Тау башы осланып өлгөрмәгән күбәгә килеп төртөлдө. Күбә һелкенеп, бер яғы ауып китте. Тау күсеп килде, тигән уй йүгерҙе бабайҙың башынан. Ә тау тигәне... бер ҙә тау түгел, еңел автомобиль ине .
Тигеҙ юлдан еңел генә елдереп килгән машинала йәштәр – яңыраҡ өйләнешкән Гөлназ менән Руслан дуҫтарынан ҡайтып килә. Бирелеп ниҙер һөйләгән Руслан Гөлназдың: “Туҡта!”- тигәнен дә ишетмәй, томан араһына инеп китте. Йәшел томан ине ул...
Тарих ҡабатлана. Тик саҡ ҡына икенсе төрлөрәк. Әйҙәгеҙ баштан башлайыҡ.
Русландың ҡартатаһы Хәнифкә ҡыҙҙар килеп киткәнгә ике йыллап ваҡыт үтте. Ейәненең өйләнмәй, һаман яңғыҙ йөрөүен күргән Хәниф бабай был турала ипләп кенә һүҙ башланы:
- Улым ниңә яңғыҙ аҡҡош һымаҡ ҡаңғырып тик йөрөйһөң, үҙ ишеңде таба алмайһыңмы ни һаман?
-Юҡ ҡартатай. Берәү ҙә күңелемә ятмай.
-Эй улым, йөрәкте яндырған, илатҡан да, йырлатҡан да, көлдөргән дә мөхәббәт берәү генә була шул. Тик бәхетлеләргә генә эләгә ундай мөхәббәт.
-Ҡартатай, мөхәббәте менән бергә ҡала алмаһа ла бәхетле буламы ни?
-Эйе. Йөрәген мөхәббәт уты яндырмаған кеше ҡаты бәғерле була. Миндә лә булды ундай мөхәббәт, тик эҙһеҙ юғалды, юғалттым мин уны.
-Ә өләсәйем? Ул түгелме ни һинең мөхәббәтең?
-Һуңынан осраттым мин өләсәйеңде, һуғыштан һуң.
- Өләсәйемә яратмай өйләндеңме ни?
-Улай уҡ тип әйтеп булмай. Хөрмәт иттем мин уны. Ҡаҡманым, һуҡманым. Килешеп, татыу йәшәнек беҙ. Бына тигән балалар үҫтерҙек, - тип йылмайҙы Хәниф.
-Ә ул һинең яратмағаныңды һиҙҙеме?
-Бәлки, һиҙгәндер ҙә, бик аҡыллы ҡатын булды ул, мине бер нәмә тип тә ғәйепләмәне. Гармуның менән ғашиҡ иттең мине, тип көлә торғайны.
-Ҡартатай, минең дә йөрәгемде яндырыусы бар ҙа ул, нимәгәлер икеләнәм. Дөрөҫөн әйткәндә, уның ҡайҙа икәнлеген дә белмәйем.
-Эй, улым. Хәҙерге заманда кеше шулай ҡайғырып торамы ни? Мөмкинлектәр беҙҙең замандағы кеүек түгел бит. Мотлаҡ табырға тейеш һин уны. Эҙлә улым, көрәш үҙеңдең мөхәббәтең өсөн. Аҙаҡ үкенерһең. Эҙләп тап үҙеңдең гөлөңдө, наҙыңды.
Ҡартатаһы менән асыҡтан-асыҡ һуңғы һөйләшеүе булған икән Русландың. Күп тә үтмәй вафат булды ул. Һуғышта алған яралары менән былай ҙа арыу йәшәне.
Бер көн шулай район үҙәгенән уйланып китеп барғанда, Русланға уйламағанда Роза осраны. Бәлки, үтеп тә киткән булыр ине. Роза: “Хәниф!” - тип үҙе туҡтатты уны. Шунан ул Розаны танып ҡалды. Был бит ҡартатайыма Гөлназ менән килгән ҡыҙ.
-Ниңә миңә гел Хәниф тип өндәшәһегеҙ? Мин Руслан. Эйе ҡартатайымдың йәш сағына ныҡ оҡшағанмын, - тине бер аҙ асыуланып егет.
-Йәш саҡтағы Хәниф, -тине уйсан ғына Роза. -Ҡартатайыңды йәш саҡтан беләм бит, - тип йылмайҙы шунан.
Руслан уның шаяртыуына иғтибар итмәй, үҙенең йөрәген өйкәгән һорауын биреп ҡалырға ашыҡты.
-Миңә Гөлназ кәрәк ине, ҡайҙа ул, - тине.
-Үҙендә инде, - тине Роза.
- Миңә уның адресы кәрәк.
-Нимәгә ул? Гөлназ адресын бер кемгә лә бирергә ҡушманы.
-Үтенеп һорайым Роза, бир инде. Мин бит унһыҙ йәшәй алмаҫымды тоям.
-Ә Гөлназ һинһеҙ йәшәй алһа?
-Мин уның һөйөүен яулап алырмын, Роза. Әйт инде миңә адресын. Әйтмәһәң бер тотам артыңдан ҡалмай эйәреп йөрөйәсәкмен.
-Улай бик үтенгәс әйтәйем инде. Йә ошо ерҙә йөрәгең ярылып ҡуйыр, - тип ҡысҡырып көлөп ебәрҙе Роза.
Гөлназ ул көндө эштән һуңыраҡ сыҡты. Ағас төбөндә торған йәш кешегә таныш күренә, тип бер күҙ һирпеп алды ла, ары атлап китте. Артынан: “Гөлназ”, - тигән тауышты ишетеп әйләнде һәм егеткә ҡараны. Көтөлмәгән осрашыуҙан ҡаушап, ҡулындағы әйберҙәре төшөп китте. Үҙе ҡуҙғалмай тора бирҙе. Уның ҡурҡыуын үҙенсә аңлаған Руслан ҡыҙҙың ерҙә ятҡан әйберҙәрен йыйып алып ҡулына тотторҙо. Һаман бер ни өндәшә алмай торған ҡыҙға:
-Һаумы Гөлназ. Мин Руслан. Һеҙ минең ҡартатайыма килгәйнегеҙ, - тине.
Бер нисә секунд эсендә Роза менән булған ғәжәп хәл-ваҡиғаларҙы башынан үткәргән Гөлназ алдына кем килеп баҫҡанын - Хәнифме, әллә ейәнеме аңлап етмәне шул. Шунан бер аҙ иҫенә килеп, егетте яҡындағы паркка алып китте.
Тыныс урынға ултырғас, Гөлназ егеттән:
- Һеҙ нишләп килдегеҙ бында, - тип һораны ҡырҡыу тауыш менән. Уның шулай ҡаты бәрелеүен аңлап еткермәгән Руслан:
- Һеҙҙе күргем килде, - тине.
-Ниңә, - тине тағы Гөлназ ҡаты тауыш менән.
Руслан бер аҙға тынып ҡалды. Мин яратҡан, төштәремдә күргән ҡыҙ шундай тупаҫ, ҡаты бәғерлеме икән ни? Бушҡа эҙләгәнмен икән, тип урынынан тороп китергә ынтылды. Шунда ҡартатаһының тауышын ишеткәндәй булды. “Ташлама үҙеңдең наҙыңды”. Руслан тирә-яҡҡа аптырап ҡарап, кире урынына ултырып, Гөлназға әйләнеп ҡараны. Ә ҡыҙ көтмәгәндә уға яғымлы йылмайып ҡараны ла: “Нишләп мине эҙләнегеҙ?” - тине. Йылмайыуҙан күңеле ирегән Руслан бөтә хистәрен быр тынала асып һалғыһы килһә лә: “Минең һине бик күрәһем килде”, - тип кенә әйтә алды. Йөҙө тағы етдигә әйләнгән Гөлназ: “Эҙләмә мине, Руслан”, - тине лә урынынан тороп шәп-шәп атлап китеп барҙы. Руслан бер мәлгә аптырап ҡалды һәм Гөлназдың артынан йүгерҙе.
-Туҡта, Гөлназ, туҡта, - тип ҡаршыһына сыҡты. – Китмә, зинһар. Мин һине яратам. Һине тәү күргәндән оҡшаттым. Күпме ваҡыт үтһә лә, онота алманым. Розанан адресыңды алып, һине эҙләп таптым. Китмә инде.
- Онот мине, Руслан. Беҙ бер ҡасан да бергә була алмаясаҡбыҙ. Мин бит һине яратмайым.
Бындай ауыр һүҙҙәрҙән, сараһыҙлыҡтан Руслан албырғап ҡалды. Гөлназ китте.
-Мин, барыбер, йөрәгеңде яулап алырмын, тип ҡалды уның артынан Руслан, - мин һине юғалтмаҫмын.
Ә Гөлназ күҙ йәштәре аша үҙенең ҡайҙа баҫҡанын да, ҡайҙа барғанын да белмәй атланы ла атланы. Нисек була инде был. Теге ваҡиғаларҙан һуң саҡ күңелдәре тынысланып, ғәҙәти тормош менән йәшәй башлағайнылар бит Роза менән. Эстән генә Розаны әрләне , нишләп биргән ул минең адресты. Нисек ҡотолорға был йәш егеттән. Ҡартатаһын яратып, инде ейәнен яратып буламы икән? Ысын яраттымы икән ул Хәнифте? Ысын мөхәббәт булдымы икән араларында? Ул хәлдәрҙән һуң әле бер егет менән дә дуҫлашҡаны юҡ Гөлназдың. Гармун тауышы ишетһә йөрәге тертләп китә. Ҡырҡ беренсе йылда ҡалдымы икән ни минең бәхетем, тип тә уйлай торғайны. Унан был баш етмәҫлек хәлде ысынға алмай, миңә тигән бәхет, бәлки, алдалыр, тип өмөтләнә ине. Тик Хәнифтең ейәне яратам тип килеп торор, тип бер ҙә башына килтергәне булманы.
Атланы ла атланы Гөлназ. Аҙыраҡ иҫенә килгәндә, үҙҙәренең ҡапҡа төбөндә тора ине. Ярай әсәһе өйҙә булманы, апайҙарына киткән. Юғиһә Гөлназды күреп ҡурҡып китер ине.
Яңы көн тыуҙы. Руслан менән осрашыу бер төш һымаҡ күренде Гөлназға. Егет тә башҡа күренмәне. Көндәр шулай үтә торҙо.
Бер көн кисен урамда гармун тауышы ишетеп тертләп китте. Шунан тышҡа йүгереп сыҡты. Унда таныш моң ағыла, таныш йыр...
Һөй тип үтенмәм, ләкин үкенмәм,
Йәшлектә һине һөйгәнгә шулай.
Һин мине түгел, йәшлектең үҙен
Оноттоң буғай...
Гөлназ сығып, хәлһеҙләнеп ҡапҡа бағанаһына һөйәлде. Ә гармунда Руслан уйнай һәм хисләнеп йырлай.
Һине уйлаһам мине моң баҫа
Борсолоп йөрөйөм инде нисә ай...
Илай-илай йыр тыңлаған Гөлназда егеткә ҡарата шундай йылы хистәр уянды. Хәнифкә булған һөйөүе уның ейәненә күстеме ни?! Бына мөғжизә.
Күктән нур ҡойолдо күрәһең, мөхәббәт нуры.
Йыр тамамланғас, ипләп кенә барып егеткә һыйынды. Бер-береһенең йөрәк тибешен тыңлап оҙаҡ торҙо улар. Яңы яралған мөхәббәт күкрәктәренә һыймай ялҡын булып күктәргә олғашты, яңы йондоҙ балҡығандай булды. Яраттырҙы Руслан. Гармун тағы мөхәббәткә юл асты.
Бына шулай. Бер нисә айҙан өйләнештеләр. Һөйөү диңгеҙендә йөҙҙөләр пар аҡҡоштай. Бөгөнгө хәл килеп сығыр алдынан, әлеге лә баяғы Вәсиләгә ҡунаҡҡа барғайнылар, бәпәй туйына саҡырғайны әхирәттәре. Роза ла булды ҡунаҡта . Әммә ул тормош иптәше менән иртәрәк ҡуҙғалғайны. Сәғиттең ейәненә кейәүгә сығырмын тип шаяртҡан Роза ла Сәғиткә оҡшаған егетте яратты бит. Егет тә бер күреүҙән Розаны оҡшатып, артынан бер тотам ҡалмай йөрөп, кәләш итеп алды. Эйе улар иртәрәк ҡуҙғалып өлгөрҙө. Ә Гөлназ менән Руслан бына күбәгә килеп төртөлдө...
Шаңҡыуҙан айнып, йәштәр машинанан сыҡты. Уларҙы күреп Сәлим бабай: “ Йә Хоҙай, Гөлназ, Хәниф тине лә, - Ләхәүлә вәлә ҡеүәтә, - тип уҡынып, йыйып йөрөгән бесәне өҫтөнә ултыра төштө. Бер килке уларға ҡарап ултыра торғас, һорауҙарын теҙеп ташланы:
-Ҡайҙан килеп сыҡтығыҙ, һеҙ ҡауыштығыҙмы, нисек табыштығыҙ?
Сәлим бабайҙы күреп, яңынан элекке ваҡытҡа барып сығыуҙарын аңлаған Гөлназ ни әйтергә белмәй тынып ҡалды. Үҙенә Хәниф тип өндәшеүгә аптыраған Руслан бер Гөлназға, бер Сәлим бабайға, бер күбәгә килеп төкөгән машинаһына ҡараны. Шунан машинаһы янына барып уның ни хәлдә булыуын ҡараны ла, ҡылысы һынып сыҡҡан бит, уны нисек йүнәтергә инде был урман уртаһында, тип көйәләнде. Унан тағы Гөлназ янына килеп, беҙ ҡайҙа килеп сыҡтыҡ, ҡайҙа юл. Ул бабай һине ҡайҙан белә, - тип аптыраулы ҡарашын йүнәлтте. Ә Гөлназ йылмайып, Сәлим бабайға өндәште.
-Сәлим олатай, Ғәлимә инәй ни хәлдә?
-Уға ни булһын, өйҙә. Йөрөй инде тауыҡтары менән әрләшеп, күршеләргә сығып йомортҡа һала тип, - тине. Шунан бер аҙ иҫенә килеп, әйҙә балалар ҡайтайыҡ, өйҙә һөйләшербеҙ, тип өҫтөн ҡаҡҡылап урынынан күтәрелде. Бер нәмә аңламаған Русланға Гөлназ әйҙә тине, барыһын да яйлап аңлатырмын.
Улар шулай өсәүләп ауылға йүнәлде. Ғәлимә инәй менән осрашыуҙы уйлап, Гөлназ тағы тулҡынланды. Ул да Хәнифтең ейәнен күреп һушы китер инде, тип борсолдо. Ауыл урамынан үткәндә Гөлназ тирә-ғына күҙ һалды.
-Хәҙер нисәнсе йыл әле олатай тип һораны үҙе бабайҙан.
-Һуғыштан һуң бер йыл үтте инде, 46 сы йыл. Ә нишләп уны минән һорайһың, бабайҙың башы эшләйме икән, тип тикшереп киләңме ҡыҙым, тип кеткелдәне.
Һуғышҡа тиклем гөрләп торған ауыл шиңеп ҡалған. Буш өйҙәр ҙә күбәйгән. Аслыҡтан үлгән, ситкә киткән кешеләр ҙә булғандыр инде. Сәлим бабай ҙа бирешкән бит. Шулай уйланы Гөлназ.
Ихатаға килеп инеү менән Сәлим бабай, әбей, тип ҡысҡырҙы. Соланда Ғәлимә инәйҙең нимә ҡорт саҡтымы әллә, тигән таныш тауышы ишетелде. Шунан үҙе күренде. “Ҡунаҡ алып ҡайттым”, - тине бабайы. Ғәлимә инәй ҡунаҡтарға ҡарап бер талай ни әйтергә белмәй шаңҡып ҡалды һәм: “Эй балаҡайҙарым, Гөлназ, Хәниф, ҡауыштығыҙмы ни”, - тип илап ебәрҙе. Уның өҙгөләнеүен күреп Гөлназ:
-Туҡта, Ғәлимә инәй, туҡта. Был Хәниф түгел. Уның ейәне Руслан. Әйҙә өйгә инәйек, мин барын да аңлатырмын, тине.
Был ғәжәп хәлдәрҙән, үҙенә гел Хәниф тип өндәшеүҙән нимә уйларға белмәгән Руслан шым ғына уларға эйәрҙе. Һаман тыныслана алмаған Ғәлимә инәй бер Гөлназды, бер Русланды килеп һөйҙө. Ышанырға теләмәй, нисек инде Хәнифтең ейәне, тип ҡабатланы туҡтауһыҙ. Был ҡатындар ниҙер белә, аңлатығыҙ беҙгә лә, - тине түҙемлеген юғалтҡан Сәлим бабай. Гөлназға бөтәһен дә баштан һөйләргә тура килде. Ғәлимә инәй ҡайһы урындарҙа йөпләп һүҙ ҡыҫтырып ултырҙы. Кеше ышанмаҫлыҡ хәл. Был ысын түгел, тине Сәлим бабай. Улай тиһәң тау ҙурлыҡ машина. Ундай машиналар беҙҙең төшкә лә ингәне юҡ әле.
-Ниндәй машина, - тине әбейе.
-Эй әбей, уларҙың нисек килеп сыҡҡанын күрмәнең һин. Өҫтөмә ҙур тау менеп килгәнен күреп, яҡты донъя менән хушлашып бөткәйнем, әбейем минһеҙ нишләр, тип уйланым иң башта, тип кеткелдәне Сәлим бабай был ғәжәп хәлгә күнегә төшкәс. Руслан өндәшмәй ултырыуын белде. Башҡа һыйып бөтөрлөк түгел шул. Сәй артында ла артыҡ һөйләшмәне. Гөлназ уның кисерештәрен аңлай ине. Шуға ла артыҡ борсоманы. Хәниф тураһында аңлашыу көтә ине уларҙы.
Кеше аяғы һил булып, өй хужалары йоҡларға ятҡас, улар тышҡа сығып ултырҙы. Бер килке тын ултырғас, ниңә миңә бындай һынау ебәрҙе тағы Хоҙай, тип Гөлназ илап ебәрҙе. Руслан уны һаҡ ҡына ҡосағына алып, сәсенән һыйпаны. Илама гөлөм, тыныслан, тине. Гөлназ еңел генә тыныслана алманы, күҙ йәштәре аҡты ла аҡты. Ул мәлдәрҙе яңынан кисергәндәй булды. Руслан сабыр ғына көттө. Бер аҙҙан Гөлназ яйлап һүҙ башланы. Хәниф менән нисек танышыуын, уны һуғышҡа оҙатыуын һөйләне.
-Һин уны яраттыңмы, - тип һораны егет.
-Яраттым тине Гөлназ. Тик һиңә булған һөйөүем көслөрәк. Мин уның менән ер сигенә китергә әҙер булһам, һинең менән ер сигенән ары китергә лә риза. Көнләшмә унан мине Руслан. Хәнифкә былай ҙа күп ғазаптар кисерергә тура килде.
–Минең гөлөм, наҙым, мин дә һине оҙаҡ көттөм, һине бер кемгә лә бирәсәгем юҡ, хатта үҙемдең ҡартатайыма ла, тине Руслан...
Иртәһенә күпмелер тынысланып уянды барыһы ла. Машинаны нисек йүнәтергә инде, тип борсолдо Руслан. Көймә бушҡа, ул һынған ерен беҙҙең тимерлектә эшләтеп була ул, тип ҡулын һелтәп ебәрҙе Сәлим бабай. Машинаһын еңел генә йүнәтеү яйы сығыуға күңеле күтәрелгән Руслан:
-Уныһы шулай ҙа, тик артабан теге яҡҡа нисек сығырбыҙ, - тине.
-Борсолмағыҙ, тине Ғәлимә инәй,- был сәйер томан тик йома көндө кискә ҡарай ғына була. Бабай иҫләйһеңме анау мәл томан араһынан сыға алмай аҙашып йөрөнөм, тип ҡайтып һөйләнең бит. Шул хикмәтле томанда йөрөгәнһең инде. Ярай икенсе заманға сығып китмәгәнһең. Оло кеше нишләр инең. Һуң атың да юғалып бер аҙнанан саҡ табылды бит. Бына хикмәт.
-Ысынлап та, бер мөғжизә. Тик ниңә мин ҡабаттан килеп сыҡтым икән, - тине Гөлназ. - Нишләп үткән заман үҙенә тарта? Шуныһы сәйер. Әллә был заманда эшләнмәгән берәй эшем ҡалдымы? Беҙгә артыҡ кеше күҙенә салынырға кәрәкмәҫ. Ул-был кеше күреп ҡалып ҡыҙыҡһынһа, ҡаланан туғандарыбыҙ тип әйтерһегеҙ инде.
-Аптырама, берәй йүне табылыр. Хоҙай ҡушып был яҡҡа килеп сыҡанһығыҙ икән, кире ҡайтыр юлын да күрһәтер, - тине Ғәлимә инәй.
-Машинаны барып ҡарарға кәрәк ине, ни хәлдә икән, - тине Руслан.
-Барырбыҙ улым, - тине Сәлим бабай. Һынған тимерен алып ҡайтырбыҙ, үҙен нығыраҡ йәшереп ҡуйырбыҙ бесән менән. Мин ҡурҡҡан тау башҡаларҙың да ҡотон алыуы бар, йә мал тейер.
Көн кискә ауышҡас, Руслан менән Сәлим бабай урманға китте. Гөлназ өй йыйыштырырға булып китте. Шунда селтәр менән ҡапланған әйберҙе асып ҡарайһы итте лә “Аһ” тип ҡалды. Ҡурҡып, ни булды тип Ғәлимә инәй килеп етте.
-Был бит Хәнифтең гармуны.
-Эйе. Һуғыштан ҡайтып һине таба алмағас, гармунымдың башҡа моңо юҡ. Гөлназ булғанда ғына һайраған икән. Уның иҫтәлеге булып һеҙҙә торһон инәй, - тип ҡалдырып китте.
-Хәҙер Хәниф ҡайҙа, күренәме, тип иң ҡурҡҡан һорауын бирҙе.
-Ҡырға китмәне, шул яланда ятып тракторҙа эшләй, әле колхоз бесәнен сабалар, тип хәбәрен һөйләп тә бөтмәне, ел ҡапҡаның асылғаны ишетелде. Гөлназ тәҙрәнән ҡарап ҡолап китә яҙҙы. Унда Хәниф инеп килә ине. Хәниф, тип ҡурҡып Ғәлимә инәйгә ҡараны. Шунан ҡапыл иҫенә килеп төпкә шаршау артына йәшенде. Бына: “Ғәлимә инәй һеҙ өйҙәме, һаумы инәй”, - тип Хәниф үҙе лә килеп инде.- Ялға ҡайтҡайным, инеп хәлегеҙҙе белеп сығайым тинем. Аяҡтарым ниңәлер үҙенән-үҙе ошонда тартты. Әллә берәй хәбәр бармы, Гөлназдан? Әйт Ғәлимә инәй.
Ғәлимә инәй бер һүҙ әйтә алмай Хәнифкә ҡарап торҙо ла сеңләп илап ебәрҙе. Уның илауынан Хәниф ҡурҡып китте.
-Ни булды, ниңә илайһың, инәй?
-Эй балам, йөрәгем яна, һеҙҙе йәлләп илайым. Ҡауыша алманығыҙ, йә онота алмайһың, ауыл тулы ҡыҙ, тип сеңләне. Ҡорған артында Гөлназ иланы, Хәнифте шундай ғазаптарға һалып, бер нисек тә ярҙам итә алмауына йөрәге әрнене. Хәниф, әле генә Гөлназ тотҡан гармунды, уның ҡулдарының йылыһын тойған кеүек бер килке һыйпап торҙо ла, алып телдәренә баҫты һәм моңло итеп йырлап ебәрҙе. “Йыраҡта ҡалды дәртләнеп ярһып, беҙ йырлап үткән ул йәшел туғай, һин мине түгел, йәшлектең үҙен оноттоң буғай”. Йырлап бөткәс: “Гөлназдың йыры”, - тине һәм гармуын ҡуйып бер нәмә лә өндәшмәй сығып китте. Өйҙә ауыр тынлыҡта ике ҡатын-ҡыҙҙың һыҡтауы ғына ишетелеп торҙо.
Ә урманға киткән ирҙәр: “Бесәнде күбәләп бөттөк, аҙ-маҙ ағас араһында саба торған ҡалды”, тип ҡыуанып ҡайтып инде. Бындағы хәлде уларға әйтеп торманылар. Иртәһенә тимерлеккә йүнәлде Руслан менән Сәлим бабай. Унда эштәрен бөтөргәс, тағы урманға киттеләр. Урмандан кискә ҡарай: “Машина төҙөк, кире сығаһы юлды табаһы ғына ҡалды”, - тип ҡайтып инде Руслан өйгә. Уйламағанда гармунды күреп ҡалды.
-Бәй, был бит ҡартатайымдың гармуны, бына билдәһе тора. Ул бында нимә эшләп ултыра?
-Һуғыштан ҡайтҡас ҡартатайың гармунын Ғәлимә инәйгә бүләк иткән, - тине Гөлназ.
-Нисек була инде. Мине ҡартатайым ошо гармунда уйнарға өйрәтте бит. Ул гармун ғүмер буйы уларҙың түр башында ултырҙы. Бик һирәк уйнаны үҙе. Шулай тине лә уны ҡулына алып телдәренә баҫты. Шунан уйнайым әле, тип тышҡа сығып китте.
Руслан кеше күҙенә салынмаҫ өсөн арыраҡ күл буйына барып ултырҙы. Күл шундай тыныс, ә унда иҫ киткес сихри күренеш - аҡҡоштар йөҙә. Бындай мөғжизәгә бер аҙ һоҡланып ҡарап ултырғандан һуң гармунда уйнап йырлап ебәрҙе.
Күл өҫтөндә яңғыҙ аҡҡош йөҙә
Ниңә яңғыҙ ниңә пары юҡ.
Парһыҙҙарҙың күңелдәре моңло
Парлыларҙың ғына зары юҡ.
Минең дә бар ине аҡҡошҡайм...
Әллә инде артыҡ яратҡанға
Юлдарымда уны юғалттым...
-Ниндәй моңло йыр, - тигән тауышҡа һиҫкәнеп башын күтәрҙе. Ә унда һалдат кейемендә үҙенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған Хәниф баҫып тора ине. Руслан урынынан күтәрелеп, уның ҡаршыһына баҫты.
-Нимә, ҡустым, аҡҡошоңдо юғалттыңмы әллә, - тине Хәниф. Уның һорауы тиҙ генә башына барып етмәне егеттең. - Һөйгәнеңде юғалттыңмы әллә, - тип ҡабатлап һораны шунан, - бик моңло йырлайһың. Үҙенең алдында йәш ҡартатаһы баҫып тороуына һаман ышанып етмәгән Руслан:
-Юҡ юғалтманым, таптым, - тине яй ғына. Бындай сихри матурлыҡҡа түҙмәй йырлағайным был йырҙы.
-Кем булаһың әле үҙең, беҙҙең ауылдыҡы түгел, әммә йөҙөң таныш, кемделер хәтерләтәһең, тине Хәниф.
- Һине хәтерләтәм , һине, - тине эстән генә Руслан, үҙе исемем Руслан тине.
-Руслан?- тип тетрәнеп, ҡабатлап һораны Хәниф, - ят исем.
Бер аҙ уйланып торғас :
- Миңә һөйгән ҡыҙым ейәнеңә минең яратҡан исемемде, Руслан, тип ҡушырһың тигәйне, шуға бер аҙ йөрәкһеп киттем - тине. Шунан Руслан ҡулындағы гармунға ҡарап, был бит минең гармуным, мин уны Ғәлимә инәйгә ҡалдырғайным, һиңә нисек килеп эләкте, тип аптыра ҡараны.
-Беҙ Ғәлимә инәйгә ҡунаҡа килгәйнек. Гармунды күрҙем дә уйнайым әле тип бына күл буйына килдем. Уның был һүҙҙәренә артыҡ иғтибар итмәй:
-Тимәк таптым тиһең инде Людмилаңды, Руслан? -тип өндәште Хәниф.
-Эйе минең яратҡан гөлөм-наҙым бар, тине лә, ҡапыл һорап ҡуйҙы:
-Ағай нишләп унда ҡалдырҙығыҙ гармунығыҙҙы? Ғәлимә инәй һеҙҙе оҫта гармунсы тип һөйләй.
-Эй, уның тарихы оҙон инде. Минең дә бар ине гөл-наҙым. Мин һуғыштан ҡайтҡас, һөйгән ҡыҙымды таба алманым, шуға ла гармунымдың моңо бөткәндәй булды. Ул Ғәлимә инәйҙә йәшәгәйне. Гармунымды шунда алып барып ҡалдырҙым, сөнки гел генә уны иҫләтеп торор, тип ҡурҡтым.
-Алығыҙ кире гармунығыҙҙы, ағай, уйнағыҙ. Ул бит һағыштарҙы баҫа. Бик ауыр саҡтарҙа серҙәш тә була. Ошо гармун арҡаһында таптым бит мин үҙемдең гөлөмдө, наҙымды. Һеҙ ҙә табырһығыҙ. Һеҙ бәхетле булырһығыҙ әле. Ейәнегеҙгә минең исемемде ҡушырһығыҙ, шулай тип Руслан Хәнифкә гармунын тотторҙо ла, хушлашып Ғәлимә инәйҙең өйө яғына юлланды. Күл буйынан моңло көй ағылды. Унда бар һағышын, һағыныуын, әрнеүен, өмөттәрен һалып Хәниф уйнай ине.
Ә өйҙә Руслан ҡайтыр алдынан ҡыҙыҡ хәл булып алды. Ғәлимә инәйҙәрҙән бер нисә өй аша йәшәгән Шәмсинур исемле апай ҡапҡанан уҡ яр һалып ҡысҡырып, аһылдап йүгереп килеп инде.
-Ғәлимә апай, өшкөр мине, өшкөр, миңә ен ҡағылды, шикелле.
-ай Алла нишләп улай тиһең, - тине инәй ғәжәпләнеп
-Күл яғына һыйырымды эҙләп барғайным, ә унда ике Хәниф тора, береһе һалдат Хәниф. Бер-береһенә ҡаршы торалар. Ул яҡта ендәр йөрөй, тип һөйләйҙәр ине. Һыйыр ҡайғыһы китте , тиҙ генә ҡасыу яғын ҡараным.
-Кит юҡты һөйләмә.
-Ысын, бына ысын. Тауышҡа сыҡҡан Гөлназды күреп апайҙың тағы ҡото алынды. Юғалған Гөлназ, тине лә ҡулдарын һелтәп сығып йүгерҙе. Уның ҡыланышына ни әйтергә белмәгән Ғәлимә инәй бер аҙ уйланып торҙо ла, мин барып тынысландырып киләйем, атыу әллә нимә һөйләп бөтөр, тип сығып китте.
Гөлназ Русландың ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә башланы. Апайҙың һөйләүенән уның Хәниф менән осрашыуын аңлағайны инде. Ярай ул оҙаҡламай ҡайтып инде. Гөлназды оҙаҡ күрмәй торғандай ҡосаҡлап үбеп алды.
-Ниңә йөҙөң борсоулы, -тип һораны шунан.
-Яңы бер апай килеп китте. Күл буйында ендәр күрҙем ти. Ике Хәниф ҡара-ҡаршы баҫып тора, тип ҡото осҡан, тип һағайыулы ҡарашын Русланға йүнәлтте.
-Ендәр, тип Руслан көлөп ебәрҙе һәм ҡапыл етдиләнеп үҙенә ҡурҡып ҡарап торған Гөлназға:
-Эйе, мин ҡартатайым менән осраштым, әммә уға кемлегемде әйтмәнем. Ҡаршыһында икенсе Хәниф баҫып торғанын нисектер абайламаны. Йөрәгенә ныҡ инеп ултырғанһың Гөлназ, һағышынан бер ни күрмәй, күрәһең, тине уйсан ғына.
Гөлназ йөрәге әрнеүенән бер килке һүҙһеҙ торғас, Русландың буш ҡул менән ҡайтҡанын аңғарып ҡалды ла:
- Ә гармун ҡайҙа? - тип һораны.
-Мин уны ҡартатайыма бирҙем. Гармун инәйҙә ҡалһа, ул мине нисек уйнарға өйрәтһен, - тине.
-Эйе шул, ҡыҙыҡ хәл, - тине Гөлназ. Шунан Русланға һыйынып, уның күҙҙәренә ҡарап, - беҙгә бынан нисек тә тиҙерәк китергә ине, йәнем. Әллә ниндәй хәлдәр килеп сығыуы ихтимал бит.
-Иртәнән һуң инде. Ғәлимә инәй сәйер томан йома кисен генә күтәрелә ти бит. Ҡыҙыҡ, ул томанға бер Ғәлимә инәй генә иғтибар итә, шикелле. Ул да һине ғүмер буйы көтә күрәһең, Гөлназ.
Йома тыуҙы, йәштәр китергә әҙерләнде, машина ла күптән әҙерләнеп, ҡайтыр яҡҡа бороп ҡуйылған ине. Кисен улар күмәкләп урманға йүнәлде. Сәлим бабай менән Ғәлимә инәй ат егеп сыҡтылар, Гөлназ менән Руслан йәйәү атланы. Ә был мәлдә гармунын тотоп күл буйына сыҡҡан Хәниф һөйгәнен етәкләп атлаған бәхетле Русланды күреп: “Минең дә бар ине гөл-наҙым”, - тип моңланып ҡарап ҡалды. Йәштәр әйләнеп ауылға ҡул болғаны.
Сыҡмаһындар инде ҡабат был яҡҡа, әрнемәһен инде башҡа йөрәктәр.