Все новости
Литература
14 Сентября 2023, 12:25
ОБЩЕСТВО

"Кейәү ишаратының хата ебәргәнен көтөп кенә йөрөйөм"

Таныштырырға килтергәнендә үк оҡшамағайны, балаҡайымдың күңелен аяп ҡына был турала өндәшмәнем. Хәҙер ана балалары тыуҙы. Күңелем белеп һиҙенгән шул...

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com

Яңыраҡ бер танышымдың берҙән-бер ҡыҙы кейәүгә сыҡты, оҙаҡ та тормай сабыйҙары донъяға килде. Көндәрҙән бер көн танышымды ярһыған килеш күрҙем дә хәлен һораштым.

"Бер бөртөк ҡыҙымды әллә кемгә кейәүгә биргәнебеҙгә йәнем көйә. Таныштырырға килтергәнендә үк оҡшамағайны, балаҡайымдың күңелен аяп ҡына был турала өндәшмәнем. Хәҙер ана балалары тыуҙы. Күңелем белеп һиҙенгән шул: кейәүҙең бер нәмәһе лә юҡ икән дә ул, никахта әсәһе урынына килгәне, аҙаҡ билдәле булыуынса, инәһе булып сыҡты, етем үҫкән, ни фатиры, ни йүнле эше юҡ...

Шуның өсөн ханбикәләй итеп үҫтерҙемме ҡыҙымды? Бигерәк матур, аҡыллы бит ул минең бер бөртөгөм. Күҙ тигеҙеп ҡуймайым тип хатта үҙемдән дә ҡыҙғанам. Уға кейәү бөтөнләй тиң түгел. Шуны яратам тигән буласы! Кит инде, кем һөйөшөп тормош ҡорған? Үҙем ҡыҙымды һуң ғына таптым бит. Балам булмаҫ тип бөтөнләй өмөтөм өҙөлгән ерҙән... Бер туҡтауһыҙ дауахана, шифаханаларҙа йөрөү һөҙөмтә бирҙеме, әллә инде бер инәйҙең эсемде һылауы килештеме? Тик ауырға ҡалдым тип шатланһам да, һәр бер көнөм ғазаплы, һыҙланыулы үтте. Сабыйымды тапҡансы дауаханала табиптарҙың күҙәтеүе аҫтында ятырға тура килде. Барыбер ваҡытынан алда – ете ай булыр-булмаҫтан ҡырҡып алырға тура килде оҙаҡ көткән бәпесемде.

Бәләкәс кенә ине, туғыҙ айына тиклем минән айырып дауалауға һалып ҡуйҙылар. Шунда йәнем сыға яҙҙы, стеналарҙы сапсып үкергәнемде, сәстәремде йолҡҡослағанымды күреп, психик клиникаға ебәрәбеҙ тип ҡурҡытҡастары ғына, баламдан бөтөнләй айырып ҡуймаһындар тип, үҙемде ҡулға алдым. Рәхмәт табиптарға, шәфҡәт туташтарына –тырышлыҡтары бушҡа булманы, шәбәйеп китте сабыйым. Өйгә алып ҡайтҡас, ирем менән талашып ҡарай инек, хатта бер-беребеҙҙән ҡыҙғандыҡ, "өф" итеп кенә үҫтерҙек...

Бына шул ҡәҙерле балабыҙ ҙурайып, кейәү эйәртеп ҡайтты бер көн. Хәҙер унан ҡыҙғанып бер булабыҙ атаһы менән. Ейәнебеҙҙе тыуған көнөнән алып тигәндәй үҙебеҙ көтәбеҙ, ҡыҙым әле үктән үҙен бала менән баҫып ҡуймаһын тип. Институтын бөтөрһөн, үҙҙәре өсөн йәшәп ҡалһындар, бала ла ҙурайыңҡыраһын тим.

Бөгөн барғанымда ҡыҙым менән кейәү һүҙгә килешкән. Ни булды, тиһәм, баланы алып ҡайтайыҡ, үҙебеҙ көтәйек, тигән икән тегенеһе. Мин шунда уҡ, әлбиттә, кейәүгә һөжүм итә башланым, һинме ни инде һүҙ әйтә торған кеше, үҙ фатирың булғас, талап ҡуйырһың, тип. Бер ни өндәшмәй ишекте шарт ябып сығып китте мөртәт.

Минең ҡәҙерле балам менән шулай ҡыланырға ни хаҡы бар уның?! Әйтәм бит, тиң түгел ул ҡыҙыма. Берәй етди хата ебәргәнен көтөп йөрөйөм – шул минутында бөтөнләй айыртып алып ҡайтабыҙ", – тип бер тынала хәбәрен теҙҙе таныш ҡатын.

Араһында һүҙ ҡыҫтырырлыҡ та түгел ине, аҙаҡ ҡына: "Бәлки, йәштәрҙең үҙҙәренә тыныс йәшәргә ирек бирергәлер?" – тип әйтергә батырсылыҡ иттем. "Һинең дә ҡыҙың үҫеп килә бит, ҡыҫылмай түҙер инеңме икән!" – тип ажғырып ебәрҙе танышым.

Әлегә ул тәңгәлдә, ысынлап та, тәжрибәм юҡ шул. Белмәйем инде, үҙем ниндәй ҡәйнә булырмын икән?

 "Башҡортостан" гәзитенән.

Читайте нас: