

– Һәр ижадсы өсөн тыуып-үҫкән ере илһам сығанағы булып хеҙмәт итә. Шағирә Зөһрәгә нимәһе менән ҡәҙерле һәм ғәзиз икән Ҡыйғы районының Йосоп ауылы?
– Һаумыһығыҙ, Зөлфиә апай, ҡәҙерле журнал уҡыусылары! Һәр кем өсөн үҙенең тыуып үҫкән ғәзиз тыуған ере, кесе Ватаны – күңел түрендә һаҡланыр нурлы ҡәғбә, ата-бабаларыңдың төйәге, тамырҙарыңдан көс алыр изге урын ул. Минең өсөн дә Ҡыйғы районының Йосоп ауылы – атай-әсәйем, хөрмәтле уҡытыусыларым, йор һүҙле, егәрле һәм ихлас ауылдаштарым менән ҡәҙерле. Хозур тәбиғәтле Ҡаншал тауым, йәмле Ыҡ буйҙарым күңел дауаһы ла, илһам сығанағы ла ул.
- Йосоп ауылы тағы ниндәй шәхестәре менән билдәле?
- Улар бик күп! Мәҫәлән, Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы директоры, ғалим, филология фәндәре кандидаты, доцент Винер Ғәниев, химия фәндәре докторы, профессор Фәиз Хизбуллин, технология фәндәре кандидаты Гөлнара Хизбуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, йомшаҡ тауышлы дикторыбыҙ Ленария Ямалетдинова (бөгөн ул Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хеҙмәткәре булып эшләй), танылған йырсы Зөлфир Басыров, халыҡ мәғарифы отличниктары: Марат Баһауетдинов, Флүрә Ямалетдинова, Миңдинеса Ғәниева, милли кейемдәр оҫтаһы Гөлдәр Шәбиева, шиғырҙар яҙыусы Фәнүзә Солтанова, спортсы Зиннур Басыровтар һәм башҡалар.
– Сер булмаһа, һеҙҙәге тәбиғи баҫалҡылыҡ, күркәм тыйнаҡлыҡ кемдән килгән тәрбиә үрнәге?
– Рәхмәт йылы һүҙҙәрегеҙгә. Моғайын, был сифаттарым әсәйемдән килгән тәрбиәлер. Сөнки ул бик сабыр, баҫалҡы, аҡыллы, кешеләргә һәр саҡ асыҡ йөҙлө, ихлас, үтә ярҙамсыл кеше. Әсәйем сығышы менән Өфө ҡыҙы, атайымды осратҡас, кейәүгә сығып, ауыл еренә берегә, матур донъя ҡороп, татыу ғүмер кисерәләр. Әсәйем, Фәнүзә Бәҙғетдин ҡыҙы, бөтә ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаны, Йосоп урта мәктәбендә тарих, инглиз теленән дәрестәр алып барҙы. Тормошондағы барлыҡ һынауҙарҙы ла ул сабырлығы, күркәм фиғеле, тырышлығы менән еңә килде. Ул беҙгә һәр саҡ өлгө булып тора.
– Хәйер, шул уҡ ваҡытта, ҡыйыу ҙа, сая ла, юғары маҡсатлы ла, һеҙ. Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлауығыҙ тап шул хаҡта һөйләй. Фән донъяһына ныҡлап ылығыуығыҙ ҙа тап ошо уҡыу йортонда башланғандыр?
– Эйе. Яратҡан уҡыу йортома, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына, хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға фән юлына ишек асыуҙары һәм беҙгә биргән ғилемдәре өсөн бик рәхмәтлемен. Дәртле студент йылдарында халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ғилми мәҡәләләр яҙып, докладтар менән сығыш яһап, әүҙем ҡатнаша торғайныҡ. Шулай уҡ, Удмуртия Республикаһының Ижевск ҡалаһында, Таулы Алтайҙа үткәрелгән төрки телдәре буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында урындар, дипломдар алып, ҡыуанып ҡайтҡаныбыҙ яҡты хәтирә булып күңел түрендә һаҡлана. Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһына бер төркөм студенттар менән барып, лекциялар тыңлап ҡайтыу беҙҙең өсөн оло бәхет булды. Ошо рәүешле әҙәбиәткә булған һөйөү яйлап мине фән юлына ла алып килде. Университетты тамамлағас, Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынааспирантураға уҡырға саҡырҙылар. Кандидатлыҡ диссертацияһына «Хәҙерге башҡорт драмаларының художестволы үҙенсәлеге (1990-2020)» темаһын һайланыҡ. Ғилми етәксем, филология фәндәре докторы Нәҙерғолов Миңлеғәле Хөсәйен улы төплө кәңәштәре менән һәр саҡ ярҙам итеп тора.
– Зөһрә Тимас ҡыҙы, башҡорт драматургияһының бөгөнгө хәле ҡәнәғәтләнерлекме?
– Драматургия – бик ҡатмарлы һәм үҙенсәлекле әҙәбиәт төрө, үҙенә күрә айырым мөғжизәле донъя. Ғилми эш өҫтөндә эшләү ваҡытында үҙем өсөн байтаҡ драматургтар ижадын астым, яңы исемдәрҙең булыуы ла, һуңғы арала йәш авторҙарҙың пьесалары ҡуйылыуы ла бик мәслихәт. Флорид Бүләков, Наил Ғәйетбай, Нәжиб Асанбаев һымаҡ классиктарыбыҙҙың сәхнә әҫәрҙәрен халыҡ бик яратып ҡарай. Шулай уҡ, Мөнир Ҡунафин, Шәүрә Шәкүрова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Баныу Ҡаһарманова, йәшерәк быуындан Айбулат Сәсәнбаев, Ангиза Ишбулдина һәм башҡа яҙыусыларҙың пьесалары заман проблемаларын күтәреп сығыуы менән әһәмиәтле.
– Үҙегеҙҙә лә драма яҙып ҡарау теләге тыуманымы?
– Ижад юлымды шиғриәттән башлаһам да, драма әҫәренә тотонорға баҙнат итеп ҡараным. Билдәле режиссер, хәҙер Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Зиннур ағай Сөләймәнов ойошторған «Хәҙерге драматургия һәм режиссура буйынса семинар-лабораторияһы»нда (2014 йыл) тормош иптәшем менән бергә үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡараныҡ, унда бик ентекле итеп драма нескәлектәренә өйрәттеләр З. Исмәғилев исемендәге сәнғәт академия студенттары беҙ ижад иткән сәхнә әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Семинар-лабораторияла театр белгестәре, яҙыусылар тарафынан әҫәрҙәребеҙгә төплө анализ бирелде.
Артабан «Тамырҙар көсө» тип аталған социаль драмамды «Шоңҡар» (2020, №2) журналы баҫтырҙы, шулай уҡ Бөйөк Еңеүгә арналған «Онотмаһын беҙҙе тыуған ер!» тигән сценарийым «Тамаша»ла (2021, №2) донъя күрҙе.
– Тормош иптәшегеҙ, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Тылсым эйәләре» китабы авторы, Тимур Рәхмәтуллин да ижад кешеһе. Ғаиләләге әҙәби тандемдың ниндәй ыңғай һәм кире яҡтары бар?
– Ике ижад кешеһенең бер ғаиләлә булыуының һис ниндәй ҙә кире яҡтарын күрмәйем, ә киреһенсә, беҙ һәр саҡ бер-беребеҙҙе аңлап, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, татыу ғүмер итәбеҙ, ике ул үҫтерәбеҙ, Әлхәмдүллилаһи шөкөр. Тормош иптәшем Тимур Зиннур улы – прозаик, балалар өсөн ижад итә, шулай уҡ юморескалар ҙа яҙа. Ә минең күңелем күберәк шиғриәткә тартыла. Мин төндә ижад итһәм, ул таң мәлендә ҡәләмгә тотона. Иртәнсәк мин сәй әҙерләгәнсе, хәләл ефетем, кескәйҙәр өсөн хикәйә йә әкиәт яҙып та ҡуя, балаларҙы уятып, сәй эскән арала беҙгә уҡып ишеттерә. Улдарыбыҙ үҙҙәренең исемдәрен аталарының әҫәрҙәрендә ишетеп, эй ҡыуаналар инде. Шулай бергә күңелле итеп донъя көтәбеҙ, бер-беребеҙгә кәңәштәр биреп, илһамланып ижад итәбеҙ.
– Улдарығыҙ Бәхтийәр менән Әмирханда ла әҙәби һәләт тойомланамы?
– Балаларҙың һәләттәрен һәр яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ. Бәхтийәр улыбыҙға туғыҙ йәш, ул «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында үҙе яҙған әкиәт менән ҡатнашып, диплом менән бүләкләнде. Бер нисә әкиәте һәм һүрәттәре «Аманат», «Йәншишмә» баҫмаларында баҫылып сыҡты. Әмирхан улыбыҙға әлегә дүрт кенә йәш, ул һүрәт төшөрөргә, йырларға, бейергә әүәҫ. Балаларыбыҙға ғаиләбеҙ менән бергә төрлө ижади сараларҙа, «Татыу ғаилә – ил күрке» конкурстарында ҡатнашыу оҡшай, аталарының ҡурай моңона бейеп, шиғырҙар һөйләп сығыш яһайҙар.
– Зөһрә, һеҙ әҙәбиәт күгенә «Йондоҙҙарҙан сиктем ҡулъяулыҡ» исемле шиғыр йыйынтығы менән балҡып килеп индегеҙ. Әйткәндәй, бик матур образ. Ижади камиллашыу юлында остаздарығыҙ бармы? Әллә әҙәбиәт теорияһы менән генә сикләнәһегеҙме?
– Әлбиттә, остаздарым бар, уларға сикһеҙ рәхмәтлемен, тәрән хөрмәт итәм. Шиғриәт донъяһына мин бала сағымдан уҡ ғашиҡмын. Өләсәйем менән үҫкәнгәме, уның һөйләгән риүәйәттәрен, үҙе ижад иткән шиғырҙарын тыңларға ярата торғайным. Башланғыс класта уҡыған мәлдә уҡытыусыбыҙ шиғыр яҙып килергә ҡушҡайны, әлегеләй иҫемдә тәүге шиғырымды атайым менән бергә әсәйемә бағышлағайным. Һуңынан шғириәткә ылығып киттем, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, остазым Ямалетдинова Флүрә Абдулла ҡыҙына рәхмәтлемен, сөнки ул ошо һәләтемде үҫтереүгә байтаҡ көс һалды. Әҙәбиәт буйынса яҙылған иншаларҙы ла һәр саҡ үҙем ижад иткән шиғыр менән биҙәп, тапшыра торғайным. Һуңынан уҡытыусым уларҙы йыйып, балалар баҫмаларына ебәрҙе. Шулай итеп «Аманат», «Йәншишмә», «Аҡбуҙат» баҫмаларында шиғырҙарым баҫыла башланы. Үҙем өсөн дә, уҡытыусым өсөн дә оло ҡыуаныс булғандыр инде ул. Ижади үҫеш юлындашулай уҡ «Шоңҡар» әҙәби-ижад берекмәһенең әһәмиәтен дә билдәләп үткем килә. 2009-2014 йылдарҙа тәүҙә Гөлназ Ҡотоева, һуңынан Зәйтүнә Шәрипова етәкләгән был берекмәлә иҫ киткес матур саралар үткәрелә торғайны. Билдәле халыҡ яҙыусылары менән осрашыуҙар, әҙәби семинарҙар, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының «Ашҡаҙар», М.Аҡмулла исемендәге БДПУ университетының «Тулҡын» әҙәби түңәрәктәре менән бергә ижади кисәләр, хатта Торатауға бергә артылыуҙар, дөйөм йыйынтыҡтар сығарыу – һәммәһе лә иңдәргә ҡанат ҡуйҙы, беҙҙе үҫтерҙе. Шиғырҙарымды билдәле ғалим Фәнил Күзбәков, танылған шағир Дамир ағай Шәрәфетдинов (урыны ожмах түрендә булһын!) ентекле тикшереп, тәнҡит һүҙҙәрен дә, матур-матур фекерҙәрен дә еткереп торҙолар. Уларға бик рәхмәтлемен.
– Һеҙ Башҡортостан, Рәсәй күләмендәге төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайһығыҙ. Бындай бәйгеләрҙә майҙан тотоу нимәһе менән әһәмиәтле?
– Төрлө әҙәби бәйгеләрҙә ҡатнашыу ижади офоҡтарҙы киңәйтә, рухи яҡтан байыта, талантлы йәштәр менән танышыу яңы ижади күперҙәр тыуҙыра, илһамландыра, камиллаштыра. Мәҫәлән, Бөтә Рәсәй «Тел арт-резиденция» әҙәби проектының финалына үтеп, Камчатка крайынан, Ямал-ненец автономиялы округынан, Коми, Марий Эл, Бүрәт һәм Сыуаш Республикаларынан Башҡортостанға килгән 10 йәш шағир һәм яҙыусылар менән танышып, аралашыуым, бергәләп дөйөм саралар ойоштороуыбыҙ минең өсөн оло бәхет булды. Проект сиктәрендә шиғырҙарыбыҙға видеоклиптар төшөрөлдө, улар «Беренсе милли канал» эфирында күрһәтелде. Әҙәбиәт буйынса оҫталыҡ дәрестәрен, онлайн вебинарҙарҙы тыңланыҡ һәм әҫәрҙәребеҙ Мәскәү ҡалаһында «Туған» тип аталған дөйөм йыйынтыҡта нәшер ителде. Коми, мари, сыуаш, коряк, башҡорт, рус, бүрәт, ненец һәм немец телдәрендә ижад итеүсе йәштәрҙең шиғырҙары, проза әҫәрҙәре туған телдәрендә һәм рус теленә тәржемә ителеп, сағыу һүрәттәр менән биҙәлеп ташҡа баҫылды. Беҙҙең өсөн был йыйынтыҡ оло ҡыуаныс булды, хатта Мәскәү ҡалаһына китаптың исем туйына ла барып ҡайттыҡ. Беҙ әле лә бер-беребеҙҙең ижады менән ҡыҙыҡһынып, аралашып торабыҙ, әҫәрҙәребеҙҙе тәржемә итеп, милли баҫмаларҙа баҫтырырға тырышабыҙ. Был да үҙенә күрә оло тәжрибә. Шулай уҡ тормош иптәшем менән бергә йәш ижадсылар өсөн Әлиә Хәбилова, Миләүшә Ҡаһарманова тарафынан ойошторолған «Ҡаһарман» арт-коучинг проектында поэзия, проза йүнәлешендә ҡатнашып, ижадыбыҙға ҡарата файҙалы кәңәштәр тыңлап, яңы тәьҫораттар менән ҡайттыҡ.
– Бала саҡҡа ҡайтыу мөмкинлеге булһа, бәләкәй Зөһрәгә ниндәй һүҙҙәр әйтер инегеҙ?
– Был хаҡта уйланған юҡ ине. Кескәй Зөһрәгә «барлыҡ хыялдарың да тормошҡа ашасаҡ, әммә саҡ ҡына ҡыйыуыраҡ булырға, оялмаҫҡа, ҡурҡмаҫҡа кәрәк», – тигән кәңәштәр бирер инем.
– Уңыштар һеҙгә, Зөһрә! Диссертацияғыҙҙы уңышлы яҡларға, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе яңынан-яңы шиғри йыйынтыҡтарығыҙ менән ҡыуандырып торорға яҙһын!
– Һеҙгә ҙур рәхмәт матур һорауҙарығыҙ һәм әңгәмә өсөн. Журнал уҡыусыларына ла бары тик изге теләктәремде генә еткерәм, иң мөһиме, ғаиләләренә именлек, ил һәм күңел тыныслығы булыуын теләйем.