Все новости
Литература
16 Ноября 2023, 13:28
ЛИТЕРАТУРА

Әсәйгә - ир, миңә - атай. Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

Юлайға күптән түгел биш йәш тулды – уны ҡыҙыҡһындырған һорауҙар күбәйҙе. Бына әле ноябрь баштары, әсәһе менән аҡ ҡарҙы шығырлатып, өйгә ҡайтып баралар.

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com

 Оҙаҡламай эргәлә генә төҙөлөп бөткән яңы балалар баҡсаһына йөрөй башлаясаҡтар. Юлайҙың әсәһе уларҙың төркөмөндә тәрбиәсе булып эшләй.

Бөгөн әсәһе: “Кемдәрҙең аталары шәмбе көндө буш, яңы балалар баҡсаһына мебель йыйырға килһендәр”, – тип иғлан итте. Тимәк, атайҙар киләсәк һәм яңы мебель йыясаҡ. Атайлы малайҙар һәм ҡыҙҙар нисек була икән? Юлайҙың олатаһы бар, ике туған ағайҙары бар, ә бына атаһы юҡ.

– Әсәй, ә минең атайым ҡайҙа? – тип һораны Юлай.

– Ә, улым, ниңә һорайһың? – тип ҡыҙыҡһынды әсәһе.

– Атайым булһа, ул шкаф йыйырға килер ине. Ә ҡайҙа минең атайым?

– Улым, ул һин тыуғансы уҡ китте.

– Ә ул мине беләме? – Белә.

– Мине күргәне бармы?

– Юҡ, улым, атайың һине күргәне юҡ.

– Әле ул ҡайҙа?

– Их, улым, мин уның ҡайҙа икәнлеген белһәм...

Сәкинә иренең ҡайҙа йөрөгәнен белмәй шул. Танышҡан йылдарҙа ире бизнес менән шөғөлләнде. Нимәлер алып ҡайтам, тип, халыҡтан аҡса йыйған, кәрт уйнаған, казиноға йөрөгән. Ҡыҫҡаһы, баштан-аяҡ бурысҡа батҡан һәм ҡасып сығып киткән. Сәкинәнең уны хатта иҫкә төшөргөһө лә килмәй, сөнки аҡса биргән кешеләр Сәкинәне лә юллап йөрөнө. Уның ауырлы икәнлеген күргәс, ҡул ғына һелтәнеләр.

– Ярай, улым, ҡайтҡас, беҙ Ҡыш бабайға хат яҙырбыҙ.

– Ә нимә тип яҙабыҙ, әсәй?

– Ҡыш бабайҙан нимә һорап яҙһаң, ул һиңә шуны бүләк итәсәк.

– Әсәй, беләһеңме, мин нимә һорарға теләйем? Уйынсыҡ машина һәм миңә атай.

– Ә Ҡыш бабайҙың атай бүләк итеренә ышанаһыңмы?

– Әлбиттә, ышанам. Ана бит, Таһирҙың да, Йосоптоң да атаһы бар. Саша менән Сараның да атаһы килеп ала. Уларға бит кемдер бүләк иткән. Ҡыш бабай түгелме ни?

– Их, улым, һәйбәт атайҙарҙы бүләк итеп бирмәйҙәр шул. Уларҙы эҙләргә, табырға кәрәк.

– Ә беҙ хат яҙып һорайыҡ, әсәй.

Хат яҙҙылар. Яңы йылға тиклем ике айлап ваҡыт бар әле. Сәкинә улы атай һорап яҙғанды онотор тип уйлағайны. Онота буламы һуң инде, көн һайын иҫкә төшөрөп тора. Хатты яҙып, туңдырғысҡа һалып ҡуйғайнылар, икенсе көнөнә иртүк барып ҡараны. Хат ята ине әле.

Аҙаҡ Сәкинәгә шым ғына алып ҡуйырға тура килде. Кисен Юлай, хаттың юҡлығын күргәс, ҡыуанды. Етмәһә, садикта малайҙар алдында ла маҡтанған: “Ҡыш бабай миңә – атай, әсәйгә иптәш бүләк итәсәк. Ул бында шкаф йыйырға киләсәк”.

Сәкинә сауҙа үҙәгендә яҡындарына бүләктәр ҡарап йөрөй ине. Көтмәгәндә ҡаршыһына Динар килеп сыҡты. Эйе, уның менән бергә уҡыған Динар. Ошо Динар менән Эдуард, Юлайҙың атаһы була инде, Сәкинәнең йөрәген яуларға тырышҡайнылар. Сәкинә нимә ҡарағандыр – Эдуардҡа өҫтөнлөк бирҙе. Хәҙер үкенә лә бит. Ә бына Динар һин дә мин йөрөп ята. Заводта ҙур ғына вазифа биләй икән.

– Әйҙә, бынауында кереп, кофе эсәйек, – тине Динар. Сәкинә инәлтеп торманы, бергә инеп ултырҙылар.

– Ә ,теге, ирең килеп сыҡмаҫмы? Кем әле, Эдуард исемле ине шикелле? Ул миңә лә бер көн килеп сыҡҡайны, – тине Динар.

– Эйе, Эдуард мине эҙләп килде.

– Ә ниңә килде? Аҡса һоранымы?

– Эйе, аҡса һораны, – тип һағайҙы Динар.

– “Тойота”м ватылды, шуны ремонтларға кәрәк, 100 мең биреп тор, – тине.

– Һин ни, аҡсалы кеше, биргәнһеңдер инде?

– Юҡ, биреп өлгөрмәнем, аҡса минең картала ине. Мин барып банкоматтан аҡса алғансы, бер полицейский килеп сыҡҡан, Эдуардты эләктергән, тик ниңәлер көтөп торорға ҡушҡан, ә Эдуард шул арала ҡасып китә һалған.

– Нимә һөйләне инде Эдуард?

– Эй маҡтанды, эй маҡтанды. Бер малай, бер ҡыҙ үҫтерәһегеҙ икән. Ҡала эргәһендә өй төҙөгәнһегеҙ.

– Һин шуға ышандыңмы? – тине Сәкинә.

– Әллә тағы. Һеҙ матур йәшәгәс, яҡшы булған, тинем дә ҡуйҙым.

– Миңә уңайһыҙ, сөнки мин ваҡытында һине түгел, уны һайланым. Ләкин ул аферист булып сыҡты, алдаҡсы, бурысҡа аҡса йыя ла юғала.

– Юҡ, белмәй инем, бик ышаныслы һөйләгән һымаҡ тойолдо ул.

– Арзанға оргтехника, запчастар вәғәҙә итеүе ихтимал. Ышанма. Минең улым тыуырын белгәс, шунда уҡ ташлап ҡасты. Мин биш йәшлек улымды үҙем генә ҡарайым хәҙер. Атайым менән әсәйем фатирында йәшәйем. Ярай, Динар, рәхмәт кофе өсөн.

– Ярай, һау булып тор. Бәлки, осрашырбыҙ әле, – тине Динар.

– Тиҙерәк ҡайтырға кәрәк, Юлай улым өләсәһе менән генә, – тип, Сәкинә китеп тә барҙы.

Динар, Сәкинәне күргәс, йәшлеген иҫкә төшөргәндәй булды. Ауыр ваҡыт ине, ләкин бик күңелле уҡынылар. Сәкинә хушлашып киткәс, Динар үҙенең күңелендә уға битараф түгеллегенә төшөндө. Әллә һаман ярата инде? Юҡҡа телефонын алмаған, бөгөн үк шылтыратыр ине. Хәйер, элекке фатирымда йәшәйем, тине, ул өйҙө яҡшы белә Динар.

Бөгөн 31 декабрь. Юлай һикереп тороу менән:

– Әсәй, бөгөн Ҡыш бабай ҡасан килә? – тип ныҡыта башланы.

– Ә беҙгә Ҡыш бабай киләме ни? – тине әсәһе.

– Ул бит туңдырғыста ятҡан хатты алған, уҡыған. Ул бөгөн миңә – атай, һиңә ир килтерәсәк.

– Әйҙә, улым, боҙ ҡаласығына барып киләйек, – тип саҡырҙы әсәһе улын.

– Юҡ, әсәй, мин бер ҡайҙа ла сыҡмайым. Ҡыш бабай килер, ә беҙ өйҙә булмабыҙ. Атай бит беҙҙе белмәй. Аҙашып йөрөһә, беҙҙе таба алмаһа?

Юлай көнө буйына әле теге тәҙрәгә бара, әле быныһына бара. Әмәлгә ҡалғандай, Ҡыш бабай тегеләй ҙә үтә, былай ҙа күренеп ҡала. Ә малай һаман көтә. Сәкинә үкенә лә башланы – юҡҡа хат яҙҙылар. Әллә берәй Ҡыш бабай ғына саҡырырғамы икән? Ә ул Ҡыш бабай килгәс, улы атай таптыра башлаһа, нишләргә?

12-се яртыларҙа ишек ҡыңғырауы шылтыраны. Сәкинә барып асып ебәрһә, ысын Ҡыш бабай килеп инде.

– Һаумыһығыҙ! Мине көттөгөҙмө? Тулҡынланған Юлай иң алға йүгереп сыҡты.

– Көттөк, көттөк, Ҡыш бабай, беҙ һине көнө буйы көтәбеҙ.

– Бына һеҙгә минең бүләктәрем.

Уңайһыҙланып торған Сәкинәгә Ҡыш бабай бүләген тотторҙо. Тоғоноң эсенән Юлайға үҙе йөрөй торған бәләкәй генә уйынсыҡ машина алып бүләк итте. Юлай, бүләгенә ҡыуанып, бер түгел, ике шиғыр һөйләне. Ултырып сәй эсеп алдылар. Ә Юлай тоҡ яғына ҡарай ҙа ҡарай.

– Ярай, балалар, мин хәҙер икенсе өйҙәргә кереп ҡотлайым. Һау булып тороғоҙ! – тип, хушлашып сыға башлағайны, артынан илай яҙып, Юлай эйәрҙе.

– Ҡыш бабай, Ҡыш бабай, ә миңә атай ҡайҙа?

– Һиңә атай? Мин һиңә атай бүләк итәм тинемме?

– Эйе, ике ай элек беҙ һиңә хат яҙҙыҡ, беҙгә атай бүләк ит, тинек, – тине Юлай, иламһырап.

Ҡыш бабай туҡтаны, аптырап, Сәкинәгә ҡараны, сәғәтенә күҙ һалды. Ә Юлай илай ҙа илай. Нимә ти? “Миңә атай кәрәк, миңә атай бүләк итегеҙ”, – ти.

– Ә-ә, иҫемә төштө, – тине Ҡыш бабай.

– Мин бит онотҡанмын. Ишек алдында ҡалған санамда бер атай ултырып ҡалды. Ул һеҙгә инеме ни? Мин уны хәҙер алып киләм, – тип, Ҡыш бабай йүгереп сығып китте.

Юлай менән Сәкинә уны тәҙрәнән ҡарайҙар. Ҡыш бабай йүгергән ыңғайы өҫтөндәге еләнен систе һәм тоғона һалды.

– Әсәй, ҡара әле, нишләй ул? – тине Юлай.

Динар, парковкаға барып етеп, машинаһында Ҡыш бабай кейемен ҡалдырҙы, үҙенең пуховигын кейҙе лә кире килде.

– Ҡыш бабай мине һеҙгә ебәрҙе, – тине ул ишекте асыу менән.

– Ысынлапмы? – тип ҡыуанды Юлай.

– Ҡыш бабай ебәрҙеме?

– Эйе, Ҡыш бабай ебәрҙе. Һинең исемең Юлаймы?

– Эйе, мин Юлай.

– Һиңә биш йәшме?

– Эйе, биш йәш.

– Тимәк, дөрөҫ килгәнмен. Миңә Ҡыш бабай, биш йәшлек Юлайҙың атаһы булаһың, тине.

– Ә бына минең әсәй. Әсәйгә кем булаһың, тине?

– О-о, әсәйгә ир булаһың, тине.

Бына шундай шәп Яңы йыл булды. Ҡыш бабай Юлай исемле малайға – атай¸ әсәһенә тормош иптәше бүләк итте.

Читайте нас: