Биш-алты йыл элек бейем, мин, ҡайным Йылайырға барҙыҡ. Улай-былай эштәр бөткәйне, бер ыңғай продукты алып ҡайтырға булдыҡ. Мин йүкмәнеп универмагҡа инеп киттем, бейем туйтаңлап "Эконом" магазинанына йүнәлде.
Хәҙер мин кире килеп сыҡтым да, бер нимә лә онотолманымы, тип универмаг яғында уйланып торам. Кешенең эштән ҡайтҡан ваҡыты булғандыр инде, урам тулы кеше. Бер заман бейем экономдың тупһаһына сығып баҫҡан да, бөтә тауышына, ә уның тауышы сағыу бит инде:
" Килеееееен, килеееееен!!!" - тип ҡысҡыра. Бөтә халыҡ туҡтаңҡырап, алан-йолан ҡаранып тора.
Мин, бейем артығыраҡ берәй нәмә ысҡындырмаҫ борон тип, йүгерә - атлай ҡаршы киттем. Бейем туҡтамаҫтан:"Килеееееен, теге һинең яратҡан йыуан калбасаң бында бар, әйҙә, тиҙ бул," - тей😂😂😂
Мин, тым, ҡысҡырма, тип ишаралап ҡулымды болғай-болғай ҡаршы йүгерәм: "Уф, Аллам, бейем, ҡысҡырма," - тейем, үҙем һаман юл аша сыға алмай торам.
Бейемем ҡуйырҙан- ҡуймай :"Һинең теге яратҡан йыуан калбасаң бар тейем, ана теге тыштан еп м-н сырмалған йыуан калбаса, бая эҙләп тапмаған калбасаң "- тип ҡуйырҙан-ҡуймай был🙄🙄🙄 Вис кеше көлә башланы😂😂😂😂
Көскә барып еттем:"Нишләп ул тиклем итеп ҡысҡыраһың, кеше аптыратып," - тиһәм :"Аһ-аһ, ҡысҡыраһың инде, үҙен тик тораһың да инде, "-тип миңә һуҡрана. Баяғы йыуан, тыштан епле колбасаны алып, күңел булып, килеп сыҡтыҡ 😏. Гел шул колбасаны ала торғайным күмәк семьяға оҙаҡҡа етә, тип.
Һәр саҡ шуны алғас, бейем:" Был килен ошо колбасаны ярата,"- тип уйланымы икән 😂😂😂