Литература
29 Июня , 11:00

«Был донъяға килгәнемдән алып, Аңдарымда йәшәй – эрзә теле...»

Саранск ҡалаһында йәшәүсе Мордва Республикаһының атҡаҙанған шағиры Татьяна Мокшанованың (Татьяна Петровна Швецова) исеме Рәсәй әҙәбиәтендә киң билдәле. Ул «Чилисема» («Таң») балалар һәм үҫмерҙәр журналының яуаплы секретары. Эрзә телендә нәшер ителгән алты китап авторы. 2021 йылдан Мордва Республикаһы Яҙыусылар союзын етәкләй.

Татьяна МокшановаТатьяна Мокшанова
Татьяна Мокшанова

***

 

Йәйҙең быйыл матурлығы!

Ҡояш төшлөктө уҙған.

Йәшел япраҡ араһынан

Бөркөлә алтын туҙан.

 

Иҫтәремә төшәһең дә,

Ҡояштай күҙ ҡыҫаһың.

Төштәреңдә мин килермен –

Эҫе булыр ҡосағың.

 

Миңә рәхәт! Шул рәхәтлек

Һиңә лә барып етһен.

Шул тойғолар таңға тиклем

Бишегендә бәүетһен.

 

Яндарыңда булмаһам да,

Йылмайырһың уянһаң.

Төштәр бит үҙе аңғарта –

Кемдәр һине уйлаған.

 

 

Көҙ-ғүмер

 

Сентябрҙә көҙ, әйтерһең, бәләкәй бала,

Шатлана, көлә, шаяра, уйнап та ала.

Урман-ҡырға инеп ҡаса, япраҡ осороп,

Иртәгәһе өсөн бер ҙә тормай борсолоп.

 

Октябрҙә йәш ҡыҙҙарҙай ул матур була,

Алтын сәстәрен елдәргә тағатыр була.

Күлдәгендәге биҙәге – ҡыҙыл ептәрҙән,

Бирнәләре һандыҡтарға инде бикләнгән.

 

Ноябрҙә көҙ – ҡатын-ҡыҙ, сал сәсле әбей,

Буйы ла инде ултырған, көсө лә кәмей.

Бармаҡтарына йәбешкән ҡыш-алабарман,

Күпме икән был донъяла йәшәйһе ҡалған?

 

***

Көҙгө октябрь

Ҡыла тамаша:

Осона күңел,

Шатлығым таша,

Йүгерәм өйгә

Күләүек аша.

Ҡулда ҡулсатыр,

Ә миңә – байрам.

Еүеш көнөмдө

Оҙатып барам...

 

Үткән көҙҙәр

 

Һин көҙ көнө әйттең исемеңде,

Мин дә әйттем, шулай йолаһы.

Һәм уяндым ҡапыл. Һин терелдең.

Онотолдо барлыҡ донъяһы.

 

Һин йәй улы. Ә мин ҡыштың ҡыҙы,

Тик көҙ генә беҙҙең арала.

Мин ышандым һиңә. Тоғро инең.

Ниңә бөгөн шиктәр ярала?

 

Көҙҙөң бер көнөндә ҡырау төшөп,

Мәңгелек боҙ ятты аҙаҡтан.

Киткәндәргә – ишектәрем асыҡ!

Көҙ ғәйепһеҙ, көҙҙө яратам.

 

Алтын көҙҙә йәнә ишек ҡаҡтың,

Алдарыма баҫтың бүләктәй.

Көткән йөҙҙәр инде онотолған,

Үткән көҙҙәр инде кәрәкмәй!

 

Ваҡыт

 

Ваҡыт үҙ юлын белә,

Һис тормай туҡтап,

Август көҙгә ауыша,

Шым ғына һыҡтап.

 

Сентябрь ҙа оҙаҡ тормай,

Күңеле китек.

Октябрҙең эргәһенә

Юғала китеп.

 

Һуңғыһына ни әйтһәң дә,

Инде барыбер.

Ҡоластарын йәйеп, уны

Көтә ноябрь...

 

 

Әсәй иҫән саҡта

 

Йыраҡтарға юлға сыҡҡаныңда

Яҙ айында, ҡышын, көҙ-йәйен,

Фатихалы булыр һәр сәфәрең

Әле иҫән саҡта әсәйең.

 

Иҫән саҡта әсәй – көтөүсе бар,

Тыуған йорт бар ҡаҙан аҫырлыҡ.

Әсәй барҙа – доға ҡылыусы бар,

Абынһаң да тороп баҫырлыҡ.

 

Әсәй барҙа кеше яңғыҙ түгел,

Аҙым ныҡлы, сөнки терәк бар.

Һине етәкләгән бала саҡ бар,

Һинең өсөн типкән йөрәк бар.

 

Ғәм дуҫтарың хатта йөҙ борһа ла,

Әсәкәйең әйтер: «Ҡал бында!»

Әсәйеңә оҙон ғүмер һорап,

Башыңды эй Илаһ алдында.

 

Хаттар

 

Иң ҡәҙерле хистәр гөлләмәһе –

Йәшлек дуҫҡайымдың хатҡайын

Көҙҙөң һарылығы йоҡмаһын, тип,

Йөрәк тәңгәлендә һаҡлайым.

 

Икенсе бер шәлкем – һағыш тулы,

Миндә ҡалған хаттар улары.

Миндә ҡалған хаттар. Уҡылмаған.

Ҡағылмаған йәрем ҡулдары.

 

Тағы хаттар. Үкһеҙ етем хаттар,

Улары ла, гүйә, ҡанатһыҙ.

Шундай ихлас, өмөт тулы юлдар

Ҡалдырылған булған яуапһыҙ...

 

***

«Төштәргә гел инә, – тиҙәр, –

Кем уйында йөрөтә».

Төштәремә бик йыш ҡына

Инә инең элек тә.

 

Ҡараштарың үтә күргәс,

Күҙең төҫөндә инем.

Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне –

Һинең төшөңдә инем.

 

Нисек инде? Ниңә шулай

Юлдарыбыҙ аймылыш?

Төшөмдә лә, өнөмдә лә

Осраманың яңылыш.

 

Төштәр күрҙек,

Таждар үрҙек.

Аралар хәҙер һыуыҡ.

Шаҡып инмә төштәремә –

Әйтер һүҙҙәрем дә юҡ.

 

***

 

Күптәнән ҡыҙарған

Әлморон ҡыуағы.

Ҡояшы ла ғәзиз –

Әбейҙәр сыуағы.

Көҙ шундай һөйкөмлө –

Апайым, тиерһең,

Белә ул, һиҙә ул

Ҡыштарға инерен...

 

Яҡшылыҡҡа юрап

 

Урман һыртында юғалды

Күк тәгәрмәсе:

Ҡурай еләгеләй – офоҡ,

Йәйҙең көләсе.

 

Һап-һарыҡай ғына алтын

Ерҙе көйрәтте.

Тыныслығы менән арбай

Көҙҙөң һүрәте.

 

Аҡ болоттарҙы оҙатам,

Тарала һағыш,

Һиҙеп торам, белеп торам,

Яҡшы булыр ҡыш.

 

Уңдыҡ микән, туңдыҡ микән

Инде ҡыш, ана.

Яҡшы яҙҙар килер, тиеп,

Йәнем ышана.

 

Иң ҡәҙерле

 

Көс алырға мин йортома ҡайтам,

Үҙ яҡтыһы уның, төҫө бар.

Ҡайҙа ғына юлдар саҡырһа ла,

Тартып ала торған көсө бар.

 

Яҡындарым менән йәнем йырлы,

Тик ошонда күңелем ирекле.

Ғаиләм – ҡәлғәм,

Иң ҡәҙерле урын,

Мөхәббәтле, йәмле, МИНЕКЕ!

 

 

Эрзә телем

 

Был донъяға килгәнемдән алып

Аңдарымда йәшәй – эрзә теле.

Һәр бер һүҙе уның йөрәгемә

Әсә һөтө менән беркетеүле.

 

Атай-әсәй теле, шишмә кеүек,

Бәреп сыға минең күкрәгемдән.

Туған телем башҡа телдәрҙе лә

Яратырға мине өйрәттергән.

 

Телем менән мин дә бер йәштәмен,

Һәр бер һүҙе ғәзиз йәндәремә.

Халҡым һаҡлап килгән ғөрөф-ғәҙәт

Йөрәгемә һеңгән, ғәмдәремә.

 

Телем иҫән саҡта мин ҡеүәтле,

Киләсәге уның булһын олуғ!

Ул икмәгем минең, ҡан хәтере,

Ул аңыма күскән боронғолоҡ.

 

***

 

Һиңә ҡараһам –

Йәнем йылына,

Бесәйҙәй йәнем

Һиңә һарыла.

Тыңлайым, нисек

Йөрәгең тибә.

Рәхимле яҙмыш:

Һиңә һәм миңә.

 

Күңелем тыныс

Ҡауышҡан мәлдән,

Мең рәхмәт, йәнем,

Күкрәгең – ҡәлғәм.

Тын алыштарың

Иңемде наҙлай.

Кем шулай һөйә,

Кем шулай аңлай...

 

Зөлфиә ХАННАНОВА тәржемәһе.

Автор:Татьяна Мокшанова, эрзә шағирәһе
Читайте нас