Көҙ айы. Яңы ғына ҡырпаҡ ҡар яуған ине. Рәмис эшкә китте, ә миңә Уфага бер курс үтә барырға кәрәк.
Таксины төшкө икегә һөйләштем, Йылайырға ҡайным алып сығып ҡуйырға тейеш. Йыя торғанын йыйып, төйнәй торғанын төйнәп йөрөй торғас ваҡыт килеп етте.
Ҡайным, боронғо кеше, әллә ҡасан сығып, машина йылытып, мине көтөп ултыра. Улай-былай йүгерә торғас, мин дә әҙер булдым.
Тышҡа сыҡтым, баяғы ҡайным машинала ултыра, мин артҡы ишекте астым да, сумканы ырғыттым да, оҙон юл алдынан
"хан ҡыҙҙары йәйәү йөрөй торған ергә" барып киләйем әле, тип шул яҡҡа ҡарай тәпәйләнем.
Оҙаҡ ваҡыт та үтмәне, йүгерә - атлай килеп сыҡһам машинанан елдәр иҫкән. "Атағатаҡ, был ҡарт ҡайҙа булды?" - тип алан-йолан ҡаранып урамға килеп сыҡтым. Тәүгә генә яуған ҡар өҫтөнән юл түбән яҡҡан киткән."Аһ-аһ, әллә мин ҡасан килгәнсе ферма яғын байҡаштырам, тип киттеме икән," - тип тағы уйға ҡалдым. Арыуыҡ ваҡыт үтеп бара. Баяғы такси килер мәл етергә күп тә ҡалманы.
Йүгереп инеп бейемгә:"Ҡайным ҡайҙа китте лә барҙы икән, юҡ булды ла ҡуйҙысы?" - тейем. Ул өйҙә ултырып нимә белһен инде, минең менән ҡуша аптырап, ҡуша ҡайғырҙы ла ҡуйҙы. Хәҙер ҡайҙа барһам да, ул ҡайҙа китте икән, ултырып сыҙамай, ул ҡайҙа китте икән, мына һиңә кәрәк булһа, атағатаҡ, ул ҡайҙа булды тағы, тип һорау артынан һорау биреп, минең арттан йүгерекләй башланы. Икәүләп эйәртенешеп алып әрләп йөрөп ятабыҙ. Звонить итеп ҡарайым. Недоступен.
Кире тышҡа йүгерҙем , тағы урамға сыҡтым. Юҡ баяғы, зым-зыя юҡҡа сыҡты. Хәҙер минең танау еүешләнеп, күҙ шемәрә башланы. Эстән генә эттән алып, эткә һалып тетәм генә тегене.
Кире өйгә йүгереп индем. Телефонды алғайным ғына, тышта машина пипелдәне. Уҡ шикелле атылып килеп сыҡтым. Ҡайным елкәһен тырнай-тырнай аптырап ултыра.
"Ҡайҙа булдың да ҡуйҙың ул, эҙләп хәл бөттө," - тейем, бөтә сабырлыҡты бер урынға туплап, тыныс ҡына.
Ҡайным инде ғәйепле төҫ менән:" Һин бит артҡы ишекте асып-япҡас, килен ултырған икән, тип уйлап ҡуҙғалдым да киттем. Баракалга еткәс, ике машина тора, багажниктары лыҡ тулы бәшмәк. Килен, ҡара әле ни хәтле бәшмәк йыйғандар, тейем. Тауыш - тын юҡ. Шул арала йоҡлап киттеме икән тип, тауышты күтәрә биреп, килен, күрҙеңме, Ырымбурҙар ни хәтле бәшмәк йыйғандар, тейем. Яуап юҡ. Аптырап әйләнеп ҡараһам килен дә юҡ, шорт та юҡ. Ҡапыл килеп туҡтаным. Ҡот осто , был килен әллә ишек асылып китеп төштө лә ҡалдымы, тип. Ялт боролдом да баҫтым,"- тей был.
Ул саҡта көлкө лә килмәй, нисек тә илап ебәрмәҫкә :" Әйҙә, тиҙерәк, атыу таксиға һуңлайым, "-тип мығырланым.
Ярай әле такси тәгәрмәсе тишелеп, тоже һуңлаңҡырап килде." Долго ждали, да, извините, "- тигән була. Быныһынан да тороп ҡалмайым тип ялп инә һалып ултырҙым. Ҡайныма һау бул тинемме, юҡмы. Юҡтыр, үсектем бит инде😂😂
Уфага килеп еткәнсе төшмәнем баяғы таксинан. Йә тағы бер ерҙә тороп ҡалырмын тип😂
Бер аҙнанан кире ҡайтырға сыҡтым. Ҡайным вокзал эргәһендә көтөп торған була. Килеп төшкәйнем, хатта сумкамды ала һалып, машинаның ишеген аса һалып индереп тора😂😂😂Был килен тағы төшөп ҡалмаһын тейһеңме әллә тиһәм, "Эйее," - тигән була 😂😂😂Йәлләп киттем😁😁😁
... Ылайҙа ғына ҡар яуһа ла ул бер Ырымбурҙар бәшмәк йыйған. Улар булмаһа, Йылайырға еткәнсе лә һүҙ ҡушмаҫ ине...