– Айгөл, шиғриәт, журналистика менән ҡыҙыҡһыныуығыҙ ҡасан башланды?
– Барыһы ла ғаиләнән башлана бит. Атай уҡытыусы ине һөнәре буйынса. Мәктәп директоры булды, ғүмеренең һуңғы йылында ауыл хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Әсәй ҙә оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләне: балалар баҡсаларын етәкләне, китапханасы булды. Шуға ла өй тулы китаптар ине, әле лә шулай. Өләсәйем, олатайым, апайым, әсәй яғынан башҡа туғандарым да – уҡытыусылар. Ә был һөнәрҙең тап әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, юғары сәнғәткә яҡын тороуы бер кемгә лә сер түгел. Мәҙәниәткә тим, сөнки әҙәбиәт менән бер ҡатар сәхнәгә, сәнғәткә һөйөү ҙә йәшәй миндә, улар минең менән бергә тыуғандыр ул. Шул уҡ уҡытыусы булған олатайым был һөнәр менән хеҙмәт юлын башлай ҙа, ауыл мәҙәниәт йортон етәкләй, спектаклдәр ҡуя, төрлө республика конкурстарына ансамблдәр әҙерләп алып йөрөй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бәләкәй генә малай көйөнсә үҙ ҡулдары менән, ҡылын ат ялынан тарттырып, скрипка эшләп уйнарға өйрәнгән кеше ине Салауат олатай. Белмәгән, уйнамаған музыка ҡоралдары булманы, ҡумыҙҙы ла үҙе яһап алыр ине. Атай иртә вафат булғас, олатай янындараҡ үҫтем, быларҙың барыһы ла йоғонто яһаған инде. Әсәй иһә, мине, бәләкәй генә көйөнсә, мәктәптә үҙе ойошторған сараларға алып йөрөнө. Бер туған Илүзә апайым, әле мин хәреф танымаған саҡта, миңә Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен ҡысҡырып уҡыр ине. Шунан уҡый-яҙа башлағайным, ҡурсаҡтар онотолдо, мине һүҙ сәнғәте арбаны. Журналистикаға килгәндә, әсәй яҙылмаған гәзит-журнал булманы өйҙә. Башта «Аҡбуҙат»ты уҡыным, аҙаҡ «Йәншишмә», «Аманат»ҡа күстем. «Йәншишмә» гәзитенең һуңғы битендә, адрес яҙылған ерҙә, Матбуғат йортоноң кескәй генә рәсеме тора, гел шуға ҡарап ҡыҙыға торғайным. Миңә ул текә журналист апай-ағайҙар эшләгән изге йорт булып күренә ине. Йылдар үткәс, үҙем хеҙмәт юлымды шунда башланым. Телевидение, радио түгел, тап матбуғат ҡыҙыҡһындырҙы мине бәләкәйҙән. «Журналист булыр өсөн алдан яҙыша башларға кәрәк», – тигәс әсәй, «Йәншишмә»гә мәҡәлә ебәрҙем. Ул мәлдә компьютер, интернеттың тормошобоҙға саҡ үтеп инә башлаған йылдары, мәҡәлә ҡулдан яҙылған, конвертҡа һалынып хат йәшнигенә төшөрөлгән. Эй, көтәм сыҡҡанын гәзиттә. Бер мәлде яуап килде: «Өлкәндәрҙән яҙҙырма, үҙең яҙып өйрән» (көлә).
– Ижад процесына һәр әҙип үҙенсә ҡарай. Кем өсөндөр ул – ауыр хеҙмәт, кем өсөндөр – илһам емеше, кемдер – ҡыуаныс, ә кемдер унан йыуаныс таба. Һеҙҙең өсөн нимә ул ижад?
– Тормошомдоң айырылғыһыҙ өлөшө, хатта йәшәү рәүеше тиер инем. Бер нисә ай элек, эш урынымды алмаштырыу сәбәпле, яңыраҡ ҡына шул турала уйланып алғайным. Миңә һәр өлкәлә ижади ҡараш булыуы мөһим: эштә лә, яратҡан шөғөлдә лә, хатта аш-һыу бешергәндә лә. Көндәр буйы плитә янында торған кеше түгелмен, әммә илһам килә икән, әллә нимәләр бешереп ташлайым. Ул мәлдәге күңел халәте шиғыр, мәҡәлә йәки сәсмә әҫәр яҙыуға, гитарала уйнап йырлауға тиң.
– Күп уҡыйһығыҙмы?
– Бала саҡта уҡымаған башҡорт китаптары ҡалмағандыр ул. Ҡайһы бер шәп әҫәрҙәр хәтерҙән дә сыҡҡан, яңынан, бөгөнгө күҙлегемдән уҡып сығыр кәрәк хәҙер. Өйҙә киңәйгәндән-киңәйгән шәхси китапханам бар, әммә һуңғы арала китап тоторға ваҡыт етеңкерәмәй башланы. Ял мәлдәрендә мотлаҡ был шөғөлдө тергеҙер кәрәк.
– Шиғриәттең төрлө алымдарын ҡулланып ижад итеп ҡарайһығыҙ, күңелегеҙгә иң ятҡаны ҡайһы?
– «Китап» нәшриәтенең «Йәштәр тауышы» серияһында «Ҡапма-ҡаршылыҡтар» тигән тәүге шиғырҙар китабымдың ҡулъяҙмаһын тикшергәндә, шағир Әхмәр Үтәбай: «Әле Айгөл йәшлегенә барып шиғыр юлдары менән уйнай, аҙаҡ барыбер традицион формаға кире ҡайта ул», –тигәйне. Ул китапта 18-25 йәштә яҙылған шиғырҙар тупланған ине. Ысынлап та, бер юл – бер һүҙ, ритм аҡһай, йәки бөтөнләй юҡ. Шиғыр теорияһын белмәгәндән түгел, ә шиғырҙы шулай тойғанға, һәр береһе уны яҙғандағы кисергән хистәр динамикаһына ауаздаш булғанға. Тап шул китап сыҡҡан йылды ҡапыл йәшлек максимализмынан үҫеп сығырға, ҙурайырға тура килде миңә. Һәм, ысынлап та, Әхмәр ағай әйткәнсә, шиғырҙар традицион форматҡа ҡайтты. Шуға күрә, тәғәйен генә алым күңелемә ята тип әйтә алмайым, барыһы ла эске тойомдарҙан тора.
– Яңыраҡ «Ватандаш» журналында шәп шағирә Наталья Санникованың айырым сюжетҡа ҡоролмаған осһоҙ-ҡырыйһыҙ фекерҙәр (поток сознания) ҡалыбында яҙылған шиғырҙарын баҫтырғайныҡ. Һеҙҙең «Сынаяҡтағы донъя» исемле повесығыҙ ҙа шул уҡ алымда яҙылған. Уҡыусыларығыҙ был яңы йүнәлеште нисек ҡабул итте?
– «Сынаяҡтағы донъя» повесы хаҡында һүҙ сыҡҡас, шуны әйтеп китеү мөһим: ул әҫәрҙе мин 21 йәшемдә, 2015 йылда яҙып һалып ҡуйғайным. Азамат ағай Юлдашбаевтың: «Йәштәр өсөн берәй сәсмә әҫәр яҙып ҡара әле», – тигән кәңәшенән сығып эшләнелгән эш ул. Оҙаҡ йылдар ятты компьютерҙа, 2021 йылда «Башҡортостан» гәзитенән «Аҡбуҙат» журналына күскәс, Матбуғат йортонда яҙыусы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафинды осраттым. «Гәзит эшенән киткәс, ваҡыт яғың киңәйгәндер, проза яҙ», – тигән кәңәшен ҡолаҡ осона элеп, теге повесты эҙләп таптым. Яҙылып бөтөлмәгән ине, ҡапылғара нисек тамамларға белмәй ташлағайным мин уны. Баҡтиһәң, ни бары ваҡыты етмәгән, геройҙарҙың тарихы тамамланмаған саҡ булған. Йылдар аша яңыса күҙ һирптем дә әҫәргә, тарихтың инде күптән бөткәнен аңланым, эпилогын яҙҙым да, шундуҡ Мөнир ағайға ебәрҙем. Йылы ҡабул итте уҡыусы, һәр хәлдә, әлегә бер тәнҡит һүҙе лә ишетмәнем, бәлки, йөҙгә бәреп кенә әйтмәйҙәрҙер (көлә). Башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалдарының, оло апай-ағайҙарҙың йылы һүҙҙәрен ишетеп ҡыуандым, ҡанат үҫте. Шуныһы ҡыҙыҡ: йәштәрсә, Һеҙ әйткәнсә, осһоҙ-ҡырыйһыҙ фекерҙәр ҡалыбында яҙылған әҫәр, ә берҙәй йәштәргә лә, ололарға ла оҡшай. Һәр кем үҙ фәлсәфәһен күрә унда.
– Был ысынлап та шулай. Героиняғыҙ бер үк ваҡытта алсаҡ та, ҡырыҫ та, асыҡ та, йомоҡ та... Бер ҡараһаң, яҡлауға, ҡурсалауға мохтаж, икенсе ҡараһаң, көслө һәм ғорур гүзәл зат! Повестағы Зөһрә образында күп ҡатын-ҡыҙ үҙен танығандыр, тип уйлайым.
– «Зөһрә һин дә инде», – тигәйне апайым повесты уҡып сыҡҡас. Кем мине яҡшы белә, аңғарғандарҙыр инде. Мин иһә, ысынлап та, был образда бар гүзәл заттарҙың йөҙө сағылалыр, тип уйлайым, яҙғанда быны махсус күҙ уңында тотмаһам да. Шәхси кисерештәремә таянып яҙғандан тыуғайны ул ҡыҙ. Әйткәндәй, яңыраҡ ҡына «Ҙур ҡалалағы фатирында яңғыҙ йәшәгән Зөһрәнең яңғыҙлыҡ тураһында уйланған һүҙҙәрен уҡып, үҙемдең тормошома, йәшәү рәүешемә оҡшаттым», – тип яҙҙылар.
– Бына бит! Был тормошта көслө булырға һеҙгә нимә ярҙам итә?
– Әллә, көслөмө икән ул мин (көлә)? Яҙмышмы, Хоҙай Тәғәләнең шулай ҡушыуымы, бала саҡтан ҡайһы бер һынауҙарға осрарға тура килде. Әйтерһең дә, кемдер миңә төртөп күрһәткән дә, ошоға ебәрегеҙ һынауҙар, яҙһын, күңелендәге барыһын да ҡағыҙға күсерһен, уның яҙғандарын уҡып башҡалар күңел йыуатһын, тигән. Шул йөрәк һыҙланыуҙары аша тыуған әҫәрҙәрем кемгәлер ауыр саҡта рухи аҙыҡ булыуы, уларға ярҙам итә алыуым, халҡыма, туған телемә һәм илемә хеҙмәт итеүем мине көслө яһайҙыр. Элек, йәшерәк, яндырайыраҡ саҡта, үәт мин көслө, мин хатта илай һалып та бармайым тип уйлай торғайным, шул халәтем оҡшай торғайны үҙемә. Арҡаланыр арҡа, башым терәр ныҡлы яурын булмауы ла шундай кеше әүәләгәндер инде минән. Хәҙер инде ҡатын-ҡыҙҙың көсө нәҡ уның көсһөҙлөгөндә, хатта күҙ йәшендә, тип уйлайым. Көслө булғым килмәй, бәхетле булғым килә (йылмая).
– Ҡыҙығыҙ Наҙгөлдөң ижад кешеһе булырын теләр инегеҙме?
– Ул былай ҙа ижад кешеһе инде. Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназияһында уҡый, һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Сәхнә тормошона ла ылыға: театр түңәрәгендә шөғөлләнә. Булһын, күңеленә ни ята, шуны эшләһен, кеше йәне тартҡан шөғөлө менән генә бәхетле була ала.
– 2014 йылда һеҙ «Ҡош юлы» гитарала уйнап йырлаусылар фестиваленең шиғриәт бәйгеһендә еңеүсе булғайнығыҙ. Бөгөн үҙегеҙ уның ойоштороусылары иҫәбендә. Күп ижадсыларға ҡанат ҡуйған был проекттың киләсәге бармы?
– «Ҡош юлы» айырым бер планета ул. Бер урында ғына тормай, йылдан-йыл яңыра, яңы ҡатнашыусылар, яңы алымдар эҙләй. Ете йыл булды инде «Ҡош юлы»нан ойоштороусы булараҡ осҡаныма, шул осорҙа иң шәп, иң сағыу тәьҫораттар кисерҙем, рәхәтләнеп эшләнек тә, күңел дә астыҡ команда менән. Әле юлдар айырылырға тора, йәшерәк көстәргә юл бирергә ваҡыт. Был проекттың киләсәге лә тап уның ойоштороусыларының көсө яңырыуҙалыр.
– Рәсәй Яҙыусыларының Башҡортостанда үткән күсмә пленумында һеҙҙе, унлаған йәш ижадсыны, Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул иттеләр. «Ниндәй һәләтле, матур йәштәр өҫтәлде, – тип ҡыуанып ултырҙым мин. – Башҡортостаныбыҙҙы башҡа республика ижадсылары алдында лайыҡлы күрһәтә алырлыҡ, үҙ тауышы булған йәштәр!» Шөкөр, бөгөнгө көндә ижади бәйләнештәр өсөн юлдар асыҡ, аралашыу даирәһен киңәйтергә теләр инегеҙме?
– Йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Аллаһҡа шөкөр, тындар иркенәйгән, офоҡтар киңәйгән осор. Бынан өс йыл элек Мордва Республикаһында уҙған «В гостях у носителей языка» Бөтә Рәсәй блог-турында Башҡортостан исеменән ҡатнаштым. «Бәйләнештә» мәғлүмәтте осраҡлы күреп ҡалдым да, ниндәйҙер эске тойомға буйһоноп, анкета тултырҙым, аҙаҡ видеобәйләнеш аша конкурс талабы менән һайлап алдылар. Мәскәүҙәге Милләт-ара мөнәсәбәт мөхитенең ресурс үҙәге ойошторған блог-турға Мордва Республикаһында Рәсәйҙең төрлө милләт вәкилдәре йыйылды, һөҙөмтәлә, Яңы медиа тел активистары ойошмаһын булдырҙыҡ, мин берләшмәлә Башҡортостан вәкиле. «Барыһын да мотлаҡ йыйып Башҡортостанға, Бөрйәнгә башҡорт халҡы, мәҙәниәте, тарихы көнкүреше менән таныштырырға алып ҡайтам!» – тигән хыял менән яна башланым, ул быйылғы йәй башында тормошҡа ла ашты: Бөтә Рәсәй Тел арт-резиденцияһы тигән проект булдырҙыҡ, ул тап Бөрйәндә уҙҙы. Коми, Камчатка, Сыуаш Республикаһы, Марий-Эл, Ямал, Новосибирск, Ырымбур, Бүрәт һәм башҡа төбәктәрҙән йәш шағир-яҙыусылар бер аҙна буйына Бөрйән тәбиғәтенән илһам алып яңы әҫәрҙәр ижад итте, шиғырҙарға клиптар төшөрҙөк, «Туған» исемле шиғырҙарҙан торған театрлаштырылған әҙәби перформансты тәүҙә район мәҙәниәт һарайында, аҙаҡ Өфөлә тамашасыға тәҡдим иттек, мин ҡуйыусы режиссер булараҡ сығыш яһаным. Был проект ойоштороусы ғына түгел, шағир булараҡ та ижади даирәмде киңәйтеү өсөн шәп мөмкинлек бирҙе.
– Моңһоу ҙур күҙле ҡыҙҙы ҡосаҡлар ҙа, барыһы ла һин теләгәнсә була, хыялдарыңды ла, маҡсаттарыңды ла тормошҡа ашырасаҡһың, тиер инем. Тәғәйен еңел булмаған һынауҙар үтһәм дә, бер нәмәгә лә үкенмәйем, хатта ваҡытында күтәрә алмаҫтай тойолған ауыр юғалтыуҙар ҙа минең әлеге көндәге көтөп алған бәхетемә алып килде.
– Һеҙҙең ҡарамаҡҡа, нимә ул бәхет?