талантлы йәш ҡәләмдәше, яҡташының был донъянан ҡапыл китеүен үтә ауыр кисерә ул. Әммә ҡушылған яуаплы бурыс беҙҙҙең кәйефтәргә генә ҡарап тормай шул. Ваҡытында яҙылып бөтә сценарий, ялан шарттарында үткәрелгән репетицияларҙың береһе лә ҡалдырылмай – аҙағына тиклем яуаплылыҡ тота әҙибә.
Бына шундай тәжрибәле сценарий оҫтаһына килеүен, бәлки, Булат Йосопов та төшөнөп етмәгәндер. Ҙур эшкә тотонорға өмөтләнеп күҙ терәп килгән режиссерҙың ышанысын кире ҡағырға, ҡанатын һындырырға баҙнат итмәй яҙыусы. Һәм тағы ла ижади ғазаптар, эҙләнеүҙәр осоро башлана. Әммә кинофильм өсөн сценарий яҙыу бөтөнләй башҡа икәнлеген әҙибә һуңынан ныҡлап аңлай.
Алты ай буйына, ҡыштан йәйгә тиклем, көн һайын эштән һуң бергәләп эшләйҙәр. Июндә фильм төшөрөргә сығып китәләр. Таңсулпан Ғариповаға эшенән отпуск алырға тура килә. Башта «Йәй ташы» тип исемләнгән фильм аҙаҡ «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» атамаһын ала.
Фильмды төшөрөү һәм монтажлауға ике йыл ваҡыт китә. Яҙыусыға балаларҙың теле өҫтөндә эшләргә лә, фильм төшөрөлгән йорт йыһаздарының һуғыштан алдағы йылдарға тап килеүен дә күҙ уңында тоторға тура килә. Ул әҫәрендәге геройҙарҙың һәр һүҙе, кейеме урынлы булырға тейешлеге өсөн дә ҙур яуаплылыҡ тоя.
Тырышлыҡ бушҡа китмәй. Булат Йосоповтың был эше Башҡортостанда тулы форматлы тәүге фильм булараҡ тарихҡа инә. 2003 йылда Мәскәүҙә үткән фестивалдә тәнҡитселәр гильдияһының «Экстремаль ситуацияла кеше психологияһын дөрөҫ күрһәтеү» тигән баһаға лайыҡ була һәм «Алтын фил» призын ала. Сочиҙа уҙған фестивалдән дә шундай уҡ һәйбәт баһа алып ҡайта.
Әҙәби әҫәр менән киносценарий араһында, әлбиттә, ҙур айырма бар. Мин, мәҫәлән, «Умырзая гөлдөң ғүмеркәйе» тигән хикәйәһен дә, «Йәй ташы» исемле киносценарийҙы ла уҡып сыҡтым. Фильм бөтөнләй икенсе төрлө эшләнгән. Уны төшөрөү барышында сценарий көн дә тиерлек үҙгәртелеп тора. Һәр эш көнө яңы сценарий яҙыуҙан башлана. Һөҙөмтәлә һоҡланғыс фильм ижад ителә.
Яҙыусы Таңсулпан Ғарипова менән уҡыусылар араһындағы осрашыуҙар мәлендә лә күптәр ошо фильмға ҡағылышлы һорауҙарҙы бирә. «Йәй ташы»ның әһәмиәте бик ҙур һәм уға иғтибар бөтмәйәсәк. Фильмдың уңышы, әлбиттә, режиссер менән сценарий авторының емешле ижад һөҙөмтәһе.


Ораторлыҡ һәләте, йәки һүҙ етмәгән ергә йыр етә

Башҡортостан Яҙыусылар союзының бер йыйылышында сираттағы халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан бер нисә әҙипкә миҙалдар тапшырыла. «Ыста, шуға ла миҙал бирәләр икән...» – тип аптырап ултыра Таңсулпан Ғарипова. Ә бит уға бер кем дә, халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаш, тип әйтмәй, йөрәк ҡушыуы буйынса йөрөй. Башта ул Башҡорт академия драма театры коллективы менән көн һайын Кушнаренко районына юллана. Артистар тамашаға әҙерләнеп, кейенеп, грим һалғансы, китапханаларын ҡарап сыға, Башҡортостан баҫмаларын алдырмағандарын күрә.
Тамаша башланыр алдынан халыҡ менән әңгәмә үткәрә. Халыҡ иҫәбен алыу буйынса тәүге рәүиз һөҙөмтәләрендәге 500 башҡорт ҡайҙа булған, тип һорай Баҡый ауылы халҡынан. Өндәшмәйҙәр. «Эсегеҙҙә ултыра ул һеҙҙең башҡортлоғоғоҙ ҡурай тартып. Башҡортостанда Татарстан йөмһүриәте яһап ятаһығыҙ», – ти әсенеп Таңсулпан Ғарипова. Ҡармасан, Сәрмәсән тураһында легендаларҙы һөйләй, халыҡтың ҡан хәтерен уятырға тырыша.
Яҙыусының халыҡ алдында сығыш яһау оҫталығы хаҡында, күрәһең, еткереп өлгөрәләр, Кушнаренконы йөрөп бөтөүгә уны Илеш яҡтарына ебәрәләр. «Ватандаш» журналының ул саҡтағы баш мөхәррире Фәрит Әхмәҙиев әҙибәгә бер аҙнаға командировка ҡағыҙы тоттора.
Ҡунаҡханала урынлашҡан бүлмәлә быға тиклем уңыш йыйырға килгән механизаторҙар йәшәгән була. Үпкәһенә операция яһатҡан яҙыусы тәмәке еҫе һеңгән бүлмәлә быуыла башлай. Тышта ла, эстә лә һыуыҡ. Октябрь айы. Бер плащ менән генә килгән Таңсулпан Ғарипова ни эшләргә белмәй аптырана. Иртәгәһенә китапхана ҡыҙҙары үҙҙәре йәшәгән бүлмәгә алып ҡайтмаһа, артабан ни булыры билдәһеҙ.
Илештә яҙыусы бер аҙна була. Көнөнә бишәр ерҙә сығыш яһай. Һүҙен «Урал батыр» эпосынан башлап ебәрә. Аудитория менән контактҡа инә белә. Һүҙ етмәгән ерҙә йыр етә, тигәндәй, Таңсулпан Ғарипованың оҫта йырлауы ла ярҙам итмәй ҡалмағандыр. «Ҡолой кантон», «Ҡуңыр буға» кеүек халыҡ йырҙарын башҡара. Атаһынан күскән ораторлыҡ һәләте лә була яҙыусыла. Илеш менән Баймаҡ райондары дуҫ төбәктәр булғанлыҡтан, Таңсулпан Ғарипова: «Баймаҡ бөгөн һеҙҙең аңлауығыҙҙы һорай», – тип мөрәжәғәт итә илештәргә. Ҡайтҡан саҡта кемеһенеңдер атаһы башҡорт булып сыға, беҙҙең нәнәй ҡурайҙа уйнай торғайны, тип әйтеүселәр була. Шул халыҡ иҫәбен алыу буйынса бында 90 процент халыҡ башҡорт тип яҙыла. Халыҡты инандыра торған һәләтте биргән Хоҙай Таңсулпан Ғариповаға.
Татарстанға барған сағында Башҡортостанға бысраҡ яғып киткән Айҙар Хәлимде лә үҙенең оҫта сығышы, урынлы әйткән һүҙҙәре менән бөтә ғәм алдында урынына ултыртып ҡайта бит ул.
Илештә унан һуңғы үткән халыҡ иҫәбен алыуҙа ла ҡатнаша яҙыусы. Уның һәр сығышы документаль факттарға нигеҙләнгән, кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр менән нығытылған. Аҡыллы, фәһемле миҫалдар менән һөйләгән телмәре кешеләрҙең ошоғаса ойоп ятҡан рухтарын уятырлыҡ, намыҫтарын һиҫкәндерерлек көскә эйә була.


* * *

Һүҙебеҙ яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың Өфөгә, «Ватандаш» журналына, эшкә килеп дүрт йыл эсендә «Бөйрәкәй» пенталогияһын ижад итеүе тураһында ине. Был йылдар әҙибә биографияһында айырым бер урынды алып тора. Һүҙ ҙә юҡ, Таңсулпан Ғарипова бер башлаған әҫәрен, Өфөгә килмәһә лә яҙыр ине, әлбиттә. Әммә маҡсатына шулай сағыштырмаса тиҙ ваҡытта өлгәшә алыр инеме икән? Геройҙарының яҙмыштарын ғүмер буйы күңелендә йөрөтөп, башында яҙылып бөтмәһә, нисә йыл тыуҙырыр ине бындай мәшһүр пенталогияны? Ике оло шәхесебеҙгә, Ғайса Хөсәйенов менән Тәлғәт Сәғитовҡа, ғүмере буйы рәхмәтле Таңсулпан Ғарипова. Ә әҙәбиәт һөйөүселәр, башҡорт халҡы «Бөйрәкәй» өсөн яҙыусының үҙенә рәхмәтле. Алда әйткәнебеҙсә, тиҫтәләгән герой аша халҡыбыҙҙың бер быуатлыҡ тарихын үҙ эсенә алған әҫәр был. «Әгәр ҡапыл ниндәйҙер сәбәптәр менән Башҡортостан тарихы буйынса китаптар юҡҡа сыҡһа, беҙ үткәндәребеҙҙе пенталогия геройҙары аша яңынан аяҡҡа баҫтыра аласаҡбыҙ», – тигән күренекле шағир Рәйес Түләк «Бөйрәкәй» хаҡында яҙғанда. Хаҡ һүҙҙәр!
Таңсулпан Ғарипованың шул тиклем күп һәм емешле ижад итеүенә, дүрт йыл эсендә «Бөйрәкәй» пенталогияһының дүрт романын яҙыуына, пьесалар, очерктар, киносценарий, башҡа мөһим сараларға, байрамдарға сценарийҙар өлгөртөүенә, уҡыусылар менән йыш осрашыуҙарға йөрөргә ваҡыт еткереүенә ныҡ аптырай инем. Уйлай торғас, сәбәбен дә асыҡланым, буғай. Сөнки ул – фронтовик ҡыҙы, еңеүселәр нәҫеленең дауамы. Атаһы Хизбулла ағай Мөхәмәтҡолов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башкавдивизия составында немец фашистарын ҡыйратып, илебеҙгә Еңеү яулап ҡайтҡан яугир. Уның ҡыҙы ла еңеүсе булырға тейеш!
...Бынан бер нисә йыл элек 9 Май көндө Еңеү паркында йөрөгәндә Таңсулпан апай миңә шылтыратты, байрам менән ҡотланы. Тауышымдан күңел торошомдо һиҙгән әҙибә, сәбәбен һорашып тормайынса: «Бирешмә! Беҙ бит фронтовик ҡыҙҙары!» – тип кәйефемде ыңғай яҡҡа көйләп ебәрҙе. Уның ошо һүҙҙәре мине «Беҙ – фронтовик балалары» тигән шиғыр яҙырға илһамландырҙы. Таңсулпан Ғарипованың мәртәбәле юбилейына арналған мәҡәләмде лә ошо шиғыр менән тамамлағым килә. Киләсәктә лә уны тормошто яратыу көсө, еңеүселәр рухы ташламаһын.


Беҙ – фронтовик балалары

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы
Таңсулпан Ғариповаға

Яуҙан ҡайтҡан атайҙарҙан тыуған
Беҙ бит – фронтовиктар балалары.
Беҙҙә йәшәй улар һыҙланыуы,
Онотолмаҫ һуғыш яралары.
Әгәр улар иҫән ҡайтмаһалар,
Тыумаҫ инек бит беҙ был ергә.
Утты-һыуҙы кискән яҙмыштары
Һағыш һалған беҙгә ғүмергә.

Беҙ – уларҙың йөрәк әрнеүҙәре,
Киләсәккә васыят әйтеүҙәре,
Беҙгә яҙған икеләтә йәшнәү,
Атайҙарҙың ғүмерен дә йәшәү.

Тормош беҙгә – һәр саҡ алғы һыҙыҡ,
Алыштарҙан тора йыл, көнөбөҙ.
Битарафлыҡ, ялған – беҙгә дошман,
Ғәҙеллекте яҡлай моң-көйөбөҙ.

Мәкер тоҙаҡтарын ҡорғанда ла,
Нахаҡтарҙы еңә намыҫыбыҙ,
Юҡҡа-барға «Ура!» ҡысҡырмайбыҙ,
Кәрәк мәлдә яңғырай тауышыбыҙ.

Илар саҡтарҙа ла йылмайырға
Көс табабыҙ – яугир ҡыҙҙары беҙ.
Атайҙарҙың васыятына тоғро
Ер һәм тел ул – һаҡлар ҡырҙарыбыҙ.

Атайҙар бит беҙгә исемде лә
Еңеү йондоҙона тиңләп ҡушҡан.
Таңғы Сулпан менән төнгө Зөһрә
Именлекте һаҡлап ҡул тотошҡан.

Һалдат атайҙарҙың рухы менән
Ғүмер юлдарынан барабыҙ.
Иңебеҙҙә – икеләтә яҙмыш,
Икеләтә әрней ярабыҙ.

С.Бәҙретдинов, Т.Ғарипова, М.Әминева
«Ватандаш» журналистары. 16 апрель 2002 й.
С.Бәҙретдинов, Т.Ғарипова, М.Әминева
Автор:Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА
Читайте нас: