

Уҡырға төшмәгән, унан ауылдағы башланғыс класлы мәктәбебеҙгә йөрөй башлаған йылдарҙа ағайым беҙгә йәй һайын килә торғайны. Уның килеүе әсәйем (бер туған энеһе), атайым (яратҡан ҡәйнеше) өсөн дә, миңә лә оло байрамға әүерелә. Өйөбөҙ шатлыҡҡа, күңелле һөйләшеүгә, хәтирәләргә тула. Иғтибарлы, йомшаҡ һүҙле, шаяртыуға ла әүәҫ, етмәһә, ирҙәрсә сибәр, һөйкөмлө ағайҙы яратмау мөмкин түгел. Ул килһә, юҡ йомоштарын бар итеп, өлкән апайҙар ҙа керә һәм ағайыма һүҙ ҡушырға, һис юғы күреп ҡалырға тырыша. Ундай саҡтарҙа әсәйем серле генә йылмая, апайҙарҙың ул хәйләһен мин дә һиҙеп торам. Иртәнге сәғәттәрҙә көйәнтә күтәреп Еҙемгә һыуға барыусылар ҙа йышая төшә.
Ул көн дә иртүк тора. Тора ла, яурынына таҫтамал һалып, Еҙем буйына китә. Мин дә эйәрәм. Көн торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, оҙаҡ итеп һыу инә, һыу төбөндәге эре таштарҙы ҡуҙғатып шамбы балығы эҙләй. Тотһа, яҫы ҡара ҡайыш кеүек оҙон балыҡты һыуҙан сығарып миңә күрһәтә лә кире ебәрә. Унан ҡомло-ҡырсынлы ярға сыға. Ялпаҡ ваҡ таштар йыйып, уларҙы һыу өҫтөнән бер-бер артлы кәйелдереп ебәрергә тотона. Таштың нисә тапҡыр һикергәнен һанай ҙа, минең ҡоймаҡ шул ҡәҙәре булды, йә, хәҙер һин кәйелт, нисәне ашай алырһың икән, тип көлә. Мин дә кәйелтәм, әммә нисә бәрһәм дә уның һанына еткерә алмайым – ташым ике, өс һикерә лә «суп» итеп һыу төбөнә китә...
Ағайымдың был бала ҡылығы миңә ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә. Үҙем көн дә күреп өйрәнгән, малайҙар менән ярышып бәрешкән был уйын уға шулай мәрәкәме икән ни, тип аптырайым. Хәҙер уйлайым – эйе, мәрәкә булған, ул бала сағына ҡайтҡан, беҙ был ябай ғына уйынға төрлө күҙлектән ҡарағанбыҙ. Мин балалығым менән күрмәгән, күрә белмәгән Еҙем буйы хозурлығы ла, иртәнге һыу инеү ләззәте лә, ҡаршы ярҙа үҫкән ваҡ тал ҡыуаҡлыҡтары, бейек тирәктәр, муйыл ағастары уға мөғжизә булып күренгән. Ә мин күрә, тоя белмәгәнмен...
Оҙаҡ йөрөй ағайым Еҙем буйында. Йәнә һыуға төшә, сығып йәнә ваҡ таш кәйелтә, төрлө төҫтәге, төрлө формалағы таштар тапһа, оҙаҡ итеп ҡарап тора, ҡайһыларын алып ҡайта.
Ҡайтҡас, әсәйем, йә инде, асығып шул тиклем йөрөмәһәгеҙ, тип еңелсә генә ороша-ороша ашығып өҫтәл әҙерләргә тотона. Ә үҙенең йөҙөндә бер ниндәй асыу юҡ, киреһенсә, шатлыҡ нурҙары уйнай. Бына Әмирҙең бер ҙә ҡайтҡыһы килмәне бит, әйтеп-әйтеп ҡараным, тыңламаны, ул йөрөгәс, мин дә йөрөнөм инде, тип оҙаҡлауҙың бар «ғәйебен» миңә япһара ла ҡуя ағайым.
Бер йәй картина яҙыу ҡоралын – мольбертын алып килде. Сумаҙанға оҡшаған һары төҫтәге ул дүрткел йәшник эсендә ҡәләмдәр, ҡылҡәләмдәр, буяу тюбиктары, ҡырғыс, бәке (уларҙың исемдәрен, нимәгә тәғәйенләнгәнен ағайым миңә һөйләп-аңлатып бирҙе), башҡа әллә ниндәй предметтар бар ине. Килеүенең иртәгәһенә иртүк икмәк, ҡаймаҡ, яңы һауылған һөт менән туҡланып Еҙем буйына юлландыҡ. Яр башында тегеләй-былай йөрөгәндән һуң уңайлы урын табып, мольбертының аяҡ-тояҡтарын тырпайтып баҫтырып ҡуйҙы. Ҡапҡасын асып, уға картон нығытты. Буяу, ҡылҡәләмдәрен теҙеп һалды ла йоҡа фанер таҡтаһына тюбиктарынан буяу һығып сығарҙы, уларҙы ҡушып иҙергә кереште. Үҙе ара-тирә йылға өҫтөнә, муйыл ағастарына ҡарап ала, ауыҙ эсенән көйләп тә ебәрә. Әҙерләнеп бөткәс, ҡылҡәләмен буяу иҙмәһенә бутаны ла уны картонға төрттө...
Мин уның һәр хәрәкәтен, ҡылҡәләм менән нисек эш итеүен, ҡаршы ярға ҡарап-ҡарап алыуын иғтибарлап күҙәтәм – ағастарҙың, ҡыуаҡтарҙың әкренләп картинаға «күсә» барыуы миңә ҡыҙыҡ.
Шул тәүге алып килеүендәме, әллә икенсе йылындамы ағайым ни сәбәптәндер мольбертын алып китмәне. Еҙем буйында төшөргән бер нисә һүрәтен гәзиттәргә урап-төрөп алды алыуын, ә бына мольбертын ҡалдырҙы. Ул соландың бер яҡ башындағы кәбәркәлә эленеп тороп ҡыш сыҡты. Мин он, иген, көрпә тултырылған лар, кейем-һалым, атайымдың инструменттары, сбруй эленгән кәбәркәгә берәй йомош менән кергән һайын уға күҙ һалам. Киң брезент ҡайышынан эленгән еренән ысҡындырып эсен асып ҡарарға ла теләк тыуып ҡуя, тик төшөрөп ебәреп ватып ҡуйыуҙан ҡурҡам.
Ағай уйлап сығарған әлеге ваҡиғаны ла һаҡлай минең хәтер. Бер килгәнендә күмер менән үҙе алып килгән ҙур ҡағыҙ киҫәгенә, йәғни ватманға, минең баш һүрәтен төшөрҙө. Шунан ике күҙем урынын, танауым аҫтын лезвие менән ҡырҡып алып артына ҡағыҙ киҫәге беркетте лә, күҙҙәремде бер уңға, бер һулға йөрөттөрөп, танауҙан өҫкө иренгә тиклем маңҡам ағып төшөүен ҡағыҙҙың арт яғынан хәрәкәтләндерегә кереште. «Портрет»ымдың шулай терелеүе миңә тәүҙә ифрат ҡыҙыҡ күренде, сөнки бындайҙы бер ҡасан да күргән юҡ ине. Мәғәнәһен аңлағас, оҡшаманы ла ҡуйҙы. Ә ағайым рәхәтләнеп көлә, миңә бер ҙә ҡыҙыҡ түгел. Һүрәттең артабанғы яҙмышын хәтер һаҡламаған, һәр хәлдә ғүмере оҙон булмағандыр, тим.
Бер килгәнендә ағайым атайымдың ысын портретын яҙҙы. Ҙур картон мольберт ҡапҡасының өс яғынан да байтаҡҡа сығып тора ине. Ҡуҙғалмаһын, шыуып китмәһен өсөндөр, уны махсус элгес менән ҡапҡасына нығытып уҡ ҡуйҙы. Атайымды тимер карауатҡа ултыртты, башын тәҙрә яҡтыһынараҡ борорға ҡушты, ҡулдарын тубыҡтарына һалды. Берсә төрлө хәбәрҙәр һөйләп, нимәлер һорашып, берсә шаяртып мольбертын иҙән буйлап шыуҙыра-күсерә уңайлы ракурс тапты ла йәһәтләп буяуҙар иҙергә тотондо.
Ә мин улар тирәһендә уралам. Еҙем буйындағы тәбиғәтте төшөрөү бер, ул хәрәкәтһеҙ, тере түгел, ә бында атайымдың йөҙө тере, ҡуҙғалмай ғына ултырам тиһә лә, ара-тирә ҡуҙғалыуы, һөйләшкеләп тә алыуы эште ҡыйынлаштыралыр, тим. Ә буяу уны терелтә бара, терелтә бара, ул үҙенә оҡшай ҙа, оҡшамай ҙа һымаҡ.
Аңһыҙ бала саҡ, дөрөҫөрәге, малайлыҡ үтеп, улай тиһәң дә, байтаҡ үҫкәс әле, хатта әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, бер көн (атай мин ҡайтҡандан һуң оҙаҡ та тормай ҡапыл ғына сирләп вафат булып ҡуйҙы) әлеге портрет иҫкә төштө. Әлбиттә, уны бөтөнләй онотҡан юҡ инде – кәбәркәнең берәй мөйөшөндә яталыр йәки ҡыҫтырыулы торалыр, тип тынысланам да ҡуям, әммә кереп ҡарау теләген ниңәлер кисектерә киләм. Атай һүрәте менән «осрашыу» шатлығын оҙаҡҡараҡ һуҙам, йәнәһе. Ғәфү итмәҫлек ғәмһеҙлек, яуапһыҙлыҡ инде. Бүтән һүҙ юҡ.
Портрет кәбәркәлә булмай сыҡты. Һорағас, әсәйем дә: «Әллә тағы, гел шунда булды инде, юҡмы ни», – тиеү менән сикләнде. Яуап, дөрөҫөн әйткәндә, ғәжәп ине. Кем-кем, әсәйем уны белергә тейеш һымаҡ, сөнки теге йәки был көнкүреш йомоштары менән кәбәркәгә гел генә кереп йөрөй. Нишләп бер ҡасан да өйгә индереп элеп ҡуйманығыҙ һуң, тигән һорауыма: «Әйткеләп ҡарағайным да, юҡ, үҙ портретымды ҡуйырға мин политбюро ағзаһы түгел дә, тип ҡаршы килде. Улай булғас ниңә яһаттың һуң, тим. Ҡәйнеш өгөтләгәс, нишләйем һуң, тип яуапланы», – тине әсәйем.
Өфөгә барғанда ағайымдан белештем. Ул ни, һеҙҙә ҡалды, алып китмәнем, атайыңа бүләк булды бит, тине. Ул да ғәжәп итте, эшенең юғалыуын ишетеү кәйефен ҡырҙы. Кәбәркәнең һәр мөйөшөн, тишек-ярығын тигәндәй йәнә тикшереү ҙә һөҙөмтә бирмәне – портрет табылманы. Өйҙән «сығыуы» икеле, кеше һүрәте кемгә хәжәт, атай үҙенең һынын бер кемгә лә күрһәткәне булманы, һәр хәлдә мин хәтерләмәйем. Уның юғалыуын бөгөн ҙур үкенес менән иҫкә алам. «Иҫән» булһа, рамға алып, фатирымдың түр яғына күптән элеп ҡуйған булыр инем...
Атай портретының үкенесле яҙмышы тураһында уйлағанда бала саҡтың, хәйер, үҫмер саҡ булғандыр, бәлки 6-7 кластарҙа уҡығанмындыр, йәнә бер ҡалҡыу ваҡиғаһы хәтергә уйылған. Ағайым унда ла йәй килгәйне, тик уҡытыусыһы менән. Оҙаҡ торманылар, инделәр ҙә сыҡтылар, тигәндәй – берәй ергә китеп барыуҙары йәки ҡайтыуҙары булғандыр. Уҡытыусыһы менән тип теүәл әйтәм, сөнки ағайҙың атайыма «мой преподаватель по рисунку» тип таныштырғаны иҫтә ҡалған. Фамилияһын да, исем-шәрифен дә әйткәндер, тик уныһы хәтерҙә юҡ. Тимәк, тип уйлайым хәҙер, һүрәт буйынса дәресе булғас, ағайҙың сәнғәт училищеһында уҡып йөрөгән сағы.
Сәй эсәләр. Әллә үҙем килтереп сығарҙым (ағайым алдында һөнәрем менән маҡтанырға кәрәк тә), әллә әсәйем иҫенә төшөрҙө, минең ҡәләм менән шаҡмаҡ дәфтәрҙең бер битенә «яҙған» автопортретты ағайыма килтереп тотторҙоҡ. Мин дивандың кескәй генә көҙгөһөнә ҡарап үҙемде төшөргәйнем. Ағайым эшемә күҙ һалды ла дәфтәр битен уҡытыусыһына һондо.
«Ну что, рисунок неплохой для его возраста, – тине һуҙып ҡына тәпәш, әммә йыуан кәүҙәле, пеләш башлы уҡытыусы, һәр һүҙҙе ижекләп тигәндәй һуҙа-һуҙа.Үҙенең ҡарашы миңә ҡаҙалғайны. – Думаю, задатки есть, пусть и дальше рисует. Будешь рисовать – что-нибудь да получится». Һәм автопортретымды үҙемә һуҙҙы.
Мин ризалығымды белдереп баш ҡаҡтым. Хәҙер, әлбиттә, мине дәртләндереү, ағайҙың, атайҙың күңелен күреү өсөн генә әйткәндер, тип уйлайым. 6-7-се кластарҙа ғына уҡыған малайҙың ниндәй һәләте булһын инде. Ҡунаҡ хужаларҙың күңелен һаҡлаған. Аштарын ашап ултыр, эшен яманла, имеш. Минең йәштә кем шиғыр яҙмай ҙа, кем һүрәт төшөрмәй. Бар бала-саға ла был «сир»ҙе үтә, тик кемдер иртәрәк, кемдер һуңыраҡ. Бик һирәктәр генә уны үҙенең ғүмерлек шөғөлө итә ала. Мин ул һирәктәр категорияһында булмай сыҡтым.
Әлеге «ваҡиға»ға шуны ғына өҫтәйем: был осорҙа мәктәптә стена гәзите биҙәйем, «класс мөйөшө» сығарам. Тимәк, күпмелер дәрәжәлә ул һөнәр менән мауығыуым булған барыбер ҙә. Ағайҙың йыл да тигәндәй килеп Еҙем буйында тәбиғәт күренештәрен, пейзаждар яҙыуын, һыу ингән малайҙарҙың һындарын төшөрөүен күҙәтеп-ҡарап йөрөү ҙә тәьҫир иткәндер. Бәхеткәме, бәхетһеҙлеккәме, ул мауығыу яйлап һүнде, һигеҙенсе класты тамамлағанда «тамамланып» та ҡуйҙы. Атайым портретының юғалыуы менән сағыштырғанда ул ҙур үкенес түгел.
* * *
Ағайыма бәйле йәнә бер хәтирәне һаҡлай күңел. Быныһы һүрәт төшөрөү менән бәйләнмәгән, ҡәҙимге көнкүреш ваҡиғаһы. Сираттағы килеүендә беҙҙә ике кис йоҡланы ла, ауылыбыҙҙан ун-ун ике саҡырымдар самаһы йыраҡлыҡтағы Убалар тигән ауылға – әсәһенә, йәғни өләсәйемдәргә барырға ниәтләне. Әсәйемдең, бәй, ҡараңғы төшөргә тора, төнгә ҡарай йөрөмә инде, иртәгә иртүк ҡуҙғалырһың, Ҡауарҙыға тиклем еҙнәң алып барып ташлар, тиеүенә ҡарамай, юлға сығырға уйланы. Ни сәбәптәндер ҡабаланды – беҙ белмәгән берәй эш-йомошо булғандыр. Мине лә алды иптәшкә. Ҡауарҙыға кереүгә тамам ҡараңғы төштө. Ауыл осондағы бер апайҙарға туҡталып йәһәтләп сәй эстек тә юлыбыҙҙы дауам иттек.
Ауыл осонан уҡ тигәндәй үрләс һырт башлана. Ул ҡуйы урманға килеп терәлә. Ағастар тәүҙә һирәк, ваҡ һәм тәпәш, эскәрәк кергән һайын эреләнә һәм йышая, тау ҙа текәләнә бара. Ер өҫтөнә сығып, йылан кеүек һуҙылып ятҡан ағас тамырҙары юлды быуа, һуҡмаҡ ситендә бейек абаға үләне үҫә, һынып төшкән ҡоро ботаҡтар аяҡтарға эләгеп йонсота. Урман эсе ҡош тауыштары, ниндәйҙер уфылдау, көрһөнөү тауыштары менән тулы. Янда ғына кемдер йөрөгән, хатта беҙҙең арттан күҙәтеп килгән һымаҡ. Ниндәйҙер йыртҡыс хайуан да эйәргәндәй. Мин ағайымдың артынан ҡалмаҫҡа тырышам. Ҡала башлаһам, ул мине етәкләп тә ала, артабан елкәһенә лә ултыртып бара башланы.
Бер мәл ул мине елкәһенән төшөрҙө лә эйелеп һуҡмаҡ ситенән нимәлер алды. Баҙлауыҡ, тине шунан, усында күмер һымаҡ янған нөктәгә күрһәтеп. Ағас сереге шулай яна. Ағайым йәнә берҙе табып минең усҡа ла һалды. Беҙ усыбыҙҙа баҙлауыҡ тотҡан килеш юлыбыҙҙы дауам иттек. Арыу онотолдо, күңелләнеп шәберәк тә атлай башланыҡ. Сөнки хәҙер бар иғтибарыбыҙ баҙлауыҡта ине.
Ошо төнгө сәйәхәттән һуң байтаҡ йылдар үткәс, студент саҡта булһа кәрәк, рус яҙыусыһы Владимир Короленконың «Огоньки» тигән кескәй генә хикәйә-күҙәтеүен уҡырға тура килгәйне. Унда лирик герой менән бер иптәше төнгө йылға буйлап кәмәлә йөҙөп бара. Яҙыусы, йәғни лирик герой, йылғаның бер боролошонда усаҡмы, ниндәйҙер ут күрә. Тимәк, тип уйлай ул, төнгөлөккә туҡтап ял итеү урынына күп ҡалмай. Йөҙәләр, йөҙәләр, бер нисә боролошто, стена кеүек текә ҡаялар эргәһенән, әллә күпме шаршылар аша үтәләр, әммә күргән усаҡ-утҡа һис барып етә алмайҙар. Ә йыраҡ усаҡ уларҙы һаман саҡыра, әйҙәй, өмөтләндерә...
Алыҫтағы ошо бәләкәй тере ут – тормоштағы маҡсат, өмөт, ҡайҙалыр, кемгәлер барып етеү ынтылышы менән ассоциациялана әлеге хикәйә-күҙәтеүҙә. Эйе, ишкәгеңде бер нисә тапҡыр ныҡ ҡына иш – кәмәң теләгән ереңә хәҙер барып етер һымаҡ, ә һис етеп булмай. Ул ут яҡын да, йыраҡ та... Уға барып етеү өсөн байтаҡ көс түгергә, түҙергә, әллә күпме ҡаршылыҡтар, боролоштар, шаршылар аша үтергә кәрәк...
Төнгө сәйәхәт, усымдағы баҙлауыҡ иҫкә төшкән һайын ниңәлер ошо кескәй генә әҫәр хәтергә килә. Ағайым, ул усыма һалған баҙлауыҡ, кескәй генә ут-усаҡ киҫәге мине алға әйҙәй, ҡайҙалыр саҡыра һымаҡ. Тормош йылғаһы ҡырағай һәм ят ике яр араһынан аға, ут-маҡсат һаман алыҫ, уға барып етеү өсөн әллә күпме көс сарыф итергә кәрәк... Кем белә, бәлки тормош мәғәнәһе лә тап ошондай ынтылышталыр, эҙләнеүҙәлер, көтөүҙәлер?
Нисәнсе курсталыр каникулға ҡайтҡанда ағайымдың бер картинаһын Мәскәүгә алып киттем. Һорап алдыммы, әллә бүләк иттеме, хәтерҙә юҡ. Уҡлыҡая төшөрөлгәйне унда. Уны ла ағайым бер йәй ҡайтҡанында яҙғандыр, уныһына шаһит түгелмен. Еҙем буйлап өҫкә күтәрелһәң, беҙҙең ауылдан бер нисә саҡырымда ғына ултыра ул мөһабәт тау, Еҙем ағышының уң яҡ ярында. Ул миңә тыуған яғымдың гүзәл бер күренеше булараҡ күңелемә бик яҡын. Картина бер нисә йыл дауамында күңелемде һәм күҙемде иркәләп, һағыныуымды баҫып бүлмәмдең бер стенаһында эленеп торҙо. Уҡыуҙы тамамлап ҡайтыр алдынан, булған ғына ваҡ-төйәкте төйнәгән көндәрҙә, уны биш йыл буйы аралашып йөрөгән дуҫым, Ырымбур башҡорто Бикбов Ленирға бүләк итеп киттем.
* * *
Бала саҡ йылдары ла, үҫмер, егет осоро ла күҙ асып йомған арала үтеп китте. Уны ла олоғая килә аңлайһың. Ағай тәүҙә сәнғәт училищеһын, унан сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультетын (әйткәндәй, икеһен дә ҡыҙыл дипломға) тамамланы.
«Трассовиктар. 720-се км» тип исемләнгән эшенә тотонорҙан алда дипломын һуғыш темаһына, атап әйткәндә, атаһы иҫтәлегенә картина яҙып яҡларға ниәтләй. Күптән күңелен көйҙөрөп йөрөгән тема. Шәхси планда ғына түгел – ғөмүмән, һуғыш темаһы беҙҙең өсөн һәр саҡ актуаль бит. Бәләкәй форматта буласаҡ картинаһының эскизын яҙа. Тәртибе шулай: яҙыласаҡ эшеңдең эскизын етәксеңә күрһәтергә тейешһең. Барамы, юҡмы икәнен ул хәл итә: оҡшатһа, хуплай, оҡшатмаһа, икенсе тема һайларға тәҡдим итә.
Эшен диплом етәксеһе, институттың һынлы сәнғәт факультеты деканы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Рәшит Нурмөхәмәтовҡа күрһәткәс, ул былай ти: «...Эшең һәйбәт уйланылған, маҡтауҙан башҡа һүҙем юҡ. Шулай ҙа дипломды бөгөнгө көндөң актуаль темаһына – хеҙмәт темаһына яҙып яҡлауыңды теләр инем. Һин производствола эшләгән кеше, тимәк, ул сфераны яҡшы беләһең, шуға ауыр булмаҫ. Көн ҡаҙағына һуҡҡан әҫәрҙе күрәсәктәр, баһалаясаҡтар. Ә был темаға һуңынан кире ҡайтырһың...»
Диплом яҙыр өсөн бирелгән ярты йыл ваҡыттың яртыһы үткән дә була был мәл. Ағайым етәксеһенең һүҙен йыға алмай. Йығып ҡара – Рәшит Нурмөхәмәтов факультет деканы ғына түгел, Башҡортостан Художниктар союзы идараһы рәйесе лә бит әле! Нефть торбаларын һуҙыу процесын сағылдырған эшкә тотонорға ҡарар итә. Эйе, торба һуҙып йөрөмәһә лә, был тема, ысынлап та, күпмелер дәрәжәлә уға таныш: институтҡа уҡырға кергәнгә тиклем «Гидравлика» заводының эстетика бюроһында, унан «Нефтепроводмонтаж» тресында бер нисә йыл эшләп киткән була. Яҡлау көнө бик яҡын ҡалыуға ҡарамаҫтан, ағайым эшен яҙып өлгөртә һәм «Трассовиктар. 720-се км» картинаһы менән дипломын «отлично»ға яҡлай. Исеме үк әйтеп тороуынса, картинала трасса, нефть үткәргес торбаларын һуҙыу процесы күрһәтелә. Йәш төҙөүселәрҙең энтузиазмына, хеҙмәт кешеһенең фиҙәкәрлегенә дан йырлана картинала.
Белеүемсә, картина комиссия тарафынан маҡталыу өҫтөнә, республикала (Өфө, 1978), Бөтә Союз (Ленинград, 1978), Урал зонаһы буйынса үткәрелгән ҙур күргәҙмәләргә ҡуйыла һәм һәр ҡайҙа ла сәнғәт белгестәре тарафынан юғары баһалана. Ул әлеге күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан картиналар араһынан иң сағыу эштәр исемлегендә аталып йөрөй. Уның хаҡында республика, үҙәк матбуғат саралары биттәрендә ыңғай рецензиялар баҫыла. Күргәҙмәләрҙән һуң эште Рәсәй Художество фонды һатып ала. Был факт үҙе генә лә эштең ҡиммәте юғары икәнен күрһәтеп тора.
Картинаның бәхетле яҙмышының дауамы ла бар. Уның артабанғы «юлы» менән ҡыҙыҡһынып, ағайым Мәскәүгә бер барғанында, һис юғы күрәйем, фотоға төшөрөп алайым, тип күргәҙмәләр фондына инһә, һеҙҙең картинаны француздар һатып алып китте инде, тип торалар икән. Әйткәндәй, унан һуң да Франциянан «Башҡа эштәрегеҙҙе лә һатып алыр инек» тигән тәҡдим-һорау менән бер нисә тапҡыр шылтыраталар, тик ағайым һәр саҡ, мин хәҙер картиналар яҙмайым, тип яуаплай.
Ә беҙ уның фонында фотоға төшөп өлгөрҙөк. Был хәл ағайҙың дипломын яҡлау алды көндәрендә оҫтаханаһында булды.
* * *
Миңә ҡалһа, ағайым рәссам булараҡ үҙен портрет жанрында нығыраҡ асты, портрет оҫтаһы булараҡ танылыу алды. Уның портреттары романтик рухта, эмоциональ юғарылыҡта, персонаждың эске психологик булмышын тәрән асыу тойғолары менән һуғарылған. Образдар тере, уларҙың эске донъяһы кешенең күҙ ҡарашы, баш хәрәкәте, ҡулдар һәм кәүҙә, буй-һын тотошо аша асыла. Әйтәйек, уның иң яҡын кешеләре – әсәһе («Әсәйем портреты»), ағаһы («Яҙыусы Әнүр Вахитов») тап ошо рухта, ошо манерала яҙылған. Рәссам шулай уҡ Шәйехзада Бабич, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Ғәли Соҡорой, Рәшит Нурмөхәмәтов, Жәлил Кейекбаев, Сәғит Агиш, Зиннур Нурғәлин, Ирек Кинйәбулатов, Фәтих Иҡсанов һәм башҡаларҙың портреттарын тыуҙырҙы. Уларҙың күбеһе төрлө күргәҙмәләргә ҡуйылып, абруйлы һынлы сәнғәт белгестәре тарафынан юғары баһаланды. Хәҙер төрлө музейҙарҙа, юғары уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә, мәҙәниәт һарайҙарында эленеп торалар, шәхси архивтарҙа булғаны ла байтаҡ.
Замандаштарының, замандаштарының ғына түгел, төрлө дәүерҙә йәшәгән һәм ижад иткән башҡорттоң күренекле әҙәбиәт, мәҙәниәт, фән, сәнғәт өлкәһендәге эшмәкәрҙәренең ҙур портреттар галереяһын тыуҙырыуы ағайымды артабан уның иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе – «Ер рухы» триптихын яҙыуға килтерҙе. Шулай характерларға яраһа, эволюцион үҫеш, тупланған тәжрибә портрет жанрының дөйөмләштерелгән ҙур һүҙе булды. Рухи, мәҙәни, ижтимағи тормошобоҙҙа ҙур резонс тыуҙырған, хаҡлы рәүештә республиканың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы менән баһаланған был эш ағайым һәм уның коллегаһы Г.Калитовтың ижади осошо ине. Әйткәндәй, Георгий Калитов, әлеге премия лауреаты булыуҙан тыш, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеменә лайыҡ булған рәссам да ине.
Триптихтың идея авторы һәм төп заказсыһы, ике авторҙың да берҙәм билдәләүе буйынса – БДУ-ның ул йылдарҙағы ректоры, билдәле ғалим, академик Рәғиб Ғимаев. Рәссамдар бер полотнола башҡорт әҙәбиәтенең һәм мәғрифәтселегенең боронғонан алып бөгөнгө көндәргә тиклемге иң күренекле вәкилдәренең портреттарын яҙырға тейеш була. Университеттың ғилми советы раҫлаған персонаждар исемлеге бирелә. Һәм дүрт йылға һуҙыласаҡ эш башлана.
Бында әҙерлек эштәре, материал (яҙма сығанаҡтар, архив документтары, фотолар) йыйыу, күп һанлы ижад кешеләре, әҙиптәр, ғалимдар, рәссамдар менән фекер алышыу, килеп тыуған бәхәс, дискуссиялар, әйтелгән кәңәш, тәҡдимдәр хаҡында һөйләүҙең кәрәге юҡтыр. Улар һәр ҙур эш барышында тыуып тора һәм хәл ителә. Ижадта был тәбиғи процесс.
Триптихтың һул картинаһы «Мираҫ» (240х270 см) тип атала. Мираҫ, тимәк, беҙгә алдағы быуын вәкилдәре ҡалдырған рухи байлыҡ, ҡомартҡы, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады, йыр, боронғо яҙмабыҙ һәм, әлбиттә, конкрет талант эйәләренең ижады. Картина уртаһында – фекер һәм шиғриәт титаны, «Ҡиссаи Йософ» поэмаһы авторы Ҡол Ғәли. (Поэма Урал-Волга регионында төрки телендә ижад ителгән әлегә мәғлүм әҙәби әҫәрҙәрҙең иң боронғоһо иҫәпләнә). Уны уратып Тажетдин Ялсығол (1768–1838), Шәмсетдин Зәки (1822–1865), Ғәли Соҡорой (1826–1889) баҫҡан. Алдарында – ҡурай тотҡан малай. Шағирҙарҙың һәр һүҙенә ҡолаҡ һалған, уларҙың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙҙе, донъяуи ваҡиғалар хаҡындағы хәбәрҙе, шиғырҙы тыңлап хәтеренә һеңдерә барған һәм бар ишеткәнен, мәле еткәс, үҙененән һуң килгән быуындарға тапшырырға тейешле йәш быуын вәкиле. Картинаның артҡы планында – Ағиҙел, арғы ярҙа – аҡ тирмәләр, шиғриәт символы Аҡбуҙат.
Триптихтың төп картинаһы – урталағыһы. Ул «Ер рухы» (480х270см) тип атала. Исеме үк ишаралауынса, Урал тупрағынан һут алып тамырланған шәхестәр бер ҡорға йыйылған. Уртала – милли батырыбыҙ Салауат Юлаев. Ҡулында – халыҡҡа яҙған мөрәжәғәте, билендә – ҡылыс. Крәҫтиәндәр һуғышының идеологы ла, ябай һуғышсыһы ла ул. Эргәһендә – милләтебеҙ уҙаманы, милли автономияға нигеҙ һалыусы, донъя кимәлендәге ғалим Зәки Вәлиди. Был ике шәхестең йәнәш ултырыуы символик мәғәнәгә эйә: тарихыбыҙҙың боролошло, хәл иткес сәйәси, ижтимағи, хәрби мәлдәрендә улар милләтебеҙҙең байрағы, әйҙәүсеһе булды. Эргәләрендә – Шәйехзада Бабич. Азатлыҡ, мөстәҡиллек, ер өсөн көрәш идеяһы байрағын юғары күтәреүсе ялҡынлы шағир. Картинала йәмғеһе егерме өс персонаж. Шуларҙың өсәүһен атаныҡ, йәнә бер нисәһен күрһәтеп китәйек. А.Инан, М.Аҡмулла, М.Буранғолов, Р.Фәхретдинов, А.Таһиров, Һ.Дәүләтшина, Р.Ғарипов, Ж.Кейекбаев, Р.Ниғмәти, Н.Нәжми, З.Биишева, М.Кәрим, М.Ғафури, М.Өмөтбаев... Ниндәй шәхестәр, ниндәй ижадсылар, милләттең аҫыл ул һәм ҡыҙҙары!
Картина портреттар галереяһы ғына түгел, ә дөйөм композицияға ҡоролған күп фигуралы, шул уҡ ваҡытта һәр персонаждың, асылда, һәр реаль шәхестең индивидуаль характеры, эске уй-кисерештәре булған юғары художестволы һынлы сәнғәт әҫәре. Улар был «осрашыуға» ваҡыт ҡатламын йырып килгән һәм һәр ҡайһыһының бер-береһенә, заманына, шулай уҡ беҙгә, бөгөнгө быуынға, әйтер һүҙе, уртаҡлашыр фекере бар.
Бер әҙәбиәт тә, мәҙәниәт тә, сәнғәт тә тик үҙ ҡаҙанында ҡайнап ҡына үҫешә алмай. Үҫеү, тағы ла камиллашыу, алға барыу өсөн уға икенсе әҙәбиәттәрҙең, мәҙәниәттәрҙең, сәнғәттең йоғонтоһо кәрәк. Ҡушыу, ҡушылыу һәр саҡ яҡшы һөҙөмтә бирә. Байыта, төрләндерә, йәшәү көсөн арттыра. «Ҡымыҙ» (240х270 см) тип исемләнгән өсөнсө картинаның төп идеяһы, миңә ҡалһа, тап ошонан һәм башҡорттоң ҡунаҡсыллыҡ, ихласлыҡ холоҡ-фиғелен күрһәтеүҙән ғибәрәт. Бында күп милләт вәкилдәренә һыйыныр урын биргән Башҡортостанда тыуып, ижадтарын ошо ерлектә башлаған сыуаш әҙәбиәте классигы Константин Иванов, Сергей Аксаков, бөйөк рус шағиры Александр Пушкин, даһи Лев Толстой, бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡай, әлбиттә, ҡымыҙ эсергә генә килмәгән, улар башҡорттоң тормош-көнкүрешен күрергә, тарихы менән ҡыҙыҡһынырға һәм тәьҫораттары менән бүлешергә лә килгән. Был талант эйәләренең башҡорт донъяһына, шул уҡ ваҡытта әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә йоғонтоһо ҙур булды.
Улар артында Ағиҙел аға, йылғаның теге ярында ялан тултырып йылҡы өйөрө йөрөй, Урал һырттары төҫмөрләнә. Әйткәндәй, Ағиҙел йылғаһы триптихтың өс картинаһында ла бар һәм ул өс картинаны бергә «бәйләп», бер бөтөн итеп, уларҙы триптих итеп тоташтырыусы төп художестволы образ. Улай ғына түгел, икенсе пландағы Урал тәбиғәте, тирмәләр, йылҡы өйөрө, урта картиналағы бөгөнгө ҡала, сәнәғәт предприятиелары силуэттары Башҡортостандың дала цивилизацияһынан бөгөнгө эре сәнәғәт үҙәгенә әйләнеүенең эволюцион үҫеш юлын символлаштырған деталдәр ҙә триптихтың дөйөм «йөҙөн асыуҙа» мөһим роль уйнай.
* * *
Ошо урында үҙемә ҡағылышлы, дөрөҫөрәге, ниндәйҙер кимәлдә үҙемдең ҡыҫылышым булған ике моментты хәтергә төшөрөүҙе кәрәк табам. Бер уйлаһаң, мөһим дә түгел, шулай ҙа... Береһе әле һүҙ алып барған «Ҡымыҙ»ға ҡағыла.
Оҫтаханаһына бер барғанымда ағайым ошо эшен тамамлау алдында ине. Ҡарай, күҙәтә торғас, персонаждар алдындағы тәпәш өҫтәлдә биш кәсә ултырғанына иғтибар иттем. Эйе, биш кешегә биш кәсә, килгән ҡунаҡтарҙың һәр ҡайһыһына берәр, логик яҡтан бөтәһе лә дөрөҫ. Пушкин, Толстой, Аксаков, Иванов, Туҡай янына тағы берәй ҡунаҡ, әйтәйек, Чехов «килеүе» лә ихтимал бит, тип уйлайым. Бәлки, ул юлдалыр, әфәнделәр, мин оҙаҡламай килеп етәм, тип хәбәр ҙә ебәргәндер. Шуға ниңә өҫтәлгә алтынсы кәсәне лә ҡуймаҫҡа? Ул да беҙҙең күптәнге «таныш» – 1901 йылдың июнь айында Әлшәй районында ай буйы ҡымыҙ эсеп, туберкулез сиренән дауаланып ятҡан бит...
Ошо уйҙарымды әйткәс, ағайым, һүҙеңдә хаҡлыҡ барҙыр, һөйләшербеҙ Георгий менән, тип яуапланы. Һөйләшкәндәрҙер, тип уйлайым, сөнки тамамланған вариантта Чехов булмаһа ла, өҫтәлгә алтынсы кәсә өҫтәлгәйне. Һуңлабыраҡ булһа ла, уның килеп етеүенә өмөт бар.
Икенсе момент. Минең портретты яҙғанда ағайыма бер тапҡыр ғына позировать иттем, ахыры. Йонсотмайым, типме, бүтән саҡырманы, артабан үҙ ваҡытым менән тамамлармын, тип, бер нисә кадр фотоға төшөрөп алды ла шулар ярҙамында эшен ослап ҡуйҙы. Әйтер һүҙем минең портрет тураһында түгел, ошо фотографиялар хаҡында. Триптихтың авторҙашы Георгий Калитов үҙенең хәтирәләрендә был хаҡта бына нимәләр яҙа:
«...Оҙаҡ һәм мәшәҡәтле эҙләнеүҙәр, ҡайта-ҡайта яңынан эшләүҙәрҙән һуң, бер көн, ниһайәт, мин дөйөм композицияның төп фигураһын – Салауат Юлаев һынын яҙып бөттөм. Үҙем дә, Рәшит Сәйфетдинович та ҡәнәғәт булдыҡ. Ауан был фигура үҙ тирәһенә бөтә персонаждарҙы йыйҙы, композицияға эске динамика, хәрәкәт һәм көс бирҙе. Хәҙер алдыбыҙға икенсе етди проблема килеп баҫты – ошо ҡеүәтле фигураға бәрәбәр геройҙың художестволы портретын, йәғни йөҙөн яҙырға кәрәк ине. Беҙҙең уртаҡ фекер – халыҡ геройы конкрет һәм тере булырға тейеш, беҙгә уны һуғышсы итеп күрһәтеүгә ҡарағанда шағир, халыҡтың рухи юлбашсыһы итеп күрһәтеү мөһим, тигән ҡарашта торҙоҡ. Беҙҙеңсә, шул саҡта ғына батыр йөҙө реаль һәм ышандырғыс буласаҡ. Оҙаҡ эҙләндек, төрлөсә яҙып ҡараныҡ, әммә бер эшебеҙ ҙә ҡәнәғәтлек килтермәне. Нисектер бер ваҡыт оҫтаханалағы әллә ҡасанғы этюдтар араһында Рәшит Сәйфетдинович яһаған кемдеңдер портрет-этюды күҙемә салынды бит. Ҡулдарын күкрәгенә ҡаушырған, буйлы күлдәк кейгән бер йәш кешенең билгә тиклем яһалған портреты ине. Был Рәшит Сәйфетдиновичтың яҡын туғаны, ул саҡта йәш яҙыусы Әмир Әминев булып сыҡты. Һәйбәт портрет, бигерәк тә башы матур яҙылғайны. Эш миңә оҡшаны, шуға ла ошо этюдты Салауат йөҙөнә «күсерергә» тәҡдим иттем. Рәшит Сәйфетдинович ризалашты. Шулай итеп, Салауат Юлаевтың баҙыҡ прототибы табылды. Һөҙөмтәлә картинаның төп образы тере, ышандырғыс, иң мөһиме, осошло (одухвотворенный) килеп сыҡты. Бының сере шунда, беҙ тере кешенең, яҙыусы Әмир Әминевтың реаль йөҙө аша Салауат йөҙөн төҫмөрләтә алдыҡ...»
Шулай итеп, мин Салауат Юлаев «булып» киттем...
Триптих рәссамдар өсөн бик тә бәхетле әҫәр булды. Уларға дан-шөһрәт менән бергә оло ижади ҡәнәғәтлек тә килтерҙе. Ижадта бындай илаһи осоштар һирәк була. Хыял менән теләк, мөмкинлек менән эске күтәренкелек, илһам, көндәлек талымһыҙ хеҙмәт бергә ҡушылғанда ғына быға өлгәшеү мөмкиндер.
Ошо урында милләтебеҙҙең мәшһүр рәссамы, СССР-ҙың халыҡ рәссамы, СССР Художество академияһының мөхбир ағзаһы Әхмәт Лотфуллиндың әҫәргә ҡағылышлы фекерен килтереү урынлы булыр. Ул үҙенең бер интервьюһында ошондай һүҙҙәр әйткәйне:
«...Йәшерен-батырыны юҡ, беҙ, рәссамдар, бер-беребеҙҙең эшенә бик тәнҡитсел ҡарайбыҙ. Әммә Рәшит Зәйнетдинов менән уның коллегаһы Георгий Калитовтың шундай ҙур һәм етди полотно – триптих яҙыуҙары мине бик шатландырҙы. Ихлас әйтәм. Бындай эштәр һәр кемгә лә бирелмәй, һәр кемдең дә ҡулынан килмәй.
Триптих ифрат уңышлы килеп сыҡҡан, тип иҫәпләйем. Шуны оноторға ярамай, кем һынлы сәнғәт өлкәһендә эшләй, кем практик, шул ғына бындай эштең ни тиклем дәрәжәлә етди, ни тиклем дәрәжәлә ауыр икәнен аңлай. Егеттәр эштәрен бик уңышлы башҡарған. Бөгөнгө көндә мин Башҡортостанда был триптихтан да яҡшыраҡ бер эште лә күрһәтә алмайым...»
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Эрнст Сәйетов әҫәргә шулай уҡ юғары баһа бирә:
«БДУ өсөн яҙылған «Ер рухы» тигән триптихты мин яҡшы беләм. Әле эскиз варианттары эшләнгән сағында уҡ уны күрә йөрөнөм – грандиоз һәм ғәҙәттән тыш көслө әҫәр уйланылғанына шаһит булдым. Быға тиклем булмаған шундай ҙур әһәмиәтле эпик характерҙағы картинаға беҙҙә бер рәссам да тотонғаны юҡ ине әле.
Мине бигерәк тә шул ғәжәпләндерә – әлеге көндә рәссамдар идеологик азатлыҡ, төрлө авангардизм, абстракционизм, сюрреализм, концептуализм, башҡа шундай «изм»дар менән мауыҡҡан ваҡытта, арабыҙҙа шундай ике рәссам табылды, улар үҙҙәрендә генә соҡонмайынса, юғары милли теманы сағылдырыусы картина яҙыуҙы үҙҙәренең бурысы итеп ҡуйҙы. Уларҙың маҡсаты – милләттең ғорурланырҙай тамырҙары: геройҙары, шағирҙары, ғалимдары, яҙыусылары, мәғрифәтселәре элек тә булған һәм бөгөн дә барлығын күрһәтеү. Башҡорт еренең, башҡорт тупрағының, уның кешеләренең Рәсәйҙең иң алдынғы аҡыл эйәләре – А.Пушкин, Л.Толстой, С.Аксаков, А.Чехов, Ғ.Туҡай, К.Иванов һәм башҡаларҙы һәр ваҡыт үҙенә тартып тороуын күрһәтеү...»
Ә хәҙер фекерҙәрҙе сағыштырыу маҡсатында икенсе өлкәлә ижад итеүсе кешенең, билдәле яҙыусы Рәшит Солтангәрәевтың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ. Ул үҙенең «Ил терәге – ирҙәр» тигән мәҡәләһендә («Башҡортостан», 1995, 7 сентябрь) былай тип яҙа: «Глеб Успенскийҙың: «Юғалыр башҡорт, һис шикһеҙ юғалыр был башҡорт!» – тигән һүҙҙәрен күпме файҙаланманылар! Кемдер яуыз ниәт менән ҡабатланы уны, кемдер заман сәйәсәтенә ярарға тырышып ҡабатланы. Кемдер – кемгәлер эйәреп ғәҙәт буйынса. Рәшит Зәйнетдинов менән Георгий Калитовтың ошо картиналарын ҡарағас, үҙебеҙҙең халыҡ, уның рухы, уның көсө тураһында уйланаһың, ғорурланаһың. Ошо ҙур шәхестәрҙе тыуҙырған халыҡҡа ҡарата нисек шундай яман күрәҙәселек ҡылыу мөкинлегенә аптырайһың...»
Социаль аспектта әйтһә лә, яҙыусы бик тә теүәл әйткән.
Ағайымдың Георгий Калитов менән берлектә ҙур форматлы, күп фигуралы, төҙөк композицияға ҡоролған йәнә бер монументаль картинаһын да хәтерләп үтергә кәрәктер. Миңә ҡалһа, был эш улар ижадының йәнә бер күркәм күренеше.Ул – М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры өсөн махсус яҙылған «Йондоҙлоҡ» (290х365 см) картинаһы. Картина үҙенең идеяһы, йөкмәткеһе яғынан «Ер рухы» триптихына бик тә ауаздаш, тик һүрәтләнгән персонаждары ғына икенсе. Рәссамдар бында башҡорт театры сәнғәтенең сағыу йондоҙҙарын бергә йыйған. 34 кешенән торған был «коллектив» театрҙың бер нисә быуын вәкилдәренән торған ижади труппа: театрҙы ойоштороусылар, артистар, драматургтар, композиторҙар. Уларҙың һәр ҡайһыһы башҡорт театры сәхнәһендә тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәр. Исем-шәрифтәре аша театрҙың үткәнен, төрлө дәүерҙәге ижади йөҙөн, репертуарын, уйнаған спектаклдәрен күҙ алдына килтерергә мөмкин. А.Мөбәрәков, Р.Янбулатова, Р.Сыртланов, Ғ.Туҡаев, З.Бикбулатова, Л.Вәлиев, Ғ.Имашева, Ғ.Сөләймәнов, Ғ.Әлмөхәмәтов, Г.Мөбәрәкова ише йондоҙҙар. Бөгөн «Йондоҙлоҡ» театры музейында тора.
* * *
Диплом етәксеһе Рәшит Нурмөхәмәтов тәҡдиме менән дипломын производство темаһына яҡлағас, атаһы иҫтәлегенә яҙыласаҡ картинаға кире ҡайта ағайым. Кире ҡайта тигәнем дөрөҫ түгел, уны бер ҡасан да иҫенән сығарғаны булмай: күңеленән формаһын эҙләй, композицияһын төҙөй, геройҙарын нисегерәк урынлаштырыу хаҡында уйлана. Картина героик, тантаналы, юғары пафоста, шул уҡ ваҡытта тормошсан да булырға тейеш. Шул саҡта ғына ул ҡараласаҡ, ышандырғыс буласаҡ, ысын һуғыш тәьҫирен бирәсәк. Эйе, эш өс картинанан торған монументаль триптих буласаҡ.
Институтты тамамлау менән үк ағайым атаһының ҡәбере ҡайҙалығын һорап райвоенкоматҡа, Башвоенкоматҡа хат-запростар яҙа. Ҡайһы тирәлә һәләк булғаны билдәле – һуңғы хатында «Берлинға етеп барабыҙ» тигән һүҙҙәре бар. Ғафури районы хәрби комиссариатынан 1981 йылдың 13 апреле менән тамғаланған извещениела ошондай яуап килә: «стрелок Зайнетдинов Сайфетдин Мухутдинович погиб 22 января 1945 года и похоронен ст. Штульген 6 км. п.Венау, Восточная Пруссия». Оло еңеү рәүешендә ҡабул ителә был хат. Һәм ағайым шул йылдың йәйендә еңгәй менән Калининград өлкәһенә юллана. Таба ул атаһы ерләнгән туғандар ҡәберлеген.
Извещениела олатай ятҡан ҡәберлектең рәсми «адресы» шулай тип яҙылһа ла (ә ул 1945 йылғы мәғлүмәт – Дело №12, 1945, Лист 124, извещение №2250 нигеҙендә төҙөлгән), 1945 йылдың ғинуарында Глубиннен ҡалаһы янында барған ҡаты алышта һәләк булған һәм төрлө урынға күмгәндәрҙе һуғыштан һуң һәмммәһен бергә «йыйып», туғандар ҡәберлегенә яңынан ерләгәндәр икән. Хәҙерге көндәге адресы: Гусев ҡала округы, Гусев ҡалаһы. Был ҙур туғандар ҡәберлегендә йәмғеһе 1158 һалдат һәм сержант ерләнгән, ул муниципаль әһәмиәтендәге тарихи ҡомартҡы иҫәпләнә. Ҡара гранит плиталарҙа һәр ҡайһыһының фамилияһы һәм инициалдары соҡоп яҙылған. Унда ҡыҙылармеец Зәйнетдинов Сәйфетдин олатайҙың фамилияһы ла бар...
Шулай итеп, 3-сө Белоруссия фронты составындағы 28-се армия, 20-се дивизия, 67-се уҡсы полкының рядовой һалдаты Сәйфетдин Зәйнетдинов дошмандың көслө оборонаһын өҙөп, нацистик Германияның шул райондағы ҙур ғәскәри группировкаһын ҡамау һәм тулыһынса тар-мар итеү маҡсатында ойошторолған Көнсығыш Пруссия стратегик операцияһында ҡатнаша һәм шунда башын һала... Быларҙы бөгөн үткән заманда һәм ҙур үкенес менән әйтергә тура килә.
Күңеле тулып, ниндәйҙер дәрәжәлә ҡәнәғәтлек кисереп ҡайтты ағайым алыҫ сәфәрҙән. Картинаға яҙыу өсөн атаһы ҡәберен күреү кәрәк булғанын аңлап ҡайтты. Диплом етәксеһе Рәшит Нурмөхәмәтовтың кәңәш-тәҡдимен тыңлап психологик әҙерлекһең тотонмағанына ҡыуаныуы ла бар ине. Сәйәхәте күптән хыялланған триптихты башларға этәргес тә, илһам да, дәрт тә бирҙе. Һәм ул эшкә лә тотондо...
Триптих «Атайым иҫтәлегенә» тип атала. Тәүге картина «Оҙатыу» (170х72 см) тигән исемдә. Унда иртәнге сәғәттәрҙә атайҙың һуғышҡа китеү, йәғни уны оҙатыу мәле, тасуирлана. Ҡулында – сабый бала, ул атаһын һуңғы тапҡыр күреүен дә, уның ҡосағында һуңғы тапҡыр ултырыуын да аңларлыҡ йәштә түгел. Хәсрәткә батҡан йәш ҡатын ирен шулай уҡ һуңғы тапҡыр күрә. Ҡарашына, һын-буйының көсөргәнешлегенә ҡарағанда ул быны һиҙә лә кеүек. Әммә ирҙе илап оҙатырға ярамай. Ҡырыҫ тәбиғәт күренеше, бүлкәс-бүлкәс яланғас тау һырттары шулай уҡ ҡайғылы һарғылт төҫтә. Эргәләрендә – атайҙы алып китәсәк ылау.
Урта картина, триптихтың үҙәк өлөшөндә инде, һуғыш күренеше. Бер төркөм атлы ғәскәр командирҙың, башҡорт кавалерияһы дивизияһы яугирҙары тип иҫәпләһәк, генерал Шайморатовтың, бойороғон тыңлай. Шуға ла картина «Бойороҡ» (170х170 см) тигән исемдә. Һыбайлыларҙың йөҙҙәре етди, көсөргәнешле; аттар ҙа, яуға инәсәген белгәндәй, ярһыу, тынысһыҙ. Иң алғы пландағы аҡ атта – атай. Ул менгән ат башын эйгән, хужаһының хәҙер керәсәк алышта һәләк буласағын һиҙә лә кеүек. Ғәскәр артында сылт ҡыҙыл байраҡ елберҙәй, ул картинаға өҫтәлмә драматизм, динамизм бирә. Ул – ҡан төҫөндә. Командирҙың бойороғон тыңлап бөтөү менән һыбайлыларҙың, ҡыҫылған пружина ысҡынып киткән кеүек, тере ташҡын булып дошман өҫтөнә ябырыласағын асыҡ тойомлап була. Картинанан хатта аттарҙың тын алышы ишетелгәндәй, танауға әсе тир еҫе бәрелгәндәй...
«Иҫкә алыу» (170х72 см) – триптихтың өсөнсө картинаһы. Ул алдағы икәүһен ослап, теүәлләп, логик яҡтан һәм художестволылыҡ йәһәтенән тамамлап, дөйөмләштереп ҡуя. Бөгөнгө көн, 9 Май, сираттағы Еңеү байрамы тантанаһы. Тәүге картиналағы сабый бала үҫкән, ир ҡорона ингән, олоғайған әсәһе менән атаһының стенаға эленгән фотоһүрәте (атаһының һуғыштан һалған берҙән-бер фотоһы) алдында баҫып тора. Ҡулында – атаһының фронттан килгән һуңғы хаты. Унда «Берлинға етеп барабыҙ» тигән юлдар бар.
Асыҡ тәҙрәнән өй эсенә йылы май еле керә, тыныс яҙғы ел. Урамда байрам. Һағышлы байрам, күҙ йәше ҡатнаш байрам...
Нәмә ул картина? Картина – алған темаң менән илһамланыу, буяу сәнғәте, шиғриәт, музыка, линиялар, ритм, кәйеф, күңел байрамы, уй-теләк гармонияһы. Картина – үҙең уйлап сығарған яңы донъя, яңы ысынбарлыҡ. Ағайым был триптихта үҙенең бала саҡ хәтирәләрен, атайһыҙ үҫеү ауырлығын, атайға булған һары һағышын һалған. Триптих – хәтирә лә, иҫтәлек тә, ул – реквием, протест, оран...
* * *
1988–1990 йылдарҙа ағайым Георгий Калитов менән Дүртөйлө районы «Уңыш» колхозының алдынғы эшсәндәре – һауынсылар, механизаторҙар, белгестәр портреттарын яҙыу менән мәшғүл булды. Был колхоз заманында районда ғына түгел, республика күләмендә алдынғы хужалыҡтарҙың береһе иҫәпләнә ине. Председателдәре Мөнәүир Ғәлиевтың Социалистик Хеҙмәт Геройы булыуы ғына ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Уңышһыҙ эшләгән хужалыҡ етәксеһенә ундай юғары званиены бирмәйҙәр.
Художество галереяһы өсөн Георгий Калитов менән икәүләп ҙур форматта ҡырҡтан ашыу портрет яҙҙылар. Бынан тыш, урындағы тәбиғәт күренештәрен һүрәтләгән пейзаждар, натюрморттар ижад ителә. Галереяны асыу колхоз, район, республика өсөн оло бер тантанаға әүерелә, сөнки ул осорҙа ауыл ерендә художестволы галерея ойоштороу мөғжизәгә тиң ине.
Күргәҙмәнең ҡайһы бер әҫәрҙәре, нигеҙҙә, портреттар («Малсы Вәғиз», «Һауынсы Мөнирә» һ.б.) илебеҙҙәге ҙур күргәҙмәләрҙә – Мәскәүҙә, Ҡазанда, Ырымбурҙа, Ҡурғанда, баш ҡалабыҙ Өфөлә үткән мәртәбәле күргәҙмәләргә ҡуйылып, һәр ҡайҙа ла һынлы сәнғәт белгестәренең юғары баһаһына лайыҡ булды, тамашасылар һөйөүен яуланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «Уңыш» колхозының ифрат та уңышлы эшләп килгән галереяһын хужалыҡҡа килгән йәш рәйес ябып ҡуя. Кемгә ҡамасаулаған, ниндәй зыян килтергән ул матурлыҡ, нәфис, юғары сәнғәт өлгөләре, һис аңлашылмай.
Билдәле булыуынса, совет осоро һынлы сәнғәтендә «Кукрыниксы» тип аталған рәссамдарҙың өс кешенән торған (Куприянов, Крылов, Соколов) коллектив төркөмө ижад итте. Бик популяр рәссамдар булды улар, үҙ дәүеренең һынлы сәнғәт донъяһында үҙе бер феномен тип атарға ла мөмкиндер. Мин ауылда башланғыс, күрше ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрҙә уҡыған йылдарҙа (үткән быуаттың 60-70-се йылдары) уларҙың «Огонек» журналында, «За рубежом» аҙналыҡтарында баҫылған сәйәси карикатураларын йыш күрә торғайным. Ул карикатуралар, асылда, Америка Ҡушма Штаттарының ракеталар, атом бомбалары менән Советтар Союзына янаған, шашып ҡоралланыуҙарын, агрессив сәйәсәтен фашлаған темаға була торғайны. Күп ҡорһаҡлы миллиардерҙарҙың, алтын һәм долларҙар тултырылған тоҡтар ҡосаҡлап, Ер шары өҫтөндә ирәйеп ятҡан һүрәттәре һаман да иҫтә. Әлбиттә, ул эштәрҙә заман идеологияһы сағылыш тапты, әммә улар дошман идеологияһына ҡаршы ҡуйылған беҙҙең идеология ине. Ә бит «Кукрыниксы» киң билдәле һынлы сәнғәт өлгөләре лә ижад итте. Әйтәйек, «Залп Авроры», «Ленин в Разливе», «Баррикады на Пресне» һымаҡ монументаль картиналар. Эйе, улар ҙа заман сәйәсәте әҫәрҙәре, әммә юғары сәнғәт өлгөләре ине.
«Кукрыниксы»ны иҫкә төшөрөүемдең сәбәбе шул – ике кешенән генә торһа ла, ағайым менән Георгий Калитов ижады ла коллектив ижад бит. Һәр хәлдә, ҙур тема күтәргән, ҙур форматтағы эштәрен улар икәүләп башҡарҙы. Сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультетын ағайымдан ике йылға һуңыраҡ (1980) тамамлаған Георгий Калитов менән тәүге эштәре «Башҡорт ғәскәрҙәренең Ҡыҙыл Армия яғына сығыуы. Мораҡ. 1919» була. Был картина 1984 йылда Өфөләге В.И.Ленин музейы заказы буйынса яҙыла.
Художестволы әҙәбиәттә авторҙаш булыу сағыштырмаса йыш осраған күренеш. Әйтәйек, беҙгә Илья Ильф менән Евгений Петров («Двенадцать стульев», «Золотой теленок»), бер туған Стругацкийҙар («Стажеры», «Трудно быть богом», «Попытка к бегству», «Понедельник начинается в субботу...») ижадтары яҡшы таныш, ә бына һынлы сәнғәттә икәүләп йәки өсәүләп эшләү осрағы бик һирәк. Шуға ла ағайым менән Георгий Калитовтың байтаҡ йылдар дауамында бер нисә монументаль картина, триптих ижад итеүҙәре – һоҡланғыс күренеш. Бер үк күренешкә йәки предметҡа булған ҡараштарҙы, мөнәсәбәтте берләштереү һәм уртаҡ фекергә килеү өсөн күпме такт, бер-береңә ихтирам, коллегаңдың ниәтен ҡабул итеү маһирлығы кәрәк. Йәш айырмалары ун биш йыл, тимәк, икеһе ике быуын кешеһе, донъяға ҡараштары, характерҙары, шулай уҡ профессиональ әҙерлектәре төрлөсә, шуға ла алтын урталыҡты табыу еңел булмағандыр, тип уйлайым.
Ағайым үҙҙәренең ижади берҙәмлеге хаҡында бер интервьюһында шундай фекер әйтә: «Беҙҙең ижади төркөм бик тәбиғи ойошто. Йәш айырмаһын да, ҡараштар айырмаһын да тойманыҡ. Георгий төрлө яҡлы, һәр жанрҙа ла берҙәй уңышлы ижад итә ала торған рәссам. Ул майлы буяу менән дә, акварель, тушь менән дә эшләй ала, пластиканы, киңлекте (пространстовоны) нескә тоя, форма өлкәһендә лә туҡтауһыҙ эҙләнә. Бәлки, шул сифаттары менән дә мине тултыралыр. Ә мин күберәк геройҙарымдың эске донъяһына, характерына, психологияһына баҫым яһайым. Миндә – тәжрибә, унда – йәшлек эҙләнеүе, эксперименттарҙан ҡурҡмау...»
Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам иткән осорҙа ағайым Г.Калитов менән Башҡортостандың беренсе хөкүмәтенә бағышланған «Темәстә сәй эсеү» (2006), батша Иван Грозный менән осрашыуға барған башҡорттарға арналған «Беренсе парламентарийҙар» (2007) тигән картиналар яҙҙы. Улар Өфөлә, Мәскәүҙә үткән «Башҡортостандың һынлы сәнғәте» тип аталған күргәҙмәләргә ҡуйылды. Һәм икеһе лә темаһы, формаһы һәм эшләнеше йәһәтенән ыңғай баһа алды.
Алда әйткәнемсә, ағайым үҙен портрет жанрында нығыраҡ асты. Сәнғәт, театр әһелдәренең, яҙыусы, шағир, мәғрифәтсе, ғалимдар портреттарын күпләп яҙҙы. Хәйер, триптихтарындағы персонаждар ҙа, асылда, портреттар бит, ә триптих – айырым-айырым портреттар йыйылмаһы. Сөнки һәр ҡайһыһының индивидуаль йөҙө (төп нөсхәгә оҡшашлығы), характеры, эске донъяһы бар. Шулай ҙа, минең ҡарашымса, ул үҙе лә Георгий Калитов һымаҡ төрлө жанрҙа ла эшләй ала торған рәссам булды. Тыуған ауылы Яңы Ҡауарҙы эргәһенән аҡҡан Мәндем, Еҙем йылғалары буйы күренештәре, үҙенең баҡсаһы янындағы Дим йылғаһы пейзаждары ла, натюрморттары ла байтаҡ. Бынан тыш, шиғырҙар яҙҙы. Уларҙы көйгә һалып, үҙе мандолинола йәки фортепианола уйнап, йырлап та ебәрә торғайны. Оҫтаханаһындағы һәр эш көнө ғәҙәттә музыкаль увертюранан башланды. Ғөмүмән, йыр-моңға, бигерәк тә халыҡ көйҙәренә, ғашиҡ кеше ине.
Ижтимағи йөҙөн һәм педагогик эшмәкәрлеген күрһәтмәһәм, ағайымдың портреты тулы булмаҫ кеүек. Сәнғәт институтын тамамлаған көндө үк (1978 йыл) уны РСФСР Художество фонды Башҡортостан бүлексәһенең баш художнигы вазифаһына тәғәйенләп ҡуялар. Ике айҙан һуң Башҡортостан Художниктар союзының партия ойошмаһы секретары итеп тә һайлайҙар. (Уҡыу отличнигы булараҡ уны студент сағында уҡ партияға алған булалар). Ошо ифрат та яуаплы һәм ярайһы мәшәҡәтле ике вазифаны ул алты йыл дауамында «тарта». 1980 йылда Өфө сәнғәт институтын тамамлаусыларҙан беренсе булып СССР Художниктар союзы ағзаһы итеп алына. 1991 йылда институтҡа уҡытырға саҡырыла. 1994 йылдан алып ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем – егерме йылдан ашыу(!) – һынлы сәнғәт факультеты деканы булып эшләне. 1998 йылда Василий Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академияһы художество институтының ғилми советы ҡарары менән уға һынлы сәнғәт кафедраһы профессоры исеме бирелә.
Ағайым РСФСР Юғары Советы Президиумының, БР Хөкүмәтенең Почет Грамоталары менән бүләкләнде, уға Башҡортостандың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ рәссамы, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исемдәре бирелде. Алда билдәләүемсә, «Ер рухы» триптихы 1995 йылда республиканың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы менән баһаланды. Картиналары М.Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейында, Кумертау ҡалаһындағы картиналар галереяһында, Ғафури районының Ҡаранйылға ауылындағы Ж.Кейекбаев музейында, Сәйетбаба урта мәктәбендә, баш ҡалабыҙҙың Ш.Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында, Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылындағы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейында, күп һанлы шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
Мин рәссам түгел. Ундай талантым булһа, ағайым портретын күптән яҙған булыр инем. Үҙемдең, атайымдың, әсәйемдең, өләсәйемдең, башҡа яҡын туғандарымдың портреттарын тыуҙырғаны өсөн генә түгел, бала саҡтан сер һәм мөғжизә тулы һынлы сәнғәт донъяһына ылыҡтырғаны, тәбиғәттәге хозурлыҡты, кешеләрҙәге матурлыҡты күрә белергә, камиллыҡ менән һоҡланырға өйрәткәне, үҙ артынан эйәртә, әйҙәй алғаны өсөн рәхмәт йөҙөнән башҡарыр инем был эште. Колоритлы, ҡуйы майлы, ҡояш нурҙары, аҡ болоттар уйнап торған буяуҙар менән яҙыр инем был картинаны.
Рәссам булмағас, мин уның портретын буяу менән түгел, һүҙҙәр менән яҙҙым, яҙырға тырыштым. Хәйер, бай рухи донъялы, һоҡланғыс эске мәҙәниәтле, талантлы ағайымдың портретын бөтә тулылығында яҙҙым, тип әйтә алмайым, яҙғаным да уның портретына бер штрих ҡына булғандыр, тим...