Все новости
Литература
6 Ноября , 16:34

Һабаҡташыбыҙҙы һағынып... (Рәйес Түләктең тыуыуына 65 й.)

Шағир Рәйес Түләктең тыуыуына – 65 йыл. Уның яныу-һыҙланыулы шиғриәтен барыһы ла белә. Ә бына йәш сағында ниндәй кеше булған, нимәне яратҡан һәм нимәне үҙ итмәгән, шәхес булараҡ ниндәй сифаттар йөрөткән – былар хаҡында уны яҡындан белгән, көн дә аралашып торған дуҫтары һөйләй ала. Һеҙҙең иғтибарға Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында бергә уҡыған һабаҡташтарының иҫтәлектәрен тәҡдим итәбеҙ.

Һабаҡташыбыҙҙы һағынып... (Рәйес Түләктең тыуыуына 65 й.)
Һабаҡташыбыҙҙы һағынып... (Рәйес Түләктең тыуыуына 65 й.)

Рәшиҙә Мәһәҙиева, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, филология фәндәре кандидаты.

Моңло кеше ине

Рәйес беҙҙең төркөмдәге биш егеттең береһе һәм арабыҙҙа иң өлкәне лә ине. Етмәһә, ул минең яҡташым да. Беҙ, ауыл балалары, уға, йола буйынса, тәүҙә ағай кеше тиеберәк, тартыныбыраҡ ҡараныҡ. Ләкин бер ай үтеүгә ул аралар юйылды. Октябрь айында төркөмөбөҙ менән үҙебеҙҙең иң беренсе байрамыбыҙға йыйылдыҡ. Ул да булһа Рәйес менән Фәйрүзәнең тыуған көндәре ине. Бер-беребеҙ менән ныҡлап танышыу ҙа шунда булды. Шунан һуң инде ул беҙҙең бүлмәгә йышыраҡ инеп йөрөй башланы (Төркөмдән өс ҡыҙ бергә йәшәй инек). Ишекте асыу менән «Кыҙҙар, карагыҙ әле (ул ҡ, ғ хәрефтәрен шулай йомшаҡ итеп әйтә ине), шигыр яҙҙым», – тип һүҙ башлар ине.  Шунан шиғырын уҡый, беҙҙән баһа көтә.

Миләшкәйем, ниңә өндәшмәйһең?

Тоғролоҡто бары ҡыш һынай.

 Ә беҙ барыһын да шаяртыуға борабыҙ, шунан ул йә беҙгә ҡушылып рәхәтләнеп көлә, йә ҡул һелтәп сығып китә. Күп тә тормай, кире килеп инә: «Кыҙҙар, карагыҙ әле». 

«Миләш»те беҙ студент саҡта уҡ йырлай торғайныҡ. Әле лә яңғырай ул сәхнәләрҙә, тик авторын бик иғлан итеп бармайҙар, шунлыҡтан күптәр уның Рәйестең һүҙҙәренә яҙылғанын белмәйҙер ҙә.

Беҙ уҡыған саҡта дәрес ҡалдырыу тигән нәмә бөтөнләй тиерлек булманы. Егеттәр төнөн барып вагон бушатып аҡса эшләп ҡайтҡылай торғайны.   Рәйес тә йөрөгәндер, моғайын. Әммә бер ваҡытта ла шуны һылтау итеп дәрестән ҡасманылар, беҙ уларҙың төнгө «сменаһы» хаҡында аҙаҡтан ғына белә инек. Нисектер тәбиғәте менән тәрбиәле, тәртипле ине егеттәребеҙ барыһы ла. Йәл, шул бишәүҙән хәҙер икәү генә ҡалды. Көйөргәҙе егете Нафиҡ Аллабирҙин 1-се курстан һуң армияға алынып, Афғанстанда һәләк булып ҡуйҙы. Билдәле журналист Юлай Мәҡсүтов фажиғәле һәләк булды.

Төркөмөбөҙҙә шиғыр яҙыусылар, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа байтаҡ ине. Фантастика оҫтаһы Фәниҙә Исхаҡова студент саҡта уҡ «Ленинсы» гәзитендә поэма баҫтырғайны. Ғәлиә Кәлимуллина (Фәйзуллина), Миңзәлә Байышева (Хәлилова), Фирҙәүес Сөләймәнова (Ҡотлогилдина), Фәйрүзә Абайҙуллиналарҙың (Абдулова) шиғырҙары матбуғатта сығып торҙо. Әлеге көндә дүрт группалашбыҙ Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Шуҡлыҡ-шаянлыҡ баштан ашһа ла, Рәйестең ижад өлгөләрен баһалай алмаҫ кешеләр түгел инек, тимәксемен. Айырыуса атай, әсәй, тыуған нигеҙ тураһындағы шиғырҙарын күңелгә яҡын алып, шымып ҡалабыҙ.

Атай миңә һуңғы һүҙен әйтте...

Еңел булһын ауыр тупрағың.

Киләсәктең һин нигеҙен һалдың,

Үҙем күтәрермен бураһын.

...Бер ваҡыт сит ил әҙәбиәтенән имтихан бирәбеҙ. Рәйес был хәлде үҙе һөйләне. «Индем. Билет алдым да ҡараһам, белгән һорау түгел. Тиҙ генә билетты һалдым да икенсеһен алырға булдым. Уныһын да белмәйем. Шунан, ҡуй, уҡытыусы һиҙеп ҡалыр, беренсе билетты кире алайым да ҡуяйым, тип тегене эҙләй башланым. Берҙе асып ҡарайым – юҡ, икенсене – юҡ. Теге билет шул арала әллә ҡайҙа булды ла ҡуйҙы.

– Туляков, что вы делаете? – тип һораны уҡытыусы.

  • Свой билет ищу».

Ошо ябай ғына күренештә Рәйестең эскерһеҙлеге, балаларса бер ҡатлылығы асыҡ сағыла, минеңсә.

Икенсе курсты бөткәс, беҙҙе педагогика буйынса практика үтергә пионер лагерына ебәрҙеләр. Өфөләге бер заводтың  лагеры ине ул.   Бер нисә автобустан торған колонна менән барып төштөк. Лагерь ҙур, русса һөйләшкән ҡала балалары. Рәйес менән икебеҙҙе бер отрядҡа вожатый итеп ҡуйҙылар. Көндөҙ саралар күп, унда ҡатнашабыҙ, бында барабыҙ. Кис етһә, балаларҙы тынысландырып булмай. Мин – ҡыҙҙар яғында, Рәйес малайҙар яғында йә китап уҡыйбыҙ, йә берәй мажаралы фильм һөйләп әүрәтергә тырышабыҙ. Бер ваҡыт тегеләр яғынан ҡурай тауышы ишетелә башлауға аптырап киттем. Берҙән, уның ҡурайын алып килгәнен белмәнем. Икенсенән, бындағы мөхит ҡурайға бөтөнләй ят ине. Рәйес, баҡһаң, балаларға халыҡ йырҙары тарихын һөйләп, уйнап та ишеттермәксе булған. Малайҙарҙың ҡурай моңо тыңлап йоҡлап киткән саҡтары бынан һуң бер тапҡыр ғына булманы. Ә мин Рәйес менән бер отрядҡа тура килгәнемә һөйөнөп бөтә алманым, сөнки 10-12 йәшлек үҫмерҙәрҙе тыңлатып алыуы унһыҙ бик ауырға тура килер ине.

3-сө курстан һуң мин Мәскәү дәүләт университетына уҡырға күстем. Диплом алып редакцияла эшләй башлағас, һабаҡташтар менән дә, шул иҫәптән Рәйес менән дә осрашыуҙар һирәкләп була торҙо. 2000 йылдарҙа «Аҙна» гәзитендә эшләгәнемдә заманса йырҙарға арналған түңәрәк өҫтәл ойошторҙоҡ. Рәйесте лә саҡырҙым. Ул, тәрән шиғырҙар яҙған кеше, эстраданы баҫып киткән бер көнлөк йырҙар тураһында әсенеп-әсенеп һөйләгәйне. Һуңынан хушлашҡанда «Кара әле, «Аҙна»ла миңә берәй эш булмаҫмы икән, – тине. Эше – әҙерәк, аҡсаһы күберәк булһа, яҡшы булыр ине»,  – тип өҫтәп ҡуйҙы.  Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, үҙенең билетын эҙләгән студент иҫкә төшөп китте.  

«Башҡортостан» гәзитендә лә эшләп алды яҡташым. Йөкмәткеле, бик уҡымлы, күләмле мәҡәләләр яҙҙы. Гәзитте алыу менән иң беренсе уның яҙғандарын уҡып сығам. Хәҙер инде һабаҡташыбыҙҙың профессиональ  яҡтан ни тиклем үҫкәнен күрәм:  уйландырырлыҡ фекерҙәр, һиҫкәндерерлек сағыштырыуҙар, көтөлмәгән һығымталар. Бер күргәндә үҙенә шул хаҡта әйттем. «Иң беренсе һинең мәҡәләңде асып уҡыйым», – тинем.  Бик шатланды, ғәҙәтенсә, «Ысынмы, ысынмы?» – тип, тағы бер ҡат әйттереп алды. Ә икенсе ваҡыт, «Ағиҙел» журналында булһа кәрәк, бер шәхес тураһында очерыгы сыҡҡайны, уның хаҡында ла фекеремде әйттем. «Очерк шәп, – тинем, – тик геройға пинжәкте ҙурыраҡтан кейҙергәнһең». Йәғни, саманан тыш маҡтағанһың, тиеүем инде. Рәхәтләнеп көлдө Рәйес. «Нисек тинең, пинжәк ҙурыраҡ булған тейһеңме?» – тей ҙә тағы рәхәтләнеп көлә. Шул рәүешле уның менән матбуғат проблемалары, журналистика тураһында һөйләшеүе күңелле була торғайны.

Моңло кеше ине Рәйес. Һәр нәмәнең моңон-мәғәнәһен тоя-ишетә белә ине ул. Тормошон да, ижадын да шуға көйләне. Үҙенең билетын тапты ул, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә заманы ҡуйған һорауҙарға яуап бирергә лә өлгөрҙө.

 

 

Фәйрүзә АБДУЛОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Миәкә районы.

Бар нәмәнән матурлыҡ эҙләне

Тыуған көнөмдә гел Рәйесте  иҫкә алам. Сөнки студент тормошобоҙ ҙа шунан башланып китте кеүек: төркөм менән тәүге тапҡыр йыйылып, беҙҙең бүлмәлә икебеҙҙең тыуған көндө үткәрҙек. Икебеҙ ҙә – октябрҙең уртаһындағылар. Шул хәтирәләргә башҡалары ла ҡушылып китә...

Рәйес Түләков беҙҙең төркөмгә «ағай» булып килеп инде. Мәктәпте яңы тамамлап килгән ҡыҙ-егеттәрҙән биш-алты йәшкә өлкәнерәк булғанғамы, әллә донъяның әсеһен-сөсөһөн күреп өлгөргәнгәме, ул тәүҙә беҙҙән ситләшеберәк торҙо кеүек. Тәнәфестәрҙә шаярыша башлаһаҡ: «Бала-сағалар», – тип көлөмһөрәп әйтеп ҡуйыр ине. Артыҡ һөйләшмәй, бер нимәгә лә иҫе китмәгән ҡиәфәттә күпме йөрөгәндер, әммә, үҙе әйтмешләй, бала-сағалар донъяһы уны ағайлыҡта оҙаҡ тотманы, буғай. Күҙгә артыҡ салынып бармаған егетебеҙҙең бөтә булмышы менән ижад донъяһында ҡайнауын беҙ һуңыраҡ ҡына аңланыҡ.

Ул илһамланып ижад итә, шиғырҙарын тыңлаусы эҙләй, баһа көтә, тәнҡит һүҙҙәрен дә ҡабул итә, шул уҡ ваҡытта үҙ фекеренең дөрөҫлөгөн иҫбатлай ҙа белә ине. Ерле-юҡтан ғына тыуған шиғырҙары юҡ ине уның. Ғөмүмән, арлы-бирле шиғриәт Рәйескә хас түгел ине. Ул башҡа шағирҙарҙың шиғриәтенә лә бик талапсан ҡараны, тик береһен дә тәнҡитләмәне. Ә бына яратҡан шағиры Рәми Ғариповтың ижадына мөкиббән киткәйне, шиғырҙарын гел яттан һөйләп йөрөр булды. Үҙенә генә хас тоноҡ ҡына тауышы менән һөйләр ҙә һөйләр, ә һин тыңлайһың: тыңламай ҡара, ниндәй матур образдар тапҡан шағир, иҫең китәрлек бит!

Күрше ҡыҙҙар бүлмәһендә стенала эленеп торған һүрәтте күреп, иҫе киткәне хәтерҙә. Ҡарап торһаң, бер ябай ғына һүрәт инде: ауырлы ҡатындың поезға ултырған иренә ҡул бол­ғап оҙатыу күренеше. Шул көндө үк Рәйес алдыбыҙға иҫ китмәле матур шиғыр килтереп һалды. Уның менән танышҡас, инеп, бүлмәләге теге һүрәтте яңынан ҡарайбыҙ: ысынлап та, ябай түгел шул. Ни тиклем тәрән мәғәнә һалынған уға! Әммә был ябай матурлыҡты шағир ғына ижади матурлыҡҡа әйләндерә ала икән.

Тормошҡа ҡарашы ла тик үҙенсә булды Рәйестең. Шуғалыр ҙа уның менән бәхәскә инеү файҙаһыҙ ине. Ул, ысын ир-егеттәрсә, ваҡ-төйәккә ҡыҫылып барманы, һәр нәмәгә үҙ фекере булды. Моңло ла ине ул, ҡурайҙа уйнар, йыш ҡына үҙ алдына йырлап йөрөр ине. Әсәһенең әйт­кән һүҙҙәрен ҡабат-ҡабат иҫкә төшөрөп, һағынып һөйләгәне хәтерҙә.

Яһалмалыҡтың әҫәре лә булманы унда: көлһә, ихлас көлә, хас балаларса үпкәләп тә ала торғайны. Ныҡышмал холҡо, бәлки, үҙенә тормошта ҡамасау ҙа иткәндер. Уға бит ошо минутта уҡ шиғырын уҡып, фекереңде әйтергә кәрәк. Янып ижад иткән Һабаҡташтар менән күрешеү. 2005 йыл.кешенең баһа ишеткеһе килгәндер, сөнки урынлы баһа, йылы һүҙ ижадсыға ҡанат ҡуя, яңынан-яңы фекерҙәр тыуыуға сәбәпсе була. Һабаҡташтар менән осрашҡас... 2005 йыл.

Эйе, Рәйес һәр нәмәнән матурлыҡ эҙләне. Шуға ла ул йыш ғашиҡ булды. Кураторыбыҙ Миҙхәт ағай Мәмбәтов Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡытырға киткәс, беҙҙе саҡырып, яңы студенттары менән танышыу кисәһе үткәрҙе. Осрашыуҙан һуң һәр беребеҙ ятаҡта билдәләнгән бүлмәләргә таралыштыҡ. Мин үҙемә тәғәйен бүлмәләге ҡыҙҙар менән яҡындан танышып та өлгөрмәнем, ишек ҡағалар. Рәйес мине зҙләп килеп инде. Гел бергә һөйләшеп йөрөгәс, эҙләүенә аптырарға ла түгел ине. Көлөшә-көлөшә сәй эсәбеҙ, осрашыу тәьҫораттары менән бүлешәбеҙ, Рәйес бер-нисә шиғырын уҡып ишеттерҙе. Төн ауғас, ул йоҡларға ҡайтып китте, ҡыҙҙарҙың береһе: «Ҡайһылай пар килгәнһегеҙ һеҙ», –  тине. Мин рәхәтләнеп көлдөм дә: «Беҙ бит дуҫтар ғына», – тинем. Ә иртән миңә ул ҡыҙ Рәйескә ғашиҡ булыуы тураһында әйтте. Ҡайтыу яғына поезға ултырғас, эй, йырлашабыҙ, көлөшәбеҙ. Мин уйламай-нитмәй был хәбәрҙе Рәйескә әйтеп һалдым. Ниңә әйттем мин? Рәйескә лә, миңә лә тыныслыҡ бөттө.Ул аҙна һайын – Стәрле юлында, етмәһә, бер мәл ялынып-ялбарып мине лә алып китте.Ҡыҙҙы ятаҡтан  саҡырып сығарҙым да Өфөгә кире ҡайтып киттем.

Ҡыҙҙы ауылына алып ҡайтып, әсәһенә күрһәтеп килгәндән һуң, мине саҡырып алды. Кәйефе юҡ. Тауышы саҡ сыға. «Нимә булды?» – тим. «Был донъяла минең иң яҡын кешем – әсәйем. Мин уға ауыр һүҙ әйткән кешене ғәфү итә алмайым. Шуға күрә яратһам да, уның менән бергә ҡала алмайбыҙ», – тине. «Ниндәй һүҙ ул?» – тип ныҡыштым. «Әсәйем: «Бына ошо донъя һеҙгә ҡала инде.Тупһаны һыуытмағыҙ. Мине лә ҡарарһығыҙ», – тине. Ә ул: «Мин бында ҡайтып, ҡарттар ҡарарға йыйынмайым», –  тип яуапланы».

Рәйестең күҙенән йәштәр атылып сыҡты. Миңә лә ауыр булып китте. Оҙаҡ һүҙһеҙ торҙоҡ. Икенсе көндө шиғырын уҡып күрһәтте. Был юлы минең күҙҙән йәштәр аҡты: ауылдағы әсәйемде, атайымды уйлап...Тыуған нигеҙ, әсәй, килен төшөнсәләренә бик матур мәғәнә һалынғайны  ул шиғырҙа. Аҙаҡтан әллә күпме эҙләнем мин ул шиғырҙы, китаптарында тапманым. Бөтәрләнеп бөткән был ҡағыҙ, бәлки, шул килеш юҡҡа сыҡҡандыр. Шулай булһа, йәл, әлбиттә. Уҡыған һәр кешене уйландырырлыҡ шиғыр ине ул.

Аҙаҡтан буласаҡ кәләше Флүрә менән икеһе араһында хат ташыусы ла булдым бит әле. Вокал ансамбль түңәрәгендә мине Флүрә көтөп торһа (беҙ бергә түңәрәктә йөрөнөк), ятаҡта Рәйес ҡаршыға сығыр ине. Әлбиттә, улар осрашып йөрөнөләр. Ғаилә ҡороп, улдары тыуыуын ишеткәс, әлбиттә, бик ҡыуандым.

Һабаҡташыбыҙ Рәйес Түләков – алты китап авторы, Башҡортостандың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты. Ижади емештәренең һутланған мәлендә, халыҡҡа еткерер һүҙҙәрен йөрәккә үткәреп әйтерлек кимәлгә күтәрелгәндә арабыҙҙан китеп барҙы шағир. Әммә шиғриәте менән ул беҙҙе һәр саҡ матурлыҡ иленә саҡырып тора. Ул илдә беҙ иларбыҙ ҙа, көлөрбөҙ ҙә. Барыһы ла ихлас булыр. Шағирҙың үҙе кеүек…

 

 

 

Миңзәлә Хәлилова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, БР һәм РФ Яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы. Дәүләкән районы.

                                        Ябай, кешелекле, ярҙамсыл ине

          Беҙ танышҡанда әле ул ябай ғына ауыл егете  ине. Бер-беребеҙҙе күрмәһәк тә, мин Буранбай ауылында шиғыр яҙыусы Рәйес исемле егет барлығын белә инем. Уның Рәйсә апаһы менән Миңзифа апайым Сибай педагогия училищеһында бер төркөмдә уҡыны. Минең шиғыр яҙып булашҡанды белгән апайым «Рәйсәнең ҡустыһы ла шиғыр яҙа, әйҙә, икегеҙҙе таныштырабыҙ», – тип ирештерә, шаярта торғайны. Кем уйлаған, бер-нисә йылдан шул егет менән Өфөлә осрашырбыҙ, бер төркөмдә уҡырбыҙ тип!

             Рәйесте районыбыҙҙың «Октябрь байрағы» гәзите аша белдем. 80-се йылдарҙа  редакция эргәһендә Гөллирә Исхаҡова  «Ҡыңғырауҙар» исемле әҙәби түңәрәк ойошторғайны. Башлап яҙыусыларға ҡанат ҡуйған, ижадҡа этәргән,  бәләкәй генә шиғырҙарыбыҙҙы баҫтыра алыу мөмкинселеген биргән «Ҡыңғырауҙар» күпме кешегә ижад майҙансығы булды! Айына бер тапҡыр гәзиттә шиғырҙарыбыҙ баҫыла, ҡайһы саҡта Гөллирә апай матур итеп гәзиткә килгән шиғырҙарға байҡау яһай, йылы һүҙҙәрен әйтә (ул гәзиттәр әле лә миндә һаҡлана). Шунда Әхмәр Үтәбай, Буранбай Исҡужин, Рәйес Түләктең һ.б.шиғырҙары йыш күренде.

1982 йыл. Беҙ 25 студент Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында, башҡорт-рус бүлегендә уҡый башланыҡ. Арабыҙҙа яңы парта артынан сыҡҡандар ҙа, хеҙмәт юлын башлағандар ҙа, хатта Совет армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандар ҙа бар. Барыбыҙҙы ла бер теләк берләштерә – уҡырға, юғары белем алырға! Көндөҙ дәрестәрҙә гөр киләбеҙ, кисен Салауат Юлаев һәйкәле эргәһенә «пятачок»ка йүгерәбеҙ, театрҙағы премьераларҙы ҡалдырмайбыҙ! Беҙҙең төркөм шул тиклем дуҫ, татыу.

Беренсе курсты тамамлағас, Әхмәт ағай Сөләймәнов етәкселегендә Ғафури районына фольклор экспедицияһына сығып киттек. Ауылдарҙа көндөҙ ауыҙ-тел ижады өлгөләре йыябыҙ, тамаҡ хаҡына колхозға бесән эшләшәбеҙ, кисен клубтарҙа концерт ҡуябыҙ. Рәйес сәхнә уртаһында – ҡурай тарта, шиғырҙар уҡый!

Шул уҡ йылды Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында төҙөлөш отрядында эшләнек. «Ровесник» тип аталған отрядыбыҙ  (мин отряд комиссары инем) йорттар төҙөүҙә ярҙам итеп, штукатур-маляр эшен башҡарҙы. Рәйес унда минең иң ҙур ярҙамсым. Машина менән цемент килә, уны бушатырға кәрәк! Ҡыҙҙарға был ауыр эште ҡушып булмай. Шул ваҡыт беҙгә Рәйес ярҙамға килә: «Ҡыҙҙар, ярай, беҙ ике егет бушатырбыҙ» – тип, ауыр йөктө үҙ өҫтөнә ала.

Эш ауыр, көнө буйы стеналар шымартабыҙ, төндә, отрядыбыҙ йоҡлап киткәс, ҡыҙыл мөйөштә командир менән көндәлек эшкә һығымта яһайбыҙ, «Йәшен» исеме аҫтында гәзит сығарабыҙ. Эргәбеҙҙә алмаштырғыһыҙ ярҙамсыбыҙ – Рәйес! Ул шиғырҙар яҙып бирә, иртән тороуға гәзит әҙер. Еңелсә юмор менән һуғарылған шиғыр юлдарында һәр кем үҙен таный.

...1984 йыл. Декабрь аҙағы. Вәрис менән туйыбыҙ Баймаҡ районында үтергә тейеш. Унда бер төркөмдә уҡыған ҡыҙҙар, егеттәр саҡырылған, араларында Рәйес тә бар.Ул бер юлы ике ҡуяндың ҡойроғон тоторға ҡарар итте: туйҙа ла була, тыуған ауылына ла ҡайтып килмәксе.

Кистән Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылына килеп, ҡәйнәмдәрҙә йоҡлап, таңда юлға сыҡтылар. Мин уларҙы Баймаҡта көтәм. Тик һис уйламағанда Мәләүез ҡалаһына етер саҡта автобустары ватыла.  Көндәр шул мәлдә ныҡ һыуыҡ торҙо. Вәристең ағаһы менән дуҫы, транспорт юллап, кире Дәүләкәнгә борола, ә ҡалғандар һыуыҡ автобуста ҡала. Ҡайғырышып, өшөп, ойоп, шып-шым ултырған кешеләр бер заман талғын ғына ҡурай тауышы ишетә. Берәм-берәм баштар күтәрелә. Автобустың уртаһына баҫып, Рәйес ҡурай уйнай. Кәйефтәр бер аҙ күтәрелә төшә. Бер аҙҙан ауылға ҡайтып киткән егеттәр йөк машинаһында килеп тә етә. 

Рәйес бына шундай ине. Ябай, кешелекле, ярҙамсыл...

«Миңзәлә, Вәрис менән һинең мөхәббәт усағыңда йөрәгемде йылытып китергә ине...Тик һин, дәүләкәндәрсә, «Беҙгә лә килеп сыҡ», – тип саҡыра күрмә мине. Мин килеп кенә сыҡмайым, бер-нисә көнгә киләм һеҙгә!» – тип шаяртҡайны һуңғы күрешкәндә.

Килә алманы. Үкенесле донъя...

 

Һабаҡташыбыҙҙы һағынып... (Рәйес Түләктең тыуыуына 65 й.)
Һабаҡташыбыҙҙы һағынып... (Рәйес Түләктең тыуыуына 65 й.)
Һабаҡташыбыҙҙы һағынып... (Рәйес Түләктең тыуыуына 65 й.)
Һабаҡташыбыҙҙы һағынып... (Рәйес Түләктең тыуыуына 65 й.)
Автор:
Читайте нас: