Все новости
Литературная среда
8 Февраля , 10:10

ШИҒРИӘТЕБЕҘ УҘАМАНЫ

Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назарға – 80 йәш.                                          Сал ҡылғанлы Ейәнсура далаһында һыбайлы үҫмер килә. Көтөүсе. Зәңгәр күктә бөркөт өйөрөлә. Йәш егет үҙе лә эйәрҙә ҡарсығалай күркәм ултыра. Ул малды ярҙарын тал ҡаплаған йылғаға әйҙәй. Ҡояшта янған был уңған егет – уй-хыялдары менән бала саҡ донъяһында тороп ҡал­ған Башҡортостандың була­саҡ халыҡ шағиры Хәсән Назар. Әле генә Ейәнсура районы Таулыҡай мәктәбенең ете синыфын тамамлаған... Әммә килер ваҡыт: Хәсән Назаров Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтын тамамлар, республикабыҙҙың төрлө гәзит-журналдарында эшләр... Ләкин абруй һәм билдәлелекте, уҡыусылар һөйөүен шағир була­раҡ яулар. Халыҡ шағиры Хәсән Назаровты матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ-сә­ләмәтлек теләйбеҙ!

ШИҒРИӘТЕБЕҘ УҘАМАНЫ
ШИҒРИӘТЕБЕҘ УҘАМАНЫ

Нескә күңелле ҡырыҫ шағир

Берәүгә лә минең бурысым юҡ,
Бурысы юҡ миңә бер кемдең.
Йырым шөғөл түгел, йәшәү булды,
Осоу – асылы ул бөркөттөң.

1973 йыл ине. Үҙем хеҙмәт иткән хәрби часҡа хат килеп төштө. Хат эсендә – «Совет Башҡортостаны» гәзитендә баҫылған тәүге әҫәрем – «Яңырыу» нәҫере. Авторы – Рафаил Ямалетдинов. Мәсетле районының Әбдрәхим ауылынан (беҙ уның менән бергә хеҙмәт итәбеҙ. Мин, оялып, Рафаилдан һорап тормай, нәҫерем аҫтына «Ямалетдинов» фамилияһын ҡуйғайным).
Бына, әй, нәҫерем баҫылған, уны әҙерләүсе, әлеге хатты ебәреүсе – Хәсән Назар. Шулай итеп, Хәсән ағай әҙәбиәттә минең тәүге ҡурсалаусым булды тиһәм дә ярай: ул минең беренсе әҫәремә фатиха бирҙе. Йылдар үткәс, күрермен, аңлармын: уның фатихаһы – баһалы!
...Хәсән Назар ижадында баштан уҡ яратам, һөйәм тип сөсөләнеү, сарбайланыу булманы, шуға ҡайһы берҙә «мөхәббәт лирикаһы менән мауыҡмай, унһыҙ нисек була инде ул» тип тә уйлай торғайным. Ғәҙәттә, психология, кисерештәр, мөхәббәт тойғолары әҙәбиәттең нескә ҡылы бит... Башҡорт шиғриәтенә хас образ-символдар менән эш итеү Хәсән Назарҙың тәүге «Бөркөттәр төйәге» йыйынтығына ла хас: бында үҙәктә – бөркөт образы, шунда уҡ бөркөт сөйгән сая егет... Уҡ-һаҙаҡ, һырҙарына тарих яҙылған, яугир ҡаны тамған ташҡая, мәғрур Урал урманы кеүек күренештәр... Шул уҡ ваҡытта шағир ижадында баштан уҡ ай, йондоҙҙар, сәскә-болондар образы юҡ дәрәжәһендә.
Беренсе китабынан һуң шағир бер ни тиклем туҡтап, замандымы, үҙ-үҙенме асып-асыҡлап, тын алып торҙо. Публицистикаға бирелде, буғай: гәзит-журналдарҙа тир түкте, радио-телевидениела эшләне. Әммә барыбер «Хәсән – сәсән инде ул, теле лә үткер» тигән һүҙҙәр ишетелде. Ысынлап та, мәҡәләләрҙе лә иҫ киткес һутлы тел менән яҙа, әллә ҡайҙан, әллә ниндәй халыҡсан лексиканы ҡуллана... Хәсән Назар ул йылдарҙа тәнҡит мәҡәләләре лә баҫтырҙы, ҡәләмдәштәре ижадын күҙәтеп барҙы. Шунда «Хәсән бит ул әҫәрҙе уҡымайынса ла тәнҡит яҙа ала» тигән лаҡап таралды. Был, әлбиттә, эрудициянан, интеллекттан килгәндер.
«Бөркөттәр төйәге» китабына әйләнеп ҡайтайыҡ. Шул йыйынтығы менән үк ул үҙен танытты. Урал илен, шанлы тарихын, халҡының яулы-даулы йылъяҙмаһын сағылдырҙы. Башҡорт шағирҙары йәнендә булған халҡы яҙмышы өсөн әрнеү-һыҙланыу кисерештәре Хәсән Назарҙа ла көслө ине...
Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан һуң шағир йәнә бәйгегә сыҡты. «Шоңҡар сөйәм» йыйынтығы донъя күрҙе. Шул дәүерҙә мин уның бер шиғырын ятлап алдым:

Ағиҙелдән Ҡариҙелгә һалып,
Мең һелкһәң дә,
Мин шул Хәсәнмен,
Һүҙе-күҙе менән һатыу итмәҫ,
Буш маҡтауҙы көтмәҫ сәсәнмен.

Иҫтә ҡалып, ятланып тора. Был авторҙың үҙенә күпте алыуы, тирә-йүненә ҙур талаптар ҡуйыуы хаҡында һөйләй. Үҙеңә сәсән атын алыу башҡорт йәмғиәтендә өҫтөңә бик ҙур яуаплылыҡ йөкмәүҙе иҫкәртә. Әллә шағирмын тигән шағир алдан уҡ үҙенең дәрәжәһен беләме икән?
Әйтәләр бит: шағирҙың бер нисә юл шиғырын ғына ятлап йөрөһәң дә, шәп: ул авторҙы инде ысын ижадсы тип атарға мөмкин.
Шулай Хәсән Назар күҙ алдымда етди ижадсыларҙың береһенә әүерелде.
Артабан шағирҙың «Заман заңы», «Асманға ашыу» китаптары баҫылды, «Асманға ашыу» йыйынтығы өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды – афарин! Мин иһә шул дәүерҙә күңелемдән Хәсән ағайҙың ижадын «пафослы ижад», «публицистик шиғырҙар» тип атаным. Ҡайһы бер ваҡыт миңә был шиғырҙар шулайыраҡ тойолдо.


Һәр ижадсының – үҙ йыһаны

Шағир хаҡында фекер йөрөтөү, уның әҫәрҙәренә баһа биреү – үтә субъектив эш. Әҙәбиәт, ғөмүмән, эстетика өлкәһе, ул – фәлсәфәгә сумыу, ул – кисерештәр донъяһы... Һәм һин, тәнҡитсе, ошо эстетикаға, психологияға, фәлсәфәгә ниндәйҙер ҡәтғи баһа бир, имеш.
Бына, ниһайәт, «Ғүмер һәм дәүер» тигән китабы. Ул – ысын шиғриәт емеше! Бында Хәсән Назар ижадының ғына түгел, ә шиғриәтебеҙҙең гәүһәрҙәре тупланған.
Нәҡ ошо «Ғүмер һәм дәүер» китабы миңә ысын Хәсән Назарҙы, ысын ижадсыны асты лаһа: ул фәйләсүф шағир икән. Ижадының иң әһәмиәтле яғы – шиғырҙарының фәлсәфәүи юҫыҡта булыуында. Хәсән Назар әҙәбиәтебеҙҙә Аҡмулла традицияларын дауам итеүсе шағир, әлегәсә ул үҙен Бабич, Рәми рухташы тип тәҡрарлап килһә лә.

Иман булды миңә туған моңдар,
Рух – Бабич һәм Рәми янында.
Сәм уятты улар ҡаныбыҙҙа,
Ғәм уятты илдең аңында.

Өлгөргән Хәсән – ул Аҡмулланың улы, уның вариҫы.

Асылымды асты миңә насип
Ғүмер һәм дәүер.
Моңом булды минең, заңым булды
Ил, халыҡ һәм ер.
Рухым, иманым – шул.
Бүтәнсәләй
Юҡ бер ниндәй сер.
Атамды танытты! Рәхмәт яуғыр,
Ғүмер һәм дәүер.
Ул ырыҫ та, ул ҡырыҫ та булды,
Арбаны гел үр.
Йырға әүерелде миңә насип
Ғүмер һәм дәүер.

Хәсән Назар стиленә иғтибарҙы йүнәлтәйек:

...Илемдәге, үҙемдәге аҙмы
Тетрәнеүҙәр ҡушылдылар бергә.
Йырҙа йәшәнем мин – тоғролоҡта
Зат-зәүергә, туған телгә, ергә.
...Ләкин беләм – бары көнитмеште,
Йән аҫрауҙы әйткән шағирә.
Тамаҡ ялы, ғишыҡ, нәҫел хисе –
Бер ғәҙәттә әҙәм көн күрә.

«Ғүмер һәм дәүер» китабына ингән гүзәл өлгөләрҙән «Таҡта сәй», «Яңғыҙлыҡ», «Мин китермен бер саҡ», «Көндәлектән» шиғырҙарын ғына алайыҡ. Былар – олпат шағирҙың, аҡыл туплаған, зиһен йыйған фәйләсүфтең күңел емештәре бит, ғөмүмән, был китап тотош фәлсәфәүи шиғырҙарҙан тора. Бында ғәҙәти «һөйәм, үләм» кеүек ғишыҡ-мишыҡ әйберҙәре юҡ... Ә «Хайран ҡалып беҙҙең ҡушылыуға...» ише мөхәббәт лирикаһы өлгөләрен ҡайҙа ҡуйырға?!

Яҙмышыңа төшкән яҙыҡ икән,
Ул юғары ҡыҫыр ғазаптан.
Яратышыу – ул бит йән атышыу,
Бер ни кире ҡайтмаҫ аҙаҡтан.

Ә «Мин китермен бер саҡ», «Һөйөү көсө», «Һинеке», «Ваҡыт еңә» шиғырҙары...

Мин китермен бер саҡ. Һин илама.
Илама һин, түҙ һин шулай ҙа.
Яҙмыш яраларын күҙ йәштәрең
Аҙ йыуманы инде былай ҙа.

«Яратам, һөйәм» һүҙҙәре юҡ. Беҙ, ахырыһы, шундай осһоҙ һүҙҙәргә күнегеп бөткәнбеҙ, уны «мөхәббәт лирикаһы» тибеҙ.

Ҡайтһам, һин тойорһоң, нурҙар тулыр
Күңелеңә, гөлөңә, көйөңә.
Тамуҡтарҙа булһам, мин янырмын,
Йылы биреп һинең өйөңә.

Стиль шәхестең булмышын билдәләй, уның үҙен сағылдырыу рәүеше булып тора. Әлбиттә, Хәсән Назарҙың йырсы шағирҙарҙыҡы кеүек шыма, тип-тигеҙ шиғырҙары ла бар, әммә булмышы – Аҡмулласа, тәрәнтен, төпкөл инверсиялар менән яҙыуҙа. Шулай ул үҙ фекерен йәтешерәк еткерә.

...Мин үҙемдә астым был донъяны,
Донъяла мин астым үҙемде.
Шул ул йәшәү. Шуға еткелекле
Биргән Хоҙай беҙгә түҙемде.

...Һәммә баһа – көндә: бәндәләрҙән
Бәндәләргә рәхмәт йә ләғнәт.
Был донъяла әҙәм әҙәм булһын –
Ҡөрьәндә лә шулдыр төп лөғәт.

Ошо юҫыҡ икән – ғүмерем, йырым,
Асылымды тәрән мин белдем.
Рухымдан мин емеш тиргән саҡта
Һүндермә һин, яҙмыш, күңелде.

 

Шағир булыу – үлеп терелеү

«Башҡортостан – минең баш йортом...», «Башҡортостанға өндәшеү...» шиғырҙарын уҡығас, шундай фекер тыуа: шиғриәт ул – илгә һөйөү һүҙе, ҡәҙерле кешеңә йәнеңде асыу. Башҡорт шиғырҙарына ғына хас булғанса, илде әрнеп, һыҙланып яратыу ҙа бар. Нәҡ бына шул – Башҡортостанды һыҙланып яратыу хас Хәсән Назарға:

Меңәр йыллыҡ ғазап һәм өмөттө
Бер ғүмерҙә үттем төҫлө мин.
Тап шуға ла, ғәзиз Башҡортостан,
Бер уланың булып көслө мин.

Уның шәжәрәһен аҡ тирмәләр һаҡлаған, моңо – йөрәгендә... Шулай ҙа шағир – ғорур. Ауыр хәтирәләренән һуң турайып баҫа, үҙен ил улы тип таный. Шул уҡ ваҡытта Хәсән Назарҙа илем тип сөсөләнеү, ярамһаҡланыу юҡ. Ул – иленең сәмле, ғорур улы, уның бәҫле уланы, фәйләсүф заты. Ватанға һөйөүе тыуған ауылы Таулыҡайҙан, Ҡороюл буйҙарынан, Рәғинә туплауынан башлана... «Васыят» шиғырында яҙғанса, «Яратҡан Урта тау түшендә йәненә тынғылыҡ табасаҡ».
Хәсән Назар шиғриәтенең үҙенсәлеге, әйткәнемсә, уның башлыса фәлсәфәүи юҫыҡта булыуында. Шағир үҙенең күңелендәгеһен Аҡмулласа тапҡыр һүҙҙәр, идиомалар аша бирә, йыш ҡына инверсияға мөрәжәғәт итә. Ул, тәү ҡарамаҡҡа, йыр һымаҡ йырлап, таҡмаҡ төҫлө шартлап тормаҫҡа ла мөмкин. Хәсән Назар иле, теле, шиғыр һүҙе хаҡында рухи юғарылыҡта уйлана, кисерештәрен, һынамаҡтарын уҡыусыға ихлас еткерә, үҙенең кешелеклелек, шағирлыҡ асылын асып һала:

Еңеүҙәрем килде – үҙ-үҙемә
Тоғролоҡ менән һүҙ беркеттем дә.
Йырым – шөғөл түгел, йәшәү булды,
Осоу – асылы ул бөркөттөң дә.


Сәме – сәптә

Хәсән ағай тәбиғәте менән ҡырыҫыраҡ холоҡло. Уйлағанын әйтеп бара, эсендәге – тышында. Ә «тура әйткән – туғанына ярамаған».
Шулай ҙа, йөҙөңә бәреп, тураһын әйтһә лә, ниңә күҙең сәсрәп китмәй – ул барыбер ғәҙел, хисле, нескә күңелле зат. Кешенең ыҙаларын, хәсрәтен күңеленә яҡын ала, бәләңде уртаҡлаша. Өфөгә килгәс, мин дә Хәсән ағайҙар ҡорона индем. Ағай, әлбиттә, арҡанан ҡағып ҡына йөрөтмәне. Бәхәсләшкән, ҡаты-ҡаты әйткән саҡтары ла булды. Шулай ҙа уның менән ҡатышыуы, аралашыуы – мәртәбә: буш һүҙ һөйләмәҫ, үҙ бәҫен белер, фекере ҡәтғи булыр.

...Мең ғаләмгә арнап үтте ғүмер.
Юҡтан бар итеп бит һүҙ эшендә
Алтын сығарыштым, түгел күмер.
...Типһәм, тимер өҙөр тәүәккәллек,
Әйтһәм – бер әйтеүҙә сәмем – сәптә.
Был сифатым йәйге йәшенгә иш,
Йәшнәүҙәре түгел минән ситтә.

Хәсән ағай, әйткәнемсә, ғүмер баҡый гәзит-журнал редакцияларында тир түкте. Бик тә ҡыҙыҡһыныусан, бик тә әүҙем зат, әҙәби кисәләргә тиһәң, йүгереп бара, теге йәки был әҙәби сарала – ул алда. Әҙәбиәткә ҡағылышлы бәхәстәргә лә битараф түгел. Оҙаҡ йылдар Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһы рәйесе булып торғас, әҙәби күренештәргә үҙенең төплө һәм ҡәтғи һүҙен әйтә, әҙәби йомғаҡлау йыйылыштарында ла, башҡа йыйындарҙа ла шиғриәт хаҡында олонан ҡубып һүҙ ҡуҙғата, замандаштары ижадын барлай, баһалай. Былар бөтәһе лә – шағирҙың йәмәғәтселек һәм әҙәбиәт алдындағы бурыстарҙы атҡарыуы.
Шуныһы хаҡ: Хәсән Назар – шиғыр оҫтаһы. Уның бөтә йәне, бөтә көсө – шиғырҙа. Шиғриәттә шиғырсылар, поэмасылар бар; прозала бар хикәйәселәр, романсылар. Ә Хәсән Назар – маһир шиғырсы. Ҡойоп ҡуя уны.

Ижад ғүмере... Хәйер, йәш йә күләм
Ҡиммәттәрҙең түгел үлсәме.
Ҡана ла һуң оҙайлыраҡ булһа!
Талантҡа тик ят ул көсәнеү.

Күп йә оҙон итеп яҙыуҙа мәғәнә юҡ, шуға Хәсән Назар ижадын том-томдарҙан тора тип тә әйтеп булмай. Шулай ҙа был ижад шиғриәтебеҙ офоҡтарын тағы ла киңәйтә төштө, уны йөкмәтке һәм форма йәһәтенән байытты. Әҙәбиәтебеҙҙә Хәсән Назар ижады Бабич, Рәми рухы менән сарланып, Мостай Кәрим, Назар Нәжми тәжрибәһенән һутланып, башлыса Аҡмулла традицияларын дауам итте, фәлсәфәүи лириканың аҫыл өлгөләрен тыуҙырҙы – шуныһы менән бигерәк тә фәһемле, әһәмиәтле. Ижадсы ил, халыҡ, тормош тураһында бары үҙенсә генә әйтә, тәбиғәтенән, асылынан сығып яҡтырта булмышты. Хәсән Назар ижадында ла төрлө-төрлө шиғри формалар осрай, әммә уларҙың төп үҙенсәлеге – Аҡмулласа, Бабичса, Рәмисә оҫталыҡтағы шиғырҙарҙа, шул афористик юлдарҙа, шул боронғораҡ, Шәреҡтән килгән стиль юҫығындараҡ сағыла – быныһы ла беҙҙең өсөн фәһем, быныһы ла һиммәтле. Тотош алғанда, беҙҙең ҡаршыбыҙҙа – классик традицияларға тоғро әҙип, милләтебеҙ күңел түренә ҡабул итер шиғырҙар ижад итеүсе халыҡ сәсәне, халыҡ шағиры.
Хәсән Назарҙың «Ғүмер һәм дәүер» тигән китабында, ғөмүмән, тотош ижадында афористик һәм донъяуи, фәлсәфәүи юлдар, милли моңдар туп-тулы. Ул – аҡыл эйәһе, рух илсеһе. Антологияларҙа, дәреслектәрҙә урын алған шиғырҙары, «Асманға ашыу», «Хакимлыҡта», «Яҙмышты яҙам», «Шәмсыраҡ», «Иманға инаныу» кеүек бәҫле әҫәрҙәре менән, академик Ғайса Хөсәйенов әйткәнсә, милли шағирыбыҙ ул.

ШИҒРИӘТЕБЕҘ УҘАМАНЫ
ШИҒРИӘТЕБЕҘ УҘАМАНЫ
Автор:Ринат КАМАЛ
Читайте нас в