Литература
26 Сентября 2023, 13:08
ЛИТЕРАТУРА

Ҡунаҡ булһаң- тыйнаҡ бул... Иншар Асҡаров

Бер ағай еңгә менән ҡунаҡҡа киткән, Мостафа ауылындағы балдыҙына. Ағай таҙа ғына кәүҙәгә, ә еңгә буйға бәләкәй ғына, метр с кепкой, урыҫ әймешләй, һәм тулы кәүҙәле.

Ара апаруҡ ҡына, ат еккән ағай, уҙен дә "заправить" итеп алған, көҙ бит,ат еле һыуыҡ, юл йыраҡ... Ярай , барып еткәндәр, атты туғарғандар , кергәндәр ҡунаҡҡа.
Ҡунаҡ ҡыҙып барғанда ғына , ағайҙың "кәзәһе төкөгән" бит, әллә еңгәне көнләшкән, әллә нормаһы тулған, алдан "төшөрөп" йөрөгәс:
-Ҡайттыҡ , бисәкәй! ...мазали!
Был уның йөмләһе- уны әйтә башланы икән- норма тулған тигән һүҙ, мазали ярай әле, ә алдан әйткән теге һүҙҙәрен эт тә ашамай... Еңгә нишләһен инде , шым ғына сығып ултыра арбаға, ҡунаҡты боҙоп , уның "мазали"һын ҡунаҡтарға тыңлатып ултырһынмы инде.
Ауа- түнә ағай атын егә, ҡатыны янына ултыра ла , йырлап ,ҡайтыу яғына юл ала. Йырлаған саҡта ҡатынын һөйөп -һөйөп ала ти ,арҡаһынан, шулайтмай ни, беренсе тапҡыр бер әйтеү менән ҡайтырға сыҡты, әле лә әрләшмәйенсә, шым ғына ҡайтып бара бит! Ә ағайҙың өйҙә"запас" бар , ҡайтҡас та эсә ала...
Ярай ҡайтып етәләр, ағай атты туғара , тышап сығарып ебәрә лә, өйгә керәм тиһә- ҡатыны һаман арбала ултыра! Был ни хикмәт ? Төш!- тип еңенән тартһа- дөп итеп осоп төшә бит еңгәбеҙ! Ҡото осҡан ағай баштан шәлен һыпырып алһа, ни күҙе менә курһен- шәлгә урап ҡайын түмәренә куфайка кейҙергәндәр ҙә ебәргәндәр балдыҙҙары, еҙнәләре ат еккәнсе,апайҙарын алып ҡалғандар. Шуға шып-шым ҡайтҡан икән еңгә! Кире барып туҙҙырыр ине- ат юҡ , төндә ҡайҙан табаһың, нисек тотаһың...
Шым ғына иртән иртүк барып алған инде еңгәне.

Автор:Аскарова Минзаля
Читайте нас