Все новости

Уңалмаҫ яра. Айһылыу Юнысбаева

Нурияның әле эше буйынса командировканан ҡайтып килеүе. Аҙна тирәһендә эшен бөтөрөп әйләнмәксе ине лә, булманы. Уныһын-быныһын хәл итеп, унынсы көн тигәндә саҡ поезд менән иртүк Өфөгә килеп төштө.

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com

Март аҙағы. Ҡалған ҡарҙың башына етергә тырышып берәм-һәрәм генә эре ҡар бөртөктәре төшә. Ҡайҙа ҡарама - эреле-ваҡлы күләүектәр. Юрғалап ҡына төшкән яуым-төшөм, күләүектәргә барып төртөлә лә, шунда уҡ иреп юҡҡа сыға.
Вокзалдан үҙ яғына ҡайтырға билет алырға тип касса яғына ыңғайлаған Нурия, шул тиклем дә танһыҡ, таныш тауышты ишетеп, алан-йолан ҡаранды ла ҡапыл үҙе лә һиҙмәҫтән:
- Мәҙинә, Мәҙинә тейем, - тип ҡысҡырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Үҙе, юлындағыларҙы этә-төртә тигәндәй, таныш һынға йомолдо. Танышы ла, әйтерһең, Нурияны эҙләп килгән, һүҙһеҙ йәнтәслим ҡатындың ҡосағына ташланды.
- Нурия, өнөммө-төшөммө? Нисек? Ҡайҙан һин былай?
- Мәҙинә, ысынлап та һин икәнһең. Нисә ҡыш, нисә яҙ, тигәндәй. Юлға сыҡҡан һайын, Мәҙинә осрамаҫ микән, ти торғайным. Бына килде бит был көн! Мин эшем буйынса Екатеринбургта командировкала булғайным. Шунан ҡайтып киләм. Яңы ғына төштөм поездан. Үҙең, үҙеңсе, ҡайҙа йәшәйең? Бер ҙә үҙгәрмәгәнһең, Мәҙинә. Ҡыҙ саҡтағы кеүек һылыу, матур көйөһөң, - тип күҙенә йәш алып ҡосаҡланы әхирәтен.
- Эй, Нурия, баласаҡ дуҫым, рәхмәт. Йылдар үҙенекен алғандыр инде, ни тиһәң дә, егерме йылдан ашыу бит күрешмәгәнгә.
- Эйе шул, үҙең ни киттең дә, һыуға батҡандай, юғалдың. Йә хәбәр ебәрмәнең, йә ҡайтып әйләнмәнең тигәндәй. Атайың үлгәс, ерләшергә ҡайтып киткәнең дә бит, ул сағында мин эш буйынса өйҙә булмай ҡалғанмын.
- Әле һин ҡайҙа? Ҡайтып бараһыңмы?
- Эйе, билет алырға ине. Һин үҙең ҡайҙа китеп бараһың?
- Юҡ, мин бер ҡайҙа ла китмәйем, бикәсемдең ҡыҙын оҙатып ҡалдым. Ҡунаҡҡа килгәйне ялға.
- Һин үҙең Өфөлә тораһыңдыр ул, шулайыраҡ ишетә биреп ҡалғайным.
- Эйе, мин ни шул сығып киткәндән бирле Өфөлә. Ҡара әле, Нурия, осрашып өлгөрмәнек, кире айырылышырға, әйҙә бөгөн миндә ҡал, иртән иртәнге электричка менән ҡайтырһың әле.
Командировкаһы оҙаҡҡа һуҙылһа ла, күп уйлап торманы Нурия, ризалашып баш һелкте. Тиҫтә йылдар араға ятҡан был осрашыу икеһенә лә үтә ҡәҙерле ине.
Мәҙинә менән Нурия - күрше ҡыҙҙар. Нурия айлап ҡына кесе Мәҙинәнән. Иҫ белгәндән бергә булдылар. Үҙенең ике апаһына әллә ни ылыҡмай Нурия, ә бына Мәҙинә тип йән атты. Эй, иҫләһәң, ул кәртә башына ҡаралды түшәп йәшенеп китап уҡыуҙар, төнө буйы әкиәт һөйләп ярышыу, Дим буйында һыу ҡойоноп, еләк йыйыу тиһеңме? Әле генә кеүек. Юҡ, хатта, кисә генә һымаҡ. Ә бит уйлаһаң - ни һан ғүмер үтеп тә киткән.
Мәҙинә үҙе рулдә икән. Вокзалдан сығып ҡара төҫтәге бейек машинаға ултырғас та, Нурия иркен тын алды. Баласаҡ дуҫы өсөн эстән шатланып ҡуйҙы. Бындай машинаны йүгәнләп йөрөгәс, әхирәтенең, моғайын, тормошо уңғандыр.
Өфө районының бер биҫтәһендә ҡупым ғына йортҡа килеп еткәс, Мәҙинә машинаны туҡтатты.
- Нурия, мин ошонда йәшәйем. Иптәшем Надир эштә. Ҡыҙым әле уҡыуҙан ҡайтмағандыр, - тип әйҙүкләне Мәҙинә ҡунағын.
Тыштан йәтеш күренгән өйҙөң эсе иркен, яҡты, ҡот уйнап тора. Хужаларының уңғанлығы йорттоң һәр мөйөшөнән күренә.
- Хәҙер сәй ҡуям, Нурия, башта сәйләп алайыҡ, һуңынан аш өлгөртөрмөн. Асыҡҡаныңдыр ҙа, арығаныңдыр ҙа. Минең сәйем ҡайнағансы, душ инеп алаһыңмы әллә?
- Мәҙинә, душты ярай һуңынан, беҙҙең ваҡыт һанаулы, әйҙә, булмаһа, сәй янында гәпләшәйек әле. Нисә йылдар һинең турала баш ваттым. “Ҡайҙа? Нисек? Кем менән?” - тигән уйҙар менән йәшәнем. Бына бөгөн килеп эҙләгәнемде таптым. Асыуланма, хатта: “Тереме икән Мәҙинә?” - тип тә уйлап ҡуя инем. Бер ҡайтып әйләнмәнең бит, исмаһам. Егерме йыл әҙ ғүмер түгел. Беләм дә бит, ҡотороп сығып китмәгәнеңде. Шундай хәлдән һуң юғалғас, төрлөһөн уйланым. Ысын әйтәм, гел юлға сыҡҡан һайын “һин осрамаҫ микән” тигән өмөт менән сыға торғайным. Рәхмәт Хоҙайыма, ишетте буғай, нәкәнис осраштыҡ бит, Мәҙинә. Мин әле һаман ышанмайым, - тип Нурия әхирәтен тағы ҡосаҡлап алды. Бер-береһен һағыныуҙары сиктән ашҡан, түҙмәнеләр, өй аулаҡ, икәүләп иларға тотондолар. Ҡара, Мәҙинәнең илауы ла элеккесә. Һығылып ҡына өнһөҙ күҙ йәштәре менән бала саҡтағы һымаҡ илай. Үҙе ипле булғанғамы, балауыҙ һыҡҡанда ла тыныс ҡына тота бит ул үҙен.
- Йә, ярай, Нурия, сәйем ҡайнаны, башҡаса илашмайыҡ, табыштыҡ, ҡабат ташлашмабыҙ, йәме? Әйҙә, етеш барынан, - тип шул арала әҙерләнгән мул табынға саҡырҙы әхирәтен Мәҙинә.
Юғалтышып та нисә йылдар йөрәк түрендә бер-беренә йылы, һағынышлы хистәр йөрөткән ике әхирәттең сәй янында әңгәмәләре ҡыҙҙы.
- Мәҙинә, теге һине мәсхәрәләгән әҙәм аҡтығы һыуға батып үлде бит. Ишетмәнеңме?
- Ишеттем, әммә ҡыуанманым, бәлки, пожарҙа янып үлгән тиһәләр еңелерәк булыр ине, тиһәм дә, яңылышамдыр, ниндәй генә үлем менән үлһә лә мине мәсхәрәләп, мирға фаш итеп, бер ниндәй язаһыҙ ҡалыуы әле булһа йөрәгемде һыҙлата.
- Эйе шул, йә шунда атайың Юнир ағай һине яҡлап сыҡманы. Шул хәсис яҡлы булып йөрөгән булды. Әле булһа аңламайым атайыңды.
- Эй, Нурия, әсәй үлһә, атаң еҙнәй була тигәндәре шул була инде, мине яҡлап йәндәй күргән бисәһенең улын төрмәгә ултыртһынмы? Уға ҡан дошман булғыһы килмәгән инде.
- Һуң, Мәҙинә, һин уның үҙ балаһы ла инде. Бисәһенә эйәреп килгән әзмәүерҙәй ир уға кем? Йөрөнө инде шунда бер итәкте буш ҡалдырмай, һинең атайыңдың ҡалъяһын ялап.
- Нурия, үҙең беләһең бит инде минең бала саҡтан атайымдың кем икәнен. Гел үҙеңә һөйләп илағанды иҫләйеңдер әле. Әҙ йоҡланыңмы миңә иптәш булып һарай башында? Ҡайһы саҡта атайҙан ҡасып, әсәйем дә беҙҙең янға һыйыныр ине. Хәҙер уйлайым да аптырайым, һуң бер бөртөк ҡыҙын ҡарай алмаҫмын тинеме икән әсәйем, шул хәтле эт тормошона нисек сыҙаны икән? Ваҡытында ғына айырылып китһә, кем белә, бәлки, әле лә иҫән булыр ине. Атайым бит уға эскән сағында ғына түгел, айыҡ сағында ла ҡул күтәрә торғайны. Яратмағандыр әсәйемде, тейем. Үҙе яратҡандыр әсәйем, шуға барыһын кисереп йәшәгән инде. Өләсәйем бит нисә айыртып алып ҡайтам тип килде. Әсәйем атайымдың үҙе өҫтөнән йөрөгәнен дә белә ине.
- Мөнирә апай бер кемгә лә Юнир ағайҙың холоҡһоҙлоғон да һөйләмәне бит ул, эйеме, Мәҙинә?
- Юҡ-юҡ, ул мине лә тыйып ҡуя торғайны, өләсеңә лә, бер кемгә лә атайыңды насарлап һөйләмә тип. Бала булһам да, үҙәгемә үтһә, һиңә илап һөйләй торғайным бит. Бәләкәй саҡта гел һеҙгә ҡыҙығып үҫтем. Атайың менән әсәйең шул ҡәҙәре татыу инеләр, эйеме? Матур кешеләр ине. Үҙ атайым арҡамдан тупылдатып һөймәһә лә, һинең атайыңсы, һиңә тип барһам, тупылдатып арҡамдан яратып алғаны әле лә иҫемдә. Атайым шул ҡатылығы менән мине тыуған өйөмдән ваз кистерҙе. Ҡаты булмаһа, әсәйем үлгәндә тамсы күҙ йәшен сығарыр ине. Өләсәйемдең, әсәйем үлгәс, йән өҙгөс тауыш менән атайыма:
- Ҡотолдом, түшәгем яңыра, тип ҡыуанаңдыр. Минең балам да ҡотолдо. Кеше итеп йәшәтмәнең, бисәгә һанаманың, итәк һайын саптың, һуҡмаған, туҡмамаған ерен ҡалдырманың, ҡотолдо балам. Инде тыныс ятыр. Әйҙә теләгәнеңде алып ҡайтып ултырт түреңә, инде тупһаңа аяҡ та баҫмаҫмын, - тип әйткән һүҙе әле лә ҡолағымда.
- Эйе, минең дә әсәйем шулай тип йәлләп иланы бит. Бер генә лә ҡәҙере булманы Мөнирәнең, тиер ине мәрхүмкәйем. Әсәйемдең баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә өс йыл инде. Атайым унан биш йыл алда китеп барҙы. Мине лә ҡайғылар урап үтмәне, Мәҙинәкәйем. Илһам ағайым, Марат ҡустым бер-бер артлы үлеп китте. Марат мотоциклы менән аварияға осто. Ағайымды урманда утын ҡырҡҡанда ағас баҫты. Күп тә тормай оло апайым яман шеш ауырыуына юлығып беҙҙе ташлап китте. Инде генә ҡайғыларҙан баш ҡалҡытып килгәндә, үҙемдең иптәшем Мәхмүт гүр эйәһе булып ҡуйҙы. Инфаркт булды йөрәгенә. Ике бала менән тороп ҡалдым, ни хәл итәһең. Рәхмәт уҡыйым ата-әсәйемә, уларҙың ярҙамы менән Силәбелә институт бөттөм. Әле райүҙәктә администрацияла эшләйем. Эшем һәйбәт тә ул, тик бына шул командировкаларға йыш йөрөргә тура килә.
- Беләһеңме, Нурия, атайым, әсәйем үлгәндән һуң, ҡырҡы ла үтмәйенсә Хәжәрен алып ҡайтҡас, шул тиклем ғәрләндем, миңә бит инде ул саҡта ун алты йәш ине. Тағы етмәһә армиянан ҡайтҡан теге хәсисте лә эйәрткән ине бит. Күргәс тә ытырғандым. Күҙҙәрен майландырып аҫтан ҡарап торғаны әле булһа күҙ алдымда.
- Эй, Мәҙинә, һин зерә генә һылыу инең дә ул әсәйеңә оҡшап, теге мөртәттең шунда уҡ һинең һылыулыҡҡа күҙе сағылған инде. Шунан ул ҡайҙалыр эшкәме сығып киткәйне түгелме?
- Эйе, йыл ярымдай Ҡаҙағстан яғында зимагурлыҡта йөрөп ҡайтты. Шул мин унынсыны тамамлап, аттестат алырға ғына йөрөгән ваҡытҡа ҡайтып килде.
- Ә теге көндө нисек һинең яныңа килеп инде ул?
- Атайым менән Хәжәр апай, ҡәҙерле улдары ситтән ҡайтҡас, ҡунаҡ иттеләр, миңә мунса яғырға ҡуштылар. Йәйге мунса тиҙ бөтә бит. Мунсаны бөтөрөп, иҙәнен йыуып ҡайтайым тип барған инем, артымдан килеп инеп соландың ишеген бикләне. Мин ҡурҡыштан ҡысҡыра башлаған инем, ауыҙымды ҡаплап, мунсаның эсенә алып инде. Әзмәүерҙәй иргә бер нисек тә ҡаршы тора алманым. Эләүкә аҫтындағы урындыҡҡа йығып һалғас, битенә төкөрҙөм, ҡулын тешләп маташтым. Салған саҡта тыпырсынған ҡаҙ һымаҡ тулап, ҡаршылашып ҡараным да һуң - юҡ инде - йәйге күлдәгемде башымдан аша ташлап, ауыҙынан араҡы еҫе аңҡытып, өҫтөмә ауҙы. Ҡалғанын томан эсендә хәтерләйем. Эргә-тирәләге әйберҙәр иҙәнгә осоп төшөп бөттө. Ун –ун биш минут әләм–борхан итеп, үҙенә кәрәген алғас:
- Белеп ҡуй, һин мине үҙең саҡырып индерҙең мунсаға. Мин һине таламаным. Талаһам, берәй ерең күгәреп сығыр ине, бер ереңә лә сиртмәнем.Үҙең теләп бирелдең. Ҡысҡырып маташма, берәүҙе лә ышандыра алмайың, йәшең еткән, мәктәпте бөткәнһең. Ары-бире хәл булһа, әйтерһең, бисәлеккә алырмын. Былай нишауа ғынаһың, - тип мыҫҡыл итеп сығып китте. Шул ерҙә мин бер әтрәгәләмдән сафлығымды урлаттым. Аңыма килеп, көсһөҙлөгөмдән ғәрләнеп иланым. Ике биҙрә һыуыҡ һыуҙы башым аша ҡойоп, ары-бире мунсаны рәтләнем дә, ҡайҙа барырға белмәй һарай башына менеп киттем. Күңелемдәге ауыр йөктө тышҡа сығара алмай интектем. Шул минутта үлгем килде. Һарай башынан төшөп, кәртә тирәһенән бау эҙләнем. Быҙау бәйләгән бауҙы ысҡындырып алдым. Үҙем нисек, ҡайҙа бәйләргә белмәйем. Муйыныма урайым да ул, дөм ҡараңғы төндә үҙемде күтәрерҙәй ботаҡ тапмай хитландым. Бер-ике ботаҡ табып, бәйләп ҡарайым, өҙөләм дә төшәм. Күпме маташҡанмындыр шулай, ҡапыл айнып киттем. Ә ни эшләп миңә үлергә? Мине мәсхәрәләгән кеше рәхәтләнеп йәшәргә тейеш, ә миңә үлергә. ”Юҡ, үс алмайынса үлеш юҡ”, - тип төн уртаһында быҙау бауын урынына бәйләп, Рәшиҙә еңгәмә барып йығылдым. Аңланы хәлемде, иртән тороп атайыма китте. Ҡайҙа инде ул, атайым тыңлап та тормаған:
- Бушты һөйләргә һине ҡуш, ҡайҙа ул үҙе? Кисә бит өйгә лә ҡайтманы, әллә кемдәр менән йөрөгәндер әле, килеп симья болғап йөрөмә, - тип Рәшиҙә еңгәмде тыңлап та тормай кире бороп сығарып ебәргән. Теге ер йотҡор ир йораты таң менән Стәрле сығып киткән. Рәшиҙә еңгәй силсәүиткә әйтеп, милиция саҡыртты. Килделәр, мин нисек булған - шулай һөйләп бирҙем. Ҡағыҙ тултырҙылар, үҙемдән яҙҙырып, подпись алдылар. Милицияға хут та бирмәй Хәжәр, малайын яҡлай. Имеш, ул үҙе йөрөмтәл, ҡайтһа ҡайта өйгә, ҡайтмаһа юҡ, тип минең имен еремде ҡалдырманы. Атайым тора Хәжәрҙең һәр һүҙен йөпләп тигәндәй. Яҡлап бер ауыҙ һүҙ әйтһәсе. Үҙ атайыңдан яҡлау булмағас, башҡаларға ни өмөт итәһең? Рәшиҙә еңгәм:
- Әйҙә, больнисҡа алып барам, справка алып килеп һалабыҙ, ултырһын, ҡулы менән эшләгән, иңе менән күтәрһен, - тип туҙып-туҙынып ҡарағайны ла, мин инде һүрелгән инем, ризалашманым.
Башта һеҙгә инеп иларға уй бар ине, инәйҙән, бигерәк тә олатайҙан оялдым. Шуға инеп торманым, өйгә ҡайтып булған ғына липамды* сумкаға тултырып, ике көн элек алған аттестатым менән паспортымды әйберем араһына тыҡтым да, еңгәмә килдем. Зәбир ағайым аяғын һындырып балниста ята ине бит.
- Сәсрәп кит, ҡайтып йөрөмә, баламдың башын ашарға йөрөйһөң, аҡ эттең бәләһен ҡараға япһарып. Ҡалай, башы эшләй кәнтәйҙең, - тип тупһала Хәжәр ағыуын сәсеп тороп ҡалды. Атайым ҡайҙа булғандыр, мин сығып киткәнде ул күрмәне лә. Үҙемдең дә, шул тиклем күңелемде ҡалдырғанғамы, эҙләп хушлашҡым да килмәне.
- Беҙ ҙә бит аптырандыҡ, Мәҙинә, һинең ҡайҙа сығып киткәнеңде белмәгәс. Мин шул ваҡытта Тәпәндә өләсәйгә киткән инем бит, өйҙә юҡ инем. Ҡайтҡас, хәлеңде әсәйемдән ишетеп, ултырып иланым. Ә теге мөртәт байтаҡ юғалып йөрөнө ул ауылға ҡайтмай. Һинең ҡайҙа сығып киткәнеңде беҙ беребеҙ ҙә белмәнек. Мин, ауылдан китеп, арыуыҡ йылдар үткәс кенә Рәшиҙә еңгәй әсәйемә Өфөлә ул тип әйткән булған.
- Эйе, еңгәмдең игелеген баласаҡтан күрҙем. Үҙҙәренең балаһы булмағанғамы, бәләкәйҙән мине эскә тартты. Ғүмер генәһе ҡыҫҡа булды. Ағайым менән бер-бер артлы китеп барҙылар. Ҡайталманым ҡуйышырға икеһен дә. Рәшиҙә еңгәмдең вафатын сәпсим һуң ишеттем. Ныҡ рәхмәтлемен еңгәмә. Бер аҙна үҙендә йәшәтеп, ҡулындағы булған ғына аҡсаһы биреп, теге Наҡыяға эйәртеп сығарып ебәрҙе. Беләһеңдер, Өфөнән Наҡыя тигән ҡатын килеп ауылда ваҡ -төйәк һатып йөрөй торғайны бит. Рәшиҙә еңгәмә атап килә ине. Яҡын ит туғаны булмаһа ла, сыбыҡ осо бар ине. Теле-телгә йоҡмай, шартлап торған апай булды ул. Шул бит мине эйәртеп алып килеп, үҙенең бәләкәй генә бер бүлмәһенә һыйҙырып, эшкә урынлаштырҙы. Аттестат һәйбәт булыу менәнме, ни аҡса, ни йүнле-башлы кейем юҡ өҫтә.
Рәшиҙә еңгәм: “Бер-ике йыл эшлә. Башта аҡса эшләп, өҫ-башыңды бөтәйтеп ал, шунан уҡырһың”, - тип кәңәш биргәйне. Оҙатҡанда:

- Онот атайыңдың тупһаһын, унда һине көтөп торған кеше юҡ, ни булһа ла үҙең кеше бул. Кеше мәсхәрәләү менән түгел, Аллаһ Тәғәлә хурламаһын. Күрербеҙ әле, үлмәһәк, Хәжәрҙең дә балаһының кем икәнен. Матурһың, аҡыллыһың, бәхетеңде табырһың әле, Алла бирһә. Юнир ҡайнағаның да иҫенә төшөр әле бер заман, терһәген тешләрҙәй булыр ҙа - һуң булыр. Ҡарышҡан өҫтөнә кеше бул, штубы махы бирмә! Ә мин өнөмдө лә сығармам ҡайҙа киткәнеңде. Кәрәк булһаң атайың үҙе эҙләп табыр, - тип мине ҡосағына алып, арҡамдан һөйөп, яратып, кәңәшен биреп, оҙатып ҡалғайны еңгәм. Йә үҙе килмәне, йә мин ҡайтып күрмәнем ҡабат, башҡаса күрешмәнек тә ҡуйҙыҡ, - тип илап ебәрҙе Мәҙинә. Былай ҙа күҙ йәштәрен һөртә-һөртә әхирәтен тыңлап ултырған Нурия ла уға ҡушылды.
- Мәҙинә, етәр инде, башҡаса иламайыҡ. Тормошоң бына тигән, күреп хайран ҡалып ултырам, ҡыҙың бар, хәләлең дә арыуҙыр.
- Эйе шул, Нурия, бала саҡта ла әҙ иламаның инде миңә ҡушылып, инде һаман һине илатам, ҡуй, иламайыҡ, - тип бите буйлап ағып төшкән тамсыларҙы һөрттө Мәҙинә. - Бөгөнгө тормошома иртәле–кисле шөкөр итеп йәшәйем, Нурия. Өфөгә килгәс, ике йыл урам таҙалаусы булып эшләнем. Бик ауыр эш ине. Ни хәл итәһең - йәшәргә урын кәрәк. Бер бүлмә бирҙеләр үҙемә. Шул минең өсөн күктән төшкән бәхет ине. Аҡсаһы ла арыу булды. Өсөнсө йылына ситтән тороп бухгалтерлыҡҡа уҡыным. Аҙаҡ үҙем эшләп йөрөгән торлаҡ коммуналь хужалығына бухгалтер итеп саҡырҙылар. Биш йыл тирәһе шунда эшләп алдым.
- Кейәүгә сыҡҡаныңа нисә йыл, ҡыҙыңа нисә йәш?
-Мин һуң сыҡтым ул кейәүгә. Ҡыҙыма ун ике йәш тула. Анау хәлдән һуң ир- егеттәр минең өсөн теге диуана һымаҡ күренде. Берәүҙе лә яҡынлатманым. Әжәл менән никах бер тигәндәй, утыҙға еткәндә мине бәхетле итеүсе Надирым насип булды уйламағанда. Биш йыл эшләп, тәжрибә туплағас, мине бер ойошмаға баш бухгалтер урынбаҫары итеп саҡырҙылар. Шунда эшләп йөрөгәндә, ойошманың күп кенә аҡсаһын үҙләштереп, хәтәр байып ятҡан директор менән баш бухгалтерға тикшереү эше астылар. Әллә йылдан артыҡ барҙы тикшереү эше. Мине лә әҙ саҡыртманылар. Бына шулай допросҡа йөрөй торғас следователь менән уйламағанда икәү-ара дуҫлашып киттек. Быға тиклем берәүҙе лә күргем дә килмәй йөрөһәм дә, нисектер Надирға ылыҡтым. Байтаҡ ваҡыт үткәс ул тикшереү эшен тамамланы. Директорҙы өс йылға иркенән мәхрүм иттеләр, баш бухгалтерға арыу ғына штраф һалып, эштән алдылар. Ошо тикшереү эше бөткәс кенә үҙемдең тәфтишсегә битараф түгеллегемде аңланым. Ул ғаиләһе менән айырылышҡан, улы бар ине. Быға ла күҙ йомоп ҡараным. Йәшем дә утыҙҙа. Насип булғандыр, өйләнештек. Надир өйөн, донъяһын ҡатынына ҡалдырып, машинаһын ғына алып сығып киткән. Квартирала йәшәй ине. Мине башбухгалтер итеп саҡырғайнылар, үҙем дә, Надир ҙа риза булманыҡ. Декретҡа хәтлем эшләнем дә, декреттан һуң, бер танышымдың саҡырыуы буйынса, минздравҡа бухгалтер булып төштөм. Әле шунда эшләйем. Надир шул үҙенең эшендә, ҡыҙыбыҙ алтынсы класта уҡып йөрөй.
Нурия менән Мәҙинә, шул хәтле һүҙгә мауығып, Надир менән Гөлиәнең ҡайтып ингәнен дә һиҙмәй ҡалдылар.
- Хәйерле көн! Әллә беҙҙә ҡунаҡ бар инде, әсәһе, - тип өндәшеүгә икеһе бергә ”уй” тип әйләнеп ҡаранылар. Ул арала Гөлиә килеп әсәһен ҡосаҡлап алды. Надир Нурия менән күреште. Алдында көләс, мөләйем йөҙлө, ыҡсым ғына урта буйлы ирҙе күргәс тә Нурия: “Тиңен тапҡан икән”, - тип уйланы.
Ҡунаҡты түргә ултыртып, хөрмәт күрһәтеп, аш ашағандан һуң, һәр береһе үҙ эшенә тотондо. Гөлиә бүлмәһенә дәресен ҡарарға инеп китте. Надир мунса яғырға тип тышҡа сыҡты.
Бына, исмаһам, бәхет. Ошо бәхеткә етер өсөн башта күпме михнәт татыны Мәҙинә. Биргән Аллаһ Тәғәлә, берүк тартып ала күрмәһен.
Ике әхирәттең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Мунсаға ла икәү барҙылар.
- Эй, баласаҡта ла гел бергә төшә инек бит мунсаны, эйеме, Мәҙинә? Һеҙ яҡһағыҙ - мин һеҙгә, беҙ яҡһаҡ - һин беҙгә, кем уйлаған нисә йылдар үткәс, һинең менән осрашып тағы шулай мунса төшөрбөҙ тип. Мунсағыҙ шәп, әхирәткәйем. Надирыңды күреп ҡыуандым әле, үҙ кешеңде тапҡаның, аҡыллы, кешелекле икәнен йөҙөнән уҡыным. Ҡыҙы өсөн өҙөлөп тора. Берүк бәхетеңә күҙ теймәһен. Ҡыҙың атаһына оҡшаған. Тәүфиғы, бәхете менән үҫһен.
- Шөкөр, Нурия, ятҡан-торған һайын Аллаһ Тәғәләмдән һорайым инде ошо бәхетемдән айырма тип, үҙем атай һөйөүен күрмәһәм дә, Аллаға шөкөр, ҡыҙым ата наҙына ҡойоноп үҫеп килә. Беләһеңме, Нурия, ауылдан киткәндә шул тиклем атайыма рәнйеп киттем, хатта, үлһә лә ҡайтмаҫмын, тип үҙемә һүҙ бирһәм дә, булдыра алманым. Стәрленән инәйем атайың үлеп ҡалған тип шылтыратҡас, Надирға хәбәр иттем.
Надир:
- Ҡайтайыҡ, Мәҙинә, атай хаҡы бар, аҙаҡ үкенерлек булмаһын үҙеңә, тигәс ҡайттыҡ. Ауырып аҙна балниста ятҡан икән, белһәм, бәлки, хәлен белергә лә барыр инем. Шунда ишеттем теге әҙәмдең һыуға батып үлгәнен. Хәжәр әбей, балаһы үлеп ҡайғы татып ҡарағанғамы, әллә яңғыҙ ҡалдым тинеме, йомшарған. Күҙ йәше сығарып илай. Миңә лә хәбәр һөйләп маташты, үҙемдең рәнйешемде еңә алманым. Яҙылып һөйләшмәнем. Зыяраттан ҡайтҡас, аятына тип тейәп барған күстәнәстәремде индереп, хәйер таратып, ҡайтырға сыҡтыҡ. Надирға эшкә ине. Ҡайтышлай Маһинур әбейгә туҡтаныҡ. Әсәйем менән ҡатышты бит. Хәл белеп, күстәнәс ҡалдырҙым. Тәүҙә таныманы. Аҙаҡ, танытҡас, илап ебәрҙе. Рәхмәттәрен әйтеп ҡапҡаһына тиклем сығып оҙатып ҡалды. Былтыр үлеп ҡалған тип ишеттем. Йыл да аят уҡытам, ауылда миңә баласаҡта кем яҡын булған - береһен дә ҡалдырмай исемләтәм, һинең атайың менән әсәйеңде лә ҡалдырғаным юҡ.
- Ҡара әле, Нурия, баласаҡта шул хәтле бергә булып, ни эшләп ошо көнгә тиклем бер-беребеҙҙе табышманыҡ икән, эйеме? Инде юғалтышмайыҡ.
- Мин бит һинән оялдым теге хәлдән һуң һиңә күренергә. Әсәйең менән атайыңа ла инеп хушлаша алманым бит, башымды күтәрерлек инемме ул ваҡытта? Бөтә ауыл миңә бармаҡ төртөп ҡараған кеүек. Эй.. Нисә йыл шул ваҡиғаны күңелемдән юйып ташлайым тейем, булмай, Нурия. Теге мөртәттең әле булһа һыны күҙ алдымдан китмәй, ундай хәлде башҡаларға күрергә яҙмаһын, - тип күҙ йәштәрен һөрттө Мәҙинә.
- Шулайҙыр, аңлайым, әхирәтем.
- Ярай һин осраның, берәү менән дә бүлешкәнем юҡ ине, бөгөн нисектер үҙемә еңел булып ҡалды.
- Надир ҙа белмәйме?
- Ул белә. Нисектер шулай килеп сыҡты. Беҙ өйләнешерҙән алда уның шундай тикшереү эше булды. Ялға ҡайтып килгән бер ҡыҙҙы таксист егет көсләп, урманда ҡалдырып киткән. Шул ҡыҙ милицияға яҙып биреп, тикшергәйнеләр. Туғыҙ йылға ултырҙы таксист. Шул эшен миңә һөйләгәйне, минең ярам асылды. Түҙмәй ике сәғәттәй иланым. Надир бер нисек тә әүрәтә алмай. “Ниңә шул хәтле илайһың, Мәҙинә, һинең менән булмаған бит, һин ул ҡыҙҙы бөтөнләй белмәйең”, - тигәс: “Минең менән дә шулай булды бит”, - тинем. Надир аптырап: “Ҡасан? Нисек? Кем? Һөйлә, Мәҙинә, мине интектермә”, - тигәс, нисек бар - шулай һөйләп бирҙем. Иҫе китте Надирҙың шул әҙәмдең язаһыҙ ҡалғанына.
- Үҙем ултыртам мин уны, ни өсөн ул енәйәт ҡылып та иректә йөрөргә тейеш! - тип бер талай ҡаңғырҙы. Мин кире ҡаҡтым.
- Улай булғас, онот ул ваҡиғаны, минең өсөн мөһим түгел ул, әммә юлымда осрамаһын ул кеше, нимә эшләтергә үҙем белермен, - тине.
Мунсанан ҡайтыуға Надир, тәмле былау бешереп, өҫтәл әҙерләгән.
-Мәҙинәнең “Нурия” ла “Нурия” тип һөйләгәне һеҙ булғанығыҙ икән дә. Гел һөйләй ул һеҙҙе. Үҙенә: “Әйҙә, эҙләп табам да алып барам”, - тигәйнем әле теге ваҡыт. Бына бит, минһеҙ ҙә осрашҡанығыҙ. Башҡа юғалтышмағыҙ инде. Өфөгә юл төшһә, туп-тура үҙебеҙгә килегеҙ.
Нурия күҙ йәштәрен һөртөп алды. Илаҡ шул үҙе лә.
- Рәхмәт, Надир, яҡты йөҙөңә, хөрмәт итеүеңә, бигерәк тә минең баласаҡ дуҫым, әхирәтем Мәҙинәне бәхетле иткәнең өсөн рәхмәт. Мин бөгөн Мәҙинә өсөн шул тиклем шатмын. Нисә йылдар күңелемдә йөрөгән уй-хәсрәтем бөгөн шатлыҡҡа әүерелде. Инде ташлау юҡ һеҙҙе, Аллаһ бирһә. Мин ни йыш булам Өфөлә. Айына ике-өс килеп китәм. Мин генә түгел, үҙегеҙ ҙә миңә килерһегеҙ. Балаларым менән таныштырырмын. Улдар үҫтерҙем. Икеһе лә студент. Береһе быйыл бөтә уҡыуын, икенсеһе беренсе курста. Иптәшем ҡапыл ғына йөрәктән үлеп китте. Ауыр тупрағы еңел булһын. Бик һәйбәт кеше ине. Ҡаҡманы, һуҡманы, матур йәшәнек. Ҡалайтаһың, үлгән артынан үлеп булмай. Яңғыҙ ҡыйын да бит. Тиң-тигеҙ ғүмер итегеҙ. Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк.
Надир әңгәмәсе генә түгел, оҫта баянсы ла икән. Ултыра торғас, әңгәмә йырға үрелде. Нурия, үҙе йырға маһир кеше, рәхәтләнеп йырланы Надир уйнаған көйгә. Надир ҙа ҡушылып йырланы. Мәҙинә өҫтәл тәрбиәләне. Әле уныһын, әле быныһын ултыртып әхирәтен һыйланы.
Нурия, үҙенә айырым бүлмәгә әҙерләгән урынға йоҡларға ятҡас, бөгөнгө тәҫьораттарҙан арына алмайынса, бер килке ҡәнәғәт ятҡандан һуң ғына йоҡоға китте.
Иртән тороуға Надир ҙа, Гөлиә лә өйҙә юҡ ине инде. Мәҙинә тәмле еҫтәр таратып ҡоймаҡ ҡойған. Торғас та Мәҙинәне күреп, терт итеп ҡалды Нурия. Алъяпҡыс тағып, башына яулыҡ бәйләгән Мәҙинә шул тиклем әсәһе Мөнирә апайға оҡшап тора ине. Мөнирә апай ҙа шулай аҡ йөҙлө, һомғол кәүҙәле һылыу ине бит. Ә сәстәре, сәстәре ниндәй оҙон ине. Бер нисә тапҡыр Юнир ағай толомдары менән үңәсен һыҡҡас, ҡырҡтырып ташлаған булды мәрхүмкәй. Бәхете булманы шул ирҙән. Яҙмыштыр. Маңлайға ни яҙылған -шуны күрмәй хәлең юҡ, тейҙәр. Әлдә ярай Мәҙинәгә Хоҙай Тәғәлә ир бәхете биргән. Шуныһына ихлас ҡыуанды Нурия.
Әхирәте: “Ауыр була, алмайым,” - тиһә лә, Мәҙинә сумка тултырып күстәнәстәрен тейәне. Вокзалға машинала үҙе оҙатып килде. Яҡын арала үҙенә килергә саҡырып, телефонын бирҙе лә, Нурия электричкаға ултырып ҡуҙғалып китте. Осраҡлы ғына осрашыу Мәҙинәнең йөрәгенә май булып яғылды. Күңеле күтәрелде. Вокзалдан сыҡҡас, күккә баҡты. Ҡояштың нурҙарынан күҙе сағылды. Яҙ. Яҙ килә ергә. Бар тереклек тын ала. Мәҙинә лә иркен тын алып, аҙымдарын шәбәйтте. Эшкә ваҡыт етеп килә. Шуға ашығып машинаһын ҡабыҙҙы.
Һәр кемгә йәшәүгә көс, дәрт, илһам биргән осраҡлы осрашыуҙар йышыраҡ булһын ине тормошта.

Читайте нас: