Все новости
Литература
21 Ноября 2023, 15:50
ЛИТЕРАТУРА

ГӨЛНУР (хикәйә). Рәйлә НАҘАРҒОЛОВА

Уның ҡарары ныҡ! Ул йәшәмәйәсәк! Ирһеҙ бала табып туғандарын, нәҫел-нәсәбен хурламаясаҡ! Бына... Бер аҙым ғына…

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com

– Ах!... Йәшәйһеләре килмәй!… Бер минут!… Бер секунд та!..

Ятаҡхананың туғыҙынсы ҡатындағы балконға Гөлнур йүгереп менде, тәҙрәһен асып тышҡа уҡталды. Яҙҙың йылы саф елдәре уның сәстәрен тараны, битенән һыйпаны. Күк йөҙө аяҙ, ҡырын ятып ай тирбәлә, йондоҙҙар емелдәшә, ғашиҡтар ғына серләшер сихри төн.

Тик Гөлнур бер нимәгә лә иғтибар итмәне, был матурлыҡты күрерлек, нимәлер уйларлыҡ хәлдә түгел. Уның ҡарары ныҡ! Ул йәшәмәйәсәк! Ирһеҙ бала табып туғандарын, нәҫел-нәсәбен хурламаясаҡ! Бына... Бер аҙым ғына… Шул ваҡытта уның күҙ алдына әсәһе килеп баҫты. «Нимә эшләйһең һин? Аҡылыңа кил!» – тигәндәй күҙҙәренә баҡты. Гөлнур бер аҙға туҡтап ҡалды:

– Әсәйем! Әсәкәйем нисек күтәрер минең үлемемде? Яҡындарым ҡара ҡайғыға батыр, ни эшләйем? Нисек күтәрәйем бындай хурлыҡты? Күҙ алдына Илдар килеп баҫты. Көн дә килеп йөрөгән егетенең һыуға батҡандай юҡҡа сығыуына ике айҙан артыҡ ваҡыт үтте, ятаҡханаһына ла ҡайтмай. Бөгөнгө көнгә тиклем Гөлнур уның килеренә өмөт өҙмәне. Килер, аңлашырбыҙ, – тип уйлай ине. Һуңғы килгәнендә әллә нисек сәйер генә айырылыштылар. Хатта үҙенең ауырға ҡалғанын да аңғартманы шул. Әллә!… Әллә уның ауырға ҡалғанын белеп ҡастымы?... Был уйынан ярһып, ҡабат талпынып балкон тәҙрәһенә ынтылды... Тағы ла… тағы ла әсәһе күҙ алдына килде. Ул асыулы ҡарашы менән ҡыҙын тәҙрәнән ситкә этәргәндәй итте. Гөлнур артҡа янтайып китте. Шул ваҡытта ҡарынындағы балаһы үҙен белдереп тибә башланы. Гөлнур иҙәнгә сүгәләне.

Юҡ! Ул үлмәйәсәк! Бер нәмәгә ҡарамайынса балаһын да табасаҡ! Бик ҡыйын булыр, түҙер. Бармаҡ менән төртөп күрһәтеүселәргә лә иғтибар итмәҫ! Уның сабыйы яралған, уның өсөн йәшәр! Ошо ҡарарынан уға еңел булып, донъялар яҡтырып киткәндәй булды.

Бөгөн әхирәттәре ныҡышып уны концертҡа алып барҙылар, шунда күрҙе ул Илдарҙы. Тик ул үҙе генә түгел, янында бер ҡатын менән өс йәштәр тирәһендәге бала ла бар ине. Улар Гөлнурҙы күрмәне, унан бер нисә рәткә алда ултырҙылар. Гөлнурҙың: “Илдар килер, аңлашырбыҙ”, – тигән өмөтө өҙөлдө, ҡара ҡайғыға батты. Уның башына бер нәмә кермәне, концертта кемдәрҙең йырлағаны, бейегәне төшөндәге кеүек кенә тойолдо. Башынан төрлө уйҙар үтте, барыһы ла унан көлөр, бармаҡ менән төртөп күрһәтәләр башларҙар. Егеттәрҙе һанламай әллә кем булып йөрөй ине, шәп булды тиерҙәр, нәҫеленә ҡара тап булып булып төшөр.

– Юҡ! Улай булырға тейеш түгел ине! Ҡайҙа ғына хаталанды икән һуң ул? Илдар, әсәйемдәргә барайыҡ, – тигәндә лә өндәшмәгән ине. Ошо көнгә тиклем ҡабат килер, уның ҡулын һорар! – тип өмөт итте. Нимә булды улар менән? Әллә артыҡ ҡырыҫ булдымы?.. Иғтибарһыҙ булдымы әллә? Илдар килгәндә бик һыланып та барманы шул. Иш янына ҡуш булыр – тип эштән һуң ҡул эше тотто, “яратам” – тип тә сөсөләнмәне. Тәбиғәте шундай. Яратһа ла тәккәберлеге еңде. Ә Илдар: “Яратам, өйләнешербеҙ” – тигәс, ул да ярата, тимәк. бергә булырбыҙ, тип уйланы. Ышанды шул уға… Ышанды…

Концерт бөткәнсе саҡ түҙҙе. Иламаны. Әхирәттәренең аптыраулы ҡараштарына ла иғтибар итмәне. Береһе:

– Ҡайһылай матур йырлай! Ҡара әле, бигерәк оҫта бейейҙәр! – тип Гөлнурҙы уйҙарынан айырырға тырышһа ла, ысынбарлыҡ уның үҙәген өттө. Нисек итеп концерттан ҡайтып еткәнен, бүлмәһенә кереп, әйберҙәрен йыйғаны томан эсендәге кеүек. Әйтерһең, ул кемдеңдер артынан күҙәтеп кенә йөрөй. Ҡағыҙ киҫәге алып бер аҙ нимә яҙырға белмәй аптырап ултырҙы, унан һуң “Ғәфү ит әсәй!” тип яҙып мендәр аҫтына тыҡты. Кире уйлап ҡуймайым тигәндәй, бөтә донъя менән хушлашып, лифттың килгәнен дә көтмәй, бишенсе ҡаттан туғыҙынсы ҡатҡа йүгереп менгән ине. Хәҙер ҡабаттан, уйҙарын барлай-барлай, аҡрын ғына төшөп килә. Гөлнурҙың әхирәте Илдарҙың элек бер ҡатын менән йәшәгәне, уның өс йәштәр тирәһендәге балаһы булыуы хаҡында имеш-мимештәр ишеттем, – тип һөйләгәндә лә Гөлнур артыҡ иғтибар бирмәне. Сөнки Илдарҙың паспорты таҙа, үҙе эргәләге ятаҡта йәшәй. Һуңғы ваҡытта ятағына ла ҡайтмай, юҡҡа сыҡты. Бына бөгөн уның ҡайҙалығын белде. Тик ул бер ҡасан да уға ялынып бармаясаҡ! Нисек кенә ауыр булһа ла сер бирмәҫ, түҙер. Был уның ҡәтғи ҡарары.

Ваҡыты еткәс ир бала донъяға килде. Уның эшләгән ерендәге начальнигы Әминә Ильясовна:

– Кем-кем, ләкин Гөлнурҙы былай булыр тип, башыма ла килтермәгәйнем! – тип аптырауын белдерҙе. Сөнки коллективта аҡыллы, үҙ эшенә яуаплы ҡараған, эшсән, намыҫлы ҡыҙҙы барыһы ла яраталар, ихтирам итәләр. Башҡа ҡыҙҙар кеүек егеттәр менән дә шаярып барманы, кеше тикшермәне, әйтер һүҙен туп-тура, ярып әйтер ине. Тансаларға ла барманы, күңел асып йөрөгәне булманы, ваҡыты булһа мамыҡ иләп шәл бәйләр ине. Етди ҡарашлы, тәккәбер, ғорур, сибәр башҡорт ҡыҙы булып ҡалды. Ауырлыҡтарға баш эймәйенсә, яҙмышына күнеп йәшәүен белде. Завод уларға беренсе ҡаттан бер бүлмәле фатир бирҙе. Шунда улы менән тыныс ҡына йәшәй башланылар.

Бына улы атлай башланы. Беренсе һүҙҙәрен әйтте. Әсә кеше уға һоҡланып туя алмай. Бөгөн тәҙрә төбөнән төшөрөп булмай, тышта уйнаған балаларҙы күҙләй, уларға ҡарап шатлана. Инде ҡараңғы ла төшөп килә, улы Алфир тәҙрә төбөнән ҡысҡыра:

– Әсәй, ана ағай, ағай! – тип тышҡа төртөп күрһәтә. Ә Гөлнур:

– Тышта ағайҙар күп, улым! – тип балаһын күтәреп алды, уларҙың тәҙрәһе янынан ҡасып барған таныш һынды күреп:

– Кәрәкмәй ул беҙгә! Кәрәкмәй! – тип улын күкрәгенә ҡыҫты. Улы, уның алдынан төшөргә теләп, тыпырсына башланы. Уны иҙәнгә төшөргәс, уйҙарына сумды:

– Ниңә килгән ул? Нимә кәрәк? Күрәһе килгәс ниңә өйгә кермәй? Йөрәге етмәйҙер.

* * *

Ишектәге звонок уны уйҙарынан айырҙы:.

– Кем йөрөй икән инде! – тип һаҡ ҡына ишектәге «күҙ»ҙән ҡараны. Унда күршеләрен күреп, ишеген асып ебәрҙе. Ирле-ҡатынлы күршеләре менән бер егет килеп керҙе. Уртаса буйлы, ҡаҡса кәүҙәле, ҡуйы ҡара ҡашлы, ҡап-ҡара сәсле, ҡыйыуһыҙ ғына күренде. Ул керҙе лә ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға, нимә әйтергә белмәйесә, уңайһыҙланып ҡатып ҡалды. Гөлнур күрше ҡатын менән аш бүлмәһенә инде, сәйнүгенә һыу ағыҙып, газын тоҡандырҙы, плитаһына ултыртты. Күрше ҡатын өҫтәлгә күстәнәстәрен ҡуйҙы. Гөлнур ҙа һыуытҡыстан аҙыҡтар алып, өҫтәлгә теҙә башланы. Ул ят егеттең кем икәнлеген һорарға ҡыймай тора ине, күрше ҡатын:

– Минең ҡәйнеш. Өфөлә эшләп йөрөй. Тик һаман өйләнмәй. Ирем менән һине күрә-күрә йөрөйбөҙ. Итәғәтле, тырыш ҡатын, ир-ат килеп йөрөмәй, – тип һине уға димләргә килдек, – тине. Гөлнурҙың тәне ҡалтыранып, эҫеле-һыуыҡлы булып китте.

– Димсе диңгеҙ кистерер! – тиһәләр ҙә, нисек кенә димләмәһен, тик йөрәгенә ятманы егет. Ни эшләргә инде? Ҡырҡа ҡаршы килеүе лә уңайһыҙ! Шул арала Гөлнурҙы уйға һалырлыҡ хәл булды. Сәғит уларға килгәне бирле, улы уның янынан китмәй, нимәлер һөйләй, күрһәтә. Тегеһе уның ыңғайына иҙәндә тубыҡланып уйнап йөрөй, аталы-уллы шикелле һөйләшәләр, көләләр. Ҡайтырға тип йыйынһа ла Алфир Сәғитте ебәрмәй, уның ҡулында йоҡлап китте. Балаһы йоҡлап китеү менән, уны егеттең ҡулынан алып, Гөлнур Сәғитте тиҙерәк оҙатырға тырыша. Оҙата ла уйға ҡала. Артабан нимә булыр? Яңғыҙ йәшәүе лә ҡыйын. Йәшәгән ерендә ир-ат уға бәйләнеп бармаһа ла, күҙ һалыусылар бар. Кисә ҡағыҙҙарға тамға ҡуйҙырырға начальник кабинетына ингән ине. Элекке начальник урынына хәҙер уның урынбаҫары эшләй. Ҡағыҙҙарын йыйып алайым тиһә, Мансуров уның ҡулынан тотоп алды, күҙҙәренә ҡараны. Уның электән үҙенә битараф түгеллеген Гөлнур һиҙенеп йөрөй ине. Ул ҡапыл ҡулын тартып алып, уҫал итеп ҡараны ла, ҡырт боролоп сығып ките. Үҙен яҡлап әйтерлек һүҙ таба алманы. Нимә тиһә лә, атайһыҙ бала тапҡас уны еңел аҡыллы ҡатын, – тип уйлағандыр теге.

Эх! Ни эшләп йөрәгемә ятмай һуң Сәғит? Ирем булһа яҡлашыр кешем булыр ине. Ярата алырмынмы? Әллә бала эҫенеп китмәҫ элек башҡа килмәүен һорарғамы? Бәлки, тора бара өйрәнермен! – тигән уйҙар уның башынан китмәне. Егет тә ҡыйыуһыҙ, уңайһыҙланып ҡына килә, Алфир менән уйнай ҙа, сығып китә. Бына, Сәғиттең отпускаһы бөтөп бара, иртәгә Өфөгә ҡайтыр ваҡыты ла етә, бөгөн өҙөп яуап бирергә кәрәк. Ни эшләргә? Егет тә йәл, өйрәнеп тә килә шикелле. Уға кейәүгә сығырға ризалыҡ бирһә, яратмаған кеше менән йәшәй алырмы? Бөтә отпускаһын уларҙың ҡалаһында үткәрҙе, көн дә килде. Кире ҡаҡһаң да уңайһыҙ, тип уйланы. Берсә: яратмағас ни өсөн мин уға сығырға тейеш әле, мин уны саҡырып килтермәнем! – тип уйланы. Егеткә шулай яуап бирергә булды. Бына кис етте. Сәғит килеп инде. Улар бергәләп сәй эсте. Алфир егет алдына менеп ултырҙы. Шул саҡ Сәғит һораулы ҡарашын Гөлнурға төбәне:

– Гөлнур! Әйт әле, мин тағы киләйемме?.. Егеттең еңелсә ҡалтыраныбыраҡ сыҡҡан тауышы аралағы киеренкелекте арттыра төштө.

Гөлнур берсә: егет кеше һине бала менән риза булып алам, тип торғанда нимә инәлтеп тораһың? – тип уйлаһа, икенсенән Гөлнурға был егет йәл, тик йәлләү мөхәббәт түгел бит! – тип уйланы. Уның башында төрлө уйлар ҡайнашты. Ахырҙа ул дөрөҫөн әйтергә булды:

– Юҡ Сәғит! Һине алдайһым килмәй! Һис шикһеҙ үҙеңдең бәхетеңде табырһың! Ә мин бала менән һиңә йөк булмайым. Берәй ҡыҙға өйләнерһең, үҙегеҙҙең балаларығыҙ булыр!

Сәғит Гөлнурҙың үҙен яҡын күреп бөтмәгәнен аңлаһа ла, һаман нимәгәлер өмөт итте, көттө. Был ҡатын бер күреүҙән уның йөрөгенө инеп ултырғайны. Бына бер ай инде уға әйтәһе һүҙҙәрен әйтә алмай, малайҙар кеүек ҡаушай ҙа төшә, гел йәш ҡатын тураһында уйлай. Алфирға ла эйәләшеп бөттө. Барыһы ла тынып ҡалды, хатта тик тормаҫ Алфир һөйләшеүҙең етдилеген аңлағандай, күҙҙәрен тултырып әсәһенә баҡҡан.

– Улыңды ҡырға типмәм! Үҙ балам кеүек күрермен!

– Башта барыһы ла шулай һөйләй инде! Гөлнурҙың ике уйларға урын ҡалмаҫлыҡ итеп, ҡырҡа әйтелгән һүҙҙәренән һуң, Сәғит башын баҫып китергә йыйынды. Эргәһендә йөрөгән Алфир шул саҡ уның аяҡтарынан ҡосаҡлап алды ла:

– Китмә! Китмә! Беҙҙә ҡал! Икәү йоҡларбыҙ! – тип мөлдөрәп Сәғиттең күҙҙәренә ҡараны. Сәғит уны күтәреп күкрәгенә ҡыҫты. Был күренештән Гөлнур албырғап ҡалды, ҡапыл да ни әйтергә белмәне. Шунан һуң ҡәтғи ҡарарға килде:

Әгәр ҙә мин яратып, ул кеше баламды яратмаһа, йәшәп булмаясаҡ! Ә баламды яратҡас, мин уны яратырға, йәшәргә тырышырмын! Балам өсөн йәшәрмен! Ир балаға атай бигерәк тә кәрәк! Ана нисек ярата ул Сәғитте! Ул шулай уйланы ла, сығырға тип уҡталған Сәғитте туҡтатты.

–Ярай, ҡал! Баламды нисек яратһаң, мин һине шулай яратырмын!

 Шулай итеп йәшәп киттеләр. Ике йылдан ҡыҙҙары Әлфиә тыуҙы. Сәғит һүҙендә торҙо, Алфирҙы үҙ улы кеүек яҡын күреп яратты. Гөлнур ҙа өйрәнде, уның эштән ҡайтыуын күмәкләшеп көтөп алалар.

Фатирҙарын ҙурайтып ебәрҙеләр. Тик бәхет оҙаҡҡа барманы, үҙгәртеп ҡороуҙар башланды. Үҙгәртеп ҡороуҙарҙың еле Сәғиткә лә ҡағылмайынса үтмәне. Завод-фабрикаларҙы яптылар, эшселәрҙе ҡыҫҡарттылар. Сәғит эшләгән ойошма ябылып, эшселәр тырым-тырағай таралышып бөттө. Ҡайҙа ғына кереп эшләмәне ул. Эшләргә эш күп, эшен эшләтәләр, тик аҡсаһын ғына түләмәйҙәр. Типһә тимер өҙөрлөк, өрлөктәй ирҙең өйҙә, ҡатыны ҡулына ҡарап ятыуы намыҫына тейә, ирлек ғорурлығын кәмһетә. Тик нимә эшләһен, «бер мин генә түгел», – тип уйлаһа ла, үҙен ҡайҙа куйырға белмәйенсә, эшһеҙлектән үҙе кеуек эшһеҙҙәр менән йыйылышып, эсә башланы. Иҫергәс диңгеҙ тубыҡтан, ҡатыны асыуланһа яуап әҙер, хатта кәмһетергә лә аптыраманы.

Гөлнур гараж төҙөргә урын алған ине, мең бәлә менән уның нигеҙен ҡорҙолар. Сәғит көн дә гараж төҙөйөм, тип ашамлыҡтар тултырып китә лә юғала. Бер көндө ҡайтмай ҡалғас, эштән һуң артынан эҙләп барһа, ни күрһен: килтергән кирбестәр ҙә, цемент тулы ҡапсыҡтары ҙа юҡҡа сыҡҡан. Йөрәге әрнеп, йәне сығырҙай булып ҡайтып керһе, ире лаяҡыл иҫерек. Төрткәләп ҡараны, «ых» – та тимәй. Асыуынан уҡлау алып һелтәнергә уйлаған ине, улы күреп ҡалды ла:

– Атайыма һуҡма! – тип уҡлауға килеп йәбеште.

– Ебәр! Уға шул кәрәк! Бөтөнләй ялҡытты! Әрәмтамаҡ булып ятҡаны етмәгән, кирбестәрҙе юҡҡа сығарған! Моғайын һатып эскәндер! Үҙенең көсһөҙлөгөнән күҙ йәштәре атылып сыҡты, уларҙы балаларына күрһәтмәҫ өсөн ваннаға инеп китте. Бынан һуң Гөлнурҙың Сәғиткә ышанысы бөттө. Ҡабаттан кирбес һатып алып, матурлап өйөп ҡуйҙы. Сәғит тә килгән ине, айнып бөтмәгән, үҙенең аяғына үҙе эләгеп йығылып киткәс:

– Күҙ алдымда ҡара көйөк булып йөрөмә! – тип ҡыуып ҡайтарҙы. Гөлнур кирбестәрҙе өйөп, өйөнә саҡ ҡайтып йығылды. Улары ла әләф-тәләф булып бөтмәҫ элек, тип эшселәр ялланы. Тик Сәғиткә ышанысы ҡалманы Гөлнурҙың, отпуск алып көнө-төнө тигәндәй шул гараж янында булды. Төҙөлөш өсөн әҙләп кенә йыйған аҡсаһы ла бөттө. Ә Сәғит эсеүен ташламаны. Ниҙәр генә ҡыланып ҡараманы Гөлнур. Ялынып та, ҡурҡытып та алды, тик ире, эшлектән сығып эсеүен дауам итте. Күптән инде ауылға туғандары саҡыра, Сәғитте ҡарауыллап уларға ла бара алмай. Әл дә балалары ауылда, уларҙың әрләшкәндәрен ишетмәйҙәр. Эсеп иҫереп алһа, ире үҙенең ауыҙынан нимә сыҡҡанын да ишетмәй.

– Йәй үтеп бара, ауылды ҡайтып күреп киләйем, тип Гөлнур туғандарына ике көнгә киткән ине, ҡайтыуына ишектәре асыҡ, иҫерек ирҙәр йыйылышып, эсеп ултыралар, һыуытҡыстағы аҙыҡ-түлектәрен бөтөргәндәр. Бынан һуң ул фатирын ҡалдырып бер ҡайҙа ла йөрөмәҫ булды. Күршеләре, таныштары аптырап Гөлнурға үҙҙәренең кәңәштәрен бирергә ашыҡтылар:

– Эшләмәй, етмәһә, өйөңдән әйберҙәреңде сығарып эскегә алмаштыра, нимәгә кәрәк һиңә ундай ир? Берәү булһа, күптән ҡыуып сығарыр ине! Ҡыуып сығар! Исмаһам тыныс йәшәрһең! – тиҙәр.

– Юҡты һөйләйһегеҙ! Мин ҡыуып сығарһам барыр ере юҡ! Берәҙәк булып йөрөйәсәк! Ә ул урамда йөрөгәндә мин нисек тыныс йәшәйем! Ниндәй булһа ла, ул – балаларымдың атаһы, бәлки, арыуланып китер, тип яҙмышына буйһоноп йәшәүен белде. Ауырға тура килһә лә баҡсаһын үҫтерҙе. Балалары ҡул араһына ингәс, уға еңелерәк булып ҡалды. Үҙ-үҙҙәрен ҡарайҙар, өйҙө йыйыштыралар, магазинға йөрөйҙәр, баҡсала ла ярҙам итәләр.

Сәғит айныған сағында берәй ойошмаға барып эшкә керә лә, эш хаҡы алыу менән ҡабат «запойға»ға китә. Был хәл туҡтауһыҙ ҡабатлана. Ул хәҙер эсмәй тора алмағанын да аңлай, тик һаман киреләнә. Ҡатыны «кодировать» итәйек тигәс:

– Мин алкаш түгел! Үҙем ташлайым! – тип ҡырт киҫә.

Шулай ҡабатланып торҙо, ғүмер тигәнең аҡҡан һыуҙай аҡты, балалар ҙа үҫеп етте.

* * *

Бер көндө улы аҡса алып ҡайтты. Гөлнур ҡото осоп:

– Ҡайҙан алдың? – тип хафаланып Алфирҙың күҙҙәренә ҡараны.

– Ҡурҡма, әсәй! Урламаным! Эшләнем! Дуҫ малайҙың атаһы гараж төҙөй, шунда булышҡан инем, ул бирҙе. Тағы саҡырҙы. Әле каникул бит, тағы барам! – тиеүгә, Гөлнур:

– Бәләкәйһең бит әле! Һөйәктәрең дә ҡатып бөтмәгән, йөрөмә! – тине борсолоп.

– Юҡ! Барам! Мин үҙем генә түгел, Илмир менән эшләйбеҙ. Улын был уйынан кире ҡайтарып булмаҫлығын аңлаған Гөлнур:

– Тик ауыр күтәрмә! Әҙме-күпме аҡса эшләйем, тип имгәнеп ҡуйырһың! – тип ауыр көрһөнөп, риза булды.

Ҡасан ғына үҫеп еткән, донъя мәшәҡәте менән көн артынын көн, йыл артынан йыл үткәнен дә һиҙмәйбеҙ шул. Гөлнур балаларына иғтибарлы булырға, төрлө түңәрәктәргә йөрөтөргә тырышһа ла, уйлағанын тормошҡа ашыра алманы, йә аҡса, йә ваҡыт етмәне. Алфир бер-ике йыл музыка түңәрәгенә йөрөп алған ине, уҡырға икенсе сменаға күсергәс, йөрөй алманы. Әлфиә түңәрәктәргә йөрөргә теләк белдермәне, ҡурсаҡтарына күлдәктәр тегергә, китаптар уҡырға яратты.

Уҡырға төшөп, хәреф танып, уҡый башлағас, Алфир әсәһенән:

– Әсәй! Ни эшләп минең фамилиям ғына Яппаров, ә һеҙҙеке улай түгел? Атайымдың исеме лә Сәғит түгел, ә Илдар? – тигән һорауҙар бирә башланы. Гөлнурға аңлатып биреүҙән башҡа сара ҡалманы. Сәғит: «Алфирҙы уллыҡҡа алам», – тиһә лә, Гөлнур риза булмаған ине. Бер нисә көн үткәс, улы атаһы тураһында тағы төпсөнә башланы. Улы шым ғына уйланып йөрөгән күрәһең, уның ҡайҙа йәшәгенлеген һораны, тик Гөлнур белмәйем, тип ҡотолдо. Ул ысынлап та белмәй ине, ә улы:

– Әсәй! Мин уны барыбер эҙләп табам! Әле булмаһа ҙур үҫкәс! Беҙҙе ташлап киткәне өсөн яуап бирәсәк әле ул! – тине. Бер нисә йыл ваҡыт үтте. Бер көндө килеп улы тағы атаһы тураһында һораша башланы.

– Ҡурҡма! Мин уға теймәйем! Йәшәһен! Тик ситтән генә булһа ла күрәһем килә. Әйт әле, ҡайҙа йәшәй? – тип төпсөндө. Гөлнур уларҙың осрашыуы ҡотолғоһоҙ икәнен һиҙһә лә, ваҡытты һуҙа килде. Улының ир ҡорона кереүен, ныҡлап аҡыл ултырыуын көттө. Бер үк ҡалала йәшәгәс, Илдарҙы күргеләгәне бар ине, тик ул күрмәмешкә һалышты. Илдар ҙа яҡын килеп өндәшерлек көс таба алманы.

 Бына Сәғиттең эсмәгәненә ярты йыл булып ките. Эшкә урынлашты, үҙенә төҫ кереп, етдиләнеп китте. Өйҙәренә лә ҡот ҡунды. Хәҙер иҫерек ир тауышы урынына, балаларҙың шат тауыштары өйҙө яңғырата. Дуҫтар, туғандар ҡабат килә башланы. Эшендә лә ихтирам яуланы. Өйөндә һүҙе үтә, ҡатыны, балалары уның менән кәңәшләшә.

Бер көн ул саллана башлаған сәстәрен һыйпап, тәрән уйға батты.

– Едрить, кудрить! Эсеп йөрөп күпме ғүмерем томан эсендәге кеүек, заяға үткән! Балаларым үҫкән! Донъяның йәмен күрмәгәнмен! Бөтә кеше машинала елдерә, фатир алыштыра, ә беҙҙең өйҙә йүнле мебель дә юҡ. Алфирҙы уҡырға керетергә кәрәк! Фатирҙы ҙурайтҡанда ла яҡшы булыр ине! Тик ундай аҡсаны ҡайҙан алырға? Эшләгән ерҙәге эш хаҡы айҙан айға ла етмәй... Ниндәй сабыр икән минең ҡатыным! Күпме ғазаптар күрһәткәнмен! Мин айный алмай йөрөгәндә, яҡшы итеп балаларҙы тәрбиәләгән. Ирем эсә, мин дә эсәйем, тимәй, икебеҙ өсөн дә бер үҙе донъя дилбегәһен тартҡан. Ошо көнгө тиклем Алфирҙың, «һин минең атайым түгел», – тип ҡырын да ҡарағаны булманы, киреһенсә «атай» тип, өҙөлөп тора. Былар бит барыһы ла ҡатынымды тәрбиәһе. Үҙ аталарына ҡул күтәргән малайҙар юҡмы ни? Ә күпме ғүмер йәшәп, ғаиләм өсөн нимә эшләнем һуң? Фатир ҡатындыҡы, гаражды ла, баҡсалағы йортто ла бары тик Гөлнурҙың тырышлығы менән генә төҙөнөк. Ә мин ҡатыныма йөк кенә булғанмын, ауыр сумаҙан шикелле, ташларға ла йәл, күтәрергә лә ауыр, – тигән уйҙарынан һуң, ғаиләһе алдында үҙенең ғәйебен аңлап, ныҡлы ҡарарға килде.

– Бынан һуң ғаиләмде интектереп йәшәтмәйәсәкмен! Аҡса эшләргә кәрәк, тик нисек? Ҡайҙа күп аҡса эшләйҙәр, шунда китәсәкмен! Ауыр булһа ла түҙәсәкмен! Юғиһә айнығаны бирле үҙемде ысын ир итеп түгел, ҡатыныма бурыслы итеп тоям. Бушҡа үткән йылдарымды кире ҡайтарыр кеүекмен! – тип уйланы ла, бер көн килеп:

– Мин Себергә эшкә китәм! Вахталы эш таба алмаһам, ҡалып эшләйем! Һеҙгә аҡса ебәрермен, бындағы аҡсаға йәшәп булмай! – тип белдерҙе.

– Һин эшләмәгәндә лә йәшәнек, йәшәрбеҙ әле! – тине Гөлнур.

– Минең элеккесә йәшәйһем килмәй! – тип ҡырт киҫте Сәғит. Гөлнур иренең был ҡарарына берсә шатланды, берсә хафаланды, унан:

– Ярай, хәйерлегә булһын! – тип риза булды.

Был заманда аҡсалы эшкә урынлашыуы Себерҙә лә ни тиклем ауыр икәнлеген, эш эҙләмәгән кеше генә белмәйҙер? Сәғит тә был ғазаптарҙы үтте, вахталы эш булмағанлыҡтан, ҡалып эшләргә риза булды. Тик аҡсаһы булһын, көнө-төнө эшләргә лә риза ине. Ул һуңынан отгул алырмын, тип ял көндәрендә лә эшләне, ике-өс ай һайын ҡайтып ғәиләһенең хәлен белеп торҙо. Тик эсеп йөрөүҙәре бушҡа үтмәгән, йә йөрәге, йә ашҡаҙаны ауыртып яфаланы.

Отпускаға ҡайтыуына әҙме-күпме аҡсаһы йыйылған ине. Гөлнур һаман ире эсеп китер, тип хафалана, шуның өсөн ул ҡайтыу менән:

– Әйҙә, ниндәй булһа ла машина алайыҡ! Өйҙә ятҡанда һиңә бер шөғөл булыр! – тине. Әгәр ҙә машинаға әүерәп китһә, эсергә ваҡыты ҡалмаҫ, рулгә ултырыр өсөн дә айныҡ булырға кәрәк бит, – тип уйланы. Ысынлап та, хәҙер Сәғит бер минут ваҡытын да бушҡа үткәрмәҫкә тырыша. Әҙ генә ваҡыты булғанда «таксовать» итергә китә, нисек тә күберәк аҡса табыу яғын ҡарай. Сөнки уның киләсәккә планы бар: балалары үҫте, хәҙер нисек тә фатирҙы ҙурайтырға, барып сыһаа быныһын Алфирға ҡалдырып, яңыны алырға. Алфир тиҙҙән техникум бөтөрә:

– Институт тип аҡсағыҙҙы әрәм итмәгеҙ! Кәрәк булһа ситтән тороп уҡырмын! Уҡып сыҡҡандар хәҙер быуа-быуырлыҡ, күптәре эш таба алмай! – тине. Ул бынамын тигән егет булып үҫеп килә. Асыҡ күңелле, алсаҡ егетте барыһы ла үҙ итеп тора. Тәбиғәт унан төҫ-ҡиәфәтте лә йәлләмәгән, йыр-моңға ла әүәҫ. Ҡалала үткәрелгән төрлө сараларға саҡыралар үҙен. Атаһы эсмәй башлағас, уның менән бигерәк дуҫлашып киттеләр, бер-береһе өсөн өҙөлөп торалар.

Алфирҙы бер көндө концертҡа йырларға саҡырҙылар. Концерттан ул бик тулҡынланып ҡайтып керҙе лә:

– Әсәй! Мин атайымды күрҙем! – тине. Уның был һүҙҙәренән һуң барыһы ла өнһөҙ ҡалды. Тик тиктормаҫ һеңлеһе Әлфиә генә, кино ҡарап ултырған еренән тороп ағаһы янына килде лә, уның ҡулынан тотоп һелкетә башланы:

– Ҡайҙа күрҙең? Нимә тине? Һине ҡайҙан белә? – тип, һорауҙарын теҙҙе. Ә Алфир һаман һуҙҙы. Сәғит нимә әйтергә лә белмәй һораулы ҡарашын Алфирға төбәне: «Үҙ атаһын күргәс улым миңә нисек ҡарар? Һин минең атайым түгел», – тимәҫме? Гөлнур ҙа тын да алмай, берәй һүҙен ишетмәй ҡалмайым, – тигәндәй улына баҡты. Улының белдереүенән һуң, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте, йөрәге «дөп-дөп» тибә башланы. Түҙемлеге бөтөп ул да:

– Ҡайҙа күрҙең! Һөйлә тиҙерәк! – тип улын ашыҡтырҙы.

– Концерта, – тине Алфир.

– Концертҡа йөрөргә ярата икән! – тип уйланы Гөлнур:

– Шунан, нимә тине? Үҙе килдеме? Һөйлә тиҙерәк! – тип ҡабатланы.

– Мин сәхнәнән йырлап төшкәс, сәхнә артына бер ағай килеп, сәскәләр бирҙе, ҡосаҡлап алды ла:

– Ҡайһылай матур йырлайһың, улым! – тине. Уның тауышы нисектер йөрәк түренән тулҡынланып, тетрәнеп сыҡты. Йырсыларға сәскә биреү ғәҙәти күренеш булғанлыҡтан, мин башта иғтибар итмәгән инем, ул ағайҙың сәйер ҡыланышынан аптырап ҡалдым. Ҡосаҡлағанда ла ныҡ итеп, яҡын итеп ҡосаҡланы, ҡаушаны, һүҙен әйтә алмай, тотлоҡто. Мин дә уның кем икәнлеген төҫмөрләп өлгөргән инем, үҙем дә ҡаушаным. Нисә йыл көткән осрашыу, икебеҙ ҙә уңайһыҙланып, тынып ҡалдыҡ. Тынлыҡты ағай кеше боҙҙо:

– Ғәфү ит улым! Мин һинең алда ғәйепле! – тине. Мин:

– Һеҙ кем булаһығыҙ? Ниндәй ғәйеп? – тип һораным. Ә ағай кеше:

– Мин һинең атайың! – тине. – Минең атайым Сәғит! – тип белмәмешкә һалыштым. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Сәғит ултырған еренән саҡ һикереп торманы, шатлығынан күңеле күтәрелеп, уйҙары яҡтырып китте.

– Ағай миңә: «Әсәйең әйтмәнеме ни? Әллә ундағы тәккәберлек, ғорурлыҡ һиңә лә күстеме?» – тине.

– Элегерәк ҡайҙа булдығыҙ һуң? – тинем.

– Эй улым, улым! Тормошта гел һин уйлағанса ғына булмай шул. Ул ваҡытта әсәйең менән аңлашырға көс таба алмағаным өсөн, ғүмер буйы үҙемде ғәйепләйем, ғазапланам. Һинең үҫкәнеңде лә ситтән генә күҙәтеп йөрөнөм, тик яҡын барырға батырсылығым етмәне. Әсәйең эшләгән ергә барып, эшенән сыҡҡанын көтөп торам да, ул күренгәс, «минән ярҙам алыу түгел, һөйләшеп тә тормаҫ», – тип ҡасып ҡалам. Ул көслө ҡатын, ә мин ҡурҡаҡ. Беҙ ирҙәр көслө ҡатындарҙан ҡурҡабыҙ шул, тәмле, татлы телдәргә алданабыҙ, – тине. Үҙенең фирмаһы барлығын, ярҙам итергә теләгәнен белдерҙе. Мин дә һинең улың бит әсәй:

– Һеҙҙең ярҙамға мохтаж түгелбеҙ! – тип әйттем дә, сығып киттем, – тип һүҙен тамамланы.

Сәғит менән Гөлнур еңел һулап ҡуйҙылар, әйтерһең дә елкәләренән тау төштө.

– Минең атайым берәү генә, ҡарап үҫтергән, ҡурсалаған, ҡайғыртҡан кешем һин атай! – тип Алфир Сәғиткә ҡараны. Сәғит уны Гөлнур менән ҡауыштырған көндәге кеүек, ҡыҫып ҡосаҡлап алды ла:

– Рәхмәт улым! Рәхмәт! Һин мине яратмаһаң, әсәйең менән ҡауыша ла алмаған булыр инек, – тине. Гөлнурҙың ғүмере буйы күңелен өйкәп килгән төйөн шулай итеп уйламағанда сиселде.

****

Бына тағы өс йыл һиҙҙермәйсә генә үтеп китте. Сәғиттең ҡорған пландары яйлап ҡына тормошҡа ашып бара. Үткән ҡайтыуында ул яңы фатир алырға уйлап, ҡайҙа, ниндәй йорттар төҙөлгәнен белешеп, беренсе взносты түләп ҡуйған ине, был ҡайтыуына фатир әҙер булһа, асҡысын алып күсенергә генә ҡала.

Таныш-белештәре хәҙер Гөлнурҙы йәлләп түгел, көнләшеп ҡарайҙар. Ҡайберләре тура ҡарап:

– Һинең ниндәй ҡайғың бар! Ирең Себерҙә аҡса һуға, балаларың аҡыллы! – тиҙәр. Бер ҡараһаң зарланыр урыны юҡ. Улы техникум бөтөрөп эшләп йөрөй, аҡсаһын тиненә тиклем әсәһенә алып ҡайтып бирә. Ҡыҙы ла әсәһенә булышып тора. Тормошонан ҡәнәғәт Гөлнур. Иренең Себерҙән ҡайтыуын һағынып көтөп ала. Әллә өйрәнелгәнгәме, ул Себергә киткәс ҡыйын булды, юҡһынды, уйланды, уға ихтирамы арта барҙы. Әллә… Әллә ярата башланы инде. Ә Сәғит иҫе китмәгәндәй ҡылана, үҙенең хистәрен ҡырыҫлыҡ менән йәшерергә тырыша, тик килеп сыҡмай, сөнки күңеле йылмая, ул үҙен бәхетле тоя, Гөлнурына сюрприз яһарға теләй. Бөгөн яңы фатирының асҡысын барып алды, Гөлнурын эшенән ҡаршыланы ла, машинаға ултыртып алып китте. Ҡатынының:

– Туҡта! Ҡайҙа бараһың? – тиеүенә:

– Урлайым! – тине ул, йылмайып. Бына яңы һалынған бейек, матур йорт янына килеп туҡтанылар. Сәғит һаман да ҡайҙа барғанын әйтмәй, ҡатынына артынан ҡалмаҫҡа ҡуша. Подъезға инеп, өсөнсө ҡатҡа күтәрелделәр. Сәғит бер ишек янында туҡталды ла, кеҫәһенән асҡыс алып аса башланы. Аптырап ҡарап торған ҡатынын «йәлп» итеп күтәреп алып, эскә атланы ла, иҙәнгә баҫтырҙы. Нимә тип әйтергә белмәй торған ҡатынына, алдан алып ҡуйған сәскәләрен тотторҙо:

– Рәхим итегеҙ, мадам! Оҡшаймы? – тине. Үҙенең ауыҙы ҡолаҡтарына еткән, төҫө-ҡиәфәте балҡып тора. Гөлнур һөйөнөсөнән ни эшләргә лә белмәне. Шатлығын йәшерә алмай:

– Сәғит!.. Яратам мин һине! Яратам! Рәхмәт һиңә! – тип ҡабатланы һәм ирендәренән үпте. Сәғиттең тулҡынланыуынан күҙҙәре йәшләнде:

– Нисә йылдар көттөм ошо һүҙҙәреңде! Үҙеңә рәхмәт! Рәхмәт ҡәҙерлем! – тип, ҡатынын ҡабат ҡосағына алды. Улар яңы ғашиҡ булғандай, бер-береһенә һыйынып, оҙаҡ торҙолар. Гөлнур беренсе мәртәбә үҙен тулыһынса бәхетле тойҙо.

Читайте нас: