Все новости

«РӘСӘЙ АЛДЫНДА БАШҠОРТОСТАН ЯҘЫУСЫЛАРЫНЫҢ ХЕҘМӘТЕ ҘУР»

Быйыл Башҡортостан Яҙыусылар союзы үҙенең 90 йыллығын билдәләй. Халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сара – «Китап-байрам» булып үтте. Башҡарылған эшкә ваҡытында һығымта яһап барыу кәрәк, тигән уйҙан сығып, ойошма рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовкә мөрәжәғәт иттек.

Айгиз Баймөхәмәтов
Айгиз Баймөхәмәтов

– Айгиз Ғиззәт улы, һанап үтелгән мөһим сараларға әҙерләнгәндә союздың ойошторолоу тарихын ҡат-ҡат күҙ алдынан үткәрә тор­ғанһығыҙҙыр?

– Беҙҙең Союз – бай тарихлы, Рәсәйҙә абруйлы ижади ойошмаларҙың береһе тип һанала. Ауыр йылдарҙа барлыҡҡа килгән яҙыусылар ҡороноң башында ниндәй мәшһүр ил ағалары торған! Ҡыҙғанысҡа, күп аҫыл заттарыбыҙ репрессия ҡорбаны булған: Афзал Таһиров, Булат Ишемғол, Һәҙиә Дәүләтшина, Ғөбәй Дәүләтшин, Дауыт Юлтый, Төхвәт Йәнәби, Имай Насыри, Мөхәмәтша Буранғолов, Әбүс, Йософ Гәрәй һ.б. Илдә ниндәй генә сәйәси тулҡындар булмаһын, уларҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан әҙиптәребеҙ Ватанға иҫ киткес тоғролоғон күрһәткән. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышында 47 башҡорт яҙыусыһы үҙ теләге менән яуға китә, шуларҙың 17-һе батырҙарса һәләк була. Буласаҡ халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов 14 йәшендә фронтҡа барыр өсөн силсәүиттән йәшен өҫтәтеп справка ала һәм ил һаҡларға китә! Бына ниндәй әҙиптәребеҙ бар ғорурланырлыҡ!
Бөгөнгө илебеҙҙең яҙмышы хәл итергән осорҙа ла әҙиптәребеҙ ҡәләм менән дә, үҙенең идеологик хеҙмәте менән дә алғы сафта бара. Белеүебеҙсә, Украинала барған махсус хәрби операциянан башҡорт әҙиптәре лә ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, мин, Зөһрә Бураҡаева, Мөнир Ҡунафин, Миләүшә Ҡаһарманова, Лариса Абдуллина ул тарафтарҙа командировкала булып ҡайттыҡ. Һөҙөмтәлә патриотик йүнәлештәге әҫәрҙәр тыуҙы. Яҙыусы, драматург Мөнир Ҡунафиндың «Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...» тигән юлъяҙмаһы китап булып донъя күрҙе.
Башҡортостандан Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, гуманитар йөк әҙерләүсе ирекмәндәрҙе дәртләндереү маҡсатынан «Йөрә­гемдә – минең Ватаным!», «Үҙе­беҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» тигән әҙәби-патриотик акциялар ойошторолдо. Хатта яҙыусыларыбыҙ Светлана Васикова, Гөлсирә Ғиз­зәтуллина үҙ өйөндә маскировка селтәрҙәре әҙерләй. Шәхсән үҙем дә илебеҙгә ярҙам булһын тип, Тыва драма театрында ҡуйылған спектаклемдән йыйылған аҡсаны дрондар һатып алыуға ебәрҙем.
Яҙыусылар союзы ойошторған «Заман ауазы» конкурсы хаҡында ла әйтеп үтергә кәрәктер. Патриотик әҫәрҙәр ижад итеүгә арналған конкурс ине ул, приз фонды 1 200 000 һум тәшкил итте. Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына бойомға ашырылды. Конкурсҡа 200 самаһы әҫәр килде, март айында йомғаҡ яһап, ун еңеүсе бүләкләнде. Әҫәрҙәре, конкурс шарттарына ярашлы, айырым китап итеп сығарылды. Улар, ысынлап та, заман ауазы булып әҙәбиәт йылъяҙмаһына инеп ҡалыр, тип ышанабыҙ.
Шулай итеп, Рәсәй алдында Башҡортостан яҙыусыларының хеҙмәте ҙур.
Ошоларҙың барыһын иҫәпкә алып, республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Яҙыусылар союзының 90 йыллыҡ юбиле­йын юғары кимәлдә үткәрергә тип ҡарар итте, махсус Указ да сыҡты. Беҙ һәр ваҡыт республика етәкселегенең иғтибарын, хәстәрен тойоп йәшәйбеҙ. Ошондай мөнәсәбәт дәртләнеп эшләргә көс бирә, яңынан-яңы бейеклектәргә әйҙәй. Әйтергә кәрәк, Башлығыбыҙ бик иғтибарлы кеше, әйткән һүҙендә тора. Уның ярҙамы менән ижади ойошманың эше йәнләнеп китте, бихисап мөһим сараларҙы тормошҡа ашырып киләбеҙ.

– Бөгөнгө көндә союзда йәмғеһе нисә яҙыусы иҫәпләнә?

– Әле беҙҙең ойошмала теп-теүәл 300 ижадсы ағза булып тора. Яҙыусылар союзы башҡорт, рус, татар телендә яҙған әҙиптәрҙе берләштерә. Күптәрҙең исемдәре халыҡҡа яҡшы таныш. Үҙҙәрен танымаһалар ҙа, ижад емештәрен беләләр. Һәр хәлдә рухи һәм мәҙәни тормошобоҙҙо әҙиптәрһеҙ күҙ алдына килтереп булмай: республикалағы театрҙар сәхнәһен союз ағзалары ижад иткән пьселалар биҙәй, филармония артистарының йырҙарын шағирҙар ижад иткән, төшөрөлгән киноларҙың сценарийын да яҙыусылар яҙған, мәктәп программаһында башҡорт әҙәбиәте дәреслектәре лә союзыбыҙ ағзаһы булып торған әҙиптәребеҙҙең ижадынан хасил.

– Яҙыусылар союзының эше ниндәй йүнәлештәрҙә алып барыла?

– Ойошмабыҙҙа һәр телдә ижад итеүсе йәштәрҙе үҫтереү өсөн мөмкинселектәр тыуҙырылған, бының өсөн әҙәби консультанттар эшләй. Рус һәм татар телле яҙыусыларҙың бүлеге бар. Бынан тыш, проза, поэзия, драматургия, әҙәби тәнҡит, сатира һәм юмор, художестволы тәржемә, балалар әҙәбиәте секциялары эшләп килә. Һәр секцияның етәксеһе – республикала танылған яҙыусы йәки әҙәби журналдың баш мөхәррире. Шуға ла яңы авторҙың әҫәре «Китап» нәшриәтенә барып еткәнсе ентекле анализ үтә, секция етәкселәре һәр саҡ ярҙам итергә әҙер.

– Секцияларҙа тикшереләһе әҫәрҙәргә ҡытлыҡ юҡмы?

– Беҙҙең халыҡ сәсән телле бит ул! Ижад итеү, күрәһең, беҙҙә ҡандан киләлер. Әммә профессиональ ижади ойошма булғас, талаптар ҙа юғары. Әлеге көндә союзға ҡабул ителеү өсөн 200-гә яҡын авторҙың ғаризаһы ята. Тикшереүгә ебәрелгән ҡулъяҙмалар ҙа әҙ түгел. Тик, ҡыҙғанысҡа, проза һәм драматургия жанрында ҡытлыҡ бар. Күрәһең, күп көстө һәм профессиональ әҙерлекте талап иткән өлкә һәр кемгә лә бирелмәй.

– Яңыса төҙөкләндерелгән Яҙыусылар йортон дүрт күҙ менән көтәбеҙ. Элек бит унда тормош ҡайнап тора ине. Ижад кешеләре өсөн йыйылып аралашыр, фекер төйнәр урын бик кәрәк.

– Яҙыусылар йорто – ул региональ кимәлдәге тарихи ҡомартҡы. Ҡыҙғанысҡа, оҙаҡ йылдар дауамында капиталь ремонт булмағанға, уның торошо бигүк яҡшынан түгел ине. Радий Фәрит улы контролгә алғас, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Шуны ла күҙ уңында тотор кәрәк, әле илебеҙ еңел булмаған осорҙо кисерә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, финанс мөмкинселек табыуҙары Башҡортостанда әҙәбиәткә ни тиклем иғтибар булыуын күрһәтә. Былтыр уны реставрациялау буйынса проект-смета эштәре барҙы, ошо көндәрҙә төҙөкләндереү эштәре башлана. План бу­йынса 2025 йылды яңыртылған бинала ҡаршы алырға тейешбеҙ. Республика етәкселеге был йәһәттән ҙур хәстәрлек күрһәтә, эш барышы буйынса ике аҙна һайын Хөкүмәтебеҙҙә кәңәшмә булып тора. Ошо арала Республика Башлығы үҙе төҙөлөш эштәрен килеп ҡарап китергә тейеш. «Беҙ был йорттан кәнфит эшләйәсәкбеҙ!» – ти Радий Хәбиров.

– Быйыл «Китап-байрам» Өфөлә икенсе тапҡыр уҙғарылды. Шунда уҡ Рәсәй яҙыусылар союзының күсмә пленумы үтте. Унда ниндәй мәсьәләләр яҡтыртылды?

– Эйе, «Китап-байрам» халыҡ-ара йәрминкәһе беҙҙә Башҡортостан Башлығы Указы нигеҙендә үткәрелеп килә. Бығаса ундай кимәлдәге сара тик Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҙғарыла ине. Шуныһы ҡыуаныслы, абруйлы сараның дәрәжәһе йылдан-йыл арта. Унда ҡатнашырға теләгән нәшриәттәрҙең дә, китап һатып алырға килгән халыҡтың иҫәбе лә күбәйә бара.
Быйылғы «Китап-байрам»ында Рәсәй төбәктәренән һәм алты сит илдән килгән 200-ҙән ашыу нәшриәт, китап сауҙаһы ойошмалары, үҙебеҙҙең яҙыусылар, 170 меңдән ашыу самаһы кеше ҡатнашты. Дағстан, Удмурт, Сыуаш, Мордва, Татарстан, Саха (Яҡут) һ.б. республикаларының милли нәшриәттәре китап күргәҙмәһе ойошторҙо. Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, Иран кеүек илдәрҙән дә ҡунаҡтар булды.
Йәрминкә барышында 60 меңдән ашыу дана китап һатылды.
Байрам ваҡытында Башҡортостан Яҙыусылар союзының 90 йыллыҡ юбилейы билдәләнде.
Рәсәй Яҙыусылар Союзының Өфөләге күсмә пленумы ла тарихта ҡалырлыҡ ваҡиға. Илдең яҙыусылар союзы рәйесе Николай Иванов етәкселегендәге пленумда 30-ҙан ашыу милли республиканан әҙиптәр ҡатнашты. Мөһим сараның төп девизы «Халыҡтар дуҫлығы – әҙәбиәттәр дуҫлығы» тип билдәләнде. Пленумда ҡатнашыусылар әҙәбиәттә пат­риотик темаға иғтибарҙы көсәйтеү кәрәклеге тураһында һөйләне, нәфис тәржемәне йәнләндереү мәсьәләләрен күтәрҙе, киләсәккә уртаҡ яңы ижади проекттар билдәләне. Әйтергә кәрәк, был пленум башҡа республикаларҙағы ҡәләмдәштәребеҙ менән дуҫлыҡ ептәре нығытыу, хеҙмәттәшлек итеү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә.

– Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы Беларусь Респуб­ликаһының яҙыусылары менән тығыҙ бәйләнештә икәнен беләбеҙ...
– Үткән йылдың октябрендә Минск ҡалаһында Башҡорт әҙәбиәте көндәре гөрләп үтте. Унда Өфөнән 12 яҙыусы һәм сәнғәт эшмәкәре, республикабыҙҙың әҙәби баҫмаларының баш мөхәррирҙәре ҡатнашты. Ике республика араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса эшлекле осрашыуҙар булды, «Башҡорт яҙыусылары – белорус ерен һаҡлаусылар» тигән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, ике республика яҙыусыларының әҫәрҙәрен тәржемә итеү һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Минск үҙәгендә әҙәбиәт көндәре уңайынан халыҡ яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина иҫтәлегенә ағас ултырттыҡ.
Башҡортостан Республикаһы көнөндә Минскиҙың Әҙәбиәтселәр йортонда белорус һәм башҡорт шиғриәте кисәһе булды.
Дөйөмләштереп әйткәндә, әҙәбиәттәр дуҫлығы халыҡтар дуҫлығын нығытыуға булышлыҡ итә.
Башҡортостан яҙыусылар союзы тарафынан әҙерләнеп, «Хәҙерге белорус әҙәбиәте антологияһы» донъя күрҙе. Әйткәндәй, был китап «Китап-байрам»да халыҡҡа тәҡдим ителде, «Йыл китабы» конкурсында I дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Әлеге ваҡытта Ҡаҙағстан менән ижади бәйләнештәрҙе нығытабыҙ. Алла бирһә, көҙөн Алматы ҡалаһында Башҡортостан әҙәбите көндәрен уҙғарыу күҙаллана. Бындай мөһим проекттарҙы дәүләт ярҙамынан тыш үҙебеҙ тормошҡа ашыра алмаҫ инек. Иң мөһиме – Башҡортостан етәкселеге Һүҙ ҡәҙерен, әҙәбиәт көсөн аңлап эш итә, шуға эшләүе лә еңел. Башҡа төбәккә сараларға барғанда, үҙебеҙҙең республика өсөн оялырлыҡ түгел.
– Башҡортостанды Рәсәйҙә, сит илдәрҙә танытыу йәһәтенән кемдәрҙе, ниндәй әҫәрҙәрҙе атап әйтеп була? Беҙҙе ситтә беләләрме, нисек беләләр? Үҙегеҙҙең дә әҫәрҙәрегеҙ төрлө телдәргә әүҙем тәржемә ителә. Ижадсы өсөн был, һис шикһеҙ, яңы офоҡтар аса, шулай бит?

– Әлбиттә! Беҙҙең донъяға танытырлыҡ эпостарыбыҙ ғына ни тора! Совет заманында ла, хәҙерге осорҙа ла әҙәбиәтебеҙҙең кимәлен билдәләрлек әҫәрҙәр тыуған, әле лә, шөкөр, яңы исемдәр асылып тора. Элекке союздаш республикаларҙа башҡорт әҙәбиәтен яҡшы беләләр. Был, әлбиттә, билдәле – ул осорҙа тәржемәгә айырыуса иғтибар бүленгән. Тәржемә – беҙгә бик кәрәк ҡорал, унһыҙ әҙәбиәтебеҙҙе танытыу мөмкин түгел. Бөгөндән үк халыҡ-ара майҙанға сығарырлыҡ ижадсыларыбыҙ бар, тик заманса пиар, китаптарын төрлө телдәрҙә системалы баҫтырыу булмағас, уларҙы тик Башҡортостанда һәм Татарстанда беләләр. Исемләп авторҙарын әйтеп тормайым, сөнки беҙҙең яҙыусылар – хисле халыҡ, мине телгә алмағанһың, тип үпкәләп йөрөрҙәр.

– Һеҙ һәр саҡ юлда. Ижад эшенә ваҡытығыҙ ҡаламы?

– Был иң ауыр һорау. Сөнки минең өсөн иң ҙур ләззәт килтергән хеҙмәт – ижад. Ҡыҙғанысҡа, иркенләп яҙышып ултырырға ваҡыт юҡ. Башымда бихисап әҫәргә идеялар бар, тик ҡағыҙға төшөрөргә генә форсат юҡ. Дөрөҫөн әйтәм, мин етәкселек эшенә ынтылып торған кеше түгел. Шул уҡ ваҡытта үҙемә йөкмәтелгән эштәрҙең мөһимлеген дә аңлайым. Башлаған эштәрҙе ташлап китеп булмай, ҡәләмдәштәремдең ышанысын аҡларға тейешмен. Әлегә түҙәм әле.

– Ниндәй генә өлкәне алма, һәр етәксе өсөн иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе: быуындар күсәгилешлеген тәьмин итеү. Башҡорт әҙәбиәтенең киләсәге өмөтлөмө?

– Былтыр йәш таланттарҙы билдәләү маҡсатынан «Асыш» әҙәби конкурсын ойошторғайныҡ. Иллеләп яңы исемде асыуыбыҙ ҡыуандырҙы. Тимәк, башҡорт әҙәбиәтенең киләсәге бар, тип икеләнмәй әйтә алабыҙ. Йәштәребеҙ етәрлек. Әле ижади ойошмабыҙҙың 90 йыллыҡ юбиле­йын билдәләгәндә 11 йәш яҙыусыны Союзға ағза итеп ҡабул иттек. Йәштәрҙе күрә белергә, уларға кәрәк саҡта терәк-таяныс булырға, үҫергә мөмкинселек бирергә кәрәк. Үҙҙәренә лә ҡыйыу, тырыш булыр кәрәк. Биш йылға бер китап сығарып ҡына яҙыусы булып булмай. Ни тиһәң дә, телдең, әҙәбиәттең киләсәге уларға ҡала. Шуны һәр йәш ижадсы аңлап, иңендәге яуаплылыҡты тойоп йәшәһә ине.

Искәндәр Хәсәнов фотолары.

 

Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе  Николай Иванов.
Республика етәкселеге «Китап-байрам» йәрминкәһендә.
Шағирә Айһылыу Ғарифуллина «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған  мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Республика ҡунаҡтары Торатауҙы ла барып күрҙе.
Рәсәй Яҙыусылары күсмә пленумының эш президиумы.
Мәскәү ҡунағы, билдәле яҙыусы һәм продюсер Олег Рой.
Ун бер йәш ижадсыға Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы  ағзаһы танытмаһы тапшырылды.
Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Николай Иванов.
Автор:Зөлфиә Ханнанова, «Ватандаш»
Читайте нас: