Все новости
Литература
22 Марта 2023, 10:49

Ай ҡалпағы (Хикәйә)

Ринат КАМАЛ.

Ай ҡалпағы (Хикәйә)
Ай ҡалпағы (Хикәйә)

“Хәйерле сәғәттә, изге теләктәрҙән булһын” тип юрай Нәфисә әбей. Үҙе йыйынып йөрөй, үҙе телә­неп-уҡынып йөрөй. Иртәнән үк шулай... аяғөҫтө. Ҡояштан иртә тороп, һыйырын һауҙы, мал-тыуарын эсерҙе, тауыҡтарына бәрәң­геһен иҙеп өләшкәс, быҙауына-малҡайына көн тыуҙы... Сепаратын ҡороп, инде ултырайым тип сүккәй­не, сыбыртҡы шартлауы ҡолағын ярҙы.

Иртәнге мәлдәрҙә һәр саҡ шулай: мәшәҡәте күп, ана өлгөрәм, бына өлгөрәм тип йөрөй торғас, ҡояш та арҡан буйы күтәрелеп китә, һил урамдар ҡош-ҡорт, бала-саға тауышы менән тула. Нәфисә әбейгә күңелле бындайҙа: донъя уртаһында, эш араһында ҡайнай.

Әүен артынан күл буйына тө­шөп, биҙрә-ялғашын йыуа. Моңға-хискә батып ултыра әле. Еҙ батмустарын, тоноҡ ялғаштарын йы­ша: Миңлебикәһен, Гөлбикәһен, Гөль­ямалын көтә. Белешәһе, төп­сөп һорашаһы ине йәнә. Ҡайһылай итеп уйлай икән улар? Йыйыналармы икән?

Яйлап ултырып, әбей яр башын күҙләй. Йышыр батмустарын онотоп, уйланып тора. Күренмәй әхирәттәре. Тәрән көрһөнә. Оҙаҡ уйлана. Шулай барыһын бер епкә теҙә. Үткәне лә, бөгөнгөһө лә – ҡаршыһында ғына, яҡшыһы ла, яманы ла иҫенән сыҡмай. Үткәндә­ренә ҡайтып, элекке дуҫтары, ту­ғандары янында була. Тыныслыҡ, еңеллек килә күңеленә.

Бер көн тыуып, уның ошо хәтер иле емерелһә, ни эшләр ине икән? Бөгөнгөһөнөң дә ибе-йәме, ҡәҙере-ҡото китер ине... Хоҙай ярай бәндә­ләрҙе камил заттар итеп яралтҡан, үткәндәрен дә, бөгөнгөһөн дә уларға тигеҙ ҡушып биргән.

Тыуған көнөндә яңы хәбәр алғас, ололарса, әбейҙәрсә ҡыланырға кәрәк, тип үҙен тыйһа ла, аҡылына буйһона алманы йөрәге. Холоҡ-фиғеле, килеш-килбәте Нәфисә ҡарсыҡтыҡы булһа ла, күңеле менән ун ете йәшлек бикәгә әүерелде лә ҡуйҙы. Шулай ҙа тилереүе, тилебәрән орлоғо йотҡан диуа­налай ҡыланыуы яҡшыға, имен көнгәме икән?

Ауыр һулай Нәфисә әбей, күҙе – күл буйында; уйы – әллә ҡайҙа... Миңлебикәһе, Гөлбикәһе, Гөльяма­лы күренмәй. Күҙҙәре талсығып, билдәре ҡатып бөтә – көтә. Ә өйҙә һөртәһе, һылайһы-һыйпайһы етерлек. Бөтә өй эсен һыпырып сығараһы ине: ауы-һауы, сүбе-һәбе ҡалмаһын, донъяһы ялтырап-яҡтырып торһон!

Эшен түрҙән башлай. Иң таҙа һыу – иң ҡәҙерле әйберен һөртөргә. Тәҙрә тупһаһындағы гөлдәрҙе иҙәнгә төшөрҙө, комоды өҫтөнән селтәрен алды. Теләге: комод өҫтөнә тубыҡ­ланып, фоторәсем яңаҡтарын һөртөү. Ана, балаларының һүрәте – улар күберәк. Иң юғарыла – икәүһенең рәсеме. Иҫкеләр инде, һарғайғандар. Тәү ҡауышҡан мәлдәрендә төшкәйнеләр. Әсхәл үҙе талап итте; ул, өй кешеһе, гонаһынан да өрккәйне, хәҙер бына хәжәте тейә.

Нәфисә әбей уны сирышҡан, ҡалтыранған устары менән һы­пыра. Үҙенсә ул тере йәндәргә ҡағыла лабаһа... Улар кисерә. Тағы ҡайһылай итһәң, уларға йомша­ғыраҡ, ауыртыныуһыҙ булыр тигән­дәй, бер тына ғәзизенең йөҙөнә текәлеп, икеләнеп тә ҡала. Һыпы­рырға, өҫтөнә ҡунған саң-туҙанды һөртөргә ине уға. Сепрәген ҡуйып, түшенән биҙәкле ҡулъяулығын ала, шуның менән иплерәк тә, килеш­лерәк тә.

Бынау фотола хәрби кейемдәге Әсхәле – теп-тере... Бахырың, тыныс, ипле ҡайһылай! Бер ҙә батыр түгел дә, тыйнаҡ ҡына... Орденын нисек алды икән? Шулай ҙа ипле, һапалы үҙе, нисек хәтәр яуҙы ҡайтарҙы икән? Сырайы ла сабыр, бик аяуһыҙ ҙа түгел.

Ул тотонорға, ҡағылырға ҡый­май. Ныҡлап тотонһа, йә быялаһы ярылыр, йә быяла өҫтөндә – бахыры йөҙөндә майлы бармаҡ таптары ҡалыр төҫлө. Ҡағылһа, Әсхәле терелер ҙә ҡуйыр йә... Унан ни ҡылыр ул?..

Нәфисә әбей үкһеүҙәрен баҫып, яулыҡ осон ҡыҫып-ҡымтып, дерел­дәп тора бирә...

Ҡояш йомартланып ишек алдын нурға ҡойондора. Өйрәктәре лә ихатала, себештәре лә шунда ураңғылаған була – ем сүпләйҙәр. Ниндәй ғәмһеҙлек, ауаңҡылыҡ донъяла! Хафа ла, хәсрәт тә, көйөк тә юҡ бисараларыңа – шулай моңһоҙ көйө йөрөп ята бирәләр.

Нәфисә әбей, эшем бар бит әле, тип тағы тертләп китә. Еҙ ҡомғанын эләктереп, “ҡулыма һыу ҡояйым” тип аласығына ашыға. Аласыҡ күтәрмәһендә теҙелешеп ултырған еҙ ҡомғандар, еҙ батмустар, еҙ ялғаштар, ялтырап, ҡояшта яна. Кешеләрме ни – йөҙҙәрендә нурҙар уйната. Еҙ ҡомған-батмустарҙы алып, ҡушарлап тотоп, сыңлатып-зыңҡылдатып, йырлатып-моңон түгеп, йәнә әйләнеп килһә... башын күтәреп баҡһа, ни күрә – аласы­ғының күтәрмәһенә һары ялҡын тоҡанған! Һары балауыҙҙай күтәр­мәһе хас та ҡояшта иреп бөтөп бара. Нурҙар аҫтында ялтырап ятҡан күтәрмәһенә хатта баҫырға ла ҡыймай тора. Баҫһа, балауыҙ кү­тәрмә иҙелер, йәмшәйер ҙә ҡуйыр.

Әбейҙең сырайы ла асыла төшкәндәй итә. Инде мейесенә ут һалырға ла ваҡыт; шәңкәләрен, мөшниктәрен* ултыртып алыр ине. Оло мәжлескә йыйынғанһың, тип кенә алмаһалар инде... Шул күңелен ҡыра. Әллә нисек ҡыйын кеүек, тағы олоғайып бөткәс... Шулай саҡырышыуы ла оят һымаҡ. Хуп күрерҙәрме, яманға юрамаҫ­тармы?..

Мейесемдең йөҙө килһен, тип көтә. Күҙе – мейесендә, уйы – әллә ҡайҙа. Яҙғы шытымдарҙай, күңе­лендә хәтирәләре терелә. Бер улар күл буйын ҡыҙырҙы. Йәш бөрө, тупраҡ еҫе менән тулған һауа күкрәкте ярып инеп килә. Үпкәгә тула, башын әйләндерә... Бөтә булмыштарын биләне яҙғы һауа. Өйҙәренә ингәс тә әле әйберҙә­ренән, устарынан, сәс араларынан бөрө еҫе, быулы тупраҡ еҫе аңҡый ине.

Ә йүгерә-йүгерә мәтрүшкә йый­ған­дары һуң! Таш­тығул битләүендә мәт­рүш­кәләр өйөм-өйкөм... Әсхәл менән Нәфисә уларҙы услам-услам өҙҙө, ҡоластарын тултырып-тултырып йыйҙы. Ошо өйөм-өйкөм мәтрүшкәләрҙе ҡоластары иңләй алмаҫ кеүек ине. Әсхәле, ауыр һөйәк, артта ҡала. Нәфисә үҙе ҡаурыйҙай еңел, ҡош кеүек алға талпына. Әсхәл арттан тартыла. Йүгерә-баҫтырыша ике йөрәк тау буйынан; сабыша-ҡыуыша ғәмһеҙ йәшлек... Әсхәл, ауаңҡы, ҡулын һоноп-һоноп йүгерә. Нәфисә-нескә билгә тотона-тотона... Нәфисә тайшана: “Туҡта, ауаңҡы мыштымым! Туҡта, алда – ер ярығы!..”

– Мин һикереп сыҡтым уның аша, ә һин?..

Нәфисә тертләп китә, ҡалҡынып, ян-яғына ҡарана. Юҡ, бер ни юҡ. Шул уҡ усаҡ алды, нисә йыл текләп күҙҙәре тексәйеп бөткән мейес ауыҙы. Һаман шул уҡ туҡал ултырғыс; өҫтөндә – һыулы сапсаҡ. (Заманында Әсхәле үҙе оҫтала­ғайны). Бөтә нәмә элеккесә, Әсхәле ваҡытындағыса...

Нәфисә әбей өтәләнеп-төртә­ләнеп мейестән аҡ ҡаластар ала. Май йомғағылай йомро ҡаластар сыға көн нурына, аҡ ҡаластар теҙелә мейес буйына... Лыпын итеп һалмай өҫтәлгә, һыуына бирһен берүк, ҡайта бирһен, тип мейес буйына һөйәй бара.

Эҫе тимерҙәрен соланына сығарып тәгәрәткәс кенә, еңел һулағандай итә. Хәҙер шәңкәләре, ҡаластары ла әҙер; ашын ҡайтҡас һоҫор. Йәһәтләп кенә мейес алдын һепереп-һөртөп ҡуйһа... Шунда аңғармаҫтан баш осонда торған гере аҫыулы сәғәтенә төбәлә. Ваҡыты ла урынында тормай икән: әйләнеп өлгөрмәй, мәле килтереп тә һуға... Төш ауҙарыбыраҡ күтәре­лерһегеҙ, тигәй­неләр, яйҙарын белмәҫһең инде уларҙың; тағы шуныһы раҫ: ваҡытында йөрөмәү килешеп бөтмәҫ әбей кешегә. Нәҡ тултырып, сәғәте һуҡҡанда ғына барып инер инде.

Ҡабалана Нәфисә әбей: бәрхәт камзулын бали­тәкле оҙон төҫлө күлдәге тышынан кейгәс, күптән тик һыйға тип кенә тотҡан ситеген дә эләк­тереп алғас, көҙгө алдына баҫа. Хатта үҙгәрмәгән: биҙәкле яулығы ла, йәшкелт бәрхәт камзулы ла, оҙон күлдәге лә үҙенә ярап тора, бөтә тегелеше, биҙәлеше тура килгән. Тик бына йөҙө генә... буй-буй йыйырсыҡтары күбәйгән, урттары һурылып киткән, күҙҙәре лә төпкәрәк батҡан һымаҡ. Электән дә “йөҙөңдө көҙгө боҙа” тиерҙәр ине; боҙоп, йәмһеҙ итеп күрһәтә инде!

Нәфисәгә уң яҡ бите эскәрәк батҡан төҫлө, шунда әллә ниндәй яра эҙе лә уйылып ҡалған. Әхи­рәттәренә тағы, тештәрем ҡойолоп бөтөүенән был, тип аңлата. Тулған айҙай түңәрәк битенә килешле һорғолт күҙҙәре, дуға ҡаштары, йомро бит алмалары... ике яҡта ике алҡалай яна. Уны һылыу күрәләр ине. Әсхәл дә ике һүҙенең береһендә: “Ай ҡалпағы һин!” тип ҡабатларға яратты. Аяҙ көндә күккә эленгән һары ҡалпаҡ, йәнәһе лә. Ай ҡалпағы тик нур һибә лә – нуры йылытмай. Тағы нуры ла үҙенеке түгел, ҡояштан үтескә алынған.

Ай ҡалпағының үҙ нуры, үҙ бәхете көнө юҡмы икән ни? Үҙ нуры тигәне лә – бүтәндеке, үҙ бәхете тигәне лә – хәтер генә...

Ҡайһылай мәрхәмәтһеҙ, йәмһеҙ исем ҡушҡан уға Әсхәле. Нәфисә әбей күҙ ҡырыйы менән ҡыйыр-ҡый­маҫ ҡына бахырына күҙ төшөрөп ала. Үпкәһе лә былай юҡ ке­үек, тағы моңһоу көндә ауыр. Шатлығы ла, яҙғы ташҡын ише, шулай таша ла ҡайта. Күңелендә һуңынан, төйөр булып, бары әрнеү-үкенесе ҡала.

Әле лә йәһәтләп кенә нисек күтәрелеп, сығып китһен ул! Нисек барһын унда бер үҙе?.. Әсхәлһеҙ ни тиерҙәр юлда осратҡан тиңдәштәре... Көлмәҫтәрме уның никахынан, алтмыш алтыһын үткән кәләш никахҡа инә, тип һөйләп йөрөмәҫтәрме, ауыл тултырып?

Элгәре көн секретарь ҡыҙ янына һуғылғайны. Уның ише тол ҡатын­дарға, һалдаткаларға инде, пенсия арта, имеш. Бының өсөн Нәфисә әбейгә, әхирәттәренә никахҡа инеү хуп... Тәьминәт бүлегенә никах танытмаһы тигән ҡағыҙ тейешле. Шуның өсөн саҡыра уларҙы ауыл Советы. Ауылдан улар дүртәү, дүрт бөртөк кенә, ти, ҡыҙ: Миңлебикә, Гөлбикә, Гөльямал, тағы Нәфисә үҙе...

Бөгөн Нәфисә әбейҙең туй кө­нө... Йүнһеҙкәйҙәрҙең, мәлендә Әсхәле менән никахын да уйлама­ғандар. Аҡылһыҙҙар, ҡырағайҙар... Тағы ҡайҙа инде яҙылышыу ҡайғыһы: Әсхәл менән ҡауышып, бергә йәшәнеләр ҙә киттеләр, бер ниндәй ҡағыҙы ла кәрәкмәне. Никахһыҙ ҙа түңәрәк ине шул донъялары, икәүһенең тигеҙ көндәре.

Үҙ алдына шулай һөйләнә-һөйләнә, никахҡа инмәүҙәрен шулай мең төрлө сәбәп менән аҡлай-аҡлай атлай Нәфисә әбей. Ҡайтҡас, тағы әхирәттәрен, һалдаткаларын табынға алыр. Әйҙә, шатлыҡтары уртаҡ булһын, никах табындары, ҡунаҡтары ла шул үҙҙәре генә булһын. Үҙ Әсхәлдәре, ғүмерлек иштәре, иҫтәлегенә...

Нәсих Хәлисов коллажы.

 

 https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-06-24/ay-alpa-y-hik-y-2854441 

Автор:
Читайте нас: