– Лилиә Зәйнулла ҡыҙы, әйҙәгеҙ әле, һөйләшеүҙе бала сағығыҙҙан башлайыҡ. Һеҙ ниндәй мөхиттә тәрбиә алдығыҙ?
– Алты балалы ишле ғаиләлә бишенсе бала булып үҫтем. Ике ағайым, ике апайым, бер ҡустым бар. Атайым Зәйнулла Шәрифулла улы Ҡәйепов ике тиҫтә йылға яҡын мәктәп директоры булды. Әсәйем – һөнәре буйынса тәрбиәсе. Һуғыш йылдарында иһә уны, ун һигеҙ йәшлек кенә ҡыҙҙы, Маслозаводтың Әбйәлилдәге бүлексәһенә директор итеп ҡуйғандар, сөнки ауылда ул ваҡытта русса белгән кеше булмаған. Әсәйемдең туғандары Магнитогорскийҙа йәшәгәс, ул бер аҙ һупалағандыр инде. «Ныҡ тырышып эшләнек. Фронт өсөн казеин етештерә торғайныҡ», – тип хәтерләр ине. Элек бит самолеттарҙың ҡанаты ағастан булған. Шуларҙы йәбештерергә казеин, йәғни елем кәрәк булған. Уны етештереүҙең технологияһын да һәйбәт белә ине ул. Һөттө ҡайнатып, эремсек эшләйһең, эремсекте киптерәһең, шунан ваҡ ҡына он итеп тартаһың һәм шул казеин була.
Әсәйемдең атаһы Кәбир Әбделйәлил улы Нурғәлиев Әбйәлил районының Хәлил ауылында указлы мулла булған. Ике тапҡыр хажға барған. Ул үҙе сығарған мөнәжәттәрҙе көйләр, йә бәләкәй балаларына «Йософ менән Зөләйха» ҡиссаһын, «Ләйлә һәм Мәжнүн» поэмаһын һөйләп ултырыр булған.
– Бына ҡайҙан икән ул һеҙҙәге сәсәнлек тамырҙары! Башҡа туғандарығыҙға ла күскәнме был һәләт?
– Беҙҙең ғаиләлә шиғриәткә аҙ ғына ҡыҙыҡһыныуы булған, шиғыр уҡырға яратҡан берҙән-бер кеше – әсәйем Рәйхана Кәбир ҡыҙы Нурғәлиева булғандыр. Китаптарымды иң тәүҙә уға бүләк итә торғайным. Башҡаларға ла бирәм инде. Әммә уларҙың: «Уҡыныҡ! Оҡшаны, йәки оҡшаманы», – тигәнен ишеткән булманы. Әсәй иһә иғтибар менән ипләп кенә, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, уҡып ултырыр ине. Үҙе тураһында яҙылған шиғырҙар ҙа бар бит инде, күңеле тулып киткәндер, күрәһең...
Ә атайым музыкант ине. Һуғышта связист булған. Политрук. Армияға 1940 йылда алынған. Һуғыш башланғас, быларҙы ҡайтармағандар. Тағы бер йыл политшколала уҡыған да 1943 йылда һуғышҡа ингән. Берлинға тиклем барып етеп, инде һуғыш тамамланғас та ҡайтармағандар, Ҡытай яғына, Көнсығыш фронтына ебәрәләр. Шунда йөрөп, яраланып, 1947 йылда ғына ҡайтып төшә ул. Күп һанлы наградалары араһында 2-се дәрәжә Дан ордены ла бар ине.
– Атайым музыкант булды, тинегеҙ...
– Ә, эйе... Атайым үҫкән ғаиләлә Беренсе донъя һуғышынан алып ҡайтылған скрипка һаҡланған булған. Француздарҙы ҡыуып, Германияға барып ингәс, ҡулға төшөрөлгән был хәрби трофей.
Атайҙың атаһы – Шәрифулла ҡартатайым да (ул беҙҙең ауылдан ун биш километр алыҫлыҡта урынлашҡан Ямаш ауылында йәшәй ине) шул скрипкала уйнаған. Мәңгелек түгел бит инде уйын ҡоралы. Эшлектән сыҡҡас, иҫкеһенә оҡшатып, яңыһын үҙе эшләп алған. Ныҡ оҫта булған, күрәһең. Атайым да унан уйнарға өйрәнгән, ләкин ул ысын скрипка һатып алып уйнаны. Моцарт, Вивальди, Паганини кеүек скрипкасылар булған, тип, һөйләй торғайны миңә. Көн дә-көн дә даими шөғөлләнеп, «Буранбай», «Сибай», «Сәлимәкәй» көйҙәрен еренә еткереп уйнарға өйрәнде. Музыка ҡоралында уйнағас, йырлағандыр ҙа инде ул. Кешеләр, әсәйең дә матур йырлай торғайны, тип, иҫләйҙәр. Атайымдың яҡын туғаны Нәфисә апайым да йырға оҫта ине. Ҡунаҡ саҡырыр булһалар, атай скрипкаһын көйләй башлай. Нәфисә апай, бер сәғәт алдан килеп, атай менән репетиция үткәреп алалар. Уның ире Биктимеров Фәйзрахман еҙнәй бейеүсе булды. Үәт, ул бейей торғайны!
– Шулай итеп, скрипка, йыр, бейеү мөхитендә үҫкәнһегеҙ икән...
– Башҡорт халҡы йырлап-бейеп кенә тик йөрөй, тип әйткәндәрен ишеткәнең бармы?
– Эйе, бар шул.
– Башҡа халыҡтар ҙур эштәр ҡыйратҡанда, йәнәһе лә, беҙ йыр-бейеүҙән ары китә алмайбыҙ. Ә ысынында йыр-бейеү бит ул кешенең күңелен сыныҡтыра. Ҡоршау ҡуя. Мәҫәлән, ошо урын һинең тыуған ерең икән, һин –ул ерҙең бер өлөшө. Һин ул ҡоршауҙан сыға алмайһың, сөнки бөтә күҙәнәгең шул тиклем яратып тыңлаған туған моңдар менән һуғарылған. Бейеп-йырлап торған бөтә күҙәнәгең ошо ҡоршау эсенән сыҡһа, ул бәйләнеш юғала. Патриотизмдың башы ана шул халыҡ йырында, халыҡ бейеүендә. Һәм быны кешегә бала саҡтан һеңдерергә кәрәк. Баланың башы әле буш саҡта, сит моңдар килеп тулмаған саҡта һеңдереп өлгөрөргә кәрәк. Үҫмерлек осорона ингәс, ул башҡа моңдар менән дә ҡыҙыҡһына башлай бит инде. Бала саҡта халыҡтың йәшәү рәүешен өйрәтһәң, ул баланың йөрәгендә тороп ҡала. Ул уны аҙаҡ бер нисек тә онота ла алмай, йөрәгенән алып ташлай ҙа алмай.
– Тап шулай. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Буранбай ауылында биш йәштән үк балалар баҡсаһында халыҡ йырҙарын йырларға, ҡурайҙа уйнарға өйрәтәләр. Был ныҡ дөрөҫ сәйәсәт.
– Шуға күрә Буранбай ауылы феноменаль ауылдар рәтендә йөрөй ҙә инде. Күпме талант эйәһе сыҡҡан бер ауылдан!
– Ә беҙҙең балалар нимә тыңлап үҫә? Рус халыҡ әкиәте «Шалҡан», йәки «Маша һәм айыу» («Маша и медведь»)...
Балалар яҙыусылары өсөн офоҡтар шул тиклем киң! Балалар баҡсалары өсөн башҡорт халыҡ әкиәттәренә таянып, балалар аңларлыҡ итеп яраҡлаштырылған сценарийҙар яҙырға, телмәрҙе үҫтереү өсөн бәләкәй генә скетчтар ижад итергә һ.б. мөмкин.
Рәсәйҙә йәшәһәк тә беҙҙең туған телебеҙ башҡорт теле бит. Руссаны улар ҙурайғас барыбер аңлайҙар, тиҙ өйрәнәләр. Ә ҙурайғас, уларға кем әкиәт һөйләп ултыра? Яҙыусылар бигерәк тә кесе йәштәге балалар өсөн күберәк ижад итһендәр ине. Ундай шиғырҙар күп кәрәк.
– Үҙегеҙ балалар өсөн ижад итәһегеҙме?
– Эйе, балалар өсөн дә яҙышам. Яҙғандарымды «Аҡбуҙат» журналына биргәйнем, китапсыҡ итеп баҫтырып сығарҙылар. Шундағы шиғырҙарҙы балалар баҡсаларында уҡып, ятлап йөрөгәндәрен беләм.
– Беренсе тапҡыр ҡасан яҙып алып киттегеҙ?
– Шиғырҙарҙы бәләкәйҙән яратып уҡый инем. Беренсе тапҡыр 5-6-сы кластарҙа яҙып ҡарағанмындыр. Роза Булат ҡыҙы Ильясова тигән йәш кенә, йәш кенә булһа ла, көслө уҡытыусыбыҙ бар ине. Өйгә эш бирҙе. Иртәгә дүрт юллыҡ шиғыр яҙып килегеҙ, тине. Нимә яҙырға икән, тип уйланым да, ҡайтҡас, бүлмәгә инеп яҙа башлағайным, мәктәп тураһында, муйылға барған малайҙар тураһында ике-өс шиғыр килеп сыҡты. Шиғыр, тип уйлайым инде (көлә). Уҡытыусы, класс алдына сығарып, уҡытты. «Бына шиғыр шулай була. Күп итеп яҙ, йәме. Яҙғас, миңә килтерерһең», – тине. Бер дәфтәр тултырып яҙҙым да алып барып биргәйнем, фотомды уртаға ҡуйып тороп, шиғырҙарымды мәктәптең стена гәзитенә урынлаштырҙылар. Эй, кешеләр уҡыйҙар, ҡарайҙар. Миңә ҡыҙыҡ, күңелле. Рәхәт кенә яҙҙым бит инде. Әллә ни көс тә түкмәнем. Бөтә кеше лә шулай яҙа икән, тип уйлайым. Ниңә башҡалар яҙмай икән, тип аптырайым. Шунан беҙҙең кластан Гәүһәр Әлибаева ла (радиола диктор булып эшләне) яҙҙы. Уныҡын да стена гәзитендә сығарҙыҡ. Бер-беребеҙҙән күреп, шулай яҙышып алып киттек. Был шиғырҙар кешегә ҡыҙыҡ икән. Уларҙы уҡыйҙар икән. Яҙыусы эше кәрәкле һөнәр икән, тип үҙемсә һығымта яһаным. Тора-бара яҙғандарымды «Башҡортостан пионеры» гәзитенә, «Пионер» журналына, район гәзитенә ебәрә башланым. Сафуан Әлибаев, Зөһрә Ҡотлогилдина кеүек танылған шағирҙар шиғырҙарымды анализлап, матур итеп кәңәштәрен яҙып ебәрәләр. Шулай итеп, яҙыша башланым. Гәзиткә баҫылғаны тағы ҡыҙығыраҡ бит уның. Көтөп алаһың, ҡыуанаһың! Мәҡәләләр ҙә яҙҙым, йәш хәбәрселәр булдыҡ.
– Шулай еңел генә яҙышып алдығыҙ ҙа киттегеҙме? Республика балалар матбуғатында ебәргән берен баҫып торҙолармы?
– Ҡайҙа ул?! Үҙем дә ныҡышмал булғанмын. Ебәрәм-ебәрәм, бер ҙә баҫмайҙар. Унда яҙышыусылар күп бит инде, хаттар бөтә Башҡортостандан килә. Бер егермеләгән шиғыр ебәргәнмендер. Берәй ҡасан баҫырҙар әле, тим дә, артабан яҙам. Ниһайәт, иғтибар иттеләр! Берәүһен баҫтылар һәм шунан башлап ҡалғандарын да яйлап сығара башланылар.
Бер заман «Башҡортостан пионеры»нда матур һүрәттәргә конкурс иғлан ителде. Мин рәсем эшләргә лә ярата торғайным. Үҙебеҙҙең Кеүәшле йылғаһы тәбиғәтен һүрәткә төшөрҙөм дә артына шиғыр яҙып ебәрҙем. Һүрәтемде баҫманылар, шиғырым сыҡты. «Әһә! – тип уйлаған булам, – һүрәтемә ҡарағанда шиғырым баһалыраҡ икән!»
– Тимәк, һеҙҙе мәктәп йылдарынан уҡ, маҡсатлы рәүештә, яҙыусы булырға әҙерләгәндәр?
– Улай уҡ түгел. Мин бәләкәйҙән тәбиғәтте яраттым. Йәш натуралистар түңәрәгенә йөрөнөм. Уҡытыусыбыҙ Булат Хәләф улы Юнысбаев төрлө эксперименттар үткәрә торғайны. Эй, шулар оҡшай ине миңә. Олимпиадаларҙа ҡатнашам: химия буйынса ла, биология буйынса ла. Районда урындар ҙа алам. Бөтә мәктәп мине шул химия, биология фәндәре буйынса китә икән, тип уйланы. Биология уҡытыусыһы хатта тамсы ла шикләнмәне. Ә минең эстән генә журналист булғы, яҙышҡы килә. Мәскәүҙә рус теленән ниндәйҙер ситтән тороп уҡыу мәктәбе асҡайнылар, уны ҡайҙан тапҡанмындыр, белмәйем. Шунда шөғөлләндем һуңғы кластарҙа. Улар күнегеүҙәр ебәрә, мин эшләйем. Шулай шөғөлләнеү ҡыҙыҡ ине миңә. Рус теленән уҡытыусыларым да көслө булды. Бәхеткә күрә, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында рус һәм башҡорт бүлегенә тура килдем. Саҡ асылған ваҡыты ине ул бүлектең. Райондашым, Иҫке Сибайҙан йәш хәбәрсе Гөлшат Ишбулатова менән бергә уҡырға инеп киттек.
– Төркөмөгөҙҙөң кураторы кем булды?
– Иң беренсе кураторыбыҙ Ким Әхмәтйәнов булды. Шул тиклем яраттыҡ беҙ уны. Ул уҡытҡан әҙәбиәт теорияһы дәресен дә! Уҡытыусы булараҡ ҡына түгел, кеше булараҡ та, шул тиклем һәйбәт ине Ким Әбүзәр улы. Күңеле шундай саф! Беҙҙең төркөмдә бер генә егет, егерме дүрт ҡыҙ булды. Ҡыҙҙар, русса әйткәндә, капризный ғына бит инде. Имтихандар булһа, кураторыбыҙ ҙа бергә инә. Экзаменатор насар билдә ҡуям тиһә, ҡуйҙыртмай, юҡ, уға һәйбәт билдә ҡуйығыҙ, тип, беҙҙе яҡлашып ултыра торғайны. Экзамен бөткәнсе, беҙҙе көтөп, насар билдә алһаҡ, йыуатып, йөрөй торғайны. Атайҙар ҙа улай хәстәрлекле булмайҙыр, ләкин бәхетебеҙ оҙаҡҡа барманы. Бер йыл ғына булды Ким Әбүзәр улы яныбыҙҙа. Икенсе йылдың көҙөндә йәшләй генә китеп тә барҙы. Ныҡ ҡайғырҙыҡ. Шунан куратор булып Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафин килде. Уның эш алымдары бөтөнләй икенсе ине. Һүҙ юҡ, икенсе кураторыбыҙға ла рәхмәтлебеҙ, әммә Ким Әхмәтйәнов киткәс, барыбер үҙебеҙҙе дүрт йыл буйы етем кеүек хис иттек.
– «Шоңҡар» әҙәби берекмәһенә йөрөнөгөҙмө?
– Йөрөнөм. Уны Тимерғәли ағай Килмөхәмәтов етәкләй ине. Вокал ансамбленә лә йөрөнөм. Фәнни конференцияларҙа ҡатнаштым. Ким Әхмәтйәнов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Әхмәт Сөләймәнов, Роберт Байымов кеүек ҙур ғалимдар уҡытты беҙҙе. Һеҙҙән уҡытыусылар түгел, фән кешеләре әҙерләйбеҙ, ти торғайнылар. Шуға ла фәнни өлкәлә беҙ көслө булып сыҡтыҡ. Уҡытыу методикаһы бик аҙ бирелде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, төркөмөбөҙҙәге студенттар араһынан уҡытыусылар күп сыҡты.
– Ә яҙыусылар?
– Биш яҙыусы: мин, Мәүлиҙә Әхмәтйәнова, Лилиә Мирза (Мусина), Рәшиҙә Шәмсетдинова һәм Әнисә Аҫылғужина.
– Беренсе китабығыҙҙы ҡасан сығарҙығыҙ?
– 1984 йылда уҡыуҙы тамамланыҡ, тимәк, 1986 йылда сыҡҡандыр. Университетта уҡығанда уҡ әҙер ине. Бер ҡаты тышлыҡ аҫтында бер нисә шағирҙың китапсығы була торғайны. Икенсе, өсөнсө китабым да шулай «дөйөм ятаҡ» эсендә донъя күрҙе. Хәҙер хыялым: шуларҙы бер урынға йыйып, бер китап итеп нәшер итеү, сөнки ул шиғырҙарҙа шул осорҙоң ҡабатланмаҫ һулышы сағыла.
– Драмаға нисек йүнәлеш тоттоғоҙ?
– Тәүҙә поэмалар яҙа башланым. Шиғырға һыймаған хистәрҙе шунда теҙҙем. Беренсе поэмам «Йондоҙ ҡыҙы» булды. Уның буйынса режиссер Әлмира Ҡыуатова Башакадемтеатрҙа «Йондоҙло күпер» мюзиклын ҡуйҙы.
Пьеса яҙыу уйҙа ла юҡ ине. Наил Ғәйетбаев Мәҙәниәт министрлығында эшләгән саҡта Талҡаҫта драматургтар семинары ойошторолдо. Бик матур башланғыс булды ул. Бер йыл үткәрҙеләр, икенсе йыл үткәрҙеләр. Ҡайҙа, мин дә яҙып ҡарайым әле, тип уйланым. «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләп йөрөгән осор. Наил Ғәйетбаев семинарҙың ойоштороусыһы, райондаш та бит инде. «Мин дә семинарҙа ҡатнашырға теләйем, миңә нимә эшләргә кәрәк?» – тип һораным. «Бер пьеса яҙ ҙа, миңә килтер», – тине. «Нисек пьеса яҙырға?» – тип һораған ти бит бер кеше. «Бер яғына кешеләрен яҙаһың. Икенсе яғына улар нимә әйткәнен яҙаһың», – тигәндәр уға. Шуның шикелле, ултырып яҙҙым да, килтереп бирҙем. Ҡулдан яҙылған егерме битлек «Боҙоҡ телефон» тигән пьеса. Бер-ике аҙнанан килерһең, мин һиңә әйтермен, барырлыҡмы, юҡмы икәнен, тине. Әйтелгән ваҡытҡа барғайным, матур итеп анализ яһаны. «Һиндә талант бар. Семинарҙа мотлаҡ ҡатнаш! – тине. – Унда һине тағы ла нығыраҡ өйрәтерҙәр». Шулай итеп, семинарға эләгеп киттем. Өс тапҡыр ҡатнаштым. Икенсеһендә Салауат Юлаевтың бала сағын һүрәтләгән «Балапан» тигән пьесаны алып барҙым. Уларҙы бит, етмәһә, рус теленә тәржемә итергә кәрәк. Машинкала баҫырға кәрәк. Эше ныҡ мәшәҡәтле генә. «Балапан»ымды тикшергәндә Мәскәүҙән килгән әҙәби тәнҡитселәр: «Нисә пьеса тикшерҙек, бына быныһы һәйбәт», – тигән фекер әйттеләр. Йәнәһе, русса әйткәндә: «Бог в темечко поцеловал!» Ҡайһы бер режиссерҙар пьесаңды ҡуябыҙ, тип тә йөрөнөләр. Ул өлкәндәр өсөн яҙылған пьеса ине. Салауат Юлаевтың бала сағы тураһында булғас, балалар пьесаһына әйләндерергә кәңәш бирҙеләр. Шуға бер унлаған варианты ғына булғандыр ул. Пьеса – ул шундай ҡыҙыҡ әйбер: персонаждың бер-ике һүҙе, һөйләме генә үҙгәрһә лә, бөтә пьеса үҙгәрә лә ҡуя. Шунан инде тулыһынса яңынан яҙырға тура килә. Һөҙөмтәлә, ике вариантта ҡалдырҙым: береһе – балалар өсөн, икенсеһе – өлкәндәр өсөн. Семинарҙа «Балапан» иң һәйбәт драма тип табылды. Уны «Тамаша» журналында ла баҫтылар.
– Сәхнәлә ҡуйылдымы?
– Юҡ, ҡуйылманы. Ҡуйылыр әле. Минең принцип – иң мөһиме, ташҡа баҫылһын. Күп әҫәрҙәр бит, драматургтар үҙҙәре донъянан киткәс, әллә нисә тиҫтә йыл үткәс, сәхнәлә килеп сыға. Уға бик иҫем китмәй.
Миңә драма яҙыу оҡшап китте. Ныҡ концентрацияланған бит инде. Ныҡ ҡыҫылған. Шиғриәт тә шулай. Тик шиғриәттә хистәрҙе генә белгертеп була, ә драмаға кешенең бөтә тормошон һыйҙырып була. «Һәр бер драма – бер китап», тип, юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ысынлап та, шулай. Хатта ике-өс кешенең тормошон тулайым һыйҙырырға була драма әҫәренә. Спектакль бер-ике сәғәт бара икән, ти, шунда геройҙың бар ғүмерен һыйҙырып бөтөргә кәрәк. Һәм унда артыҡ бер нәмә лә булырға тейеш түгел. Артыҡ һүҙ, артыҡ геройҙар һ.б.
– «Марс-500, йәки Марста тормош бармы?» тигән пьесағыҙ нисек яҙылды?
– Уның сюжеты бер биш йыл йөрөнө башымда. Яҙылғанға хәҙер 25 йыл үткәндер. Ә ул саҡта 2000 йылдар, ауылдар бөтөп бара. Кешеләр күсенеп китә башланы. Ҡыҙыҡ, күршелә өс кенә кеше йәшәгән бер ауыл бар. Интернеттан ҡарағайным, шул ауыл картотекала бар. Ә бөткән ауылдар күпме?!
«Марс-500, йәки Марста тормош бармы?» тигән сатирик драма яҙҙым. Радионан һөйләйҙәр: космосҡа осабыҙ, айға осабыҙ, шунсама миллиард аҡса түктек йыһан карабы эшләргә, тип, ә үҙебеҙҙең ерҙә ауылдар юҡҡа сыға. Ошо контраст күҙ уңында тотоп яҙылды.
Етмәһә, бер мәл ғалимдар күпләп сит илгә китә башланы. Йәлләй торғайным шуларҙы. Мәҫәлән, беҙҙәге көслө физик сит ил ғалимына докторлыҡ диссертацияһы яҙа, ә уныһы ята күккә төкөрөп. Был бит мейе хеҙмәтен ҡоллоҡҡа төшөрөү!
Был әҫәрем дә сираттағы конкурста икенсе урын алды. Мине пьеса яҙа аламмы, юҡмы, дөрөҫ яҙаммы, тигән һорауҙар ныҡ борсой ине. «Хәҙер ошоно яҙып, конкурсҡа бирәм дә әгәр ҙә бер ниндәй ҙә урын алмаһа, туҡтайым», – тип тә уйланым, сөнки пьеса яҙыуы ныҡ ҡыйын. Ныҡ ауыр эш! Шуға яҙыусылар ҙа юҡтыр инде. Оҙайлы процесс. Яҙыуы тиҙ ул, туплауы оҙаҡ. «Хәҙер туҡтайым. Етте!», – тип уйланым. Икенсе урын алғас, яҙа беләм икән, тип, тағы ла дәртләнеп киттем. Бәлки, урын да алмаған булыр инем. Конкурстың ябыҡ булыуы ҙур роль уйнаны.
– Ни өсөн?
– Унда псевдонимды ғына ҡуяһың, кем яҙғаны күренмәй. Мәҫәлән, «Балапан»ды яҙғас, бөтәһен дә саҡырҙылар ҙа урындарҙы иғлан итәләр. Эргәмдә Ҡурсаҡ театрының режиссеры ултыра. «Эй, белге килә авторҙарҙың кемдәр икәнен», – ти. Жюри ағзаһы булған икән, тимәк, хатта жюри ағзалары ла белмәгән. Беренсе урынды Сафуан Әлибаевҡа бирҙеләр. «Икенсе урында: «Балапан» пьесаһы!» – тиҙәр бит инде. Урынымдан ҡалҡына башлағайным, янымдағылар: «Торма, ҡайҙа киттең? Бүләкләү тантанаһы барғанда, кеше албырғатып, йөрөп ятма», – тип, итәктән тарталар. Аҙаҡ: «Бәй, һинеке булдымы ни ул?» – тип, бот сабып аптыранылар.
– Тағы бер пьесағыҙҙың тарихы ҡыҙыҡһындыра ине. «Аҡ елән»де күҙ уңында тотам.
– Бик оҙаҡ уйланып йөрөгәндән һуң яҙҙым мин был пьесаны. Беләһеңме, мин бейей белмәйем. Кәүҙәм бейеүгә килешле түгел. Ғүмер буйы бейеүселәргә һоҡландым. «Еҙ үксә»не бейей башлаһалар, ауыҙымды асып, бейеү эсенә инеп китерҙәй булып, ҡарап ултырам. Бәләкәй саҡтан балет ҡараным. Элек, иҫләйһең микән, ҡаралы-аҡлы телевизор була торғайны. Башҡа тапшырыу эшләргә кеше булманымы икән, гел балет күрһәтә торғайнылар. Телевизорға яҡын ғына килеп ултырам да иҫем китеп балет ҡарайым. Өйҙә уны берәү ҙә ҡарамай, барыһы ла сығып китеп бөтә. Майя Плисецкаяларҙың бейегәндәре, Мәхмүт Эсамбаевтарҙың... Шуларҙы ниңә әле лә күрһәтмәйҙәр икән? Мин әле лә ҡарар инем. Көн һайын ҡарар инем. Уларҙың бит һәр күҙәнәге бейей! Шул бейеүгә булған мөхәббәт Рудольф Нуриев ижады менән ҡыҙыҡһыныуға юл асты. Ҡайҙа ниндәй китап, ниндәй мәғлүмәт күрәм, барыһын да йыйҙым. Ҡыҙыҡһыныуымды белеп, бүләк итеүселәр ҙә булды. Француз теленән күп кенә мәғлүмәтте тәржемә итеп бирҙеләр. Китап магазинына инһәм, кеҫәлә бер мең аҡса ятырға тейеш. Шул аҡсаға бөткәнсе китап алмайынса, сығып китмәйем. Фатирым китап менән шып тулған. Шулай итеп, йыйнаған мәғлүмәттәрем менән таныша торғас, драма тыуҙы. Күпме иҫтәлектәрен уҡыным, Өфөлә йәшәгән осоро бер ерҙә лә етерлек кимәлдә яҡтыртылмаған. Һуңынан аңланым, хәтирәләрендә ул осорҙо яҙһа, кешеләр тураһында ла яҙырға кәрәк бит, шуға ла ул бик һаҡ эш иткән. Илдән ситкә киткәндәр менән бәйләнештә булған өсөн проблемалар килеп тыумаһын, тип ҡалғандарҙы ҡайғыртҡан. Был һүҙҙәрҙе ул пьесамда ла әйтә.
Әҫәрҙә үҫмер Рудольф Нуриевтың 8-10-сы кластарҙа уҡыған сағы һәм Ленинградҡа китергә йөрөгән ваҡыты сағылдырыла. Атаһы һуғыш ветераны бит инде. Политрук. Төп герой үҙе Францияла, Өфөлә барған хәл-ваҡиғалар иҫтәлектәр формаһында яҡтыртыла.
– Ә ни өсөн «Аҡ елән»?
– Ике исемдә йөрөй ул. Тәүге исеме «Аҡ елән» булды. Сергей Ефимовтың Итерактив театраль китапханаһы бар. Шулар үткәргән конкурсҡа ебәрҙем дә, китапхана фондына индерҙеләр. Пьеса яҙһаң, киң ҡулланыш тапһын өсөн, шунда индереп барырға кәрәк икән. «Аҡ елән» төрөк теленә тәржемә ителде. Бер төрөк режиссеры бәйләнешкә сыҡты. Улар ярата бит Нуриевты. Беҙҙә генә һанға һуҡмайҙар. Уларға аҡ еләндең нимә икәнен аңлатып маташҡансы, «Йәшел утрау» исеме менән бирергә булдыҡ. Рудольф Нуриев Төркиәнән бер утрау һатып алған булған бит.
Бына беҙҙә нимә тип кенә һөйләмәйҙәр: «Ул киткән. Илен һатҡан, һ.б. ». Ә ысынында ул Өфөнән үҙе менән бер аҡ елән алып китә. Мин уның хатта фотоһын да күрҙем. Ул һәр саҡ сәхнә йондоҙоноң гримеркаһында элеүле тора торған булған. Минең геройым уны һәр бер гастроленә үҙе менән бергә алып йөрөй. Бер тапҡыр гастролгә барғанында аҡ еләнен таба алмай. Драмалағы ваҡиғалар шунан башланып китә...
– Табыламы?
– Эйе, аҙағында таба. Махсус рәүештә шулай яҙҙым, драма артистары улар балет артистары түгел бит инде. Сәхнәлә гел генә аяҡ ослап бейеп йөрөй алмай. Шуға бер ниндәй ҙә бейеү күрһәтелмәй. Балет артисы ла бит тәү сиратта кеше. Һөйләшеп ултырырға, ризыҡланырға, үҙ эштәре менән мәшғүл булырға мөмкин.
– Күләмле сәсмә әҫәрҙәр яҙып ҡарағанығыҙ юҡмы?
– Юҡ. Был юҫыҡта минең етешһеҙлегем шунан ғибәрәт: оҙон әйберҙәрҙе уҡый алмайым. Романдарҙы ныҡ ҡыйын миңә уҡыуы, сөнки тиҙерәк уҡып бөткө килә. Башын уҡыйым, уртаһын уҡыйым да аҙағын уҡыйым. Тулыһынса уҡый алмайым. Повестарҙы, хикәйәләрҙе уҡый алам, ләкин романға хәлем етмәй. Шуға миңә ҡыҫҡа кәрәк.
– Тәржемә эше нимәһе менән йәлеп итте?
– Ете ятып бер төшөмә инмәгән өлкә. Бер заман «Тамаша» журналында эшләп ултырам. Яҙыусылар союзынан Фәрзәнә апай Ғөбәйҙуллина шылтырата: «Төркиәгә шағирҙарҙы саҡыралар. Төрөк телен өйрәнергә. ТӨРКСОЙ ойоштора. Бараһыңмы?» – ти.
– Юҡ, унда нишләп барайым мин? Төрөк теленең бер хәрефен дә белмәйем. Бармайым. Ауыҙҙы асһаҡ, үпкәбеҙ күренә, тигәндәй, саҡ йөрөйөм. Ҡайҙан аҡса табайым? Загран паспорт та, бер нәмә лә юҡ. Ана, башҡалар, йәштәр йөрөһөн, – тинем. Үҙемсә өлкәнмен тип уйлайым инде.
Уҡыу башланыуға бер аҙна тирәһе ҡалғас, Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы тағы шылтырата: «Ебәрерлек башҡа берәү ҙә юҡ. Ҡайһы йәш балалы, ҡайһы эштән китә алмай. Һин бараһың! Унда бит һәйбәт репутациялы кеше кәрәк, һин бит башҡорт халҡы исеменән бараһың!»
Аптыраным. Уйлана төштөм. Утыҙ мең тирәһе һум аҡса кәрәк булып сыҡты. Ҡайттым да Наилға әйттем. Ҡәйнәм менән ҡайным иҫән ине әле, уларҙан кәңәш һораныҡ. Йыйған аҡсалары булған икән. Утыҙ биш мең бирҙеләр. Эй, ҡыуанып киттем. Ярар, аҡса табылды, ти. Сит илгә сыға торған паспорт юҡ бит әле. Министрлыҡ аша уныһын да ике көн эсендә эшләп бирҙеләр. Билеттар ҙа алынды. «Мин бит төрөксә бер ауыҙ һүҙ ҙә белмәйем», – тим. «Унда гел шундай кешеләр бара», – тип өҙмәй ҙә ҡуймай Фәрзәнә апай. Шулай итеп, юлға сығырға булып киттем. Ике айға! Эштән дә һорап китергә кәрәк булды. «Без содержания», тип ғариза яҙҙым.
Барып еткәс, ҡараһам, Ҡырғыҙстандан бер шағир килгән, Ҡаҙағстандан – икәү, Афғанстандан – берәү. Алты-ете кеше йыйылғанбыҙ инде йәмғеһе. Иң тәүҙә алдыбыҙға ҙур бер тест килтереп һалдылар. «Беҙ бит бер нәмә лә белмәйбеҙ», – тип ҡарайбыҙ. «Юҡ, ошоно тултырығыҙ», – ти ҙә ҡуялар. Аптырағас, нимә етте шуны яҙҙыҡ та бирҙек. Былар аңлағандарҙыр инде ни тикле телде белмәгәнде. Анкараның Төмәр университетында уҡый башланыҡ. Төрөк телен өйрәтер өсөн дүрт уҡытыусы беркеттеләр беҙгә. Дәрестәр 9.00 башлана. Беҙ сәғәт биштә йә алтыла торабыҙ, барып еткәнсе бер сәғәт ваҡыт үтә транспорт менән. Тағы бер сәғәт йәйәү атларға кәрәк. Юлға ике сәғәт китә. Уҡыған еребеҙ ныҡ алыҫ булды. Ҙур икән дә ул Анкара.
Ҡунаҡханаға урынлаштырҙылар. Кискеһен һәйбәт итеп ашаталар. Татарстандан Рифат Сәлихов менән генә һөйләшеп алабыҙ. Башҡалар бит телде аңламай. Мәржән исемле ҡаҙаҡ ҡатыны менән йәшәнем. Ул русса һөйләшә белмәй, ә мин – ҡаҙаҡса. Ым менән генә аралашабыҙ. Ҡайһы һүҙҙәр оҡшаш инде былай.
– Төрөк телен тиҙ өйрәндегеҙме?
– Бер айҙан ҡәҙимге һупалай башланыҡ. Яҙырға ла өйрәндек. Ике ай тулыуға белем алыуыбыҙ тураһында документ бирҙеләр. Уҡытыусыларыбыҙ үҙҙәре аптыраны, ул нисек, ике ай эсендә бөтөнләй белмәгән сит телде өйрәнергә мөмкин, тип. Һеҙ инде яҙа ла беләһегеҙ, уҡый ҙа беләһегеҙ, тип, иҫтәре китте. Башҡа уҡытыусыларға ла ҡыҙыҡ. Аудиторияға йүгереп килеп инәләр ҙә берәй һүҙҙе таҡтаға яҙып ҡуялар. Мәҫәлән: «күҙ» икән ти. «Башҡортса нисек була? Ҡаҙаҡса? Ҡырғыҙса?» – тип, һәр беребеҙҙән һорашып сығалар. Беҙ ҙә улар өсөн белемдәрен камиллаштырыу майҙансығы булдыҡ.
– Нисек уйлайһығыҙ, Төркиәләге курс үҙен аҡланымы?
– ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дусен Касеинов, беҙҙе сәләмләп, былай тип әйткәйне: «Беҙ махсус курс эшләнек. Тик шағирҙарҙы йыйҙыҡ. Төрки телендә ижад ителгән аҫыл шиғриәт өлгөләрен бер-берегеҙгә тәржемә итегеҙ. Төрөк телендәген дә, башҡа төрки телдәрҙәгеһен дә». Тәржемәселәр әҙерләгән был махсус курсты мин ныҡ һәйбәт практика тип һанайым. Кем шулай ойоштора әле?!
Башҡортостанға ҡайтҡас, бәйләнешкә сығып, һабаҡташтарымдан һорайым, һеҙ тәржемә итәһегеҙме, тим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, береһенән дә тәржемә менән шөғөлләнәбеҙ, тигәнде ишетмәнем. «Ә мин тәржемә итермен, ахыры, миңә был шөғөл оҡшай», – тинем. Көнсығыш шиғриәте, ундағы фекер ағышы, ысынлап та, оҡшай миңә.
– Беҙҙең «Ватандаш» журналында ла (2023, №7) һеҙҙең тәржемәлә шәреҡ донъяһында киң билдәле шағирҙар Низами Гәнжәүи, Бәхтиәр Ваһапзада, Унал Кар, суфый шағир Йонос Әмренең шиғырҙарын баҫҡайныҡ. Бик матур тәржемәләр! Низами Гәнжәүинең «Ләйлә һәм Мәжнүн» поэмаһының эстәлеген һөйләп ултырған Кәбир олатайығыҙ, үҙенең ейәнсәренең киләсәктә Гәнжәүиҙең башҡа әҫәрҙәрен дә башҡорт теленә тәржемә итерлек ҡәләм оҫтаһы булырын белһә, ҡайһылай ҡыуаныр ине!
– Ҡыуаныр ине шул! Төркиәлә беҙҙе күп фестивалдәргә, симпозиумдарға алып барҙылар. Урындағы шағирҙар менән дә аралаштыҡ. Улар беҙгә китаптарын бүләк иттеләр. Нигар Ҡалҡан менән таныштым. Тәржемәсе, башҡорт телен белә. Динис Бүләковтың «Ғүмер бер генә» әҫәрен төрөк теленә тәржемә итеп, китап сығарҙы.
– Әйткәндәй, Анкара ҡалаһының Ғази университетында уҡытҡан Нигар Ҡалҡан беҙҙең баҫма менән дә хеҙмәттәшлек итә. «Ватандаш» журналының 2024 йылғы бишенсе һанында ул Динис Бүләков әҫәрҙәрен тел белгесе булараҡ анализлағайны.
– Ул үҙе мине эҙләп тапты. Шунан Динис Бүләковтың китабындағы үҙенә аңлашылмаған ерҙәрен һорашып алды. Шулай итеп, аҙ ғына булһа ла был тәржемәгә минең дә ҡыҫылышым булды. Мин Нигарға ярҙам иттем, ул минең шиғырҙарымды тәржемә итеп, «Ҡәрҙәш ҡәләмдәр»ҙә баҫтырҙы. Әле лә бәйләнештәбеҙ. Яңыраҡ Ҡобра Ғәнеш исемле тәржемәсе менән аралашып алып киттек. Ул ир кеше. Нигарҙан йәшерәк. Прозаны тәржемә итә. Күптән түгел уның тәржемәһендә башҡорт яҙыусыларының хикәйәләр йыйынтығын сығарҙылар. Минең «Хөкүмәт ағай» тигән хикәйәм дә инеп китте.
– Үҙегеҙҙе күберәк кем тип таныйһығыҙ: шағирәме, драматургмы, прозаикмы, тәржемәсеме?
– Бына, башҡа фекер килә бит инде. Ул үҙе һайлай, ниндәй жанрҙа донъя күререн. Әгәр ҙә ул шиғырға һыймаҫлыҡ булһа, мин хикәйә яҙам. Әгәр хикәйәгә һыймаһа, драма ижад итәм. Ләкин повесть, романдар яҙғаным юҡ. Үрҙә әйткәнемсә, уҡырға ла түҙемлегең етмәгәс, нисек яҙаһың? Миңә ҡыҫҡа жанрҙар кәрәк. Йәки хистәр ныҡ күп булып йыйылып китһә, поэма ижад итәм. Әле бына һуңғы поэмам бер йыл элек яҙылды. «Миҙән» тип атала. «Золотая середина» тип руссаға тәржемә ителде. Конкурстарға ебәрҙем. Һөҙөмтәләрен көтәм.
Минең миссия ана шул төрөк телендә һәм башҡа төрки телдәрҙә яҙылған шиғырҙарҙы тәржемә итеүҙер. Шиғри тексты, минеңсә, бары тик шағир ғына теүәл итеп тәржемә итә ала. Прозаик уны еренә еткереп эшләй алмайҙыр, тип уйлайым. Сөнки унда рифманы ла, ритмды ла тоторға кәрәк. Хәҙер минең хыял: классиктарҙы тәржемә итеү. Был юҫыҡта тәүҙә Нигар Ҡалҡан менән кәңәшләшеп алдым. Ул Өфөгә килгәнендә Орхан Вәли тигән ныҡ көслө төрөк классигының китабын бирҙе миңә. Тәржемә иттем дә инде. Һәйбәт килеп сыҡты, тинеләр. Төркиәлә Башҡортостан тураһында ҙур китап сығарҙылар, шуны башҡортсаға тәржемә итештем. Ике йылға һуҙылды был хеҙмәт.
– Үҙең өсөн дә оҫталыҡ мәктәбе бит инде ул тәржемә эше.
– Әлбиттә! Мин Низаминың шиғырҙарын башҡортсаға тәржемә иткәндән һуң интернетты асып ҡараным, русса тәржемәләре бармы икән, тип. Бар булып сыҡты, әммә улар шул тиклем ҡытыршы, мәғәнәһе лә шаҡтай боҙолған. Бәй, былар бит Низами шиғыры түгел. Үҙем руссаға әйләндереп ҡарайым әле, тинем. Руссаға тәржемә итеү ҙә минең өсөн бик ҡыйын булмай сыҡты. Һөҙөмтәлә, «Словесность» тигән журналда баҫылды тәржемәләрем.
Тәржемә эше ваҡытты күп ала, әммә күҙгә күренеп бармай. Килемле лә түгел. Тере кешене тәржемә итһәң, күпмелер матди табыш килеүе мөмкин, ә классик бит һинең хеҙмәтең өсөн түләй алмай. Нәшер ителгән журналдарҙа ла гонорар түләнмәй. Мин хеҙмәтем юғалмаһын, башҡаларға ла күренһен, файҙаһы тейһен тигән маҡсат менән баҫтырам уларҙы.
Кешеләр фитнес залдарға йөрөй бит, ғүмеренең ниндәйҙер өлөшөн шунда үткәрә. Шуның кеүек минең фитнес залым – тәржемә. Башты эшләтеп ебәреү, хәтерҙе һаҡлау, үҙеңдең ижадыңды башҡалар менән сағыштырып, ниндәйҙер балансҡа килтереү өсөн дә кәрәк ул миңә. Мейенең күнекмәһе кеүек инде.
Ике йыл элек Интернациональ Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителгәйнем. Унда рус әҙәбиәтенә күберәк иғтибар бүленгәс, Азия халыҡтарына ҡағылышлы ойошма юҡмы икән, тип эҙләй башланым. Һәм таптым бит! Евразия ижад гильдияһына индем.
– Әүҙем һәм алдынғы ҡарашлы ханым һеҙ!
– Интернетта гильдияның сайтын энәһенән ебенә тиклем ҡарап сыҡтым башҡорттар күренмәйме икән тип. Күҙ алдыңа килтерәһеңме, Марсель Сәлимов инде 10 йыл уның ағзаһы булып сыҡты. Шым ғына! (көлә) Берәү ҙә белмәй бит әй! Бүтән бер башҡорт та юҡ. Булғас, булғас, башҡорттар күберәк булһын әле, тип мин дә инеп алдым. Рус телендә шиғырҙар ебәрәм. Сайттарында баҫалар.
Бер ҡараһам, конкурс иғлан иткәндәр. «Работы можно отправлять на русском, якутском, чувашском...» – тип, әллә күпме телдәрҙе һанап сыҡҡандар. Башҡорт теле юҡ! Эй, эҙләйем, эй, эҙләйем. Аҙағына тиклем ҡарап сыҡтым. Унда инглиз теле лә бар, иврит та бар. Татар теле лә бар! Нишләп башҡорт теле булмаҫҡа тейеш әле ул, тинем дә, хат яҙып ебәрҙем: «Ниңә исемлектә башҡорт теле юҡ? Мин башҡортса яҙып ебәрәйем тигәйнем». Яуап булманы. «Әһә, шулаймы әле һеҙ!» – тинем дә, Ҡаҙағстанда үткәрелгән «Бурабай» тигән фестивалдәренә киттем. Етәкселәрен күрәйем әле! Нимә тип әйтерҙәр икән? Программала Башҡортостандың халыҡ шағиры Марсель Сәлим менән осрашыу була тип яҙғандар. Марсель ағай беҙҙе күргәс (Сәрүәр Сурина менән барғайныҡ), аптырап китте.
Евразия ижад гильдияһының етәксеһе Марат Ахметжановты эҙләп таптыҡ, һәйбәт кенә кеше икән. Сара барышында сығыш яһағанда: «Быйылғы конкурсҡа ни эшләп башҡорт телен индермәнегеҙ? Ул бит, һөйләшеүселәр һаны буйынса Рәсәйҙә дүртенсе урында тора!» – тинем. Рәхмәт яуғыры, һүҙҙәремә ҡолаҡ һалдылар. Ваҡ-төйәк техник мәсьәләләр хәл ителгәс, ниһайәт, сайтҡа башҡорт телендә шиғыр урынлаштырыу мөмкинлеге тыуҙы. Ныҡ ҡыуандым! «Башҡорт йыры – тере шишмә» тигән ҙур эпик шиғырым бар минең, ярым поэма тиһәң дә була, тиҙ генә шуны ҡуя һалдым.
– Көслө әйбер ул:
«Йырҙар йәшәткән халҡымды
Тере шишмәләр булып...»
– Уҡыныңмы ни?
– Уҡыным шул! Был шиғыр таныш миңә. «Йөрәк һүҙе» проектында ҡатнашыусыларҙың репертуарын да биҙәгәне булды уның.
Һеҙҙең менән аралашыу шул тиклем ҡыҙыҡ булды, Лилиә апай. Ныҡышмал, маҡсатлы, ҡыйыу, рухлы булыуығыҙ һоҡландыра. Артабан да ижади уңыштар, һеҙгә!
– Рәхмәт! Һәр икебеҙгә!