– Зөһрә Нариман ҡыҙы, һеҙҙең Мәсетле районында тыуып-үҫкәнегеҙҙе белгәнгә күрә, бай тарихлы ҡошсо ырыуы ҡыҙылыр, тип уйларға баҙнат итәм.
– Эйе, мин йәмле Әй йылғаһының бейек яр башында урынлашҡан Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуып үҫтем. Баҡса артында ғына бала саҡта бик бейек булып күренгән Сусаҡтау үҙенә әйҙәп тора ине. Урман, яландар емеш-еләккә бай. Иҫ киткес, ғүмер буйы онотолмаҫ тәбиғәт ҡосағында үҫтек беҙ. Талғын ғына, бормалы юлдар һалып аҡҡан Әй һыуын эсә инек. Сөнки ул саф, тәмле һыулы ине. Яры беҙҙең урам тирәһендә бик текә булғанға яҙын-көҙөн, аяҡ аҫты тайғаҡ булғанда, итек йә быйма өҫтөнән Хәжип бабай үреп биргән сабатаны кейеп йылға буйына төшәбеҙ. Ярҙан күтәрелгәс, сабатаны сисеп, ҡойма башына элеп китәһең. Уны башҡалар ҙа кейә ине. Дежур сабата булды. Быны ҡыҙыҡ өсөн иҫкә төшөрҙөм.
Ауылыбыҙ, ысынлап та ҡошсо ырыуына ҡарай. Улай ғына ла түгел, тыуған ерҙәрем ҡошсо башҡорттары өсөн бик тарихи урын, сөнки бында Ләмәҙ йылғаһының Әйгә ҡойған урынында (ауылыбыҙҙың исеме лә шуға Ләмәҙтамаҡ) ҡошсо ырыуы башҡорттары йыйын йыя, һабантуйҙар үткәрә торған булған. Ҡунаҡ булып башҡа ырыу вәкилдәре лә килгән. Шундай йыйындарҙың береһендә Шайтан-Көҙөй ырыуы егете Юлай Аҙналин буласаҡ кәләше – оҙон ҡара толомло, матур йөҙлө, уҡымышлы Аҙнабикәне күреп ҡалған да инде. Быны тарихи фараз тип тә ҡабул итергә мөмкиндер. Әммә бәләкәй саҡта был хаҡта Сәйет һәм Мәғәфүр бабайҙарҙың һөйләгәне бик асыҡ иҫтә ҡалған. Йор һүҙле Мәғәфүр ағай: «Аҙнабикәнең атаһы ауылдың старостаһы булған. Уларҙың өйҙәре бына ошонда ултырған», – тип, үҙе йәшәгән өйҙән алыҫ булмаған йорт урынын күрһәтер ине. «Беҙҙең ауыл алай-былай ғына ауыл түгел, унда милли батырыбыҙ Салауат Юлавтың әсәһе тыуған», – тип ғорурланып һөйләр ине ул.
Ауылдаштарым бик һәләтле, йыр-моңға маһир кешеләр. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған бейеүсе Радмир Бәҙретдиновты барыһы ла иҫләйҙер. Ул да Ләмәҙтамаҡта тыуып үҫкән. Уның бер туған ҡустыһы Вил Бәҙретдинов мәктәптә уҡығанда беҙҙе бейергә өйрәтте. Көндөҙ колхоз эшендә булды, кискеһен бейеү түңәрәген алып барҙы. Ағаһынан да оҫтараҡ бейей кеүек тойола ине ул беҙгә.
– Һигеҙенсе класты тамамлағас, Һеҙ Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға ингәнһегеҙ, бала саҡта уҡытыусы булырға хыялланған инегеҙме?
– Әлбиттә! Беҙ бит уҡытыусыларға ҙур һөнәр эйәләре итеп ҡарай торғайныҡ. Беҙҙең Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе Ҡотош һәм Ләмәҙ ауылдары араһында урынлашҡан. Шулай мәктәпкә барып еткәнсе – саҡырым ярым, ҡайтҡанда тағы шул тиклем ара үтелә ине. Әммә беҙ мәктәпкә теләп, ҡыуанып йөрөнөк. Мин тарих, башҡорт һәм рус телдәре дәресен айырыуса үҙ итә инем. Башҡорт теленән Сания апай Ҡылысбаева уҡытты. Өйҙә инша яҙырға ҡушылһа, күп итеп яҙып алып киләм. Сания апа: «Ниңә генә шул тиклем оҙон итеп яҙаһыңдыр инде. Уҡып ултырыу, тикшереү күпме ваҡытты ала. Ауыл ерендә эш былай ҙа күп», – тип көйәләнә торғайны.
Бала сағымдың баҙыҡ бер иҫтәлеге атайымдың эшенә бәйле. Ул электрик ине. Таңғы алтыла ауылға ут бирелә, төнгө ун икелә һүндерелә. Ауылдың үҙ радиоһы бар ине. Ул почта бинаһында урынлашҡайны. Уны ла атайым ҡабыҙа. Ул өйҙә булмаһа – мәктәп директоры. Мәктәп директоры ла бушамаһа, был эш миңә йөкмәтелә. Алда әйткәнемсә, таңғы етелә ут бирелә һәм радио тоҡандырыла. Сәғәт алтыла тороп, өләсәйем оҙатыуында «эшкә» барам. Өләсәйем таяғына сүбәк урап ала. Уны тоҡандырып, моторҙы аҫтан ҡыҙҙырып йылыта, ә мин бар көсөмә уны әйләндереп, эшләтеп ебәрәм. Кәрәк икән, ауылдаштарға иғландар ҙа уҡыйым. Мәҫәлән: «Бөгөн Ләмәҙтамаҡ ауылында һауа торошо – 25 градустан түбәнерәк. 5-6-сы класс уҡыусыларына мәктәпкә барыу кәрәкмәй».
– Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда беҙҙең арала педучилище тамамлап килгән студенттар ҙа бар ине. Уларға юғары уҡыу йортонда белем алыу күпкә еңелерәк бирелгәндәй тойола ине беҙгә. БДУ-ла уҡыған йылдарығыҙ ниндәй ваҡиғалар менән иҫегеҙҙә ҡалды?
– Педучилищены «ҡыҙыл» дипломға тамамлағас, мине, 120 кеше араһынан бер үҙемде, «мотлаҡ» өс йыл эшләтмәйсә, тура юғары уҡыу йортона юллама бирҙеләр. Әйткәндәй, өс вузға барырға була ине: Башҡорт дәүләт университеты, Н.Крупская исемендәге Мәскәү педагогия институты һәм Ҡазан дәүләт университетына. Ул саҡта ауыл йәштәре күпләп Өфөлә уҡығанға мин БДУ-ны һайланым. Теләгем тарих факультетына инеү ине. Әммә мәктәптә лә, педучилищела ла сит телдәр өйрәнелмәгәс, тарих факультетына документтарҙы ҡабул итмәнеләр. Шуға филология факультетына тапшырырға тура килде. Әммә быға һис тә үкенмәйем.
Педагогия училищеһынан һуң, ысынлап та, унда уҡыуы еңел булды. Педучилищела өйрәнмәгән фәндәрҙе генә ҡыуанып уҡыным. Уның ҡарауы төрлө түңәрәктәргә, ҡыҙыҡлы сараларға йөрөргә форсат артты.
– Уҡытыусы булырға йыйынған ерҙән нисек журналист булып киттегеҙ?
– Алда әйткәнемсә, шул түңәрәктәргә йөрөүемдең йоғонтоһо инде. Беҙ уҡыған йылдарҙа «Шоңҡар» әҙәби түңәрәге әүҙем эшләне. Уны йәш, дәртле уҡытыусы Әхмәт Сөләймәнов етәкләне. Танылған шағирҙар, яҙыусылар менән осрашыуҙар бик күңелле үтә ине.
Студенттар, үҙебеҙ ҙә: Мирас Иҙелбаев, Гөлфиә Юнысова, Рәмил Йәнбәк, Миңлегөл Хисамова, Зөһрә Ҡотлогилдиналар шул кисәләрҙә ҡатнашабыҙ, геү килеп «Шоңҡар» тип исемләнгән стена гәзите сығарабыҙ. Гәзит-журналдарға яҙышабыҙ. Минең дә әҙәбиәт түңәрәгенең эше, студенттар тормошо тураһындағы бер нисә мәҡәләм «Ленинсы» гәзитендә баҫылып сыҡты.
Ә уның редакторы Вәзир Хашим улы Мостафин булып сыҡты. Ул педучилищела беҙҙе уҡытҡайны. Мине танып тора. Эшкә саҡырҙы. Ризалаштым.
– Һеҙҙе очерктар оҫтаһы булараҡ та беләбеҙ. Фәриҙә Ҡудашева, Хәмит Яруллин, Роза Аҡкучукова, Риф Ғәбитов кеүек сәхнә йондоҙҙары тураһындағы очерктарығыҙҙы бер тынала уҡығаным хәтерҙә. Һәр шәхестең күңеленә асҡыс табып, уҡымлы материал яҙыр өсөн журналист ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
– Журналист иң элек үҙ геройын яратырға, ихтирам итергә тейеш. Тап шул саҡта ғына уның күңеленә асҡыс табырға, һоҡланғыс сифаттарын асырға мөмкин. Беҙҙең халыҡ үҙенең уңыштарын, табыштарын күрһәтеп барырға ашыҡмай. Ул быны маҡтаныу тип ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта һинең геройыңдың теге йәки был сифаты башҡалар өсөн этәргес көс булыуы ла мөмкин бит. Ғөмүмән, тормошта матурлыҡты, яҡшылыҡты, изгелекте күрә белеү, уларҙы башҡалар күңеленә еткереү бик тә кәрәкле сифат ул. Юҡҡа ғына йылы һүҙ – йән аҙығы, тимәйҙәр бит.
– Һеҙ егерме йылға яҡын «Ватандаш» журналында эшләгәнһегеҙ, редакциябыҙға бәйле әллә күпме хәтирә һаҡланалыр инде күңелегеҙҙә.
– Үҙемдең «Ватандаш» журналында оҙаҡ йылдар эшләүем менән ихлас ғорурланам. Башҡорт дәүләт университетында биш йыл бергә уҡыған төркөмдәшем Рәмил Йәнбәк менән бергә башланыҡ беҙ. Журналыбыҙҙың баш мөхәррире Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов тәүҙә ярты ставкала эшләне. Шуға ул Рәмил менән миңә теге йәки был юридик, административ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе бурыс итеп ҡуйҙы. Рәмил Әхмәт улы үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы уңышлы атҡарҙы, барса башҡорт халҡының өмөт-хыялдарын сағылдырған абруйлы баҫма донъя күрҙе. Тәжрибәле мөхәррирҙәр, талантлы редколлегия ағзалары тупланды. Шуға күрә беҙгә, бүлек мөхәррирҙәренә, ихлас ҡыуанып, йүгереп йөрөп эшләү, ижад итеү бәхете тейҙе. Журналист булараҡ та, шиғриәттә лә тап ошо баҫмала уңышҡа ирештем. Журналдың тиражын арттырыу, реклама материалдарын йәлеп итеү бурысын да уңышлы атҡара алдыҡ.
Ғөмүмән, «Ватандаш» минең тормошомда, ижадымда иҫ киткес терәк булған, асыш, уңыштар менән алға әйҙәгән юғары интеллектуаль баҫма ул. Уның әле лә шулай абруйлы булып ҡалыуына ысын күңелдән ҡыуанам, әлеге коллективҡа уңыштар, табыштар, түҙемлек теләйем.
– «Аҡ ҡауырһын» исемле тәүге китабығыҙ 1996 йылда донъя күргән. Шиғриәткә шулай һуңыраҡ килдегеҙме, әллә яҙғандарығыҙҙы китап итеп баҫтырырға йөрьәт итмәнегеҙме?
– Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға ингәс, башҡорт теле уҡытыусыһы Сафура Шәмсетдин ҡыҙы Миһранова мине тарих, тел, әҙәбиәт мәсьәләләренә айырыуса яҡынайтты. Ул әле яңы ғына танылыу яулай башлаған Рәми ағай Ғарипов, Тимер ағай Йосоповтар менән таныш һәм уларҙы педучилищеға йыш саҡыра торғайны. Мин тап ошо осорҙа шиғриәт менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым да инде. Әммә шиғырҙарымды күрһәтергә ояла инем. Тәүге шиғырҙарым үҙем эшкә төшкән «Ленинсы» гәзитендә баҫыла башланы. Тап ошо ваҡытта «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләгән Рәми ағай Ғарипов бер шәлкем шиғырҙарымды һорап алды һәм журналда баҫтырҙы. Артабан «Ағиҙел» журналында Абдулхаҡ ағай Игебаев тәҡдиме менән яңы шиғырҙар донъя күрҙе. Тап ошо хөрмәтле ағайҙар, шиғырҙарымды туплап, Яҙыусылар союзына тәҡдим итте. Ҡулъяҙмам Муса Ғәлигә тап килде. Ул шиғырҙарҙы ентекләп ҡарап сыҡҡас, партия, комсомол, Рәсәй тураһында шиғырҙар өҫтәргә ҡушты. Ә мин ул заманда партия тураһында шиғыр яҙа алманым. Шуға ҡулъяҙмам байтаҡ йылдар «бикле» ятты.
– Ҡыуанысҡа күрә, бөгөн һеҙ тиҫтәгә яҡын китап авторы. Шиғырҙарығыҙға күп кенә йырҙар ҙа ижад ителгән. Көй яҙыусылар лирик шағирәне үҙҙәре эҙләп табамы?
– Мин шиғырҙы күңелемдә яҙам. Ул тулыһынса «тыуа», күп ваҡыт мин уның хәрефен дә төҙәтмәй инем. Хатта күңел түрендә үҙемсә көйө лә табыла. Шиғырҙарыма көй яҙған композиторҙар ҙа шулай тип күңелде күтәрәләр. Әммә үҙем бер ҡасан да композиторҙарҙы эҙләп йөрөмәнем. Күбеһе гәзит биттәрендә күренгән шиғырҙарға йыр ижад итте. Яҡташым булғас (күрше Салауат районы егете), Рәдиф Зариповҡа ғына, үҙ күреп, шиғыр китабымды бүләк иттем. Дүрт-биш йыр яҙҙы. Юлай Үҙәнбаев, Ғәзиз Дәүләтбирҙин, Мәрйәм Солтанова, Феликс Әбдрәшитов, Абрар Ғабдрахманов, Риф Арыҫлан кеүек билдәле композиторҙар шиғырҙарымды көйгә һалды. Һәүәҫкәр композитор Мәрйәм Солтанова ижад иткән «Һөйөлөүҙән кем туйған» исемле йыр халыҡ араһында бигерәк тә популяр булып китте. Уны ғаилә дуэты: Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Лилиә Биктимерова башҡара. Әйткәндәй, Мәрйәм Ғәзиз ҡыҙы ла минең уҡытыусым ул. Дыуан районының Мәсәғүт педагогия училищеһында ул беҙгә музыка дәрестәрен уҡытты. Мандолинала уйнау оҫталығын да (6-сы класта уҡығанымда атайым уйнарға өйрәткәйне) уның дәрестәрендә шымарттым.
Минең һүҙҙәргә яҙылған йырҙарҙы башҡарыусы йырсыларға: Фәнәүи Сәлихов, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Алһыу Бәхтиева, Филүс Ҡалмурзин, Лена Гәрәева, Рәдиф Зарипов, Айгөл Һағынбаева, Резеда Әминева, Салауат Мөхәмәтйәнов, Гөлфиә Хәмитова, Хәлимә Ғәббәсова, Алина Дәүләтхановаларға ла рәхмәтлемен.
– Өйҙә һеҙ – бәхетле ҡатын, әсәй, ҡәйнә, өләсәй. Ошо вазифаларығыҙҙың ҡайһыһы иң яуаплыһы?
– Барыһы ла берҙәй яуаплылыҡ талап итә. Мин ишле ғаиләлә үҫтем – беҙ алты ҡыҙ. Бар булмышыбыҙ өләсәйебеҙ Ишбикә Мөхәмәҙи ҡыҙына бәйле. Фиғелебеҙҙә ниндәй изге, матур, бай сифаттар булһа, улар – беҙҙең өләсәйҙән. Һөйөп, иркәләп үҫтерҙе ул. Ҡәйнә булараҡ, әсәйемә лә бик игелекле ине. Ә әсәйем, ул заманға хас рәүештә, колхоз эшенән бушаманы.
Мин тормошта иң элек әсә булыуҙа күрҙем үҙемдең асылымды. Әсә һөйөүен тойоп үҫкән бала ихлас, йомарт, асыҡ күңелле була. Шуға ла балаларыма булған иғтибарҙы гел алға ҡуйҙым. Шиғриәтемде артҡараҡ шылдырҙым. Улай итергә ярамағанлығын әле генә аңлайым. Ижад кешеһе барыһын да тигеҙ алып барырға тейеш. Кешенең бит ғүмере осһоҙ-ҡырыйһыҙ түгел. Ваҡыт үтә лә китә икән ул... Шуныһына ҡыуанам: улым Йыһанур менән ҡыҙым Айһылыу теләгән һөнәрҙәрен үҙләштереп, юғары белем алып, һәйбәт урындарҙа эшләйҙәр.
Ә ир ҡатыны булыуым мосолман ҡанундарына нигеҙләнгән ине. Үҙен һәм ғаилә ағзаларын ихтирам иткән ҡатын-ҡыҙ мәңгелек ҡанундарҙы боҙмай.
Тормош иптәшем менән 38 йыл ғүмер иттек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ун өс йыл элек хәләлем баҡыйлыҡҡа күсте, йәндәре Йәннәттә булһын!
Киленемә: «Килен!» – тип өндәшкәнем дә юҡ. Исеме менән генә өндәшәм. Гөлназыбыҙ – Хәйбулла ҡыҙы. Бик матур ғаиләнән.
Ейәндәрҙе балаларыңа ҡарағанда ла нығыраҡ яратаһың, тип әйтәләр бит. Был минең хаҡта! Өс ейәнем, бер ейәнсәрем өсөн ихлас, йомарт өләсәй булырға тырыштым һәм тырышам. Икәүһе – Питер, берәүһе – Мәскәү вузында, кинйәкәйебеҙ әлегә мәктәптә белем ала. Барыһы ла теүәл фәндәрҙе үҙ итте. Уларҙың уңышы – минең уңышым төҫлө. Бер теләгем – бәхетле булһындар, бар булһындар.
– Зөһрә Нариман ҡыҙы, һеҙ күптәр өсөн гүзәллек өлгөһө. Бөхтә һәм зауыҡлы итеп кейенә, килешле итеп биҙәнә белгән һылыу йөҙлө, һомғол буйлы ханым. Матурлыҡтың сере нимәлә?
– Бала саҡтан матурлыҡҡа һәм гүзәллеккә ғашиҡмын. Әле алтынсы синыфта уҡығанда уҡ әсәйем кейем бесеп, теген машинкаһында тегергә өйрәтте. Хәйер, өйрәтте тиеү дөрөҫ микән? Өләсәйҙең бала итәкле күлдәктәрен, һеңлеләргә ҡабарып торған еңле күлдәктәр тегергә өйрәнергә тура килде. Кистән туҡыма килтерһәләр, иртәнгә тегеп ҡуя инем. Һеңлеләрем әле лә үҙҙәренең ул саҡтағы матур күлдәктәрен һағынып иҫкә алалар. Ошо мәлдәрҙә мин селтәр бәйләргә, беҙҙең яҡта киң таралған ғәжәйеп тамбурлы сигеүҙәрҙе сигергә өйрәндем. Ауылда туй булһа, тамбурлы сигеүле таҫтамал сиктереп аптыраталар ине. Ә мин кешеләрҙең һорауын кире ҡаға белмәйем. Өләсәйемдән балаҫ һуғырға, сүпләм таҫтамал тартырға ла өйрәнгәйнем. Әгәр әлеге мөмкинлектәр булһа, мин модельер йә дизайнер булыр инем, моғайын.
Тормошта мин ҡатын-ҡыҙ иң элек үҙен матур итеп күрергә тейеш тип уйлайым. Сөнки һин үҙең матур прическала, килешеп торған күлдәктә булһаң, башҡараһы эштәрең дә көйлө, дәртле, матур бара кеүек.
– Интервьюға әҙерләнгәндә шиғырҙарығыҙҙы ҡат-ҡат уҡып сыҡтым:
«Яңғыҙ япраҡ ҡарҙа өйөрөлә,
Ҡайҙа бәрелһә лә яралы...»
Шиғриәтегеҙ матур һүрәтләү алымдары, ихласлығы, тыйнаҡлығы менән күңелде арбай. Журнал уҡыусыларыбыҙға яңы йыл бүләге итеп ҡайһы шиғырығыҙҙы тәҡдим итер инегеҙ?
– Ошо шиғырым нисегерәк булыр икән:
Күпме юлаусыны ымһындырып,
Аҙаштырған ауыл бураны?!
Аҡ ҡарҙарға наҙлы иркәләнеп,
Ауыл урамдарын ураным.
Керпегемә ҡунды ҡар бөртөгө,
Үҙ иткәндер, ахыры, күрәһең.
Белмәй әҙәм, ҡар бөртөгө төҫлө,
Ҡайҙа барып, ниҙәр күрәһен.
Һаҡау кәкүк кеүек йылғыр йылдар
Бер-бер артлы һанай йәшемде.
Күҙ йәштәрем, ҡар бөртөгө булып,
Бурандарға инеп йәшенде...
– Бик матур шиғыр-бүләк булды был. Яңы 2026 йылда ла һеҙгә ижади уңыштар йылмайһын. Юбилейығыҙ ҡотло булһын, Зөһрә апай!