Все новости

Рухи хазиналар балҡышы

Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ-ара ижади конкурстар лауреаты. Ярайһы уҡ тәүәккәл кеше: баш ҡаланан ауылға күсә, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Сит илгә уҡырға сығып китә. Ул – яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе Гөлсирә Ғиззәтуллина.

Рухи хазиналар балҡышы
Рухи хазиналар балҡышы

– Гөлсирә Мирза ҡыҙы, 65 йәшлек күркәм юбилейығыҙҙы ҡаршылайһығыҙ. Бына ошо ваҡыт эсендә ниәт иткән эштәрегеҙҙең күпмеһен тормошҡа ашырып өлгөрҙөгөҙ?

– Был тормош мауыҡтырғыс бит ул. Аллаһы Тәғәләнең йөрөткән юлдарын аңлап-белеп бөтөрлөк түгел, тигәндәй, һин бер нәмә ниәт итәһең, ә уға илткән юлың икенсе яҡҡа бороп алып китә лә һинең ысын теләгеңә алып барып еткерә. Мин ауылыма эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү ниәте менән ҡайтҡайным. Йәнәһе икмәк цехы асып, эш урыны булдырабыҙ, ә үҙебеҙ ҡалаға кире ҡайтабыҙ. Һөҙөмтәлә, икмәкхананы яптыҡ. Уның ҡарауы ауылда төпләндем, өй һалып, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, кинәнес табам. Ә бит был тәүҙә башҡа ла инеп сыҡҡан нәмә түгел ине. Хәҙер ауылыбыҙҙы уратып алған йомро ғына, йәтеш кенә тауҙарға ҡарайым да: «Был тауҙарһыҙ нисәмә йыл нисек йәшәнем икән?!» – тип аптырайым.
Ниәт иткәндәрем барыһы ла тиерлек тормошҡа аша бара. Бәләкәйҙән хыялланған һөнәремә эйә булдым, журналистикала ең һыҙғанып эшләнем, китаптар сығарҙым, телдәр өйрәндем, донъяның күп илдәрендә турист рәүешендә түгел, эш буйынса булдым, бик күп милләт вәкилдәре менән яҡындан аралаштым, дуҫлаштым. Бер нисә хәтәр шәп мөмкинлекте ысҡындырҙым һымаҡ үкенесем бар ине. Торараҡ аңланым: Аллаһы Тәғәлә мине алдағы мулыраҡ игелектәре өсөн һаҡлаған булған. Иң мөһиме, ғаилә ҡорҙом. Улым менән ҡыҙым, ейәнсәрем менән ейәнем бар. Аллаға шөкөр, тип әйтергә була. Артабан да ҙур-ҙур пландарым, хыялдарым бар. Әгәр ҙә теләк ихлас икән, уларҙың тормошҡа ашыуына ғаләм үҙе ярҙам итә. Мин быға ныҡ ышанам, һынағаным да бар. «Инаныуығыҙға ҡарап бирелер», – тигән Ғайса пәйғәмбәр.

– Бөгөн Һеҙ нимәләр менән шөғөлләнәһегеҙ? Яҙышып буламы?

– Ете йылдан ашыу бер нәмә лә тип әйтерлек яҙманым, илһам килеп-килеп әйләнһә лә, уйлауҙан туҡтамаһам да, бер әҫәрҙе лә тамамламаным. Үткән көҙ ҡабаттан яҙып алып китеү бик ҡыйын булды. Назар ағай Нәжмиҙең: «Ижад ул домна мейесе һымаҡ. Уны бер һүндерһәң, яңынан тоҡандырып ебәреүҙәре еңел түгел», – тигәне дөрөҫ икән. Әле иһә яҙырға тотондом. Яҙыусыларҙың түл йыйыу, шунан күңелде бушатыу тигән мәлдәре була. Әле мин шуның икенсеһе хәлендәмен. Башлап ҡуйған байтаҡ хикәйәләрем бар, яртылаш яҙылған ҙур әҫәрем өҫтөндә эшләйем, бер повесты тамамлап киләм. Әле донъяла кешеләрҙең зиһене һәм күңеле, тимәк, йәне өсөн дә изге һәм яуыз көстәр араһындағы көрәш үтә ныҡ киҫкенләште. Башҡорт яҙыусыһы булараҡ, мин халҡымдың рухи байлығы, уның ҡиммәттәре өсөн был алышта ситтә тороп ҡалырға тейеш түгелмен. Кемдәргәлер был яңғырауыҡлы һүҙҙәр булып ишетелер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был беҙҙең ысынбарлығыбыҙ. Ул ғына ла түгел, әле беҙ был көрәштә һәр йәһәттән еңелеп барабыҙ. Бында мин шәхсән үҙемде лә ғәйепле һанайым. Иблис ялсылары ун ялған китап яҙған арала, мин һуңғы осорҙа хатта бер тоғро китап та яҙмағанмын. Артабан яҙыуға күберәк ваҡыт бүлергә тырышырмын, тип торам.

– Һеҙҙе журналист һәм яҙыусы булараҡ беләбеҙ. Ләкин кинәт тәржемә менән шөғөлләнә башлауығыҙ күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булды. Өҫтәүенә, дини китаптарҙы башҡортсаға әйләндереү...

– Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ – барыбыҙ ҙа бәләкәйҙән үк тәржемәсе. Ике телле халыҡ вәкилдәрен тәржемәсе булырға тормош үҙе мәжбүр итә. Был – бер телле халыҡтар алдында беҙҙең бик ҙур өҫтөнлөгөбөҙ. Тик уны үҙебеҙ генә аңлап һәм баһалап бөтөрмәйбеҙ. Үҙебеҙ теләп оло хазинабыҙ – туған телебеҙҙән ваз кисәбеҙ, балаларыбыҙҙы ошо байлыҡтан мәхрүм итәбеҙ. Был – һуңғы йылдарҙа мине иң әсендергән мәсьәләләрҙең береһе. Ошо юҫыҡта бер ваҡиға иҫкә төштө. Голландияла уҡып йөрөгән сағымда ҡыҙым Ләйлә ейәнсәрем менән ҡунаҡҡа килде. Шул саҡ Томас Каут, беҙҙең проекттың консультанты – оҙаҡ йылдар бергә эшләгәс, дуҫлашып китәһең – Германияның Гох ҡалаһына, әсәһе фрау Гертрудҡа ҡунаҡҡа саҡырҙы. Фрау элек инглиз теле уҡытыусыһы булған, ул телдә иркен һөйләшә. Ҡыҙым менән мин дә, немец телен белмәгәс, инглизса һөйләшергә мәжбүрбеҙ. Ә үҙ-ара башҡортса һөйләшәбеҙ. Хужабикә беҙгә ҡолаҡ һалып ултырҙы ла Ләйләнән: «Ә һин рус телен беләһеңме?» – тип һорап ҡуйҙы. Томас көлөп ебәрҙе: «Рәсәйҙә рустарҙан башҡа бөтә халыҡтар ҙа ике телле», – тине. Уның тауышында яңғыраған ихтирам һәм беҙҙең өсөн ғорурлыҡҡа аптырап иғтибар иттем. Ә бит беҙ быны ғорурланыр нәмә тип иҫәпләмәйбеҙ ҙә, хатта туған телде белеүебеҙҙе кәмселек, тик русса ғына һөйләшеүҙе шәплек тип ҡабул итәбеҙ. Шул саҡтан алып, минең балаларым русса ғына һөйләшә, тип эре ҡыланған ата-әсәләрҙе ишетһәм, күңелемде әрнеү сыйып үтә.
Ә Библияны башҡорт теленә тәржемә итеү буйынса халыҡ-ара проектҡа эләгеүемде оло бәхеткә һанайым. Боронғо йәһүд телендә «Хесед Адонай» тигән һүҙбәйләнеш бар. Башҡорт теленә беҙ уны «Раббының бөтмәҫ-төкәнмәҫ, икһеҙ-сикһеҙ мөхәббәте» тип тәржемә иттек. Ошо проектта эшләүемде «Хесед Адонай» тип иҫәпләйем һәм бының өсөн ҙур яҙыусыбыҙ Әмир ағай Гәрәевҡа рәхмәт уҡыйым. Был проектҡа ул йәлеп итте. Заманында мөкиббән китеп, баш көллө сумып китап нәшриәтендә эшләп йөрөй инем. Бер көндө ул бер битлек кенә текст ҡалдырып китте. Аҙаҡтан белеүемсә, ул Тәүраттың тәүге китабы Башланмыштың беренсе бүлеге булған. Мин уға әһәмиәт бирмәгәнмен, Әмир ағай бер аҙнанан тәржемәне алырға килһә, мин ул ҡағыҙҙы хатта таба ла алманым. Ул йәнә ҡалдырҙы. Бер аҙнанан килеүенә – шул уҡ хәл. Өсөнсө тапҡыр бер аҙнанан киләсәген әйтеп киткәс, уның сал сәсенә ихтирам йөҙөнән һәм оялыштан ғына тәржемәләп ҡуйҙым. Ул әлеге тексты бик күп кешеләргә өләшеп сыҡҡан булған икән. Бына ошо эшебеҙ һөҙөмтәһендә ун ике кешене һайлап алдылар һәм Санкт-Петербургҡа тәүге семинарға саҡырҙылар. 1998 йылда башланған эш 2021 йылға тиклем һуҙылды, әле китап сығырға тора. Һуңғы корректураһын уҡыйбыҙ.
Әмир ағай Гәрәев төркөмгә ныҡ көслө тәржемәселәрҙе туплаған. Башта унда өлкән яҙыусы Агиш Ғирфанов, энциклопедик белемгә эйә булған Аҫылғужа Баһуманов бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар иртә китте. Проекттың башынан аҙағына тиклем эшләгән Тәнзилә Ишкинаны Башҡортостанда иң көслө тәржемәселәрҙең береһе тип һис икеләнмәй әйтергә була. Менәүәрә апай Ислахованың тәржемәләре иҫ киткес халыҡсанлығы менән һоҡландырғыс килеп сыҡты. Мөхәррир Әлфиә Аҡбутина тәржемәсе булараҡ та, мөхәррир булараҡ та Башҡортостанда иң көслө, тәрән белемле белгестәрҙең береһе. Мөхәррир Хәмиҙә апай Минһажетдинованың башҡорт энциклопедияһын әҙерләүҙә туплаған тәрән белеме, тәжрибәһе был проектта ла ҙур ярҙам булды, глоссарий төҙөү ҙә, терминология менән эшләгән дә ул. Һөҙөмтәлә тел йәһәтенән дә, йөкмәткене бөтә тәрәнлегендә биреү яғынан да төплө, заманса тәржемә эшләүгә ирешә алдыҡ.


– Ә Һеҙҙең Библияны тәржемә итеүегеҙгә беҙҙең халыҡ, башҡорттар, нисек ҡарай?

– Төрлөсә. Күпселек аңлап ҡарай: был китаптар йыйылмаһы кешелек мәҙәниәте хазиналарының береһе. Ул Европа цивилизацияһы төҙөлгән нигеҙҙең ҙур өлөшөн тәшкил итә. Көнбайыш философияһы, әҙәбиәте, сәнғәте Библия менән тығыҙ бәйләнгән. Дин күҙлегенән ҡарағанда ла, ул Ибраһим ғәләйһиссәләмдең диндәре тип йөрөтөлгән иудаизм, христиан һәм ислам диндәренең инеше булып тора.
Ғөмүмән, аңлы кешегә һәр төрлө белемгә асыҡ булырға кәрәк. Сөнки әҙәм балаһы, хатта иң алдынғы ҡарашлы, белемле булһа ла, бик сикләнгән. Беҙ тәрбиә, үҙебеҙ үҫкән мөхит, тормош шарттарынан сығып ҡына фекер йөрөтә алабыҙ. Шуға күрә һәр кемгә бары беҙ генә дөрөҫ эшләйбеҙ, донъя кендеге – беҙ, тип уйлау хас. Был – тәбиғи. Әммә һуңғы йылдарҙа ғына дингә табан юл алған һәм үҙҙәрен иң хаҡ мосолман тип һанаған йәштәр беҙҙең эште мөртәтлек, исламға хыянат тип баһалай. Бер ҡараһаң, аңлашыла, неофиттар, йәғни дингә яңы ғына ылыҡҡан кешеләргә ҡәтғилек хас.
Социаль селтәрҙәр менән мауыҡмаһам да, ҡайһы бер форумдарҙы, төрлө материалдарға комментарийҙарҙы ҡарап барам, был йәмғиәттең тын алышын, кимәлен тойорға ярҙам итә. Мин дин белгесе түгел, ә тәржемәсемен. Уны мин замандар һәм халыҡтар араһындағы бер күпер һымаҡ күрәм. Аллаһы Тәғәлә бер һәм Ул яратып яратҡан был донъяла Ул бар ҡылған Әҙәм менән Һауаның бихисап балалары ҡайһы яғы менән бер-береһенән айырыла тигәнде төпсөрләп тикшереү түгел, ә беҙҙе нимәләр тоташтыра тигәнде өйрәнеү яғындамын.

– Донъя кимәлендәге дини әҫәрҙәрҙе юғары кимәлдә тәржемә итеү айырым бер яуаплылыҡ талап итәлер?

– Беҙҙең өс тәржемәсе һәм ике мөхәррирҙән торған төркөмдө Санкт-Петербургта был эшкә махсус рәүештә өйрәттеләр. Уҡытыусылар араһында донъя кимәлендәге тәрән белемгә эйә булған танылған белгестәр бар ине. Шулай уҡ компьютерҙа тәржемә һәм мөхәррирләү өсөн тәғәйенләнгән ике махсус программала эшләргә өйрәндек. Беҙҙән башҡа бүрәт, осетин, яҡут, таулы алтай проекттары ла бар ине. Ундағы һөнәрҙәштәр, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Германия, Голландия, Бөйөк Британия, Финляндия белгестәре менән эшләү шәхес булараҡ та үҫтерә, үҙеңдең кимәлеңде самаларға, баһаңды белергә өйрәтә. Төрлө ил һәм милләт вәкилдәре менән тығыҙ аралашып эшләгәндә уларҙың береһенән дә кәм түгеллегеңде аңлайһың. Иң мөһиме туған телеңдең ни тиклем бай һәм матур икәненә инанаһың.
Беҙҙе боронғо йәһүд теленә өйрәткән уҡытыусыларҙың береһе: «Һеҙ ошо бөйөк китапты үҙ телегеҙгә бөтөн байлығы һәм тәрәнлегендә тәржемә итә алыуығыҙға ысынлап та ышанаһығыҙмы? Минеңсә, был абсурд», – тигәйне. Ошо һүҙҙәрҙе әйткән уҡытыусыма шул тиклем рәхмәтлемен. Уның туған телемдең мөмкинлегенә шикләнеп ҡарауы айырыуса сәмләндереп ебәрҙе, эшкә тағы ла яуаплыраҡ ҡарарға мәжбүр итте.

– Әлеге ваҡытта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәһегеҙме?

– Әле эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнмәйем һәм артабан шөғөлләнергә яҙмаһын, тип теләйем. Ә ни өсөн шөғөлләнә башланым, тигән һорауға килгәндә инде... Голландияла Буркина-Фасонан Анне-Мари һәм Тогонан Джозеф Каобике менән бергә уҡыныҡ. Сит тарафта уҡыу – ул яңы дуҫтар ҙа, сөнки ят мөхиттә яңғыҙыңа бик ауыр. Армиянан ҡайтҡан егеттәр ҙә бит үҙҙәренең хеҙмәттәш дуҫтарын ғүмер буйы онотмай. Шуның кеүек. Уҡыуҙы тамамлап, үҙ илдәребеҙгә таралышҡас, улар мине ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ҡырҡ көн Африкала булыу дәүеремдә мин ысын ярлылыҡтың, аслыҡтың нимә икәнен күрҙем. Буркина-Фасо айырыуса ярлы ил, сөнки унда ямғыр бик аҙ яуа, йылғалар күп түгел. Шуға күрә уларҙа үҙҙәренә етерлек ризыҡ үҫтереү мөмкин түгел кимәлендә. Уның баш ҡалаһы Уагадугуҙа мин бер аҙнаға яҡын ташландыҡ балалар приютында волонтер булып эшләгән белорус ҡыҙҙары менән йәшәнем. Шунда приют эргәһендәге дауаханаға ауылдарҙан килтерелгән, ас әсәләрҙән тыуған һәм имә лә алмаған ҡоро һөйәк балаларҙы күреп тетрәндем. Африканан Өфөгә ҡайтыуым – Парижда һәм Мәскәүҙә бер самолеттан икенсе самолетҡа күсә-күсә килгәс – 30 сәғәт тәшкил итте. Ҡайтып еткәнсе иланым, үҙ илемә ҡайтыуыма, халҡым барлығына ҡыуаныстан. 40 көн эсендә үлә яҙып һағынғайным һәм тетрәнгәйнем. Шунда киләсәгебеҙҙе уйланым. Завод-фабрикалар ябылды, колхоз-совхоздар тарҡалды. Сеймал һатып ҡына күпме йәшәргә мөмкин? Беҙҙең ейәндәребеҙгә лә аслыҡ янамаймы? Улым Ренат БДУ-ның математика факультетынан һуң аспирантура тамамлап ҡына йөрөй ине, киттек, тинем, йәнәһе, ауылды күтәрәбеҙ, эш урындары булдырабыҙ. Ысынбарлыҡ иһә күпкә аяуһыҙыраҡ һәм ҡатмарлыраҡ булып сыҡты. Икмәкхана асып, дүрт йыл хитланғандан һуң, арып-талып, ауырыуға һабышыу сигенә етеп, уны ябырға мәжбүр булдыҡ. Был осором тураһында айырым роман яҙырлыҡ. Бәлки, берәй заман яҙырмын да... Ә әлегә хатта иҫкә алыу ҙа ауыр. Ҡайһы бер мәлдәр тураһында саҡ-саҡ көлөп һөйләрлек хәлгә киленде. Ул дәүерҙә алған күңел яраларын шифалар өсөн өс-дүрт йыл ваҡыт кәрәк булды. Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, шундай һығымталар яһаным. Эшҡыуарлыҡ – ул шулай уҡ тыумыштан бирелгән һәләт. Ул тормош рәүеше. Шуға күрә бизнесыңды күңелеңә яҡын даирәлә, ҡулыңдан килгән, яратҡан эшең буйынса асырға кәрәк. Бизнес ул иң беренсе сиратта – аҡса, ул хәйриә ойошмаһы түгел. Беҙҙең һымаҡ, илемә ярҙам итәм, кешеләргә яҡшылыҡ эшләйем тип кенә эш асыу – ҙур яңылышлыҡ. Аҡса эшләй алмайһың икән, теләйһеңме, теләмәйһеңме – ябылаһың. Улым – программист, математик, компьютерҙы һәйбәт белә. Мин әле ул ваҡытта проектта эшләйем, хеҙмәт хаҡым ярайһы ғына, өҫтәүенә пенсия ала инем, башҡа тәржемәләр ҙә күп булды. Саҡ ҡына буш ваҡытым булыу менән шул яратҡан шөғөлөмә тотонам, көндөҙ – икмәкхана, төндә – үҙемдең эшем. Ҡайҙа бында китап яҙырға ваҡыт! Хатта шунда ла япмаҫҡа тырышып маташтым әле. Ә улым менән икебеҙҙең хеҙмәт хаҡыбыҙ, пенсиям етмәй башлағас, барыбер ябырға тура килде. Уның ҡарауы был дыуамал һынау мине әйтеп бөтөргөһөҙ байытты – яҙыусы өсөн иң кәрәк нәмә – тормош тәжрибәһе бирҙе. Хәҙер мин күп нәмәгә бөтөнләй икенсе төрлө ҡарайым, тормошто күпкә тәрәнерәк аңлайым. Алһыу күҙлек кейеп, хыял ҡанаттарында осоп йөрөгән мәрәкә бер кешенән төплө фекер йөрөткән һәм башҡаларҙы ла, үҙемде лә ярайһы дөрөҫ баһалай белгән өлгөргән шәхескә әйләндем. Алтмышты үткәс! Ярай әле күңелемдә үҙемде теп-теүәл ике тапҡырға йәшерәк тоям. Шуға күрә һәр нәмә үҙ мәлендә, тейешле сәғәтендә киләлер, тип уйлайым.

– Ғаиләгеҙ тураһында тулыраҡ һөйләп үтһәгеҙ ине.

– Ғаиләлә төпсөк баламын. Әйткәнемсә, ныҡ иркә булып, үҙемде ныҡ яратҡандарын тойоп үҫтем. Ошо тойғо мине ғүмере буйы һаҡлап, ҡурсалап, йылытып килә. Атайым менән әсәйем үтә егәрле, булдыҡлы кешеләр ине. Тирә-яҡҡа танылған баҡса үҫтерҙеләр, атайым бал ҡорто үрсетте. Әсәйемдең, ғөмүмән, ҡулынан килмәгән бер эше лә юҡ ине: оҫта тегә, матур-матур әйберҙәр бәйләп кейҙерә. Ә аш-һыуға оҫталығы тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Теләгәнде кейеп, теләгәнде ашап үҫкәнгәлер, моғайын, беҙҙең беребеҙҙә лә матди донъя менән үтә мауығыу юҡ. Атайым менән әсәйем беҙгә иң мөһим нәмәне – ярата белеүҙе мираҫ итеп ҡалдырған. Тормошто йәмләй торған был сифат арҡаһында апайым Земфира менән ағайым Салауат – өсөбөҙ ҙә бер-беребеҙгә ышаныслы терәк булдыҡ. Арабыҙға хатта хәләл ефеттәребеҙҙе лә индермәй, берҙәмлекте һаҡлап, бер һүҙле булып йәшәнек. Ошо тәрән туғанлыҡ хисен үҙем өсөн ифрат мөһим тип иҫәпләйем. Ҡыҙым Ләйлә менән улым Ренат – балаларым булыу менән бергә иң яҡын дуҫтарым, фекерҙәштәрем, ә ҡайһы ваҡыт ғәҙел тәнҡитселәрем дә. Мин һәр ваҡыт егелеп, мөкиббән китеп эшләгәс, командировкаларҙа күп йөрөгәс, уларға үҙаллы үҫергә тура килде. Хужалыҡта ҡулдарынан килмәгән эштәре юҡ. Миңә бер ваҡытта ла ауырлыҡ һалмай, яҡшы уҡынылар, юғары белем алдылар. Ләйлә – һөнәре буйынса коуч. Ренат – математик. Кейәүебеҙ Айрат та ғаиләбеҙ рухында тәрбиә алған, ихлас, үҫешкә ынтылып йәшәгән, тынғыһыҙ кеше. Ейәнсәрем Камилә менән ейәнем Данияр бәләкәй саҡта беҙ бөтәбеҙ бергә 45 кенә квадрат метрлы фатирҙа күмәкләшеп бергә йәшәй инек. Уларҙың иң тәмле ваҡыттарында эргәмдә булыуҙарына ҡыуанып бөтә алмай торғайным. Беҙ ғаиләлә башҡортса һөйләшәбеҙ. Шуға күрә телдәре лә әсә телендә асылды. Яҡшы уҡыйҙар, егәрлеләр. Йәй һайын каникулдарын ауылда үткәреп, беҙгә мал, ҡош-ҡорт ҡарашып, хеҙмәт хаҡына ҡыш буйы ашарлыҡ ит алып ҡайтып китәләр.

– Бер мәл эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнһәгеҙ ҙә, тәү сиратта Һеҙ – ижад кешеһе. Ә бына әҙәбиәт өлкәһендә ниндәй уңыштар бар?

– Бәләкәйҙән журналист булырға хыялландым. Мәктәптә – шиғыр, университетта хикәйәләр яҙа башлаһам да, бөтөн ынтылышым гәзит репортеры булыу ине. Ун һигеҙ йыл «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшләнем. Эшкә байрамға барғандай ҡыуанып йөрөй торғайным. Шуға күрә бик оҙаҡ йылдар минең өсөн публицистика мөһимерәк ине. Нәфис әҙәбиәттең тәмен һәм көсөн тулыһынса аңлар өсөн бик оҙаҡ ваҡыт кәрәк булды. Булмышым менән интровертмын, моғайын, шунлыҡтан мин күберәк үҙем өсөн, үҙемдең эске проблемаларымды хәл итер өсөн яҙам. Тимәк, иғтибарым үҙәгендә – ҡатын-ҡыҙҙың эске донъяһы. Бәлки, шул сәбәптәндер, яҙыусы ағайҙар ижадыма һәр ваҡыт эшкә һанамайыраҡ ҡараны. Яҙыусылар союзы яғынан да бер ваҡытта ла иғтибар тойманым, ә уның органы булған «Ағиҙел» журналы оҙаҡ ваҡыт хикәйәләремде һанға һуҡманы. Хәҙерге ваҡытта танылыу тапҡан «Партбилет», «Баһадир» һымаҡ хикәйәләрем дә тәүләп гәзиттәрҙә донъя күрҙе. Хикәйәсе булараҡ формалашыуым өсөн тулыһынса тиерлек «Шоңҡар» журналына һәм уның тәүге мөхәррире Таңһылыу Ҡарамышева менән яуаплы сәркәтибе Закир Зиннәтуллинға бурыслымын, тип әйтһәм дә яңылыш булмаҫ. Улар заказ биреп, үҙҙәре һорап яҙҙырта торғайны. Ә Динә Талхина рухландырмаһа, тәүге китабымды ла сығара алмаҫ инем, тип уйлайым. Хәйер, был мине бер ваҡытта ла үтә көйҙөрмәне, сөнки, беренсенән, үҙемде күберәк публицист итеп тоя инем, икенсенән, нимә генә яҙһам да уҡыусылар яратып ҡабул итә торғайны. Әлегә тиклем был минең өсөн бөтә нәмәгә ҡарағанда ла мөһимерәк. Китапханаларҙа теткеләнеп, иҫкереп бөткән китаптарымды күрһәм, быны иң ҙур бүләк тип ҡабул итәм.
Әлеге ваҡытта, минең ғүмер тантанаһына бәйле әңгәмәләрҙең барыһында ла иң башта дан-дәрәжәләрем тураһында һорайҙар. Ул йәһәттән артыҡ маҡтанырлығым юҡ. Шул уҡ ваҡытта көйөнөрлөк тә түгел. Дан ҡаҙанмауҙың йәшәү өсөн ифрат ҡулай яғы бар – үҙең булып ҡалырға, ирекле булырға мөмкинлек бирә.
Илһамдан айырмаһын да, һаулыҡ бирһен. Яҙыусы, ғүмүмән, ижад кешеһе, иң ҙур бүләкте үҙенә үҙе генә эшләй ала – кешеләр күңеленә юл яра алған әҫәр яҙаһың икән, тимәк, һин бәхетле. Был йәһәттән әлегә зарланырлығым юҡ.

– Киләсәккә ниндәй ниәттәр менән йәшәйһегеҙ?

– Ниәттәр күп инде ул. Шулай ҙа бер үтә ҙур, үрелеп буй етмәҫлек арманымды әйтәйем: кәмендә миллион ярым башҡорт үҙебеҙҙең телдә, башҡортса уҡырлыҡ әҫәр яҙырға теләр инем. Мине башҡа телдәргә тәржемә ителеү, бүтән милләт вәкилдәренең уҡыуы артыҡ ҡыҙыҡһындырмай. Яҙыусылыҡ бурысымды башҡорттоң мәнфәғәттәрен яҡтыртыу, башҡортҡа үҙ теленең хазина икәнен күрһәтеү, уның һутын, татын, моңон тойҙороу һәм үҙебеҙҙең рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлап алып ҡалыу, йәш быуынды шул рухта тәрбиәләүҙә күрәм.

– Гөлсирә апай, ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын һаҡлап алып ҡалыуҙа Һеҙҙең дә өлөшөгөҙ тос булыр тип ышанабыҙ.


Нияз Алсынбаев әңгәмәләште.

Китап уҡыусылар менән осрашыуҙа
Ғаиләһе һәм дуҫтары менән
Китап уҡыусылар менән осрашыуҙа
Читайте нас: