– Айгөл, әйҙә, әңгәмәне бала сағыңдан башлайыҡ әле. Ошо ихлас шиғыр юлдарың күңелемә ныҡ яҡын:
«Әпитүшкә». Миңә апайҙарым
Бала саҡтан шулай өндәшә.
Иркәһең дә инде, ҡыҙый, тиеп,
Кемдер көлә, кемдер көнләшә.
Әпитүшкә тиеп һөйөп кенә,
Үҫтерҙеләр мине «әп» итеп,
Сәстәремә яуһын көмөш ямғыр –
Әпитүшкә булам, Әпитүк.
Бәләкәй Айгөл-Әпитүк ниндәй мөхиттә тәрбиәләнде икән?
– Бала сағымды урыҡ-һурыҡ ҡына иҫләгән һымаҡмын. Шулай ҙа иң сағыу, ғәмһеҙ генә саҡтарым – тыуған ауылым, йәйге каникул һайын ашҡынып барған Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылындағы ҡартатай һәм өләсәй йорто, дәззәй (атайымдың әсәһе) менән бесәнгә йөрөгән мәлдәре менән ҡәҙерле.
Ябай ғына башҡорт ғаиләһендә өс бала – апайым Земфира, мин, ҡустым Нур үҫтек. Атайыбыҙ – Айытҡолов Рәжәп Ибраһим улы Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән, Совет армияһында хеҙмәт иткән, төрлө эштәрҙә йөрөнө, шофер ҙа булды, мөдир ҙә, идарасы ла. Ҡайҙа эшләһә лә, халыҡ алдында абруйы булды. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Һунарға йөрөнө ваҡытында. Бала саҡта беҙ ҡуян бүректәр генә кейеп үҫтек. Сабыр холоҡло, аҙ һүҙле, әммә кәрәк саҡта тура, төртмә телле генә ул үҙе.
Бөгөн атай ҙа, әсәй ҙә – хаҡлы ялда. Ауылда мал көтөп, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, донъя көтәләр, беҙгә ярҙам итәләр. Күҙ терәп ҡайтыр атай йорто, әсәй ҡосағы булыуы менән бәхетлебеҙ.
Атайымдың атаһы – ҡартатайым Ибраһим Алламорат улы Рәхмәтуллин 1928 йылда тыуған, һуғыш башланғанда 13 йәшлек үҫмер була. Өлкәндәргә эйәреп, балыҡҡа ла, һунарға ла йөрөгән. Малсылыҡта оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләп, 1987 йылда «Хеҙмәт ветераны» була. Мәргән һунарсы булған ул, матур йырлаған да. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алтмыш йәш тирәһендә фажиғәле вафат була.
Ибраһим ҡартатайымдың әсәһе – Сәмсибәҙәр (Шәмсибәҙәр) ҡартәсәй егәрле, бөтмөр, дин юлына тоғро булған. Бала саҡта килеп йөрөгән ул, әммә минең бала хәтере үтә ҡыҫҡа булғанмы, иҫләмәйем. Әсәйем һөйләй ул муйылға килә торғайны, емеш-еләк йыйып, ҡайнатып алып ҡайта ине, тип.
Әсәйебеҙ Фәниә Әнүәр ҡыҙы – ялан яғынан, Хәйбулла районынан. Ҡартатайым – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әнүәр Абзалетдин улы Харисов, өләсәйем Ғәлиә Алламорат ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы – Юлдыбаева), улар ете балаға ғүмер биргәндәр. Ҡартатайымдың атаһы әүлиә йәнле көслө дин әһеле була. «Ҡарый хәҙрәт» тип йөрөткәндәр уны, Мөжәүир хәҙрәт менән ҡатнашып йәшәгәндәр. Ул хикмәттәрҙе беҙ әлегә ғаилә эсендә генә һөйләшеп, зиһенгә һеңдерәбеҙ.
Бала сағыбыҙҙың матур мәлдәре үтте Иҫәнгилделә. Каникулдар башланыу менән алып барып ҡалдыралар ине... Ҡартатайым яйлап самауыр сәйен эсеп ала ла, Ерәнсәйен егеп, тағы ҡырға китә. Беҙ, балалар, арбаға тағылып барабыҙ ҙа, келәттәр эргәһенә еткәс, һикереп төшөп ҡалабыҙ. Атты махсус туҡтатып, беҙҙе төшөрөп ҡалдырыу тигән нәмә юҡ. Ат сапҡан ыңғайы һикерәбеҙ.
Өйөр-өйөр йылҡы көттө, яратып ҡытай сейәһе үҫтерҙе...
Бала сағым тиһәм, дәззәйемде лә (ҡәртәсәйем Ғилмикамал Ғәйнулла ҡыҙы Айытҡолова) һағынам. Йылдар үткән һайын, йәшең үҫкән һайын был тойғо үтә лә көслө һымаҡ. Ете балалы ғаиләлә иң өлкәне була. Бик иртә етем ҡалалар. Балалыҡ менән дәззәй тураһында әллә ни күпте лә белеп ҡала алмағанбыҙҙыр инде. Һуғыштан алда тыуған. Йот йылынан һуң биш йыл тирәһе үткәс тыуғанмын, тип һөйләй торғайны үҙе. Тыуған көнөн белмәне.
Һәр ауылда сәйерерәк, бала холоҡлораҡ итеп ҡабул ителгән кешеләр була. Бына минең ҡәртәсәйем дә шундайҙарҙың береһе ине. Хәҙер килеп уның ни тиклем дә асыҡ, ни тиклем дә ихлас күңелле кеше булғанлығын аңлайым. Урамда китеп барған еренән малайҙар менән туп тибеп тә алғылар, баҫтырышып уйнар ине. Беҙ ҡәртәсәйҙең шундай ҡылығынан оялып та киткеләнек. «Һин шулайта ла йөрөйһөң», – тип үсегеп тә ала инек.
Дәззәй тыштан ҡаты, бошмаҫ һымаҡ күренһә лә (бәлки, был һыҙаттар үҙен ҡурсалар, үҙен һаҡлар өсөн мөһим булғандыр...), күңелендә нескә тойғоло кеше булғандыр, тип уйлайым. Беҙ уның күңел кисерештәрен белмәнек.
Бесәнгә бергә йөрөгән мәлдәр хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалған. Ул тәбиғәтте яратты, бөгөнгө көн менән йәшәне. Бесән сапҡан ерҙәр уның өсөн үтә лә ҡәҙерле ине. Беҙ барғансы бер талай бакуй һалып, үлән сәйе бешереп, сынаяҡ өҫтөнә ҡыҙыл бөлдөргәнен йә ҡыр сейәһен йыйып, алюмин сеүәтәлә варенье ҡайнатып ҡуя...
Таҡмаҡтар сығарҙы. Ябай ҡәләм менән генә һыҙғылап яҙғандарын ҡыҙыҡ күреп, кеҫәһенән алып уҡый торғайныҡ. Тик үҙе күрһәтмәне, йәшерҙе. Ғөмүмән, асылмаған сер булды ул беҙҙең өсөн. Ысын мәғәнәһендә юҡһынам мин уны. Бына әле лә күңелдә аңлатып бирә алмаҫлыҡ юғалтыу тойғоһо...
– Сәсән телле булыуың нәҫелдән, атап әйткәндә, Ғилмикамал ҡәртәсәйеңдән килә, тимәк. Ә мәктәп йылдарындағы иң сағыу ваҡиға нимәгә бәйле ине?
– Мәктәп йылдары кеше тормошонда үтә лә ҙур әһәмиәткә эйә осорҙор ул. Беҙҙе («беҙ» тип тотош шул быуын исеменән дә һөйләргә ярайҙыр) оло йөрәкле уҡытыусылар уҡытты. Кемеһен генә алһаң да, белемле, кешелекле, кеселекле булған икән, тип уйлайһың.
Утын менән йылытылған мәктәптә миңә лә уҡырға тура килде. Класыбыҙ өй һымаҡ ҡотло була торғайны. Дәрестән һуң да ҡалабыҙ, дәрес әҙерләп, ашханала ашап ҡайтып китәбеҙ.
Бер заман беҙ Хәйбулла районына күсеп киттек. Уны күсенеү тип тә ҡабул итмәйбеҙ әле. Йәй өләсәйҙәрҙә үтте. Көҙ уҡыу еткәс, Целинный мәктәбенә илттеләр. Апай менән икәүләп мәктәпкә барабыҙ ҙа, дәрескә инмәйбеҙ. Ишек артында йәшенеп, директорҙың инеп киткәнен көтөп торабыҙ ҙа, ҡасабыҙ. Дәрес бөткәнсе шулай йөрөйбөҙ, аҙаҡ башҡалар һымаҡ ҡайтып китәбеҙ. Уҡытыусылар әсәйгә өндәшкәс кенә белеп ҡалдылар беҙҙең уҡырға йөрөмәгәнде. Былай булмай, тигәндәрҙер инде, кире ҡайтып киттек Юлдыбайға. Ер-һыу тарта тигәндәре шулдыр, күрәһең. Автобустан төшөп ҡалып, урам буйлап ҡайтып килгәндә беҙҙе «продленка»ла уҡытҡан Хәтимә инәйҙе күреп ҡалдым. Һағынғанмын уны ла! Йүгереп барып ҡосаҡланым! Дүртенселә инем, буғай. Шулай итеп, кире ауылда уҡый башланыҡ.
Тәүге уҡытыусым Хәмиҙә Хәмзә ҡыҙы Юланова ла башланғыс белем генә биреп ҡалманы, тормошҡа һөйөү ҙә тәрбиәләне.
Урта синыфта класс етәксебеҙ булған Сәрбиямал Йыһанетдин ҡыҙының да дәрестәре күңелемә уйылып ҡалған. Бер дәрестә балан тураһында шиғырҙар уҡыныҡ. Уҡытыусы балан тәлгәштәре лә алып килгән. Һәр партаға суҡлап өләшеп сыҡты. Шул баландың тәме (әсе түгел ине ул нишләптер, шул ҡәҙәре татлы ине) һаман да телемдә һымаҡ. Хәҙер ҙә балан ҡапҡан һайын шул тәм булмаҫмы, тип көтәм.
Туған телгә, әҙәбиәткә һөйөү уятҡан уҡытыусым Нәфисә Мирсәйет ҡыҙы Нәҙерғоловаға ла рәхмәтлемен. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән район, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа йыш ҡатнаштым, туғыҙҙа уҡығанда хатта республика кимәлендә беренсе урынға лайыҡ булдым.
Әҙәбиәт дәресендә Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге»н уҡыуыбыҙ ҙа күңелдә уйылып ҡалған. Уҡытыусыбыҙ хикәйәне уҡып бөтә алмайынса, дәрестән илап сығып китте. Ул тынысланып ингәнсе, класта «шылт» иткән дә тауыш булманы. Һәр кемебеҙ үҙ уйҙары, үҙ кисерештәре менән шым ултырғандыр... Ул китап беҙҙең өйҙә бар ине, атайым алып ҡайтҡайны. Ҡайтҡас, тағы уҡып сыҡтым.
Яҙыусы Мөслим Бәхтейәр улы Әбсәләмов дәрестәрен дә алыу бәхете тейҙе беҙгә.
Тағы ла бер яратҡан уҡытыусыбыҙ – рус әҙәбиәте уҡытыусыһы Валентина Александровнаның Шолохов әҫәрҙәрен мауыҡтырғыс итеп һөйләүен (роман тиклем романды бөтә теүәллегендә ҡыҙыҡтырырлыҡ итеп) беҙҙең быуын ғына йотлоғоп тыңламағандыр. Дәрескә илке-һалҡы ғына йөрөгән малайҙар ҙа уның дәресенә теүәл генә килеп етә торғайнылар.
Математика уҡытыусыһы Рафаэль Әхмәтйән улы Аҡъюлов тураһында ла әйтеп үткем килә. Шул тиклем ихлас уҡытыусы булды ул. Дәрестә ҡатнашып, әүҙем яуап биреп ултырһаҡ, «бишле» билдәһен көндәлеккә ярты бит итеп семәрләп ҡуя торғайны. Ун берҙе тамамлай торған йылды, кем ҡайҙа уҡырға барырға уйлай – шул хаҡта һөйләштек. Күңеле булһын типтер инде, математик булам, тип әйтә ҡуйҙым. Май айы, имтихандарға әҙерлек тә башланды. Тәнәфес һайын мине ҡултыҡлап мәктәп ихатаһына алып сығып китә лә: «Айгөл, һин математика буйынса китеп, хаталанаһың. Һин бит «лирик». «Биште» мин һиңә былай ҙа ҡуям. Хаталанма, филологияға бар», – тип тәрбиәләй. Ул саҡта ҡыҙыҡ һымаҡ тойолһа ла, хәҙер килеп уйлайым: ул бит минең булмышымды, күңелемде тойоп, киләсәгемде хәстәрләгән...
– Ижадҡа ылығыуың ҡасаныраҡ башланды?
– Ижадҡа ылығыу ҙа мәктәп йылдарында башланғандыр. Урта синыфтарҙа уҡығанда «Йәш хәбәрсе», «Сатҡылар» тигән әҙәби түңәрәк асылды. Уны шағирә Фәүзиә Юлдашбаева ойошторғайны. Ҡәләм тирбәткән бер нисә уҡыусы менән шөғөлләнеп, беҙҙең шиғырҙарыбыҙҙы «Ауыл уттары» район гәзитендә, «Йәншишмә»лә, «Аҡбуҙат»та, «Аманат»та баҫтыра торғайны. Ул йылдарҙа республика балалар баҫмаһының балалар мөхәрририәте ағзаһы итеп ҡабул иттеләр. Үҙебеҙҙе әллә кем итеп тойоп, тиҫтерҙәребеҙ араһында бер башҡа юғарыраҡ һымаҡ булып йөрөгән булдыҡ. Мирсәйет ағай Юнысов, Зөһрә апай Ҡотлогилдина, Зөбәржәт апай Миңлебаевалар беҙгә ҡанат ҡуйҙы.
– Студент йылдары ҡәләмеңде осларға ярҙам итте тип әйтә алаһыңмы?
– Юҡ, студент йылдарында мин башлыса үҙем өсөн генә яҙыштым. Аҙаҡ кейәүгә сығып, әсәй булғас, ижадтан бер аҙ ситләшеп тә торорға тура килде. Ғөмүмән, шиғыр яҙыла ла ята бирә ул миндә.
Ә курсташтарыма килгәндә инде, Фәнил Бүләков, Гөлсинә Байғужина (Йосопова), Рәшиҙә Байғужина, Әлиә Фәррәхова, Гөлназ Яҡупова, Светлана Насирова, Земфира Әбүшаһмановаларҙың да тормошо, эшмәкәрлеге ижад һәм журналистика менән бәйле. Әлеге көндә лә бер-беребеҙҙең уңыштарына ҡыуанып, бер мөхиттә ҡайнап йәшәйбеҙ.
– Бөгөн шиғыр яҙыусылар бик күп: кемдер үҙ исеменең ташҡа баҫылғанын күреп ҡыуана, кемдер ижады аша күңел кисерештәре, уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша, кемдер әҙәби үрҙәр яҡлауҙы, халыҡ араһында танылыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Һинең өсөн нимә ул Шиғриәт?
– Дан өсөн дә, исем өсөн дә яҙмайҙарҙыр ул. Үрҙәр ҙә әллә ни мөһим түгел, халыҡ араһында танылыу яулау ҙа төп маҡсат түгел. Шиғриәт – ул минең өсөн күңел халәте. Бөтә шиғырҙарым да һыҙланыу аша тыуа.
М.Горькийҙың «Мин был донъяға килешмәҫ өсөн килдем» тигән ҡанатлы һүҙҙәре бар бит. Бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғарипов та был һүҙҙәрҙе эпиграф итеп алып, «Дон-Кихот»ты яҙҙы. Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Ҡулға ҡәләм тотҡандарҙың Ил хаҡында ғәмдәре» тигән шиғыр юлдары ла, халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың «Бар ғүмерем – ҡуныр урын тапмай, Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны...» тигән юлдары ла шағирҙың, ижад кешеһенең ҡалыптарҙы ҡабул итмәҫ (итә алмаҫ, килешә алмаҫ) булмышы тураһындалыр.
Эйе, күңел халәте ул шиғриәт. Һыҙланыу, яңғыҙлыҡ тойғоһо бик күп шағирҙарға хастыр, тип уйлайым. Шағирҙар тормошто үтә нескә тоя. Бик күп килешмәгән, күңел менән ҡабул итә алмаған күренештәргә юлығаһың тормош юлында. Һәм шул кисерештәр шауҡымында яҙыла ла инде шиғырҙар.
Халыҡ ул үҙенә яҡын, күңел кисерештәренә, тормош ҡиммәттәренә ижадтары ауаздаш шағирҙарҙы таный һәм ҡабул итә. Әммә заман ҡайсаҡ шундай итеп әйләндереп ҡуя ҡуласаны, өнһөҙ ҡалырға ла тура килгән мәлдәр була...
– Их, замана...
Көслөнөкө – донъя...
Өндәшмәһәң, булыр үкенес, – тиелә бер шиғырыңда. Үкенгән саҡтарың бармы?
– Бар, ваҡытында әйтмәгән һүҙҙәр, ваҡытында донъя күрмәгән шиғырҙар өсөн үкенес тойғоһо бар (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, заман ижадҡа ла шарттар ҡуя шул)...
– Нисек кенә булмаһын, заман һулышын, халҡыбыҙҙың тын алышын тойоп ижад итеүең ҡыуандыра. Һәр кемгә бирелмәй бындай булмыш. Тыуған еребеҙгә оло һөйөү менән һуғарылған ижадың. Тыуған ер тигәндән, Йылайыр ҡыҙына Күгәрсен районында ерһенеп китеүе ҡыйын булманымы?
– Ерһенеү тигән тойғоға мин хәҙер үтә һаҡ ҡарайым. Күгәрсен – балаларымдың кендек ҡаны тамған ер. Улым буй еткерҙе ошо ерҙә, ҡыҙым үҫеп килә. Күгәрсендең миңә кешеләре ныҡ яҡын ул. Ожмах мөйөшөләй хозур Мораҙым тарлауығы, Эйәрлетау буйҙары ла мәңге – күңел түрендә...
– Әленән-әле төрлө әҙәби саралар үткәрелгән, ҡәләмдәш дуҫтарың йыйылған Өфөнән ситтә йәшәп ижад итеүе еңел түгелдер?
– Юҡ, киреһенсә. Ҡайнап торған ҡала мөхите минең өсөн түгел ул. Был хаҡта мин «Ағиҙел» журналында ла бер әйткәйнем, шул һүҙҙәрҙе килтереү урынлы булыр: «Ҡайҙалыр төпкөлдә ятып та рәхәтләнеп ижад итеп, үҙ уҡыусыңды табырға, үҙ һүҙеңә тоғро булып ҡалырға, танылыу яуларға мөмкин. Ҡала шарт түгел. Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, кәрәк икән, көнөнә барып әйләнергә лә була. Ә бына ижади йәһәттән, киреһенсә, ауылда илһам өсөн мөмкинлектәр күберәк. Бында һин тәбиғәт менән туранан-тура бәйлеһең. Ә тәбиғәт ул беҙҙең эске донъябыҙҙы, күңелебеҙҙе шул тиклем байыта, тулыландыра, ул – беҙҙең асылыбыҙ, ул төп илһам сығанағы. Һәр хәлдә, минең өсөн.
Элек мин дә ҡала тип яна инем. Ысынлап та, Өфө балҡып, ҡайнап торған ижад үҙәге, һүҙ юҡ. Әммә минең булмышыма, күңел халәтемә ауыл шул тиклем яҡын. Күҙ алдына килтерегеҙ, яҙын ҡыр ҡаҙҙарын, торналарҙы ҡаршы алаһың, иртән йырсы ҡоштарҙың һайрауына ғына уянаһың. Ул мең төрлө сәскәләр менән күҙҙең яуын алған яландар, селтәр генә булып төшкән иртәнге томан, серле урмандары, мөһабәт күк тауҙары, саф һыулы шишмә йырҙары; тотош һағышҡа ғына төрөнөп килгән көҙө, аҡлығы, сафлығы, шул уҡ ваҡытта ҡырыҫлығы менән дә үҙ һәм яҡын булған ҡыштары ла ауылда тәрәнерәк тойола. Ауыл тормошо ҡәҙерле миңә...»
– Бер уйлаһаң, ысынлап та «Кипкән ҡорот», «Ҡуян күстәнәсе», «Ҡымыҙ еҫе», «Ҡужан ҡарағасы», «Зәңгәр сәскә» еҫе аңҡыған шиғриәтең уҡыусыларға ла шул тиклем ҡәҙерле бит. Ауыл ерендә йәшәһәң дә, ижади офоҡтарың киң: шиғриәттә генә түгел, журналистикала ла, проза өлкәһендә лә тырышлыҡ һалаһың.
– Ауылда йәшәп ижад итеү күпкә еңелерәк ул, минеңсә. Нәҡ ауылда күңел бөтөн, нәҡ ауылда илһам сығанағы.
Журналистика – төп эшем, яратҡан эшем. Беҙ мәктәптә уҡығанда был һөнәр эйәләре шул тиклем абруйлы ине. Башҡорт баҫмаларының һүҙ көсөн тойоп, көслө журналистарҙы уҡып үҫтек. Почта килгәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алып, бер-беребеҙҙән йәшереп, беренселәрҙән булып уҡырға тырыша инек. Уҡытыусылар ҙа ҡайһы өй ниндәй баҫма алдырғанын белеп торҙо. Гәзит-журналдарҙа донъя күргән хикәйәләр, шиғырҙар, повесть-романдар буйынса класс сәғәттәре, асыҡ дәрестәр үткәрерҙәр ине. «Йәншишмә», «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәре, «Аманат», «Башҡортостан ҡыҙы», «Ағиҙел» журналдарын да алдырмаған йорт булмағандыр. Хәҙерге «Аҡбуҙат» менән «Шоңҡар» «Ағиҙел»дең ҡушымтаһы булып, аҙаҡ айырым журнал булып сыға башланы. Халыҡ гәзит-журналды, китапты рухи аҙыҡ тип ҡараны. Ауылда айырым китап магазины ла булды. Бөтә яңы китаптар килә торғайны унда.
Минең тәүге уҡытыусыларымдың береһе Хәтимә инәй Нурдәүләтова бәләкәй генә өйөнөң бер соланында нисәмә йылдар буйына яҙылып йыйылған «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы», «Роман-газета» кеүек журналдарҙы, «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәрен йылыныҡын – йылына бәйләп, һаҡланы. Беҙ боронғораҡ сыҡҡан журнал бәйләмдәрен алып ҡайтып уҡыйбыҙ ҙа кире алып барабыҙ. Бер һанын да юғалттырманы. Ҡулға биргән саҡта: «Хазина бит ул был, минең байлығым», – тип әйтеп бирер ине. Уҡытыусымдың шул һүҙҙәре генә лә ни тиклем дә тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булғанлығын хәҙер аңлайым. Гәзит-журналды, китапты ҡәҙерләргә, хөрмәтләргә өйрәткән ул беҙҙе...
Заман башҡа – заң башҡа, гәзит-журналдан интернет ситләштерә тиһәк тә, журналист һәр ваҡыт журналист булып ҡала. Матбуғатта көслө, ғәҙел һүҙен әйткән журналистар, яҙыусыларҙы халыҡ һәр осорҙа ла хөрмәт итә. Халыҡ матбуғаттың тын алышын тәрән тоя. Башҡорт журналистары барыбер ҙә ҡыйыу фекерле, шәхси төркөмдәрендә, сәхифәләрендә үҙ фекерҙәрен халыҡҡа еткерергә тырыша.
Ә прозаға күңел талабы буйынса ғына бер-ике мөрәжәғәт иттем, тип әйтәйемме. «Ҡайтыу» тигән хикәйәм интернет киңлектәрендә лә таралып китте, матбуғатта ла донъя күрҙе, яңы китабыма ла инде. Башҡаса яҙғаным юҡ.
– Китап уҡырға ваҡыт ҡаламы?
– Әлбиттә, теләге булған һәр кем китап өсөн ваҡыт таба алалыр ул. Мин иһә иртәнге намаҙҙан һуң һил сәғәттәрҙә уҡыйым. Шулай уҡ машинамда гел шиғыр китаптары йөрөй. Элекке һымаҡ бушағанды көтөп йөрөмәйем, китап уҡыу ҙа күңел талабы бит ул. Ҡат-ҡат уҡыған китаптарым бар.
– Күҙәтеүемсә, әҙәби осрашыуҙарҙа мөләйем йөҙлө, һомғол буйлы, матур күңелле шағирә Айгөл Айытҡолованы халыҡ бик яратып ҡабул итә. Гүзәллек серҙәре нимәлә, Айгөл?
– Әллә... Нисек бармын – шулаймын инде (тыйнаҡ йылмая).
– Ҡайһыһы ауырыраҡ: шағирә булыумы, балаларға әсә булыумы?
– Мин улай сағыштырып, йә айырып ҡарағаным юҡ ул. Нисектер, үҙенән-үҙе, һәүетемсә генә китеп бара. Әлбиттә, балалар бәләкәй саҡта (һәр ҡатын-ҡыҙ үтәлер был осорҙо) ижадтан ситләшеп торорға ла тура килде. Әммә һәр нәмәнең үҙ мәле. Әсәлек бурыстары ижадҡа әллә ни кәртә лә түгел, балалар үҫте. Улым Айнур хәҙер 25 йәштә, икәүләп бергә ҙурайҙыҡ, тип әйтеп алам уға. Йәшлек менән әллә үҫкәнен дә тойманыҡмы... Һәр нәмәгә үҙ фекере, үҙ ҡарашы булып ир еткән балама ҡарайым да, ғүмерҙең ни тиклем дә тиҙ үтеүенә хайран ҡалам. Тәртипле, тәрбиәле булды бала саҡтан, тырышып белем алды, үҙ теләге менән армияла хеҙмәт итеп ҡайтты. Әлеге көндә уңышлы эшләп йөрөй.
Ҡыҙым Айнагөл – М.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһының 4-се класс уҡыусыһы. Сәнғәт мәктәбендә фортепьяно класында шөғөлләнә. Төрлө фәндәрҙән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, урындар яулай.
– Ихлас яуаптарың өсөн ҙур рәхмәт, Айгөл! Илһам ҡанаттарың талмаһын! Ижади үрҙәрең бейек булһын!
– Амин. Рәхмәт изге теләктәрегеҙгә.