Литература
2 Октября 2023, 06:59
ЛИТЕРАТУРА

Франкфурт-на-Майне. Юмореска. Рушан Ғәлимов

Усманды армияға алып киттеләр. Алдан уҡ әйтеп ҡуйғайнылар былай: “Германияға булыр”, – тип.

Шулай булып сыҡты ла. Ата-әсәһе лә белә ине был турала. Әле генә медицина комиссияһында яҙып сығарған ҡағыҙ ҙа быны раҫлай. Аҡҡа ҡара менән: “ДРА ла хеҙмәт итергә яраҡлы”, тип тә ҡуйғандар.

– ДРА һы нимә була тағы? – тигән һүҙ сыҡты һалдаттар араһында.
– Германия инде, нимә булһын!
– Демократик регуляр армия, – тип ҡуйҙы зирәгерәге.
– Доетч републик арми, – тигәнерәк уҡымышлырағы ла табылды.
Тағы ла ниндәй фекер яңғырағандыр йәш һалдаттар араһында, бәлки улар бөтөнләй булмағандыр ҙа, әммә йәмле Ағиҙел буйҙарына шундуҡ Усмандың сираттағы хаты юлланды. “Атай-әсәй, беҙҙе Германияға алып киттеләр”.

Был ваҡытта егеттәрҙең барыһы ла яҡшы аңлай ине: ДРА – ул демократик республика Афганистан...

Шулай итеп Усман “Германияла” хеҙмәт итә башланы. Ата-әсәһе имеш малайыбыҙ ҡайышын ялтыратып, Гитлерҙең ҡәберен тапап йөрөй икән, тип хыялланған була бит әле, ә уныһы тау-таш араһында саң йотоп ята, баш осонда дошман пулялары һыҙғыра. Бер ваҡыт шулай “тыныс” ҡына көн күреп ятҡанда, көтөлмәгән бер бәлә килеп тыуҙы. Яҙмышының бындай мәрхәмәтһеҙлеген Усман һис кенә лә көтмәгәйне. Ауылдан хат килде. Бынау күҙҙәрен шешендереп аҡырып: “Көтәм!” – тип тип тороп ҡалған күрше ҡыҙы Гөлниса кейәүгә сығып киткән, тип яҙһалар, бер ҙә генә аптырамаҫ ине Усман. Әммә мәсьәлә күпкә ҡатмарлыраҡ ине шул үкенескә күрә.

– Улым, бынау Магниттағы Һөйәрғол бабайыңдың күршеһенең малайы ла Германияла икән. Һин ҡайһы ҡалала хеҙмәт итәһең? – тигән юлдарҙы уҡыу менән, Усмандың елкәһенә приклад менән тондорҙолармы ни...

Башҡа сара юҡ. Яуап яҙырға кәрәк, немец ҡалаларының исемлеге янда булмаһа ла, донъяның сәйәси картаһы һәр саҡ стенала элеүле тора. Әлбиттә, Дрезден, йә Берлин тигән ҡыҫҡа исемдәрҙе яҙһа, әсәһе бар ауылға улым шунда хеҙмәт итә, тип һөйләп йөрөйәсәк. Шуның өсөн нисек тә яҡындарҙы “аҙаштырырға” кәрәк, оҙонораҡ исемле берәй ауыл, йә булмаһа ҡасабаны атау мотлаҡ. Уныһы ла табылды. Картала ул бар ине. Франфурт-на-Майне.

Ошо көндән башлап егеттең ата-әсәһе өсөн Франфурт-на-Майне исемле ҡалала интернационал бурысы башланды. Бындай зирәклеге өсөн егет үҙен маҡтап бушаманы. Эҙләгән кеше һәр ваҡыт сығыу юлын табасаҡ, тигән боронғолар һүҙен йыш-йыш иҫкә һалды. Әммә ҡапыл ғына килеп тыуған мәсьәләне хәл итеү ваҡиғалары Усмандың күңелендә лә эҙһеҙ үтәме инде? Уның Германияны ысынлап та армиянан ҡайтҡас барып күргеһе килә башланы бит, шайтан алғыры. Шуның өсөн бер матур көндө ул буш ваҡыт табып, донъяның сәйәси картаһын тулыраҡ өйрәнергә ултырҙы.

– Ҡәһәр генә һуҡҡыры! Атаңдың ғына башы! Дөмөккөрҙәре бынау, карта төҙөүселәр! Ҡороғорҙар! – Усман ошо һүҙҙәрҙе мейеһе һәм теле аша ҡат-ҡат үткәреп, башын тотто.

Баҡһаң, теге ҡала исеме оҙон булған өсөн генә Германияның демократик өлөшөнә сығарылған булып сыҡты. Ә ҡаланың карталағы нөктәһе Германияның буржуаз республикаһында тора икән дә баһа!..

Беҙ белмәйбеҙ. Усман һалдат бөгөндән Баден-Бадендан Гиндукуш итәгенә тиҙ генә күсерелдеме, бәлки тиҙ генә Франфурт-на-Майненан Франфурт-на-Одереға барып сыҡҡандыр. Усман үҙе лә быны белмәй ине. Әммә ҡағыҙ һәм ручка тотоп ул тағы ла хат яҙырға ултырҙы.

Читайте нас