Все новости

«ӘҘИПТӘР – АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ ЯРАТҠАН ҠОЛДАРЫЛЫР»

Башҡортостандың атҡа­ҙанған уҡытыусыһы. Респуб­лика Президенты премияһына лайыҡ булыусы. Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы. Биш балаға ғүмер биреп, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән Герой-әсә. Талантлы әҙибә. Күптән түгел Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы Ҡаҙаҡбаева (Ҡудашева) үҙенең 55 йәшен билдәләне. Ошо уңайҙан беҙ уның ижады, тормошо хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

«ӘҘИПТӘР – АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ ЯРАТҠАН ҠОЛДАРЫЛЫР»
«ӘҘИПТӘР – АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ ЯРАТҠАН ҠОЛДАРЫЛЫР»

– Зөлфирә, әҙәбиәткә һин өйрәнсек булып килмәнең. «Сиселмәгән сер» исемле тәүге китабыңа ингән ете хикәйәң үк һине өмөтлө прозаик итеп танытҡайны. Хикәйәләреңә, повестарыңа сюжеттарҙы үҙең уйлап табаһыңмы әллә кешеләр һөйләгән ваҡиғаларҙы тасуирлайһыңмы?

– Һеҙҙең был һорауығыҙға Таңсулпан апай Ғарипованың һүҙҙәре менән яуап биргем килә. Бер саҡ һөйләшеп ултырғанда ул: «Тәүге китаптарында авторҙар йә үҙҙәренең тормошон, йә күргән-белгәнен, ҡайҙандыр ишеткәнен яҙа. Икенсе китабына тиклем ул өлгөрөп етһә, фантазияһын эшкә егә», – тигәйне. Ошо фекерҙе дауам итәм: әгәр яҙыша башлаусы кеше үҙ өҫтөндә эшләмәһә, үҫешмәһә, камиллашмаһа, гел үҙенең тормошон ғына һүрәтләүсе мөтәшағир йә мөтәяҙыусы ғына булып ҡала. Әгәр инде ижадҡа башкөллө сумһа, алда һанап кителгәндәрҙе атҡарһа, икенсе китабына ул ысын оҫта, ысын яҙыусы булып өлгөрә.
Минең «Сиселмәгән сер» исемле беренсе китабыма ингән ете хикәйәмдең икәүһенең нигеҙендә реаль ваҡиғалар ята. «Көтөү» хикәйәһендәге төп геройҙың прототибы үҙебеҙҙең ауылдаш инәй булһа, «Һыңар балдаҡ»та һүрәтләнгән фажиғәле хәлдәрҙе мин БДУ-ла уҡып йөрөгәндә ишетеп тетрәнгәйнем. Әлбиттә, улар фантазия менән байытылған, үҙгәртелгән, биҙәлгән, әммә төп ваҡиғалар – әбейҙең яратҡан кешеһен ғүмер буйы һуғыштан ҡайтыуын көтөүе һәм ҡыҙҙың үлеме уйҙырма түгел. Артабанғы китаптарыма тиклем арауыҡта мин үҙ өҫтөмдә эшләргә, ҡәләмдәштәремдең, бигерәк тә өлкән, классик яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡырға тырыштым, үҙ ижадыма талапсаныраҡ, тәнҡит, сит кеше күҙлегенән ҡарарға, эшкәртергә өйрәндем.

– Әҫәрҙәрең күберәк кешеләр араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе сағылдырыуға, әхлаҡи темаларҙы яҡтыртыуға ҡоролған. Егет, ҡыҙ – мөхәббәт; ата-әсә, бала – тәрбиә; ҡайны, ҡәйнә, килен – ғаилә мәсьәләләре ижадыңда төп урынды алып тора. Был һинең күп йылдар уҡытыусы булып эшләүеңдән киләме әллә тормош күҙәтеүҙәре һөҙөмтәһеме? Бәлки, берәй әҫәреңдең яҙылыу тарихын һөйләп китерһең...

– Был турала йыш ҡына һорайҙар. Уйлап ҡарайыҡ әле: яҙыусы нимә яҙа, ни өсөн яҙа? Уның әйтер һүҙе бармы, йәки уны нимә борсой, нимә уны төн йоҡоларын ҡалдырып ҡулына ҡәләм алырға (хәҙер – компьютер алдына ултырырға) мәжбүр итә? Күңелеңде ниҙер борсоп тормаһа, уны башҡаларға еткереү мохтажлығы булмаһа, кеше, моғайын, яҙышып та тормаҫ ине. Ә темаларға килгәндә, бәлки, ысынлап та, ике тиҫтә йылдан ашыу мәктәптә балаларға белем биреү ҙә йоғонто яһағандыр. Ләкин, был мөһим фактор түгел, сөнки әҙип бит, туҡта әле ошо темаға яҙайым, тороп тор әле, был тема ҡыҙығыраҡ, тип ҡәләмгә тотонмай. Һәр хәлдә мин үҙем улай тип тема һайлап ултырғаным юҡ, бәлки, шулай яҙышҡандар ҙа барҙыр, яҙыусылар бит бер иш түгел. Әҫәрҙәр төрлөсә яҙыла: ҡайһыларын уйлап йөрөп-йөрөп, башынан аҙағына ҡәҙәр күңелдән яҙып бөтөргәс кенә, ултырып ҡағыҙға төшөрәһең. Икенселәре яҙыла башлағандан һуң бөтөнләй икенсе төрлө тамамланып ҡуя. Геройыңдың бер һүҙе йә ҡылығы ваҡиғалар теҙмәһен икенсе юҫыҡҡа бороп ебәргән мәлдәр ҙә булғылай. Яртылаш яҙылып, айҙар, йылдар буйы осланмай ятҡан әҫәрҙәр ҙә бар.

– Район гәзитендә эшләгәндә ҡыҙыҡлы шәхестәр менән әңгәмәләр ойошторғанһың. Уларҙың яҙмыштары яҙғандарыңа инеп китмәнеме? Ғөмүмән, әҫәрҙәреңдең прототиптары бармы, булһа, араларында үҙҙәрен танып, дәғүә белдереүселәр осраманымы?

– Эйе, ете йыл тирәһе миңә Йылайыр районының «Ауыл уттары» гәзитендә эшләү бәхете тейҙе һәм мин коллегаларыма, мине эшкә саҡырған редакторыбыҙ Ильяс Исмәғил улы Такаловҡа бик ныҡ рәхмәтлемен. Унан мин гәзит жанрҙарына, әҙәби әҫәрҙән айырмалы рәүештә, мәҡәләләрҙе ҡыҫҡа, бөҙрәләмәй, арттырмай, төплө фекерҙе ыҡсым ғына итеп еткереү оҫталығына өйрәндем. Күп матур кешеләр менән танышыу насип булды был ете йыл эсендә, ләкин улар нигеҙендә әҫәр яҙылды тип әйтә алмайым. Дөрөҫөн әйткәндә, мин таныштарымдың, дуҫтарымдың, ауылдаштарымдың яҙмышын яҙмайым.

– Ауыл ерендә йәшәп, биш бала үҫтереп, мәктәптә уҡытып, редакцияла эшләп, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап – донъяның бөтмәҫ мәшәҡәттәре араһында ҡасан ижад итергә ваҡыт табаһың?


– Балалар бәләкәй саҡта төндәрен ултырҙым, миңә йоҡом туйһын өсөн күп ваҡыт кәрәкмәй – дүрт-биш сәғәт етә. Киреһенсә, хәҙер бына төндө үткәрә алмай йонсойом, йоҡоһоҙлоҡтан интегәм. Был беҙҙең ғаиләнең, Ҡаҙаҡбаевтарҙың, ауыртҡан ере – йоҡоһоҙ нәҫел беҙ. Илһам килһә, ваҡыт табыла. Нисек кенә ваҡытың тар, эшең күп булмаһын, башыңа килгән уйҙарыңды, фекерҙәреңде ҡағыҙға төшөрөргә сараһы килеп сыға ул. Ә бер ниндәй ҙә идеяң юҡ икән, көнө буйы буш булып, түбәгә төкөрөп ятһаң да, бер юл да яҙылмай. Әле буш ваҡытым да күберәк, сөнки балалар үҫеп таралышып бөттө, ләкин барыбер ҡәләмгә һирәгерәк тотонам. Донъя баҫты, ахырыһы...

– Үткән йыл аҙағында һин үҙеңдең бик матур юбилейыңды билдәләнең: 55 йәш тулды. Ниндәй уңыштар менән ҡаршыланың?

– Аллаға шөкөр, барлыҡ яҡындарымдың иҫән-һау булыуы – үҙе ҙур бәхет! Әҙәбиәт донъяһы менән таныш кешеләр беләлер ҙә инде, беҙҙең ғаиләбеҙ ҙур, тормош иптәшем Рәсүл Ҡудашев менән биш бала үҫтерәбеҙ. Өс ҡыҙыбыҙ ҙа тормошта, урынлашып бөттө, үҙ милләтебеҙҙең бына тигән егеттәре менән яҙмыштарын бәйләне. Өлкән ҡыҙыбыҙ Илнара 2-се һанлы Өфө педагогия колледжын, Өфө дәүләт педагогия университетын тамамланы, әле кейәүебеҙ Юнир менән Стәрлетамаҡта йәшәй, оҙаҡ йылдар көтөп алған тәүге ейәнсәребеҙ, бер йәше тулып килгән кескенә Рәминәне үҫтерәләр. Ҡыҙым гимназияла музыка уҡытыусыһы булып эшләй, әле декрет ялында. Кейәүебеҙ ҙә шул уҡ уҡыу йорттарын тамамланы, тик ул ҡыҙыбыҙ кеүек музыкант түгел, ә рәссам. Икенсе ҡыҙыбыҙ Илзирә беренсе кластан уҡ Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендәге махсус музыка колледжында, аҙаҡ сәнғәт институтында уҡыны, аспирантураһын тамамланы. Ул профессиональ скрипкасы, йырсы, «Ҡурай», БЮТ каналдарында йыш ҡына ул башҡарған йырҙарҙы һәм скрипка көйҙәре менән клиптарҙы күрһәтеп торалар. Быйыл йәй көнө ул Сибай егете Иршат Ильясовҡа кейәүгә сыҡты. Өфөлә төпләнделәр, филармонияла эшләйҙәр. Кейәүебеҙ ҙә шул уҡ институтты тамамлаған музыкант, бер-береһенә тап килеп кенә торалар инде, Аллаға шөкөр! Ғөмүмән, Илзирә беренсе кластан уҡ баш ҡалала уҡыған бала булараҡ, ауыл тормошона ҡулайлашмаған да, ауылдың ҡара эштәренә барымы ла юҡ. Шулай ҙа беҙ балаларҙың барыһын да өй, йорт-ҡура тирәһендәге эштәргә өйрәтеп үҫтерҙек, ҡыҙҙар һыйыр һауа белә. Бәләкәс ҡыҙыбыҙ Светлана, шулай уҡ баш ҡалала медицина колледжын тамамлап, республика клиник дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөй. Кейәүебеҙ Тимур – Бөрйән районы башҡорто, БДУ тамамлаған инженер, шулай уҡ баш ҡалала йәшәйҙәр. Ике улыбыҙ Айтуған менән Иштуған Өфөлә урта махсус уҡыу йорттарында белем ала, өлкәне быйыл финанс колледжын тамамлаһа, төпсөгөбөҙ архитектура колледжының беренсе курсында ғына әле. Уларҙың да киләсәге яҡты, бәхетле булһын, тип теләйбеҙ.
Йылдар үткән һайын ижад багажым да яйлап ҡына һәлмәкләнә. Һуңғы бер нисә йылда мин драматургия менән ныҡлап ҡыҙыҡһынып киттем һәм прозаны бер аҙ «онотоп» торҙом. Боронғо драматургтарҙан башлап замандаштарымдың бик күп пьесаларын уҡыным, үҙем дә яҙып маташтым. Бер нисә драмам бар-барлыҡҡа, ләкин улар бер ҡайҙа ла ҡуйылманы, бәлки, сәхнәгә сығарыр кимәлдә түгелдәрҙер ҙә. 2017 йылда З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә тапшырылған ҡулъяҙмам – дүртенсе китабым быйыл, Алла бойорһа, донъя күрер, тип өмөтләнәм.

– Эйе, быйыл яңы проза йыйынтығың донъя күрергә тора. Ул нисек атала һәм ниндәй әҫәрҙәр тупланған?

– Ҡаралама исеме «Йән туғаным» тип атала ине, әммә мин уны үҙгәртермен, тип уйлайым, сөнки шул исемдәге хикәйәм өсөнсө китабыма инеп китте. Бер үк исемде ҡабатламаҫҡа ине иҫәп. Китап гел хикәйәләрҙән генә торор, сөнки хәҙерге ашығыс, тиҙлек заманында халыҡ оҙон әҫәрҙәрҙе бик үк уҡып бармай, ҡыҫҡа жанрҙарға өҫтөнлөк бирә.

– Әлеге көндә һин почта бүлексәһендә начальник булып эшләйһең. Ни өсөн халыҡ матбуғат баҫмаларына бик яҙылмай, уның сәбәптәре нимәлә тип уйлайһың?

– Кемдәр баҫма матбуғатты алдырып уҡыуын да йәшермәй әйтеп бирә алам. Пенсионерҙар уҡый, илле йәштән йәшерәктәр гәзит-журнал алдырмай. Әйтһәң, «Нимәгә ул, беҙ интернеттан уҡыйбыҙ», – тиҙәр. Төпсөшөп һорашһаң, бер әҙәби әҫәр уҡымағандар, бары яңылыҡтар, сенсациялы хәбәрҙәр, юҡ-бар ғәйбәт ҡараштырғандар. Кеше балаларын тикшереп ултыра тимәһендәр өсөн үҙ ғаиләмде миҫалға килтерә алам: биш баламдың береһе генә әҙәби әҫәрҙәрҙе һыу кеүек эсә. Башҡалары урыҡ-һурыҡ ҡына ҡулына ала.
Шуны ла өҫтәп китәйем, беҙҙең Яманһаҙ – күп милләтле ауыл. 80-се йылдарҙа мәктәптәрҙә уҡытыу тик рус телендә генә алып барылған, ул замандарҙа уҡыған йәштәр русса һөйләшә, русса фекерләй. Суверенитет яулағас башланған үҙгәртеп ҡороуҙар мәктәпкә ыңғай яңылыҡтар индерҙе, параллель рус һәм башҡорт кластары барлыҡҡа килде. Рәхәтләнеп үҙ телендә һөйләшкән быуын үҫеп сыҡты. Әммә... оҙаҡҡа түгел: балалар һаны ҡырҡа кәмене, беҙҙең урта мәктәптә бөгөн иллегә яҡын уҡыусы белем ала, уларға тиҫтә самаһы уҡытыусы белем бирә. Сағыштырып ҡарағыҙ: утыҙ йыл элек 300 уҡыусы ине. Уҡыусылар һаны кәмегәс, йәнә параллель кластар бөтөрөлдө, уҡытыу тик рус телендә генә алып барыла. Тағы русса уйлаған, русса һөйләшкән, хатта бөтөнләй үҙ телен онотҡан быуын үҫеп сыҡты. Ата-әсәһе русса йүнләп һөйләшә лә белмәгән ғаиләлә тап-таҙа урыҫ балаһы үҫеп килә! Аптырарлыҡ, ятып иларлыҡ хәл бит был! «Нишләп башҡортса өйрәтмәйһегеҙ»? – тиһәң, «Үҙҙәре рус теленә өйрәнгән, балалар баҡсаһында, йәнһүрәттәрҙән, – тип яуап бирәләр. Ә улар ҡайҙа һуң: әкиәт һөйләгән, бәпесем, бәләкәсем тип әйткән башҡорт ата-әсәһе ҡайҙа һуң?

– Өфөнән ситтә, әҙәбиәт донъяһынан алыҫта йәшәү, шул мөхиттең уртаһында ҡайнамау болоҡһоу уйҙарға һалғаны юҡмы? Өфөгә күсеп килеү теләге булманымы?

– Булды. Булды ғына түгел, 1993 йылдың көҙөндә, ул саҡта тәүге ҡыҙыбыҙ ғына булған саҡта, Өфөгә тип сығып киттек. Шул хәтлем журналист булғым, редакцияла эшләгем килә ине. Туп-тура «Йәшлек» гәзите редакцияһына барҙым, баш мөхәррир урынбаҫары Рәшиҙә Мәһәҙиева мине ҡыуанып ҡаршы алды. «Дин һәм донъя» (яңылышмаһам, шулай атала ине, шикелле) бүлегенә хәбәрсе кәрәклеген, мине ҡуш ҡуллап алырға риза икәнлеген әйтеп шатландырҙы. Тик икебеҙ ҙә иртәрәк ҡыуанғанбыҙ: ул саҡтағы мөхәррир өҫтөндә болоттар ҡуйырған, юҡҡа сәбәп итеп, уны судҡа саҡыртҡан, ныҡ негатив хөкөм һөргән саҡ ине. Ысынлап та, ваҡытһыҙ барғайныҡ шул Өфөгә: Мәскәүҙә тарихҡа инәсәк фажиғәле хәлдәр башланып китте, иҫләйһегеҙҙер: Аҡ йортто утҡа тотоу, Юғары Совет яҡлыларҙы атып үлтереүҙәр, ике аҙнаға һуҙылған ҡаршы тороу, урамдарҙағы сыуалыштар, йөҙәрләгән ҡорбандар, яндырылған машиналар һ.б.
Аҙаҡтаныраҡ та күңел елкенеп киткән мәлдәр булды. Хәҙер инде күндек, шау-шыулы мегаполиста йәшәй ҙә алмаҫ инек, моғайын. Икенсе яҡтан, университетты тамамлағас та Өфөлә ҡалһам, бер-ике генә бала үҫтерһәк, йорт-ҡура мәшәҡәттәре булмаһа, бәлки, күләмлерәк әҫәрҙәр яҙыр, башкөллө ижад донъяһына сумыр, емешлерәк ижад иткән булыр инем тип тә уйлайым. Хәҙер инде билдәле ғалим, оло әҙип, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүрҙең һүҙҙәре минең йөрәгемде йылыта.
...Беҙҙе тиҫтәләгән башлап яҙыусыларҙы Башҡортостан Яҙыусылар союзына алырға саҡырҙылар. Идара ултырышы булды, беҙҙе берәмләп саҡырып, һорауҙар яуҙырып, тауыш биреп, берләшмәгә ҡабул иттеләр. Шундағы йыйылышта олуғ яҙыусыбыҙ Рәшит Шәкүр һүҙ алды: «Мин был ҡатынды күргәнем юҡ, кем булып эшләүен дә белмәйем. Әҫәрҙәрен уҡыйым да: «Ниндәй ҙур тормош тәжрибәһе туплаған! Ниндәй тетрәнеүҙәр кисергән, фажиғәләргә осраған оло йәштәге ханымдыр, нимә генә күрмәгән был бахырҡай», – тип аптырап ҡуям, – тине. – Ә бөгөн килеп мин уны күрҙем: бер ҙә ҡарт та түгел, таушалмаған да, үҙе күрмәгән-кисермәгәнде беҙҙе ышандырырлыҡ итеп яҙа белгән оҫта яҙыусы икән ул Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева». Аҙаҡ ул минең ауыр юл сумкаһын күтәрешеп, автобус туҡталышына тиклем оҙатып, ҡул болғап тороп ҡалды. Шунда китеп барғанда юлда ул миңә ошолай тип кәңәш бирҙе: «Өфөлә, дүрт стена эсендә ултырып, йүнле әйбер яҙыуы ҡыйын. Һин ауылда иркенләп, күршеләрең менән сәйҙәр эсеп, ҡунаҡҡа йөрөшөп, ябай халыҡ эшләгән эштәрҙә ҡайнашып, ысын тормошто күрәһең. Ысын тормошто яҙаһың, шуға ла һинең әҫәрҙәрең уҡымлы. Йәштәр таныла башлаһа, Союзға алынһалар, Өфө, тип сабып сығып китәләр. Һинең дә шундай теләгең булыр, әммә мин әйтер инем: килмә, күсмә Өфөгә!» – тигәйне. Болоҡһоп киткән саҡтарҙа Рәшит ағайҙың ошо һүҙҙәрен иҫләп йыуанам...

– Ысынлап та, ижадыңда тормош дөрөҫлөгө ярылып ята шул. Ябай уҡыусы булараҡ, һинең әҫәрҙәреңде уҡып сығып, ҡайһы берҙәрендә күҙгә йәштәр төйөлдө. Уларҙы яҙғанда геройҙарыңды йәлләп, үҙең иламайһыңмы?

– Ундай мәлдәр ҙә була: яҙғанда ла илайһың, аҙаҡтан уҡығанда ла күҙгә йәштәр килә. «Фәрештәм минең», «Мәрхәмәтле булһын яҙмыш», «Һыңар балдаҡ», «Бәддоға уҡымайым», «Һеҙ алһыуҙары ғына» кеүек әҫәрҙәрем шулай илатып тыуҙы.

– Яҙыусыға уҡыусылары менән осрашыуҙар ҙа кәрәк. Һеҙҙә шундай осрашыуҙар үткәреләме? «Мәрхәмәтле булһын яҙмыш» повесың уҡытыусылар тураһында, был китап сыҡҡас, мәктәптәргә саҡырып, уҡыусылар конференцияһы үткәрмәнеләрме?


– Осрашыуҙар Йылайыр районында ла, үҙемдең тыуған Баймаҡ ра­йонында ла, Аллаға шөкөр, үткәрелеп тора. Һабыр урта мәктәбендә һәм Юлдыбай аграр колледжында уҡыусылар конференциялары ла булды. Китабыңды уҡыған кешеләр менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу бик күп яңы эмоциялар, ыңғай кисерештәр бирә, үҙеңдә яңы көс барлыҡҡа килеүен, яҙырға ынтылыш тыуыуын тояһың. «Шул геройың миңә йәшәргә ярҙам итте, минән дә ауыр хәлгә ҡалып, ҡайғыларын еңеп, аяҡҡа баҫҡан ҡатындар бар икән, тип үҙемдә йәшәргә көс таптым. Рәхмәт һеҙгә шуның өсөн», – тигәйне бер уҡытыусы Баймаҡ районында. Ошондай һүҙҙәр әҙипкә иң ҙур баһа! Премиялар, исемдәр онотола, ә ихлас йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр йылдар буйы күңелде йылыта, өмөт бирә...

– Әҫәрҙәреңде интернетҡа ҡуйғаның бармы?

– Аҙыраҡ һала башланым ул мин. Тик был селтәрҙәрҙә хикәйәләр, яҙмалар ифрат күп, бары шунда ғына яҙышып, танылып, әллә нисә мең уҡыусы йыйған яҙышыусылар күп. Бар араһында бына тигәндәре, бар һәр һөйләме хаталы, оятһыҙ, һүгенеү һүҙҙәре ҡулланып яҙылғаны. Ә бит шуларҙы күберәк уҡыйҙар! Мин ҡуйҙым икән ти һәйбәт кенә бер әҫәр, уны уҡый иң күбе – ун мең кеше. Ә тегенекен утыҙ-ҡырҡ меңе уҡый! Бында көнләшеү тураһында һүҙ бармай. Салауат Әбүзәрҙе, Әхмәр Үтәбайҙы йә Фирүзә Абдуллинаны уҡыһын йөҙ мең кеше, мин бик шатмын! Әммә кимәле уртасанан да түбән, әхлаҡһыҙ, оятһыҙ яҙмаларҙы уҡып, етмәһә, маҡтап ятыусыларҙың кимәле лә шулайҙыр инде... Әлбиттә, һәр кем үҙе теләгәнде ашай: кемгәлер алма, кемгәлер – үләкһә... Шуға күрә, мин был селтәрҙәргә шикләнеп ҡарайым, әҫәрҙәремде ҡуйһам, баяғылар рәтенә төшөү булмаҫмы тим? Икенсе яҡтан ҡарағанда, был юл – иң йәһәт танылыу урыны ла.

– Әҫәрҙәреңде яҙып бөткәс, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәһеңме? Шундай саҡта үҙеңде ниндәй һүҙҙәр менән маҡтайһың, дәртләндерәһең? Бөйөк шағир әйтмешләй «Ай да Пушкин, ай да молодец!» – тип ҡуймайһыңмы?

– Ҡәнәғәтлек тойғоһо ла була, ҡайһы мәлдәрҙә бушанып ҡалғандай тояһың. Буш һауыт кеүек... Бер аҙ әҫәрҙәге геройҙарың менән йәшәп, бәхәсләшеп, әрләшеп киткән саҡтар ҙа була, онота алмай, сюжет эсенән сыға алмай интеккән ваҡыттар... Бик күңелле мәлдәр улар. Киләһе әҫәрең эсенә сумғансы... Элек хикәйә яҙып бөтәм дә, йәһәтерәк күсереп, берәй гәзиткә ебәреү яғын ҡарай инем. Хәҙер әҫәрҙе тамамлаһам, ул турала оноторға тырышам. Байтаҡ ваҡыт үткәс, сит кеше күҙлегенән сығып уҡып ҡарайым. Бөтөн хатаһы, артыҡ һүҙҙәре, кәрәкмәгән ялғауҙар, кәрәкмәгән абзацтар йәки ваҡиғалар – дөйөм һүҙ менән әйткәндә, етешһеҙлектәр күҙгә бәрелеп тора. Шунан рәхәтләнеп төҙәтәһең инде. Үҙеңде яңынан асҡан кеүек булаһың ошолай сит күҙлектән уҡыһаң.
Ҡайһы бер йәш саҡта яҙған хикәйәләремде уҡып: «Ыста, ул йәшемдә мин быны ҡайҙан белдем икән? Ҡайҙан алдым икән был һүҙҙе, был фекерҙе? – тип аптыранған сағым да бар. Әҙиптәр ябай кешеләр генә түгелдер ул, Аллаһы Тәғәләнең бер яратҡан ҡолдарылыр, тип тә ҡуям хатта. Сөнки Уның ҡөҙрәтенән тыш нисек яҙмаҡ кәрәк?!

– Һин яҙыусы тип бер кем дә донъя мәшәҡәттәренән арындырмай. Ниндәйерәк хужабикәһең? Ғаиләңде тәмле ризыҡтар менән һыйларға яратаһыңмы?

– Уңған хужабикә тип әйтмәҫ инем, шулай ҙа өйөмдән бер ваҡытта ла ҡомалаҡ икмәге өҙөлмәй. Ҡомалаҡ әсеткеһен үҙем эшләмәйем, бейе­мем әҙерләп бирә. Бейемем, йәғни Рәсүлдең әсәһе Сәүиә, беҙгә ҡаршы ғына йортта йәшәне. Ҡайным Әмир менән дүрт бала үҫтергәндәр: өс ҡыҙ араһында бер малай булып үҫкән минең иптәшем. Бөтәһе лә ошо Яманһаҙҙа йәшәй, үҙ-ара ныҡ дуҫтар, гелән бер-береһенә ярҙамлашып, ҡунаҡҡа саҡырышып, бөтөн байрамды бергә үткәреп көн итәләр. Ҡайным – балта оҫтаһы, бейем һауынсы булды. Ҡайным мәрхүм беҙгә өй һалып, башҡа сығарҙы. Бейемем әле беҙҙең менән йәшәй, бөтә эштә ярҙамсы, өйөмә күҙ-ҡолаҡ, өйөбөҙҙөң асҡысы ла, йоҙағы ла. Беҙҙең ныҡлы терәгебеҙ ул бейемем, уға ҙур рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ.

– Ғаилә байрамдарын нисек үткәрәһегеҙ? Үҙегеҙгә генә хас йолаларығыҙ юҡмы?

– Ҙур йолаларыбыҙ юҡ. Шулай ҙа тыуған көндәргә, Яңы йылға бөтәбеҙ ҙә йыйылышырға тырышабыҙ. Яңы йылда бер-беребеҙгә бүләктәр бирешәбеҙ. Элек, балалар кескәй саҡта, бүләктәр ҙә арзан, бәләкәй генә ине. Хәҙер кемгә нимә кәрәк, ниндәй мохтажлығы бар – шуны бүләк итергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, быйыл беҙгә массаж креслоһы бүләк иттеләр. Арҡа, бил һыҙлап йонсоған кешеләргә ныҡ һәйбәт бүләк булды ул. Ә ҡатын-ҡыҙҙар байрамына сәскә гөлләмәһе бүләк итәләр. Хәҙер бит Өфөлә ултырып та ауылға сәскә ебәреп була, тап көнөндә генә алып килеп тапшырып ҡыуандыралар. Мин бүләк ҡабул итергә лә, үҙем бүләк яһарға ла яратам. Иң яратҡан бүләгем – ручка менән блокнот. Ят, эксклюзив ручкалар яратам. Ҡайҙалыр берәйһенең шундай ручка менән яҙғанын күрһәм, һорап алам, алмашҡа үҙемдекен, эксклюзив булмағанын бүләк итәм, был кешеләргә ныҡ рәхмәтле булып, доға ҡылып китәм.

– Һинең менән беҙҙең шөғөлдәребеҙ уртаҡ икән дәбаһа. Мин дә төрлө илдәрҙең ручкаларын йыям. Улар йөҙҙән ашып киткәндер инде... Минең өсөн дә иң ҙур бүләк ул. Шундай эксклюзив ручкалар менән яҙған ижадыңды тормош иптәшең аңлап ҡабул итәме?

– Рәсүл – һөнәре буйынса водитель, ғүмер буйы руль артында. Аллаға шөкөр, алама ғәҙәттәре юҡ, эсмәй, тартмай, балаларҙы ныҡ ярата. Ижадымды аңлай, бер ҡасан да, төнө буйы яҙышып ултыраһың, тип ризаһыҙлыҡ белдермәй. Уҡыусылар менән осрашыуҙарға элек алып бара торғайны, хәҙер үҙем рулгә ултырғас, машинаны йылытып, төҙөклөгөн тикшереп, хәйерле юл теләп оҙатып ҡала.

– Рулгә ултырғас, тинең, машина йөрөткәнеңә нисә йыл? Нимә мәжбүр итте һине тимер атты йүгәнләргә?

– Ун йыл булды. Мине рулгә бары ихтыяж ултыртты. Беҙ тәүге машинаны алғас та, ирем, әйҙә йөрөтөргә өйрәтәм, тип ҡаңғыртты. Ризалашманым, шул хәтлем ҡурҡа торғайным. «Һин булғанда миңә нимәгә ул?» – тип гелән баш тартып килдем. Әммә 2011 йылда Йылайыр районының «Ауыл уттары» гәзите редакцияһына хаттар бүлеге мөдире булып эшкә төшкәс, көн һайын тегеләй илле саҡырым, ҡайтҡанда илле саҡырым юлды йә автобуста, йә үткенсе машиналарҙа йөрөү ауырға төштө. Киләһе йылына Матрай ауылындағы автомәктәпкә уҡырға барҙым.

– Йәмғиәттә йәшәп, унан азат булып булмай. Ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡатнашаһыңмы?

– Әлбиттә, ситтә тороу мөмкин дә түгел. Мин бер нисә йыл ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булдым, редакцияла эшләгәндә район ағинәйҙәр ҡорон етәкләнем, район башҡорттары ҡоролтайының секретары ла инем. Ҡайнап йәшәнек ул ваҡытта! Ике тапҡыр Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хатына ла лайыҡ булдым. Баш ағинәйбеҙ Гөлфиә Янбаева бер осҡондан дөрләтеп ялҡын яһаған шәхес! Хәҙер ағинәйҙәр нисек эшләй, ниндәй ҙур эштәр атҡара – барыбыҙға ла билдәле. Тик уларҙы йәнә концерт ҡуйыусы, ҙур түрәләрҙе һыйлаусы итеп кенә ҡалдырырға тырышыусылар ҙа бар. Ә бит ағинәйҙәрҙең төп функцияһы ул түгел, ә тәрбиә. Ошо ойошмаларҙа эшләп, мин ауылдың төп проблемалары менән күҙгә-күҙ осраштым: эшһеҙлек, эскелек, буйҙаҡлыҡ, әхлаҡһыҙлыҡ, суррогат алкоголь һатыу һ.б. Шулай ҙа мин өмөтһөҙлөккә бирелмәйем, сөнки эсмәгән, әҙәпле, иманлы йәштәр быуыны үҫеп килә. Элек бөтөн ауыл эсһә, эсмәгән кешегә сирлегә ҡараған кеүек ҡараһалар, хәҙер, киреһенсә, эскән кешегә сикәнеп, һипһенеп ҡараусылар барлыҡҡа килде. Йәштәрҙе, балаларҙы дөрөҫ итеп, иң мөһиме, үҙең өлгө булып тәрбиәләү кәрәк. Үҙе эсеп тә, балам эсмәҫ, тип әйтеүселәр ныҡ хаталана. «Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр», – тип юҡҡа әйтмәгән боронғолар. Балаларыбыҙҙың әҙәпле, тәүфиҡлы, иманлы булыуҙарын теләйек.

– Һинең менән осрашыуыбыҙ иҫтә ҡалды: сабынлығығыҙҙы эҙләп табып, бесән әҙерләп йөрөгән мәлегеҙҙә һөйләшергә тура килгәйне. Башыңа килгән шиғырҙарыңды усаҡтағы торонбаш менән ҡайын туҙына яҙып барғаныңды белдек. Аҙаҡ гәзиттә «Йырлы ҡайындар» тип мәҡәлә лә баҫтырып сығарҙыҡ. Шундағы хыялға бай, бәләкәс ҡыҙ Зөлфирә менән бөгөнгө күркәм йәшкә еткән олпат ханым менән уртаҡлыҡтар ҡалдымы икән?

– Ҡалһа ла, бик аҙҙыр, тип уйлайым. Тәбиғәттең серлелегенә, ауыл еренең матурлығына, саф һауаһына ғашиҡлығым әле лә бар. Ағасҡа торонбаш менән яҙылған шиғырҙар күптән юйылғандыр инде. Минең эскерһеҙлегем, ихласлығым, кешеләргә йөҙ процентҡа ышаныуым – был сифаттар юҡтыр инде хәҙер, шул илаһи бала сағымда тороп ҡалғандыр... Һеҙҙең менән был осрашыу ғүмер буйы минең йөрәгемде йылытып торған ваҡиғаларҙың береһе, Зөһрә апай! «Журналистың бөтөн нәмәһе лә бер бәләкәй генә сумкаһына һыя, гел юлдабыҙ бит», – тип кескәй генә сумкағыҙҙан алып, күстәнәс итеп биреп киткән ҡып-ҡыҙыл ҙууур алманың тәме һаман да тел осонда торғандай... Һеҙҙең менән осрашыу, «Башҡортостан пионеры»нда әлеге мәҡәләне баҫтырыу, унан ҡалһа, матур итеп, аңлатып, кәңәш биреп, күп нәмәне төшөндөрөп яҙған оҙон хаттарығыҙ (шәхси хаттар, ә мәҡәлә, шиғырҙар тураһында түгел!) минең бала саҡ хыялдарына ҡанат ҡуйҙы, үҙ-үҙемә ышаныс өҫтәне, ниндәй генә хәлгә ҡалғанда ла, алға барырға өндәп торған маяҡ булды. Шуның өсөн мин һеҙгә мәңге рәхмәтле һәм бурыслы! Һеҙ үҫтергән йәш хәбәрселәр үҙҙәре бер плеяда! Хәлемдән килһә, мин һеҙгә һәйкәл ҡуйыр инем!.. Йәл, ул хаттарҙы мин, оҙаҡ йылдар һаҡлап йөрөткәндән һуң, бер эмоциональ кризис ваҡытында утҡа яҡтым. Шиғырҙарым, хикәйәләрем менән бергә.

– Эмоциональ кризис һәр ижадсыға ла хас күренештер, моғайын. Шундай ваҡыттарҙа нимәнән, кемдән көс алаһың? «Шиғырҙарым менән бергә» тинең. Ысынлап та, һин бит әҙәбиәткә шиғырҙар яҙып килеп, аҙаҡ прозаик булып танылдың. Хәҙер шиғырҙар яҙаһыңмы?

– Ижадсылар – улар ныҡ хисле, тиҙ үпкәләүсән, бөтөн нәмәне йөрәгенә яҡын ҡабул итеүсе кешеләр. Шуға ла уларға йәшәүе ауыр, йыш ҡына күңел ҡайтыуҙар, бушҡа ғына көйәләнеүҙәр, һағышҡа сумыу, яңғыҙ ҡалыу ихтыяжы булыуы мөмкин. Ҡайһы саҡ ауыр физик эш менән булышыу, мәҫәлән, бесән эшләү, утын ташып өйөү, баҡса, картуфлыҡтағы эштәр ауыр уйҙарҙан арындыра, икенсе ваҡыт яҡшы әҙәби әҫәр уҡыу йәки фильм ҡарау, яҡындарың менән аралашыу күңелгә дауа булыуы мөмкин.
Шиғырҙар хәҙер ҙә яҙыла ул, тик һирәгерәк... Күңел илаған мәлдә, йә иһә, киреһенсә, бәхеттән күктең етенсе ҡатына менерҙәй булып шатланған саҡта ҡапыл тыуа улар. Күп ваҡыт төндә килә шиғырҙар, тороп йәһәт кенә берәй ҡағыҙ киҫәгенә сыймаҡлап ҡуйып, иртәнсәк торғас, үҙ яҙыуыңды үҙең танымаған ваҡыттар ҙа була.

– Ҡәләмдәштәреңдең ижады менән танышып бараһыңмы? Кемдәрҙең әҫәрҙәре айырыуса ныҡ оҡшай?

– Танышып барам. Башҡортса сыҡҡан бөтә баҫмаларҙы ла алдырып уҡыйым, әҙәби процестан төшөп ҡалмаҫҡа тырышам. Яратып, көтөп алып уҡығандарым – Таңсулпан Ғарипова, Гөлсирә Ғиззәтуллина апайҙар, Зөлфиә Ханнанова, Гөлназ Ҡотоева, Миләүшә Ҡаһарманова, Зөһрә Бураҡаева, Рәйлә Сабитова, Рәмилә Торомтаева, Таңһылыу Ҡарасурина, Миңзилә Сирғәлина... Ир-аттарҙан Мәүлит Ямалетдинов, Наил Ғәйетбай, Әмир Әминев, Хәйҙәр Тапаҡов, Азамат Юлдашбаев, Мөнир Ҡунафин, Салауат Әбүзәр, Рәлис Ураҙғолов, Иҙрис Ноғоманов ижады айырыуса яҡын. Ой, әлбиттә, Зөһрә апай һеҙ! Онотоп торам! Һәм башҡа бик күптәр...

– Һин нимә хаҡында бер ваҡытта ла яҙмаясаҡһың?

– Дин тураһында. Сөнки ислам дине нигеҙҙәрен әле генә өйрәнә башланым һәм ул турала яҙырға ҡурҡам! Яңылыш яҙып, Аллаһы Тәғәлә алдында гонаһлы булыуҙан ҡурҡам! Шулай уҡ енси мәсьәләләр тураһында яҙмаҫ инем.

– Романға тотонорға иҫәбең юҡмы? Әллә романға торошло хикәйәләр ижад итеү еңелерәкме?

– Роман яҙыу хыялы бар, әлегә өлгөрөп етмәгәнмендер, күрәһең. Һуңғы арала Наил Ғәйетбайҙың «Бабич»ын, Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбә»һен, Сабит Фазлыевтың «Ҡара этаб»ын яратып уҡыным. Гүзәл Яхинаның «Зөләйха күҙҙәрен аса» менән «Сәмәрҡәндҡа эшелон» романдары тетрәндерҙе. Хикәйәләр ижад итеү, романға ҡарағанда, йөҙ мәртәбә еңелерәктер, моғайын. Һаулыҡ булһа, киләсәктә, бәлки...

– Рәхмәт, Зөлфирә, китаптарыңдың исемдәре менән әйтһәк, киләсәктә уҡыусыларға «Сиселмәгән сер»ҙәреңде еткерергә, уларҙы «Хыялға илтер һуҡмаҡ»тар буйлап йөрөтөргә яҙһын. Ә бының өсөн һинең үҙеңә лә «Мәрхәмәтле булһын яҙмыш».


Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әңгәмәләште.

«ӘҘИПТӘР – АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ ЯРАТҠАН ҠОЛДАРЫЛЫР»
«ӘҘИПТӘР – АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ ЯРАТҠАН ҠОЛДАРЫЛЫР»
«ӘҘИПТӘР – АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ ЯРАТҠАН ҠОЛДАРЫЛЫР»
«ӘҘИПТӘР – АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ ЯРАТҠАН ҠОЛДАРЫЛЫР»
«ӘҘИПТӘР – АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ ЯРАТҠАН ҠОЛДАРЫЛЫР»
Автор:
Читайте нас: